Выдаём удостоверения и дипломы установленного образца

Получите 5% кэшбэк!

Запишитесь на один из 793 курсов и получите 5% кэшбэк стоимости курса на карту

Выбрать курс
Инфоурок Музыка Статьи"Музыка и литература - два вида искусства" (на башкирском языке)

"Музыка и литература - два вида искусства" (на башкирском языке)

Скачать материал
библиотека
материалов

Музыка һәм әҙәбиәт – бер сәнғәттең ике төрө.

Мәҡәлә авторы А.Ш. Сәхәүетдинов

 

«Бар донъяның ғүмере музыка менән уратып алынған. Ер барлыҡҡа килеп, йәшәүгә әҙерләнгәндә, ғүмерлек, йәшәү булмаған. Шул ваҡытта яландар, урмандар өҫтөнән ел үткән. Тулҡындар сәсрәгән, урмандарҙа шау күтәрелгән. Шулар аша донъяла музыка барлыҡҡа килгән, донъя, йәшәү башланған».

Константин Бальмонт

 

Сәнғәттең ике төрөнөң бәйләнеше тураһында яҙыр алдынан, уларҙы аныҡлап үтәйек.

Музыка – кешенең психикаһына актив йоғонто яһаусы, ысынбарлыҡты моңло художестволы образдар менән сағылдырыусы сәнғәт төрө.

Әҙәбиәт — художестволы образдарҙы барлыҡҡа килтереү ысулдары булып һүҙ, тел килгән сәнғәт төрҙәренең береһе (шиғриәт, проза, драма).

Музыка менән әҙәбиәттең бәйләнеше айырылғыһыҙ. Музыкаһыҙ нигеҙендә әҙәби әҫәрҙәр ятҡан опера, балет, оперетта, мюзикл, романс кеүек сәнғәт төрҙәре барлыҡҡа килмәҫ ине («Ave Maria» доғаһын Ф. Шуберт музыкаға һалған һ.б.).

Күп кенә шиғри әҫәрҙәр композиторҙар «уҡыуы» һөҙөмтәһендә билдәле булған, әммә ләкин уларҙың туғанлыҡ күсәре булып интонация тора.

Интонация (әҙәбиәттә) – үҙенә мелодика, темп, ритм, логик баҫым, тон, паузалар алған телмәрҙең бар тасуири сараларының ҡатмарлы комплексы.

Интонация (музыкала) – мәғәнәһен музыкаль тасуирилыҡ саралары (темп, ритм, тон, паузы, акценты һ.б.). менән биреүсе мелодик әйләнеш.

Әҙәбиәттә лә, музыкала ла мәғәнәле музыкаль йәки йәнле һөйләү телмәрен интонация тип, атарға була.

Интонациялар төрлө булыуы мөмкин: ҡайғылы, яғымлы, күңелһеҙ, шат, тантаналы, тынғыһыҙ һ.б.

Музыкаль әҫәрҙе иғтибар менән тыңлағанда, аңлайышлы, йәнле һөйләү телмәрендә лә булған тамамланған һөйләмдәр, әйтеп бөтөлмәгән фразаларҙы ишетергә мөмкин. Музыка белгестәре йыш ҡына әҙәби терминология менән дә ҡулланалар. Сәнғәттең был ике төрөндә лә ҡулланылған терминдар төркөмдәре бар. Интонация, образ, тема, мотив, пауза, метр, ритмика, тембр һәм башҡалар.

Шулай уҡ күп кенә шағирҙар, яҙыусылар үҙҙәренең әҫәрҙәрендә музыка темаһына мөрәжәғәт итәләр. Авторҙар был приемды ниндәй ҙә булһа моменттың әһәмиәтен күтәреү, персонаждың яҙмышын, күңелен киңерәк, төрлөрәк асыу өсөн ҡуллана (Н. Мусин «Фәрзәнәнең йыры», С. Агиш «Фәтхи һалдат» һ.б.).

Музыка төрлө әкиәттәрҙә лә йыш осрай. Мәҫәлән, «Мөгөҙлө хан» әкиәтендә ҡурай үләненән, һуңынан, музыка ҡоралынан сыҡҡан моң ярҙамында егет бар ауылды яуыз хандан ҡотҡара.  Йә иһә Садко шулай шәп гусли ҡоралында уйнай, уға хатта Илмән-күлдән диңгеҙ батшаһы сығып, бүләк тәҡдим итә. Тылсымлы музыка ҡоралдары кешеләргә ярҙам итәләр. Юҡҡа ғына авторҙар һәм халыҡ тап был предметтарға магик үҙенсәлектәр бирмәгәндер.

Музыка һәм әҙәбиәт айырым килеүгә ҡарамаҫтан, уларҙың дөйөм һыҙҙаттары бар:

- Яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, нәфрәт һәм мөхәббәт төшөнсәләре. Әхлаҡи принциптар был ике сәнғәт төрөн яҡынлаштыра ла инде. Улар тегендә лә, бында ла бар.

- Йүнәлеш һәм эмоциональ буяуҙар кеүек нәмәләрҙе лә күҙ уңында тотоу кәрәк. Музыка ла, әҙәбиәт тә кешегә рухи планда тәрән йоғонто яһай. Автор һүҙҙәр, өндәр, ноталар ҡулланып, беҙҙе уйландыра, тулҡынландыра.

- Әҫәрҙәр уҡығанда, беҙ «эстәге ҡолаҡтар», «эстәге тауыш» менән хәрәкәт итеүҙе ниндәйҙер музыкаль, тауышлы биҙәүҙәр аша күрәбеҙ, ишетәбеҙ.

Әҙәбиәттә музыканың роле бик ҙур. Уның тураһында яҙыусы туранан тура әйтмәһә лә, музыка әҫәрҙә ситләтеп ишетелә (әҫәрҙең ритмынан, музыканы йәшерен тасуирилауҙан башлап төп сюжет һыҙығына тиклем). Музыка геройҙарҙы, әҫәрҙең мәғәнәһен иғтибарлап ҡарарға, уның төп идеяһын асырға ярҙам итә. 

Йомғаҡлап әйткәндә, музыка художество әҫәрҙәренә яҡшы яҡтан ҙур йоғонто яһай. Музыканы туранан-тура күңел теле, тип атарға мөмкин, шулай ҙа уның мөмкинселектәре сикләнгән. Әҙәбиәт менән дә шундай хәл. Был ике сәнғәт төрө бер-береһен пазлдар кеүек тултырып килә. Музыка һәм әҙәбиәт бергә булмаһалар, күп нәмә юғалыр ине.

Музыка менән әҙәбиәтте бәйләүсе варианттар бик күп. Ул интонация, көй, моң, ул эмоциональ буяуҙар һәм мәғәнәле, әһәмиәтле йүнәлештәр.

 

Лирик әҫәр – ул тел ярҙамында күңел тойғоларын асыусы музыкаль аңлатма.

(Л. Шлегель)

 

  • Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.
    Пожаловаться на материал
Курс повышения квалификации
Курс профессиональной переподготовки
Воспитатель (Музыкальный руководитель)
Курс профессиональной переподготовки
Учитель музыки
Скачать материал
Найдите материал к любому уроку,
указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:
также Вы можете выбрать тип материала:
Проверен экспертом
Общая информация
Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Курс повышения квалификации «Организация научно-исследовательской работы студентов в соответствии с требованиями ФГОС»
Курс повышения квалификации «Основы построения коммуникаций в организации»
Курс повышения квалификации «Организация практики студентов в соответствии с требованиями ФГОС юридических направлений подготовки»
Курс повышения квалификации «Основы менеджмента в туризме»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности секретаря руководителя со знанием английского языка»
Курс профессиональной переподготовки «Управление сервисами информационных технологий»
Курс профессиональной переподготовки «Деятельность по хранению музейных предметов и музейных коллекций в музеях всех видов»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности преподавателя детской хореографии»
Курс повышения квалификации «Музыкальное развитие детей в соответствии с ФГОС ДО»
Курс профессиональной переподготовки «Музыка: теория и методика преподавания в профессиональном образовании»
Курс профессиональной переподготовки «Техническая диагностика и контроль технического состояния автотранспортных средств»
Курс профессиональной переподготовки «Организация и управление службой рекламы и PR»
Курс профессиональной переподготовки «Музыка: теория и методика преподавания в сфере начального общего, основного общего, среднего общего образования»
Курс профессиональной переподготовки «Информационная поддержка бизнес-процессов в организации»
Курс профессиональной переподготовки «Музыка: теория и методика преподавания в сфере дошкольного образования»

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.