Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Научно - практическая работа "Бөгөнгө йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләү "
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 26 апреля.

Подать заявку на курс
  • Другое

Научно - практическая работа "Бөгөнгө йәш быуында илһөйәрлек рухы тәрбиәләү "

библиотека
материалов


БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ

МӘЛӘҮЕЗ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫ

МУНИЦИПАЛЬ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ БЮДЖЕТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ

4-СЕ УРТА ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ МӘКТӘБЕ


ТИКШЕРЕНЕҮ ЭШЕ:

«Бөгөнгө йәш быуында

илһөйәрлек рухы»


hello_html_mdbbc0.jpg


Башҡарҙы:9г класы уҡыусыһы

Солтангәрәев Надир

Етәксеһе:башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы

Хәбирова Венера Рафиҡ ҡыҙы










Мәләүез, 2013 йыл


План

1. Инеш

2. Төп өлөш.

а)уҡыусыларҙың илһөйәрлек, ватансылыҡ рухы темаһына ҡағылышлы фекерен өйрәнеү маҡсатында үткәрелгән анкета йомғаҡтары менән танышыу;

б)сит илдәр мәҙәниәтенең ыңғай һәм кире йоғонтоһо;

в)милли матбуғат,театр,телевидениеның йәш быуында илһөйәрлек тәрбиәләүҙәге ролен асыҡлау.

3. Йомғаҡлау.

4. Ҡулланылған әҙәбиәт.





































Тикшеренеү эшенең темаһы:


Йәш быуында илһөйәрлек рухы”.


Тикшеренеү маҡсаты:

-бөгөнгө балаларҙа, үҫмерҙәрҙә, йәштәрҙә ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү;

-үҙ илеңдең, республикаңдың файҙалы улы, ҡыҙы булырға саҡырыу.


Тикшеренеү эшендә түбәндәге бурыстар ҡуйылды:

-тиҫтерҙәремдең тыуған төйәгенә, теленә, тарихына булған ҡарашын билдәләү;

-уларҙың үҙе өҫтөндә эшләү кимәлен өйрәнеү.


Фәнни-тикшеренеү эшенең проекты өҫтөндә эш этаптары:


а) Тикшеренеү эшенең темаһын, маҡсатын, бурысын билдәләү.


б) Эштең төп йүнәлешен һайлау.


в) Эш планын төҙөү. Беренсе һөҙөмтәләрҙе тикшереү.


г) Мәғлүмәт йыйыу (кәрәкле әҙәбиәт уҡыу, төрлө сығанаҡтар менән танышыу, һорауҙарға яуап алыу).


д) Материалдарҙы системалаштырыу.


е) Тикшереү эшен презентациялау һәм яҡлау






















Инеш


Һуңғы осорҙа киң мәғлүмәт сараларында, атап әйткәндә, телевидениела, гәзит-журналдарҙа йәш быуынды ватансылыҡ рухында тәрбиәләү - бөгөнгө замандың етди мәсьәләләренең береһе булыуы тураһында йыш телгә алалар.

Ысынлап та, үҙгәртеп ҡороу һәм иҡтисади реформалар осоронда, йәғни һуңғы егерме йыл дауамында илдә, шул иҫәптән республикала үҫеп килеүсе быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреүгә иғтибар аҙ бүленеүен береһе лә инҡар итмәйҙер. Етеҙ иҡтисади үҙгәрештәр, реформалар, яңы технологиялар үҫешкән осорҙа был тема ниндәйҙер кимәлдә артҡы планға күсте.

Нимә һуң ул илһөйәрлек тәрбиәһе? Бөгөнгө йәш быуында ватансылыҡ рухын нисек тәрбиәләргә була?

Тикшеренеү эшенең темаһын билдәләгәс тә, иң беренсе, үҙемә-үҙем шул һорауҙарҙы бирҙем һәм уларға яуап эҙләнем. Ниндәйҙер бер төплө ҡарарға килгәс, шул уҡ һорауҙар менән тиҫтерҙәремә мөрәжәғәт иттем.

Минеңсә, илһөйәрлек төшөнсәһе, тәү сиратта, Тыуған илде, кендек ҡаны тамған, тәүгә тәпәй баҫҡан тыуған еребеҙҙе һөйөү, үҙ халҡыбыҙҙың телен, тарихын, мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын белеү, хөрмәт итеү.

Ә ватансылыҡ рухын тәрбиләү тураһында фекер йөрөткәндә, ул иң беренсе йәш быуынды донъялағы, илдәге, төбәктәге дөйөм сәйәси ситуацияны, ҡуйылған маҡсаттарҙы аңлап эш итеү, был тәңгәлдә үҙеңдең патриотик бурысыңды үтәү, Ватандың намыҫын һәм мәнфәғәттәрен һаҡларға, яҡларға әҙер булыу һымаҡ күп яҡлы социаль һәм әхлаҡи сифаттарҙы, мораль принциптарҙы үҙ эсенә ала, тип уйлайым.























Төп өлөш


Конференцияға әҙерлек барышында тиҫтерҙәремдең илһөйәрлек, ватансылыҡ рухы темаһына ҡағылышлы фекерен өйрәнеү маҡсатында анкета үткәрелде. Ул “Илһөйәрлек төшөнсәһен нисек аңлайһығыҙ һәм үҙегеҙҙе патриот тип иҫәпләйһегеҙме?”, “Мәктәптәрҙә башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу кәрәкме?”, “Билдәле шәхестәрҙән кемгә оҡшарға теләр инегеҙ?”, “Мәктәптән башҡа башҡортса тағы ҡайҙа һөйләшәһегеҙ” тигән һорауҙарҙан ғибәрәт ине.

Беренсе һорауға бирелгән яуаптарҙа тыуған төйәктең, тыуған ҡала һәм райондың, халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен, телен, йолауи байрамдарын, арҙаҡлы шәхестәрен белеү тигән фекерҙәр яңғыраны. “Үҙегеҙҙе тулыһынса халҡығыҙҙың, тыуған ҡалағыҙ-районығыҙҙың патриоты, ысын улы-ҡыҙы, тип иҫәпләйһегеҙме?” тигән һорауға “эйе” тип яуаплаусылар байтаҡ ҡына булды. Әлбиттә, патриот йәки илһөйәр, телһөйәр исеменә лайыҡ булыу өсөн туған телебеҙҙе, тарихыбыҙҙы, мәҙәниәтебеҙҙе яҡшы белеү генә етмәй. Уны һаҡларға, яҡларға, үҫтерергә лә тейешбеҙ, яҡын дуҫтарымдың ошо мөһим мәсьәләне аңлауы минең өсөн бик ҡыуаныслы ине.

Мәктәптә туған телде уҡытыу кәрәкме?” тигән һорауға бер уҡыусы “кәрәкмәй” тип яуап биргән, әммә ни өсөн шулай уйлағанын аңлатмаған.

Билдәле шәхестәрҙән кемгә оҡшарға теләр инегеҙ?” тигән һорауға яуаптар мине, ысын мәғәнәһендә, борсоуға һалды. Респонденттарҙың берәүһе генә халҡыбыҙҙың легендар геройы Салауат Юлаевты атағайны. Ҡалғандары Джимм Керри, Джеки Чан, Ченнинг Татум, Мила Кунис кеүек Голливуд йондоҙҙарына, йә иһә Рой Джонс, Менни Пакьяо кеүек һөнәри боксерҙарға оҡшарға тырыша икән. Ни өсөн тиһегеҙме? Был хаҡта саҡ ҡына һуңғараҡ.

Мәктәптән башҡа башҡортса тағы ҡайҙа һөйләшәһегеҙ?” тигән һорауға яуаптар шуны асыҡланы: беҙ, уҡыусылар, башлыса башҡорт теле дәрестәрендә генә милли рух, илһөйәрлек тойғоһо тураһында уйланабыҙ икән. Күбеһенсә дәрестәрҙә генә туған телдә һөйләшәбеҙ, тарихты, әҙәбиәтте лә программа сиктәрендә өйрәнәбеҙ. Ғаиләлә, урамда ла туған телемдә һөйләшәм тигән яуаптар ҙа булды, әлбиттә. Әммә улар бик аҙ процент тәшкил итте.

Башҡортса һорағанға башҡортса яуап бирерлек кенә белемебеҙ ҙә, һүҙ байлығыбыҙ ҙа бар, әлбиттә. Әммә көндәлек тормошта “оло ағай”ҙың теле менән яуап бирергә күнеккәнбеҙ. Ул нисектер еңелерәк, аңлайышлыраҡ кеүек. “Класташтар”, “Бәйләнештә” кеүек социаль селтәрҙәрҙә аралашыу ҙа, нигеҙҙә, урыҫ телендә бара, бында, әлбиттә, башҡортса программаларҙың аҙ булыуы ла бәкәлгә һуғалыр.

Дуҫтарым да, мин дә аңлайбыҙ: ауыҙ тултырып “тыуған халҡымдың патриоты” тип әйтер өсөн тағы милли матбуғатҡа яҙылырға, башҡортса концерттарға, спектаклдәргә, кисәләргә, осрашыуҙарға даими йөрөргә, ҡатнашырға, башҡортса тапшырыуҙар ҡарарға кәрәк, сөнки ихтыяж булғанда ғына улар артабан үҫешә, камиллаша ала. Ихтыяж юҡ икән, тимәк, уларҙың киләсәге лә, үҫеш перспективаһы ла юҡ тигән һүҙ, минеңсә. Миҫалға районда сыҡҡан “Көнгәк” гәзитен генә алайыҡ. Утыҙ меңгә яҡын башҡорт йәшәгән районда уны ни бары 1200 кеше алдыра. Тиражы аҙ булғас, уның ни кәрәге бар тип ябып ҡуйыуҙары ла ихтимал бит. Башҡортса концерттар менән дә шул уҡ хәл. Халыҡ йөрөмәгәс, филармония, драма театрҙарына ла шул уҡ хәүеф янай.

Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙең милли дәүләт стратегияһын булдырыу тураһында йыш телгә алдылар. Ул бойомға ашырылған осраҡта төбәктәрҙә туған телдәрҙе уҡытыу, республикаларҙың дәүләт телен өйрәнеү мәсьәләләренә ҡараш икенсе төрлө буласаҡ. Үҙәк власть органдары вәкилдәре, Дәүләт Думаһы депутаттары, ғалимдар, башҡа билдәле шәхестәр дөйөм Рәсәй граждандарын булдырыу, милли телдәрҙе уҡытыуҙы туҡтатыу, хатта республикаларҙың милли үҙенсәлеген сағылдырған атамаларҙы үҙгәртеү тураһында һүҙ алып бара. Милли матбуғат, милли театрҙар халыҡта, йәмғиәттә һорау менән файҙаланмау сәбәпле юҡҡа сыға ҡалһа, үҙәктәгеләрҙең хыялы бойомға ашыуға бер аҙым ғына ҡала.

Шуға күрә бөгөн үҙебеҙҙе халыҡ булараҡ һаҡлап ҡалыу өсөн ҡулдан килгәндең, мөмкин булғандың бөтәһен дә эшләргә кәрәк. Туған телгә, тарихыбыҙға, йырҙарыбыҙға, легендаларыбыҙға, эпостарыбыҙға һөйөү тәрбиәләү эшен ғаиләлә, балалар баҡсаларында уҡ башларға кәрәк. Һәр балаға “Һин данлыҡлы башҡорт улыһың йәки ҡыҙыһың” тип көнөнә бер нисә тапҡыр ҡабатлап торорға, шуның менән ғорурланырға өйрәтергә кәрәктер, тип уйлайым.

Бының өсөн иһә данлы тарихыбыҙ тураһында күберәк һөйләү, аңлатыу, күрһәтеү мөһим. “Һеҙ үҙ ерегеҙҙә йөрөйһөгөҙ, һеҙҙең атай-олатайҙарығыҙ аҡтыҡ ҡанын, хәләл көсөн түгеп һаҡлап, яҡлап ҡалған ерҙән күкрәк киреп йөрөгөҙ” тип аңлатырға кәрәктер.

Юғиһә, кемгә нисектер, ә миңә беҙҙең башҡорт балалары (бөтәһе лә түгел, әлбиттә) үҙҙәрен башҡаларға ҡарағанда урамда, йәмәғәт урындарында артыҡ баҫалҡы, йыуаш, хатта ҡурҡаҡ тота һымаҡ. Ағымдағы йылдың февралендә ”Шоңҡар” журналында донъя күргән «Һин- милләт көҙгөһө» исемле мәҡәләлән өҙөк килтерәм: «Шундай тәжрибә үткәрәләр: бөрсәләрҙе банкаға төшөрөп, өс көнгә ябып ҡуялар. Ҡапҡасты асҡас, бер бөрсә лә тышҡа һикереп сыға алмай. Ғөмүмән, бынын ары уларҙың иң юғары һикереү нөктәһе- ошо банка бейеклеге генә буласаҡ. Хатта улар артып, күбәйеп киткәндә лә.

Был бөжәктәргә генә түгел, кешеләргә лә хас: һәр яҡтан тыйып, үҙебеҙгә үҙебеҙ күренмәҫ сиктәр ҡуябыҙ. Ә был кәрәкме беҙгә?» Беҙҙең тарихыбыҙҙа оялырлыҡ, хурланырлыҡ бер генә бит тә юҡлығын белһә, үҫмерҙәр ҙә, йәштәр ҙә үҙен саҡ ҡына башҡасараҡ тотор ине, минеңсә.

Ысынлап та, беҙҙең аһ-зар, ҡан-йәш менән һуғарылған тарих юлы көмөш кеүек саф. Беҙҙең халыҡ бер ваҡытта ла башҡа халыҡтарҙың ер-һыуына баҫҡынсылыҡ ҡылмаған, бала-сағаһын, ҡатын-ҡыҙын илатмаған. Киреһенсә, ул үҙе ете быуат ярым буйы ҡанһыҙ баҫҡынсыларҙың йыртҡыслығынан ҡаты ғазап сиккән, йән аямай ғәҙеллек өсөн, азатлыҡ өсөн көрәшкән. Башҡорт халҡының тарихы, нигеҙҙә, ошо ғазап һәм көрәш тарихынан ғибәрәт. Был ғазап, күреүегеҙсә, әле һаман бөтмәгән, дауам итә.

Быны мин яңы мәғариф законы ҡабул ителеү менән бәйле башҡорт теле уҡытыу яңы һынау алдына баҫыуы тураһында әйтәм. Уның бөтөнләй юҡҡа сығыу ҡурҡынысы алдына баҫмаҫ, һәләкәткә төшмәҫ, тамам бөтмәҫ өсөн тағы ҙур көс һалырға тура киләсәк тип уйлайым.

Балаларҙы, йәштәрҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә башҡа илдәрҙән өлгө алырға кәрәк беҙгә. Үҙҙәренең геройҙары менән нисек ғорурлана улар! Уларҙың өлгөһөн, тормошон нисек пропагандалайҙар! Миҫалға латин-америка революционеры Че Гевараны ғына алайыҡ. Нисек ҙурлайҙар уны! Нисәмә быуын Рәсәйле уның фотоһүрәте төшөрөлгән башлыҡтарҙы, футболкаларҙы кейеп үҫте. Бер нисә йыл элек, кем ул Че Гевара тип һораһаң, беҙҙең һәр икенсе үҫмер уның кем икәнен әйтеп бирер ине. Ә шул уҡ ваҡытта үҙебеҙҙең арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе атай алмайбыҙ. Милли геройыбыҙ Салауат Юлаев исемен белгән хәлдә лә, тарихтағы уның ролен бөтәбеҙ ҙә тулыһынса белеп бөтмәй барыбер. Урал батыр, Иҙеүкәй менән Мораҙым кеүек һәм башҡа ошондай образдарға ла әкиәт геройҙары, уйҙырма тип кенә ҡарайбыҙ. Ысынын да бит улар тарихи шәхестәр. Урал батырҙың ҡәберен Белорет районында, Иҙеүкәй менән Мораҙымдыҡын Миәкә райондарында тип иҫбатланылар. Батырҙар тураһындағы эпик әҫәрҙәр уларҙың ысынбарлыҡта булғаны тураһында һөйләй. Ошо һәм башҡа башҡорт батырҙары тураһында кинофильдар төшөрһәң, башҡорт халҡы тураһында бөтә донъя белер ине. Юғиһә, беҙ “Гарри Поттер”, “Властелин колец” кеүек сит ил геройҙарын ҡарап үҫәбеҙ. Кинйә Арыҫланов, Мифтахетдин Аҡмулла, Зәки Вәлиди, Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов, Зәйнәб Биишева кеүек башҡорт халҡының яҡты киләсәге өсөн ысын мәғәнәһендә янған шәхестәребеҙҙе ҙурлап, уларҙың тормош юлы аша йәш быуында ватансылыҡ рухы тәрбиәләү мөһим. Шул ваҡытта йәш ҡыҙҙарыбыҙ һәм егеттәребеҙ “кемгә оҡшарға теләр инегеҙ?” тигән һорауға сит ил кинолары актерҙарына, актрисаларына тип әйтмәҫ ине. Бының өсөн, әлбиттә, ҙур пропаганда эше, халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдары һәм ҡыҙҙарының исемдәрен киң рекламаларға кәрәк.

Һуңғы осорҙа һирәк булһа ла “Мин – башҡорт!”, “Мин - башҡорт улы”, “Башҡортостан”, “Башҡорт – баш йорт”, “Салауат Юлаев” тигән яҙыулы футболкалар, кепкалар күренә башлауы һөйөнөслө. Күптән түгел ҡала таксиҙарының береһендә күренекле шағирыбыҙ Рәми Ғариповтың иң билдәле шиғри юлдарын күреп ғорурландым. Унда “Батшаларға башын эймәгәнде, башҡаларға башҡорт баш эймәҫ!” тип яҙылғайны. Автомобиль эйәһе, һис шикһеҙ, башҡорт рухлы, телем, халҡым, ерем тип янған сәмле, ғәмле егеттер, тип уйлайым. Тәү ҡарамаҡҡа ваҡ нәмә һымаҡ күренһә лә, ошондай күргәҙмәлек ҙур көскә эйә булыуын беләм.

Бөгөнгө заманда телевидение мөмкинлектәре бик киң, унда тиҫтәләп канал ҡарарға була. Йыш ҡына сит илдә барған халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙы, конкурстарҙы, байрамдарҙы, тантаналы сараларҙы ҡарарға яратам. Шуға һоҡланам: шул сараларҙы асҡан ваҡытта уйнаған гимнға ҡушылып бөтәһе лә йырлай. Гимндың һүҙҙәрен олоһо ла, кесеһе лә белә. Юғары дәрәжәле чиновниктар ҙа, дәүләт эшмәкәрҙәре лә бер ниндәй тартыныуһыҙ, ауыҙҙарын киң асып, ихлас башҡара уны. Уны улар шундай күтәренкелек, юғары рух менән йырлай. Үҙ иле өсөн утҡа, һыуға инергә әҙер икәндәрен күрһәтә. Ә беҙ?

Минеңсә, үҙебеҙҙең дәүләт гимны һүҙҙәрен беҙҙә күбеһе ятҡа белмәй. Уның һүҙен, көйөн кем яҙғанын да белмәйбеҙ. Бик оҙаҡ ҡына гимныбыҙҙың һүҙе лә булманы, бына ҡайҙа беҙҙең моңһоҙлоҡ, ғәмһеҙлек, телһеҙлек! Хәҙер уның һүҙҙәре бар, әммә уны башҡарған йырсыларҙан, оркестрҙан башҡа уның тексын күптәр белмәүенә иманым камил.

Шуға минең шундай тәҡдимем бар: республикабыҙҙың дәүләт гимны һүҙҙәрен мотлаҡ балалар баҡсаһында уҡ башлап, мәктәптә дауам итергә кәрәк, тип уйлайым. Бала саҡтан һеңгән ғүмерлеккә тиҙәр бит.

Үрҙә әйтеп китеүемсә, урамда ғына түгел, мәктәп стеналарында ла балалар урыҫса ғына һөйләшә. Башҡорт телендә һөйләшеүҙән нисектер кәмһенәләр, оялалар. Ә һүгенергә иһә... оялмайҙар. Башҡортса ла, урыҫса ла олоһонан ебәрәләр. Эстетик, әхлаҡи тәрбиәләрҙең дә, минең уйлауымса, йәштәрҙә бер ни тиклем илһөйәрлек, йәғни патриотик, телһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙә роле ҙур.

Әйткәндәй, күптән түгел һүгенеүселәр тураһында бик ҡыҙыҡлы мәғлүмәткә тап булғайным. Бер төркөм ғалимдар үҫемлектәр менән үткәргән тәжрибәһендә һүгенеү һүҙҙәренең насар тәьҫирен асыҡлаған. Яман һүҙҙәрҙән һуң үҫемлектәр кипкән, һулыған, хатта үҫеүҙән туҡтаған. Бер аҙҙан зарарланған үҫемлектәргә тик матур, яғымлы һүҙҙәр һөйләгәндәр, һөҙөмтәлә улар терелеп киткән.

Йәнә бер төркөм ғалимдар һүгенгән кешенең ҡыҫҡа ғүмерле булыуын иҫбат иткән. Насар һүҙҙәр күҙәнәктәрҙә кире үҙгәрештәрҙең иртә башланыуына килтергән. Тағы ла шуны әйтергә кәрәк: һүгенгән кеше үҙенә генә түгел, ә уны ишеткән кешенең һаулығына ла зыян килтерә. Шулай итеп, һүгенгән кешенең ике генә юлы бар: һүгенеп, үҙ-үҙен юҡ итә йәки, ыңғай яҡҡа үҙгәреп, үҙ-үҙен камиллаштыра, үҫтерә.

Тағы ла яйлап шундай фекергә килдем: кем башҡорт халыҡ йырҙарын тыңлай, ярата, улар аҙыраҡ һүгенә йәки бөтөнләй һүгенеү һүҙен ҡулланмай. Ундайҙарҙың күңеле байыраҡ, рухи яҡтан көслөрәк кеүек.

Йәш быуында илһөйәрлек хисе тәрбиәләүҙә ғаилә һәм белем биреү учреждениеларынан тыш, йәнә милли спорт төрҙәренең, милли матбуғаттың, үрҙә телгә алғанымса, милли мәҙәниәт һәм сәнғәттең роле баһалап бөткөһөҙ.

Билдәле педагог, журналист Мәрйәм Бураҡаева билдәләүенсә, бер генә ағас та башҡа ағас аша һут ала алмай- шуның кеүек, бер кеше лә башҡа тел аша үҙ халҡының рухи байлығына эйә була алмай,үҙ ҡан тамырҙарында типкән рухи байлыҡтан алыр күңел илһамын башҡа милләттең рухи байлығынан ала алмай.

Башҡорт халҡының милли-мәҙәни мираҫын өйрәнеү, милли музыка ҡоралдарында уйнау, тарихи йыр-көй сәнғәтен үҙләштереү аша йәштәрҙә милли зауыҡ һәм халыҡсанлыҡ тойғоһо тәрбиәләргә була.

Йомғаҡлау

Сығышымды йомғаҡлап, шуны әйтергә теләйем: йәш быуында данлы тарихыбыҙ аша милли рух тәрбиәләү мөһим. Бала күңеленә рух һалынһа, туған теленә, мәҙәниәтенә, ғөрөф-ғәҙәттәренә, йолаларына ҡыҙыҡһыныу уянасаҡ. Йәш быуынды нәҡ башҡорт булғаны, башҡорт булып тыуғаны өсөн ғорурланырға өйрәтергә кәрәк. Шул ваҡытта ғына ул туған телендә һөйләшергә, йырларға, ижад итергә оялмаҫ. Рух булһа, телебеҙ ҙә, милләтебеҙ ҙә йәшәсәк!

Башҡортостан – күп милләтле дәүләт. Республикала башҡорт менән йәнәш урыҫ, татар, сыуаш, мари, украин һәм башҡа бик күп халыҡтар тыныс һәм татыу ғүмер итә. Улар араһында дуҫлыҡ һәм берҙәмлекте нығытыу ҙа илһөйәрлек билдәһе, сөнки халыҡ араһындағы татыулыҡ- республиканың имен, тыныс тормошо нигеҙе. Киләсәк тә лә илебеҙҙә тыныслыҡ, татыулыҡ булһын өсөн йәштәрҙә яуаплылыҡ, ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү, рухи һәм тарихи нығытыу өҫтөндә арымай-талмай эшләү мотлаҡ, тип уйлайым.

























Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге:

1. Әкрәм Бейеш. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ өсөн көрәше.-Өфө, “Китап”, 2003 йыл.

2. Бураҡаев И., Бураҡаева М., Юлмөхәмәтов М. Башҡорт мәҙәниәте. Тормош һабаҡтары.- Өфө, “Китап”, 2001 йыл.

3. Мырҙаҡаев Ф. Фәһемле фекерҙәр донъяһында.-Өфө, “Китап”, 2003 йыл.

4. ”Көнгәк” гәзите, 2012 йыл, 13 декабрь.

5. ”Ватандаш”, 2007 йыл, октябрь.

6. ”Башҡортостан уҡытыусыһы”, 2011 йыл, февраль.

7. ”Щоңҡар” журналы, 2013 йыл, февраль.













Автор
Дата добавления 28.11.2015
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров345
Номер материала ДВ-205281
Получить свидетельство о публикации

"Инфоурок" приглашает всех педагогов и детей к участию в самой массовой интернет-олимпиаде «Весна 2017» с рекордно низкой оплатой за одного ученика - всего 45 рублей

В олимпиадах "Инфоурок" лучшие условия для учителей и учеников:

1. невероятно низкий размер орг.взноса — всего 58 рублей, из которых 13 рублей остаётся учителю на компенсацию расходов;
2. подходящие по сложности для большинства учеников задания;
3. призовой фонд 1.000.000 рублей для самых активных учителей;
4. официальные наградные документы для учителей бесплатно(от организатора - ООО "Инфоурок" - имеющего образовательную лицензию и свидетельство СМИ) - при участии от 10 учеников
5. бесплатный доступ ко всем видеоурокам проекта "Инфоурок";
6. легко подать заявку, не нужно отправлять ответы в бумажном виде;
7. родителям всех учеников - благодарственные письма от «Инфоурок».
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://infourok.ru/konkurs


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ


Идёт приём заявок на международный конкурс по математике "Весенний марафон" для учеников 1-11 классов и дошкольников

Уникальность конкурса в преимуществах для учителей и учеников:

1. Задания подходят для учеников с любым уровнем знаний;
2. Бесплатные наградные документы для учителей;
3. Невероятно низкий орг.взнос - всего 38 рублей;
4. Публикация рейтинга классов по итогам конкурса;
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://urokimatematiki.ru

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх