Инфоурок / Другое / Научные работы / Научно-исследовательская работа по башкирскому языку

Научно-исследовательская работа по башкирскому языку



Московские документы для аттестации!

124 курса профессиональной переподготовки от 4 795 руб.
274 курса повышения квалификации от 1 225 руб.

Для выбора курса воспользуйтесь поиском на сайте KURSY.ORG


Вы получите официальный Диплом или Удостоверение установленного образца в соответствии с требованиями государства (образовательная Лицензия № 038767 выдана ООО "Столичный учебный центр" Департаментом образования города МОСКВА).

ДИПЛОМ от Столичного учебного центра: KURSY.ORG


библиотека
материалов


Йөкмәтке

1.Инеш.................................................................................................... 3

2. Беренсе бүлек. “Туған тел” концепт-һүҙе..................................... 4

3. Икенсе бүлек. “Туған тел” концепт-һүҙенең башҡорт һәм рус донъяуи тел картинаһындағы роле............................................................................. 5

4. Йомғаҡлау........................................................................................... 9

5. Ҡулланылған әҙәбиәт.......................................................................... 10

































  1. Инеш өлөш

Туған тел – ул һәр кешенең, һәр халыҡтың, һәр милләттең үҙ телендә бер-береһе менән аралашыу сараһы. Туған телдең әһәмиәте ҙур, бигерәк тә, балалар өсөн. Бала үҙ туған телендә һөйләшә, фекер йөрөтә. Ошо тел аша кешеләр араһындағы мөнәсәбәттең иң ҡатмарлы донъяһына үтеп инә, тәбиғәт, йәмғиәт күренештәрен күреп, танып белә, улар хаҡында тәүге төшөнсәләрҙе үҙләштерә. Туған тел баланың психикаһына туранан-тура йоғонто яһай, унда кире һәм ыңғай эмоциялар тыуҙыра, туған телдә әйтелгән һүҙ уны шатландыра, көйөндөрә һәм төрлө бәхәстәргә тарта1. Әммә телмәрҙә ощо һүҙҙә ҡулланабыҙмы? Теманың актуаллеге: “туған тел” һүҙенең башҡорт һәм рус телендә тотҡан урынын һәм әһәмиәтен асыҡлау. Эҙләнеү маҡсаты: “туған тел” концепт-һүҙенең башҡорт һәм рус донъяуи тел картинаһындағы ролен күрһәтеү. Бурыстары: башҡорт һәм рус халҡында туған тел һүҙенең ҡулланылышын күҙәтеү; туған тел һүҙенең мәғәнәһен асыу; был һүҙҙең фольклорҙа, әҙәби әҫәрҙәрҙә ҡулланылыуын күҙәтеү; туған тел һүҙенең мәғәнәһен класташтарымдың аңы, көнкүреше, донъяға ҡарашы аша асыу, һүҙлек байлығын артттырыу. Эҙләнеү объекты: “туған тел” һүҙенең мәғәнәһе, ҡулланылышы. Эҙләнеү субъекты: һүҙлектәр, әҙәби әҫәрҙәр. Тикшереү методтары: фәнни - тикшереү эшендә ҡулланған тикшереү методтары − эҙләнеү,тикшеренеү, һөҙөмтә яһау.











  1. Беренсе бүлек. “Туған тел” концепт-һүҙе


Бөтә кеше өсөн ҡәҙерле булған, кешене кеше иткән, кешенән халыҡ, халыҡтан милләт яһаған туған тел бар. Юҡҡа ғына әйтелмәгән мәҡәлдәрҙә, иле барҙың теле бар, теле барҙың көнө бар, тип. Һәр бер милләт үҙ теле менән йәшәй, ғорурлана, һөйә. Туған телдәренә арнап, шиғыр-әҫәрҙәр яҙа, үҙ телдәрендә кинофильмдар төшөрә, гәзит-журналдар сығара. Мәҫәлән, башҡорт яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның башҡорт теле менән һоҡланып яратып яҙған шиғыры бар:
Моң шишмәһе һандуғастай йырсы ла һин,

Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин.

Аллы-гөллө гөл-сәскәләй наҙлы ла һин,

Эй, илһамлы, эй хөрмәтле башҡорт теле!2

Һәр бер милләттең үҙ телендә генә сыҡҡан телевизион каналы бар. Мәҫәлән, башҡорт телендә “БСТ”, “Туған тел”, “Ҡурай” каналдары, татар телендә “ТМТВ” каналы. Һәр бер телдә сыҡҡан гәзит-китаптар: мәҫәлән, Ауырғазы хәбәрсеһе өс телдә – рус, татар, сыуаш телдәрендә сыға. Мәктәптәрҙә туған телдәр уҡытыла. Ғалимдар фекеренсә, бала туған телендә алған белемде бер ҡасан да онотмай. Балаларҙа үҙ телдәре аша үҙ тыуған еренә, халҡына, уның үткәненә, бөгөнгөһөнә, киләсәгенә, ғөрөф-ғәҙәтенә, ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләнә, ихтирам уятыла.

Шулай итеп, туған тел бөйөк көскә эйә. Шуға ла кеше үҙ телен яратып, һөйөп, тоғро ҡалып, балаларына тапшырырға тейеш. Туған телде һаҡлау – һәр бер кешенең бурысы.





  1. Икенсе бүлек. “Туған тел” концепт-һүҙенең башҡорт һәм рус донъяуи тел картинаһындағы роле


Кеше туған телен ярата, һөйә, ғорурлана, уны нимәҙер менән сағыштыра. Шунлыҡтан, мин үҙемдең класымда ассоциатов эксперимент үткәрҙем.

1. Кешеләрҙе белдереүсе һүҙҙәр: атай, әсәй, туғандарым, сөнки беҙ беренсе булып шул һүҙҙәрҙе әйтәбеҙ һәм уларҙы күҙҙе асыу менән күрәбеҙ. (быға 5 кеше тауыш бирҙе).

2. Административ берәмек һәм учреждение исемдәрен белдереүсе һүҙҙәр: өй, балалар баҡсаһы, ауыл, мәктәп, урам. (4 кеше).

3. Тел атамаларын белдергән һүҙҙәр: кеше, халыҡ, милләт, тыуған ер. (5 кеше).

Тел тиһәк, күҙ алдыбыҙға, башҡорт халҡының теле генә түгел, шулай уҡ рус халҡы, татар халҡы, мордвалар, сыуаштар һәм башҡалар килә. Халыҡта былай тип әйтәләр, тел бар икән – халыҡ та бар.

4. халыҡтың үҙенсәлеген белдереүсе һүҙҙәр: йолалар, аш-һыуҙар, милли кейем-һалымдар. (2 кеше).

5. Шулай уҡ, тел тиһәк, Рәсәй, Башҡортостан күҙ алдына килә. (3 кеше).

6. Ҡоштарҙы белдергән һүҙҙәр: һандуғас, күгәрсен. Әйтәләр бит инде, һандуғастай һайрайһың йәғни күгәрсендәй гөрләйһең тип. (1 кеше).

7. Һүҙбәйләнештәр ярҙамында аңлатма биреү: тыуған тел, башҡорт теле, рус теле, минең телем, әсә теле.

8. Һүҙҙәр ярҙамында аңлатма биреү: ғорурлыҡ, һөйөү, хөрмәт, шатлыҡ.

Һүҙлектәргә килгәндә, башҡортса-русса һүҙлектә тел – язык” тип тәржемә ителә. Тел менән бәйле булған һүҙбәйләнештәр: тел белгесе – языковед, тел ғилеме – языкознание. Фразеологизмдарҙа ла тел һүҙе ҡулланыла:

Тел асылыу – һүҙ башлау.

Тел бәйләнеү – берәй сәбәптән әйтер һүҙҙе әйтә алмау.

Телгә һалышыу – күп һөйләү.

Тел ҡысыу – кәрәкмәгәнде әйтергә ынтылыу.

Теленә шайтан төкөргән – телгә оҫта.

Телдең синонимы итеп әсә телен килтерҙем.3

Тел концептының мәҡәл-әйтемдәрҙә ҡулланылышы күп. Мин бында башҡорт һәр рус халыҡ мәҡәл һәм әйтемдәрен алдым.

Иле барҙың теле бар, теле барҙың көнө бар. Кто любит Родину, любит и свой родной язык.

Тел асҡысы – ил асҡысы. Язык языку весть подает.

Телдән тел уҙа, ҡулдан ҡул уҙа. Бритва скребет, а слово режет.

Тел дә яңаҡ үҙендә. Вертит языком, что корова хвостом.

Телен тыйған – аҡыллы.Умен тот, кто держит язык за зубами.

Теле юҡтың иле юҡ, иле юҡтың көнө юҡ. Без языка нет Отчизны, без Отчизны нет жизни.

Тел өҫтөндә бал, тел аҫтында тал. Над языком – мед, под языком – лед.

Тел һөйәкһеҙ, уй төпһөҙ. Язык без костей, дума без дна.

Терелткән дә тел, үлтергән дә тел. Слово лечит, слово и калечит.

Тик тормаған телдә бәлә бар. Кто много болтает, тот беду на себя накликает.

Тел һүҙенең әҙәби әҫәрҙәрҙә лә ҡулланылышын ҡарап үттем. Мәҫәлән, Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырынан өҙөктө миҫал итеп килтерәм:

Халҡым теле миңә-хаҡлыҡ теле,
Унан башҡа минең илем юҡ;
Илен hөймәҫ кенә телен hөймәҫ,
Иле юҡтың ғына теле юҡ!

Һәм уның яҡынса тәржемәһе:

К народам-братьям с ним прийти я вправе,
Чтоб он звучал средь языков других.
Кто низким вздумал бы язык наш ставить,
Сам не высок тот в помыслах своих.

Бөйөк шәхестәрҙең афористик һүҙҙәренә лә иғтибар иттем.

«Донъяла һәр кемгә ҡәҙерлеһе – үҙ туған теле. Үҙ туған теле барҙың үҙ туған рухы бар». Ғайса Хөсәйенов.

«Как ни говори, а родной язык всегда останется родным. Когда хочешь говорить по душе, ни одного французского слова в голову нейдет, а ежели хочешь блеснуть, тогда другое дело». Лев Николаевич Толстой

«Величайшее богатство народа — его язык». Михаил Александрович Шолохов.

Тел концептының башҡорт халыҡ ижадында ҡулланылышында иғтибарһыҙ ҡалдырманым.

«Ғилмияза» риүәйәтенән өҙөк: «Ғилмияза ят илдә үҙенең йөрәк бауырынан һөйләшерлек кеше тапмаған. Тапһа ла, телдәрен аңлай алмай, ауырлыҡ өҫтөнә ауырлыҡ кисергән».

«Яҡшы һүҙ – йән аҙығы» тип аталған башҡорт халыҡ әкиәтенән өҙөк:

- Был ниндәй ҡарт? – тип һораған.

- Беҙҙең атай, тигән егеттәр.

- Ниңә ул йә йылмая, йә бик моңһоу күренә?

- Сөнки ул ҡоштар телен аңлай. Бәлки, ана тегендә, урман эсендә, һайрашҡан ҡошсоҡтарҙың йырын тыңлайҙыр ҙа улар менән йә шатлана, йә ҡайғыра торғандыр.

Был Һүҙҙең сәнғәттә осрауыла күренә. Мәҫәлән, М.Сәлимовтың Р.Шәкүр һүҙҙәренә яҙылған “Ерем, илем, телем” йыры:

1. Башҡорт телендә һөйләшәм,

Башҡорт телендә.

Минең йәшәү тамырҙарым

Башҡорт ерендә.

2. Туған телем, һин халҡымдың,

Былбыл тауышы.

Быуаттарҙан быуаттарға

Ҡанат ҡағышы.
3. Киң Уралым, йырлап аға

Һинең һыуҙарың.

Алыҫ-алыҫ яңғырайҙар

Һинең моңдарың.

Шулай уҡ, «туған тел» һүҙенә бәйле картиналарҙы ла миҫал итеп килтерергә мөмкин. Бирелгән картиналарҙа тел һүҙе яҙылмаһа ла, беҙ уны күрәбеҙ һәм күңелебеҙ менән ишетәбеҙ.

hello_html_m74e1b27a.jpg

hello_html_7f3d619b.jpg

Киләһе плакатта ла беҙ аңлап торабыҙ.

hello_html_m1b338b3.jpg

4. Йомғаҡлау

Һығымталап әйткәндә, “туған тел” концепт-һүҙен уҡыусылар үҙҙәре йәшәгән, тыуған, уҡыған урын, яҡын кешеләре, халҡы, милләте менән бәйләй; был һүҙ кешеләрҙең аңында ыңғай эмоциялар шатлыҡ, ғорурланыу, хөрмәт тойғолары тыуҙыра; башҡорт тел картинаhында ла, рус тел картинаһында ла “туған тел” концепты төп концепттарҙың береhе hанала, шунлыҡтан ул мəҡəл həм əйтемдəрҙə лə, сәнғәттә лә, әҫәрҙәрҙә лә йыш ҡулланыла .

































5. Ҡулланылған әҙәбиәт

  1. Интернет.

  2. Ураҡсин. З. Ғ. Башҡорт теленең синонимдар һүҙлеге. – Өфө, 2000.

  3. Ураҡсин З. Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. – Өфө, 1996.

  4. Хисәметдинова Ф. Г. Русса-башҡортса, башҡортса-русса һүҙлек. – Өфө, 2007.

  5. http://vospitateljam.ru/balanyn-tyufan-telen-ojreneye-hem-yzleshtereye/.

2 Вилданов Ә.Х., Хажин В. И. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 6-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2008. – 188-се бит.

3 Ураҡсин З. Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. – Өфө, 1996.



Очень низкие цены на курсы переподготовки от Московского учебного центра для педагогов

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 65% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: KURSY.ORG


Общая информация

Номер материала: ДВ-512893

Похожие материалы

Получите наградные документы сразу с 38 конкурсов за один орг.взнос: Подробнее ->>