Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / Мостай Карим ижады буйынса уйын-дәрес

Мостай Карим ижады буйынса уйын-дәрес



Осталось всего 4 дня приёма заявок на
Международный конкурс "Мириады открытий"
(конкурс сразу по 24 предметам за один оргвзнос)


  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Тема. Мостай Кәрим ижады .

Маҡсат. Яҙыусы ижадына ҡарата ихтирам, әҫәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу уятыу; белемдәрҙе киңәйтеү, фекерләү, һығымта яһау һәләтен үҫтереү, күренекле шәхесебеҙ миҫалында уҡыусыларға тәрбиә биреү.

Йыһазландырыу: яҙыусы портреты, китаптар күргәҙмәһе, аудиокассета, таҡта, уйын өсөн барабан, цитаталар яҙылған плакаттар, интерактив таҡта, видеояҙма...

Цитаталар:

1) Башҡортостандың төҫ ташламаҫ гәүһәрҙәре араһында Тыуған ер ҡуынынан урғылған Ағиҙел кеүек алсаҡ һәм моңло, Урал кеүек олпат һәм уйсан, далаларыбыҙ кеүек киң һулышлы һәм бәрәкәтле, тормоштоң үҙе кеүек тәрән тамырлы Мостай Кәрим ижады бар.


Рауил Бикбаев


2) Башҡортостандың Мостай Кәрим ғәҙеллек гаранты, милләтебеҙ ғорурлығы, тип икеләнмәйенсә раҫларға хаҡыбыҙ бар. Шуның менән бәхетлебеҙ! Ысын мәғәнәһендә һүҙ күрке һәм рух ирке йырсыһы, иман һәм именлек һаҡсыһы шул беҙҙең Мостай Кәрим.


Зәйтүнә Шарипова


Дәрес барышы:

    1. Инеш һүҙ. Дәрестең төрөн, маҡсатын һәм бурыстарын әйтеү.

    2. М. Кәримдең биографияһын иҫкә төшөрөү.

    3. Китап исемлеге менән танышыу.(Интерактив таҡтанан ҡарау)

    4. Әҙерлек эштәре.


1) Таҡтаға уйындың исеме яҙыла.

Мөғжизәләр яланы...”

Уҡытыусы. Ә. Таһированың ошо исемдәге шиғырын яттан уҡый.


Күкте ҡаплап алған ҡара болот,

Ерҙә һалҡын томан, ел-яуын.

Баш осомда ҡояш балҡыр әле,-

Мөғжизәгә килә ышанғым.


Күңел күктәремдә һағыш йөҙә,

Һүнер-һүнмәҫ яна усағым.

Усаҡтарым дөрләп яныр әле,-

Мөғжизәгә килә ышанғым.


Юғалдылар яҡты хыялдарым,

Күпме һүнеп,күпме тоҡандым.

Юғалтҡаным бер табылыр әле,-

Мөғжизәгә килә ышанғым...


Уҡытыусы.

Бөгөнгө дәрес ябай дәрес түгел. Ул мөғжизә менән бәйле. Мин һеҙҙе дәрестә әүҙем булырға саҡырам; белгәндәрегеҙҙе ҡулланып мөғжизәне үҙебеҙ яһайыҡ. Мөғжизә булдыдырыу тик үҙебеҙҙән тора.

  • Хәҙер уҡыусылар уйынды башлап ебәрәйек.

II. Уҡытыусы уйын тәртибе менән таныштыра.

  1. Һүҙҙәге хәрефтәр берәмләп эҙләнә.

  2. Тоташ һүҙҙе лә әйтергә мөмкин.

  3. Бер юлы 3 хәреф дөрөҫ әйтелһә, махсус бүләк.

  4. «Приз» сығып, уйынды дауам итәргә теләһә- приз бирелмәй.

  5. Банкрот”- бер мәрәй ҙә ҡалмай.

  6. «0»- уйын икенсе кешегә күсә.

  7. $- музыкаль тәнәфес.

  8. + - теләгән хәрефте асырға була.

III. 1,2,3-сө , финал һәм иң һуңғы уйын өсөн һүҙҙәр яҙылған плакаттар эленә.

IV. Музыкаль тәнәфес өсөн М. Кәримдең шиғырҙарына яҙылған аудиояҙмалар.

V. Бүләкләү өсөн кәрәк- яраҡ.

I тур

















II тур










III тур

















Финал
















Тамашасы өсөн











Һуңғы уйын








I турҙа ҡатнашыусыларҙы саҡырабыҙ. Ҡатнашыусылар 11 синыф уҡыусылары:

1) Хәмзина Ильвина

2) Хәмәҙуллина Илнара

3) Усманова Гөлназ

I тур өсөн һорау.

Был китабы тураһында автор үҙе болай яҙғайны:

«Был китап- мөғжизәләргә ышаныусан сәйерерәк, шаукымлыраҡ , бер ҡатлыраҡ, саяраҡ кешеләр тураһында... Был кешеләр бәхетте лә, әжәлде лә сабырлыҡ менән ҡабул итәләр. Шатлыҡтан туйып һикермәйҙәр, ҡаҙанан ҡойолоп уҡ төшмәйҙәр».

Яуап: «Оҙон- оҙон бала ҫаҡ».

Был әҫәрҙән өҙөк ҡарау. ( 5 минут)

II турҙа ҡатнашалар:

1.Гәрәев Аяз

2. Кәримова Гөлназ

3. Шарапова Альбина

II тур өсөн һорау.

Был поэмала Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында совет кешеләренең батырлығы хикәйә ителә. Әҫәрҙең халыҡсан, ябай һәм образлы теле, юғары художестволы эшләнеше менән шағирҙың үҙ ижады өсөн генә түгел , бәлки Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бөтә башҡорт совет әҙәбиәте өсөн дә, күренекле бер әҫәр булып танылды.

Яуап: «Үлмәҫбай»


III турҙа катнашалар:

  1. Шәрәфиева Гөлназ

  2. Хәйдәрова Лилиә

  3. Рафикова Зинфира

III өсөн һорау .Алдағы өҙөк ниндәй шиғырҙан?

Ауылымдың туғайҙары аша

Алыҫтарҙан ҡайтып киләмен.

Шишмәләргә ятып һыуҙар эсәм

Һәм эйелеп өҙәм еләген.

Яуап: «Һаумы, тиҙәр гөлдәр » йырын тыңлау.


Финал. Финалда алдағы 3 турҙа еңеүсе уҡыусылар: Усманова Гөлназ, Шарапова Альбина, Шәрәфиева Гөлназдар катнаша.

М. Кәримдең был әҫәрендә башҡорттарҙың боронғо көнкүрешенә ярашлы ғореф- ғәҙәттәрен , йолаларын һүрәтләүгә арналған. Ул замандарҙа ил- йорт, ырыу менән бейҙәр хаҡимлек итә, илдә ырыу йолалары һәм канундары, ғөрөф-ғәҙәттәре хөкөм һөрә.

Яуап: «Ай тотолған төндә»

Тамашасы өсөн уйын.

Һорау. Рус һәм башҡорт халҡының ҡаҡшамаҫ дуҫлығына арнап яҙылған шиғри әҫәр.

Салауаттың утлы ирендәре

Пугачевты үпкән сағында,

Беләм, миңә мөхәббәттең артҡан,

Рус туғаным, һинең каныңда.

Яуап: «Россиянмын»

Еңеүсе өсөн һорау. ( Шарапова Альбина)


Был әҫәр Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына ҡайта. Повесть ҡарамаҡҡа сюжет яғынан бер пландағы ыҡсым әҫәр. Фронт һыҙығына яҡын ерҙә ярты тәүлек эсендә барған ваҡиға. Сержанттың ҡыҫҡа, ҡайнар мөхәббәте һәм фажиғәһе.

Яуап: «Ярлыкау».

Еңеүселәргә бүләктәр тапшырыу

Уҡыусылар эшен баһалау.

Дәресте йомғаҡлау.

Уҡытыусы. Һеҙ, 11 класс уҡыусылары, тиҙҙән мәктәпте бөтөрөргә, үҙ аллы тормошҡа аяҡ баҫырға тораһығыҙ. М. Кәрим кеүек башҡорттоң арҙаҡлы шәхестәре , уларҙың ижады һәм тормошо һәр саҡ өлгө булып торһон. Минеңсә, М. Кәримдең әҫәрҙәрен уҡып, бик күп һорауҙарға яуап табып була. Быны һеҙ онотмағыҙ! Йылдың- йылы мәктәпте тәмамлаусы уҡыусылар һуңғы ҡыңғырау байрамында «Уҡытыусыма» йырын бүләк итәләр. Был йыр үҙенә күрә һаубуллашыу гимны булып тора. Яҙыусы был шиғырында уҡытыусыларға оло хөрмәтен, ихтирамын, мөхәббәтен һәм яратыу хистәре менән яҙған. Ул үҙе лә бит йәш яҙыуҫыларға, уҡыусыларға, беҙгә, йәштәргә замана уҡытыусыһы булып торҙо һәм торасаҡ та.

Дәрес «Уҡытыусыма» йырын тыңлау менән тамамлана.































Башкортостан Республикаһы Тәтешле районы муниципаль районы Шүлгән ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы










Мостай Кәрим ижадына арналған уйын дәресе

Мөғжизәләр яланы”























Төҙөүсеһе:

Тәтешле районы

Шүлгән дөйөм белем

биреү мәктәбе укытыусыһы

Усманова Гөлфирә Марат ҡыҙы




57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)


Автор
Дата добавления 26.09.2015
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров450
Номер материала ДВ-010833
Получить свидетельство о публикации

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх