Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Музыкально-литературный вечер по творчеству М.Карима
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Другое

Музыкально-литературный вечер по творчеству М.Карима

библиотека
материалов

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ Безымянный1

МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ

УРТА ПРОФЕССИОНАЛЬ БЕЛЕМ БИРЕҮҘЕҢ ДӘҮЛӘТ БЮДЖЕТ МӘҒАРИФ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

«ӨФӨ СТАТИСТИКА, ИНФОРМАТИКА ҺӘМ ИҪӘПЛӘҮ ТЕХНИКАҺЫ КОЛЛЕДЖЫ»

мустай

Кластан тыш асыҡ сара буйынса методик эш.

Әҙәби-музыкаль кисә

Тема “Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо

Башҡарҙылар: башҡорт теле уҡытыусылары

_______________Йомағолова Г.К.,

______________ Хисаметдинова Р.М.,

_______________Мөхәмәтйәнова Г.М.

___”_________________2015й.

Өфө, 2015 й

h0UUKHogcXo

Асыҡ кластан тыш сараның технологик картаһы.

Уҡыу дисциплинаһы: «БР-ҙың дәүләт теле булараҡ башҡорт теле».

Кластан тыш сараның темаһы: «Мостай Кәрим- милләтебеҙҙең рухи йондоҙо».

Төркөм: 1 З – 1, 1 Э -1

Һөнәр: 21.02.05 «Ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре»

38.02.05 «Иҡтисад һәм бухгалтер иҫәбе »

Уҡытыусылар: Йомағолова Гөлназ Камил ҡыҙы,

Мөхәмәтйәнова Гөлфиә Миңлеғәли ҡыҙы,

Хисаметдинова Резида Мәхмүт ҡыҙы.

Сараның бурыстары һәм маҡсаты:

  • Белем биреү:

Балаларҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең ижады, тормош юлы менән таныштырыу.

  • Үҫтереүсе :

  • Уҡыусыларҙың башҡортса һөйләү һәләтен камиллаштырыу.

  • уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, ижади эшмәкәрлеген (алдан һиҙемләү, күҙаллау тойғоһон), һөйләү һәм яҙма телмәр күнекмәләрен (диалогик), хәтерҙәрен, логик фекерләүен үҫтереү.

  • Тәрбиәүи:

  • М.Кәрим ижадына йәмғиәттең иғтибарын арттырыу.

  • Мостай Кәримдең ижады аша башҡорт теленә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу һәм илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү;

  • Башҡорт теленең байлығын, мәҙәниәтен билдәләгән әҙәбиәтселәр менән танышыу;

  • Студенттар араһында башҡорт әҙәбиәтенең классик һәм заманса поэзияһын пропагандалау.

  • Предмет-ара бәйләнеш: сәнғәттең төрлө төрҙәре (музыка, кино, һынлы сәнғәт), тарих, рус теле, география,философия, психология.

  • Уҡыу-күргәҙмә әсбаптар һәм йыһазландырыу:

  • компьютер; мультимедиопроектор; “Мин түгелмен тыуған ерҙең тик осраҡлы ғына ҡунағы” тигән темаға презентация; Башҡортостандың физик картаһы; М. Кәримдең фотоһүрәттәре; М. Кәримдең китаптарынан күргәҙмә, , фотоальбом, гәзит-журналдар; аудио- һәм видеояҙма.

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ:

1. Мостай Кәрим. Әҫәрҙәр / М. Кәрим. - Өфө : Башҡ. китап нәшриәте, 1971-1973.

2. Мостай Кәрим. Айгөл иле : пьесалар / М. Кәрим. - Өфө : Башҡ. китап нәшриәте, 1979. – 480 бит.

3.Мостай Кәрим. Оҙон-оҙаҡ бала саҡ / М. Кәрим. - Өфө : Башҡ. китап нәшриәте, 1981. – 286 бит.

4. Мостай Кәрим. Шиғырҙар поэмалар / М. Кәрим. - Өфө : Башҡ. китап нәшриәте, 1985. – 240 бит.

5. Мостай Кәрим. “... Күкрәгемдән ҡоштар осорам”. – Өфө:Уҡытыусыға ярҙамға, 2009.-72 бит.

Башҡорт халык ижады. 10-сы том. 1-се китап. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. - Өфө: Китап, 2006.

6. Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия. Өфө, 1997.

7. Башҡорт халыҡ йырҙары. Өфө, 1992.

Кисәнең барышы

Тамаша залы байрамса биҙәлгән.

Слайдта эпиграмма итеп Ғайса Хөсәйеновтың һүҙҙәре килтерелгән “Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо”.

Таҡта уртаһында М.Кәримдең портреты.

1-се алып барыусы.
ҠОШТАР ОСОРАМ.

Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамам,

Бар эшемдең сыҡтым осона.

Шуға күрә бөгөн таңдан алып

Күкрәгемдән ҡоштар осорам.

Аҡлыҡ, хаҡлыҡ өсөн көрәшселәр!

Тәү бүләгем һеҙгә, ҡарағыҙ:

Ҡанаттарын ғорур ҡаға-ҡаға,

Күтәрелде күккә ҡарағош.

Юлдағылар! Һеҙгә ебәрәмен

Ел-дауылдар үтер торнаны.

Сирлеләрем, кәкүк осорамын һеҙгә –

Оҙаҡ-оҙаҡ саҡыра торғанын.

hello_html_114021dd.jpg

Сығып осто ярһыу бер һандуғас

Ғашиҡтарым, һеҙҙең өлөшкә.

Көткәндәргә – аҡ күгәрсен килер,

Яңы өмөт өҫтәп өмөткә.

Хыялыйҙар, сая һәм йыуаштар!

Һәммәгеҙгә тейер өлөшөм бар.

Ғәмһеҙҙәргә генә һис нәмә юҡ –

Әйҙә улар ҡошһоҙ торһондар.

Ваҡ мәшәҡәт, ығы-зығы тамам,
Бар эшемдең сыҡтым осона.

Шуға күрә һәр көн таңдан алып

Күкрәгемдән ҡоштар осорам

Хәйерле көн, ҡәҙерле ҡунаҡтар, уҡытыусылар, студенттар! Һаумыһығыҙ, шиғри йәнле, нескә күңелле китап һөйөүселәр! Эйе, эйе, беҙҙең колледж студенттарына китап һүҙенә ихтирам, оло һөйөү хас. Студенттарыбыҙ күңелендә нәфис әҙәбиәткә, шиғриәткә булған мөхәббәт бер ҡасан да һүрелмәй. Ана шул мөхәббәт, нәфис һүҙ менән кеше күңеленә йылылыҡ, рухи ныҡлыҡ биреүгә ынтылыш беҙҙе бөгөн шиғриәт минуттарына йыйҙы ла инде. Был кисәлә әҙиптең данлы тормош юлы, ижад һуҡмаҡтары, уҡыусылар күңелен яулаған ҡабатланмаҫ ижад гәүһәрҙәре күҙ алдына баҫыр һәм әҙәбиәт донъяһына сәйәхәткә илтер.

2-се алып барыусы. Добрый день, дорогие гости, преподаватели, студенты! Мы сегодня собрались на вечер памяти, посвященный жизни и творчеству выдающегося народного поэта, драматурга, великого педагога Мустая Карима.

Человек не выбирает мать и Отчизну, он так же не выбирает свое время и эпоху. Не от него зависит, от какой матери и на какой земле ему родиться. Но какой след оставляешь на земле, для чего и как живешь на этом свете - все это зависит от самой личности, определяется ее горением, неустанной работой ее ума и сердца.

Мультимедиапроектор аша экрандан Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлын һүрәтләгән презентация күрһәтелә.

