Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Научные работы / Научно-практическая работа на тему "Аманат-85"

Научно-практическая работа на тему "Аманат-85"



Осталось всего 4 дня приёма заявок на
Международный конкурс "Мириады открытий"
(конкурс сразу по 24 предметам за один оргвзнос)


  • Другое

Название документа НПК Аманат.docx

Поделитесь материалом с коллегами:

Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы муниципаль районы

Серафимовка ауылының 1-се урта мәктәбе

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы







Ф2нни - 42м2ли эш

Аманат”лы халыҡ беҙ!..

hello_html_2c3e5071.png

















Етәксеһе: Шәрипова Юлиә Салауат ҡыҙы,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы



hello_html_2c3e5071.png



2014 йыл

Инеш.

Ата-бабаң ҡалдырған һүҙ-

Аманатым шул һиңә,

Аманатым шул һиңә.

Аманатҡа хыянатһыҙ,

Аҡыҡтан аҡ юл һиңә,

Аҡыҡтан аҡ юл һиңә.

(Р.Ғарипов “Аманат”)


Мин үҙемдең эшемде “Аманатҡа хыянат итмә”1тигән әйтемдән башлап ебәргем килә. Кем нисек аңлай был мәҡәлде? Уйлап ҡараһаң бик тәрән мәғәнәғә эйә ул. Аманат-ул хоҡуҡтарҙы һаҡлау һәм бурыстарҙы үтәү. Аманаттың бер нисә төрө бар: ғибәҙәт аманаты, тән аманаты, әйбер аманаты, һүҙ аманаты, алыш-биреш аманаты. Аманатҡа тоғролоҡ һаҡлаусылар өсөн Аллаһ оло сауаптарын әҙерләгән. Изге күңеллеләр был донъяла ла, әхирәт лә бәхетле. Бер һүҙ менән әйткәндә аманат – ул яуаплылыҡ. Ҡыҫҡаһы, башҡорт халҡы элек-электән ата-бабалар аманатына изге төшөнсә итеп ҡарай, рухи ҡиммәттәргә тоғролоҡ ҡаныбыҙға һеңгән.

Башҡортостан Республикаһында балалар һәм үҫмерҙәр өсөн журналдың төп Аманат тип аталыуы, бөйөк мәғрифәтсе Аҡмулланың «Башҡорттарым уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” тигән үлемһеҙ һүҙҙәрен байраҡ-девиз итеп алыуы тәрән мәғәнәғә эйә.

Аманат” беҙҙең барыбыҙға ла бәләкәйҙән үк Ватаныбыҙҙы яратырға һәм уның менән ғорурланырға, йәмәғәтселек тормошонда әүҙем ҡатнашырға, үҙ халҡыбыҙҙың ысын яҡлаусыһы булырға өйрәтте.

Минең маҡсатым- киләсәктә журнал уҡыусыларыбыҙҙы тағы ла күберәк йәлеп итеү. Ошо маҡсатҡа ирешеү өсөн түбәндәге бурыстар билдәләнде:

-“Аманат” журналы тураһында мәғлүмәт туплау;

-башҡа милләт балаларын башҡорт теленә, мәҙәниәтенә ихтирам менән ҡараусы шәхес тәрбиәләү;

-баҫманың һәр һанын дәрестәрҙә фәһемле итеп ҡуллана белеү;

-тиҫтерҙәренең ижады аша уҡыусыларҙа журналға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу;

Актуаллеге: башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға журнал яҡын дуҫ, остаз, маяҡ булып ҡалды һәм ҡала.

Гипотеза: һәләтле балаларҙың ижади оҫтаханаһы ролен башҡара.

Тикшереү методы: үҫеп килгән,нығынған, аң кимәле формалашҡан осорҙа дөрөҫ йүнәлеш биреүсе, тик изгелеккә, мәғрифәткә өндәүсе журналдың йәш быуынды тәрбиәләүҙә ыңғай йоғонтоһон күреү.

Көтөлгән һөҙөмтәләр: журналдың артабан да шулай, үҙ бурысына тоғролоҡ һаҡлауы, яңынан-яңы уңыштарға өлгәшеүе, балаларҙың яратҡан баҫмаһы булып ҡалыуы.


































1.85 йыллыҡ тарихлы “Аманат”

Бынан тап 85 йыл элек, алыҫ 1929 йылдың буранайында(мартында) үҙенең 10 йыллығын билдәләгән Автономиялы Башҡорт Совет Социалистик Республикаһында, башҡорт телендәге балалар журналының беренсе һаны донъя күрә.Баҫманың исемен, шул осорҙа балалар өсөн Мәскәүҙә сығып килгән урыҫ телендәге “ЕЖ” журналының исеменән күреп, “Керпе” тип алалар, хәҙерге әҙәби телдә “Терпе” була инде. Әммә “ЕЖ”дың “ежемесячный журнал” тигәндән ҡыҫҡартып алынғанлығын һәм терпегә һис ҡатнашы булмағанын, күрәһең, белмәгәндәр. Шуғалыр ҙа 1930 йылдың ғинуарынан журнал инде “Пионер” булып донъя күрә башлай һәм 1991 йылдың мартына хәтлем ошо исем аҫтында сыға. 1991 йылда “Пионер” исемен “Аманат”ҡа үҙгәртеп, үткән быуаттың болғансыҡ 90-сы йылдарына аяҡ баҫҡан журнал редакцияһы бер ваҡыт урамда тороп ҡала. Ул йылдарҙағы журналдың баш мөхәррире Камил ағай Яйыҡбаев көндәр буйы редакция өсөн “йылы мөйөш” эҙләп, республика етәкселәренең ишек тупһаһын тапаһа, редакция хеҙмәткәрҙәренә фронттағы кеүек, тәгәрмәс өҫтөндә, журнал сығарырға тура килде. Был йылдарҙа өйҙәш булып өс-дүрт ойошманың кескәй бүлмәләрен арендалана. Журнал сығарыу өсөн ҡағыҙ табыуы ауыр мәсьәләгә әйләнә. Күп кенә ҡағыҙ етештереүсе фабрикалар банкрот тип иғлан ителеп, ябылып бөткән. Ҡағыҙ артынан редакция хеҙмәткәрен Балтика буйындағы, әлегә эшләгән ҡағыҙ фабрикаһына командировкаға ебәрәләр. Әҙ-мәҙ ҡағыҙлы булғас, редакцияның финанс хәле көрсөккә килеп терәлә. Сетерекле хәлдән сығыу ниәтендә, ҡайһы бер район етәкселәре менән һөйләшеп, журналдың һандарын шул райондарға арнап сығаралар. Шулай ҙа улар бирешеп ҡалмай,шул ваҡытта журнал менән бергә булған бөтә уҡытыусылар коллективы, ул саҡтағы уҡыусылар менән журналға уҡымлы әҫәрҙәрен тәҡдим иткән яҙыусылар ярҙамында арымай-талмай тик алға баралар.Артабан республика етәкселеге лә журнаға ярҙам итеү әмәлен таба. Әле журнал редакцияһының заманса йыһазландырылған бүлмәләрендә үҙ эшен һөйгән талантлы журналистар эшләй.Бөгөнгө көндә баш мөхәррир вазифаһында БР-ҙың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, БР-ҙың Ш.Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге БР Хөкүмәте премияһы лауреаты, РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы, Халыҡ-ара журналистар союздары конфедерацияһы ағзаһы Сәлмән Шәкирйән улы Ярмуллин эшләй.

Баш бухгалтер – Ғүмәрова Миңлесәриә Фәрүәз ҡыҙы.

Баш мөхәррир урынбаҫары - Ҡазаҡаев Мансур Таһир улы.

Биҙәлеш мөхәррире- Тапаҡов Артур

Сәркәтип - Багишаева Зарина Урал ҡыҙы.

Бүлек мөдире – Байназарова ГүзәлиәҒәлимйән ҡыҙы.

Рәссам - Ғаянова Ләлә Закир ҡыҙы.

Система администраторы – Шамил ағай.

Ысынлапта, мәктәп уҡыусыларының үҫеп килгән, нығынған, аң кимәле формалашҡан осорҙа, уларға дөрөҫ йүнәлеш биреүсе, уларҙы тик изгелеккә, мәғрифәткә өндәүсе был коллективҡа йәш быуынды тәрбиәләү буйынса ҙур яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Аллаға шөкөр, һынатҡандары юҡ әле:

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!!!

Шуны аманат итеп ал һин, йәш йөрәк!!!”-ти улар.
















































2.”Аманат” ҡуйҙы ҡанат

Һигеҙ тиҫтәнәнашыуыраҡ ваҡыт эсендә журнал бик күп балалар һәм үҫмерҙәр быуыны өсөналыштырғыһыҙ яҡын дуҫҡа,  һәләтле балаларҙы  үҫтереү мәктәбенә әүерелде.

Башҡорт яҙыусыларының барыһы ла тиерлек ижади эшмәкәрлеген тап ошо журналда башлаған. Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Мәжит Ғафури, Сәйфи Ҡудаш, Рәшит Ниғмәти, Мостай Кәрим, Марат Кәримов, Башҡортостандың халыҡяҙыусылары Зәйнәп Биишева, Ноғман Мусин һәм башҡа бик күптәрҙеңтәүге  әҫәрҙәре ошо журнал биттәрендә баҫылған.

Тәүге мөхәррире, билдәле шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре Хәй Мөхәмәтйәров етәкселегендә 1930 йылдар башында, яңы аяҡҡа баҫып килгән йәш Башҡорт Республикаһында башҡорт телендәге дәреслектәргә ҙур ҡытлыҡ булған саҡта баҫма журнал-дәреслек статусында сығарыла һәм республика мәғарифын үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронт гәзиттәре өсөн ҡағыҙ күп талап ителеү сәбәпле бөтөн ил буйлап бик күп гәзит-журналдарҙы,шул иҫәптән журналды ла нәшер итеү туҡталып тора һәм ул 1952 йылдың сентябрендә генә фронтовик-шағир Шәриф Бикҡол етәкселегендә яңынан сыға башлай. Журналдың беренсе һандарынан уҡ баҫмала балаларҙың мәҡәләләре, шиғырҙары, улар тураһында хикәйәләр даими урын ала, төрлө ижади конкурстар үткәрелә һәм ул бөгөнгә тиклем шулай дауам итә. Ғөмүмән, сыға башлағандан алып “Аманат” һәләтле балаларҙың ижади оҫтаханаһы ролен башҡара. Әллә нисәмә быуын балаларын патриотик рухта, илгә файҙалы кешеләр итеп тәрбиәләүҙә уның хеҙмәтен баһалап бөткөһөҙ. Мөхәррир вазифаһын төрлө йылдарҙа Ф. Тимерғәзин, З. Биишева, А. Урманов, Ю. Гәрәев, М. Мөслимов, А. Әминев, Х. Әсәҙуллин, В. Нафиҡов, Г. Ғөзәйеров, Р. Күлбаева, А. Ихсанов, Н.Тимашев, Ш. Бикҡолов, Р. Зарипов, М. Кәримов, Д. Бүләков, Д. Ғабдуллин, Ю. Кәримов, К. Яйыҡбаев, Н. Мәһәҙиев, А. Дәүләтбәков  атҡара .Йәш яҙыусыларҙың ижади формалашыуында ла “Пионер”ҙеңроле ҙур. Ошо хаҡта фекер йөрөтөп, Башҡортостандың халыҡшағиры, Социалистик Хеҙмәт Геройы Мостай Кәрим былай тине:“Бик тә яҡын минең өсөн “Пионер” журналы. Хеҙмәт кенәгәмдә лә беренсе эшем “Пионер”ҙа – әҙәби хеҙмәткәр” тип теркәлгән.2 “Пионер” журналы туған телдә сыға торған баҫма ғына түгел, ә аҡыллы тәрбиәсе лә. Ул – йәш быуынды тәрбиәләү өлкәһендә матурлыҡтың көҙгөһө, шул гүзәллекте әленән-әле яңыртып тороусы көмөш шишмә...”, – тип яҙҙы баҫманың 50 йыллығын билдәләгән ваҡытта “Пионер” журналының 1977 – 1986 йылдарҙағы баш мөхәррире, күренекле яҙыусы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты ДинисБүләков.

Киске Өфө гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева:

Минең бәләкәй сағымда башҡорт телендә сыҡҡан баҫмаларҙың һаны әҙ генә ине. Яңы гәзит-журналдарҙы уҡыр өсөн хатта туғандар үҙ-ара талашып киткән осраҡтарҙа булғыланы. Беҙҙең синыфтан бик күптәр Пионерға хаттар яҙҙы. Мин дә уларҙан ҡалышманым һәм баҫылып сыҡҡан ҡайһы бер хәбәрҙәрем, редакция хеҙмәткәрҙәре С.Әлибай, Ш.Бикҡоловтарҙан алған яуап хаттары минең киләсәктә журналистика юлы буйынса китеүемә йоғонто яһаны. Шуға күрә “Аманат” ҡуйҙы ҡанат!- тип әйтергә тулы хоҡуғым бар!3

Фәнил Күзбәков (Башҡорт дәүләт университеты профессоры):

Мин “Пионер”ҙы уҡып, рухланып, үҙемдә яҙыша торғайным. Яҙғандарымды район гәзитенә ебәреп, ижадымды баҫмала күреү – оло ҡыуаныс ине! Тимәк һис икеләнмәйенсә, “Аманат” ҡуйҙы ҡанат! -тип ғорур әйтә алам!

Мәшһүр шағирыбыҙ Мостафа Сафа улының фекерен ҡеүәтләп, шуны ла өҫтәр инем: 85 йыл буйына башҡорт балаларының тоғро дуҫы, кәңәшсеһе, аҡыл үә белем ҡаҙнаһы һәм милли рух сығанағы булып донъя күреп килгән “Аманат” журналы – ата-бабаларыбыҙҙың башҡорт халҡына, теленә, рухына, диненә, еренә, моңона һәм тарихына һөйөүендә сағылған изге аманатын быуаттар төпкөлөнән хәҙерге йәш быуынға өҙлөкһөҙ еткереүсе көмөш шишмә, нурлы юл ул!

















3. Аманаттың ҡаҙаныштары.

Журналды Башҡортостандағына түгел, Ырымбур, Һамар, Һарытау, Ҡурған,Силәбе өлкәләрендә, Татарстан Республикаһында ла күпләп алдыралар. Уның тиражы – 10 мең дана самаһы. Ойоштороусыһы – Башҡортостан Республикаһының Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы.

Журнал пионерҙарҙы һәм мәктәп уҡыусылары тәрбиәлә үҙәге һөҙөмтәле эшмәкәрлеге өсөн  1979  йылда РСФСР Юғары Советы Президиумының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә. Мәскәү ҡалаһында ойошторолған“Матбуғат-2005” Халыҡ-ара профессиональ күргәҙмәлә журнал “Балалар өсөн баҫмалар араһында тираж сәйәсәте лидеры” номинацияһында диплом менән бүләкләнде.  “Аманат” журналы 2007, 2008  һәм 2011 йылдарҙаРәсәйҙең иң яҡшы 300 баҫмаһы  менән бергә  “Матбуғаттың алтын фонды”на инде. Быйыл улар тағы бер еңеүгә өлгәште: “Бәләкәй принц” ижади конкурсында еңеү яулаған Аманатыбыҙ Рәсәйҙең, Иркутск, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Төмән, Якутск ҡалаларында нәшер ителеүсе балалар баҫмалары менән бергә Почетлы диплом менән бүләкләнде. Әйткәндәй, былтыр “Аманат” журналы Башҡортостандан “Матбуғаттың алтын фонды отличиеһы” билдәһенә лайыҡ булыусы берҙән-бер журнал булһа, ә быйыл иһә “Бәләкәй принц” ижади конкурсында “Аманат” тағы ла- берҙән-бер.Ҡыҫҡаһы, үҫмерҙәргә рухи тәрбиә биреп, уларҙың ысын дуҫы булған журналдың тағы ла юғарыраҡ үрҙәргә үрләүенә ышанам.



















4. “Аманат”ым уң ҡанатым.

Дуҫтарыбыҙҙың донъяға ҡарашын, мәнфәғәттәрен, теләктәрен иҫәпкә алып, журнал биттәрендә төрлө теманы яҡтыртҡан мәҡәләләр донъя күрә. Быны рубрикаларҙың төрлөлөгө лә (“Хат-хәбәр”, “Тиҫтерҙәр ижады”, “Тәбиғәткә-асыҡ тәҙрә”, “Мәңгелек сер”, “Сәләмәт бул!”) иҫбатлай. Шулай уҡ уҡыусыларға журнал менән бәйләнешкә инеүҙе еңеләйтеү маҡсатында “Аманат” сайты(http://www.amanatrb.ru) һәм “Бәйләнештә ге асыҡ төркөмө» әүҙем эш алып бара.Әйтер һүҙең бармы, йә башҡа тиҫтерҙәреңдең ни әйтергә белгең киләме-рәхим ит, журналдың байтаҡ өлөшө уҡыусыларҙың үҙҙәренең материалдарынан тора. Бының өсөн журнал, «“Аманат”тың йәш хәбәрсеһе” тигән исем булдырылған һәм әүҙем авторҙарға танытмалар бирелә. Ә өлкән авторҙар өсөн журналдың Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге йыллыҡ премияһы булдырылған.

Беҙҙең Туймазы районы уҡыусылары төрлө сараларҙа ҡатнашырға тырышалар, ләкин беҙгә, уҡытыусыларға, был журналды һәр бер бала уҡыһын, конкурстарҙа ҡатнашһын өсөн бик күләмле эш алып барырға кәрәк. Бының өсөн баҫма һәр бер уҡытыусының ҡулында булырға тейеш, сөнки унан күпме кәрәкле мәғлүмәт табырға, дәрестә ҡулланырға матур, сағыу күргәҙмә материал алырға, дәреслектәрҙән тыш өйгә эшкә өҫтәлмә материал биреп ҡайтарырға була. Дөрөҫөн әйткәндә, был журнал уҡытыусының уң ҡулы. Был журналға яҙылһаң, ундағы “Яҙыл да бүләк от!» уйынында уйнап, ҡиммәтле бүләктәр оторға була. Минең уҡыусыларымдың иң яратҡан рубрикалары“Мөғжизәле донъя”, “Көләмәстәр”,“Оҙон тәнәфес» рубрикалары. Малайҙар “Аманат”тың коллекцияһындағы машиналарҙың күсермәһен эшләп үҙҙәренең коллекцияларын йыя башланылар, ҡыҙҙар инде “Ай,һылыу” рубрикаһын бик яратып ҡарайҙар.

2014 йыл республикабыҙҙа Мәҙәниәт йылы тип иғлан ителгәс, журналда һүрәттәр конкурсы иғлан ителә. Мин донъяны һүрәтләйем ярышында Туймазы районы уҡыусылары бик ихлас ҡатнаша башлайҙар. Бына улар:Серафимовка ауылынан Элла Бейсурина, Лидия Пржевальская, Елена Пинчукова, Александра Смирнова, Латыпов Наил, Алһыу Һаҙыева. Ә “Төҫлө бала саҡ” конкурсы ла бик ҡыҙыу барҙы. Был конкурсҡа йомғаҡ яһалғас, Серафимовка 3-сө һанлы уҡыусыларының еңеүселәр исемлегендә булыуы күңелдәрҙе ҡыуандыра. Риваль Ханнанов менән Алина Ғәбдрәхимовалар “Аманат” журналының иҫтәлекте бүләктәрен алып ҡыуандылар. Дәрестә улар тураһында һөйләгәндән һуң күп уҡыусыларым үҙҙәренең ҡатнашыу теләктәрен белдерҙеләр. Башҡортостан Республикаһы көнөнә бик матур, сағыу һүрәттәр төшөрҙөләр һәм журналдың сайтына ебәрҙек. Хәҙер улар “Аманат килмәнеме әле?” тип көн һайын һорайҙар. Шундай конкурстарҙа күберәк ҡатнашып балаларҙа журналға ҡарата һөйөү тойғоһо уятырмын тип уйлайым. Алдағы көндәрҙә “Күҙ менән ҡаш араһы” тигән фотоконкурсында ла ҡатнашырға тип уйлап йөрөйбөҙ.

Шулай уҡ Серафимовка ауылының герой балалары (Виталий Черепанов һәм Руфина Латыпова) тураһында мәҡәлә август айында баҫылып сыҡты. Беҙҙең оло йөрәкле балаларыбыҙ өс аҙна Ҡырымда диңгеҙ буйында ял итип ҡайттылар.Батырлыҡ темаһына дәрес алып барғанда, был материал бик фәһемле булды. Журналдың һуңғы йылдарҙағы баҫмаларында уҡыусыларҙың һүрәттәре генә түгел, ә үҙҙәре ижад иткән шиғырҙары, мәҡәләләре донъя күреүе бик һөйөнөслө ваҡиға. Үҙҙәренең иң яҡын кешеләре тураһында яҙған ( Лилиә Ғабдрахманова, Аҙнағол ауылынан, Лилиана Зарипова, Серафимовка ауылынан) балалар, уларҙы ҡеүәтләгән уҡытыусылар тик маҡтауға ғына лайыҡ. Туймазы ҡалаһының 7-се мәктәбе уҡыусы Дилара Хөсәйенованың “Тәбиғәтте яҡлау-илде һаҡлау “тигән мәҡәләһе күп кешеләрҙе уйланырға мәжбүр иткәндер тип ышанабыҙ. Шулай уҡ, Туймазы ҡалаһының 5-се һанлы мәктәбе уҡыусыларыныңда ижад емештәрен журнал биттәрендә күрергә була. Март айында Аманат журналы 85 йыллыҡ юбилейын билдәләгәндә, беҙҙә ситтә тороп ҡалманыҡ “Аманат”ҡа-85 йәш тигән исем аҫтында әҙәби кисә үткәрҙек. Уҡыусылар тәүҙә Аманаттан ятлаған шиғырҙарын һөйләп ярыштылар, көләмәстәрҙе сәхнәләштереп көлдөрҙөләр. Был кисә хаҡында Әминова Наиданың “«Аманат”лы балалар беҙ!” исемле мәҡәләһен апрель айындағы баҫмала уҡырға була.













Йомғаҡлау.

Шулай итеп, яратҡан журналыбыҙ илебеҙҙең нисәмә быуын патриоттарын, ысын мәғәнәһендә шәхестәрен тәрбиәләне. Сөнки “Аманат” – балаларҙың ижади, рухи, мәҙәни үҫешенә ифрат ҙур иғтибар бүлә, көс һала. Ошо йылдар дауамында ижад емештәрен журнал биттәрендә дә баҫтырған Башҡортостандың йәш шағирҙары, яҙыусылары, рәссамдары артабан милләтебеҙҙең арҙаҡлы шәхестәренә әйләнде. Ул эш, ул йола, ул бик кәрәкле традиция бөгөн дә дауам итә. Журналдың артабан да шулай, үҙ бурысына тоғролоҡ һаҡлап, республика мәғарифының айырылғыһыҙ бер өлөшө булыуын, яңынан-яңы уңыштарға өлгәшеүен, киләсәктә лә һөйөклө Башҡортостаныбыҙ балаларының яратҡан баҫмаһы булып ҡалыуын теләйем. Һүҙемде шундай юлдар менән тамамлағым килә:

Аманат” булһа ҡулыңда,

Ҡояш балҡыр юлыңда!





























Ҡулланылған әҙәбиәт.

1.”Башҡортостан” гәзите, 26.09. 2014

2. “Йәшлек” гәзите, 21.05.2009

3. “Йәшлек” гәзите,22.06.2010

4. “Аманат” журналы, март,2014

5.”Аманат” журналы,февраль, 2013

6. Алтын ҡумта. Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре. –Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985 й. -176 бит.

7.”Журналы Башкортостана” : Сборник статей/ авт.-сост. Ф.Ахмадиев.-Уфа;2004.-с.78-81

































Йөкмәткеһе.

  1. Инеш……………………………………………………………2-3

  2. 85 йыллыҡ тарихлы «Аманат” ……………………………4-5

  3. Аманат” ҡуйҙы ҡанат………………………………………6-7

  4. Аманат”тың ҡаҙаныштары………………………………….8

  5. Аманат”ым уң ҡанатым……………………………………9-10

  6. Ҡулланылған әҙәбиәт………………………………………..11

  7. Йөкмәткеһе……………………………………………………12

Ҡушымта 1









1 Алтын ҡумта. Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре. –Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1985 й.

2 «Аманат» журналы, март-2014 йыл, 4-се бит

3 «Аманат» журналы, март-2014 йыл, 5-се бит

13

Название документа аманат-85.ppt

«Аманат»лы халыҡ беҙ!..
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
МирхәйҙәрМөхәмәтйәров
«Бик тә яҡын минең өсөн «Пионер» журналы. Хеҙмәт кенәгәмдә лә беренсе эшем «...
Оло йөрәкле балалар!
«Аманат» булһа ҡулыңда, Ҡояш балҡыр юлыңда!
1 из 16

Описание презентации по отдельным слайдам:

№ слайда 1
Описание слайда:

№ слайда 2
Описание слайда:

№ слайда 3 «Аманат»лы халыҡ беҙ!..
Описание слайда:

«Аманат»лы халыҡ беҙ!..

№ слайда 4 Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!
Описание слайда:

Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!

№ слайда 5
Описание слайда:

№ слайда 6
Описание слайда:

№ слайда 7 МирхәйҙәрМөхәмәтйәров
Описание слайда:

МирхәйҙәрМөхәмәтйәров

№ слайда 8
Описание слайда:

№ слайда 9
Описание слайда:

№ слайда 10 «Бик тә яҡын минең өсөн «Пионер» журналы. Хеҙмәт кенәгәмдә лә беренсе эшем «
Описание слайда:

«Бик тә яҡын минең өсөн «Пионер» журналы. Хеҙмәт кенәгәмдә лә беренсе эшем «Пионер» ҙа – әҙәби хеҙмәткәр» тип теркәлгән.

№ слайда 11
Описание слайда:

№ слайда 12
Описание слайда:

№ слайда 13 Оло йөрәкле балалар!
Описание слайда:

Оло йөрәкле балалар!

№ слайда 14
Описание слайда:

№ слайда 15
Описание слайда:

№ слайда 16 «Аманат» булһа ҡулыңда, Ҡояш балҡыр юлыңда!
Описание слайда:

«Аманат» булһа ҡулыңда, Ҡояш балҡыр юлыңда!

Название документа прил. аман.doc

Поделитесь материалом с коллегами:

Ҡушымта 1

Аманат” журналы төрлө йылдарҙа

hello_html_mc12d3e6.jpghello_html_m74599dac.jpghello_html_m39f83d36.jpghello_html_m1dc22ddf.jpg

«Аманат” тарихы – фотоларҙа



hello_html_29f8c1a9.jpg



Аманат”тың ҡаҙаныштары

hello_html_543fc03a.jpghello_html_231d69d2.jpghello_html_m3cb69518.jpg

hello_html_m649d88b5.jpghello_html_5657e7d7.jpghello_html_30abdcd8.jpg













«Аманат” лы балалар беҙ!



hello_html_m2938c886.jpg



57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)


Автор
Дата добавления 27.10.2016
Раздел Другое
Подраздел Научные работы
Просмотров21
Номер материала ДБ-295035
Получить свидетельство о публикации

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх