Инфоурок Другое Другие методич. материалыНародные поэты и писатели РБ

Народные поэты и писатели РБ

Скачать материал

Башҡортостандың халыҡ шағирҙары

 

1.   Мәжит Ғафури — 1923 йыл

2.   Рәшит Ниғмәти — 1959 йыл

3.   Мостай Кәрим — 1963 йыл

4.   Сәйфи Ҡудаш — 1964 йыл

5.   Рәми Ғарипов — 1992 йыл

6.   Рауил Бикбаев — 1993 йыл

7.   Назар Нәжми — 1993 йыл

8.   Әнғәм Атнабаев — 1997 йыл

9.   Тимер Йосопов — 2003 йыл

10.      Марат Кәримов — 2003 йыл

11.      Александр Филиппов — 2004 йыл

12.      Абдулхаҡ Игебаев — 2010 йыл

13.      Ҡәҙим Аралбаев — 2011 йыл

14.      Факиһа Туғыҙбаева — 2014 йыл

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Мәҗит Гафури.jpg 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


МӘЖИТ ҒАФУРИ

Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы  (20.07.1880, Еҙем-Ҡаран ауылы, Стәрлетамаҡ өйәҙе — 28.10.1934, Өфө)  шағир,  башҡорт һәм татар совет әҙәбиәтенең классигы, БАССР-ҙың халыҡ шағиры (1923), Хеҙмәт Геройы.

1880 йылдың 2 авгусында (20 июль) Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе (хәҙерге Ғафури районы) Еҙем-Ҡаран ауылында хәлфә  ғаиләһендә тыуған.

·             Ете йәштә Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙрәсәһенә уҡырға инә.

·             Еҙем-Ҡарандан алыҫ түгел Үтәш ауылы мәҙрәсәһендә уҡый.

·             1898 йылда Троицк ҡалаһында Зәйнулла ишан мәҙрәсәһенә керә. Уҡыған ваҡытта халыҡ тормошон ныҡлап өйрәнә, төрлө заводтарҙа, Рәмиевтең алтын приискыларында эшләп уҡыуын дауам иттерә. Ҡаҙаҡ далаларында балалар уҡыта, ҡаҙаҡ халҡының фольклорын өйрәнә, рус әҙәбиәте менән дә ҡыҙыҡһына башлай.

·             1904 йылда Ҡаҙанда «Мөхәммәдиә» мәҙрәсәһенә уҡырға инә.

·             1906—1909 Өфөлә «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡый.

·             «Ҡыҙыл Башҡортостан», «Коммуна» гәзиттәре редакцияһында эшләй.

·             1934 йылдың 28 октябрендә МҒафури үпкә ауырыуынан Өфөлә вафат була.

 

 

 

 

 

 

Nigmati2.jpg
 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


РӘШИТ НИҒМӘТИ

 

Ниғмәтуллин Рәшит Ниғмәтулла улы — башҡорт совет яҙыусыһы, шағир, драматург, балалар яҙыусыһы, тәржемәсе. Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Урал тауҙарынан, йәмле Ағиҙел, Һаҡмар, Дим буйҙарынан бик-бик алыҫта, Һамар далалары уртаһынан йәйрәп ағып ятҡанЫрғыҙ, Кәрәлек йылғалары буйында, байтаҡ ҡына башҡорт ауылдары бар. Рәшит Ниғмәти ана шул Ырғыҙ буйына ултырған Диңгеҙбай ауылында Ниғмәтулла исемле ярлы крәҫтиән ғаиләһендә 1909 йылдың февралендә тыуған. Рәшит Ниғмәтиҙең бала сағы бик ауыр шарттарҙа үтә. Уларҙың ғаиләләре бик мохтажлыҡта йәшәй. Тәбиғи, бындай шарттарҙа бәләкәй Рәшиткә уйнап-көлөп үҫеү бәхете теймәй. Бала йәнле атаның ғаиләһен һөйөндөргән мәлдәре лә йылына бер-ике була торған йәрминкәнән берәр ҡаҙаҡлап ҡына алып ҡайтҡан сәй-шәкәрҙән, ҡалас-фәләңдән үтмәй. Ләкин Ниғмәтулла ярлы-ябағамын тип артыҡ бошоноп бармай, донъяһына ҡуп һелтәмәй, ул сабырлыҡ һәм ныҡышмалылыҡ менән тормошон рәтләргә тырыша, киләсәктә бер йүнле көн килеренә өмөтләнел йәшәй. Шуға уп ҡайғыны ла түҙемлелек менән кисерергә күнеккән, ауырлыҡтарҙы ла кәрәк саҡта өмөт һәм йорлоҡ менән еңергә ғәҙәтләнгән. Ата кеше бигерәк тә сабый баланың күңелен ауыр тормош йәберенән иртә һаҡларға, уның күңеленә ҡайғы-хәсрәткә ҡаршы торорлоҡ өмөт һәм шатлык тойғолары һалырға тырыша.

Бының өсөн бер сара итеп, Ниғмәтулла улына халыҡтың бай фантазияһын, өмөт-шатлыктарын туплаған әкиәттәр һөйләй. Йәйге тымыҡ кистәрҙә өй эргәһендә, ут алмай торған ҡышҡы оҙон төндәрҙә усаҡ алдында бәләкәй Рәшит үҙ тиңдәштәре менән атаһының бер .ваҡытта ла ялкытмай торған әкиәттәрен ихлас күңелдән тыңлай торған була. Ул бигерәк тә ут-һыуҙар кисеүсе батырҙарға һокяана.

Ете йәшенә еткәс, Рәшит үҙҙәренең ауыл мәҙрәсәһенә һабаҡҡа йөрөй башлай. Ул унда ике кыш йөрөгәндән һуң, китаптарҙы, ололар әйтмешләй, «һыу кеүек эсерлек» була. Был иһә, үҙ нәүбәтендә, атаға үҙе бер кинәнес килтерә. Ул хәҙер улының үҙенән төрлө китаптар уҡытып, рәхәтләнеп тыңларға ярата.

Ләкин былай йыуанып йәшәү әллә ни күпкә бармай. 1918 йылда Рәшит Ниғмәтиҙең әсәһе үлеп китә, ә 1921 йылғы аслык уны атаһынан айыра. Үкһеҙ етем ҡалған Рәшит Ниғмәти, башта һамар ҡалаһындағы, аҙаҡ Украинала балалар йортонда тәрбиәләнеп, иҫән ҡала. Аслык йылдары үткәс, ул тыуған ауылына әйләнеп ҡайта. Шунан бер йыл самаһы ауылда йәшәй, ер тырматыу, ураҡ урыу, иген һуғыу эштәрендә ағаһына булыша. 1924 йылда Рәшит Ниғмәти Өфөләге Ленин исемендәге мәктәпкә уҡырға килеп урынлаша. Был мәктәпте тамамлағас, бер йыл самаһы Мәскәүҙә рабфакта уҡып йөрөй. Ләкин ауырып китеү сәбәпле, уға Мәскәү рабфагын бөтөрөп сығырға тура килмәй, ул кире Өфөгә әйләнеп ҡайта.

1931 йылда Өфө рабфагын тамамлағас, Рәшит Ниғмәти Туймазы районына эшкә китә. 1933—1936 йылдарҙа ул Алыҫ Көнсығышта Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә, унан тағы Туймазы районына эшкә ҡайта. Аҙаҡтан ул Өфөгә күсеп килә һәм «Коммуна» гәзите редакцияһында, Башкортостан яҙыусылар союзы аппаратында эшләй. Рәшит Ниғмәтиҙең яҙа башлауы Ленин исемендәге мәктәптә укыған йылдарға тура килә. Ул башта үҙенең шиғырҙарын мәктәптәге ҡулъяҙма журналдарҙа баҫтыра, әҙәбиәт түңәрәгендә әүҙем ҡатнаша. 1926 йылда уның шиғырҙары «Башкортостан», «Башҡортостан йәштәре» тигән гәзиттәрҙә басыла башлай.

Рәшит Ниғмәтиҙең «Кереш» исемле тәүге шиғырҙар китабы 1933 йылда баҫылып сыға. Оҙаҡламай ул «Йәмле Ағиҙел буйҙары»; «Дауылдар тыуҙырған ғүмер» тигән поэмалары, матур шиғырҙары менән үҙен һәләтле шағир итер танытып өлгөрә. «Мин постамын» шиғыры ижады нәҡ сәскә атҡан 1938 йылда яҙыла. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында яҙылған «Үлтер, улым, фашисты!», «Һинең кәләшеңдең хаттары» кеүек поэмалары фронтта башҡорт һалдаттарының иң яратып уҡыған әҫәрҙәренә әүерелә.

һуғыштан һуң Рәшит Ниғмәти «Большевик», «Һаҡмар ҡыҙы», «Осҡондан ялҡын…» тигән поэмаларын, бик күп шиғырҙар ижад итә, пьесалар яҙа.

Башҡорт совет әҙәбиәтен үҫтереүҙә күрһәткән ҙур ижади хеҙмәттәре әсән Рәшит Ниғмәти Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, ике тапҡыр «Почет Билдәһе» ордендары менәм бүләкләнә, 1959 йылда уға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелә.

 

 

 

 

 

 

KarimM.jpg 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


МОСТАЙ КӘРИМ

 

Мостафа Сафа улы Кәримов (1919 йылдың 20 октябре — 2005 йылдың 21 сентябре) — күренекле башҡорт яҙыусыhы, шағиры hәм драматургы. Башҡортостандың халыҡ шағиры. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979). Салауат Юлаев премияһы лауреаты (1967).

1919 йылдың 20 октябрендә хәҙерге Шишмә районының  Келәш ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1941-се йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының[2] тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән фронтҡа китә, һуғышта элемтә башлығы һәм артиллерия штабы башлығы булып хеҙмәт итә. Ҡаты йәрәхәтләнә: мина ярсығы күкрәгенә инеп, йөрәгенә саҡ ҡына барып етмәй ҡала.

Госпиталдә ятып дауаланып сыҡҡас, йәнә фронтҡа китә. Еңеү көнөнәсә фронт гәзиттәрендә хәбәрсе булып эшләй. Һуғыштан ҡайтып килгәс ижади һәм ижтимағи эшкә бирелә.

1930-сы йылдарҙа уҡ яҙа башлай: 1938-се йылда «Отряд ҡуҙғалды» тигән беренсе шиғыр йыйынтығы нәшер ителә; 1941-се йылда «Яҙғы тауыштар» тигән шиғыр китабы сыға. Барыhы 100-ҙән ашыу шиғриәт һәм проза китаптары, 10-дан ашыу пьесалары донъя күрә.

Мостай Кәримдең әҫәрҙәре бер нисә тиҫтә телдәргә тәржемә ителгән.

2005-се йылдың 21-се сентябрендә Өфөлә вафат була. Өфө мосолман зыяратында ерләнгән.

 

Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары:

·                    Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979)

·                    II дәрәжәләге «За заслуги перед Отечеством» ордены (2004 йылдың 9 ноябре)

·                    III дәрәжәләге «За заслуги перед Отечеством» ордены (1995 йылдың 28 апреле)

·                    Ленин ордены (1967, 1979)

·                    I дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (1985)

·                    II дәрәжәләге Ватан һуғышы ордены (1945)

·                    Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ Ордены (1955, 1962)

·                    Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1984)

·                    Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1944)

·                    «Почёт Билдәһе» ордены (1949)

·                    РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1982)

·                    БАССР-ҙың халыҡ шағиры (1963)

·                    Башҡортостандың Фәндәр Академияһының почетлы академигы (1992)

·                    1940 йылдан СССР яҙыусылар союзы ағзаһы

·                    Әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге М. А. Шолохов исемендәге халыҡ-ара премия

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Saifi Kudash.png 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


СӘЙФИ ҠУДАШ

 

Ҡудашев Сәйфетдин Фәттәхетдин улы— Башҡорт АССР-ҙың халыҡ шағиры (1964). РСФСР-ҙың Ратҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1984).

1894 йылда хәҙерге Шишмә районының Келәш ауылында тыуған.

 

Автобиографияһы

— 1913 йылда тыуған ауылымдағы мәҙрәсәне тамамлағас, мин бәхет эҙләп, белемемде арттырыу өсөн аҡса эшләп табыу маҡсатында тәүге сәйәхәткә юлланырға ҡарар ҡылдым. Өй тулы бала-сағаһы булған әсәйемдән аҡса һорарға оялдым. Һораһам, әлбиттә, берәй малын һатып булһа ла, бирер ине. Еребеҙ бәләкәй ине, атай иртә мәрхүм булып ҡалды, мал да аҙ ине, ярлыларҙың балалары ғына күп була бит… Мин ҡаҙаҡ далаларына, Ҡустанайға юл тоттом. Ул саҡта бер ниндәй самолет та, машиналар ҙа юҡ ине, дала буйлап йәйәү атлайым, осраған һәр нәмәгә: ҡояшҡа, үләнгә, мине алға этәргән елгә һәм бигерәк тә кешеләргә ҡыуанам. Төндәрен ҡайҙа етәм, шунда — ҡуналҡала, ауылдарҙа үткәрәм.

 

Сәйәхәтселәрҙе кешеләр борон-борондан ихтирам итә торғайны, ҡунырға индерер, ҡайҙа һатып, ә күп осраҡта йәлләп ашарға ла бирер ине. Үҙебеҙҙең Келәш мәктәбендәге белемле уҡытыусыларҙан алған ярайһы уҡ яҡшы белемем арҡаһында мине ҡаҙаҡ балаларын уҡытырға саҡырҙылар. Ул саҡтағы бәхетле көндәремде ғүмерҙә онотаһым юҡ. Ике генә йыл. Әммә улар миңә күп нәмә бирҙе. Мин ҡаҙаҡ телен, уларҙың фольклорын өйрәндем, күп йырҙар ишеттем, аҡындар күп тарихтар һөйләне. Был изге күңелле, эшһөйәр халыҡты яратып киттем. Мин унда әҙәбиәттә үҙ көсөмдә тәүге тапҡыр һынап ҡараным. Ҡустанайҙа бөйөк Туҡайҙың вафаты тураһында ишеттем һәм Туҡай тураһында тәүге шиғырымды яҙҙым. Минең бик тә данлыҡлы «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡығым килә ине, унда дини белем менән бер рәттән донъяуи белем дә бирәләр ине бит. Һәм мин был бәхеткә ирештем, унда ҡаҙаҡ Бәйембәт МайлинШәйехзада БабичХәсән Туфан кеүек яҡшы кешеләр менән дуҫлаштым. Ошонда мин тәүге тапҡыр Мәжит ҒафуриСәғит Рәмиевты күрҙем. Өс йыл ваҡыт һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Октябрь революцияһынан һуң ауылда мәктәптә уҡыттым. 1925 йылда ғына Өфөгә күстем.

Тәүҙә «Башҡортостан» редакцияһында, һуңынан "Яңы ауыл"да эшләнем. Ошо ваҡытта Мәжит Ғафури менән яҡындан дуҫлашып киттем. Мәжит Ғафури үпкә туберкулезы менән сирле ине. Ул саҡта көслө дарыуҙар булманы. Башҡорт хөкүмәте шағир тере саҡта уның алты том әҫәрҙәрен сығарыуҙы тиҙләтергә ҡарар итә. Ғафуриҙың теләге буйынса был яуаплы эште миңә һәм Булат Ишемғоловҡа йөкмәттеләр. Беҙ көн-төн ал-ял белмәй эшләнек. Ләкин беҙгә эште тамамларға бирмәнеләр. Кемдеңдер ошаҡлауы арҡаһында мине «Етегән» тигән ниндәйҙер йәшерен ойошмала ҡатнашыуҙа ғәйепләнеләр. Минең үҙемде тыңларға ла теләмәнеләр, партиянан сығарҙылар. «Октябрь» журналы мөхәррире булып эшләп йөрөгәнемдә эштән ҡыуҙылар. Ҡулға алыуҙан ҡурсалап, мине Ҡыйғы районына ебәрҙеләр.

…Сәйфи Ҡудаш Ҡыйғы район гәзитен ойоштороуҙа төп роль уйнай. Ҡыйғыла эшләгәнендә (1930—1931) баҫмала йыш сығыш яһай, ҙур әҫәр өсөн материалдар йыя, һәм уның шиғыр менән яҙылған «Ҡушҡайын» романы донъя күрә. Унда коллективлаштырыу, колхоздарҙы нығытыу тураһында һөйләнелә.

Һуңынан шағир Өфөгә әйләнеп ҡайта, ләкин эш бирмәйҙәр. ВКП(б) Үҙәк Комитетына партия сафына ҡайтарыуҙарын һорап апелляция яҙа — 1927 йылдан кире ҡайтаралар.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Сәйфи Ҡудаш Башҡортостан Совет яҙыусылар союзы идараһына етәкселек итә: был вазифаны ул 1942 — 1948 йылдарҙа башҡара. Атрабан әҙип үҙен тулыһынса ижадҡа арнай.

Башҡорт әҙәбиәте аҡһаҡалының 80-дән ашыу исем менән китаптары сыға. Улар күп телдәргә тәржемә ителгән.

1964 йылда Сәйфи Ҡудашҡа Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелә, ә 1985 йылда «Шиғырҙар һәм поэмалар» китабы өсөн Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ була.

 

 

 

 

 

 

 

Портрет 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


РӘМИ ҒАРИПОВ

 

Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов (12.02.1932 — 20.02.1977) — күренекле башҡорт шағиры, тәржемәсе, Башҡортостандың халыҡ шағирыСалауат Юлаев исемендәге премия лауреаты.

Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов 1932 йылдың 12 февралендә Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы)Салауат районы Арҡауыл ауылында тыуған. Ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағандан һуң 1946—1950 йылдарҙа Өфөнөң 9-сы урта мәктәбендә уҡый. Был уҡыу йорто 1991 йылда 1-се республика башҡорт гимназия-интернаты итеп үҙгәртелә, 1994 йылда уға халыҡ шағиры исеме бирелә һәм ул бөгөн 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты тип атала.

·                    1955 йыл — А. М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтын тамамлай;

·                    1955—1959 йылдар — республика гәзиттәрендә әҙәби хеҙмәткәр;

·                    1959—1964 йылдар — Салауат районында «Йүрүҙән» колхозы, «Һарғамыш» совхозы комсомол ойошмаһы сәркәтибе, район гәзитендә бүлек мөдире;

·                    1964—1966 йылдар — «Совет Башҡортостаны» гәзитендә (Өфө ҡалаһы) әҙәби хеҙмәткәр;

·                    1968—1972 йылдар — «Башҡортостан ҡыҙы» журналында «Башҡортостан ҡыҙы» журналында яуаплы сәркәтип.

Рәми Ғарипов матбуғатта 1950 йылдан баҫыла башлай. Уның «Йүрүҙән» исемле тәүге китабы 1954 йылда сыға. «Таш сәскә», «Һабантурғай йыры» шиғырҙар йыйынтыҡтарын Ғарипов тыуған тәбиғәтенә, яҡташтарына арнай. Унан һуңғы «Осоу», «Аманат», «Миләш-кәләш» йыйынтыҡтарында фәлсәфәүи лирика төп урын биләй. Халҡының тарихи яҙмышы, быуындарҙың рухи бәйләнеше тураһында уйланыуҙар, туған теленең һәм мәҙәниәтенең киләсәге өсөн борсолоу Ғарипов ижадының асылын билдәләй. Йыш ҡына ул халыҡ ижадының шиғри традицияларына мөрәжәғәт итә. Ҡобайыр жанрын тергеҙеүҙә һәм үҫтереүҙә Ғариповтың өлөшө айырыуса ҙур. Рәми Ғарипов Пушкин, Лермонтов, Есенин, Блок, Гейне, Хәйәм, Рудаки, Ғамзатов шиғриәтен башҡорт теленә нәфис тәржемә итеү оҫтаһы булараҡ та киң билдәлелек яулай. Совет милли сәйәсәтенә тәнҡит күҙлегенән ҡарағаны өсөн милләтселектә ғәйепләнеп эҙәрлекләүҙәргә дусар ителә. Уның күп шиғырҙары шағир тере саҡта баҫылмайынса ҡала. 1964 йылда яҙылған «1937» поэмаһы 1987 йылда ғына донъя күрә. 1988 йылда Рәми Ғариповҡа үлгәндән һуң Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы бирелә. Уның шиғри юлдары афоризмдар булып, йыш телгә алына. Мәҫәлән: «(башҡорт) батшаларға башын эймәгәнде, башҡаларға ғына баш эймәҫ»; «Йөрәгендә халҡы булмағандың кеше булырға ла хаҡы юҡ» һ.б.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Rauil bikbaev.jpg 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


РАУИЛ БИКБАЕВ

 

Рауил Төхфәт улы Бикбаев (12 декабрь 1938) — Башҡортостандың халыҡ шағиры, әҙәбиәт белгесе. Салауат Юлаев һәмҒ. Сәләм исемендәге республика премиялары, шулай уҡ Рәми Ғарипов һәм З. Биишева исемендәге премиялар лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры. 2008 — 2013 йылдарҙаБашҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе.

Рауил Төхвәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһенең Покровка районы (хәҙерге Переволоцк районы) Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Күрше Ғәбдрафик ауылындағы ете йыллыҡ мәктәпте, Аҡ-Болаҡ педагогия училищеһын, 1962 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай. Аҙаҡтан аспиратурала уҡый.

1965 йылдан башлап — СССР фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтындаәҙәбиәт бүлегенең ғилми хеҙмәткәре булып эшләй. Филология фәндәре докторы.

Рауил Бикбаев университетта уҡыған йылдарында яҙыша башлай. «Дала офоҡтары» тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1964 йылда донъя күрә. Шунан бирле ул ике тиҫтәгә яҡын китап сығарҙы, хәҙерге башҡорт поэзияһының кимәлен билдәләрлек күренекле шағир булып танылды. Рауил Бикбаев поэзияһында халыҡ яҙмышына бәйле проблемалар күтәрелә, заман, ил, халыҡ, киләсәк алдында яуаплылыҡ тураһында һүҙ бара. «Карауанһарай», «Баҙар балтаһы», «Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!» поэмаларында, «Халҡыма хат» шиғырында был бигерәк тә асыҡ күренә.

Рауил Бикбаев — күренекле әҙәбиәт ғалимы. Ул филология фәндәре докторы, профессор. Хәҙерге башҡорт поэзияһының үҫеү проблемаларына арналған күп ғилми хеҙмәттәрҙең авторы. Уның бигерәк тә Ш. Бабич ижадын өйрәнеү, әҫәрҙәрен халыҡҡа ҡайтарыу буйынса хеҙмәте ҙур.

Рауил Бикбаев республикабыҙҙың Ғ. Сәләм исемендәге йәштәр премияһы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. 1992 йылда уға Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелде.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге:

·                    1995 — 2011 йылдар — Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар союзы идараһы рәйесе

Маҡтаулы исемдәре:

·                    Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1989)

·                    Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1992)

·                    Башҡортостандың халыҡ шағиры (1993)

·                    Ғ. Сәләм исемендәге премия (1970)

·                    С. Юлаев исемендәге премия (1989)

·                    Рәми Ғарипов исемендәге премия (1994)

·                    Зәйнәб Биишева исемендәге премия (2003)

·                    Өфө ҡалаһының почетлы гражданы (1999)

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Nadjmi.jpg 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


НАЗАР НӘЖМИ

 

  Нәжметдинов Хәбибназар Нәжметдин улы (1918 йылдың 5 феврале — 1999 йылдың 6 сентябре, Өфө) — башҡорт шағиры, бөйөк һүҙ оҫтаһы. Башҡортостандың халыҡ шағиры.

Хәбибназар Нәжметдин улы Нәжметдинов 1918 йылдың 5 февралендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе Миңеште ауылында тыуған. 1941 йылда фронтҡа китә, 1946 йыллда Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогика институтын тамамлай.

Ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Өфө металлургия рабфагында уҡый. 1938 йылда Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Институттың өсөнсө курсынан, 1941 йылда, Бөйөк Ватан һуғышына китә, унан 1946 йылда ғына ҡайта, һуғыш фронттарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн ике тапкыр II дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары һәм миҙалдар менән наградлана.

Ҡайтҡас, уҡыуын дауам итә: 1947 йылда институттың тел һәм әҙәбиәт факультетын тамамлай.

Назар Нәжми 1947—1949 йылдарҙа «Совет Башҡортостаны» гәзите, «Әҙәби Башҡортостан» журналы редакцияларында эшләй. 1955—1959 йылдарҙа ул — «Һәнәк» журналының баш мөхәррире, 1962—1969 йылдарҙа — Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһы рәйесе. Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Октябрь Революцияһы ордены, ике тапкыр Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрак ордены менән наградлана. Башҡорт АССР-ы Юғары Советы депутаты итеп һайлана. РСФСР дәүләт премияһы һәм республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Уға 1993 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме бирелде. Назар Нәжми утыҙынсы йылдарҙың аҙағында яҙа башлай. Уның тәүге шиғырҙары 1937 йылда республика гәзиттәрендә баҫыла; шиғыр һәм хикәйәләре «Беренсе йыр» (1938), «Икенсе йыр» (1939) тигән альманахтарҙа урын ала. 1940 йылда «Октябрь» журналында «Ауыл эскиздары» исемле шиғырҙар циклы сыға.

1950 йылда Назар Нәжмиҙең «Тамсылар» исемле беренсе шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. Артабан сыҡҡан «Тулҡындар», «Көтөлмәгән ямғыр», «Ер һәм йыр», «Шиғырҙар һәм поэмалар» тигән поэтик китаптары шағир талантының яңынан-яңы һыҙаттар менән байый һәм үҫә барыуы хаҡында һөйләй. Шағирҙың «Әсә», «Ҡайындар», «Ҡапҡалар», «Йыр тураһында баллада» тигән поэмалары киң билдәлелек алды. 60 — 70-се йылдарҙа яҙылған «Дуҫ тураһында ун бер йыр», «Күлдәк», «Иблес», «Урал» исемле поэмалары уның эпик әҫәрҙәренең тәрән драматизм менән һуғарылыуы хаҡында һөйләй.

Назар Нәжмиҙең байтаҡ китаптары Мәскәүҙә һәм Өфөлә рус теленә тәржемә ителде.

Ул драматургия өлкәһендә лә әүҙем эшләне: «Яҙғы йыр», «Хуш, Хәйрүш», «Саҡырылмаған ҡунаҡ», «Егет егетлеген итә», «Гармунсы дуҫ», «Күршеләргә ҡунаҡ килгән», «Ҡыңғыраулы дуға», «Әтәмбәй» тигән пьесалары Башҡорт дәүләт академия драма театрында ҡуйылды.

1951 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы ине.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Atnabaev.jpg
 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


ӘНҒӘМ АТНАБАЕВ

 

  Әнғәм Атнабаев — башҡорт яҙыусыһы, Башҡортостандың халыҡ шағиры, драматург, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, (1988), БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1977).

Әнғәм Ҡасим улы Атнабаев 1928 йылдың 23 февралендә Башҡортостандың Тәтешле районы Иҫке Күрҙем башҡорт ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлап, Ҡазан дәүләт педагогия институтында уҡығандан һуң, ул үҙенең тыуған районы мәктәптәрендә бер нисе йыл әсә теле Һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.

1951 йылда ул Өфөгә күсеп килә һәм республиканың «Ҡыҙыл таң» газетаһы редакцияһында башта — әҙәби бүлек хеҙмәткәре, һуңыраҡ әҙәбиәт һәм сәнғәт бүлеге мөдире булып эшләй.

Әнгәм Атнабаевтың тәүге әҫәрҙәре илленсе йылдар сатына ҡарай, 1958 йылда уның тәүге шигырҙар йыйынтығы — «Йәшлек менән осрашыу»—донъя күрҙе. Хәҙер ул—тиҫтәләгән шиғри китаптар сы¬ғарған яҙыусы. 1972 йылда уға «Йөрәгем юлдары» тигән поэтик йыйынтығы өсөн Башҡортостан комсомолының Ғ. Сәләм исемендәге премияһы бирелде.

Алтмышынсы йылдарҙан ул драматургия өлкәһендэ лә танылыу алды, Яҙыусының «Ул ҡайтты» (1959), «Йәйҙең һуңғы конө» (19011, «Әсә хөкөмө» (1963)) «Законлы никах менән!» (1905), «Шоңҡар» (1907), «Мөхәббәт тураһында Йыр» (1968), «Балаҡайҙарым» (1909),-"Игеҙәктәр* (1971), «Ут» (1975), «Ҡаҙ ҡанаты» (1978), «Ауыр бәхет» (1980) тигән драматургик әҫәрҙәре бар. Театр сәнғәте өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн уға 1977 йылда Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре тигән маҡтаулы исем бирелде.

Ә. Атнабаев 1960 Йылдан СССР яҙыусылар союзы ағзаһы, һуңғы йылдарҙа ул республиканың «Һәнәк» сатирик журналында эшләне.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Юсууупов.jpg
 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


ТИМЕР ЙОСОПОВ

 

Йосопов Тимербай Йосоп улы (31 май 1938БАССРМәсетле районы, Түбәнге Әбсәләм ҡасабаһы) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2003), БАССР-ҙың (1988) һәм Рәсәй Федерацияһының (1999) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1998), Яҙыусылар берлеге ағзаһы (1971).

Урта мәктәпте тамамлағас шағир Ҡыйғы район гәзитендә эшләй. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Уны 1967 йылда тамамлағандан һуң Бөрйән районы Аҫҡар 8 йыллыҡ мәктәбендә уҡыта.

1968 йылдан «Башҡортостан пионеры» гәзитендә хеҙмәткәр, 1973—1977 йылдарҙа нәфис әҙәбиәтте пропагандалау бюроһы директоры, 1983—1988 йылдарҙа БАССР Яҙыусылар берлеге идараһы рәйесе урынбаҫары булып эшләй. Максим Горький исемендәге Әҙәбиәт институты эргәһендәге Мәскәү Юғары әҙәби курстарҙаы (Мәскәү, 1979) тамамлаған.

Тимер Йосопов шиғриәтендә быуындар күсәгилешлеге, заманалар берлеге сағыла.

Әүҙем ижад итеүе 20-се быуаттың 60-сы йылдарында башлана. 1968 йылда «Икмәк еҫе» исемле тәүге шиғри йыйынтығы баҫтырыла. Был китабындағы шиғыр юлдары аша һуғыш ауырлыҡтарын еңеп сыҡҡан быуын вәкилдәренең әсе яҙмышын һүрәтләй.

 

 

"КНИГА ДРУЖБЫ" ПУСТЬ УВИДИТ СВЕТ - Е Ж Е М Е С Я Ч Н Ы Й О Б Щ Е С Т В Е Н Н О П 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


МАРАТ КӘРИМОВ

 

Кәримов Марат Нәби улы — башҡорт шағиры, тәржемәсе. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2003).

1930 йылда Ейәнсура районы Күгәрсен ауылы тыуған.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Afilippov.jpg 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


АЛЕКСАНДР ФИЛИППОВ

 

Филиппов Александр Павлович (7 ноябрь 1932 — 15 октябрь 2011) — Башҡортостанда тыуып, урыҫ телендә ижад итеүсе шағир, прозаик, тәржемәсе һәм сценарист, 1965 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостандың халыҡ шағиры(2004), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1972), Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Александр Павлович Филиппов 1932 йылдың 7 ноябрендә  Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Күгәрсен районы Йомағужа ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. 1951 йылда урта мәктәпте тамамлағандан һуң, К.А.Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының  (1957 йылдан Башҡорт дәүләт университеты) рус теле һәм әҙәбиәте факультетына уҡырға инә. Юғары белем алғас, Ауырғазы районы Ишле ауылы мәктәбендә уҡытыусы булып эш башлай, артабан  Башҡортостан  радиоһының  Күмертау һәм Салауат ҡалалары буйынса үҙ хәбәрсеһе вазифаһына саҡырыла. Үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәткән радиожурналист 1961 йылда Өфөгә күсерелә һәм БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы Телевидение һәм радио тапшырыуҙары комитетының йәштәр редакцияһына мөхәррир итеп тәғәйенләнә һәм бында 1968 йылға тиклем эшләй. Шул уҡ йылда урыҫ яҙыусылары секцияһы етәксеһе итеп һайланыу сәбәпле, Башҡорт АССР-ы Яҙыусылар союзы аппаратында хеҙмәт эшмәкәрлеген дауам итә, артабан союздың идара рәйесе урынбаҫары була. 1983—1991 йылдарҙа БАССР Яҙыусылар союзының Әҙәби фондын етәкләй, идара секретары вазифаһын башҡара. Был осорҙа шулай уҡ СССР Яҙыусылар союзы Әҙәби фондының идараһы ағзаһы һәм ойошманың Сит ил яҙыусылары менән бәйләнештәр советы ағзаһы, бер нисә матбуғат баҫмаһының редколлегия ағзаһы була. Күп тапҡырҙар сит дәүләттәргә рәсми сәфәрҙәргә сыға, шул иҫәптән АнголаВенгрияВьетнамГермания Демократик Республикаһы (хәҙерГермания), Конго һәм башҡа илдәрҙә була.

199 йылдан урыҫ телендә нәшер ителгән «Истоки» журналының баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә һәм был вазифала ике тиҫтә йыл үҙ бурыстарын намыҫ менән башҡара.

Өфө ҡалаһының Киров район Советы депутаты итеп һайлана, Башҡортостан Республикаһының Президент советы ағзаһы итеп тәғәйенләнә.

Александр Филиппов 2011 йылдың 15 октябрендә Өфөлә вафат була, «Көньяҡ» зыяратта ерләнгән.

Александр Филиппов бала сағында уҡ шиғырҙар яҙа башлаған һәм бишенсе синыфта уҡығанда уларҙың бер нисәһен ул ваҡытта бөтә Советтар Союзының балалар баҫмаһы булараҡ Мәскәүҙә нәшер ителгән «Пионерская правда» гәзитенә ебәргән. Улар унда баҫылып сыҡҡан. Үҙәк матбуғат материалдарына ул осорҙа ниндәй талаптар ҡуйылғанан иҫкә төшөрөү ҙә шиғырҙарҙың ниндәй кимәлдә булыуы тураһында асыҡ һөйләй. 19 йәшендә педагогия инстиутына уҡырға килгәндә Александр Филиппов ижад емештәрен «Ленинец» республика йәштәр гәзитендә лә баҫтырып өлгөргән йәш шағир була. Шуға ла фекерҙәштәре уны бер тауыштан факультетта эшләп килгән әҙәби түңәрәктең старостаһы итеп һайлап ҡуя. Вуз тамамлап ауылға уҡытыусы итеп ебәрелһә лә, ижад ҡомары өҫтөнлөк алғас, йәш белгес журналистика юлынан китә. Республика радиоһының үҙ хәбәрсеһе, аҙаҡтан Өфөлә радиотапшырыуҙар редакцияһында мөхәррир булыу Александр Филиппов оло тәжрибә бирә. Ҡәләмен ҡулынын төшөрмәгән әҙип тиҫтә йыл әсендә тос ҡына йыйынтыҡҡа етерлек шиғри әҫәрҙәр туплап өлгөрә һәм уның тәүге ижад ҡарлуғасы «Зарницы» исемле беренсе китабы 1961 йылда донъя күрә. Аҙаҡтан 3 — 4 йыл арауыҡ менән уның йыйынтыҡтары бер-бер артлы нәшриәттән сығып ҡына тора. 1972 йылда Башҡортостан китап нәшриәтендә баҫылған «Пора тополиных вьюг» тигән шиғырҙар һәм поэма ингән китабы өсөн шағир 1973 йылда республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһына лайыҡ була. Дөйөм алғанда әҙиптең өс тиҫәтәнә артыҡ китабы уҡыусыларға тәҡдим ителгән.

Александр Филиппов үҙен оҫта һәм әүҙем тәржемәсе итеп тә танытты. Билдәле башҡорт яҙыусылары Сәғит Мифтаховтың  «Зимагорҙар» драмаһын, Муса Ғәлиҙең«Ҡояш һәм күҙ йәше» поэмаһын, Хәким Ғиләжевтың «Ил улы» драматик поэмаһын, Фәрит Иҫәнғоловтың «Һәйкәлдәр тереләр өсөн» һәм Вәзих Исхаковтың «Бәхтизин» романдарын, шулай уҡ композитор Заһир Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһының либреттоһын, күп кенә авторҙарҙың шиғырҙарын башҡортсанан урыҫ теленәтәржемә итә. Әҙиптең был йүнәлештәге ижади эшмәкәрлегенә баһа итеп мәшһүр Мостай Кәримдең «Александр Филиппов үҙенең ҡайһы бер ижадташ туғандарына ҡарағанда күпкә башҡортораҡ тигән һүҙҙәрен китереү ҙә етә.

Бар ижадындағы кеүек үҙенең сценарийҙарында ла Александр Филиппов тыуған республикаһы темаһына даими мөрәжәғәт итә. Мәҫәлән, уның «Башҡорт балы», «Башҡортостан нефтселәре», «Республиканың бер көнө», «Башҡортостан умартасылыҡтарында» тип исемләнгән киносценарийҙары бының асыҡ дәлиле булып тора. Улар тамашасының һәм тәнҡитселәрҙең юғары баһаһын алды, ә 1965 йылда төшөрөлгән «Башҡорт балы» документаль кинофильмы үҙ ваҡытында Бухареста үткән халыҡ-ара конкурста беренсе премияға лайыҡ булды.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Абдулхак Игебаев.jpg 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


АБДУЛХАҠ ИГЕБАЕВ

 

Абдулхаҡ Игебаев — Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостандың Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһыСалауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы  лауреаты,Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаев 1930 йылдың 2 июлендә  Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Күсей ауылында тыуған. Ул йәшләй етем ҡала, балалар йортонда тәрбиәләнә.

1946—1950 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының (1957 йылдан Башҡорт дәүләт университеты) тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, «Ҡыҙыл таң»«Совет Башҡортостаны» гәзиттәре һәм «Ағиҙел»журналы редакцияларында әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.

1969—1971 йылдарҙа Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институты ҡаршыһындаға Юғары әҙәби курстарҙы тамамлап ҡайта. 1971 йылдан 1990 йылға ҡәҙәр «Ағиҙел» журналы редакцияһының поэзия бүлеге мөхәррире вазифаһын башҡара.

Абдулхаҡ Игебаевтың шиғырҙары республика матбуғатында 1948—1949 йылдарҙа уҡ күренә башлай. Ә беренсе китабы- «Йәшлек йыры» тигән шиғырҙар йыйынтығы 1954 йылда баҫылып сыға. Шунан бирле авторҙың Өфө, Ҡазан һәм Мәскәү нәшриәттәрендә башҡорт, татар, рус телдәрендә утыҙҙан артыҡ китабы донъя күрҙе.

1954 йылдан алып уның шиғыр һәм поэмаларҙан, йыр һәм очерктарҙан торған 34 китабы донъя күрә.

Башҡортостан Республикаһы Президенты Указы менән 2010 йылдың 24 июнендә шағир Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улы Игебаевҡа 80 йәш тулыуы һәм башҡорт әҙәбиәтенә күрһәткән хеҙмәттәре айҡанлы «Башҡортостан Республикаһының халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Аралбай Кадим.jpg 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


ҠӘҘИМ АРАЛБАЙ

 

  Ҡәҙим Аралбаев — Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм бик күп әҙәби премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Аралбаев Ҡәҙим Әбделғәлим улы 1941 йылдың 1 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Хәйбулла районы Таңатар ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағас, колхозда шофер булып эшләй, Совет Армияһы сафтарындағы хәрби хеҙмәттә лә шоферҙар взводы командиры була.

Башҡорт дәүләт университетын тамамлағас, Бөрйән, Баймаҡ райондары мәктәптәрендә урта мәктәп директоры урынбаҫары булып эшләй. 1971—1973 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы аспирантураһында уҡый. Ләкин уны шиғриәт донъяһы нығыраҡ тарта, һәм ул шул уҡ йылда «Ағиҙел» журналына эшкә күсә. 1977−1981 йылдарҙа Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһында яуаплы секретарь, 1981—1988 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетында мәҙәниәт бүлеге инструкторы, 1988—1983 йылдарҙа Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, 1993—2001 йылдарҙа «Китап» нәшриәтендә баш редактор һәм директор була. Бер ни тиклем ваҡыт Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡара. Шундай яуаплы урындарҙа эшләү менән бергә ул башҡорт шиғриәтенең йөҙөн һәм ҡеүәтен билдәләүсе шағир булып ижад итә.

Ҡәҙим Аралбайҙың «Утлы кисеүҙәр» (1975), «Батыр яраһы» (1980), «Аҡ тирмә» (1982), «Һөйөүем йондоҙо» (1986), «Әле һуң түгел» (1989), «Мәслихәт» (1991), «Рух яҙыуы» (1995), «Таналыҡ тауышы» (2001) һәм башҡа китаптары төрлө телдәрҙә нәшер ителде.

Ҡәҙим Аралбай — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2011), Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты (1996), шулай уҡ С. Чекмарёв (1984), Р. Ғарипов (1998), З. Биишева (2000), Ф. Кәрим (2009) һәм Назар Нәжми (2014) исемендәге әҙәби премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Fakia.jpg 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


ФАКИҺА ТУҒЫҘБАЕВА

 

  Факиһа Туғыҙбаева — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2014), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Факиһа Һаҙый ҡыҙы Туғыҙбаева (Нафиҡова) 1950 йылдың 1 ғинуарында Башҡортостандың Бүздәк районы Бәләкәй Ҡаңны ауылында тыуа. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Хеҙмәт юлын «Башҡортостан пионеры» («Йәншишмә») гәзитендә башлай, 1979 йылда «Пионер» («Аманат») журналына күсә. 1990—2010 йылдарҙа «Аҡбуҙат» журналының баш мөхәррире була.

Факиһа Туғыҙбаева — үҙенең лирик, фәлсәфәүи шиғырҙары, шулай уҡ поэмалары менән шиғриәт һөйөүселәрҙең мөхәббәтен күптән яулаған талантлы әҙибә.

Факиһа Туғыҙбаеваның «Мәк ялҡыны» тигән тәүге шиғырҙар китабы 1980 йылда донъя күрә. Унан һуң бер-бер артлы «Күҙ ҡараһы» (1984), «Йондоҙ асам» (1987), «Сәғәт моңо» (1991), «Фатихамды бирәм һиңә» (1994), «Минең ҡошом Һомай» (2000) шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтыҡтары баҫылып сыға.

Шағирә балалар әҙәбиәтендә лә ихлас эшләй. «Шаҡмаҡлы дәфтәр» (1981), «Яңы күлдәк» (1983), әкиәттәр һәм хикәйәләр, «Болонда уйнай сәскәләр» (1995) тигән шиғыр китаптары авторы. Факиһа Туғыҙбаеваның рус телендә «Хлеб да соль» (1989), «Камень счастья» (1998) исемле шиғырҙар йыйынтыҡтары бар.

1992 йылда шағирә «Сәғәт моңо» китабы өсөн Рәми Ғарипов исемендәге әҙәби премияға лайыҡ була, ә 1995 йылда «Фатихамды бирәм һиңә» китабы өсөн уға Башкортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһыбирелә. 2014 йылдың декабрендә Факиһа Һаҙый ҡыҙына «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде.

1981 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары

 

1.   Зәйнәб Биишева (1990)

2.   Әхиәр Хәкимов (2001)

3.   Ноғман Мусин (2001)

4.   Нәжиб Асанбаев (2006)

5.   Ғайса Хөсәйенов (2008)

6.   Талха Ғиниәтуллин (2010)

7.   Суфиян Поварисов (2011)

8.   Флорид Бүләков (2013)

9.   Азат Абдуллин (2014)

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Zajnab biisheva.jpg 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


ЗӘЙНӘБ БИИШЕВА

 

  Биишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙы (15.01.1908, Күгәрсен районыТуйөмбәт ауыл — 24.08.1996, Өфө) —башҡорт яҙыусыһы, шағирә, прозаик, драматург, тәржемәсе, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты.

1908 йылдың 15 ғинуарында Башҡортостандың Күгәрсен районы  Туйөмбәт ауылында тыуған. 1996 йылдың 24 августында Өфө  ҡалаһында вафат булған.

Ырымбур башҡорт педагогия техникумын тамамлай. 1929—1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй. Уҡытыусылар квалификацияһын күтәреү курстарын тамамлағас (1931) — Башҡортостан китап нәшриәтенеңһәм «Пионер» журналының мөхәррире. Был журналда уның беренсе хикәйәһе баҫылып сыға. «Партизан малай» исемле беренсе китабы 1942 йылда баҫыла.

1946 йылдан — СССР яҙыусылар союзы ағзаһы.

1951 йылдан — профессиональ яҙыусы.

60-лап китабы Рәсәйҙең һәм донъяның төрлө телдәрендә нәшер ителә.

Башта ул балалар яҙыусыһы булараҡ таныла. Балалар өсөн хикәйәттәр, шиғырҙар, әкиәттәр ижад итә. «Дуҫ булайыҡ», «Көнһылыу», «Гөлъямал», «Сәйер кеше», «Уйҙар, уйҙар…» һымаҡ заман өсөн бик тә актуаль повестар яҙа. «Мөхәбәт һәм нәфрәт», «Нәҙер», «Тылсымлы ҡурай» исемле сәхнә әҫәрҙәре яҙа.

 

Иң билдәле ижад емештәре:

·                    «Яҡтыға» трилогияһы

·                    «Кәмһетелгәндәр» романы

·                    «Оло Эйек буйында» романы

·                    «Емеш» романы

·                    «Уйҙар, уйҙар»

·                    «Дуҫ булайыҡ» повесы

Наградалары:

·                    1968 йылда «Кәмһетелгәндәр», «Оло Эйек буйында» романдары өсөн Салауат Юлаев исемендәге премия .

·                    1968 йылда әҙәбиәт өлкәһендә күренекле хеҙмәттәре һәм ижтимағи эшмәкәрлеге өсөн «Почет Билдәһе» ордены, БАССР Юғары Советы Почет Грамотаһы.

·                    1976 йылда икенсе тапҡыр «Почет Билдәһе» ордены.

·                    1990 йылда «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы» тигән исем бирелә.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

AHakimov portret.jpg 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


ӘХИӘР ХӘКИМОВ

 

Хәкимов Әхиәр Хәсән улы, Әхиәр Хәким (1929 йылдың 23 авгусы — 2003 йылдың 27 декабре) — башҡорт яҙыусыһы, тәржемәсе, тәнҡитсе; филология фәндәре кандидаты (1967); башҡорт халҡының йылъяҙмасыһы.

Әхиәр Хәкимов 1929 йылдың 23 авгусында БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Яңы Йәнбәк ауылында (хәҙергеБашҡортостандың Дәүләкән районы) донъяға килә.

Уның олатаһы дворяндар нәҫеленән булған, батша армияһында офицер булып хеҙмәт иткән, Шипка өсөн яуҙа ҡатнашҡан. Атаһын ул иртә юғалта һәм өләсәһенең ҡулы аҫтында тәрбиәләнә. Ауылда алты класты тамамлап, Дәүләкән педагогик училищеһының әҙерлек курстарына уҡырға инә, бер үк ваҡытта радистар курсына ла йөрөй.

Бөйөк Ватан һуғышы башланған осорҙа Әхиәр Хәсән улы үҫмер генә була әле һәм йәше буйынса һуғышҡа эләгергә тейеш булмай. 1941 йылда уҡ бер туған ағаһы Харис һуғышта хәбәрһеҙ юғала. Был юғалтыу һәм башҡа яҡындарының фронтта вафат булыуы уны һуғышҡа китергә этәрә. 14 йәштә ул ауыл советынан 16 йәш булыуы тураһында танытма ала һәм Мәскәүгә табан юллана. Мәскәү өлкәһенең Щелково станцияһында һалдаттарға ҡушыла һәм шулай итеп Фрязино ҡалаһына эләгә. Башта үҫмерҙе йәшереп тоталар, һуңынан етәкселек уға ҡалырға рөсхәт бирә, һәм ул исемлеккә өҫтәлә, радисҡа уҡый һәм парашют менән һикерә. Яҙмыш уны ҡыҙыҡлы кешеләр менән осраштыра: буласаҡ данлыҡлы кинорежиссер Григорий Чухрай взводында йәш радист була.

1943 йылдың сентябренән ноябренә тиклем Днепрҙың ярына ырғытылған 3-сө һауа десант бригадаһы сафында яуҙарҙа ҡатнаша.1943 йылдың аҙағынан һәм һуғыштың аҙағына тиклем ул 3-сө Украин фронтының 103-сө гвардия уҡсы дивизияһы сафында «полк улы» рәүешендә КраковБудапешт ҡалаларын алыуҙа ҡатнаша. Венгрияла Балатон күле янындағы ҡаты яуҙы үтеп, Веспрем, Девечер, Шарвар, Сомбатхей, Глогниц, Вена ҡалаларында дошман ғәскәрҙәрен ҡыуып, Австрияға барып етә.[6] Һуғыш фронттарында кисерелгәндәр Әхиәр Хәкимовҡа шиғыр, повесть, романдары өсөн бай документаль материал булып тора.

1950—1953 йылдарҙа Үзбәкстанда уҡытыусы булып эшләй. 1953—1956 йылдарҙа Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Муса ауылы мәктәбендә директор вазифаһын биләй.

1961 йылда Мәскәү дәүләт университетының филологик факультетын тамамлай. 1960-йылдарҙың тәүге яртыһында Мостай Кәримдең ижадына арналған диссертацияһын яҡлай. 1960—1962 йылдарҙа йылдарҙа «Әҙәби Башҡортостан» (хәҙерге «Ағиҙел») журналы редакцияһында әҙәби хеҙмәткәр, ә 1965—1966 йылдарҙа баш мөхәррир урынбаҫары булып эшләй.[6] 1967 йылда М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институтында аспирантурала уҡып, кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

«Совет Башҡортостаны» (хәҙерге «Башҡортостан») гәзитенең башҡорт телендә үҙаллы баҫма булараҡ донъя күрәсәге шик аҫтына алынған мәлдә партияның Өлкә комитеты алдында был хаҡта ризаһыҙлыҡ белдереп сығыш яһаған бер төркөм зыялылар араһында шағир Рәми Ғарипов менән Әхиәр Хәким дә була. Бынан ары Рәми Ғарипов, Өфөлә эш таба алмай, ауылға китергә мәжбүр була. Күп тә үтмәй, «Ағиҙелдә» эшләп йөрөгән Әхиәр Хәкимов та, урындағы мөхиткә һыймай, Мәскәүгә юллана.

Уның артабанғы тормошо «Литературная газета» менән бәйле була: 1967—1992 йылдарҙа ул СССР халыҡтары әҙәбиәте бүлеге мөхәррире вазифаһын биләй. Егерме биш йыл ғүмерен Әхиәр Хәким илдең иң юғары әҙәбиәт даирәһендә аралашып үткәрә. Уның яҡын дуҫтары араһында Ҡайсын КулиевРәсүл Ғамзатов, Георгий Гулиа, Нодар Думбадзе, Олесь Гончар, Василь Быков, Иван Драч, Сыңғыҙ Айытматов, Аҫыл Якубов, Сәрүәр Азимов, Мөьмин Каноат, Абдижәмил Нурпеисов була. Гәзит тирәһендә ул көслө әҙәбиәт белгестәрен, тәржемәселәрҙе туплай. Виктор Астафьев, Зөлфиә, Давид Кугультинов, Олжас Сөләймәнов кеүек һүҙ оҫталары, фекер эйәләре әҫәрҙәрҙе ижади тикшереүҙә ҡатнаша.

1990-сы йылдарҙа Мәскәүҙә М. Горький исемендәге Әҙәби институтта башҡорт төркөмөндә уҡыта. Бынан тыш Әхиәр Хәкимов тыуған яғында «Дим» әҙәби берекмәһен етәкләй, башлап яҙыусыларға кәңәшсе, ярҙамсы була.

2003 йылдың 27 декабрендә Мәскәүҙә Әхиәр Хәсән улы донъянан китә, Өфөнөң Мосолман зыяратында ерләнә.

Әхиәр Хәкимов әҙәби донъяға тәнҡитсе һәм әҙәбиәт белгесе булараҡ килә. Унын башҡорт романы, прозаһы тураһында эҙләнеүҙәре әле лә көн үҙәгендә. Яҙыусының мәҡәләләре 1967 йылда Башкнигоиздат нәшриәтендә сығарылған «Әҙәбиәт һәм заман» китабында туплана. Мостай Кәримдең шиғриәтенә арналған «Быуат менән бергә» («С веком наравне») монографияһы Ташкентта рус телендә баҫыла.

Быға тиклем башлыса әҙәби тәнҡит, тәржемә менән шөғөлләнгән әҙип етмешенсе йылдарҙа хикәйә, повестар, романдар яҙыу эшенә тотоноп китә. 1971 йылда Әхиәр Хәкимовтың төҙөүсөләр тормошона бағышланған «Гөлбикә» повесы баҫылып сыға. Артабан ул һуғыш патриотик темаға мөрәжәғәт итә. Һуғыш тураһындағы тәүге повестары башлыса автобиографик. Шулай, «Осар ҡоштар» (1973) повесында ул үҙенең тәүге хәрби операцияһын тасуирлай. «Күпер» (1975) повесы һалдаттарҙыңВенгриялағы батырлығына арналған. Бынан тыш «Йәйғор» (1973), «Бәйге» (1974), «Аҡһаҡ бүре» (1977), «Туй» (1977) повестары Бөйөк Ватан һуғышының төрлө осорҙарын сағылдыра.

1982 йылда донъя күргән «Ҡуштирәк» романы башҡорт ауылы тормошо һәм ғөрөф-ғәҙәттәре тураһында ироник стилдә бәйән итә. Әҙиптең «Һауыр ҡумта» (1982), «Думбыра сыңы» (1984) тарихи романдары тынғыһыҙ XIV быуаттарҙы, башҡорт ырыуҙарының үҙаллылыҡ өсөн көрәше үҙенсәлекле һәм сағыу итеп бәйән ителә. «Ҡош юлы» (1986) романында һуғыш осорондағы йәмғиәт тормошо, тоталитар система шарттарында шәхес трагедияһы сағылдырыла. Романда ҡыҙыл командирҙың ҡатыны, фашист конслагерҙарында ыҙа сиккән Нуранияның әсе яҙмышы урын алһа, «Эшелон» (1995) повесында иһә әсирлеккә эләгеп, унан азат ителгәндән һуң совет концлагеры тамуғы аша үткән Ирназар Исламғоловтың яҙмышы һүрәтләнә. «Өйөрмә» (1990), «Дауылдан ҡотолоу юҡ» (1994) романдарында башҡорт интеллигенцияһының Октябрь инҡилабына, иҫке һәм яңы ҡиммәттәргә ҡарашы сағыла, репрессиялар шарттарында шәхестәрҙең фажиғәле яҙмышы һүрәтләнә. «Каруан» (1997) романы илдәр араһындағы сауҙа-иҡтисади бәйләнештәрҙе генә түгел, халыҡтарҙың бер-береһенә булған мәҙәни һәм рухи йоғонтоһон сағылдыра.

Йәшлек йылдарында Әхиәр Хәсән улы шиғырҙар менән мауыға, әммә яҙғандарының барыһы ла һаҡланмаған. 1998—2000 йылдарҙа Советтар Союзының тарҡалыуы, тормош ҡатмарлыҡтары, элек берҙәм илдең барлыҡ яҙыусыларын берләштергән ҙур ойошманың юҡҡа сығыуы, һөҙөмтәлә төрлө дәүләттәрҙә бүленеп ҡалған ҡәләмдәш дуҫтары менән аралашыу мөмкинлектәренең кәмеүе менән бәйле ауыр кисерештәре, етмәһә инфаркт кисереүе уға яңынан шиғыр яҙыу өсөн этәргес бирә. Әхиәр Хәсән улы ошо осорҙа 29 шиғыр ижад итә. Уларҙың 18-ен Венера Думаева-Вәлиева рус теленә тәржемә итә. Шиғырҙарҙың күпселеге уның үҙ тормошонан, уйланыуҙарынан, иҫтәлектәренән сығып яҙыла. Мәҫәлән, «Һәйкәл» — Болгарияның Пловдив ҡалаһында совет һалдаты хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлгә ғәмһеҙ ҡараш тураһында ишеткәс тыуған шиғыр. «Өршәк» тыуған төйәген, уның гүзәллеген данлап ижад ителгән.[9]

Әхиәр Хәкимов әҙәби тәржемә өлкәһендә лә уңышлы эш итә. Ул үҙенең әҫәрҙәрен, Фәрит Иҫәнғоловтың повестарын, шулай уҡ «Урал-батыр» эпосын, башҡорт теленә — фин халҡының «Калевала» эпосын тәржемә итә.

Әхиәр Хәкимовтың башҡорт телендә яҙылған әҫәрҙәре урыҫ, украин, ҡаҙаҡ, үзбәк, тажик, төркмән, әзербайжан, татар, эстон телдәренә тәржемә ителгән. Уның әҫәрҙәре Болгария, Венгрия, Чехословакия, Францияла баҫтырылған.

Бөйөк Ватан һуғышынан ҡайтҡанда йәш һалдаттың күкрәген «Ҡыҙыл Йондоҙ ордены» (1945), «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944), «Венаны алған өсөн» миҙалы (1945 йылдың декабре), «Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн 1941–1945 йй.» миҙалы биҙәй. 1985 йылда II дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.

Әҙәбиәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн Әхиәр Хәким «Почёт Билдәһе» ордены (1979), Халыҡтар дуҫлығы ордены[2], һуғыш темаһы өстөндәге уңышлы эштәре өсөн Ғәлимов Сәләм исемендәге премия (1980), «Ҡуштирәк» һәм «Һауыр ҡумта» романдары өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1984), «Думбыра сыңы» китабы өсөн РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы (1989) менән бүләкләнә. 1985 йылда РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеме бирелә. 2001 йылда республика Президенты Указы менән «Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. Яҡташтары тарафынан әҙип Дәүләкән ҡалаһының почетлы гражданины итеп һайланған.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Портрет
 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


НОҒМАН МУСИН

 

Мусин Ноғман Сөләймән улы (17.07.1931, Башҡорт АССР-ыИшембай районыҠолғона ауылы) — яҙыусы, Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1981),  Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2001),Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991), Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар берлеге ағзаһы.

Ноғман Сөләймән улы Мусин 1931 йылдың 17 июлендә Башҡорт АССРыИшембай районыҠолғона ауылында тыуған. 1937-1944 йылдарҙа Ҡолғона ауылында ете йыллыҡ мәктәптә белем ала, һуңынан Маҡар ауылында урта мәктәпте тамамлай (1947) һәм шул уҡ мәктәптә уҡытыусы булып эш башлай. 1949 йылда Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына уҡырға инә һәм 1951 йылда институтты тамамлай. Маҡар район мәғариф бүлегенә эшкә ҡайта, инспектор вазифаһында эшләй. 1951 йыл аҙағында хәрби хеҙмәткә алына.

Һалдаттан ҡайтыу менән (1953) «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр, унан һуң Ҡолғона ауылында дүрт йыл уҡытыусы булып эшләй. Ә 1958 йыл Өфөгә килеп,  «Ағиҙел» журналында — бүлек мөдире, яуаплы секретарь, 1962 йылдың башынан «Совет Башҡортостаны» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр булып эшләй.

Ноғман Мусин Башҡорт дәүләт университетының киске бүлеген тамамлай, артабан йәнә «Ағиҙел» журналында бүлек мөдире, Башҡортостан телевидениеһында, унан Башҡортостан китап нәшриәтендә мөхәррир булып эшләй.

Ноғман Мусиндың тәүге ижади аҙымдары Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтында башлана. Тәүге шиғырҙары үҙе хеҙмәттә сағында республика гәзиттәрендә һәм «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға. Хәрби хеҙмәт ваҡытында проза жанрында ла көсөн һынап ҡарай, һалдаттар тормошона арналған бер нисә хикәйә яҙа. «Минең дуҫ» тигәне 1954 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында, ҡалғандары «Совет Башҡортостаны», «Ленинсы» гәзиттәрендә, 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға.

Ноғман Мусиндың тәүге күләмле әҫәре — «Зөһрә» повесы 1956 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫыла. Унан бер-бер артлы «Ғорурлыҡ», «Күксә урманында», «Ер биҙәге», «Ауылым юлы», «Кеше йылмая», «Сәскәләр керпеген аса» тигән повестары баҫылып сыға. 1968 йылда колхоз тормошона арналған «Өҙәрем юл кешеләре» исемле роман яҙа.

«Һайлап алған яҙмыш», «Зәңгәртауҙа аҡ болан», «Яҙғы ташҡындар алдынан» («Яралы кеше тауышы»), «Мәңгелек урман», «Таң менән сыҡ юлдарға», «Һуңғы солоҡ», «Шунда ята батыр һөйәге» романдары һәм ҡыҙыҡлы повестары Ноғман Мусинды башҡорт прозаһының талантлы яҙыусыһы итеп таныта. Уның әҫәрҙәренең геройҙары — беҙҙең замандаштарыбыҙ.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Nadgib-asanbaev.jpg 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


НӘЖИБ АСАНБАЕВ

         Нәжиб Асанбаев (Николай Василий улы Асанбаев) (1921—2013) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2006), РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

·                    1921 йылдың 7 ноябрендә Баҡалы районының Ахман ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.

·                    Тәүҙә ул үҙ ауылындағы башланғыс мәктәптә, унан һуң Мостафа һәм Балыҡлы ауылдары мәктәптәрендә укый.

·                    1937 йылда Өфө финанс-экономика техникумын тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Ләкин уны тамамламай.

·                    1940 йылда Ҡыҙыл Армияһына алына. Рязань aртиллерия училищеһын тамамлағас — 1942—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында артиллерия батареяһы командиры була.

·                    Һуғыштан һуң 1949—1959 йылдарҙа «Ҡыҙыл таң» гәзите хәбәрсеһе булып эшләй.

·                    1961—1963 йылдарҙа Мәскәү юғары әҙәбиәт курстанын тамамлай.

·                    1963—1965 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры була.

Төрлө йылдарҙа әҙип Башҡортостан яҙыусылар союзында, СССР Тыныслыҡты яҡлау комитетының Башҡортостан республика идараһында, Башҡортостан Республикаһының Президент Советында эшләне. Нәжиб Асанбаев 2013 йылдың 28 мартында вафат булды. Өфө ҡалаһының «Көньяҡ» зыяратында ҡатыны эргәһендә ерләнгән.

Хусаинов, Гайса Батыргареевич, биография, основные труды 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


ҒАЙСА ХӨСӘЙЕНОВ

 

Хөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улы (10.04.1928) — академик, филология фәндәре докторы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1980).

1928 йылдың 10 апрелендә Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. Тыуған ауылында ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Бер йыл Елемҡаран урта мәктәбендә уҡығандан һуң, Өфөгә килеп, 9-сы һанлы мәктәп-интернатта урта белем алып сыға.

1947—1951 йылдарҙа Башҡорт дәүләт педагогия институтының тел һәм әҙәбиәт факультетында уҡый. Институтты тамамлағас, Гайса Хөсәйеновты СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Мәскәүгә аспирантураға ебәрә. 1954 йылда ул М. Горький исемендәге Донъя әҙәбиәте институты аспирантураһын уңышлы тамамлай һәм, ошо уҡ йылда диссертация яҡлап, филология фәндәре кандидаты тигән ғилми дәрәжә ала. 1954 йылдан бирле ул Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй, 40 йыл тирәһе ошо институттың әҙәбиәт бүлеге мөдире була. 1970 йылда докторлыҡ диссертация яҡлай. 1991 йылда Башҡортостан фәндәр академияһының академигы итеп һайлана.

1996—2000 йылдарҙа Ғайса Хөсәйенов «Ватандаш» журналының баш мөхәррире вазифаһын башҡара.

Ғайса Батыргәрәй улы Хөсәйенов — йөҙәрләгән ғилми хеҙмәттәр авторы, киң профилле ғалим. Уның беренсе тәнҡит мәҡәләһе 1949 йылда «Әҙәби Башҡортостан» журналында баҫылып сыға. Артабан ғалим С. ҠудашР. НиғмәтиД. ЮлтыйМ. КәримМ. Өмөтбаев ижадтарына арнап китаптар яҙҙы. Ғ. Хөсәйеновтың ғилми етәкселегендә башҡорт әҙәбиәте тарихының алты томлығы сыҡты.

Әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн Ғ.Хөсәйенов Халыҡтар дуҫлығы ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнде. Ғалим Башҡортостан Республикаһы (1976) һәм Рәсәй Федерацияһының (1989) атҡаҙанған фән эшмәкәре. «Заман. Әҙәбиәт. Әҙип» тигән китабы өсөн уға 1980 йыл республикабыҙҙың Салауат Юлаев исемендәге премияһы бирелде.

Ғайса Хөсәйенов мәктәптәр өсөн программалар, дәреслектәр, хрестоматиялар төҙөү, яҙыусыларҙың һайланма әҫәрҙәрен әҙерләү буйынса ла ҙур эшсәнлек күрһәтә.

Ғ. Хөсәйенов проза өлкәһендә лә эшләй. Бигерәк тә тарихи проза өлкәһендә ижады емешле. Әҙип «Ҡанлы илле биш» романын, «Алдар батыр Ҡиссаһы», «Пугачев фельдмаршалы» повестарын яҙҙы.

Ғ. Хөсәйенов йәмәғәт эштәрендә лә актив ҡатнаша. Ул — Башҡортостан яҙыусылар союзы идараһы, тәнҡитселәр һәм шағирҙар секцияларының бюро, «Ағиҙел», «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Ватандаш», «Йәдкәр» журналдарының редколлегия, Салауат Юлаев исемендәге республика премияһы комиссияһы ағзаһы.

1956 йылдан бирле Яҙыусылар союзы ағзаһы.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Anatoli qenatulin.JPG 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


ТАЛХА ҒИНИӘТУЛЛИН

 

Талха Йомабай улы Ғиниәтуллин (Анатолий Генатулин) — совет һәм рәсәй яҙыусыһы; тыумышы башҡорт. Урыҫ телендә яҙа. Башҡорт АССР-ның халыҡ яҙыусыһы (1990).

1926 йылда Башҡортостандың Учалы районы Ураҙ ауылында тыуған. Ауылдаштары һәм йәштәштәре кеүек уға йәшләй үҙ заманының иң ауыр йөктәрен күтәрешергә тура килә, колхоз эше менән шөғөлләнә. Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылда ФЗО-ға уҡырға китә. Уны тамамлағас, заводта әллә ни оҙаҡ эшләргә тура килмәй, 1943 йылда әле ун етеһе лә тулып өлгөрмәгән егетте хәрби хеҙмәткә алалар. Оҙаҡламай Талха фронтҡа барып эләгә һәм һуғыш тамамланғансы ауыр фронт, яу юлдарын үтә, бер нисә тапҡыр яралана. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн миҙалдар менән бүләкләнә.

1948 йылда Талха Ғиниәтуллин демобилизацияланып ҡайтҡас, Кавказ яҡтарында тоннель төҙөү эштәрендә ҡатнаша. Унан баш ҡалабыҙ Мәскәүгә килеп, заводта фрезеровщик булып оҙаҡ ҡына йылдар эшләй. Киске мәктәпкә йөрөп урта белем ала.

1966 йылда М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай.

Илленсе йылдарҙан бирле Талха Ғиниәтуллин Мәскәүҙә йәшәй, үҙәк гәзит-журналдарҙа хикәйәләрен, повестарын баҫтыра. Ул рус телендә яҙа. Әммә башҡорт кешеһенең күпселек әҫәрҙәре үҙ туған халҡы, Башҡортостаны тураһында. Күп кенә повестары һуғыш темаһына арналған.

Наградалары:

·             I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)

·             Дан ордены III дәрәжә (28.06.1944)

 

Суфиян Поварисов халык язучысы исемен алды 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


СУФИЯН ПОВАРИСОВ

 

Поварисов Суфиян Шәмсетдин улы (29.08.1924,  БашҡортостанИлеш районыТыпый ауыл) — шағир, яҙыусы, педагог. Филология фәндәре докторы. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2011). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

1924 йылдың 29 авгусында Башҡортостандың Илеш районы Тыпый ауылында тыуған. Тыуған ауылында 7 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, колхозда эшләй. 1942 йылда һуғышҡа китә. Украинаны, Венгрияны, Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. Еңеү көнөн Германиялағы Дрезден ҡалаһында ҡаршылай.

Һуғыштан һуң Ҡаҙан дәүләт педагогия иниститутында белем ала. Үзбәкстандың Наманган өлкәһендә, Татарстандың Аҡтаныш районында мәктәптә татар телен уҡыта.1950-1960 йылдарҙа «Ҡыҙыл таң» гәзитендә эшләй. 1960 йылдан һуң бөгөнгәсә Башҡорт дәүләт университетының татар һәм рус теле кафедраһында уҡыта.

Суфиян Поварисовтың ижади эшмәкәрлеге күп яҡлы. Матбуғатта уның күп шиғырҙары, «Ләлә», «Һалдат йөрәге», «Фронт юлдары» исемле поэмалары донъя күрә. Гәзиттә эшләгән үҙен оҫта журналист итеп таныта. Очерктар, мәҡәләләр йыйынтыҡтары баҫтыра.

Китаптары:

·                    «Бәхет тураһында легенда

·                    Ауыл яҙмышы кем ҡулында»

Наградалары:

·                    III дәрәжә Дан ордены (27.04.1945)

·                    II дәрәжә Ватан һуғышы ордены

·                    «За боевые заслуги» миҙалы (23.12.1943)

·                    Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

·                    Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ мәғарифының почетлы хеҙмәткәре

·                    Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премияһы лауреаты

·                    Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Флорид Буляков.jpg 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


ФЛОРИД БҮЛӘКОВ

 

Бүләков, Флорид Миңнулла улы (23.02.1948, Оло Шаҙы ауыл, Мишкә районы — 18.01.2015, Өфө) — башҡорт драматургы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы,  Рәсәй Федерацияһының  әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты,Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Флорид Миңнулла улы 1948 йылдың 23 февралендә  Башҡортостандың Мишкә районы Оло Шаҙы ауылында донъяға килә. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Совет армияһында хеҙмәт итә. 1969—1973 йылдарҙа Мишкә район мәҙәниәт һарайы янындағы «Эрвел» халыҡ бейеү ансамблен ойоштора һәм уның музыкаль етәксеһе булып эшләй. Шул уҡ ваҡытта Бөрө дәүләт педагогия институтынанда ситтән тороп белем ала. Институтты тамамлағандан һуң буласаҡ драматург «Дружба» Мишкә район гәзитендә һәм «Ленинец», «Советская Башкирия» гәзиттәрендә эшләй.

Флорид Бүләковтың пьесалары Рәсәй, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе, хатта алыҫ сит ил театрҙары сәхнәләрендә ҡуйылды. Һуңғы көндәргә тиклем ул әүҙем йәмәғәт тормошо алып барҙы, ижад менән шөғөлләнде, социаль селтәрҙәрҙә комментарийҙар яҙҙы, дуҫтары һәм китап уҡыусылар менән аралашты. 16 ғинуарҙа ул үҙенең битендә былай тип яҙҙы: «Был „һикереүҙәр“ миңә насар тәьҫир итә. Мәйет кеүек ятам. Тереләй күмелермен тип ҡурҡҡан Гоголде иҫкә төшөрәм. Хоҙай һаҡлаһын!». Ике көндән иртәнге сәғәт 11-ҙә күренекле яҙыусыға һәм драматургҡа инфаркт булды.

Флорид Бүләков әҙәбиәткә XX быуаттың 80-се йылдарында килә. Драматург бер-нисә тиҫтәнән ашыу пьеса ижад итә, улар араһында тәүге драма әҫәре «Һөйәһеңме-һөймәйһеңме?», «Ҡанатланып ос, һин Толпарым!», «Талаҡ-талаҡ», «Әбеҙәргә ни етмәй?», «Бибинур, ах, Бибинур!», «Шайморатов-генерал», «Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сыраһы», «Эх, күгәрсенкәйҙәрем!..», «Һөйөү сәғәте һуҡҡанда», «Таштуғай», «Камикадзе», «Онотолған доға», «Мөхәббәт ҡарағы» һәм башҡалар бар.

Әҙиптең пьесалары Рәсәйҙең, Украинаның, Ҡаҙағстандың, Белоруссияның, Монголияның, Төркмәнстандың, Литваның 150-нән ашыу театрында, шулай уҡ алыҫ сит илдәрҙә лә барғаны билдәле.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Азат Абдуллин.jpg 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 


АЗАТ АБДУЛЛИН

 

         Абдуллин Азат Хаммат улы — Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2014), драматург, прозаик һәм публицист.

·                    1931 йылдың 26 июнендә БАССР‑ҙың Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылында тыуған.

·                    К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлаған (1953).

·                    1957—58 йылдарҙа БДУ уҡытыусыһы.

Уның ижадына тарихи дөрөҫлөк, художестволы дөйөмләштереү тәрәнлеге, тормошсанлыҡ хас. 20 быуаттың 70‑сейылдарында йәмғиәттең социаль‑әхлаҡи мөхитен, рухи конфликтын һүрәтләүсе «Ун өсөнсө председатель» (1979) драмаһы үҙәгендә — заманынан алда барыусы кеше трагедияһы (донъяның 35 илендә ҡуйыла; тәүге тапҡыр — Евгений Вахтангов исемендәге театрҙа). Был әҫәр дәүлә һәм власть органдары чиновниктарына оҡшамай. Уны заманында КПСС Үҙәк Комитеты секретары М. А. Суслов үҙе тыя. «Ун өсөнсө председатель» пьесаһының дауамы — «Һуңғы уҙаман» (1986; яңы редакцияһы «Һағыш йылғаһы») драмаһы. Рудольф Нуриевҡа арналған «Раббым баҡсаһы» (2001) пьесаһы мәңгелек идеал эҙләүгә дусар булған ижадсы яҙмышы хаҡында бәйән итә (2004 й. Роман Виктюк театрында ҡуйыла).

Азат Абдуллин С. И. Чекмарёв тураһындағы «Онотма мине, ҡояш» (1963) документаль повесын һәм драмаһын ижад итте. Әҙиптең әҫәрҙәре илдең байтаҡ театрҙары репертуарына ингән. «Аҡтан-аҡ һөт» (1976), «Ҡыҙыл ысыҡ» (1979) документаль повестары, публицистик очерктар һәм мәҡәләләр авторы.

Наградалары:

·                    Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы (2014);

·                    С. Чекмарёв исемендәге премия лауреаты (1983);

·                    «Почёт Билдәһе» ордены (1984).

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Народные поэты и писатели РБ"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Специалист по кредитованию

Получите профессию

Экскурсовод (гид)

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 655 041 материал в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 02.02.2016 6441
    • DOCX 1.9 мбайт
    • 16 скачиваний
    • Рейтинг: 5 из 5
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Сайрамова Раиса Нурисламовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Сайрамова Раиса Нурисламовна
    Сайрамова Раиса Нурисламовна
    • На сайте: 8 лет и 9 месяцев
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 23777
    • Всего материалов: 7

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Секретарь-администратор

Секретарь-администратор (делопроизводитель)

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 475 человек из 69 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 324 человека

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 152 человека

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Технологии и анализ в медиакоммуникациях

7 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Политическое проектирование и международные отношения"

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Проведение и применение трансформационных игр

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 108 человек из 47 регионов
  • Этот курс уже прошли 50 человек