1-се алып барыусы. Эй,ғүмерҙең сая,ҡабатланмаҫ миҙгелдәре.Һәр кемден үҙ яҙмышы,үҙ тормош юлы,үҙ ҡарашы бар был донъяла. Ә Мостай Кәримдең тормош юлын балҡып янған һәм әле лә үҙенең йылылығы, яҡтылығы менән арбап торған йондоҙға тиңләр инем. Ысынлап та, М. Кәрим – ул яҡты йондоҙ. Тирә – яҡҡа нур бөркөп торған йондоҙ ул. Ғайса ағай Хөсәйенов юҡҡа ғына уны “Милләтебеҙҙең рухи йондоҙо” тип атамаған.Кеше күңелен йылыта ла, күңелдәрҙе күтәрә лә ала уның әҫәрҙәре. Аҙашҡандарға юл күрһәтеп торған

йондоҙ ул Мостай ағай.

hello_html_387ed757.png

1919 йылдың 20-се октябрендә Дим буйының гүзәл төбәге-Шишмә районының Келәш ауылында тыуған сабыйға изге ниәттәр юрап,Мостафа тип исем ҡушалар. Ишле, ҙур Кәримовтар ғаиләһендә Мостай уҡый-яҙа белеүсе икенсе кеше була. Иң беренселәрҙән булып ул ижекләп уҡырға һәм үҙенең ҡултамғаһын ҡуйырға өйрәнә. Һуңыраҡ Мостафа яҙыша башлай. Ҡағыҙ, ҡәләм ал да, уйыңдағы бөтәһен дә яҙ - нисек ҡулай ғына… Был юлдар нимә тураһындалыр, уныһы мөһим түгел. Нисек итеп малайҙар менән Аҡ-Манай күлендә аттарҙы һыу индереү тураһында булһынмы, әллә инде ергә һуҙылып ятып хуш еҫле үлән еҫтәрен еҫкәп аҡ болоттар аҡҡанын күҙәтеү тураһындамы? Әммә былар әле шиғырҙар түгел, ә шағирҙы уратып алған донъяның беренсе ауаздары ғына. Ләкин тап бына ошо ауаздарҙыр инде малайға үҙенең беренсе шиғыр юлдарын яҙырға этәргес булған нимәләр. Шуҡ һәм зирәк Мостафаның бала саҡ хәтирәләре куңел һандығына мәңгелеккә урын алалар һәм, тормошоноң яҡты нурҙарына үрелеп,һәр саҡ йәнәш атлайҙар. Һәм ул ҡайҙа ғына йөрөһә лә, ниҙәр генә күрһә лә йөнтөйәгебеҙҙең гәлсәр шишмәләренән илһам алып йәшәй һәм моңло йыр кәрәҙҙәре ҡоя.

2-се алып барыусы. Откуда же взялся гений М.Карима?

Он ворвался солнечным ветром в нашу жизнь. Его выносила родная земля , ее щедрая прекрасная природа и затаенная в степных травах душа.

Еще в шестом классе Мустай начал писать стихи. Уже в 16 лет он опубликовал несколько стихотворных подборок.

Учителем Мустая был его отец. Молодой поэт в своем творчестве возвышал труд учителя и приклонялся ему. Он и сам был и остается учителем с большой буквы. За три года до Великой Отечественной войны Мустай Карим написал почти пророческое стихотворение "Комсомольский билет". Огненное лихолетье войны бросило молодого поэта - патриота в самое сердце боя. Осколок фашисткого снаряда в один из жарких , устовских дней пробил комсомольский билет М.Карима. Пуля той жестокой войны прошла буквально в нескольких миллиметрах от комсомольского сердца поэта.

Война укратила его молодость , рано сделала зрелым и мудрым.

М. Кәримдең һүҙҙәренә яҙылған йыр тыңлау. hello_html_313f2c6e.png
1-се алып барыусы. Бөйөк Ватан һуғышын Мостай Кәрим тамамланыуына тиклем фронтта үткәрә. 1942-се йылдың августында ҡаты яраланып,туғыҙ ай госпиталдә ята.Аяҡҡа быҫыу менән ул фронтҡа Кире юллана,ул фронт гәзиттәрендә эшләй,,Украинаны, Румынияны,Болгарияны,Венгрияны Азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеүҙе Венала ҡаршылай. Һуғыш уның күкрәгендә батырлыҡ өсөн Икенсе дәрәжә Ватан һуғышы, Кыҙыл Йондоҙ ордены һәм осколоктан калған яраны ҡалдыра.

М. Кәримдең үҙ тауышы менән яҙылған аудиояҙманы тыңлау.

Өсөнсө көн епшек ҡар яуа

Өсөнсө көн тоташ, өсөнсө көн

Әрней минең иҫке бер яра,

Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа.

Тимер ярсыҡ яра төбөндә.

Тимер ярсыҡ йөрөй тәнемдә

Әйтерһең, ҡарт гонаһ эйәһе

Әйләнгеләп ҡуя ҡәберҙә.

Шуга күрә әрней ул яра:

Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа

БезымянныйЯу ҡырынан әйләнеп ҡайтҡас Мостай Кәрим әҙәби ижад эшенә ныҡлап тотона һәм бик күп йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Ул үҙенең үлемһеҙ әҫәрҙәре менән республикалағы ғына түгел, ә унан ситтәге бик күп халыҡтарҙың һөйөүен яуланы. Уның “Европа-Азия”, ”Вьетнам яҙмалары”, ”Болгар дәфтәренән” кеүек шиғыр шәлкемдәре, ”Үлмәҫбай», ”Сер”, ”Йылмайыу”, ”Ҡара һыуҙар” поэмалары, ”Беҙҙең өйҙөң йәме”, “Өс таған”, “Оҙон-оҙак бала саҡ”, “Ярлыҡау” повестары,”Ҡыҙ урлау”,”Ай тотолған төндө”,”Айгөл иле”,”Салауат”,”Ташлама утты,Прометей!”драмалары киң билдәле.Был әҫәрҙәр рус,украин,ҡаҙаҡ,ҡырғыҙ ,авар,таджик, грузин, литва, латыш һ.б. телдәргә тәржемә ителгән . М. Кәримдең үрҙә һаналып үткән әҫәрҙәре сәхнәләштерелгән. Хәҙер беҙгә 1 З-1 төркөмө студенттары яратҡан әҫәрҙәре “Айгөл иле” нән өҙөк күрһәтәләр.

Студенттар әҫәрҙән өҙөктө сәхнәләштерәләр.

1-се алып барыусы. Башҡорт халҡыбыҙҙың данлы улы Мостай Кәрим-донья әҙәбиәте хазинаһына сикһеҙ ҙур өлөш индерҙе, башкорт әҙәбиәтен яңы бейеклектәргә күтәлерҙе. Үҙенең көсөн һәм талантын ул бөгөнгө Башҡортостандың ҡабатланмаҫ образын һүрәтләүгә бағышланы.

М. Кәрим күп яҡлы талант. Ул поэзия, драмматургия,публицистика, проза өлкәһендә үҙенең берҙәй тип әйтерлек һәләтлеген танытты. 1963 йылда М Кәримгә әҙәбиәт өлкәһендә ҙур өлөш индергәне өсөн уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән почетлы исем бирелә. 1967 йылда шағир Салауат Юлаев исемендәге премияға, “Ай тотолған төндө” спеклакле өсөн К.С.Станиславский исемендәге РСФСР Дәүләт премияғына лайыҡ булды. 1972 йылда рус телендә сыҡҡан “Йылдар әҙенән” тигән шигырҙар китабы өсөн СССР Дәүләт премияһы, 1978йылда Г.-Х.Андерсен исемендәге Халыҡ-ара Почетлы диплом менән бүләкләнде. 1979 йылда яҙыусыға Социалистик Хэҙмәт Геройы исеме бирелде. 1984 йылда “Оҙон-оҙон бала саҡ” һәм “Ташлама утты, Прометей!” әҫәрҙәре өсөн Ленин премияһына лайыҡ булды. Ошо һаналып үткән бүләктәр генә лә яҙыусының халыҡ араһындағы абруйының бик юғары булыуын күрһәтә.

fgQI7tdoDk0

2-се алып барыусы. М.Карим удостоен звания Герой Социального Труда . Он был депутатом Совета РСФСР , где с честью отстаивал интересы своих избирателей, всего нашего Башкортостана. Он внес огромный личный вклад в развитие башкирской литературы , как организатор. Он возглавлял Союз писателей Башкортостана. был секретарем Союза писателей России.

М.Карим 66 лет своей жизни прожил за спиной матери. Он всегда возвышал культ матери и женщины.

Мине күптән еңгән булыр ине

Ҡаршы елдәр, ҡаты яралар,

Һин тормаһаң әгәр, ҡалган булыр

Хәүеф менән минең арала.

Бирешмә, зинһар бирешмә,

Терелә күр инде, әсәйем

Тағы бер аҙ һинең ышығында

Хәүеф-хәтер йәшәйем.

1-се алып барыусы. : Мостай Кәрим 2005 йылда беҙҙең аранан китте. Был үкенесле югалтыу Башҡортостан ғына түгел, бөтә донья кисерҙе.

Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде”,- тиһең,

Теләктәрең,эйе, хаҡ һымаҡ.

Ләкин мин бит бөтә ғүмерем буйы

Бөйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ.

Донъя беҙҙән генә ҡалмаған ул,

Бер саҡ килер үлем- ят ҡунаҡ,

Ауһам ине шул саҡ бәйгеләрҙә

Йөрәге ярылып үлгән ат һымаҡ.

Дуҫлыҡ бүлешкәндән генә арта”, - тигән халҡыбыҙҙың бөйөк шағиры М.Кәрим. Илһам да бүлешкәндән ишәйә. Шиғри йәнле кешеләребеҙ күберәк булған һайын, донъябыҙ йәмлерәк, йәшәйешебеҙ ҙә ғәмлерәк була бара.

  Салауатлы, беҙ Мостайлы халыҡ –

                             Шуның менән бары әйтелә.

                           Яҙмышыбыҙ шулай - был бәхетте

                          Алып булмай һорап йә теләп.

Ысынлап та, беҙ Мостайлы халыҡ булыуыбыҙ менән бәхетле. Үҙенең ижады менән ул башҡорт халҡын, Башҡортостаныбыҙҙы юғары бейеклектәргә күтәрҙе.Мостай Кәримдең ижады беҙҙең күңелдәрҙә артабан да нурландырыр, сөнки Мостай Кәрим беҙҙең һәр беребеҙҙең күңелендә.

М. Кәримдең тормош һәм ижад юлына арналған видеояҙманы ҡарау.

hello_html_648a2dba.png

2-се алып барыусы. Вот и подошел к концу вечер памяти, посвященный жизни и творчеству выдающегося народного поэта , драматурга , великого педагога Мустая Карима. Мустай Карим - это целая огромная страна , страна яркая , светлая , манящая , благородная. Это страна, где торжествует добро и справедливость , любовь и страдание, высокое слово и незауярдный ум. Страна эта - открыта для всех.

Нам повезло с тобой , Мустай

Из мудрых слов твоих , из твердых , честных строк

Башкортостан всем людям стал известен.

И если высока поэта песня,

Все понимают: край его высок!

1-се алып барыусы. Хөрмәтле тамашасылар ! Бөгөнгө байрам тамам. Байрамда ҡатнашыусыларға, саҡырылған ҡунаҡтарға, байрамға килеүсе барстуденттарға ихтирамыбыҙҙы һәм рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете, донъялар именлеге теләйбеҙ.  

 2-се алып барыусы. Хушығыҙ,  Һау булығыҙ !

hello_html_30a12adc.pnghello_html_m1097006c.pnghello_html_446cae35.png

Ҡушымта.

ТАШ ӨҪТӨНДӘГЕ ГӨЛДӘР

Һин яҙаһың: “Йылдар, юлдар буйлап

Алыҫлашҡан һайын аралар,

Һинең хаттар һүҙгә һәм наҙлаүга

Һаман һараная баралар .

Мин уйҙарҙың әле лә йә дауыллы,

Йә тын диңгеҙендә йөҙәмен;

Айырылышыу, ахры,һыуыталар,

Таш итәлер ирҙәр йөрөгән...»

Һин әйләнеп ҡара Уралдағы
Артта ҡалған яҙғы көндәргә яҙғы көндәргә,

Иҫемдәме,хайран ҡала инек

Таш өҫтөндә үҫкән гөлдәргә?

Эҫе нурҙар гөлдөң һабаҡтарын

Шундай әнкеле иттелләр,

Ә сәскәләр,ҡояштан күҙ алмай,

Йәйҙәр буйы хуш еҫ һиптеләр.

Әгәр уттар үткән минең йөрәк

Мөмкин икән ташҡа әйләнеү,

Һиңә булған мөхәббәтем минең –

Ташта үҫкән гөлдәр бәйләме.

hello_html_3011e23d.pnghello_html_m37d2431a.png

Беренсе тамсылар.

Көн буйы тын торған һауала

Ҡаралып болоттар ҡабара,

Түбәндән, шаулашып, гөрләшеп,

Үттеләр бер төркөм ҡарғалар.

Ҡояш та бөркәнек ябынды,

Өйҙәрҙә тәҙрәләрябылды,

Турғайым оянан сыҡты ла

Ҡомлоҡта йыуынып ҡағынды.

Ел бөгөн, хәбәрсе шикелле,

Ямғырҙың хуш еҫен килтерҙе.

Шунда уҡ япраҡтар битенә

Беренсе тамсылар һикерҙе.

fECHpEKa6sk

Оҙон юл.

Аяҡтарым юлда, күңелем йырҙа,

Ерҙә мин бар шундай юламан,

Көндөҙ мин – ҡояшҡа,ә төндәрен

Йондоҙҙарға ҡарап юл алам.

Иренемде ҡаршы елдәр киҫте,

Сәсемде сал – йылдар туҙаны,

Ишектәрҙе шаҡып инәмен дә

Йөрәктәрҙе ҡағып уҙамын.

Аяҙҙа ла, йонсоу көндәрҙә лә

Ғүмер юлы тигән араны

Уҙған саҡта,

Йондоҙҙарҙай күреп,

Мин күҙҙәренә ҡарап барамын,

Кешеләрҙең шат, өмөтлө,

Моңһоу

Күҙҙәренә ҡарап барамын,-

Юлдарымда аҙашмаҫ өсөн,

Йырҙарымда аҙашмаҫ өсөн.

h4xTyvjpoGQ

Легенда.

Һуңғы йырын яҙған сәғәтендә

Ҡарт шағирға һылыу бер ҡыҙ килгән.

Башын эйгән:

- Мин һинеке, - тигән,

Муйынына ебәк таҫма элгән.

- Даръяларым тынғас, шәфәк һүнгәс,

Миңә килгән күркәм йән эйәһе,

Һин кем?

- Йән эйәһе түгел – әжәл.

Ҡайтмаҫ юлға ҡалды кейенәһең.

- Әжәл сибәр булмаҫ! – тигән шағир. –

Мин бит күпте күргән әҙәмеңмен.

Ә ҡыҙ әйткән:

- Мин берҙән – бер шундай:

Мин бит, шағир, һинең әжәлеңмен.

U3-mUOFAvdY

Өс мөғжизә мине әсир алды –

Ер,

йәнә күк,

йәнә ҡатын кеше.

Өс сер мине уйға, шомға һалды –

Ер,

йәнә күк

йәнә ҡатын кеше.

Ерҙең сере бөтә. Күк һайыға.

Төбө күренер бына асылыр ҙа.

Ҡатын кеше генә

Асылмаҫ сер,

Тылсым булып ҡалыр асылында.

hello_html_m668fec89.png

Беҙ кем?

Рәнйетәләр һине, Ватан-әсә,

Кәмһетәләр һине,изгебеҙ.

Былай булғас, йә баламы һиңә,

Йә бәләме һиңә инде беҙ?

Берәү һата һинең иманыңды,

Берәү тарта алтын сәсеңдән,

Берәү рәхәт таба күҙҙәреңдән

Сәсрәп сыҡҡан тоҙло йәшеңдән.

Ете яттар һалған ҡул яраһын

Тиҙ уңалтың, илем, ул саҡта.

Үҙ тоҡомон һалған тел яраһы

Йөрәгеңде хәтер яҡһата.

Ғазаптарың аҙаҡҡыһы булмаҫ.

Ғазаптарҙан өмөт ярала.

Ватан-әсә, әгәр ҡабул күрһәң,

Яңағымды ҡуям яраңа.

hello_html_m619e350c.png

Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы буйынса викторина һорауҙары.

1.Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим ҡайҙа һәм ҡасан тыуған? (1919 йылдың 20 октябрендә? Шишмә районы Келәш ауылы).

2. Мостай Кәримдең тәүге баҫылып сыҡҡан китабы нисек атала? (“Отряд ҡуҙғалды»).

3 .Нисәнсе йылда М. Кәримгә халыҡ шағиры исеме бирелгән?

(1963 йылда).

4. 1978йылда ниндәй бик юғары почетлы награда менән бүләкләнгән?

(Г. Х. Андерсен исемндәге Халыҡ-ара почетлы диплома).

5.Мостай Кәримдең 4 иң яҡын дуҫын әйтегеҙ.(Айҙар, Ғабдулла, Вәзир, Гөлнур).

6.Дәрүиш – тигән герой ниндәй әҫәрҙән ?

(«Ай тотолған төндә»).

7.Нисәнсе йылда Салауат исемендәге лауреат премияһы бирелгән?

(1967йыл).

8.Мостафа тигән герой ниндәй әҫәрҙән?

(«Оҙон-оҙаҡ бала саҡ»)

9. М. Кәримдең ниндәй әҫәрҙәрен уҡығанығыҙ бар? («Айгөл иле», «Ташлама утты, Прометей!», «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа», «Оҙон-оҙаө бала саҡ», «Беҙҙең өйҙөң йәме»).

10.Тәү башлап ҡайҙа әҫәрҙәрен яҙа башлаған?

(Тыуған ауылында - Келәштә)

11. Йәнтимер тигән герой ниндәй әҫәрҙән ?

Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.

Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Краткое описание документа:

Асыҡ кластан тыш сараның технологик картаһы.

Уҡыу дисциплинаһы: «БР-ҙың дәүләт теле булараҡ башҡорт теле».

Кластан тыш сараның темаһы: «Мостай Кәрим- милләтебеҙҙең рухи йондоҙо».         

Төркөм: 1 З –  1, 1 Э -1

Һөнәр: 21.02.05«Ер-мөлкәт мөнәсәбәттәре»

              38.02.05 «Иҡтисад  һәм бухгалтер иҫәбе »

Уҡытыусылар: Йомағолова Гөлназ Камил ҡыҙы,

                            Мөхәмәтйәнова Гөлфиә Миңлеғәли ҡыҙы,

                             Хисаметдинова Резида Мәхмүт ҡыҙы.

Сараның бурыстары һәм маҡсаты:

·        Белем биреү:

Балаларҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең  ижады, тормош юлы  менән таныштырыу.

·        Үҫтереүсе :

·        Уҡыусыларҙың башҡортса һөйләү һәләтен камиллаштырыу.

·        уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен, ижади эшмәкәрлеген (алдан һиҙемләү, күҙаллау тойғоһон), һөйләү һәм яҙма телмәр күнекмәләрен (диалогик), хәтерҙәрен, логик фекерләүен үҫтереү.

·        Тәрбиәүи:

·         М.Кәрим ижадына йәмғиәттең иғтибарын арттырыу.

·        Мостай Кәримдең ижады аша башҡорт теленә һөйөү,     ҡыҙыҡһыныу һәм илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү;

·        Башҡорт теленең байлығын, мәҙәниәтен билдәләгән әҙәбиәтселәр менән танышыу;

·        Студенттар араһында башҡорт әҙәбиәтенең классик һәм заманса поэзияһын пропагандалау.

·        Предмет-ара бәйләнеш: сәнғәттең төрлө төрҙәре (музыка, кино, һынлы сәнғәт), тарих, рус теле, география,философия, психология.

·        Уҡыу-күргәҙмә әсбаптар һәм йыһазландырыу:

·        компьютер; мультимедиопроектор; “Мин түгелмен тыуған ерҙең тик осраҡлы ғына ҡунағы” тигән темаға презентация; Башҡортостандың физик картаһы; М. Кәримдең  фотоһүрәттәре; М. Кәримдең китаптарынан күргәҙмә, , фотоальбом, гәзит-журналдар; аудио- һәм видеояҙма.

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ:

   1. Мостай Кәрим. Әҫәрҙәр / М. Кәрим. -  Өфө : Башҡ. китап нәшриәте, 1971-1973.

2. Мостай Кәрим. Айгөл  иле : пьесалар / М. Кәрим. -   Өфө : Башҡ.    китап нәшриәте, 1979. – 480 бит.

3.Мостай Кәрим. Оҙон-оҙаҡ бала саҡ / М. Кәрим. - Өфө : Башҡ.      китап нәшриәте, 1981. – 286 бит.

            4. Мостай Кәрим. Шиғырҙар поэмалар / М. Кәрим. - Өфө : Башҡ. китап нәшриәте, 1985. – 240 бит.

            5. Мостай Кәрим. “... Күкрәгемдән ҡоштар осорам”. – Өфө:Уҡытыусыға ярҙамға,  2009.-72 бит.

Башҡорт халык ижады. 10-сы том. 1-се китап. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. - Өфө: Китап, 2006.

            6. Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия. Өфө, 1997.

            7. Башҡорт халыҡ йырҙары. Өфө, 1992.

Кисәнең барышы

Тамаша залы байрамса биҙәлгән.

     Слайдта эпиграмма итеп Ғайса Хөсәйеновтың һүҙҙәре килтерелгән “Мостай Кәрим – милләтебеҙҙең рухи йондоҙо”.

  Таҡта уртаһында М.Кәримдең портреты.

Я

Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы буйынса викторина һорауҙары.

1.Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим  ҡайҙа һәм ҡасан тыуған? (1919 йылдың 20 октябрендә? Шишмә районы Келәш ауылы).

2. Мостай Кәримдең тәүге баҫылып сыҡҡан китабы нисек атала? (“Отряд ҡуҙғалды»).

3 .Нисәнсе йылда М. Кәримгә халыҡ шағиры исеме бирелгән?

(1963 йылда).

4. 1978йылда ниндәй бик юғары почетлы награда менән  бүләкләнгән?

(Г. Х. Андерсен исемндәгеХалыҡ-ара  почетлы диплома).

5.Мостай Кәримдең 4 иң яҡын дуҫын әйтегеҙ.(Айҙар, Ғабдулла, Вәзир, Гөлнур).

6.Дәрүиш – тигән герой ниндәй әҫәрҙән ?

Ай тотолған төндә»).

7.Нисәнсе йылда Салауат исемендәге лауреат премияһы бирелгән?

(1967йыл).

8.Мостафа тигән герой ниндәй әҫәрҙән?

(«Оҙон-оҙаҡ бала саҡ»)

9.  М. Кәримдең ниндәй әҫәрҙәрен уҡығанығыҙ бар? («Айгөл иле», «Ташлама утты, Прометей!», «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа», «Оҙон-оҙаө бала саҡ», «Беҙҙең өйҙөң йәме»).

10.Тәү башлап ҡайҙа әҫәрҙәрен яҙа башлаған?

(Тыуған ауылында-Келәштә)

11. Йәнтимер тигән герой ниндәй әҫәрҙән ?

Автор
Дата добавления 10.03.2015
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров436
Номер материала 435648
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх