Инфоурок Другое Другие методич. материалыНаучо-исследовательская работа на тему"Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә толпар образы"

Научо-исследовательская работа на тему"Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә толпар образы"

Скачать материал

 

ЙӨКМӘТКЕҺЕ

 

ИНЕШ………………………………………………………………………………….3

 

БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ӘКИӘТТӘРЕНДӘ ТОЛПАР ОБРАЗЫ………………….…4

§ 1.  БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ӘКИӘТ ЖАНРЫ ҺӘМ УНЫҢ БҮЛЕНЕШТӘРЕ ХАҠЫНДА…….4

§ 2. БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ӘКИӘТТӘРЕНДӘ КҮҘӘТЕЛГӘН ТОЛПАР ТӨРҘӘРЕ…………13

 

 

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ……………………………………………………….18

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

ИНЕШ

            Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә иң сағыу һәм әүҙем ҡатнашыусы образдарҙың береһе – толпар. Был мифик зат үҙе үк әҫәргә әкиәти тылсым, мөғжизә көсө, ысын булмағандайға ышанырға ынтылыш бирә.

            Толпар образы әкиәттәрҙә бик боронғо замандарҙан килә. Уларҙың әкиәт жанрына килеп инеүе лә бушҡа ғына түгел. Башҡорттоң юлдашы ла, эш көсө лә, аҙығы ла, яуҙашы ла булған йылҡы малы халыҡ үҙен белә белгәндән уның ҡулы аҫтында бит. Эргәһендәге бер ни менән алыштырғыһыҙ йән эйәһен төрлө тылсымлы күренештәргә индереп һүрәтләгән дә инде ул әкиәттәрендә.

            Шулай уҡ әкиәттәрҙәге толпарҙар ҡасандыр, ҡайҙалыр ысынлап булған һәм тереклек иткән, тигән фекерҙәр ҙә бар. Бәхәскә инмәйбеҙ: ҡайҙандыр килеп ингән бит инде улар халыҡ күңеленә, һәр мөғжизәнең ысынбарлығы бар, тигәндәй…

            Теманың актуаллеге. Тикшереү эшенең темаһы «Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә толпар образы» тип алынды. Был тема актуаль темаларҙың береһелер, тип уйлайбыҙ. Сөнки әкиәттәрҙәге топар образын өйрәнеү -халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын, эпик жанрҙарын, тел байлығын, рухи ҡомартҡыларын өйрәнеү, белергә ынтылыу ул.

            Эштең маҡсаты һәм бурыстары. Эштең маҡсаты итеп башҡорт халыҡ әкиәттәрендәге толпар образын өйрәнеү алынды. Маҡсатҡа ярашлы түбәндәге бурыстар билдәләнде:

1.     Әкиәт жанры хаҡында дөйөм төшөнсә биреү;

2.     Әкиәт төрҙәрен барлау;

3.     Әкиәттәрҙә осраған толпар төрҙәрен өйрәнеү;

4.     Толпар образының әҫәрҙә тотҡан урынын билдәләү.

 

 

 

§ 1. БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ӘКИӘТ ЖАНРЫ ҺӘМ УНЫҢ БҮЛЕНЕШТӘРЕ ХАҠЫНДА

         Әкиәт – халыҡ ижадының төп жанрҙарының береһе. Уларҙың барлыҡҡа килеүе кешелек дәүеренең иң боронғо осорона ҡайтып ҡала. Шулай булһа ла, фәндә әле булһа ла әкиәттәрҙең аныҡ ҡына билдәләмәһе юҡ. Әкиәт тип, ғәҙәттә, уйҙырмаға нигеҙләнгән тылсымлы һәм мажаралы йөкмәткеле йә булмаһа көнкүреш характерындағы хикәйәгә әйтәләр. Әкиәт – ул халыҡтың уй-хыял емеше[1]. Фантастик уйҙырмаға ҡоролоу һәм тормошта булмағанды һөйләү - әкиәттәрҙең мөһим һыҙаттары. Был күренеш әкиәттәрҙең башланышында һәм тамамланышында уҡ асыҡ күренә. Уларҙың барыһы ла, ҡағиҙә булараҡ, “борон-борон заманда” тип, йәки “борон-борон заманда, кәзә командир, һайыҫҡан үрәтник, пәрей проводник булып торғанда” кеүек өҫтәлмәләр менән башланып китә. Шул рәүешле әкиәттәрҙә һөйләнәсәк ваҡиғаларҙың шартлы булыуына баҫым яһала. Ошо уҡ фекерҙе уларҙың тамамланышы менән дә ҡеүәтләп була. “Бөгөн шунда киттем, кисә ҡайтып еттем”, йәки “өс көн туйҙарында булдым, балдарын эстем, мыйыҡтан үтте, ауыҙыма теймәне” кеүек мәғәнәһеҙ раҫлауҙар әкиәттә һөйләгәнде шик аҫтына ала.

         Ләкин шуны әйтергә кәрәк: әкиәттә һүҙ барған ваҡиғаларға ышаныу-ышанмау төрлө ваҡытта төрлөсә булған. Боронғо заман кешеһе әкиәттәге аждаһаны ла, дейеүҙе лә ысынбарлыҡта булған көс итеп ҡабул иткән, сөнки уларҙың һәр береһенең билдәле дәрәжәлә “прототиптары” бар. Асылда, бынан миллион йылдар элек йәшәгән һәм һәм оҙонлоғо 30 метрға тиклем еткән диплодок, бейеклеге 5 метрҙан ашҡан тираннозавр кеүек ғифрит хайуандар, ҡанаттары 8 метрғаса йәйелгән птеранодон кеүек осоп йөрөүсе кеҫәрткеләр меңәр йылдар һуҙымында халыҡ аңында дейеү, аждаһа йә булмаһа сәмреғош кеүек мифик образдар булып формалашҡан. Шулай итеп, уйҙырма менән ысынбарлыҡ әкиәттәрҙә айырылмаҫ бер бөтөнлөктө тәшкил итә. Унда һүрәтләнгән ваҡиғалар йәки образдар ни хәтле әҙәм ышанмаҫлыҡ булһалар ҙа, әкиәттең нигеҙендә ысынбарлыҡ ята.

         Билдәле, ваҡыт үтеү менән кеше үҙен уратып алған тирә-йүнде тәрәнерәк аңлай барған, тәбиғәт серҙәренә төшөнгән, шуның һөҙөмтәһе булараҡ, уның аң кимәле лә үҫешкән. Был иһә халыҡ күңелендә әкиәттәргә ышаныстың кәмей барыуына килтергән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, әкиәт электрон-иҫәпләү машиналары һәм йыһан караптары заманында ла үҙенең жанр тәбиғәтен юғалтмай һаҡлап килә. Бының төп сәбәбе, асылда, әкиәт донъяһының мауыҡиырғыс, сюжеттың асыҡ конфликтлы булыуына нигеҙләнгән. Изгелек менән яуызлыҡтың мәңгелек көрәшенең сағылышы - әкиәттәргә хас мөһим сифаттарҙың береһе. Ошоға бәйле унда бер-береһенә ҡаршы һүрәтләнгән образдарҙы күрергә мөмкин. Шуныһы мөһим: әкиәт һәр ваҡыт изгелектең тантана итеүе, геройҙың еңеүе менән тамамлана. Әҙәбиәт теле менән әйткәндә, әкиәт геройы – ул халыҡтың яҡты һәм ҡанатлы хыялдарын үҙендә кәүҙәләндергән ыңғай персонаж. Тап бына ошо яғы менән әкиәт ҙур тәрбиәүи көскә эйә.

         Һәр халыҡтың әкиәт эпосы шул милләттең тарихи яҙмышына, хужалыҡ ысулына һәм көнкүрешенә бәйле үҫә, ауыҙ-тел ижадының башҡа жанрҙары кеүек үк  милли үҙенсәлекле була. Дөрөҫ, бер үк образды, мәҫәлән, атты төрлө халыҡтар ижадында күрергә мөмкин. Ләкин башҡорт фольклорындағы аҡбуҙатты йәки алтынҡойроҡ-көмөшьялды башҡа халыҡтар ижадындағы шундай уҡ образ менән сағыштырыу мөмкин түгел. Башҡорт әкиәттәрендәге сәмреғош та, рус әкиәттәрендәге жар-пртица ла – үҙенсәлекле милли образдар. Шул уҡ ваҡытта башҡорт халыҡ әкиәттәренең башҡа күп кенә төрки-монгол һәм иран халыҡтарының ижады менән яҡынлығы һәм оҡшашлығы билдәле. Был күренеш, бер яҡтан, халыҡтарҙың яҡын ҡан ҡәрҙәш туғанлығы һәм, икенсенән, үҙ-ара йоғонтоһо менән аңлатыла.

         Йөкмәткеһенән сығып, башҡорт халыҡ әкиәттәрен бер нисә тәркәмгә бүлеп йөрөтәләр. “Башҡорт халыҡ ижады”ның 18 томлы баҫмаһында, мәҫәлән, улар түбәндәге төркөмдәргә бүлеп урынлаштырылған:

         хайуандар тураһындағы әкиәттәр,

         тылсымлы әкиәттәр,

         батырҙар тураһындағы әкиәттәр,

         тормош-көнкүреш әкиәттәре.

         Әкиәттәрҙең жанр-тематик бер төрөн хайуандар тураһындағы әкиәттәр тәшкил итә. Билдәле булыуынса, һунарсылыҡ юоронғо кешеләрҙең төп кәсебе булған. Хайуандар тураһындағы әкиәттәрҙең килеп сығышы ла ҡош-ҡорт, кейек-йәнлектәр хаҡында күргән-белгәнде һөйләү һөҙөмтәһендә тыуған тотем мифтар менән бәйле. Бындай әкиәттәр бронғо кешеләрҙең үтә ябай аң кимәлен, тирә-йүнде үҙенсә аңлатырға тырышыуын сағылдыра.

         Боронғо кешеләр барлыҡ тереклек донъяһынан айырылмаҫ бер бөтөн итеп күҙ алдына килтергән. Уларҙың ҡарашынса, кешеләр, теләһәләр, хайуанға, ҡош-ҡорт, хауандар кешеләргә әйләнә алған. Шуға күрә эпоста ла, әкиәттәрҙә лә бындай күренештәр бик йыш осрай[2].

         Теге йәки был ырыуҙың килеп сығышын ҡош-ҡорт, йәнлек-хайуандарға бәйләп аңлатыу башҡорт халҡында әле лә һаҡланып ҡалған. Хатта башҡорт халҡының исеменең этнонимы (килеп сығышы) ла ҡорт (бүре) тигән боронғо төрки һүҙе менән бәйле. Ырыу-ҡәбилә, ара-зат атамаларында ла күп кенә хайуан-йәнлек, ҡош-ҡорт исемдәре һаҡланып ҡалған. Үҫәргән ырыуында, мәҫәлән, айыу, ҡуян, мышы, Бөрйән ырыуында бесәй, ҡуян, тартай, тауыҡ тигән ара исемдәре бар. Табын ҡәбиләһенең бер ырыуы – Ҡоҙғон-ҡатай, Күҙәй ҡәбиләһенең бер ырыуы Шайтан-көҙөй исемен йөрөтә. Был иһә әйтелгән ырыу-ҡәбиләләр борон замандарҙа үҙҙәренең сығышы, ҡан-ҡәрҙәш туғанлығын шул уҡ исемдәге ҡош-ҡорт, йәнлек-хайуандарға бәйләп һөйләгәндәр тигән һүҙ. “Буҙансы батыр”, “Айыуғолаҡ” исемле әкиәттәрҙә лә батырҙың ата-әсәһе итеп буҙ бейә һәм айыу һанала.

         Йөкмәткеләренә ҡарап, хайуандар тураһындағы әкиәттәрҙе Р.Ф.Ильясов өс төркөмгә бүлеп ҡараны:

         этиологик әкиәттәр,

         сатирик һәм ғибрәтле мәҫәл-әкиәттәр,

         “саф” классик характерҙағы әкиәттәр.

         Тәүге төркөм әкиәттәрҙең төп йөкмәткеһен айырым хайуан, йәнлек, ҡош-ҡорттарҙың килеп сығышы, уларҙың холоҡ-ҡылығы хаҡында хикәйәләү тәшкил итә. Уларҙың нигеҙендә кешеләрҙең боронғо мифологик ҡараштары ята. Бындай әкиәттәрҙең төп вазифаһы – теге йәки был күренешкә аңлатма биреү. “Ҡаҙҙар ниңә ала булған?” әкиәте, мәҫәлән, ала ҡаҙҙарҙың нисек килеп сығыуы, “Айыу менән бал ҡорттары” әкиәтендә айыуҙарҙың нисек ҡыҙҡа ҡойороҡло булып ҡалыуы аңлатыла. Был типтағы әкиәттәрҙә кеше һәм хайуанда донъяһы – айырылмаҫ бер бөтөн. Шуға күрә лә унда кешеләрҙең ҡош-ҡортҡа һәм киреһенсә, ҡош-ҡорттоң кешегә әйләнеп тотруы ғәҙәти күренеш.

         Хайуандар тураһындағы әкиәттәрҙең икенсе төркөмөн мәҫәл-әкиәттәр тәшкил итә, уларҙың барыһы ла өгөт-нәсихәт, кәңәш биреүгә нигеҙләнгән, һәр саҡ тиерлек мәҡәлгә торошло афоризм менән тамамлана. Бындай әкиәттәрҙең күпселеге үҙҙәренең йөкмәткеһе менән мәҫәлдәрҙең киң билдәле булған халыҡ-ара сюжеттарына барып тоташа. Асылда уларҙың төп сығанағы ла М.Өмөтбаев, айырыуса М.Ғафури тәржемәләре аша И.А.Крылов, тағы ла ары киткәндә, Көнсығыш халыҡтары фольклоры менән бәйле (мәҫәлән, “Ҡуян менән арыҫлан”, “Ишәк менән арыҫлан”, “Ишәк, дөйә, төлкө, бүре” әкиәттәре).

         Хайуандар тураһындағы әкиәттәрҙең сағыштырмаса ҙур төркөмө “саф” әкиәт характерында. Уларҙа төрлө йәнлек, хайуан, ҡош-ҡорттарҙың ҡолоҡ-ҡылығы, йәшәүе хаҡында хикәйәләнә. Бындай әкиәттәрҙең сюжеты башҡа халыҡтар араһында ла күп осрай. Шул уҡ ваҡытта уларҙың күбеһе башҡорт-халҡының тормош-көнкүреш ерлегенә күсерелгән. “Төлкө менән бүҙәнә”, “Һемәйгән бүре” әкиәттәре тап бына шундайҙарҙан.

         Башҡорт халыҡ әкиәттәренең иң боронғо төркөмдәренең береһе – тылсымлы әкиәттәр. Уларҙың барлыҡҡа килеүе, ғалимдарҙың дөйөм фекеренсә, тәүтормош-община ҡоролошоноң емерелә башлаған осорона тура килә. Бына шуға ла күрә лә әкиәт батырының кәләш эҙләүе – бындай әкиәттәрҙә киң таралған мотивтарҙың береһе. Миҫал өсөн “Һунарсы Байғужа”, “Ҡояшлы ҡыҙ” әкиәттәрен күрһәтергә мөмкин.

         Тылсымлы әкиәттәрҙә боронғо кешеләрҙең үҙҙәрен тәбиғәт донъяһынан айырып ҡарамаған замандарының сағылышы бар. Уларҙа анимизм, тотемизм күренештәре ҙур урын алған[3]. “Үгеҙ” исемлә әкиәттә, мәҫәлән, үгеҙ хан ҡыҙына өйләнә, үгеҙ тиреһен һалғас, ул күреп туймаҫлыҡ матур егеткә әйләнә, ә ҡатыны ул тирене утҡа яҡҡас, аҡҡош булып осоп сығып китә, һуңынан, төрлө мажаралар үтеп, егет булып ҡатыны янына әйләнеп ҡайта.

         Тылсымлы әкиәттәрҙең нигеҙендә кешенең аждаһа, дейеү, мәскәй кеүек мифик образдар сифатында һүрәтләнгән ҡара көстәрҙе көрәшеп еңеүен һүрәтләү төп урында тора. Шуға күрә бындай әкиәттәрҙең төп йөкмәткеһе лә идеаллаштырылған геройҙарҙың башынан үткәндәрен һөйләп сығыуға ҡайтып ҡала. Әммә бында шуныһы күҙгә ташлана: әкиәт батыры ауыр һынауҙар теҙмәһен, бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығыу өсөн физик көс ҡулланмай, ә төрлө тылсымлы әйберҙәрҙең (алтын балдаҡ, алтын балыҡ, таяҡ, көҙгө, уҡ-һаҙаҡ, таяҡ һ.б.) сихри көсөнә таяна, улар ярҙамында үҙенең маҡсатына ирешә. “Ете ҡыҙ” әкиәтендә, мәҫәлән, мәскәй әбейҙән ҡасҡан саҡта, ул ҡыуып еттем тигәндә генә ҡыҙҙар арттарына тараҡ, ҡайраҡ, көҙгө ташлай барғандар. Шул саҡ мәскәй әбей алдына үтә алмаҫлыҡ урман, күккә олғашҡан тау, үҙе киң, үҙе тәрән диңгеҙ хасил булған, ти. Ошондай сихри предметтар ярҙамында ҡыҙҙар ҡотолоп ҡалғандар. Йыш ҡына әкиәт батырына ҡанатлы эт, ат, бесәй, балыҡ, айыу кеүек йән эйәләре лә ярҙамға килә. “Умыс” тигән әкиәттәлә беҙ батырға ярҙамға килеүсе уҡ үтмәҫ сәкмәнде, хужаһын һис кемгә лә күрһәтмәҫ бүректе, күҙ күргән ергә бер аҙым менән етерлек итекте, бер һелтәгәндә йөҙ саҡрымға ут яуҙырыр ҡылысты күрәбеҙ.

         Тылсымлы әкиәттәрҙең барыһы өсөн дә үтә хас булған мотив – ул изгелек һәм яуызлыҡ көрәше. Беҙ бында бер-береһенә ҡаршы булған ике яҡ менән осрашабыҙ: бер яҡта – яуыз батша йәки хан, үгәй әсә, убырлы ҡәйнә, икенсе яҡта – таҙ батыр, етем ҡыҙ, йәберләнгән килен һ.б. Шуны әйтергә кәрәк, әкиәт һәр саҡ кәмһетелгән, үгәйһетелгән персонаждарҙың еңеүе менән тамамлана.

         Тылсымлы героик әкиәт геройының төп ярҙамсыһы ғәҙәттә ат була, ул батырға аҡыллы кәңәштәр бирә, иң кәрәк мәлдә уға ярҙамға килә. Бының асыҡ миҫалын беҙ “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” “Алтынҡойроҡ-көмөшъял” әкиәттәре миҫалдарында асыҡ күрәбеҙ. Был әкиәттәрҙә батырҙарҙың барыһына ла толпарҙары яҡшы иптәш, ҡотҡарыусы, кәңәшсе булып килә.

         Тылсымлы әкиәттәрҙә иң киң таралған герой - әбей менән бабайҙың яңғыҙ улы йә булмаһа өс улдың иң кесеһе. Ул инде күп осраҡтарҙа Таҙ батыр исеме менән йөрөй. Шуныһы үҙенсәлекле: күп кенә әкиәттәрҙә кесе ул йыш ҡына үҙенең ағалары тарафынан йәберләнә, рәнйетелә, төрлө ауырлыҡтар алдына ҡуйыла, әммә һәр осраҡта ла еңеүсе булып ҡала, ағаларына тейешле яза бирә.

         Тылсымлы әкиәттәрҙең сюжеты ифрат күп төрлө. Төрлө мифик заттарға ҡаршы көрәш, үгәй әсә менән үгәй ҡыҙ, убыр ҡәйнә менән бахыр килен, һатылған бала, кесе ул, уның төрлө һынауҙар үтеп, батша ҡыҙына өйләнеүе, хатта батша, вәзир булып китеүе – тылсымлы әкиәттәрҙең иң киң таралған сюжеттары иҫәбендә.

         Батырҙар тураһындағы әкиәттәр - әкиәттәрҙең жанр-тематик бер төрө. Шуға күрә лә уларҙа, бер яҡтан, героик эпос, икенсе яҡтан, тылсымлы әкиәттәргә хас сифаттарҙы күрергә мөмкин[4].

         Ғилми әҙәбиәттә батырҙар тураһындағы әкиәттәрҙең  барлыҡҡа килеүе ике төрлө итеп аңлатыла. Беренсенән, улар тәүтормош общинаһының емерелә башлау осоронда тылсымлы әкиәттәрҙән үҫеп сыҡҡан, артабан иһә ошо ерлектә эпос жанры формалашҡан, тип иҫәпләнә. Был дәүерҙәрҙә ырыу коллективтарында үҙҙәренең һәләте, зирәклеге, көсө менән айырылып торған шәхестәр күренә башлай. Ырыу-ҡәбилә уларҙы батырлыҡ идеалы итеп күтәрә, ә ошоға хәтле ундай кешеләрҙе үлтерер булғандар.  Бына шул рәүешле халыҡ ижадында тауҙарҙы түңкәрә һуғып йөрөүсе Тауҙытауғаһуғар, ете диңгеҙ, ете ер артында ниҙәр булғанын тыңлап белеүсе Ертыңлар, теләһә ниндәй күл-диңгеҙҙең һыуын уртап алырлыҡ Күлүртлар кеүек бәһлеүән батырҙар образы тыуа. Халыҡтың хыял емеше булып тыуған бындай көслө батырҙар араһында мең башлы аждаһаны үлтергәндәре лә, һауаға атҡан уғының кире төшөүен өс көн буйы көтөп ултырғандары ла, ҡоралайға һунарға сыҡҡанда уны уҙып китеүҙән ҡурҡып ике аяғына ике тирмән ташы бәйләп йүгергәндәре лә бар (“Буҙансы батыр”, “Алтындуға батыр” әкиәттәре һ.б.) Икенсенән, батырҙар тураһындағы әкиәттәрҙең тыыуыуына сағыштырмаса һуңғы замандарҙа эпостың жанр булараҡ тарҡала барыуы булышлыҡ иткән. Һөҙөмтәлә ҡайһы бер эпик әҫәрҙәр әкиәт рәүешендә йәшәй башлай. Мәҫәлән, “Урал батыр” эпосының “Алпамыша менән Барсынһылыу”, “Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу” иртәктәренең күп кенә әкиәтләшкән варианттары ла бар.

         Батырҙар тураһындағы әкиәттәрҙең геройы эпос ҡаһармандарына оҡшаш. Ул халыҡҡа яфа килтереүсе аждаһа, күберәген дейеүҙәргә ҡаршы көрәшә, һыуһыҙ интеккән халыҡҡа һыу бирә, яуыз батшаның мәкерле йомоштарын үтәй, юғалған йәки урланған ҡыҙҙарҙы ҡоллоҡтан ҡотҡара, мал – тыуарҙы, ғәҙәттә урланған ҡолондо эҙләп таба.

         Башҡорт халыҡ әкиәттәренең ҙур ғына өлөшөн тормош-көнкүреш әкиәттәре тәшкил итә. Бындаә әкиәттәр үҙҙәренең характеры менән ифрат күп төрлө: улар көләмәскә яҡын булған новелистик, шулай уҡ сатирик, юмористик, мәрәкә әкиәттәрҙе үҙ эсенә ала. Әхлаҡи, ғибрәтле йүнәлешле әкиәттәр ҙә ошо ҙур төркөмгә ҡарай.

         Әммә уларҙың барыһы өсөн дә бер нәмә уртаҡ: бындай әкиәттәрҙәге конфликт, башҡа төр әкиәттәрҙәге кеүек, тылсым шарттарында түгел, ә халыҡтың көндәлек, ҡәҙимге тормош-көнкүреш ерлегендә сиселә. Шуға ярашлы әкиәттәрҙең геройҙары ла ҡәҙимге кешеләр: батша, хан, сәсән, ҡурайсы, һалдат, мулла, ҡараҡ, сауҙагәр, һабансы, мосафир. Ҡайһы бер әкиәт геройҙары Ҙакир, Шакир, Ғафый, Сафый, Фатима, Хәсән, Хөсәйен кеүек исемдәр менән билдәле.

         Йөкмәткеләре яғынан тормош-көнкүреш әкиәттәре бик күп төрлө. Новелистик характерҙағылары араһында, мәҫәлән, геройға аҡыллы кәңәш биреүсе зирәк кешеләр тураһындағы әкиәттәр киң таралған[5].

         Тормош-көнкүреш әкиәттәре араһында мөхәббәт, ғаиәлә татыулығы, ҡатындар тоғролоғо хаҡындағы әкиәттәр ҙә байтаҡ. Бында шулай уҡ әхлаҡ проблемаһын төрлө юҫыҡта яҡтыртҡан әкиәттәр ҙә осрай. Ундай әкиәттәрҙә ҡәҙимге кешеләрҙең шәхси сифаттары (сер һаҡлау, ялҡаулыҡ, үҙ һүҙлек, эш рәте белмәү, тәкәбберлек һ.б.) хаҡында һүҙ бара, ошоға бәйле тейешле һығымта сығарыла.

         Тормош-көнкүреш әкиәттәренең ҙур ғына төркөмөн мәрәкә һәм юмористик әкиәттәр тәшкил итә. Уларҙың характерлы геройҙары – Алдар, Шомбай, Таҙ йә булмаһа, хәйләкәр һалдат. Юмористик әкиәттәрҙә, ғәҙәттә, диуана хәленә ҡалған иҫәрҙәр хаҡында хикәйә ителә.

         Шулай итеп, башҡорт халыҡ ижадының төп жанрҙарының береһе булған әкиәт, халыҡтың уй-хыял емеше генә булыуға ҡарамаҫтан, баһалап бөткөһөҙ тәрбиәүи роль уйнай. Улар уҡыусы, тыңлаусы күңелендә яҡшылыҡҡа, изгелеккә, намыҫлылыҡҡа хөрмәт уята, яуызлыҡты, боҙоҡлоҡто кире ҡағырға өндәй.

         Әкиәтәр шулай уҡ үҙ эсендә халҡыбыҙҙың тарихын, мәҙәниәтен һәм башҡа бик күп төр рухи ҡиммәттәрен һаҡлап килеүе менән ҡиммәтле.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

§ 2. БАШҠОРТ ХАЛЫҠ ӘКИӘТТӘРЕНДӘ КҮҘӘТЕЛГӘН ТОЛПАР ТӨРҘӘРЕ

         Әкиәттәрҙең күптәрендә, шул иҫәптән башҡорт халыҡ әкиәттәрендә лә, толпар образы бар. Был һыҙат бигерәк тә батырҙар хаҡындағы әкиәттәргә хас.

         Был әкиәттәрҙә ат менән кеше образы айырылғыһыҙ, тығыҙ бәйләнгән, бер-береһен тулыландырып, бер бөтөндө барлыҡҡа килтерә. Мифтарҙа ваҡиғалар әкиәти герой эргәһендә генә түгел, шулай уҡ уның тылсымлы аты янында ла ҡайнай. Геройҙың теге йәки был ҡыйынлыҡтарҙы үтеүе һәм алға ҡуйылған маҡсаттарға ирешеүе атының  позицияһына һәм активлығына бәйләнгән.

         Әкиәттәрҙә тылсымлы аттар йәки толпар образын шартлы рәүештә өс төркөмгә бүлеп була: беренсенән: һауа, һыу һәм мәмерйә (ер аҫты) аҡбуҙаттары (аҡ+буҙ+ат), һауа һараттары (һары+ат), тураттар (туры+ат) һәм күгаттар (күк+ат), һыу һәм мәмерйә (ер аҫты) ҡараттары (ҡара+ат), икенсенән, ҡанатлы толпарҙар һәм, өсөнсөнән, кеше рәүешле тормош алып барырға һәләтле әүермән аттар. Шул уҡ ваҡытта бөтөн мифик аттар ҙа ҡайһы бер сифаттары буйынса бер бөтөндө тәшкил итә: уларға кеше интелекты һәм психикаһы, һөйләшеү һәләте бирелгән, йәғни был тылсымлы аттар тотемик хайуандарға хас сифаттарға эйә.

         Күберәк әкиәттәрҙә һәм эпостарҙа сағылыш тапҡан, беренсе төркөм мифик аттар атаһынан төп урында Аҡбуҙат тора. Уның образы “Урал батыр”,  “Аҡбуҙат”, “Заятүләк менән Һыуһылыу”, “Иҙүкәй менән Мораҙым” эпостарында һәм тиҫәтәнән ашыу әкиәттәрҙә, шулай уҡ айырым риүәйәттәрҙә һәм легендаларҙа айырыуса тулы сағыла.

         Аҡбуҙат – иҫ киткес матур, илаһи ат, Ҡояш-тәү әсәнең аты һәм нурлы йөҙлө күк ҡыҙының һыбай йөрөй торған аты. Урал батыр уны Ҡояш ҡыҙы Һомайҙан бүләк итеп ала. “Урал батыр” эпосында Аҡбуҙат батырға яуыз көстәргә ҡаршы көрәшкәндә ярҙамлашҡан ат ҡына түгел. Ул эпоста аңы, зиһене һәм көсө буйынса хужаһынан бер ҙә ҡалышмаған һәм тылсымға эйә булған айырым бер персонаж да булып тора.

         Әкиәттәрҙә толпар баштан уҡ һоҡланғыс аҡбуҙат булып күренмәҫкә лә мөмкин. Мәҫәлән, «Аҡъял батыр» әкиәтендә батырҙа юлдаш булыр толпар тәүҙә ат көтөүендә йөрөгән ҡорсаңғы ғына тай була. Батыр үҙенә ат эҙләп йүгәндәрен шылтыратҡанға ул боролоп ҡарай һәм егеткә был тайҙы сараһыҙҙан юлдаш итергә тура килә. Батыр үҙен һайлағас, тай әкиәт тылсымы менән толпарға әүерелә һәм бар эштәрҙә лә батырының ярҙамсыһы, дуҫы булып килә.

         Күп әкиәттәрҙә толпар һөйләшә лә. Ул батырҙарға кәңәш бирә, уларҙы ауыр саҡта йыуата, уларға төрлө серҙәрҙе сисә. Мәҫәлән, «Алпамыша батыр» әкиәтендә толпар, егеткә ағайҙары хыянат иткәс, телгә килеп: «Һин, егет, ҡайғырма, бар хәйерсе кейемдәре кей ҙә йәйләүгә, тирмәң янына бар»,  - тип өйрәтә. Егет шулай итә лә. Һәм әкиәттең аҙағында толпарының кәңәшен тотоп бик күп яуызлыҡтарҙы еңеп сыға.

         Толпарҙарҙы саҡырып алыу ҙа әкиәттәрҙә бер төрлө үк килә. Батырҙар толпарҙарының ял йәки ҡойороҡ ҡылын һурып алып ҡала ла, кәрәк саҡта уларҙы өтөп, аҡбуҙаттарын үҙҙәренә саҡырып ала. Был күренеш шулай уҡ  әкиәттәрҙә толпар образының ни кимәлдә мөғжизәле һәм серле булыуын күрһәтә.

         Шулай уҡ күп әкиәттәрҙә толпар осоу һәләтенә эйә. «Урал батыр»ҙағы аҡбуҙаттан башлап, был толпарҙар батырҙарын ете диңгеҙ, ете тауҙар аша осортоп алып китә. Ҡайһы бер әкиәттәрҙә, мәҫәлән, «Һарат», «Һарысай», «Һарат һәм батыр» кеүектәрҙә йыһан аты – һарат (һарысай) образы бар. Һарат та шулай уҡ күктә яралған һәм күктә йәшәй, ул – Айҙың аты. Ай уны Айһылыу исемле ҡыҙына бүләк итә, ә ул, үҙ сиратында, һаратты үҙенең Шүлгәндән тыуған улы Һаҡмарға бирә.

         Ҡанатлы толпарҙар күбеһенсә батырҙар тураһындағы әкиәттәрҙә һәм легендаларҙа ҡатнаша, буйҙары сағыштырмаса ҙур түгел. Ҡағиҙә булараҡ, толпарҙар – килбәтһеҙ ҡиәфәтле ҡырҡмыш тайҙар, геройҙың өйөрҙән ат һайлағанда, улар йүгән зыңлауына беренсе булып тауыш бирә. Батырҙарҙың уларҙы эйәрләп юлға төшөүе була, толпарҙар ысын батыр аттарына әүерелә. Ҡайһы ваҡытта толпарҙар, беренсе төр мифик аттар кеүек, диңгеҙ йәки ҡойо төбөнән сыға, йәғни әкиәти геройҙар уларҙы күлдәрҙең һәм башҡа һыу ятҡылығы ярынан эйәрләп ала.

         Боронғо башҡорттарҙың уйлауынса, бер кем дә, хатта хужа үҙе лә толпарҙың ҡанаттарын күрергә тейеш түгел, сәнки уның үлеүе мөмкин. Толпарҙар кешесә һөйләшә, уйлай белә, төштәр күрә, асыулана, үс ала. Улар геройҙарҙың тоғро дуҫтары, ышаныслы юлдаштары һәм аҡыллы кәңәшселәре. Батыр менән ваҡытлыса айырылышҡанда ат үҙенең ялынан йәки ҡойроғонан өс ҡыл-сәсен һурып алыуын һорай: геройға уларҙы яндырып ебәреү генә етә - “һә” тигәнсә аты уның алдына килеп баҫа. Толпарҙар – тыумышы менән ерҙән булған (һыуҙан бик һирәк) әкиәти аттар, улар күк, юғары донъя менән бәйләнмәгән. Мифтарҙа улар – тылсымлы ярҙамсылар һәм әкиәти геройҙарҙы яҡлаусылар.

         Аҡбуҙат һәм Һарат башҡорт халҡының йондоҙҙар менән бәйле мифтарында йәнәшә лә сығыш яһай. Бер легендаға ярашлы, улар күккә күтәрелгәндәр һәм башҡорттар Бәләкәй Айыу йондоҙлоғондағы Буҙат менән Һарат тип йөрөткән ике йондоҙға әүерелеп, әле лә шунда йәшәйҙәр.

         «Аҡбуҙат», «Заятүләк менән Һыуһылыу» кеүек әкиәттәрҙә толпар образы һыу стихияһына бәйле һәм ул һыу аҫты батшалары ҡарамағында. Урал батыр һәләк булғандан һуң, аҡбуҙат төрлө сәбәптәр арҡаһында һыу аҫтына – күлдәр хужаһына юлыға һәм артабан күп әкиәттәрҙә телгә алына.

         Һыу аҫты аҡбуҙаты образы бигерәк тә «Аҡбуҙат» әкиәтендә тулы кәүҙәләндерелә. Ул – ғәләмәт ҙур көскә эйә ҡанатлы илаһи ат. Әгәр Һәүбән атын саҡырғанда уның ҡойроғонан йолҡоп алынған ҡылды яндырһа, аҡбуҙат шундуҡ янына килеп етер һәм уның барлыҡ теләген үтәр булған. Зирәк һәм аҡыллы кәңәшсе булараҡ, ул һәүбәнде ашығыс һәм төптән уйлап еткерелмәгән эштәрҙән иҫкәртә, хужаһына ысын дуҫ булғас, ул ҡайҙандыр батырға кейем табып бирә. Аҡбуҙат һуғышта ҡыйыу булған һәм үҙенең көсөн Һәүбәнгә лә бирә алған.

         Башҡорттарҙың әкиәттәрендә мәмерйәләрҙә йәшәгән толпар образдары ла (йәки уларҙың рухтары) бар. Башҡорт халҡының риүәйәттәренән һәм легендаларынан күренеүенсә, тау мәмерйәләренә, йәғни ер аҫтына аҡбуҙаттар ғына түгел, ғәйрәтле ҡараттар ҙа бикләнгән. Шуларҙың араһынан ҡеүәте һәм ҡөҙрәте менән “Бүре улы Сынтимер-бәһлеүән” әкиәтендә төп герой ер аҫтынан алып сыҡҡан Ҡарат исемлеһе айырылып тора.

         Барлыҡ аҡбуҙаттарҙы, һараттарҙы, тураттарҙы һәм ҡараттарҙы уларҙың илаһи зат, йәғни һауа, һыу стихияларын кәүҙәләндергән тылсымлы хайуандар, ер һыуҙары ташҡындарын баҫып тыйыусылар, тау менән йылғаларҙы тыуҙырыусылар, кешеләрҙең ҡөҙрәтле яҡлаусылары һәм уларҙы һаҡлаусылары ролендә сығыш яһауы берләштерә.

         Әкиәттәрҙә толпарҙарҙың тағы ла бер төрө бар. Улар төр тылсымлы аттары - әүермән аттар, улар күбеһенсә тылсымлы әкиәттәрҙә һәм легендаларҙа осрай.

         “Буҙансы батыр” әкиәтенең бер вариантында балалары булмаған әбей менән бабайҙың бер ваҡыт һоро бейәләре ҡолонлауы хаҡында бәйән ителә. Ҡолондо өйгә индерәләр. Ә төнөн ул балаға әүерелә һәм уны һоро бейә хөрмәтенә Буҙансы, тип, атайҙар.

         Мифтарҙа шулай уҡ кешеләрҙең дә ат ҡиәфәтен алыуы мөмкин. Бындай әкиәттәрҙе уйлап табыусылар – боронғо башҡорттар аттың кешегә һәм кешенең атҡа әүерелә алыуына, ат менән кеше араһындағы тигеҙлеккә ышанған. Шуға ла күп кенә әкиәттәрҙә һәм легендаларҙа аттар кешеләр менән бергә йәшәй, аттан кеше балаһы тыуыуы ихтимал, был хайуан менән туғанлыҡ мотивтары бар. Ҡайһы бер башҡорт әкиәттәрендә аттар сабый балаларҙы туйындырыусы һәм тәрбиәләүсе булып та тасуирлана.

         Шулай итеп, башҡорт халыҡ әкиәттәрендә ҡулланылған толпар образы ерҙән, күктән йәки һыуҙан килгән мөғжизәүи көс күренеше булып тора. Ул көс кешеләргә, яҡшы кешеләргә ярҙам йөҙөнән ебәрелә. Йәғни, тәбиғәттең изге әҙәмдәргә булышлыҡ итеүе итеп күрһәтелә был образ.

        

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ

1.     Аслаев Т.Х.Әкиәттәр. - Өфө: Башҡортосатан “Китап” нәшриәте, 1996. – 320 б.

2.     Башҡорт халыҡ ижады: Әкиәттәр. 1-се китап./ Төҙ. М.Х.Минһажетдинов, Ә.И.Харисов; Яуаплы ред. Н.Т.Зарипов. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1976.

3.     Башҡорт халыҡ ижады: Әкиәттәр. 2-се китап./ Төҙ. М.Х.Минһажетдинов, Ә.И.Харисов; Яуаплы ред. Н.Т.Зарипов. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1976.

4.     Башҡорт халыҡ ижады: Әкиәттәр. 3-се китап./ Төҙ. М.Х.Минһажетдинов, Н.Т.Зарипов; Яуаплы ред. Ә.И.Харисов, Г.Б.Хөсәйенов. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1978.

5.     Галин С.Ә. Тел асҡысы халыҡта. Башҡорт фольклорының аңлатмалы һүҙлеге. Төҙәтелгән һәм тулыландырылған 2-се баҫмаһы. - Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1999. – 328 б.

6.     Йәшәгән, ти, батырҙар. Башҡорт халыҡ әкиәттәре. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990.

7.     Мәргән К. Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары. Өфө, 1961.

8.      Сөләймәнов Ә. Башҡорт халыҡ әкиәттәре. Өфө, 1994.

9.      Сулейманов А.М. Башкирские народные бытовые сказки. Сюжетный репертуар и поэтика. Институт истории, языка и литературы Башкирского науч. центра РАН.М.: Наука, 1994. – 224с.

10. Хисаметдинова Ф. Башҡорт мифологияһы. Өфө, 2002.

11. Хөсәйенов Ғ.Б. Башҡорт халҡының рухи донъяһы / Ғ.Б. Хөсәйенов. - Өфө: Китап, 2003. - № 9.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 



[1]Галин С. Тел асҡысы халыҡта. Башҡорт фольклорының аңлатмалы һүҙлеге. Төҙәтелгән һәм тулыландырылған 2-се баҫмаһы. - Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1999. – 306-сы б.

 

[2] Сулейманов А.М. Башкирские бытовые сказки: Сюжетный репертуар и поэтика. Институт истории, языка и литературы Башкирского научного центра РАН. М.: Наука, 1994. – 93-сө б.

[3] Аслаев Т.Х. Әкиәттәр. - Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1996. – 143-сө б.

[4] Йәшәгән, ти, батырҙар. Башҡорт халыҡ әкиәттәре. - Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. – 5-се б.

[5] Галин С. Тел асҡысы халыҡта. Башҡорт фольклорының аңлатмалы һүҙлеге. Төҙәтелгән һәм тулыландырылған 2-се баҫмаһы. - Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 1999. – 310-сы б.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Научо-исследовательская работа на тему"Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә толпар образы""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Научный руководитель

Получите профессию

Копирайтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 822 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 16.02.2016 3830
    • DOCX 89.5 кбайт
    • 12 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Киньякаева Фидалия Усмановна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Киньякаева Фидалия Усмановна
    Киньякаева Фидалия Усмановна
    • На сайте: 8 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 16569
    • Всего материалов: 6

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Копирайтер

Копирайтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 483 человека из 70 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Мини-курс

История классической музыки от античности до романтизма

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Практические навыки трекинга и менторства

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Управление коммуникациями в кризисных ситуациях

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе