Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Научно-исследовательская работа по творчеству народного поэта Р.Бикбаева
Обращаем Ваше внимание: Министерство образования и науки рекомендует в 2017/2018 учебном году включать в программы воспитания и социализации образовательные события, приуроченные к году экологии (2017 год объявлен годом экологии и особо охраняемых природных территорий в Российской Федерации).

Учителям 1-11 классов и воспитателям дошкольных ОУ вместе с ребятами рекомендуем принять участие в международном конкурсе «Законы экологии», приуроченном к году экологии. Участники конкурса проверят свои знания правил поведения на природе, узнают интересные факты о животных и растениях, занесённых в Красную книгу России. Все ученики будут награждены красочными наградными материалами, а учителя получат бесплатные свидетельства о подготовке участников и призёров международного конкурса.

ПРИЁМ ЗАЯВОК ТОЛЬКО ДО 21 ОКТЯБРЯ!

Конкурс "Законы экологии"

Научно-исследовательская работа по творчеству народного поэта Р.Бикбаева

библиотека
материалов

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы

Өфө муниципаль районы

Авдон урта дөйөм белем биреү мәктәбе













Рауил Бикбаев ижадында туған тел һәм тәбиғәт проблемалары



Фәнни-эҙләнеү эше











Үтәне: Кәримова Әлиә, 8б класс уҡыусыһы Авдон урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Етәксеһе: Хәкимйәнова Лилиә Әхмир ҡыҙы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Авдон урта дөйөм белем биреү мәктәбе

Өфө районы





Авдон-2013

Йөкмәткеһе

Инеш өлөш.

  1. Төп өлөш

    1. Р.Бикбаевтың тормош юлы.

    2. Рауил Бикбаев- публицист, йәмәғәт эшмәкәре.

    3. Милләтте , туған телде һаҡлау мәсьәләләре.

    4. Рауил Бикбаев ижадында тәбиғәтте һаҡлау проблемаһының күтәрелеше.

Йомғаҡлау.

Ҡулланылған әҙәбиәт.

Ҡушымталар.

































ИНЕШ ӨЛӨШ

Ырымбур өлкәһе халҡыбыҙҙың данын арттырыусы бөйөк шәхестәр үҫтергән. Был өлкә Башҡортостандан ситтә ятһа ла,башҡорт халҡының тарихын, ғөрөф-ғәҙәттәрен , телен, мәҙәниәтен һаҡлап ҡала алған. Ошондай мөхиттә тәрбиәләнеп үҫкән дә инде шағир Рауил Бикбаев. Уның шәжәрә ете быуыны шундай:

Аҫылгәрәй- Бикбай-Ҡотлоәхмәт-Хәсән-Мөхәмәтшә-Шәрәфетдин-Төхфәтулла-Рауил.

Фәнни эште яҙғанда мин Рауил Бикбаевтың хеҙмәттәре менән яҡыныраҡ таныштым. Уның күп яҡлы талант эйәһе булыуы мине һоҡландырҙы.Маҡсатым Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Рауил Бикбаевтың ижады менән яҡыныраҡ танышыу һәм өйрәнеү, фәнни-ғәмәли уҡыуҙарында, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә шағир тураһында сығыш яһау.

Бурыстарым: илен, телен, тәбиғәтте һаҡлауға өндәгән Рауил Бикбаевтың хеҙмәттәре менән илебеҙҙең киң ҡатлам уҡыусыларын таныштырыу.

























1.1. Р.Бикбаевтың тормош юлы.

Рауил Төхфәт улы Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһе Покров районы Үрге Ҡунаҡбай ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Ете йыллыҡ мәктәптән һуң Аҡ-Булаҡта педучилище, Өфөлә Башҡорт дәүләт университетын һәм СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының аспирантураһын тамамлай. Кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының әҙәбиәт бүлегендә өлкән ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1995 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзының идара рәйесе вазифаһын башҡара.

Тәүләп ҡәләм тирбәтеүе студент йылдарына тура килә, ә башҡорт поэзияһы ағымында М.Басыров, Б.Рафиҡов,Ш.Биҡҡолов,Ш.Анаҡтар менән бергә алтмышынсы йылдар башында ҡушыла.

« Алтмышынсы йылдарҙа башҡорт шиғриәтенә йәштәр ҙур, көслө төркөм булып килде һәм ижади аралашыуҙар, фекер алышыуҙар бик йөкмәткеле, файҙалы була торғайны, - тип хәтергә ала Рауил Бикбаев был осорҙо.- минең шиғырҙарым тураһында ҙур һөйләшеү 1962 йылдың көҙөндә Яҙыусылар союзында йәш яҙыусыларҙың республика семинарында булды, һәйбәт баһа алдым. Был кәңәшмәләге төп ваҡиға Рәшит Назаров ине. Уның шиғырҙары миңә лә бик ның тәьҫир итте һәм шиғри һүҙгә талапсанлыҡ тураһында ныҡ уйландырҙы»1.

Тәүге « Вокзал» исемле поэмаһы « Ағиҙел» журналында баҫылып сыға. 1964 йылда « Дала офоҡтары» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы донъя күрә. “Ҡош юлы” ( 1967), “ Автобиография” ( 1969), “Лирика” ( 1971), “Ғүмер уртаһы” ( 1976), “Һөйөнсө” ( 1979), “Ерем балҡышы” (1982), “ Бураҙналар” (1985), “ Яҙмышым” (1988), “ Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!” (1991), “Барыһы ла беҙҙең намыҫта. Халҡыма хат” (1991), “ Ай күргәндәй, ҡояш алғандай “ (1998), “ Йөҙ ҙә бер хәҙис”, өс китапта, ( 2001-2003), “ Яңғыҙ ҡоштоң осоп барғаны “ (2003) исемле китаптары бер-бер артлы донъя күрә.

1.2.Рауил Бикбаев- публицист, йәмәғәт эшмәкәре.

Рауил Бикбаев –күренекле әҙәбиәт ғалимы. Ул филология фәндәре докторы, профессор. Хәҙерге башҡорт поэзияһының үҫеү проблемаларына арналған ғилми хеҙмәттәр авторы. Уның бигерәк тә Ш.Бабич ижадын өйрәнеү, әҫәрҙәрен халыҡҡа ҡайтарыу буйынса хеҙмәте ҙур. “Замандың шиғри йылъяҙмаһы» китабында хәҙерге башҡорт поэзияһының үҫеү юлдарын, уның жанр һәм стиль төрлөлөгөн, башҡа халыҡтар әҙәбиәттәре менән бәйләнеше нығый барыуы ентекле тикшерелә. “ Рәми. Шағир тураһында китап” монографияһында шағир Рәми Ғариповтың шәхесен һәм ижадын фәнни-популяр стилдә асып бирә. «Шағир һүҙе-шағир намыҫы» йыйынтығында ижади портреттар, рецензиялар, сығыштар һәм интервьюлар, кесерәк мәҡәләләр урын алған. «Сәфәрҙәргә сығам сәхәрҙәрҙән» китабы сәйәхәтмә тип исемләнә. Илдәр, халыҡ-ара миссияһы нигеҙҙә әҙәбиәт донъяһы, төрлө милләт яҙыусылары, ил көндәре тураһында һүҙ бара.

Рауил Бикбаев танылған йәмәғәт эшмәкәре лә. Оҙаҡ йылдар Башҡортостан Яҙыусылар союзы менән етәкселек итә. Рәсәй, бөтә донъя халыҡ-ара кимәлдә мөһим йәмәғәт-ижтимағи, мәҙәни ойошмалары эшендә актив ҡатнаша.

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт йыйылышы-Ҡоролтай депутаты. Мәғариф, фән,мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса бүлек мөдире. Танылған дәүләт эшмәкәре. Төрлө сессияларҙа, конференцияларҙа, Ҡоролтайҙарҙа төплө сығыштар яһай.



1.3. Милләтте, туған телде һаҡлау мәсьәләләре.

Рауил Бикбаев поэзияһында халыҡ яҙмышына бәйле проблемалар күтәрелә, заман, ил, киләсәк, халыҡ алдында яуаплылыҡ тураһында һүҙ бара. Уның ижадында халыҡ яҙмышын, илдең бөгөнгөһөн һәм киләсәген ҡурсалау һәр саҡ үҙәктә була.Шағир ғәзиз милләте һәм Башҡортостан өсөн иң кәрәкле һүҙҙә иң тейешле ваҡытта әйтә белә.

1980 йылдарҙағы үҙгәртеп ҡороуҙар Рауил Бикбаев ижадында яңы темалар, проблемалар алып килә. Иң төп проблемаларҙың береһе булып телен, илен, Ерен һаҡлау мәсьәләһе күтәрелә. «Халҡыма хат» поэмаһы рус һәм башҡорт телдәрендә йоҡа ғына брошюра итеп баҫыла. Был хаттың яҙылыу сәбәбен дә инеш һүҙендә аңлатып бирә автор: «Быйыл йәмле июнь уртаһында Өфөлә Салауат һәйкәле янында батырыбыҙға арналған йыр –моң шиғриәт байрамы гөрләп торғанда миңә бер хат килтереп бирҙеләр. Байрам тамашаһы менән булып, мин ул кешенең төҫ-һынын нығытып хәтерләп тә ҡала алманым.Ләкин ошо хат күпме ваҡыт миңә тынғы бирмәй. Уны яҙған һеңлекәште борсоған уйҙар, күңеленә тынғылыҡ бирмәгән һорауҙар миңә генә түгел. Һәр беребеҙгә төбәлгән кеүек“.2

Был хат аҙ һанлы милләттәр телен бөтөрөүгә йүнәлтелгән Рәсәй сәйәсәтенә ҡаршы протест кеүек ҡабул ителә.Рәсәй батшалығы яулап алыу, үҙ диненә суҡындырыу, көсләп руслаштырыу юлы менән бик күп телдәрҙе юҡҡа сығарған.

Ата-әсәләрҙең әсә теленә ғәмһеҙ ҡарауы, үҙ телен белмәгән маңҡорттарҙың күбәйеүе шағирҙы хафаландыра.

Башҡорт балаһы мин,

Ер хәтерендә

Мең йыл уйылып барған эҙем бар.

Быуындарға ялғап быуындарҙы,

Илде тотҡан телем, һүҙем бар.

Туған тел – ул әсә теле генә түгел, туған халҡыңдың теле. Туған телдең меңәр йыллыҡ тарихы бар. Был тарихты киләсәк быуындарға еткерерҙәй батыр улдар, аҡыллы ҡыҙҙары бар илдең, ғәзиз туған телдәре бар.Әммә ҡайһы бер ата-әсәләр тормошта йәшәргә ҡыйын була тип балаларын рус теленә генә өйрәтәләр. Милләттең киләсәге сәңгелдәктә ятҡан сабыйҙан, әсәнең бишек йырынан башлана. Ләкин бөгөнгө тормоштоң аяныслы хәҡиҡәттәренең береһе шунда:күпме сабый әсәһенең сәңгелдәк йырын тыңлауҙан мәхрүм. Ошо йырҙан яҙыу баланың донъяла күргән иң тәүге ҡайғыһы, иң тәүге бәхетһеҙлеге. Бәлки, иң ҙур бәхетһеҙлегелер. Уның әсәһе башҡортса йырлап сәңгелдәк бәүетеү түгел , ул телдә йүнләп һөйләшә белмәй. Белмәй ҙә, теләмәй ҙә.Сабыйын русса йырлап-иркәләп йоҡлатыр ине, был моң уның күңеленә бәләкәстән әсә һөтө менән инмәгән. Кешенең рухи үҫешендә ни тиклем ҙур фажиғә!

Сит телгә балам маһир тиеп,

Шатлығынан берәү һикерә.

Тик ни мәғәнә үҙ әсәңдең теле

Үҙ балаңа үгәй булғас,

Сит телдән дә булғас ситерәк?

Шағирҙың “ни мәғәнә?” тигән һорауы намыҫ, выждан һүҙенә әйләнә.

Халҡын халыҡ итеп күтәргән, тыуған илен, ерен, иркен илбаҫарҙарҙан һаҡланған милли геройыбыҙ Салауат Юлаев, Кинйә Арыҫланов, Муса Мортазин, Әхмәтзәки Вәлиди, Таһир Кусимов кеүек баһадирҙарын оло ихтирам менән иҫкә ала шағир.

Башҡорт илен тотош утҡа солғап,

Тәфтиләүҙәр ниҙәр ҡылмаған.

Тик батшалар телен киҫкәндә лә

Башҡортом бит телһеҙ булмаған?

Халҡым! Намыҫың ғорур булып ҡалған,

Ябырылһа ла золом, йәберҙәр,

Батырҙарҙың теле киҫелһә лә,

Киҫелмәгән моңоң йәнеңдә.

Элек батшалар ҙа башын эйҙерә алмаған башҡорт халҡын, хәҙерге руслаштырыу политикаһы үҙ ҡулдары менән теленән яҙҙыра, моңонан биҙҙерә тип көйәләнә шағир. Милли мәктәптәр ябылып, төрлө милләт балалары фәҡәт рус телендә генә уҡытыла.Шул сәбәптән тора-бара үҙ телен белмәгән, унан биҙҙерелгән, үҙ телен онотҡан бер нисә быуын үҫеп етә. Үҙ телен белмәгән кеше милли аңын, милли рухын юғалта. Әсә телен белмәгән кешенең милләте лә бөтә, милләте бөткәндең иле лә бөтә.

Телле көйө телһеҙ башҡорттар бар,

Әсә телен белмәй үҫкәндәр…

Бармы ерҙә үҙ ҡулдары менән

Сабыйының телен ҡырҡҡандар.

Әсә менән сабый хайран ҡалып,

Күңеленә йыйыр бер саҡта,

Шул баланың һиҙгер ҡолаҡҡайын

Үҙ ҡулдары менән кем ҡаплар?

Үҙ телебеҙҙе, халҡыбыҙ өсөн ғорурлығыбыҙҙы,кешелек бәҫебеҙҙе үҙебеҙ күтәрмәһәк ситтәр күтәрерме? Үҙебеҙҙе үҙебеҙҙе ҡәҙерләмәһәк, һаҡламаһаҡ, ситтәр быны эшләрме? Һәр халыҡтың иң оло хазинаһы- һүҙ. Үҙен һаҡлар өсөн халыҡ иң элек телен һаҡларға тейеш. Теле барҙың ғына иле бар. Бер юғалтҡан телде кире ҡайтарыуы мөмкин түгел.

Быуылдымы беҙҙә халыҡ рухы,

Намыҫыбыҙ юҡмы аҙыраҡ?

Ҡуйынында үҫкән сабыйҙарын

Тырышып-тырышып ата-әсәләре

Үҙ теленән үҙе яҙҙыра.

Киләсәк быуындарҙы рухлы итеп, телле итеп тәрбиәләү ата-әсәләрҙең бурысы , тип һанай шағир. Йәш быуындың туған телһеҙ, моңһоҙ, рухһыҙ булыуында уларҙың да ғәйебе бар тип иҫәпләй автор.

Маңҡорттарҙың күбәйеүендә, рухһыҙҙарҙың үҫеүенә ил башлыҡтарының да ғәйебе бар , ти шағир.

Беләм дә бит , илдең генә түгел,

Барлыҡ телдәрҙең дә баштарына

Бәлә булды башһыҙ башлыҡтар.

Ил яҙмышын түгел, тик үҙ йәнен

Ҡалтырынып һаҡлар башлыҡтар.

Телдең ҡороуы дарья ҡороуына ҡарағанда ла яманыраҡ булыуын телле көйө телһеҙ ырыуҙашына нисек аңлатырға тигән һорау ҡуя шағир.

Илде ил итеп һаҡлауҙа,моңдо,телде үҫтереүҙә, милләтте милләт итеп ҡалдырыуҙа, бөтә донъяла милләттең тотҡан урынын билдәләүҙә халыҡтың аң-белемгә ынтылышы, битарафлыҡты, ғәмһеҙлекте бөтөрөүе ҙур урын алып тора.

Маҡсаттарҙы бөгөн бергә ҡушһаҡ,

Офоғобоҙ алда киң әле.

Тыуған телдең шифа шишмәһенән

Килер быуын эсһен кинәнеп,-

ти шағир өмөтлө ҡараш менән.

Ҡасан бөтөр беҙҙә был моңһоҙлоҡ,

Был аңҡаулыҡ, ләғнәт ялҡаулыҡ?

Тупланығыҙ, йәштәр, изге сафҡа,

Иртәгеһен илдең һаҡларлыҡ!

Шағир илде һаҡларлыҡ, телде яҡларлыҡ көстө йәштәрҙә күрә. Уларҙы тупланырға , уяу булырға саҡыра.

Туған теле өсөн шағир йәнен-тәнен фиҙа ҡылырға әҙер:

Туған телем өсөн кәрәк икән-

Бар бәхетем , әйҙә, юҡ булһын,

Туған телем өсөн кәрәк икән-

Ауыҙымдағы телем ҡырҡылһын!

«Халҡыма хат» фәһемле саҡырыу һүҙҙәре менән тамамлана:

Туғанынан яҙған ярты йәтим,

Туған теленән яҙған- мең йәтим,

Телде тоҙаҡларлыҡ ғәмһеҙлектән

Уян, халҡым, ҡуҙғал, милләтем!

Рауил Бикбаевтың туған тел, халыҡтың яҙмышы, уның барлығы, намыҫы, ҡәҙере икәнлеге хаҡындағы борсолоулы уйҙары, халҡына хаты-халыҡ шағирының намыҫ һүҙе, йөрәк ауазы ул. Поэмала баштан аҙаҡҡа тиклем йөрәктән сыҡҡан ялҡынлы һүҙҙәр яңғырай.

«Халҡыма хат» поэмаһы туған халҡына шиғри мөрәжәғәт хаты итеп яҙылышы менән, йөрәгенән сыҡҡан намыҫ һүҙе икәнлеге менән дә жанр тәбиғәте һәм поэтикаһы яғынан башҡа лиро-эпик әҫәрҙә яңғырай бара. Автор үҙе “ халҡыма мин ошо хатты яҙам, оран һалам башҡорт иленә”тип тиккә генә әйтмәй. Ҡай саҡ лирик тон- моңға күсеп, «күпме моң бар еләҫ аҡландарҙа, күпме наҙ бар дала елендә, ҡарай улар ғәзиз әсәм булып, һөйләшәләр башҡорт телендә» тип телдең эске моңон күңелдәребеҙгә еткерә. Әйтер һүҙе берсә өгөткә, берсә намыҫ һүҙенә, берсә сәмләндереүгә күсә, күңелдең төрлө ҡылдарын тибрәндертә. Унда хат стиленә хас өндәшеү тоны, бөтә йөрәктән һөйләшеү рухы, намыҫ, выждан һүҙе өҫтөнлөк ала.

1.4.Рауил Бикбаев ижадында тәбиғәтте һаҡлау проблемаһының күтәрелеше.

Илде, телде, рухты һаҡлау проблемалары менән бер рәттән Рауил Бикбаев тәбиғәтте һаҡлау проблемаларын да күтәрә.Башҡортостан-Уралдың йөҙөк ҡашы, тәбиғәттең атаҡлы Швейцария менән ярышырлыҡ бер һоҡландырғыс бер урыны, тип дан йырланыҡ. Башҡортостан - Икенсе Баку, илдәге иң көслө нефтехимия үҙәге, Европалағы , хатта донъялағы иң ҡеүәтле сәнәғәт объекттарын тыуҙырыусы, тип беҙ байтаҡ йылдар буйы хаҡлы ғорурланып һөйләнек. Бөгөн килеп беҙ республикабыҙҙағы түҙеп торғоһоҙ күп нәмәләр хаҡында хәүефле оран һалабыҙ.Бер урында нефтехимия һәм башҡа зарарлы етештереү үҙәктәрен саманан тыш туплау, тейешле технологик талаптарын үтәмәү, ер-һыуҙарҙы аяуһыҙ бысратыу, башҡорт урмандарын йыртҡыстарса ҡырҡыу һ.б. арҡаһында Башҡортостан экологик яҡтан ерҙәге иң хәүефле төйәктәрҙең береһенә әйләнде, ҡайһы бер ҡалаларыбыҙ аяҙ көндө яҡты һауа күрмәҫ хәлгә етте. Туған тәбиғәт кенә түгел, кеше күңеле лә рәнйетелде. Шағир Рауил Бикбаев был проблемаларҙы әҫәрҙәрендә киҫкен күтәрә.

Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһы Уралтауҙың, Башҡортостандың әле лә ғәжәйеп бай ер-һыуҙарҙы күркен йырҙарҙағыса һоҡланып тасуирлау менән асылып китә.

Ерҙең йыры бит ул бар йылғалар,

Таштар ҡуйынынан йыр аға.

Күкрәгенән һөҙөп сығара тау,

Әйтерһең дә, һүҙен һайлап һөйләр,

Көйөн һайлап һуҙыр ир-аға.

Шағир Иҙел башынан, Ирәмәл итәктәренән кескәй шишмәләрҙән һыу алған, йырғанаҡтан йылғаға әйләнгән Ағиҙел буйлап оҙон сәфәргә сыға. Тирә-яҡтың матурлығына һоҡланырға сыҡҡан шағир тәбиғәттең, урман-туғайҙарҙың самаһыҙ тәләф итеп, ҡырып-емереп бөткән яҡтарын күреп хәүефләнә, йөрәге әрней.

Ҡуйы томанына сумған кеүек

Һағышына ҡалдым сорналып.

Сырмалдылар сәсемә Белореттың

Сәстән нәҙек ҡорос сымдары.

Ағыуланған завод быуаһында

Сәсәй-сәсәй мин дә быуылдым.

Йылғам, йомғаҡ кеүек тағатылып,

Һаман алға әйҙәр юл булды.

Ҡаяларға менеп, тәбиғәттең матурлығы менән һоҡланыу урынына шағир тәбиғәткә килтерелгән зыян менән аҙым һайын тейерлек осраша : браконьерҙар балыҡ шартлата, ҡаялар емерелә,мәңгелек ҡара урмандар , шыршы-ҡарағайҙар киҫеп , ағыҙыла. Шағир ошоларҙы күреп уфтана.

Ҡарағайҙар,

Солоҡ ҡына тотор ҡарағайҙар !

Улар менән бергә ерегеп үҫкән

Халыҡтың да

Ай-вайына ҡарамайҙар,

Ҡарағайҙы ҡыра ағайҙар,

Әйтерһең дә, ҡырағайҙар !

Шулай уҡ урмандарҙағы кейектәрҙең дә ҡырылыуы авторҙы уйға һала.

Мөгөҙ кәрәкме бүләккә,

Үгеҙ кәрәкме бүләккә?-

Рәхим итегеҙ!

Айыу тиреһеме?

Быныһы оҡшамаһа,

Еллерәген атып алырбыҙ.

Айыу тиреһе нимә?

Кәрәк икән,

Ерҙең тиреһен дә.

Тереләй һыҙырып алып,

Алдығыҙға килтереп һалырбыҙ.

Ата-бабаларыбыҙ тарихын һаҡлаған Шүлгән мәмерйәһе төптәренә лә һөмһөҙ һәм ҡырағай холоҡло әҙәмдәр үтеп инә лә , боҙа , емерә башлай.

Сувенир тип, ватып алынып бөткән

Меңәр йылдар үҫкән таш һындар.

Ирек ҡуйһаң, улар Шүлгәнташтың

Һәр бер ташын өйөнә ташырҙар.

Ана күпме бәндә дан-шөһрәткә

Һыуһауҙарын бында ҡандырған.

Ҡара дегет менән ҡара исемен

Аҡ таштарға яҙып ҡалдырған.

Һәр ҡаяға шулай үрелгәнде

Туҡтатырғамы һуң таш бәреп?

Ундай Урал , Ер йөҙө тәбиғәтен талаған яуыз бәндәләргә ҡаршы Урал батырҙай, уның Аҡбуҙ атындай ҡаһармандар кәрәктер, тип иҫәпләй автор.Ҡараңғыны тик яҡтылыҡ менән генә еңеп була . Шуға ла кеше күңелендәге ҡара таптарҙы юйыу , авторса, шиғриәттең һәм йәмғиәттең иң беренсе бурысы.

Иштуған һыуһаҡлағысы, Нөгөш, Ҡариҙел быуалары ла шағирҙы борсоуға һала.Күпме ауылдар, туғайҙар һыу аҫтында ҡала.Ҡатлам-ҡатлам булып ағастар һыу төбөнә ята.Һыуҙар һаҫыҡ даръяларға әйләнә, балыҡтар тонсоға, ылымыҡ сәскә ата. Ҡасан ысын хаҡлыҡ,ғәҙеллек тантана итер, ҡасан төп халыҡ матур, иркен тормошҡа, бәхеткә тейенер - ошо мәсьәләләр авторҙы өҙлөкһөҙ уйландыра.

Армыт-армыт булып ятҡан Урал һырттарына кинәнеп ҡарар саҡта күңел һыҡтаны, ти автор.

Тағы шартлау.

Тағы тертләй Шаһтау.

Умырыла нигеҙе Шаһтауҙың.

Бөтә был тау…

Торатауҙың түбәләре хәтфә,

Ташҡайҙары һырлы, селтәрле.

Торатауға менеп ҡараһам да.

Таба алманым һине Стәрле !

Стәрлетамаҡтың төтөн-ҡором эсендә ултырыуы ла борсолоу тыуҙыра. Был тарафтарҙа йәмле Ағиҙел буйҙарына завод мөрйәләренән сыҡҡан ағыулы газдар тәбиғәттең сафлығына хәүеф менән янай.

Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим йылғаларының бысраныуы ла шағирҙы уйландыра.

Ҡариҙел:

Ҡара тиһәләр ҙә күңелем саф,

Һыуым таҙа, йөҙөм аҡ ине.

Һыуҙарыма хәҙер ни аҡмай ҙа,

Йөҙҙәремә хәҙер ниҙәр яҡмайҙар,

Килалманым һиңә пак көйө.

Дим:

Күпме бысраҡ төшә аҙбарҙарҙан,

Күпме ағыу аға баҫыуҙан.

Шишмәләрем күмелә.

Туғайҙарым һөрөлә.

Таңғы төштәремдә баҫлығам.

Оҙаҡламай таҙа эсәр һыуҙар ҙа ҡалмаҫ кеүек. Һыу буйҙарында йөрөп һыуға һыуһау кешенең хәҙер саф, таҙа һыу, һауаларға сарсауы менән бергә ысын рухи азатлыҡҡа, күңел сафлығына, кешелелеккә, юғары әҙәп-әхлаҡ сифаттарына һаман һыуһауын да сағылдыра.

Был поэманың поэтикаһына шаҡтай ҡатмарлы һәм бик үҙенсәлекле һыҙаттар хас. Авторҙың Ағиҙелдең башынан тамағынаса визуаль сәйәхәтенең эске сюжетына тығыҙ бәйле рәүештә өлөш-өлөш, блок-блок булып тасиури күренештәр һәм проблемалар теҙмәһе хасил була: Ағиҙел башы, Белорет, Шүлгәнташ, Стәрле сәнәғәт үҙәктәре, Ағиҙелгә Ҡариҙел, Дим ҡушылған Өфө төбәге, ары юлдар.

Ағиҙел ҙурая һәм экологик хәүефтәре арта барған кеүек поэманың проблематикаһы ла тәрәнәйә, поэтикаһы ҡатмарлана. Хикәйәләү, тасиуирлау саралары диалог, һорау-яуаптар, шағирҙың үҙ уй-тойғолары, мөрәжәғәттәре иенән аралаша. Гүйә, сюжеттан тыш блок-блок булып айырым эпизодтар, бүлексәләр ҡушылып киткеләй. Шағир йөҙҙәрсә һорауҙар ҡуя. Тик ҡайҙа һуң яуаптары, яуаплы кешеләре? Быныһы шағирҙың үҙ һорауы. Халыҡ алдына, башлыҡтар алдына, ил алдына ҡуйылған һорау. Ана шулай һораулы, градациялы юлдар поэмала поэтикаһының һорау- яуаплы, контраслы стиль һыҙаттары барлыҡҡа килтерә.

Бомбаларға төйөп тултырылған

Донъяны юҡ итер ҡара елдәр.

Шартлап һыныр хәлдә

Меридиандар,

Сырмалырға тора

Паралелдәр.

Ҡайҙа бара,

Ҡайҙа бара илдәр?

Былар ҙа хәүефле замананың һорауҙары, кешелек алдында глобаль һорауҙар, замана өнө.

Айырым донъя яҙмышы юҡ,

Айырым ил яҙмышы юҡ,

Айырым моң яҙмышы юҡ.

Айырым тел яҙмышы юҡ-

Барыһы бер еп менән бәйләнгән.

Бына шундай өҙгөләнеп ҡабатланыусы юлдар, һорауҙар, кешенең, кешелектең аңына, намыҫына төбәп әйтеүҙәр - риторик поэтика поэманың тәрән публицистик пафос, аңға, йөрәк ҡылдарына тәьҫир итерлек рух менән һуғарылышын да аңлатып тора.

Экологик афәттән сығыу юлын «Һыуһаным,һыуҙар бирегеҙ!» поэмаһында автор былай тип аңлата.

Намыҫ таҙа булһа,

Уяу булһаҡ,

Көн һаҡланыр,

Моң һаҡланыр.

Ер-һыуыбыҙ имен, таҙа булыр.

« Бөрйән ҡарағайы» исемле шиғырында ла Рауил Бикбаев экологик проблеманы: Бөрйән районында ҡарағай урмандарының күпләп ҡырҡылып , әрәм булыуын, тәләфләнеү мәсьәләләрен күтәрә.

Кире ҡайтыр Бөрйән ҡарағайы,

Әйләнер ҙә ап-аҡ ҡағыҙға.

Ул ҡағыҙҙа Бөрйән урмандарын

Нығыраҡ ҡырырға тип яҙылған.

Асылыкүл” шиғырында тәбиғәт менән һаҡһыҙ ҡулланыу, байлыҡтарын әрәм-шәрәм итеү тураһында ауыр уйҙар өҫтөнлөк ала.

Йәне әсеп , әйтте Асылыкүл:

-Оноттоғоҙ телен ер-һыуҙың.

Ҡороттоғоҙ шишмә, тамырҙарҙы,

Оноттоғоҙ халыҡ-ырыуҙы.

Миңә ағып төшкән ағыуҙарҙан

Һыуһылыуым сәсәп быуылды.

Был бәләләрҙән яңынан терелгән Һыуһылыуҙар, сапсып торған толпарҙарҙы эйәрләгән сая Түләктәр генә ҡотҡарыр,тип ышана автор.

«Тағы ла Торатау» шиғырында миллион йылдар буйына торған таш сатырҙы емереп ватырлыҡ ҡырағай ғәйрәтте бәндәнең ҡайҙан алыуы борсолдора.

Кеше мейеһендә һыр артҡанға

Яланғасланамы ер йөҙө?

Барыһын ҡырып, барыһын емереп бөтөп,

Яп-яланғас ер йөҙөндә кеше

Ҡалырғамы итә бер үҙе?

Был шиғырҙарында ла шағир ер-һыуҙарҙы, тәбиғәтте һаҡлау менән бәйле экологик проблемаларҙы дауам итә.Экология хәҙер донъя күләмендәге ҙур һәм үтә хәүефле

мәсьәләгә әйләнде. Р. Бикбаев үҙ әҫәрҙәрендә тәбиғәткә булған вәхшиҙәрсә ҡараш, тәбиғәттә зарар килтереү, уны ағыулау тураһында борсолоп яҙа.Һорауҙар ҡуя, үҙенсә яуап бирә.

. Йомғаҡлау.

Шулай итеп, беҙ шағир,публицист Рауил Бикбаевтың ижадына бер аҙ байҡау яһаныҡ. Һәр беребеҙҙең иң изге төйәге - Башҡортостан, һәр беребеҙ өсөн ғәзиздәрҙең-ғәзизе- халыҡ, донъялағы иң ғәжәп мөғжизәләрҙең береһе – шағир, -ти Рауил Бикбаев. Талантлы шағир илдәге, республикалағы экологик хәлдең киҫкенлеген күтәреп сыға һәм « Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!» поэмаһында шиғри һүҙ аша йөрәктәргә еткереүҙең бер үрнәген ижад итә. Шиғырҙарында тәбиғәтте һаҡлау, яҡлау һәр кемдең бурысы икәнлеген аңлатырға тырыша.

Ил, тел, халыҡ яҙмышына ла битараф түгел шағир. Бөгөнгө заманда ерен дә, телен дә һаҡлағанда ғына милләт һаҡлана.Шуға күрә, телеңде лә, ереңде лә юғалтмау милләттең мөҡәддәс бурысы, киләсәктәге йәшәйештең зарури талабы.Шағир әҫәрҙәрендә илде, телде, милләтте һаҡлап алып ҡалыуҙың юлдарын да күрһәтә, һорауҙар ҡуя, яуап бирә.





Ҡулланылған әҙәбиәт

  1. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 6-сы том. Хәҙерге әҙәбиәт (1966-1994 йылдар).Өфө. “Китап” 1996.

  2. Тимерғәле Килмөхәмәтов. Халыҡсанлыҡ көсө. Өфө, Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1998.

  3. Писатели земли Башкирской. Справочник. Уфа, «Китап», 2006.

  4. Ғайса Хөсәйенов. Рауил Бикбаев. Тормошо һәм ижады.Өфө. Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте, 2008.

  5. Рауил Бикбаев. Һайланма әҫәрҙәр. 1-се том. Өфө, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте, 2008.

  6. Рауил Бикбаев. Һайланма әҫәрҙәр. 2-се том. Өфө, Зәйнәб Биишева исемендәге “ Китап” нәшриәте, 2008.

  7. Рауил Бикбаев. Һайланма әҫәрҙәр. 5-се том.Өфө, Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәте, 2012.

  8. Башҡортостан. Ҡыҫҡаса энциклопедия. Өфө, ”Башҡорт энциклопедияһы” Дәүләт ғилми нәшриәте. 1997.


Самые низкие цены на курсы переподготовки

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 50% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок", но в дипломе форма обучения не указывается.

Начало обучения ближайшей группы: 25 октября. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (10% в начале обучения и 90% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru

Общая информация

Номер материала: ДВ-171041

Похожие материалы