Инфоурок Другое Другие методич. материалыМөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн яҙма эштәр

Мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн яҙма эштәр

Скачать материал

 

Мөмкинлектәре  сикләнгән уҡыусылар өсөн яҙма эштәр

2-се класс                                                                                Башҡорт теле

1-се сирек

Контроль күсереп яҙыу.

Зирәк ҡыҙ.

         Заһиҙә – зирәк ҡыҙ.Ул ҡыҙыҡлы  китаптар,гәзиттәр  уҡый. Шиғырҙарҙы яттан  һөйләй. Математика  дәресендә  миҫалдарҙы, мәсьәләләрҙе дөрөҫ  эшләй.(17 һүҙ)

 

Контроль күсереп яҙыу.

                                                  Экскурсияла.

Уҡыусылар  урманға  баралар. Улар  йылға  ярына  килделәр. Ағиҙел матур аға. Бына  Нәғим  борғо  ҡысҡырта  башланы. Ғәлим  барабан  ҡаға. Рәғиҙә һәм  Ғәлимә йырлайҙар. Ғата  һәм  Ғайса  уларға  ҡушыла.(27 һүҙ)

2-се сирек

Контроль күсереп яҙыу.

Мәктәп.

Беҙҙең мәктәп ҙур һәм матур. Бүлмәләр яҡты, йылы. Беҙ мәктәптә уҡырға һәм яҙырға өйрәнәбеҙ. Шиғырҙар ятлайбыҙ. Мәктәптә каток бар. Беҙ унда коньки шыуабыҙ.(24 һүҙ)

3-сө сирек

Контроль күсереп яҙыу.

 Китап.

Китап – белем шишмәһе. Китап уҡыған кеше белемле була. Китапты ярат, һаҡлап тот. Китап биттәрен буяма, бысратма, йыртма. Китапты тышлап тот. Китапҡа яҙма, һыҙма. Ул оҙаҡ йылдар һаҡланһын.(28 һүҙ)

 

 

4-се сирек

Контроль күсереп яҙыу.

Ҡуян.

Ҡуян ҡыш аҡ тунлы була. Өҫтөндәге аҡ туны уны һалҡындан һәм һунарсынан  һаҡлай. Ҡуянды эт менән төлкө яҡшы күрәләр..                                      Ә йәй ул һоро тун кейә . Уның ҡолаҡтары оҙон, күҙҙәре ҡылый. Уны бәләнән йүгерек аяҡтары ҡотҡара. (35 һүҙ)

2-се класс            Туған(башҡорт ) теле

1-се сирек

Контроль күсереп яҙыу.

Бөгөн байрам.

Беренсе сентябрь етте. Балалар мәктәпкә килделәр. Уҡытыусы уларҙы ҡаршыланы. Мәктәпте яңғыратып ҡыңғырау шылтыраны. Балалар класҡа инделәр. Беҙ һүрәттәр төшөрҙөк, китаптар уҡыныҡ. Байрам күңелле үтте. ( 26 һүҙ)

Контроль күсереп яҙыу.

Тыуған ил.

Тыуған ил – бөтә кешегә лә ҡәҙерле. Беҙ еребеҙҙе, һыуыбыҙҙы яратабыҙ. Уларҙы һаҡлайбыҙ. (12 һүҙ)

2-се сирек

Контроль  күсереп яҙыу .

Минең дуҫым.

Минең исемем - Рөстәм. Мин ауылда йәшәйем. Ә ҡалала  минең дуҫым Рауил йәшәй. Йәй көнө мин ҡалаға  ҡунаҡҡа барҙым. Ҡала матур. Уның урамдары киң. Урамда автобустар, трамвайҙар, матур машиналар йөрөй. Миңә ҡалала  бик оҡшаны. (33 һүҙ)

 

3-сө сирек

Контроль күсереп яҙыу.

Урман докторы.

Тумыртҡа – бик уңған ҡош. Ул урманда иртәнән кискә тиклем туҡылдай. Көслө һәм оҙон суҡышы менән ул ағас ҡабығын тишә. Ундағы бөжәктәрҙе соҡоп сығара.  Шуға тумыртҡаны “урман докторы” тиҙәр. ( 28 һүҙ)

 

4-се сирек

Контроль күсереп яҙыу .

Йәй.

Июнь, июль, август – йәй айҙары. Уҡыусылар йәйҙе ашҡынып көтәләр. Йәй көнө улар ял итәләр. Һыу инәләр, еләк йыялар. Уҡыусылар китап уҡыйҙар. Әсәйҙәренә булышалар. Сентябрҙә яңынан уҡый башлайҙар.

                                                                                                                ( 27 һүҙ)

 

 

3-сө класс

1-се сирек

Көҙ етте.

Йылы матур йәй ҙә үтте. Һалҡын елдәр иҫә. Ямғырҙар ҙа йыш яуа. Ағастарҙан һары япраҡтар ҡойола. Ҡоштар йылы яҡҡа остолар. Йәнлектәр ҙә ҡышҡа әҙерләнә. Ана ҡыуаҡ аҫтында терпе йөрөй. Соҡорға үлән, япраҡ ташыған. Шунда үҙенә оя яһай.(37 һүҙ)

Контроль күсереп яҙыу .

                                         Көҙ биҙәктәре.

Сентябрҙә ҡоштар көньяҡҡа китәләр. Көҙ көнө бөжәктәр әҙәйә.Улар өндәренән, ярыҡтарҙан ҡояшлы ваҡытта ғына сығалар. Ҡойолған япраҡтар араһында  сысҡандар  йүгерешә. Улар ояларына ҡоро үлән ташыйҙар. Төлкөләр бесән, һалам кәбәндәре эргәһенә һыйыналар. Тейен, ҡуян, айыу, бүреләр йөндәрен ҡоялар. Бурһыҡтар, тейендәр ҡышҡа аҙыҡ әҙерләйҙәр. Сентябрь аҙағында терпеләр, ярғанаттар йоҡоға тала.(48 һүҙ)

 

 

Контроль күсереп яҙыу.

Сентябрҙә ҡоштар көньяҡҡа китәләр. Көҙ көнө бөжәктәр әҙәйә.Улар өндәренән, ярыҡтарҙан ҡояшлы ваҡытта ғына сығалар. Ҡойолған япраҡтар араһында сысҡандар йүгерешә. Улар ояларына ҡоро үлән ташыйҙар. Төлкөләр бесән, һалам кәбәндәре эргәһенә һыйыналар. Тейен, ҡуян, айыу, бүреләр йөндәрен ҡоялар. Бурһыҡтар, тейендәр ҡышҡа аҙыҡ әҙерләй. Сентябрь аҙағында терпеләр, ярғанаттар йоҡоға тала. (48 һүҙ)

2-се сирек

Контроль күсереп яҙыу.

Ҡыш башланды.

Декабрь иҫке йылды тамамлай, ҡышты башлап ебәрә. Ә беҙҙең яҡтарҙа ҡыш ноябрь урталарында башлана. Көн буйына еүеш ҡар яуа. Төньяҡтан һалҡын елдәр иҫә. Бөтә ер аҡ юрған ябына.

Көҙөн һәр йән эйәһе ҡышҡа әҙерләнә.  Айыуҙар, бурһыҡтар,терпеләр ҡышты йоҡлап  уҙғаралар. Тейендәр, ҡуяндар ҡышҡы тундарын кейәләр.                                (45 һүҙ)

Контроль күсереп яҙыу.

Урал ҡышы.

Беҙҙең Уралда ҡыш һыуыҡ була.Иртәнсәк шыйыҡ томан күтәрелә. Томан тында ҡура. Күҙҙән йәш аға.Кешеләр һыуыҡтан ҡурҡмайҙар.Баҫыуҙарҙа тракторҙар гөрләй.Тракторсылар ҡар тоталар.Аҡ бураҙналар диңгеҙ тулҡынын хәтерләтә.( 29 һүҙ)

3-сө сирек

Күсереп яҙыу.

Ике ҡуян балаһы.

Әсәләре өйҙә юҡта ҡуян балалары бик асыҡҡан.

-Өләсәйҙе һағындым, әйҙә, уға ҡунаҡҡа барабыҙ, -тигән береһе.

-Мин дә һағындым, әйҙә барайыҡ, -тигән икенсеһе.- Уның баҡсаһында кишер ҙә күп.

Болон буйлап китәләр былар. Юлда би-и-ик ҙур кишер табып алалар. Кишерҙе шунда уҡ ашап ҡуялар.

-Һинең ҡунаҡҡа барғың киләме?-тип һорай  беренсеһе.

ҡ, хәҙер килмәй,-тип яуап биргән икенсеһе.

 

Контроль күсереп яҙыу

Тыуған еребеҙ.

Башҡортостандың тәбиғәте бик матур. Уның тауҙары бик бейек, йылғалары һәм күлдәре мул һыулы.  Дим, Ашҡаҙар, Һаҡмар, Әй һәм башҡа йылғалар тураһында халыҡ матур йырҙар сығарған. Ирәндек, Алатау, Нарыш тауҙары күккә  олғашҡан.  Асылыкүл,  Яҡтыкүл,

Талҡаҫ күлдәре тирә-яҡҡа йәм биреп тора.(40 һүҙ)

 

4-се сирек

Контроль күсереп яҙыу

Йәй.

Июнь, июль, август – йәй айҙары. Йәй бөтә ер йәшеллеккә күмелә. Көндәр оҙон, йылы була. Ҡояш ергә тура ҡарай, ныҡ ҡыҙҙыра.

Яҙ ҡоштар бәпкә сығара. Улар иртән кискә тиклем балаларына ем ташыйҙар.

Йәй көнө балалар һыу инәләр, балыҡ ҡармаҡлайҙар.(38 һүҙ)

 

Контроль күсереп яҙыу.

Йәй.

Ҡояш йәй көнө ныҡ ҡыҙҙыра.  Көндәр оҙон һәм эҫе була. Йәйге йылы ямғырҙар  тиҙ үтәләр.

Болондарҙы, аҡландарҙы  матур сәскәләр ҡаплай. Ҡоштар бала сығара.

Июндә ер еләге өлгөрә. Июлдә төрлө еләктәр бешә,бәшмәктәр ҡалҡып сыға. Колхозсылар бесән әҙерләйҙәр. Йәй баҫыу эштәре күп була. (42 һүҙ)

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн яҙма эштәр"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Животновод

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 832 материала в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 28.05.2017 1670
    • DOCX 30.5 кбайт
    • 13 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Фаршатова Альфия Анваровна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Фаршатова Альфия Анваровна
    Фаршатова Альфия Анваровна
    • На сайте: 9 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 2
    • Всего просмотров: 28861
    • Всего материалов: 17

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой