Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Научные работы / Научные работы "детей "
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 24 мая.

Подать заявку на курс
  • Другое

Научные работы "детей "

библиотека
материалов

МУНИЦИПАЛЬНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ «БАШКИРСКАЯ ГИМНАЗИЯ» ГОРОДСКОГО ОКРУГА ГОРОД НЕФТЕКАМСК















Отечественная война 1812 года

в народной памяти

(Научно-исследовательская работа)







Выполнила: Султанова Алия

Руководитель: Якшигулова Г.А.













г. Нефтекамск



НЕФТЕКАМА ҠАЛАҺЫ БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯҺЫ

ФӘННИ-ҒӘМӘЛИ КОНФЕРЕНЦИЯ











1812 ЙЫЛҒЫ ВАТАН ҺУҒЫШЫ – ХАЛЫҠ КҮҢЕЛЕНДӘ



(Эҙләнеү эше)





Башҡарыусыһы: Солтанова Әлиә,

Етәксеһе: Яҡшығолова Г.А.

















Нефтекама ҡ.



1812 ЙЫЛҒЫ ВАТАН ҺУҒЫШЫ – ХАЛЫҠ КҮҢЕЛЕНДӘ Башҡарыусыһы: 9-сы б класы уҡыусыһы Солтанова Әлиә

Етәксеһе: Яҡшығолова Г.А.



Һәр ауылдың уҡымышлы кешеләре, ғаилә аҡһаҡалдары халыҡтың һәм үҙ ырыуының тарихын яҙып барған, киләсәк быуынға еткергән. 1812 йылдың Ватан һуғышынүҙ елкәһендә татыған халҡымдың тарихы ла унда сағылған.

Теманың актуаллеге: Беҙҙең заманда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәр үткән тарих менән ҡыҙыҡһынмай. Был һорау бөгөнгө көндә лә актуаль мәсьәлә булып ҡала. Беҙҙең балаларыбыҙ үҙҙәренең ғаиләһенең, иленең тарихын, уларҙың эштәрен белергә, улар менән ғорурланырға тейеш.

Теманың исеме: “1812 йылғы Ватан һуғышы - халыҡ күңелендә”

Тикшеренеү эшенең маҡсаттары: Ватан һуғышының тарихи ваҡиғаларын асыҡлау; ата-бабаларыбыҙ алдында үҙебеҙҙең яуаплылыҡ тойғоһон көсәйтеү, тарихи хәтерҙе уятыу; һуғыш темаһы әҙәбиәттә, һынлы сәнғәттә, мәҙәниәттә, ғөмүмән алғанда тормоштағы сағылышын һәм әһәмиәтен тикшереү .

Ҡуйған маҡсаттарға ирешеү өсөн, түбәндәге мәсьәләләр ҡуйылды:

- һуғыш тураһында мәғлүмәт йыйырға;

- һуғыш менән бәйле һүрәттәр, йырҙар, бейеүҙәр, йыйырға;

Тикшеренеү эшенең предметы: тарихи ваҡиға.

Тикшеренеү эшенең объекты: Ватан һуғышы һынлы сәнғәттә, фольклорҙа, әҙәбиәттә.

Практик өлөш

Ватан һуғышы – әҙәбиәттә һәм публицистикала

1.Яныбай Хамматов “Төньяҡ амурҙары” романы. 2. С.Алексеев “Рус тарихынан хикәйәләр” Өфө. 1981й. 3.«Башҡорт халҡының матди һәм рухи мәҙәниәтендә, этнологияһында һәм антропологияһында Евразиялыҡ феномены», Өфө-2009. 4. Л.М. Юдин тикшереү эшен һуғыштың йөҙ йыллыҡ юбилейына арнай. 5. 1943 йылда Р.М. Раимов компелятив характерҙағы брошюра сығара. 6. 1959 йылда ике томлык “БАССР тарихы очерктары” очерктар йыйынты. 7. 1962 йылда юбилей публикациялары П.Е. Матвиевский һәм А.Н. Усманова. 8. 1987 йыл Ә.З. Әсфәндиәров хеҙмәте баҫыла. 9. 1992 йыл “Любезные вы мои …” йыйынтығы донья күрә. Авторҙары Мотвиевский һәм Усманов яҙмалары. 12. Р.Н. Рәхимов мәҡәләләре сыға.

Ватан һуғышы – һынлы сәнғәттә. А.О.Орловскийҙың “Башҡорттар һуғыш походында”, “Башҡорт отряды”, “Бивуактағы атлы башҡорттар”, “Башҡорт лагеры”; Петер Хасс “Березино аша үтеү”; Б. (Готфальд) П. Виллевальде “Александр I башҡорт лагерында Париждағы Бельвиль ҡалҡыулығында 1814 йылда”, “Томанлы иртәлә Дерздон янындағы дошман лагерына башҡорттар һөжүме”, “Башҡорттар 1814 йылда Фрацияла”, “Казак һәм башҡорттар 1815 йылда Кельинда ”. А.Е. Мартынов “Себер амурҙары”, С.Карделли “26 октябрь 1812 йыл Духовщина ҡалаһында еңеү”;Э.Шагеев “Башҡорт һуғышсылары”;О.Пархаев “Атлы башҡорт”; В.Мазуровский “Миром ерендәге Платов казактары эше ”; Н.Багатова “27 июндең 1812 йылында Несвижа ҡалаһы янында М.И. Платовтың Дон казактары һөжүме ”, П.Гресс “Березин йылғаһы аша үтеү” һ.б. картиналар бар.

Ватан һуғышы – фольклорҙа һәм сәнғәттә. Йырҙар: Был хаҡта әле лә йыш йырланған “Эскадрон”, “Байыҡ”, “Любизар”, “Кутузов” һәм башҡа патриотик йыр һәм марштар, легенда һәм риүәйәттәр һөйләй. Улар араһында “Ҡаһым түрә” йыры ла бар. “Байыҡ”, “Әхмәт Байыҡ”, “Байыҡ сәсән йыры”. Буранбай Ҡотосов сығарған йырҙары “Дала Йәркәйе”, “Буранбай”. Шиғыр: М.Ю Лермонтов “Бородино” шиғыры.

Бейеү: Ф.Ғәскәров исемендәге бейеү ансамбле “Төньяҡ амурҙары” бейеүендә башҡорт һуғышсыларының батырлығын күрһәтә.

Риүәйәттәр: Бында Ҡаһым түрәнең фажиғәле үлеме тураһында мәғлүмәттәр килтерелә.

Йомғаҡлау. Шулай итеп, мин был тикшеренеү эшемдә башҡорт халҡының батырлығы һәм ҡаһарманлығы тураһында мәғлүмәт менән таныштым, күренекле, ғорурланырлыҡ шәхестәр барлығын асыҡланым. Киләсәктә ғилми – тикшеренеү эшемде дауам итәсәкмен: төньяҡ-көнбайыш төбәгенән киткән һуғышсылар тураһында мәғлүмәт эҙләйәсәкмен. Ватан һуғышының тарихи биттәре йыраҡта ҡалһа ла, халҡымдың күңелендә ул һаман да һаҡланыуын асыҡланым. Мин үҙемдең башҡорт халҡы менән ғорурланам.









МУНИЦИПАЛЬНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ «БАШКИРСКАЯ ГИМНАЗИЯ» ГОРОДСКОГО ОКРУГА ГОРОД НЕФТЕКАМСК















Я из рода Бабичевых

(Научно-исследовательская работа)







Выполнила: Валиева Энже

Руководитель: Якшигулова Г.А.













г. Нефтекамск





НЕФТЕКАМА ҠАЛАҺЫ БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯҺЫ

ФӘННИ-ҒӘМӘЛИ КОНФЕРЕНЦИЯ











МИН – БАБИЧ НӘҪЕЛЕНӘН

(Эҙләнеү эше)







Башҡарыусыһы: Солтанова Әлиә,

Етәксеһе: Яҡшығолова Г.А.

















Нефтекама ҡ.



Башҡарыусыһы: Вәлиева Ынйы

Етәксеһе: Етәксеһе: Яҡшығолова Г.А.



МИН – БАБИЧ НӘҪЕЛЕНӘН

Шәжәрә - ул сал тарихҡа бағыр тәҙрә,

Күҙ яҙҙырһаң шул тәҙрәне атыр йәҙрә.

Ал бер үрнәк – бал ҡорттары төҙөй кәрәҙ,

Һин дә ятма; ҡор ояңды, үр шәжәрә!



Минең уйлауымса, үҙен башҡортмон тип һанаған һәр бер кеше башҡорт халҡының йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, моңло йырҙарын һәм, иң мөһиме, үҙенең ете быуынын – шәжәрәһен белергә тейеш. Бөгөнгө фәнни-ғәмәли конференцияға мин үҙемдең шәжәрәмде төҙөнөм һәм унда ауылым, халҡым тарихының сағылышын таптым.

Эҙләнеү эшен алып барғанда үҙ алдыма ошондай маҡсаттар ҡуйҙым:

быуындар араһында бәйләнеште, туғанлыҡты нығытыу, нәҫел тармаҡтарын барлау; аралаштың, нәҫелдәштең үҙ шәжәрәһе алдында яуаплылыҡ тойғоһон көсәйтеү, тарихи хәтерҙе уятыу; араның затлы шәхестәренә һәм ауылда йәшәгән данлы шәхестәргә хөрмәт күрһәтеү.

Беҙҙең заманда, ҡыҙғанысҡа ҡаршы күптәр үткән тарих менән ҡыҙыҡһынмай. Беҙ үҙебеҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың, әбей-әсәйҙәребеҙҙең аталарын, уларҙың кем булғанын, тамырҙарыбыҙ ҡайҙан башланғанын, нимә менән ул беҙҙең илде данлағанын белмәйбеҙ. Тамырҙарыбыҙҙы онотабыҙ, тимәк үҙебеҙҙе юғалтабыҙ. Был актуаль мәҫәләне иҫтән сығармайынса, уны ыңғай хәл итергә кәрәк икәнен аңлайбыҙ.

Шәжәрәләр хаҡында төрлө китаптар уҡыу миндә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Шулай итеп, һәм фәнни-ғәмәли конференцияға үҙемдең нәҫелемдең шәжәрәһен төҙөүҙә ҙур этәргес көс булды.

Үҙемдең ғаиләм менән ғорурланырға, әлбиттә, минең хоҡуғым бар, сөнки минең ғаиләм ауылыбыҙҙа иң ихтирамлы ғаиләләрҙең береһе.

Мәҫәлән, атайым, Вәлиев Марсель Фәғим улы, милиция майоры, әлеге ваҡытта Себерҙә эшләй. Ул Мәскәү милиция академияһын тамамлаған. Әсәйем, Вәлиева Лира Әнүәр ҡыҙы, ауылда математика уҡыта. Уны балалар бик ярата һәм ихтирам итә. Мортазин Әнүәр олатайымдың юғары белем алыу тураһында 3 дипломы бар. Ул уҡытыусы, адвокат булып эшләгән. Мортазина (ҡыҙ фамилияһы Бабичева) Зөһрә өләсәйем - Бабич нәҫеленән, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән.

Оло олатайым Мохтабар Сәҙретдинов – өләсәйемдең атаһы – сәнғәт мәктәбен тамамлаған, Ярославль ҡалаһында институтҡа уҡырға ингән, Бөйөк Ватан һуғышы башланыу арҡаһында уны тамамлай алмаған. Уны 3 туғаны менән фронтҡа ебәргәндәр. 4 бер туған араһынан бер үҙе иҫән ҡалған. Һуғыштан һуң Мишкә районының Ҡыйғаҙы-Тамаҡ ауылында физика һәм математика уҡытыусыһы булып эшләгән. Уның ҡатыны мулланың 17-се балаһы булып донъяға килгән. Уға 3 йәш тулғанда атаһы үлеп киткән. Күп балалы ғаиләгә бик ауыр тура килгән. 16 йәшендә оло өләсәйем Урал яҡтарына шахтаға эшкә китергә мәжбүр булған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, фашистарға эләкмәһен тип, шахталарҙы шартлатырға мәжбүр булғандар. Оло өләсәйем тыуған ауылына ҡайтҡан.

Мохтабар оло олатайымдың атаһы Сәҙретдин 1867 йылда ошо уҡ ауылда тыуған. Беҙҙең быуындан-быуынға күскән хикәйәләр һөйләүе буйынса, ул баһадир кәүҙәле, оҙон буйлы кеше булған. Уны 25 йыллыҡ батша хеҙмәтенә алалар, тик бер нисә йылдан һуң офицер яһап кире ҡайтаралар. Ауылда староста итеп ҡуялар. Уның оло олатайы Илекәй, шулай уҡ хәрби кеше булған.

Билдәле булыуынса, Илекәй Бабичев 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт полктарының береһенә командир итеп тәғәйенләнгән. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн батша уға рәхмәтен белдереп, хәҙерге Мишкә районы Ҡыйғаҙы-Тамаҡ ауылында ер бүләк иткән.

Белеүебеҙсә Бабичевтар нәҫеле Ҡаңлы ырыуына барып тоташа (Сакланов, Байыҡ, Көйөк тармағы). 1812 йылда Франция ғәскәрҙәре Рәсәйгә ҡаршы һуғыш башлаған осорҙа был оло, тәрән тамырлы ырыуҙың ир егеттәре лә алыштарҙа ҡатнашҡан. Тик бик күп документтар юҡҡа сығарылған, йәки теркәлеп барылмағанлыҡтан ул осорҙоң мәғлүмәттәрен, минең ырыуымдың башҡа ҡатнашыусыларын таба алманым. 1832 йылда һуғышта ҡатнашып иҫән ҡалған яугирҙәрҙең исемлегенән йөҙ башлыҡтары Бәхтигәрәй Иҫәнғолов менән Мөхәмәтғәли Боранғолов (Антөркәй һәм Килим ауылдары) тураһында ғына мәғлүмәт табылды. Улар миҙал менән бүләкләнгәндәр. Ул үҙенең бер туған ағалары Ишалы, Ғәйнулла, Ишбулды Һәм Ишкилде менән ошо яҡтарҙа йәшәй башлаған. Ошо дүрт туғандың атаһы Мөхтәр, ә олаталары булып Бабич иҫәпләнә.

Шулай итеп, 1854 йылды Ҡыйғаҙы-Тамаҡ ауылына нигеҙ һалыныу йыл тип, иҫәпләргә мөмкин. Ошо ауылдың тарихы Бабичевтар менән бәйле. Ошо нәҫелдән азатлыҡ өсөн көрәшеүсе, шағир Шәйехзада Бабич, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисткаһы Таңсулпан Бабичева кеүек күренекле шәхестәр сыҡҡан.

Шәйехзада Бабич Илекәй Бабичевтың бер туған ағаһы Ишбулды нәҫеленән. Ишбулдының Ғилуан исемле улы була, Ғилуандың улы Мөзәмәтзакир – Шәйехзаданың атаһы.

Ҡыйғаҙы-Тамаҡ ауылына Шәехзаданың атаһы Мөхәмәтзакирҙы 1888 йылда имам-хәзрәт итеп ҡуялар. Тимәк, Дүртөйлө районының Әсән ауылына йәшәргә күскәнсе улар 1852 йылдан бирле Ҡыйғаҙы-Тамаҡ ауылында йәшәгәндәр.

Шулай итеп, мин был тикшеренеү эшемдә үҙемдең нәҫелемде тикшереп сыҡтым, унда күренекле, ғорурланырлыҡ шәхестәр барлығын асыҡланым. Өләсәйем Шәйехзада Бабич нәҫеленән икәнен барланым. Киләсәктә ғилми – тикшеренеү эшемде дауам итәсәкмен: үҙемдең шәжәрәмде төҙөйәсәкмен. Был йүнәлештә эште башланым инде.Үҙемдең шәжәрәм менән туғандарымды, киләсәктә балаларымды таныштырасаҡмын. Нәҫел ебе өҙөлмәһен, дауам итһен, туғанлыҡ хисе көслө булһын. Ғаиләһе көслө булған ил дә көслө була.

Минең өләсәйем үҙенең балалары менән ғорурлана. Ә мин үҫкәс минең менән ғаиләм һәм тыуған Башҡортостан ғорурланһын! Үҙ алдыма ҡуйған маҡсаттарға ирештем, тип уйлайым.

МУНИЦИПАЛЬНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ «БАШКИРСКАЯ ГИМНАЗИЯ» ГОРОДСКОГО ОКРУГА ГОРОД НЕФТЕКАМСК















ИЗУЧЕНИЕ ТРАДИЦИОННОГО БАШКИРСКОГО ЖЕНСКОГО КОСТЮМА

(Научно-исследовательская работа)







Выполнила: Нуриева Камилла

Руководители: Якшигулова Г.А.,

Давлетгараева Ф.Ф.













г. Нефтекамск





НЕФТЕКАМА ҠАЛАҺЫ БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯҺЫ

ФӘННИ-ҒӘМӘЛИ КОНФЕРЕНЦИЯ











Традицион башҡорт кейемен өйрәнеү

(Эҙләнеү эше)







Башҡарыусыһы: Нуриева Камилә

Етәкселәре: Яҡшығолова Г.А,

Дәүләтгәрева Ф.Ф.

















Нефтекама ҡ.



Автор проекта: Нуриева К.

Руководители проекта: Якшигулова Г.А.

Давлетгараева Фируза Фирусовна, воспитатель ГПД



ИЗУЧЕНИЕ ТРАДИЦИОННОГО БАШКИРСКОГО ЖЕНСКОГО КОСТЮМА

В современном мире народный костюм является одним из наиболее ярких выразителей национального своеобразия народа. В нем запечатлены творческие находки и достижения многих поколений. Поэтому изучение традиционного башкирского женского костюма стало для меня одним из интересных проектов в моей исследовательской работе. Проанализировав научные труды, я определила тему исследовательской работы: «Изучение традиционного башкирского женского костюма».

Объект исследования: изучение национального башкирского женского костюма на уроках истории и культуры Башкортостана и во внеурочное время.

Предмет исследования: традиционный национальный башкирский женский костюм.

В последние годы возникла проблема создания настоящего башкирского национального костюма. На первое место выходят сценические костюмы, которые не всегда совпадают с оригиналами. В этом заключается актуальность моего исследования.

Цель исследования: изучение истории развития башкирского женского костюма, разработка эскиза традиционного женского костюма и ее шитье.

На основании теоретического анализа проблемы, была сформирована гипотеза:

изучение и разработка башкирского женского костюма будет успешным в том случае, если работа будет основываться на достоверных источниках.

Для реализации выдвинутой цели и предполагаемой гипотезы сформированы задачи:

1) анализ научной и методической литературы; 2) изучение традиционного женского костюма; 3) изучение истории, разновидностей традиционного женского костюма и подбор иллюстраций; 4) разработка эскиза традиционного женского костюма и воплощение его на материале.

Методы исследования: теоретический анализ научной и методической литературы по исследуемой проблеме; наглядного иллюстрированного материала.

Подлинно старинный национальный костюм башкир ушел в прошлое. Образцы-подлинники, тоже немногочисленные, сосредоточенные в музейных коллекциях, относятся лишь к периоду рубежа XIX и XX веков. Теперь, к началу XXI столетия, они рассмотрены как памятники материальной культуры башкир, обстоятельно изучены в этнографических трудах, прежде всего - в исследованиях Шитовой С. Н.

Карта деления башкирского народа на этнографические группы (на основе различий в одежде) Их всего 7.

Общая характерность проявляется в использовании традиционных для культуры этноса материалов (войлок, кожа, мех, сукно и другие ткани домашнего изготовления, а с последней трети XIX - начала XX века - фабричного).

В декоративных особенностях национального костюма узнаются черты древней культуры, сложившейся на Южном Урале. Эти черты составляют глубинные корни искусства как степных, кочевых, так и земледельческих, лесостепных, башкир.

В башкирском народном женском костюме можно выделить следующие комплексы: костюм девочек, взрослых девушек, молодых женщин, женщин среднего возраста и старух. Шили платья из холста, пестряди, покупной ткани.

К шейным украшениям относятся бусы, чаще коралловые, реже стеклянные или из янтаря. Гораздо чаще они надевали муйынсак.

Женский национальный костюм башкир состоял: из платья, нагрудной повязки, широких шароваров-штанов, заправленных в чулки или носки, короткой безрукавки или приталенного кафтана, туфель или сапог и соответствующего возрасту и семейному положению головного убора. Женские платья были закрытой формы, с глухим воротником, длинным рукавом, широким, длиной до щиколоток, подолом.

Костюм башкирского населения четырех областей, удаленных одна от другой за сотни километров, различен по силуэту, покрою, по использованию декоративных средств.

B декоративном оформлении костюма разных башкирских родов есть общие черты: размещение орнамента на одежде. Башкирский орнамент включал в себя знаки - обереги, с помощью которых человек стремился оградить себя от злых духов. Шумящие подвески также использовались для отпугивания злых духов.

Историко-сравнительный анализ всех разнообразных женских празднично-обрядовых головных уборов позволяет увидеть в них одну общую черту: все эти уборы являлись изображениями птиц.

Женский костюм дополнялся массивными нагрудниками селтяр, хакал и яга.

При выделке обуви на местах, помимо кожи, использовали сукно, войлок, мех, шкуры, а также материалы растительного происхождения: лыко, бересту. Нередко обувь была комбинированной. Шили ее мужчины и женщины.

Повсеместно распространенным в Башкирии средством орнаментации тканей в прошлом была вышивка. Вышивкой украшались почти все составные элементы костюма: платья и рубахи, головные уборы, верхняя одежда и даже обувь. Вышивая одежду, использовали различные технические приемы: тамбурный шов, косую сетку, счетную гладь, строку.

Таким образом, старинный башкирский костюм в своем декоративном убранстве, от самой макушки шапочки до самых пяток, был щедро орнаментирован вышитыми, ткаными узорами, при этом строго соблюдалась традиционно отработанная композиция костюма как система. А лаконичное сочетание красного, черного, в богатом дополнении серебром, составляло характерность его цветового и колористического решения.

Чтобы возрадить традиционный национальный стиль башкирского костюма, нами (мною, Фирузой Фирусовной, Гульназ Гадельяновной) разработаны и сшиты головной убор – кашмау, платье, елян, нагрудник - муенсак и обувь - сарыки. В котором, сохранены все основные этапы шитья. Национальный башкирский костюм не однороден и не закончил свое формирование и в наши дни, поэтому в нее внесла и свои коррективы – использовала бусинки и бисер современного производства. Прототипом моего костюма взято праздничная одежда населения долины р. Демы, которая содержит примерно те же предметы, что и на юго-востоке Башкирии.



МУНИЦИПАЛЬНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ «БАШКИРСКАЯ ГИМНАЗИЯ» ГОРОДСКОГО ОКРУГА ГОРОД НЕФТЕКАМСК















ИЗУЧЕНИЕ ТРАДИЦИОННОГО БАШКИРСКОГО ЖЕНСКОГО КОСТЮМА

(Научно-исследовательская работа)







Выполнила: Нуриева Камилла

Руководители: Якшигулова Г.А.,

Давлетгараева Ф.Ф.





г. Нефтекамск





НЕФТЕКАМА ҠАЛАҺЫ БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯҺЫ

ФӘННИ-ҒӘМӘЛИ КОНФЕРЕНЦИЯ











Традицион башҡорт кейемен өйрәнеү

(Эҙләнеү эше)







Башҡарыусыһы: Нуриева Камилә

Етәкселәре: Яҡшығолова Г.А,

Дәүләтгәрева Ф.Ф.





Нефтекама ҡ.









НЕФТЕКАМА ҠАЛАҺЫ БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯҺЫ

ФӘННИ-ҒӘМӘЛИ КОНФЕРЕНЦИЯ

















Башҡарҙы: Туҡтамышев Раян

Етәксеһе: Яҡшығолова Г.А.















Нефтекама ҡ.

МУНИЦИПАЛЬНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ «БАШКИРСКАЯ ГИМНАЗИЯ» ГОРОДСКОГО ОКРУГА ГОРОД НЕФТЕКАМСК















ЛУЧ СВЕТА

(проект)







Выполнил: Туктамышев Раян

Руководитель: Якшигулова Г.А.,













г. Нефтекамск



Йөкмәтке





1. Инеш



2. I бүлек Башҡортостандың төньяҡ – көнбайыш төбәген данлаусы бөйөк шәхес тарихсы, шағир һәм мәғрифәтсе Ғарифулла Кейеков.

3. II бүлек Ғ. Кейеков әҫәрҙәрендә мәғрифәтселек идеяларының сағылышы

4. Һығымта



5. Ҡушымта “Белемлелек - арыҫландан көслө батыр”



6. Ҡулланылған әҙәбиәт



ИНЕШ

Үткәнһеҙ бөгөнгө, бөгөнгөһөҙ киләсәк юҡ. Был тормоштоң үҫеш ҡануны. Һәр быуын үҙенән алда килгән быуын тыуҙырған матди һәм рухи байлыҡтар менән генә ҡәнәғәтләнеп ҡалһа йәки, киреһенсә, уларҙы бөтөнләй инҡар итһә, тормошта алға китеш булмаҫ ине. Үткәнгә таяныу, уның ҡаҙаныштарын һәм традицияларын үҙләштереү һәм камиллаштырыу, улар ерлегендә яңыны тыуҙырыу – бөтә төр үҫештең тәүшарты.

Художестволы әҙәбиәттә лә ул шулай. Фәҡәт быуындан быуынға күсә һәм байытыла, камиллаштырыла килеү арҡаһында ғына һүҙ сәнғәте бөгөнгө кимәлгә күтәрелә алған. Бында үткән дәүерҙә ижад ителгән әҫәрҙәрҙе, йәғни әҙәби мираҫты, дөрөҫ баһалау һәм файҙаланыу мәсьәләһе мөһим әһәмиәткә эйә.

XIX быуаттың аҙағында - XX быуаттың башында башҡорт халҡы милләт булып формалашыуҙың һуңғы, хәл иткес стадияһына аяҡ баҫа. Ултыраҡ тормошҡа күсеүҙең нигеҙҙә тамамланыуы, фән һәм мәғрифәттең һиҙелерлек алға китеүе, илдә капиталистик ижтимағи-экономик мөнәсәбәттәрҙең нығыныуы һөҙөмтәһендә һәм, бигерәк тә, бөтә донъяны дер һелкеткән рус революцион – демократик хәрәкәте тәҫьирендә халыҡтың милли үҙаңы үҫешендә бығаса булмаған үҫеш күҙәтелә. Ваҡытлы матбуғат биттәрендә башҡорт теленең байлығын һәм күркәмлеген маҡтап, үҙаллылыҡҡа хоҡуғын яҡлап яҙылған мәҡәләләр донъя күреүе, саф башҡорт телендә фәнни – популяр хеҙмәттәр һәм художестволы әҫәрҙәр ижад ителә башлауы ошо процестың үҙенсәлекле бер сағылышы. Милли ойошоу хәрәкәтендә айырым әҙиптәрҙең һәм ғалимдарҙың эшмәкәрлеге ҙур әһәмиәткә эйә була. Яҙыусы Ғәли Соҡоройҙоң улы шағир, тарихсы һәм мәғрифәтсе Ғарифулла Кейеков шундайҙар иҫәбенә инә.

Тикшеренеү эшенең маҡсаттары:

1. Атаҡлы башҡорт ғалимы, оло шәхес, тарихсы һәм мәғрифәтсе Ғарифулла Кейеков тураһында белемде тәрәнәйтеү,

2. Уның башҡорт әҙәбиәтенә тос өлөш индергән шағир, мәғрифәтсе булыуын күрһәтеү.

3.Ғалимдың ижады өлгөһөндә уҡыуға, аң - белемгә һөйөү тәрбиәләү.



Теманың актуаллеге: Бөйөк ғалим, тарихсы, шағир һәм мәғрифәтсе Ғ. Кейековтың әҙәбиәт өлкәһендәге ижадына ҡағылышлы эштәр аҙ. Шуның өсөн, уның ижадын өйрәнеү бөгөнгө көндә бик мөһим. Әҙиптең халыҡ тарихын яҡшы белеүе, халыҡты яҡтылыҡҡа, аң - белемгә, уҡыуға өндәүе бөгөнгө көн өсөн дә бик актуаль.

1 бүлек

Ғарифулла Кейеков ғалим һәм мәғрифәтсе, дин эшмәкәре булып таныла. Бәләкәй саҡта ғәйәт тере, сая малай була. Күҙәтеүсән, күргәнен хәтерҙә ҡалдырыусан булыуы менән айырылып торған. Ул үҙенең күргән нәмәләре хаҡында һүҙ барғанда “күрҙем, күрҙем” тип яуап бирә торған булған. Шундай риүәйәт һаҡланған. Ғәли Соҡорой малайы Ғарифулланы күсер артына ултыртып: “Бар, ниҙәр күреп ҡайтырһың, урман – һыуҙарҙы, болон – ҡырҙарҙы яҡшылап күҙәт, үҫкәс үҙеңә күсеп ултырыу өсөн кәрәк булыр”, - тип сәфәргә сығарып ебәргән. Улар өс тәүлектә донъя күреп әйләнеп ҡайтҡандар.

Ҡара урманға кергәнсе, ҡабыҡ күперҙе сыҡҡас Яңы Соҡор ауылын күрҙем. Ҡоштар һайрап торған әрәмәләрҙе, һырлы маңлайлы тауҙарҙы, сәскәләр менән ҡапланған юлһыҙ ерҙәрҙе күрҙем. Инеш буйындағы юлдан барып, Зиремзи уйһыулығында төн уҙғарҙыҡ, сәй ҡайнатып эстек. Йоҡоға киткәнсе күктәге йондоҙҙарҙы күрҙем, иртәгеһен шул кескенә инеш буйлап тағы ла ҡара урман аша уҙып, бик матур аҡланға сыҡтыҡ. Унда ете урындан аҡтарылып сыҡҡан ете шишмәнең инешкә ҡушылғанын күрҙем. Беҙ шул шишмәләрҙән йыраҡ түгел тағы бер төн уҙғарҙыҡ.

Ваҡ ҡом араһынан типкән, тоноҡ һәм саф һыулы шишмәнең һәр күҙе мине күрҙеңме тип миңә ҡарап торғанын күрҙем. Мин уларға:”Күрҙем, күрҙем!” – тип баш эйҙем…”

Быларҙы ауылға әйләнеп ҡайтҡас кес кенә Ғарифулла һөйләгән тип хикәйәт итәләр. Хәҙерге көндә шишмә “күҙҙәре”нән бер сығанаҡ хасил итеп ҙур шишмә яһағандар. Уны “Күрҙем хәҙрәт шишмәһе” тип йөрөтәләр икән. Бына шул матур урынға Иҫке Соҡор ауылынан 10 – 12 ғаилә күсеп килә. Уларға ауыл исемен уйлап та тораһы булмай – ауыл үҙенән-үҙе “Күрҙем” исеме менән атала башлай. Бында мулла булып Ғарифулланың ағаһы килә. Тора – бара шишмәнән саҡрым – саҡрым ярым йыраҡлыҡта башҡа ауылдар ҙа барлыҡҡа килә. Совет власы йылдарында, теүәл әйткәндә, 1922 йылда Иҫке Соҡорҙан Болғар тигән ауыл айырылып сыға.

Ғарифулла үҙе лә шул “Күрҙем” ауылында төпләнә. Әммә уға ҡәҙәре әле ул мәҙрәсәләрҙә уҡый, һалдат хеҙмәтен үтә. Ул 16 – 17 йәшенә тиклем Шығай ауылы мәҙрәсәһендә уҡый.

Ғарифулла Ҡазанда биш йыл йәшәй, үҙ аллы ла, мәҙрәсәләргә йөрөп тә ғилем өҫтәй. ейәндәренең иҫтәлектәренә ҡарағанда, Ҡазан университетында ла дәрестәр тыңлаған. Шул биш йыл дауамында ул ауылына ҡайтҡан һайын Ҡәйүм Насыриҙың китаптарын алып ҡайтып һатып бирә торған булған. Уның 1880 йылда ташҡа баҫылып сыҡҡан нәҫел шәжәрәһен дә күпләп алып ҡайтып һата.

Ғарифулла һалдат хеҙмәтен Курск һәм Харьков губерналарында үтә. Һуңынан Күрҙемгә ҡайта. Буби һәм Троицк мәҙрәсәлерендә белем алған, рус, фарсы телдәрен яҡшы белгән Нуриәсмә тигән ҡыҙға өйләнә. Улар икеһе лә бөтөн булмыштары менән халыҡҡа хеҙмәт итәләр.

Күрҙемдә Ғарифулланың бер һәм ике ҡатлы дүрт йорто була. Береһендә мәҙрәсә урынлаша. Иртән ир балалар, өйләнән һуң ҡыҙ балалар уҡыған. Ҡыҙҙарға Нуриәсмә абыстай дәрес биргән.

Ғарифулланың Хәнифә, Зөһәйрә исемле ҡыҙҙары ла үҫеп еткәс, ҡыҙҙар мәҙрәсеһендә дәрес биргәндәр, һуңынан мөғәлимә булараҡ совет мәктәптәрендә лә оҙаҡ йылдар уҡытҡандар. Ғарифулланың бер йортоноң бүлмәһендә дарыухана эшләгән. Унда төрлө үләндәрҙән яһалған дарыуҙарҙы ауырыуҙарға бушҡа биргәндәр.

1911 йылдағы аслыҡта хәйер һорашып йөрөүсе теләнселәр һәм башҡа мосафирҙар өсөн Күрҙемдең ике оло урамы киҫешкән урынында Ғарифулла махсус “Мосафирхана” һалдыра. Унда кереүселәр түләүһеҙ йылы аш ашап, ҡунып сыға торған булғандар.

Октябрь ревлюцияһын ғалим һәм әҙип булараҡ, Ғарифулла сит – ят итмәй. Уға ҙур өмөттәр бағлай. Шағир йәнле ауыл муллаһы үҙенең шәкерттәрен һалдаттар кеүек теҙеп, йыр йырлатып урамдан уҙҙыра торған булған.

Ғарифулла менән Нуриәсмәнең донъяға 12 балаһы тыуған. Ел-дауылдар был ғаиләне лә аямай. 1918 йылдың эҫе йәй көнөндә олуғ ғалим йән бирә. Шулай итеп ауылда 45 йыл буйына имам-хатип һәм мөдәрис булған олуғ ғалимдың ғүмере өҙөлә. Тора – бара уның улдары, ейәндәре “халыҡ дошманы” нәҫелен дауам итеүселәр булараҡ, пыран-заран килтерелә. Ғөмүмән, бер-береһе менән аралашып йәшәүҙән мәхрүм ителәләр.



II бүлек

Ғ. Кейеков бай һәм күп яҡлы ижади мираҫ ҡалдырған. Беҙҙең көндәргә уның баҫылып сыҡҡан сәсмә һәм шиғри китаптары, публицистик мәҡәләләре һәм ҙур күләмдә ҡулъяҙмалары килеп еткән.

1903 йылда Ғ. Кейековтың “Диуани сыбъян, йәки Ҡафийати сыбъян” (“Балалар өсөн шиғри йыйынтыҡ, йәки Балалар өсөн рифмалар”) исемле китабы донъя күрә. Йыйынтыҡ баштан – аяҡ мәғрифәтселек һәм йәҙитселек идеялары менән һуғарылған. Автор башта Рәсәйҙә фән һәм техниканың алға китеүе, культура һәм мәғрифәттең күтәрелеүе тураһында һүҙ йөрөтә, кеше тормошона машина, телефон һәм телеграф килеп инеүен, һуҡыр шәмде электр алмаштырыуын маҡтай һәм артабан, үҙ халҡына мөрәжәғәт итеп, заман менән йәнәш атларға, иҫке тормош ҡалдыҡтарынан, традицион культуранан арынырға саҡыра. Ул мәҙрәсәләрҙә, донъяуи фәндәрҙе күберәк индереп, йәҙитселәр күтәреп сыҡҡан “яңы ысул менән” уҡытыуҙың кәрәклеге хаҡында әйтә.

Ғилемгә гүйә мифтахтыр ысул жәдид,

Дәрескә гүйә мисбахтыр ысул жәдид.

Сабыйларға тел ачҡычы, шәкертләргә һәм басҡычы;

Яҙыу танырға мифтахтыр ысул жәдид.

Ғүмер бушҡа узмаға, кейем юҡҡа тузмаға

Ғилемлеккә истифахтыр ысул жәдид.



Мәҙрәсәләрҙә уҡып, хәрби хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Күрҙем ауылында халыҡтың актив ярҙамы менән ике ҡатлы мәҙрәсә һалдыртыуы һәм яңы ысул менән уҡытыуҙы ойоштороп ебәреүе хаҡында хәбәр итә. Заманында ошо мәҙрәсәлә һабаҡ алған кешеләрҙең хәтерләүе буйынса, мәҙрәсәнең өҫкө ҡатында уҡыу кластары һәм китапхана, аҫҡы ҡатында ашхана һәм күрше ауылдарҙан йөрөп уҡыусы шәкерттәр өсөн йоҡо бүлмәләре, ә ихатаһында мунса, ҡоҙоҡ һәм уйын майҙансығы булған. Бында уҡыуға, автор һүҙҙәре менән әйткәндә, “барча сыбъян булды лазым”, йәғни Күрҙемдәге генә түгел, яҡын тирә-яҡ ауылдарҙағы һәммә балаларҙа йәлеп ителә. Ғарифулла уҡыу йәшенә еткәнһәр баланың исем – фамилияһын үҙенең дәфтәренә теркәп барған.

Китапта туранан-тура балаларға мөрәжәғәт ителгән юлдар ҙа бар:

Лафзы маҡсудмы сиңә, уҡыу маҡсудмы сиңә;

Мәғәнә аласың килсә, уҡыу мәғлүм әүәл.

Һәр көн килгел сабаҡҡа, сәғәтеңне яздырма;

Алға китәсең килсә, уҡыу мәғлүм әүәл.

Белгәнеңне онотма, китабыңны һич йыртма;

Бәхетле буласың килсә, уҡыу мәғлүм әүәл.

Был һүҙҙәр һәр осор, һәр заман өсөн актуаль яңғырай. Өҙөктөң һуңғы юлы үҙенең мәғәнәһе буйынса мәғрифәтсе – демократтарҙың төп лозунгыһы менән ауаздаш һәм заманына күрә алдынғы идеяларҙы сағылдыра. Китап башҡорт балалар әҙәбиәтенең нигеҙ таштарынан иҫәпләнергә хаҡлы.

Һығымта

Бына шулай үҙенең исеменә есемен тап килтереп күп яҡлы ҙур, бөйөк эштәр башҡара Ғарифулла Кейеков. Уның бөйөклөгө, шөһрәтле талант эйәһе булыуы айырыуса фән донъяһында күренде. Ғ. Кейеков – ысын мәғнәһендә ҙур шиғыр оҫтаһы, үҙенең ижады менән тотош бер поэтик мәктәп тыуҙырған бөйөк әҙиптәрҙең береһе. Тура һүҙле, халыҡ ғәменә, ил фекеренә тоғро күңелле булғаны өсөн дә мәғрифәтсенең тормош юлы бик ауыр һынауҙар һәм ҡаршылыҡтар аша үтә. Ул ауылда мулла вазифаһын үтәү менән бергә, ижади мәғрифәтселек эшендә һәм мәҙрәсәлә шәкерттәрҙе уҡытыуҙа яңы тәртиптәр урынлаштырырға ынтылған оло шәхес.

Кейековтарҙың шәжәрәһе бөгөн дә тармаҡлана бара. 1930 йылдарҙа бер Бөрө өйәҙендә генә меңдән артыҡ кеше Кейеков фамилияһын йөрөткән. Тамырҙарына күпме генә балта сапһалар ҙа ҡорота алмағандар. Сөнки тамыр остары бик тәрәндә - Мәсем, Иҫән хандар дәүеренән килә. Уға Күрҙемдәге изге хәҙрәт шишмәһе лә көс биргәндер. (Хәҙерге ваҡытта был шишмә төҙөкләндерелгән).

Ә киләсәккә Ғәли Соҡорой, Ғарифулла Кейековтар менән барыу кәрәктер, бик тә кәрәктер.

Уларҙың нәҫеленең девизы: “Көлгә күмел – көн күр!”. Был һүҙҙәр бөтә башҡорт халҡының девизы булырлыҡ тиһәк тә , хата булмаҫ.

Ғүмер бушҡа узмаға, кейем юҡҡа тузмағаҒилемлеккә истифтахтыр ысул жәдид….

Ҡулланылған әҙәбиәт



  1. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 6 томда. 2-се том. Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1990, 582 бит.

  2. Нуртдинов Р., Ғәрифуллин Д. Соҡорой Ғәли. Яр Саллы типографияһы.-2004, 104 бит.

  3. Надыргулов М. Башкирские рукописные исторические источники конца 19-го начала 20 века и письменное наследие Г.Киикова, Ватандаш, 2001, 8, 86-89 –сы б.б.





































МУНИЦИПАЛЬНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ «БАШКИРСКАЯ ГИМНАЗИЯ» ГОРОДСКОГО ОКРУГА ГОРОД НЕФТЕКАМСК















Отражение веков в моей родословной


(проект научно- исследовательской работы)





Выполнил: Шарипов Айдар

Руководители: Якшигулова Г.А.,

Гильфанова Г.Г.















г. Нефтекамск





НЕФТЕКАМА ҠАЛАҺЫ БАШҠОРТ ГИМНАЗИЯҺЫ

ФӘННИ-ҒӘМӘЛИ КОНФЕРЕНЦИЯ











Быуаттар ауазы- минең шәжәрәмдә

(Эҙләнеү эше проекты)







Башҡарыусыһы: Шәрипов А.

Етәкселәре: Яҡшығолова Г.А,

Ғилфанова Г.Ғ.















Нефтекама ҡ.

Шарипов А.

Руководители: Гильфанова Г.Г.

Якшигулова Г.А.



Моя исследовательская работа посвящена изучению родословной рода Канн-Канлы которому я отношусь. Актуальность исследования проблемы. При составлении шежере у меня не возникало особых проблем в поиске информации о своей родословной. Из источников и документов о происхождении рода, собранных моим дедушкой, я понял, что мой род имеет глубокие корни и среди моих предков есть знаменитые личности.

Тема: «Отражение веков в моей родословной»

Цель работы: Изучение сведений о своей родословной.

Задачи: найти информацию о родовой принадлежности и выявить последовательность степени родства; найти и наладить родственные отношения с представителями рода Кан-Канлы из других районов; доказать, что информация достоверная и имеются документальное подтверждения; оформление и защита шежере.

Объект исследования: история происхождения рода Кан-Канлы и его знаменитые личности.

Предмет исследования: архивная документация. Участники исследования: родственники.

Гипотеза исследования: мы предполагаем, что моя родословная имеет глубокие корни и имеет историческое значение.

Методы исследования: опрос; наблюдение; сбор информации из книг, журналов, газет, Интернета; изучение архивного документа;

Результаты исследования: защита проекта.

Материалы исследовательской деятельности апробированы в городском конкурсе «Лучший уголок шежере» (А. Шарипов, I место в номинации «За шежере с самыми глубокими корнями», 2010г.), и в НПК по ИКБ (гимназия - I место) в 2013г.

Практическая значимость работы: Мой исследовательский проект может быть использован на уроках ИКБ, во внеурочной воспитательной работе.

Работа состоит из введения, двух глав, заключения, библиографии, приложении и презентации.

Первые источники о моем роде Кан-Канлы начинаются с IV века нашей эры. Именно в 358-378 годах Булярское (Билярское) княжество возглавлял выходец ирано-шумерского происхождения князь Булюмар, младший сын Масгута, мой предок в 50 поколении.

Территория расселения моего рода Кан-Канлы охватывает 9 районов республики Башкортостан и насчитывает 85 населенных пунктов Канлинской волости.

До татаро-монгольского нашествия в Башкортостане существовало 18 родов племени кангло-печенегов, к концу XVIII века, остались 8 родовых подразделения: Актау, Сынташ, Идель, Кобау, Кыр, Кыпсак, Юрактау, Шамшады. На сегодняшний день остались только четыре: Актау – канглы, Идель – канглы, Кыр – канглы, синташ канлы, Юряктау – канглы. Я отношусь к основному роду Идель - канглы. Сегодня в республике проживает более 400 тысяч кангло-печенегов. Общее количество знаменитых личностей совместно с современными родственниками составляет 55 человек.

Атрибуты рода. Создателем опознавательных атрибутов рода Кан-Канлы является князь Кан-Канлин, сын Хатая. (1270-1360гг.) Создал тамги: вилы, молот, папоротник, два ребра, крестовина. Символ и родовая птица - журавль. Дерево – дуб. Существует флаг светло-зеленого цвета, где показаны все атрибуты рода. Он утвердил с властями Золотой Орды территорию Канлинского улуса. Получил тарханную грамоту.

Идяш-батыр (1506-1588гг) в сентябре 1553 года добровольно присоединиться к русскому государству. Земельный документ с определением границ передавался из поколения в поколение жителями села Сабай, потомками Инчигула - Минея - Сюлюка - Султука - Бойка - Саклана - Суряша – Идяша. Со своей дружиной участвует в Ливонской войне в составе Русской армии. Князь Боик Сакланов (1633-1735гг.) добился от власти закрепления за ним всей территории Канлинского улуса. Выдача Жалованной грамоты с указанием его границ состоялась в Казани в 1672 г. Изначально князья Алып, Айбат, Аттила создают гуннскую державу. Князья Бель-Кермек, Суряш, Суряш, Татра становятся основателями княжества Алтын-оба. (Золотое становище) Князья Боян-Чельбир, Тубджак, Албури - Кара Булгар. Основателем Великой Булгарии является князь Кубрат. Булгария процветает при правлении князей Бат-Бояна, Бу-Тимера и распадается при правлении князя Сулая. Кара Булгар продолжает свое существование при князьях: Авара, Тат-Утяка, Айдара. В 819 году Айдар хан принимает ислам. Князь Габдулла-Сильки первый мусульманский правительв районах Поволжья и Урала является одним из основателей Волжской Булгарии. Князь, эмир Шамгун-Сайн переносит столицу в г. Ибрагим-Булгар. Исламский богослов Идеш-Мухаммед призывает к исламу населенные пункты в районе реки Бирь и нижнем, среднем течении рек Кармасан, Сармасан. Создает будущий Канлинский улус. Основатель села Сабай (Идеш) Буздякского района. Тамта - батыр восстанавливает крепость в районе реки Бирь. Хатай - батыр поднимает восстание против власти золотоордынских ханов, но проигрывает войну. Князь Башкорт попытается объединить несколько племен Приуралья, но безуспешно. Князь Астык-Осток собирает ополчение. Западные башкиры объединяются против войск Аксак Тимера. Князь Атын-Отон заключает союз с племенами Западного Башкортостана. 1458 году запрещает кочевать южным канлинцам - роду Канны. Князь Мамат крупный феодал, обогатился за счет продажи зерна восточным и южным башкирам.Суряш-абыз исполняет обязанности муллы, Коран знал наизусть. Участвовал в Крымской войне в 1570-1572 гг. У князя Саклана было 8 сыновей: Боик (1633-1735), Куюк, Кучербай, Тукбай, Исянбай, Актау, Сыны, Саны. От Боика начинается моя ветвь, от Куюк - Шайхзада Бабиаь, от Актау - Муллаян Халиков.

Князь Аклан-Саклан почти теряет управление улусом. 1663 году была основана новая крепость и потом город Бирск. Князь Баек-Боик уничтожает село Архангельское и держит в осаде строившуюся крепость Бирск. Добивается от власти закрепления за ним всей территории Канлинского улуса. Со своей дружиной участвовал в Азовских походах (1695-1696) и вернулся с именной саблей и похвальной грамотой, полученными из рук самого Петра I. Князь Султук-Солток с Северной войны вернется в звании походного старшины, с похвальной грамотой, именной саблей. Служит 21 год. 1738 году объединяет два поселения (башкирскую и тептярскую) и оставляет только название села «Сабай». Со своей пятисотенной конницей, принимает участие в восстании 1735-1740 гг.

Князь Сюлюк-Солок по требованию Тевкелева продает земли, (Купчая состоялась согласно договору от 1744 года.) Сюлюк и Маметов получают по 100 рублей. За это Сюлюка отец Султук приказывает выпороть. Миней-батыр с 169 башкирскими дворами Канлинской волости участвует восстании 1773-1774 гг. Умирает от пыток 1 декабря 1774 г. Ишкул-батыр, Ишкул Миняев со своей сотней постоянно находится на линейной службе. Инчигул мулла при загадочных обстоятельствах теряет документы во время пятничного намаза в Тюрюше. «Земельная грамота» «Жалованная грамота» Канлинского улуса и шежере пропадают одновременно. (В 1759 году власти сжигают все копии жалованных грамот, определявших вотчинные права башкир на земли). Бахтигарей является участником в русско-турецкой войне 1828-1829 гг. Хаматамин богослов. Был очень гpaмoтным и уважаемым среди населения. У него родились и выросли девять сыновей. Шарип занимался торговлей. Участник русско-турецкой войны 1877-1878 годов.

Знаменитые личности рода Кан-Канлы: Среди моих предков было 35 князей, статус батыров - 5, исламских богослова – 4, писателей и журналистов – 1 (Ш.Бабич), педагоги – 2 (З.Ш. Шакиров, Ф. В. Шарипов), актриса – 1 (Танчулпан Бабичева), создатели и правители РБ – 4 (М. Халиков, Ш.Бабич, З.Н. Нуриев, М.З. Шакиров).

Среди всех канлинцев выдающимися личностями советского периода являются:

Муллаян Халиков - Участник переговоров учредительного собрания и инициатор подписания соглашения с Советской властью за автономию Республики Башкортостан, председатель Башкирского Правительства Малой Башкирии, первый председатель Правительства Большой Башкирии. Согласно Постановлению №2 от 11.02.2010 г. 11 июня 2010 г. посмертно награжден Орденской звездой «Алтын курай» за особые заслуги в национально-духовном развитии и консолидации башкирского народа.

Зия Нуриев возглавил нашу республику 13 лет, в Правительстве Союзного значения 17 лет работал заместителем Председателя Совета Министров СССР. По его инициативе был установлен Монумент Дружбы народов и памятник Салавату Юлаеву. (4)

Мидхат Шакиров руководил республикой 18 лет. Создал мощнейший строительный комплекс, поднял потенциал экономики.

Шакиров Закир - ученый, языковед и педагог, выходец из села Карасаелга. Бабич Шайхзада работал учителем, сотрудником сатирического журнала «Кармак». Участник национального освободительного движения, секретарь Башкирского областного шуро (совета). В 1918 – 1919 гг. военный корреспондент в башкирских войсках.

Выходцы из села Арслан: Риф Багаутдинов - работал вторым секретарем горкома партии г. Нефтекамска. Гендиректор производственного объединения искусственных кож.

Раиль Багаутдинов - Гендиректор треста Башнефтепромстрой в г. Нефтекамске. Заслуженный строитель БАССР. Фанис Шарипов - Профессор УГАТУ, доктор педагогических наук. Академик написал и опубликовал более 200 научных работ, выходец из села Сабай. В советский период канлинцы руководили республикой 37 лет. Более 70 лет существования Советской власти канлинцы всегда шли впереди по созданию государственности Башкортостана. Мой дедушка Фанил Ямгутдинович Шарипов родом из села Урняк Буздякского района. Окончил историко-филологический факультет Казанского государственного университета. Краевед, пишет пьесы, сценарии, ведет общественную работу - является членом Исполкома Курултая башкир г. Нефтекамска. С 2010 года избран председателем Регионального общественного Фонда «Муллаян Халиков». Под его руководством проведено три съезда рода Кан-Канлы. Книга «По следам предков рода «Канлы» (Канглы)» положительно оценена Академией Наук РБ. По его инициативе на территории северо-западного региона, в г. Нефтекамск построена МОБУ «Башкирская гимназия».

На уроке ИКБ мы изучили тему как составлять шежере, составили свое шежере. После ее озвучивания учительница ИКБ Гильфанова Гульназ Гадельяновна сообщила неожиданную для меня новость. Оказывается, из моего рода в гимназии учатся еще два ученика. Это Валиева Энже (10 кл) и Ахияров Салават (7кл). Они связаны со мной по линии Ш. Бабича т.е. от Куюка. Учительница нас познакомила. Так мы стали еще ближе друг другу. В 2010 году на территории РБ была создана Правление Регионального общественного Фонда «Муллаян Халиков». I съезд правления состоялось в Буздякском районе. II съезд в Уфе. Согласно Постановлению № 2 от 11 февраля 2010 года и утвержденного Советом Исполкома Всемирного Курултая башкир – 11 июня 2010 года, Муллаян Давлетшинович Халиков посмертно награжден орденской звездой «Алтын курай» за особые заслуги в национально-духовном развитии и консолидации башкирского народа. Орден был вручен на II съезде башкирского рода «Канлы» внучке Муллаяна Халикова Фезе Шафигуллиной-Халиковой. III съезд прошел в Кандракуле, (Туймазинский районе). IV съезд планируется провести в июне 2014 года в д. Лачынтау Бирского района.

Из проделанной работы можно сделать вывод: гипотеза исследования о том, что моя родословная имеет глубокие корни и имеет историческое значение полностью доказана и подтверждена; найдена информация о родовой принадлежности и выявлено последовательность степени родства; найдены и налажены родственные отношения с представителями рода Кан-канлы из башкирской гимназии и других районов;

Самым молодым представителем рода Идель-канлы оказался я, Шарипов Айдар Ильдарович. Спасибо за внимание!



27

Автор
Дата добавления 10.05.2016
Раздел Другое
Подраздел Научные работы
Просмотров128
Номер материала ДБ-074172
Получить свидетельство о публикации

Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх