Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Научные работы / Новые уроки "Якшигуловой Г.А."
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 26 апреля.

Подать заявку на курс
  • Другое

Новые уроки "Якшигуловой Г.А."

библиотека
материалов











М. Кәримдең «Үлмәҫбай» поэмаhы.



Маҡсаттар:

1.Әҫәрҙәге ваҡиғаларға һәм образдарға бәйләп ил яҙмышы, илдең именлеге һәр кемдең үҙ ҡулында икәнлеген иҫбатлау.

2. Уҡыусыларҙың логик фекерләүен үҫтереү.

3. Уҡыусыларҙа милли үҙаң тәрбиәләү, йәшәү ҡәҙерен белергә өйрәтеү; йолаларыбыҙға, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә ихтирам, милләт-ара дуҫлыҡ һәм хөрмәт тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: М. Кәримдең портреты, китаптарынан выставка, ижадына бағышланған мәҡәлә-рецензиялар, плакаттар.

Дәрес барышы.

1. Ойоштороу мәле.

-дәрескә әҙерлекте барлау;

-барлыҡҡлыҡты тикшереү.

2.Төп өлөш.

а) Дәрестең маҡсатын әйтеү:

ҡыусылар, беҙ ниндәй теманы уҡый башланыҡ?

-Бөйөк Ватан һуғышы тураһындағы теманы башланыҡ.

-Бөгөн дә шул теманы дауам итербеҙ һәм фронтовик шағир М. Кәримдең «Үлмәҫбай» поэмаһын өйрәнербеҙ.

б) Инеш. Видеотаҫма ҡарау. Уҡыусыларҙың әҙерләп килгән белешмәһен тыңлау.

-Эйе, Бөйөк Ватан һуғышы 1945 йылдың 22 июнендә башлана. Башҡортостандың халыҡ шағиры М. Кәрим былай тип яҙа:

Йыр өсөн һәм тыуған ер өсөн,

Мин фронтҡа китәм, иптәштәр! (Эпиграф).

-Беҙ ҙә уҡыусыларҙы тыңлайыҡ. (Уҡыусы һөйләй).

в) Уҡытыусы: Тыуған Ватаныбыҙҙы һаҡлау өсөн көрәшкә илебеҙҙең яҙыусылары ҡәләм менән дә, штык менән дә күтәрелә. (Уҡыусы һөйләй).

Уҡытыусы. Эйе, яу яланында Советтар Союзынан бөтәhе 200 яҙыусы ятып ҡалһа, шуларҙың 13 башҡорт шағирҙары һәм яҙыусылары. (Уҡыусы һөйләй, буклеттар күрһәтә).

Уҡытыусы. Беҙҙең бәхеткә һуғыш гел үлемдән генә тормай. Иҫән ҡайтҡан шағирҙарыбыҙ ҙа бик күп. Геройҙарыбыҙ ҙа бик күп! (Балалар әйтә).

- Бөйөк Ватан һуғышы темаһына арналған әҫәрҙәрҙе әйтеп китегеҙ. (Яуаптар).

3)Яңы тема.

-Һеҙ өйҙә ниндәй әҫәр уҡырға тейеш инегеҙ?

-«Үлмәҫбай» поэмаһын.

Уҡыусылар сығышы. Бер уҡыусы поэманың яҙылыу тарихы менән таныштыра: 1941 й. биргән антына тоғро ҡала М. Кәрим. Берлинғаса барып етә, әммә ул юл урау - урау була. 4-5 йылға һуҙыла. 1942 й. Муром ҡалаһында хәрби училище тамамлай һәм артиллерия дивизияһында элемтә начальнигы була. 1942 й. август айында Орел ҡалаһында ҡаты яралана (Комсомол билеты); 3-4 ай дауаланғас ҡына, ҡулына ручка тота. Госпиталдә «Үлмәҫбай» поэмаһының тәүге ике бүлеген яҙа. Ә ҡалған бүлеген 1944 й. Украинала яҙып бөтөрә. Бына шулай тыуа был поэма.

Уҡытыусы:

-Поэма нисә бүлектән тора?

-Беренсе бүлеге нисек атала? («Тәүге һунар»).

-Һеҙгә шундай эш, беренсе бүлекте миңә үҙегеҙҙең һүҙегеҙ менән һөйләп китегеҙ.(Уҡыусылар hөйләй).

ҡшы. Беҙ был бүлектә Үлмәҫбайҙың ниндәй сифаттары менән танышабыҙ? Ул беҙҙең күҙ алдыбыҙға ниндәй кеше булып килеп баҫа? (Ҡыйыу, батыр, ышаныусан, көслө).

-Һунарға, разведкаға барыуын ул ҡыҙыҡ итеп һөйләй:

Значит ике еңемә

Ике туҡмаҡты алып

Күркәләнеп сығып киттем

Ергә лә теймәй табан.

-Нисек аңлайһығыҙ? (Яуаптар).

-Дошман менән осрашҡанда Үлмәҫбай үҙен нисек тота? (Ышаныусан).

-Үлмәҫбай образында шағир халыҡ характерына хас ниндәй сифаттарҙы аса? (Иҫ киткес ҡурҡыныс ваҡытта ла юморға бай, күңел күтәренкелеген, еңеүгә булған ышанысты юғалтмауын күрәбеҙ).

-Немец офицерын нимәләр менән сағыштыра автор? (Ҡуян, йәнлек). Уҡығыҙ.

г) Ял минуты.

«Үлмәҫбай туйға бара» бүлеге.

-Был бүлектә Теребай менән Үлмәҫбай кем менән осраша?

-Черномор образын ни өсөн индергән икән автор? (Геройҙы әкиәттәгесә ҡурҡыуҙы белмәгән батыр итеп һүрәтләү өсөн).

-Немецтарҙы нимә менән сағыштыра? (Сүл бүреһе).

«Алмалар бешкән ине» бүлеге.

-Алмалар бешкән саҡта баҡса янында кемде осрата Үлмәҫбай?

Һөйгән йәне бар егеттәр

Шулай булырға тейеш.

-Теребай ниндәй әкәмәт план ҡорған? (Һыу ингән немецтарҙы пленға алырға).

-Немецтарҙы нисек һүрәтләй? (Ҡурҡаҡ итеп).

-Шулай итеп, поэманың төп геройҙары кемдәр? (Үлмәҫбай, Теребай).

-Уларға ниндәй сифаттар хас? (Батырлыҡ, сослоҡ, хәйләкәрлек h.б.).

-Улар үҙҙәрендә халыҡҡа хас ҡыйыулыҡты, батырлыҡты, сабырлыҡты, көр күңеллелекте, аҡыллылыҡты һәм юморҙы кәүҙәләндерәләр. Уларҙың исемдәре үк халыҡтың үлемһеҙлеген, мәңге тере булыуын раҫлай.

-Башҡорт халҡының ниндәй традицияларын иҫкә алалар? (Туй, hунарсылыҡ итеү традицияларын).

Һунарсы ата-бабам

Һунарсы ҡаны үҙемдә

Һунарсы булыр балам.

-Ҡунаҡсыл булыуын: Вәт шулай, хәҙер үҙеңде

Ҡунаҡҡа алып китәм.

Аҙаҡтан маҡтап йөрөрһөң

Башҡорт ҡунаҡсыл икән.

-Хикәйәләү кемдең исеменән алып барыла? (Үлмәҫбай исеменән алып барыла. Теле халыҡсан, ябай, аңлайышлы, юмористик тонда һөйләй, һүрәтләй. Беҙ батырҙарыбыҙ менән ғорурланабыҙ , һоҡланабыҙ).

д) Уҡытыусы «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» китабынан өҙөк уҡып ишеттерә. (4-се том,

46-сы бит).

3.Йомғаҡлау өсөн кроссворд сисәбеҙ.

4. Баһалау.

5.Өй эше.

Кроссворд яуаптары.

1. Значит ике еңемә

Ике «туҡмаҡ»ты алып…

2. Минең яҙғанды уҡығас

Әкиәт тимә, ҡоҙа,

Бына ул усаҡ янында

Сылғау киптереп тора.

3. Ул офицерҙы йыуата:

«Һин тыпырсынма, ҡуян»…

4. Төйөп-төйөп тултырманыҡ

Туй малын һандыҡҡа.

5. Теребайҙың Саптарынан

Арттараҡ ҡалды Ерән.

6. Осоп барып күрер инем,

Ҡанатым булһа икән.

Ошо сәләм хатын яҙҙы

Һине һөйгән ҡыҙ - Гөлбикәң.

7. Ҡарайым, ситән артында

Ҡыҙ мине шәйләп тора,

Бындағы ғәҙәт буйынса

Көнбағыш сәйнәп тора.

8. Бына бер бүкән киҫәге

Йылғаға тәгәрәне,

Үҙе йөнтәҫ, үҙе ҡара,

Гүйә, һарыҡ бәрәне.

(«Тыныслыҡ» һүҙе килеп сыға)

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

(Рус мәктәптәренең 5-се класы өсөн дәрес өлгөһө).

Маҡсаттар:

1. Балаларҙы һәр ваҡыт маҡсат менән йәшәргә өндәү. Ата-олатайҙарҙың төйәген белергә тейешлеккә инандырыу, тыуған төйәккә һоҡланыу тойғоһо уятыу,һ.б.

2.Уҡыусыларҙың логик, ассоциатив фекерләүҙәрен үҫтереү, яҙыу һәм һөйләү телмәрҙәрен камиллаштырыу.


З.Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр буйынса белемдәрен нығытыу.

Йыһазландырыу: плакаттар,глобус,карта,гөл,карточкалар, аудиокассета.

ДӘРЕС БАРЫШЫ.

1.Ойоштороу моменты. -Һаумыһығыҙ, балалар, хәйерле иртә!

Хәҙер, бер-берегеҙгә ҡарап хәйерле иртә теләгеҙ һәм йылмайыу бүләк итегеҙ. Дәрестә ҡунаҡтар ҙа бар .Уларға ла йылмайыу бүләк итегеҙ.

Башҡорт телен яҡшы белгән егеттәребеҙ ҙә килгән. Улар һеҙгә сюрприз әҙерләгән, һеҙгә ярҙам да итер, ҡотлар ҙа.


2. Артикуляцион күнегеү. Күреп торам, балалар, күҙҙәрегеҙ асыҡ, ә телдәрегеҙ әле йоҡлай. Матур итеп һөйләшер өсөн, телдәрҙе уятайыҡ.

Мин өндө эстән әйтәм, ә һеҙ ҡысҡырып әйтегеҙ а, ә, у, ү, о, ө. Һай афариндар, ишетелмәгәнде ле ишетәһегеҙ икән.

З. Дәрескә маҡсат ҡуйыу. Хәҙер уйлағыҙ, ни өсөн ошолай ултырҙыҡ икән. Парталар нимәгә оҡшаған?

Тауға оҡшағаң, дөрөҫ.

- Ә тау ниндәй? Бейек.

Балалар, бөгөн һеҙгә ошо тауға менергә кәрәк, ә уның өсөн нимәләр эшләргә кәрәк. (Яуаптар).

Тырышып уҡырға, бишлеләр алырға. Байрамды ла тау башында ҡаршыларбыҙ. Ниндәй байрам иртәгә.

Башҡортостандың Конституцияһы көнө. Башҡортостан беҙҙең, илебеҙ. Башҡортостан тиһәк беҙ Уралды күҙ алдына килтерәбеҙ. Урал тиһәк Башҡортостанды күҙ алдына килтерәбеҙ.

4. Э п и г р а ф. Беҙҙең дәресебеҙҙең эпиграфы ла Уралтау тураһында. Иғтибар менән тыңлап, уйлап ултырығыҙ, сөнки бында дәресебеҙҙең темаһы йәшеренгән.

Ай уралтау, Уралтау;

Урал тигән данлы тау.

5.Поэзия минуты.

Беҙҙең тыуған еребеҙ

Нефтекама ҡалаһы.

Төрлө милләттән булһак та,

Башҡортостан балаһы.

(Балалар ятларға тейеш).

һай, афариндар, бер минут эсендә ятлап та алдығыҙ, тимәк, тауға күтәрелә башланыҡмы?

6. Яңы темаға инеш. Хәҙер, балалар, һеҙҙең алда шундай маҡсат тора: ҡалған һүҙҙәрҙе ике төркөмгә бүлергә кәрәк. (Яуаптар).

Яҡшы, шулай, әлбиттә. (Тема яҙылған плакатты эләм).

Рус телендәге кеүек үк беҙҙә лә исемдәр ике төркөмгә бүленә. (Уҡыйбыҙ) . Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. (Яҙабыҙ).

7. Яңы тема. Ер бик күп, бөтә кеше өсөн уртаҡ, тимәк уртаҡлыҡ исем. (һүҙҙәрҙе алып таблица төҙөйөм, аңлата барам).

Ә бына Рәсәйҙә БР нисәү? Берәү, тимәк яңғыҙлыҡ исем.

БР-ҙа Нефтекама ҡалаһы нисәү?

(Миҫалдар уйлау һәм һығымта яһау).

Шулай, тимәк, башҡорт телендә лә исемдәр ике төркөмгә бүленә. Һеҙ эшләгән һыгымта дөрөҫ микән, китаптан уҡып китәйек әле.

8. Китаптарҙа эш. 89-сы бит. Афарин, тауға етәбеҙ!

9.Ял минуты. Таблицала миҫалдар әҙ генә ҡалған, сығып ҡасып бөткәндәр. Шул миҫалдарҙы табып урындарына ҡайтарырға кәрәк. ( Кабинеттың төрлө урындарына эленгән һүҙҙәрҙе таҡтаға элергә).

Тикшереү. Шулай итеп, яңғыҙлыҡ исемдәргә тағы ла кеше исемдәре инә. Башҡортостан һүҙенә иғтибар итегеҙ әле. Айырмаһы нимәлә. “Башҡортостан” гәзите. Шулай, ниндәй һығымта эшләрһегеҙ. Тырнаҡтар эсенә алына.

10. Нығытыу. (Карточкаларҙы күрһәтәм. Балалар, БР-ҙағы район һәм ҡалалар тураһында әйтәләр һәм китап буйынса эшкә күсәбеҙ).

11.Текст өҫтөңдә эш. Иғтибарлы булығыҙ, сөнки тексҡа исем бирергә кәрәк. (Тексты уҡыу).

Текст аңлашылдымы?

һүҙ нимә тураһында бара?

Ниндәй исем бирербеҙ? (Яуаптар).

Йомғаҡлау.

Башҡортостан—тыуған илебеҙ, һаҡларға тейешбеҙ. Дөрөҫ.

Атлас буйынса эш. Өфө, Нефтекама һәм үҙегеҙҙең ата-олатайҙарығыҙ тыуған райондарҙы табығыҙ һәм бер һөйләм төҙөп яҙығыҙ.

Яҡшы, тауға күтәреләбеҙме?

Хәҙер олатай-өләсәйҙәрегеҙҙең исемдәрен әйтегеҙ.(Яуаптар). Яҡшы.

Тәрбиәүи момент. Элегерәк, беҙҙең ата-бабаларыбыҙҙың шундай йолаһы булған:яңы тыуған балаға олатаһының исемен фамилия итеп биргәндәр. Мәҫәлән, минең исемем Гөлсәсәк, атайымдың исеме Арслан, тимәк минең балаларымдың фамилияһы Арсланов булырға тейеш. (Балалар миҫалдар килтерә).

Һеҙ ни өсөн шулай эшләгәндәр тип уйлайһығыҙ. Эйе, онотмаҫ өсөн. Исемдәре бына ниндәй матур.Тимәк беҙҙең ата-бабаларыбыҙ исем ҡушыуға иғтибарлы булғандар. Хатта предметтарҙың исемдәрен дә ҡушҡандар.

(Г ө л күрһәтәм). Был нимә, гөл, ниндәй исем, уртакльҡ, һеҙгә ошо уртаҡлык исемдән яңғыҙлыҡ исем яһарға кәрәк. Мәҫәлән, Гөлнур. (Яуаптар).

Группалар менән эш. Эштәр тауға менеп еткән һайын ауырлаша.

1-се төркөм. Текстан һүҙҙәрҙе группаларға бүлеп яҙырға.

2-се төркөм. Ил, гөл һүҙҙәренән кеше исемдәре уйлап яҙырға.

3-се төркөм. Дөрөҫ яҙылыш буйынса.

Йомғаҡлау өсөн һорауҙар. Кеше исемдәре нисек яҙыла? Улар ниндәй төркөмгә ҡарай?

Гәзит-журналдар исеме нисек яҙыла, улар ниндәй төркөмгә ҡарай?

Яңғыҙлыҡ исемдәргә тағы ла нимәләр инә? Дөрөҫ, балалар, тауға менеп еттек, афариндар.

Йомғаҡлау. Ә хәҙер, беҙ тауҙың башында торабыҙ тип бергәләп яуап бирер өсөн БЛИЦ — ТУРНИР үткәрәбеҙ. (Ҡунаҡ егеттәрҙең, береһе ребустар күрһәтә, балалар хор менән яуап бирәләр).

(Эпиграфты тағы ла бер ҡат уҡыйбыҙ).

Баһалау.

Өй эше биреү. Тыуған ергә арнап шиғыр йәки хикәйә яҙып килергә.

Исемдәр ҡалаһы.



Дәрес барышы.



1. Ойоштороу мәле.

Сәләмләү.

Уҡытыусы:

- Минең ишетеүемсә,

5-се синыфта уҡый

Иң тырыш уҡыусылар,

Белем алырға ынтылған,

Алдынғы һәр саҡ улар.

Уҡыусылар:

Сәләмегеҙ өсөн бик ҙур рәхмәт,

Бар беҙҙә ҡунаҡҡа һәр саҡ хөрмәт.

Ҡалабыҙға хуш килдегеҙ,

Беҙ – 5В синыфы, рәхим итегеҙ!

Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Бер-беребеҙгә ҡарап сәләмләшәйек, барыһына һәр саҡ бәхет, шатлыҡ өләшәйек!

2. Артикуляцион-фонетик күнегеү.

3. Дәрестең маҡсаттарын әйтеү.

Уҡыусылар, бөгөн дәрестә беҙ бергәләп бер ҡалаға барабыҙ. Ниндәй ҡала икән ул, бергәләп асыҡлайыҡ. Бының өсөн беҙгә ошо кроссвордты сисергә кәрәк (Күрһәтергә).

1) Асҡан һайын биттәрен,

Белем алып китәһең (КИТАП).

2) Беҙ ҡайҙа ултырабыҙ (ДӘРЕС).

3) Беҙ йәшәгән ҡала (НЕФТЕКАМА).

4) Балалар ҡайҙа уҡый (МӘКТӘП).



4. Яны тема. ИСЕМДӘР ҠАЛАҺЫ.

Уҡыусылар, ручкалаларығыҙҙы алығыҙ, дәфтәрҙәрегеҙҙе асып бөгөнгө числоны, дәресебеҙҙең темаһын яҙығыҙ.

Был ҡалала Яңғыҙлыҡ һәм Уртаҡлыҡ исемдәр йәшәй (Таҡтаға яҙыуҙарҙы элергә).

Улар бер-береһе менән бик дуҫ, бик татыу.

Исемдәр ҡалаһында бер ҡыҙ менән бер малай йәшәй. Ҡыҙҙың исеме Айгөл, ә малайҙыҡы – Айҙар.

Айҙар менән Айгөл араһында бәхәс сыға (Һүҙлек эше), Айҙар Яңғыҙлыҡ исемдәр яҡлы, Айгөл Уртаҡлыҡ исемдәр яҡлы.

Айҙар: Айҙар – яңғыҙлыҡ исем, ти.

Айгөл: Юҡ, Айҙар, яңылышаһың, һин - малай – уртаҡлыҡ исем.

Айҙар: Һин – Айгөл – яңғыҙлыҡ исем, ти.

Айгөл: Юҡ, мин - ҡыҙ – уртаҡлыҡ исем.

Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, Айҙар менән Айгөлгә был бәхәсте хәл итергә ( Һүҙлек эше) ярҙам итәйек, уларҙы дуҫлаштырайыҡ.

Уҡыусылар әйтә: Айҙар – яңғыҙлыҡ исем, малай – уртаҡлыҡ исем.

Уҡытыусы: Айгөл, ҡыҙ исемдәре тураһында ни тип әйтерһегеҙ

Уҡыусылар әйтә: Айгөл – яңғыҙлыҡ исем, ҡыҙ – уртаҡлыҡ исем.

Артабан магазин, кинотеатр, йылға, ҡала уртаҡлыҡ исемдәрен, Аҡсарлаҡ, Октябрь, Кама, Нефтекама яңғыҙлыҡ исемдәрен сиратлап билдәләйҙәр.

Хәҙер инде ниндәй исем яңғыҙлыҡ, ниндәй – уртаҡлыҡ булғанын Айҙар аңланы.

Һеҙ Айҙар менән Айгөлдө дуҫлаштырҙығыҙ. Афарин, уҡыусылар!

5. Ял минуты.

Айгөл менән Айҙар шатланалар, көләләр.

Ҡулға-ҡул тотоношоп, ҡыуанышып бейейҙәр.

Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, беҙ ҙә улар менән бейешеп алайыҡ.

Уҡытыусы: Таянабыҙ бөйөргә,

Тотонабыҙ бейергә.

Тыпыр-тыпыр тыпырлашып,

Әйләнәбеҙ беҙ бергә.

Һәр бер юлды уҡыусылар менән бергә айырым ҡабатлап, хәрәкәттәр эшләргә. Аҙаҡтан, отоп алғас, бер тапҡыр ҡабатларға.

Ярай, беҙ ҙә Айгөл һәм Айҙар менән бергә бейенек, ял иттек. Артабан юлыбыҙҙы дауам итәйек Исемдәр ҡалаһында. Был ҡалала исемдәр килештәр менән үҙгәрә икән, Айгөл менән Айҙар был хаҡта һөйләргә теләйҙәр. Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, беҙ уларға белгәндәребеҙҙе күрһәтәйек.

КИЛЕШТӘР һәм һорауҙары (Күргәҙмә материал)

Уҡыусылар менән Айгөл һәм Айҙар тураһында хикәйә төҙөү.

1-се уҡыусы: - Был кем ?

- Айгөл.

- Айгөл ҡайҙа (нимәлә) баҫып тора?

- Урамда.

- Айгөл ошо урамда йәшәй. Был кемдең урамы?

- Айгөлдөң урамы.

- Айгөл ҡайҙа (нимәгә) китеп бара?

- Мәктәпкә.

- Айгөл унда кемде осрата?

- Айҙарҙы.

- Айгөл менән Айҙар бергә ҡайҙан (нимәнән) киләләр?

әсәйем

- Мәктәптән.

2-се уҡыусы:

- Мәктәптән кем сығып китә?

- Айгөл менән Айҙар.

- Улар ҡайҙа (нимәгә) баралар?

- Кинотеатрға.

- Был нимәнең (кемдең) кинотеатры?

- Ҡалабыҙҙың (Нефтекаманың).

- Хәҙер Айгөл менән Айҙар ҡайҙа (нимәлә)?

- Кинотеатрҙа.

- Улар кино ҡараны. Кино бөттө. Айгөл менән Айҙар ҡайҙан (нимәнән) сығалар?

- Кинотеатрҙан.

- Кинотеатрҙан сыҡҡанда улар нимәне күрҙеләр?

- Яңы афишаны.

Уҡыусылар уҡып барған саҡта, уҡытыусы һорауҙарҙы йәбештерә бара.

Аҙаҡтан уҡыусылар хор менән һорауҙарҙы һәм яуаптарҙы уҡыйҙар.

Хәҙер инде Айҙар менән Айгөл һеҙҙең дә исемдәрҙең килештәр менән нисек үҙгәреүен белгәнегеҙҙе аңланы. Афарин, барығыҙға!

Башҡорт телендә исемдәр килеш менән генә үҙгәрмәй, уҡыусылар, исем эйәлек затында ла үҙгәрергә мөмкин. Был исемдең эйәлек категорияһы тип атала.

Нисек үҙгәрә исемдәр эйәлек затында: бының өсөн беҙ эйәлек килеш һорауын иҫкә төшөрәйек (КЕМДЕҢ-НИМӘНЕҢ). Минең, һинең, уның алмаштары менән ДУҪ һүҙен үҙгәртәйек.

ДУҪым

ДУҪың

ДУҪы

Минең

Һинең

Уның

Синыфты 3 төркөмгә бүлеп, һәр төркөм уҡытыусы биргән һүҙҙәрҙе үҙ кәрзиненә һалып бара (ватан – һүҙлек эше, Нефтекама, әсәй).

Минең

Һинең

Уның

Нефтекамам

ватаным

әсәйең

Нефтекамаң

ватаның

әсәйе

Нефтекамаһы

ватаны

Афарин, уҡыусылар! Исемдәрҙең эйәлек затында нисек үҙгәреүен яҡшы беләһегеҙ. Айҙар менән Айгөлдән һеҙ ҙә ҡалышмайһығыҙ.

Әйҙәгеҙ, уҡыусылар, хәҙер беҙ Айҙар менән Айгөлгә нисек ребустарҙы сисеүебеҙҙе күрһәтәйек, улар ҙа өйрәнһендәр.

6. Ребустар сисеү (Өйгә эште тикшереү).

Уҡыусылар эшләп килтергән ребустарҙы сисеү.

Уҡытыусы.

Афарин, барығыҙға, уҡыусылар!

Исемдәр ҡалаһындағы Айҙар менән Айгөл дуҫлашты. Улар ҙа инде татыу булыр.

Улар беҙҙе ҡала менән таныштырҙылар. Ниндәй исемдәр йәшәй әле был ҡалала

Уҡыусылар.

Был ҡалала Яңғыҙлыҡ һәм Уртаҡлыҡ исемдәр йәшәй.

Уҡытыусы.

Был исемдәр нисек үҙгәрә?

Уҡыусыла.:

Килеш менән (Килештәрҙе, һорауҙарын атарға).

Уҡытыусы. Уҡыусылар! Айҙар менән Айгөл беҙгә тағы нимәне аңларға ярҙам итте?

Уҡыусылар. Исемдәрҙең эйәлек затында нисек үҙгәреүен.

7. Өй эше.

Өйөгөҙҙә булған 5 яңғыҙлыҡ, 5 уртаҡлыҡ исемде дәфтәргә яҙып килергә.

8. Баһалау.

Матурҙар һәр саҡ батыр була, батырҙар һәр саҡ матур була.



(Рус мәктәптәренең 5-се класы өсөн дәрес өлгөһө).



Белем биреү маҡсаты: тамыр һәм яһалма сифат тураһында төшөнсә биреү,уларҙы яҙма һәм һөйләү телмәрендә дөрөҫ ҡулланыу.



Психологик маҡсат: уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен, яҙма телмәрен үҫтереү, гүзәл тәбиғәт менән һоҡланыу тойғоһо уятыу.



Тәрбиәүи маҡсат: һөнәр һайлауға йүнәлеш биреү. Башҡортостандың арҙаҡлы шәхестәре менән таныштырыуҙы дауам итеү,уларҙың ижадын баһалау.



Телмәр үҫтереү маҡсаты: балаларҙа йор һүҙлелек тәрбиәләү.



Йыһазландырыу. 1. Башҡортостан тәбиғәте төшөрөлгән һүрәттәр һәр баланың алдында ята.

2.Башҡорт ҡурайын сит илдәргә, ҡитғаларға сығарған атаҡлы ҡурайсылар Йомабай Иҫәнбаев, Ғата Сөләймәнов, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Азат Айытҡоловтарҙың портреттары.

З.Карточкалар,ял минуты өсөн айырым ҡағыҙға яҙылған мәҡәлдәр.

4.Ҡурай моңо яҙылған таҫма.

Дәрес барышы.

1. Ойоштороу.

Һаумыһығыҙ,балалар. Бөгөнгө числоны һәм аҙнаның көнөн әйтегеҙ.

Балаларҙың яуабы. Бөгөн 15 октябрь,шаршамбы.Дәрестә бөтәһе лә бар.

2.Төп өлөш.

Дәрестең маҡсатын әйтеү.Бөгөн беҙҙә асыҡ дәрес.

Эпиграфты уҡыу.

Фонетик һәм артикуляцион күнегеүҙәр үткәреү.

Өй эшен тикшереү.Үткән дәрестә сифат темаһын өйрәнә башлағайныҡ. Сифаттарҙы ҡулланып, мин биргән һүҙҙәр ярҙамында шиғыр яҙып ҡарарға ине.

Ижади һүҙлек диктантына әҙерлек. Дәреслектәге 46 - сы кунегеүҙе уҡып сығығыҙ.Шулай уҡ, үткән дерестә предметтарҙың төрлө билдәләрен өйрәнгән инек. Мәҫәл ән, предметтың тәмен,төҫөн,формаһын белдергән сифаттар. Шуларҙы иҫкә төшөрөгөҙ.

Ижади һүҙлек диктанты. Сифаттар, ғәҙәттә, исемдәргә бәйләнеп йөрөйҙәр.Был ижади һүҙлек диктантын түбәндәгесә ойошторабыҙ: мин һ еҙгә исем һүҙ төркөмөнә ҡараған һүҙҙәр әйтәм,ә һеҙ уларға үҙегеҙ уйлап,тейтешле сифаттар яҙаһығыҙ.

БАЙРАМ, СӘСКӘ, ӘСӘЙ, Ү Л Ә Н . Ә хәҙер, киреһенсә, мин сифаттар әйтәм, ә һеҙ исемдәр яҙаһығыҙ.

КҮҢЕЛЛЕ, КӨСЛӨ, БӘЛӘКӘЙ, МАТУР.


ЯҢЫ ТЕМА. Тамыр һәм яһа лма сифаттар яҙылған таблицалағы һ үҙҙәрҙе уткытыусының укыуы. Балаларҙың тасуири уҡыуы.

Балалар, иғтибар итегеҙ, беренсе бағаналағы һүҙҙәр икенсе бағаналағы һүҙҙәрҙән нимәһе менән айырыла.

Матур көслө

Батыр аҡыллы

Уңған моңло

Эйе, икенсе бағаналағы һүҙҙәрҙең ялғауҙары бар,тимәк яһалма сифаттар.

Шулай итеп, аңлатҡан мәғәнәләренә ҡарап сифаттар ике төргә бүленде. Тамыр сифаттар тамыр хәлендә лә предметтың билдәһен белдерҙе һ.б.

Ошо һүҙҙәр менән һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәр төҙөйөк.

Төҫлө һүрәттәрҙәге предметтарҙы билдәһе буйынса сағыштырып, антонимдар ҡул л анарға.

Таҙа бысраҡ

Оҙон ҡыҫҡа

ҘУР бәләкәй

Аҡ ҡара

Буш тулы

Төҫлө һүрәттәрҙе күрһәтәм.

Ял минуты. «Уйла,эҙлә,тап».

«Матурҙар» командаһы – ҡыҙҙар. Малайҙар командаһы-«Батырҙар».



Өсөшәр мәҡәл парҙарын табып, таҡтаға һәм дәфтәрҙәрә яҙырға.

Ҡыҙлы йорт татлынан татлы

Әҙәп башы яҡты йөҙ

Затлынан затлы нурлы йорт

Бит күрке һүҙ

Тел күрке күҙ

Яҡшы һүҙ тел

Дуҫы күп. теле татлының



Күнегеүҙәр эшләү.

45-се күнегеү. «Ҡурай моңо». Уҡытыусының тасуири уҡыуы. Уҡыусыларҙың тасуири уҡыуы.

Әңгәмә. Башҡорт ҡурайы музыка ҡоралы ғына түгел, ә Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың татыу ғаилә булып, тыныс йәшәүен белдергән төп эмблема. Ул беҙгә рухи байлыҡ, милли ғорурлыҡ сығанағы һәм берләшеү символы булараҡ ҡәҙерле һәм бөйөк.

Иптәштәрегеҙ әҙерләгән сығыштарҙы тыңлайыҡ. (ҠУРАЙСЫЛАР ТУРАҺЫНДА).

Уҡыусыларҙың сығышы.

Иптәштәрегеҙ телгә алған ҡурайсыларҙың тыуған райондарын атласта табып, белеп үтәйек, иҫебеҙҙә ҡалдырайыҡ.

Азат Айытҡолов - Йылайыр районы.

Ишмулла Дилмөхәмәтов — Йылайыр районы.

Йомабай Иҫәнбаев — Хәйбулла районы.

Ғата Сөләймәнов — Баймаҡ районы.

45-се күнегеүҙе балалар ҡабатлап уҡый. Унда телгә алынған илдәрҙе уҡытыусы картанан күрһәтә бара. Башҡортостан менән шул илдәр араһында аҡ, ҡыҙыл ептәр һуҙылған, был ҡитғаларҙы тоташтырған.

Үҫеп ултырған ҡурайҙы тотоп укытыусы әңгәмәне дауам итә. Тыуған ерендә үҫкән ҡурай менән беҙҙең батырҙарыбыҙ алыҫтарҙа артист, ҡурайсы булып дан алһа, 18-19-сы быуаттарҙа данлыҡлы шәхестәребеҙ Салауат Юлаев менән Ҡаһым түрә лә,

генерал Таһир Кусимов та һуғыш яланында ҡурайҙарынан айырылмағандар. Был турала халыҡ йыры ла бар. (Йыр тыңлау. Китаптарҙан Ҡаһым түрә һүрәтен күрһәтеү һәм йыр китабынан йырҙың легендаһын уҡыу).

1927 йылда Йомабай Иҫәнбаев Берлинда артист булып сығыш яһаған, ә Ҡаһым түрә француздарҙы еңеп, Рәсәйгә ҡайтып килгәндә, башткорт ҡурайын немец шағиры Гетеға бүләк итеп ҡалдыра һәм ул әле лә уның музейында һаҡлана.

3. Нығытыу. Ҡурай тураһында ишеткән белгәндәрегеҙ зиһенегеҙҙә ҡ:алғандыр, ә сифат тураһында белемегеҙҙе яҙма формала нығытайыҡ.

Карточкаларҙағы тамыр һүҙҙәрҙән ялғауҙар ярҙамында яһалма сифаттар яһағыҙ.

-Лы, -ле, -ло, -лө, -һыҙ, -һеҙ, -һоҙ, -һөҙ.

Көс, эш, йәм, белем, тәм, нур.

4. Йомғаҡлау. Баһалау. Өй эше биреү.



Нур Ғәлимов. «Яуҙан ҡайтҡан ҡурай».

Маҡсат : 1. Уҡыусыларҙы Нур Ғәлимовтың әҫәре менән таныштырыу, уның

йөкмәткеһен үҙләштереү;

2. Телмәр мәҙәниәтен үҫтереү, башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен

дөрөҫ әйтеү өҫтөндә эшләү;

3. Туған телгә, илгә, башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә ихтирам

һәм һөйөү хистәре тәрбиәләү.



Йыһазлау: ҡурай, Башҡортостан тураһында китаптар; ҡурай һәм ҡурай үҫемлеге, һүҙлек һүҙҙәре, ҡурай моңо, магнитофон, һүрәттәр.



Дәрес барышы.



I. Ойоштороу моменты.

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡыусылар ! Ултырығыҙ.



II. Телмәр үҫтереү күнегеүе.

Туған телем минең – башҡорт теле,

Бүтән түгел, миңә һин кәрәк,

Сөнки халҡым әйткән тапҡыр итеп:

Иләк һорарға ла тел кәрәк !

(Гөлнара Насирова)

1) Уҡытыусы уҡый, уҡыусылар үҙ аллы ҡабатлап баралар;

2) Хор менән уҡыу;

3) 2-3 уҡыусы уҡыйҙар;

4) 1 рәт башлай, ә икенсе рәт тамамлай;

5) Шиғырҙың йөкмәткеһе өҫтөндә эш;

Уҡытыусы. Уҡыусылар был шиғыр нимә тураһында? (Туған тел тураһында). Ә нимә ул туған тел ? Эйе, туған телде һөйөргә кәрәк, уны

ихтирам итеү һәммәбеҙҙең бурысы, сөнки ул беҙҙең әсәйебеҙ ҡәҙере, ғаиләбеҙ, эске донъябыҙҙың күркәмлеге.

6) Интонация менән уҡыу;

-Ә был шиғырҙы ниндәй интонация менән уҡырға кәрәк ? (Ғорур, шат һәм тасуири). Тейешле интонация менән кемдең уҡып күрһәтергә теләге бар?

-Хәҙер үҙ үҙегеҙгә баһа ҡуйығыҙ.

III. Яңы тема.

Ҡурай моңон тыңлау.

- Уҡыусылар, нимә тыңланыҡ? (Ҡурай моңон).Ҡурай тураһында нимә беләһегеҙ ?

1) Ҡурай – башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы.

2) Ул урыҫса « уральский реброплодник» тигән үҫемлектән яһала.

3) Башҡортостаныбыҙ мәшһүр ҡурайсылар- Азат Айытҡолов, Азат Биксурин, Ишморат Илбәковтар менән данлыҡлы.

- Беҙҙең ҡалала данлыҡлы ҡурайсылар бармы? (Филармонияла эшләүсе Айбулат Рәхмәтуллин. Ул республика, Рәсәй күләмендә уҙғарылған конкурстар лауреаты).

4) Ҡурай тураһында байтаҡ әҫәрҙәр ижад ителгән - «Ҡурай» башҡорт халыҡ әкиәте, хикәйәләр, шиғырҙар, йырҙар.

- Шундай әҫәрҙәрҙең береһе менән бөгөн дәрестә беҙ һеҙҙең менән танышасаҡбыҙ. Нур Ғәлимовтың ”Яуҙан ҡайтҡан ҡурай” әҫәрен уҡып, уның йөкмәткеһе өҫтөндә эшләүҙе, телмәр байлығын үҫтереүҙе дәресебеҙҙең һәм үҙебеҙҙең маҡсатыбыҙ итеп ҡуябыҙ.

1) Һүҙлек эше:

алсаҡ күңелле- приветливый, радушный

йәй мәле- летнее время

ғәжәпләнеп тыңлайҙар- слушают с удивлением

ҡул сабалар- аплодируют

еҙ ҡурай- медный курай

1) Хор менән уҡыу,

2) Контекст эсендә ҡарау.

2) Текст менән танышыу

- Уҡыусылар, иғтибар менән ҡарап барығыҙ һәм «төп геройҙың ниндәй кеше булыуы тураһында аңлатма бирергә әҙерләнегеҙ. Мин тексты уҡый башлайым, ә һеҙ дауам итәрһегеҙ.



IV. Ял минуты (Уйынсыҡ һауыт- һабаларҙы баш түбәһенә ҡуйып төрлө хәрәкәттәр ярҙамында кәүҙәне дөрөҫ тота белеү һәләтен үҫтереүгә йүнәлтелгән).

3) 1-се бүлек буйынса һорауҙарға яуап биреү.

- 1-се бүлекте уҡып сыҡтыҡ, хәҙер минең һорауға яуап бирегеҙ: Ғәйфулла Сарбаев ниндәй кеше ? (Тәбәнәгерәк буйлы, мыҡты кәүҙәле, талантлы: матур, оҫта итеп ҡурайҙа уйнай, шат күңелле, батыр, ҡыйыу; киң күңелле, алсаҡ).

- Төп герой кем булып эшләгән ? ( Баймаҡ колхоз-совхоз театрында артист).

- Фронтта ҡурай моңо ниндәй роль башҡарған?

- Фронтта ҡурай нисек хасил була ?

- Ярай, уҡыусылар, бик яҡшы. Артабан дауам итеп 2-се бүлекте уҡый башлайбыҙ.

4) 2-се бүлек буйынса һорауҙарға яуап биреү.

-Польшала ниндәй ваҡиға була?

-Халыҡ ҡурай моңон һәм башҡорт йырын нисек ҡабул итә ?

-Әлеге көндә еҙ ҡурай ҡайҙа һаҡлана ? Ни өсөн уны ҡәҙерләп һаҡлайҙар ?

- Уҡыусылар, әҫәрҙең исеменә килгәндә шундай һорау бирәһе килә «Ни өсөн әҫәр «Яуҙан ҡайтҡан ҡурай » тип атала ?»

- Эйе, сөнки ҡурай, еҙ ҡурай дошман самолетының бер деталенән яһалып яугирҙарҙың күңелен күтәреп, уларҙың һағыштарын баҫып, Тыуған ил өсөн көрәшергә өндәгән. Шуға ла уны ҡәҙерләп, һаҡлап яу яланынан алып ҡайтҡандар.

5) Әҫәр тексы буйынса һорауҙарға яуап биреү

- Уҡыусылар, текст буйынса һорау бирәсәкмен, ә һеҙ уның яуабын табып уҡырға тейешһегеҙ.

- Ғәйфулла Сарбаев ҡасан һуғышҡа алына?

- Геройҙы һуғышта нимә ғәжәпләндерә?

- Ғәйфулла еҙ ҡурай менән ниндәй ерҙәрҙә сығыш яһай?

- Башҡорт халыҡ көйө ” Әрме”не ҡайһы ҡалала уйнай ? Еҙ ҡурай ҡайҙа һаҡлана? Унда ул нисек барып эләгә?

6) Яҙма эш.

- Рәхмәт, хәҙер дәфтәрҙәрҙә эшләп алайыҡ. Түбәндәге һөйләмдәргә синтаксик анализ яһағыҙ.

1-се вариант- Бына шунда мин үҙебеҙҙең Ирәндек итәгендә үҫкән ҡурайымды алып уйнап ебәрҙем.

2-се вариант- Ҡала халҡы совет воиндарын ҙур шатлыҡ менән ҡаршы алды.

2 уҡыусы таҡтала эшләй.

Баһалау.

7) Ҡурай моңо. Ғиззатова Илнара ”Еҙ ҡурай” шиғырын һөйләй.

- Уҡыусылар, был шиғыр юлдарында башҡорт егеттәренә генә дан йырланмай, ә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан бөтә яугирҙарға ла. Беҙҙең ир-егеттәребеҙ Бөйөк Рәсәйебеҙ өсөн үҙ ғүмерҙәрен аямай, ҡурҡыу белмәй көрәшкәндәр. Был Рәсәй менән беҙҙең халыҡ араһындағы дуҫлыҡты ла күрһәтә.

- Быйылғы йыл ниндәй йыл тип иғлан ителде? (Рәсәй менән Башҡортостандың берлегенә 450-йыллыҡты билдәләү йылы).

8) һүрәттәр менән эш.

- Хәҙер бөтәгеҙ ҙә иғтибарығыҙҙы таҡталағы һүрәттәргә йүнәлтегеҙ. Бында Башҡортостандың бай һәм хозур тәбиғәтен сағылдырған һүрәттәр бирелгән. Телдән һүрәт буйынса һөйләмдәр, уларҙан текст төҙөйөк.

9) Өй эше.

«Башҡортостан –изге төйәгем » тигән темаға инша яҙып килергә (Бәләкәй күләмле).

V Йомғаҡлау .

-Бөгөн дәрестә нимә эшләнек ? Ниндәй яңы төшөнсәләр менән таныштыҡ ? Һеҙгә нимә оҡшаны һәм ни өсөн ?

Баһалау.

Өндәш һүҙҙәр

Маҡсаттар: 1.Бөйөк Ватан һуғышы яландарында ятып ҡалған яҙыусы шағирзар менән таныштырыу, уларҙың әҫәрҙәре аша Тыуған илгә һөйөү тойғоһо тәрбиәләү.

2.Өндәш һүҙҙәрҙең телмәрҙәге роле тураһында уҡыусыларҙың белемен нығытыу һәм тулыландырыу, уларҙың составын билдәлетеү һәм ҡайһы һүҙ төркөмөнән килеүен асыҡлау. З.Уҡыусыларҙың уҡыу һәм яҙыу телмәрен, логик фекерләүен үҫтереү.

Йыһазландырыу: таблица ,карточкалар.

Дәрес б а р ы ш ы.

1.Ойоштороу моменты.

2.Төп өлөш. Дәрестең маҡсатын билдәләү.

Ел ерәнем, йырын тыңлап, дәрестең лексик темаһын әйтәләр. Ә грамматик теманы таҡталағы тексты уҡып билдәләйбеҙ.

Ел, ерәнем, егетеңде еткер ел етмәҫ ергә,

Яланда түгел, яуҙа ла

Гел икәү булдыҡ бергә... ( Н.Иҙелбай ).

Ватан. Һәр бер кеше һине яҡлау өсөн

Күтәрелде изге көрәшкә. (М.Абдуллин).

Маҡтап беҙҙе, күкрәгеңдә тирбәп,

Беҙҙең менән маҡтан, маҡтан, ер. (Х. Ҡунакбай).

Уҡытыусы.Балалар, был шиғырҙарҙың авторҙарын тағы ла бер ҡат уҡып сығайыҡ әле. Улар беҙгә ныҡ таныш түгел, сөнки улар Бөйөк Ватан һуғышында ятып ҡалғандар:

Алдан әҙерләнеп килгән уҡыусыларҙың сығышын тыңлау.

Уҡытыусы. Рәхмәт, балалар. Был шиғыр өҙөктәренә тағы ла иғтибарығыҙҙы йүнәлтегеҙ. Унда беҙҙең дәрестең грамматик темаһы йәшеренгән.Айырып яҙылған һүҙҙәр:

ерәнем, Ватан, ер, Тыуған ил .

Дөрөҫ, беҙҙең бөгөнгө дәрестең темаһы: “Өндәш һүҙҙәр”.

Дәфтәрҙәргә теманы һәм үҙегеҙгә оҡшаған бер өҙөктө яҙып ҡуйығыҙ.

Дәреслек менән эш.Ҡағиҙә менән танышыу.

Шулай итеп,өндәш һүҙҙәр телмәрҙең кемгә төбәп әйтелгәнен белдерә.Улар төп килештәге исемдән йәки исем урынында ҡулланылған башҡа һәҙ төркөмдәренән килә.

Миҫалдарға ҡарап, тыныш билдәлеренең ҡуйылышын аңлатығыҙ. Әгәр өндәш Һүҙ һөйләмдең башында килһә, унан һуң өтөр ҡуйыла, һ.б. Ә өндәш һүҙ һөйләмдең уртаһында килә аламы. Миҫалдар килтерегеҙ әле.

Беләм, әсәй, беләм, ауыр һиңә,

Борсолоулы уйҙар юлдашың... ( М.Харис).

Н ы ғ ы т ы у. 50-се, 52-се күнегеүҙәрҙе эшләү.

Карточкалар менән эш. Диалогты укыу. ( Башҡорт теле. Сәйетбатталов Ғ.Ғ. 236-сы бит, 385-се күнегеү).

Ролдәргә бүлеп уҡыу. Өндәш һүҙҙәрҙе табыу. (Һалдат, илсе әфәнде).

Һорауҙарға яуап биреү. Өҙөктә һүҙ нимә тураһында бара. Яуаптар.

Әңгәмә. Дуҫлыҡ, батырлык тураһында әңгәмәләшеү.

Мәҡәлдәр уйлау. Сәсәнлек дауҙа, батырлыҡ яуҙа һынала.

Батыр ир-ил терәге.

Еғет бул, ата-әсәңә терәк бул.

Йомғаклау. Өндәш һүҙҙәрҙе белеү беҙгә ни өсөн кәрәк?

Уларһыҙ беҙҙең телмәребеҙҙе кеше аңлармы?

Яуҙа ятып ҡалған яҙыусыларыбыҙҙан кемдәрҙе белдек?

Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтҡан яҙыусыларыбыҙҙы, шағирҙарыбыҙҙы әйтегеҙ.

Баһалау.

Өй эше биреү. Башҡортостан халыҡтарының дуҫлығы темаһына мини-инша яҙығыҙ.


Батырҙар (5-се класта йомғаҡлау дәресе).



Маҡсаттар:

1. Уҡыусыларҙы үткән темаларҙың дөйөм яғын табып, бер төйөнгә төйнәргә өйрәтеү. (Йомғаҡ яһарға өйрәтеү).

2. Уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү өҫтөндәге эште дауам итеү, камиллаштырыу.

3. Башҡорт батырҙары менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; хәҙерге көндә лә батырлыҡҡа урын барлығын аңлатыу.

Йыһазландырыу: портреттар, скульптура, һүрәттәр, балалар эшләгән һүрәттәр, ТСО.



Дәрес барышы.

I. Ойоштороу мәле.

1. Барлыҡҡлыҡты тикшереү.

2. Дәрескә әҙерлекте тикшереү.

3. Кабинет-парта торошон тикшереү.



II. Төп өлөш.

1. Дәрестең маҡсатын билдәләү.

2. Артикуляцион күнегеү.

3. Фонетик күнегеү.

4. Үткән темалар менән бәйләп, дәрестең темаһын билдәләү.

5. Дәфтәрҙәргә число һәм тема яҙыу.

6. Маҡсатты тағы ла ҡабатлау. Тимәк, беҙ бөгөн батырлыҡ тураһында, батырҙар тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Улар тураһында тағы ла күберәк белербеҙ.

7. Прогнозлау . Әйтегеҙ әле, балалар. Бына был батырҙар ысынлап та йәшәгәндәрме икән? Әллә яҙыусылар уларҙы уйлап сығарғандармы? (Яуаптар).

8. Сығыш. Хәҙер иптәштәрегеҙҙең сығыштарын тыңлап барығыҙ. Батырҙарҙың ҡайһы ерҙә, районда тыуыуҙарын иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ, яҙып алырһығыҙ. Унан һуң тыуған райондарын атластан табырһығыҙ. (Тыңлау, хуплау, маҡтау).

9. Китап буйынса эш. 43-сө бит, 112-се күнегеү.

10. Ребустар сисеү. Бына беҙ балалар, батыр ҙа батыр тибеҙ, ул һүҙҙе тағы ла ниндәй һүҙҙәр менән алыштырып була? Әйтегеҙ әле, синонимдарын. Ә ребус сисә беләһегеҙме һуң? Бергәләп бер ребус сисәйек әле.

11. Группалар менән эш. Ребустар сисергә кәрәк.

12. Синонимдар һүҙлеге менән эш. Һөйләмдәр төҙөү.

13. Мәҡәлдәр менән эш. Икешәрләп эшләйһегеҙ. Өс бала (Алмаз,

Артур, Эмир) яҙып ала, ә ҡалғандар телдән эшләй.

14. Фразеологизмдар менән эш. Мин һеҙгә һүрәттәр күрһәтәм, ә һеҙ был һүрәттәрҙә нимә икәнен әйтергә һәм беҙҙең темаға берәй нисек тап килтерергә тейешһегеҙ.

15. Өй эше итеп батырлыҡ тураһында мини-инша яҙырға.



Кейемдәр парады. Төшөм килеш (винительный падеж).


Маҡсаттар;

1. Уҡыусыларҙы сираттағы килеш ялғауҙары менән һәм кейемдәр менән таныштырыу.

2. Уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен камиллаштырыу, һүҙлек байлығын арттырыу, һөйләмдәр төҙөргә өйрәтеү.

3. Уҡыусыларҙа таҙалыҡ тәрбиәләү.


Йыһаҙландырыу: таблица, карточкалар, сюжет картиналары.


Дәрес барышы.


I. Ойоштороу мәле.

1. Барлыҡ-юҡлыҡты тикшереү.

2. Дәрескә әҙерлекте тикшереү.

3. Кабинет-парта торошон тикшереү.


II. Төп өлөш.


1. Дәрестең маҡсатын билдәләү.

2. Артикуляцион һәм фонетик күнегеү. (Иң тәүҙә күнегеү эшләйбеҙ; начнем с упражнений, обращаем внимание на артикуляцию в русском и башкирском языках).

3. Бик яҡшы, телдәр эшкә әҙер, хәҙер.

4. Өй эшенә күсәйек. (Йыйып алам). Сегодня я вам верну и дома вы сделаете новый проект по сегодняшней теме).

5. Яңы тема. (Дәфтәргә яҙыу).

Беҙ һеҙҙең менән ниндәй килештәрҙе беләбеҙ? (Дательный падеж, Исходный падеж, Местно-временной падеж. Можно на русском языке.).

Окончания Д.п. ға-гә; ҡа-кә;( Миҫалдар килтерергә).

И.п. дан-дән; тан-тән; ҙан-ҙән; нан-нән.

М.-вр.п. ҙа-ҙә; да-дә; та-тә; ла-лә.

Миҫалдар – һөйләм – 1-шәр һөйләм.

(Хәҙер кейемдәргә күсәйек). Мин уҡыйым, һеҙ тыңлағыҙ, иҫтә ҡалдырығыҙ!!!

6. Һүҙлек эше.

Кемде – кого.

Нимәне – что.

Кейеү – одевать.

Сисеү – снимать.

Һалыу – класть.

Һайлау – выбирать.

Алыу – брать.

Йыйыныу – собираться.

Уҡытыусының тасуири уҡыуы –

Бергәләп уҡыу.

(Начальные формы глагола на какие буквы заканчиваются, значит мы и кратное добавляем?)

Проспрягаем эти глаголы.

Һәр бер ҡылымға миҫал әйтәм:

- Павлов, ты берешь; мы берем

мы собираемся вы одеваетесь

он кладет они выбирают

Молодцы!



7. Кейемдәр. (Выучить через аудирование).

Вы должны быть предельно внимательными, выключаем несколько видов памяти.

- һүрәт буйынса әйтәм – ҡабатлайҙар;

Кристина сыға - күрһәтә – ҡабатлайҙар.

- Бик яҡшы, иҫегеҙҙә ҡалдымы? Ҡалды!

Выучили - только и всего, а как составим предложения? Для этого нам нужно знать окончания винительного падежа.

Падежи;

(Таблицаны эләм). Работать по этой таблице вы умеете. Сразу перейдем к предложениям…Чтобы сказать «Я одеваю именно это платье», мы к слову должны добавить эти окончания, Например, «Мин күлдәкте кейәм»,

«Мин күлдәкте сисәм»,

«Мин күлдәкте һалам».

Нығытыу.

- Һөйләмдәр төҙөп яҙыу (Ә хәҙер һөйләмдәр яҙабыҙ)

I ряд – с местоимениями я, ты;

II ряд – с местоимениями он, мы;

III ряд – с местоимениями вы, они.



- Ял минуты (Бармаҡтар менән башты һыйпайбыҙ; күҙҙәрҙе йомабыҙ).

- 5-се күнегеү; 120-се бит. Рөстәм уҡый, ҡалғандар аңларға тырыша. (Кто меня понял, те поднимают руки). 3 һөйләм яҙырға. Бик яҡшы хәҙер телдән эшләйбеҙ.

- 7-се күнегеү (Телдән). Ләйсән таҡтаға сыға, күрһәтеп һөйләй.

- 8-се күнегеү (Кем тураһында?) уйын уйнайбыҙ –выходим вперед и говорим про одежду друг друга.

- Диалог төҙөү. (5-се күнегеүҙе файҙаланып).

III. Йомғаҡлау.

IV. Баһалау.

V. Өй эше биреү.



Ике теллелек

(Милли мәктәптең 9-сы класы өсөн

проектлау технологияһы ҡулланылған дәрес өлгөһө).



Маҡсаттар:

1. Ике теллелек, күп теллелек тураһында төшөнсә биреү, уны проектлау.

2. Уҡыусыларҙың логик фекерләүен, хәтерен үҫтереү.

3. Туған телгә һөйөү, ихтирам, башҡа телдәргә лә хөрмәт тәрбиәләү.

Йыһазландырыу.

Таҡтаға М.Аҡмулланың шиғыр юлдары яҙылған (дәрестең эпиграфы):

Хәл етһә, төрлө фәнде күргән яҡшы,

Камилдар ҡатарына кергән яҡшы.

Русса уҡып ҡына түгел белмәк,

Хәл килһә, французса белгән яҡшы.

«Тел — дуҫлыҡ һәм килешеп йәшәү сараһы» (Э. Роттердамский- (1466—1536 й.й.) — Голландия яҙыусыһы һәм фәйләсүфе.

«Кем сит телдәр белмәй, шул үҙ теле хаҡында ла бер ни белмәй» (Гёте - (1749—1832 йй.), немец шағиры, фекер эйәһе.

Дәрес барышы.

I.Ойоштороу мәле.

Дәрестең маҡсатын әйтеү. Яңы теманы үҙләштереү барышында бергәләп тә, урында ла проекттар төҙөргә кәрәк.

II. Төп өлөш.

1.Фонетик күнегеү. Шиғыр өҙөгөн уҡыу.

-Шиғырҙа тик башҡорт һүҙҙәре генә осранымы? (Юҡ, ғәрәп һүҙҙәре лә бар).

- Ике телдә ҡулланылғас, тимәк, беҙ бында ике теллелек күренешен аңлайбыҙ.

2.Яңы тема. Билдәләмә менән танышыу. ике телдә лә бер тиң иркен һөйләшә алыу , әҙәби телдә лә һәм диалектта ла һөйләшеү шулай уҡ ике теллелек була (Артабан проект төҙөп баралар, фекерҙәре менән уртаҡлашалар).

Ике теллелектең төрҙәре:

а) яҡын ҡәрҙәш телдәрҙең ике теллелеге: башҡорт - татар, башҡорт - ҡаҙаҡ ике теллелеге;

б) ҡәрҙәш булмаған телдәр ике теллелеге: башҡорт- урыҫ, башҡорт - немец ике теллелеге.

в) ҡатнаш һәм саф ике теллелек.

Әңгәмә. Ике теллелектең килеп сығыуын асыҡлап ҡарайыҡ. Кемдең ниндәй фекерҙәре бар? (Яуаптар).

-Башҡорт – ғәрәп ике теллелеге ниндәй факторҙар менән бәйле тип уйлайһығыҙ? ( Бер дингә ҡарай, боронғо бәйләнештәр һ.б.).

-Башҡорт рус ике теллелеге тураһында Гәрәева Гүзәлде тыңлайыҡ ( 450-йыллыҡ).

3. Проектты «уҡыу». (“Уҡыу” өлгөһөн иң яҡшы уҡыусы күрһәтә, ҡалғандар уның кеүек уҡый алырға тейеш).

4.Плакаттар өҫтөндә эш.

ҡытыусының тасуири уҡыуы;

ҡыусыларҙың тасуири уҡыуы;

- һорауҙарға яуап биреү.

Һорауҙар.

- Плакатҡа яҙылған һүҙҙәрҙе нисек атайбыҙ? (Тапҡыр һүҙҙәр, цитаталар тип тә әйтергә мөмкин).

-Унда яҙылған һөйләмдәрҙең мәғәнәләрен аңларға тырышайыҡ. (Яуаптарҙы дөйөмләштереп, ике, өс теллелектең кәрәклегенә иғтибар ителә).

III. Нығытыу. Дәреслек буйынса эш. (Күнегеүҙәр эшләү).

21- се күнегеү. (Стилен билдәләү, ике теллекте билдәләүсе һүҙҙәрҙе табыу).


IV. Йомғаҡлау. Ғ.Хөсәйенов парсаларын бер уҡыусы уҡый.

...Тамбовта Культура институтында бер йәш башҡорт ҡатынын осраттым. Ул буласаҡ урыҫ артистарына урыҫ телмәре культураһын уҡыта унда.

Сит телдәр ҙә һис тә сик түгел. Һөйләйҙәр бит шундай көләмәс: үткән һуғыш ваҡытында башҡорт разведчигы Берлинда немец разведчигына эстән көлөп,

иренеп «Һайл!» урынына — ҡапыл «Һаумы!» тип ысҡындырһа, «Бик шәп әле, яҡташ!» тигән сәләмләү алған, ти.

Рус көнсығыш дипломатияһында элек башҡорттар илселектәрҙә йыш ҡына тәржемәсе вазифаһын башҡарғандар. Башҡорт уҡымышлылары араһында урыҫ, ғәрәп, фарсы телдәрен һыу кеүек эскән полиглоттар күп булған. Үтыҙ Имәни, Әбелмәних Ҡарғалы, Риза Фәхретдинов кеүек әҙиптәр үҙ әҫәрҙәрен ғәрәпсә лә яҙғандар. Күптәр ғәрәп, фарсы классик әҙәбиәттәрен шул телдәрҙә уҡығандар. М. Өмөтбаев, Р. Фәхретдинов кеүек ғалим кешеләр Көнсығыш әҙәбиәтенең бай китапханаһын тотҡандар. Мирсалих Биксурин кеүек кешеләр XVIII быуатта уҡ әле өс-дүрт телле урыҫ-ғәрәп - фарсы - төрки һүҙлектәре төҙөгәндәр.

Башҡорт дәүләт университеты профессоры Жәлил Кейекбаев алтмышынсы йылдарҙа Венгрия Фәндәр Академияһында, венгр дәүләт университетында венгр телендә лекциялар уҡый, ғалим немец делегацияларында немецсанан урыҫсаға тәржемәсе булып та ҡатнаша…

V. Баһалау. Өй эше биреү. Эпиграфҡа, плакаттарға бәйләп, мини- инша яҙырға.





Ике теллелек

(Милли мәктәптең 9-сы класы өсөн

проектлау технологияһы ҡулланылған дәрес өлгөһө).



Маҡсаттар:

1. Ике теллелек, күп теллелек тураһында төшөнсә биреү, уны проектлау.

2. Уҡыусыларҙың логик фекерләүен, хәтерен үҫтереү.

3. Туған телгә һөйөү, ихтирам, башҡа телдәргә лә хөрмәт тәрбиәләү.

Йыһазландырыу.

Таҡтаға М.Аҡмулланың шиғыр юлдары яҙылған (дәрестең эпиграфы):

Хәл етһә, төрлө фәнде күргән яҡшы,

Камилдар ҡатарына кергән яҡшы.

Русса уҡып ҡына түгел белмәк,

Хәл килһә, французса белгән яҡшы.

«Тел — дуҫлыҡ һәм килешеп йәшәү сараһы» (Э. Роттердамский- (1466—1536 й.й.) — Голландия яҙыусыһы һәм фәйләсүфе.

«Кем сит телдәр белмәй, шул үҙ теле хаҡында ла бер ни белмәй» (Гёте - (1749—1832 йй.), немец шағиры, фекер эйәһе.

Дәрес барышы.

I.Ойоштороу мәле.

Дәрестең маҡсатын әйтеү. Яңы теманы үҙләштереү барышында бергәләп тә, урында ла проекттар төҙөргә кәрәк.

II. Төп өлөш.

1.Фонетик күнегеү. Шиғыр өҙөгөн уҡыу.

-Шиғырҙа тик башҡорт һүҙҙәре генә осранымы? (Юҡ, ғәрәп һүҙҙәре лә бар).

- Ике телдә ҡулланылғас, тимәк, беҙ бында ике теллелек күренешен аңлайбыҙ.

2.Яңы тема. Билдәләмә менән танышыу. ике телдә лә бер тиң иркен һөйләшә алыу , әҙәби телдә лә һәм диалектта ла һөйләшеү шулай уҡ ике теллелек була (Артабан проект төҙөп баралар, фекерҙәре менән уртаҡлашалар).

Ике теллелектең төрҙәре:

а) яҡын ҡәрҙәш телдәрҙең ике теллелеге: башҡорт - татар, башҡорт - ҡаҙаҡ ике теллелеге;

б) ҡәрҙәш булмаған телдәр ике теллелеге: башҡорт- урыҫ, башҡорт - немец ике теллелеге.

в) ҡатнаш һәм саф ике теллелек.

Әңгәмә. Ике теллелектең килеп сығыуын асыҡлап ҡарайыҡ. Кемдең ниндәй фекерҙәре бар? (Яуаптар).

-Башҡорт – ғәрәп ике теллелеге ниндәй факторҙар менән бәйле тип уйлайһығыҙ? ( Бер дингә ҡарай, боронғо бәйләнештәр һ.б.).

-Башҡорт рус ике теллелеге тураһында Гәрәева Гүзәлде тыңлайыҡ ( 450-йыллыҡ).

3. Проектты «уҡыу». (“Уҡыу” өлгөһөн иң яҡшы уҡыусы күрһәтә, ҡалғандар уның кеүек уҡый алырға тейеш).

4.Плакаттар өҫтөндә эш.

ҡытыусының тасуири уҡыуы;

ҡыусыларҙың тасуири уҡыуы;

- һорауҙарға яуап биреү.

Һорауҙар.

- Плакатҡа яҙылған һүҙҙәрҙе нисек атайбыҙ? (Тапҡыр һүҙҙәр, цитаталар тип тә әйтергә мөмкин).

-Унда яҙылған һөйләмдәрҙең мәғәнәләрен аңларға тырышайыҡ. (Яуаптарҙы дөйөмләштереп, ике, өс теллелектең кәрәклегенә иғтибар ителә).

III. Нығытыу. Дәреслек буйынса эш. (Күнегеүҙәр эшләү).

21- се күнегеү. (Стилен билдәләү, ике теллекте билдәләүсе һүҙҙәрҙе табыу).


IV. Йомғаҡлау. Ғ.Хөсәйенов парсаларын бер уҡыусы уҡый.

...Тамбовта Культура институтында бер йәш башҡорт ҡатынын осраттым. Ул буласаҡ урыҫ артистарына урыҫ телмәре культураһын уҡыта унда.

Сит телдәр ҙә һис тә сик түгел. Һөйләйҙәр бит шундай көләмәс: үткән һуғыш ваҡытында башҡорт разведчигы Берлинда немец разведчигына эстән көлөп,

иренеп «Һайл!» урынына — ҡапыл «Һаумы!» тип ысҡындырһа, «Бик шәп әле, яҡташ!» тигән сәләмләү алған, ти.

Рус көнсығыш дипломатияһында элек башҡорттар илселектәрҙә йыш ҡына тәржемәсе вазифаһын башҡарғандар. Башҡорт уҡымышлылары араһында урыҫ, ғәрәп, фарсы телдәрен һыу кеүек эскән полиглоттар күп булған. Үтыҙ Имәни, Әбелмәних Ҡарғалы, Риза Фәхретдинов кеүек әҙиптәр үҙ әҫәрҙәрен ғәрәпсә лә яҙғандар. Күптәр ғәрәп, фарсы классик әҙәбиәттәрен шул телдәрҙә уҡығандар. М. Өмөтбаев, Р. Фәхретдинов кеүек ғалим кешеләр Көнсығыш әҙәбиәтенең бай китапханаһын тотҡандар. Мирсалих Биксурин кеүек кешеләр XVIII быуатта уҡ әле өс-дүрт телле урыҫ-ғәрәп - фарсы - төрки һүҙлектәре төҙөгәндәр.

Башҡорт дәүләт университеты профессоры Жәлил Кейекбаев алтмышынсы йылдарҙа Венгрия Фәндәр Академияһында, венгр дәүләт университетында венгр телендә лекциялар уҡый, ғалим немец делегацияларында немецсанан урыҫсаға тәржемәсе булып та ҡатнаша…

V. Баһалау. Өй эше биреү. Эпиграфҡа, плакаттарға бәйләп, мини- инша яҙырға.



Батырҙар (5-се класта йомғаҡлау дәресе).



Маҡсаттар:

1. Уҡыусыларҙы үткән темаларҙың дөйөм яғын табып, бер төйөнгә төйнәргә өйрәтеү. (Йомғаҡ яһарға өйрәтеү).

2. Уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү өҫтөндәге эште дауам итеү, камиллаштырыу.

3. Башҡорт батырҙары менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; хәҙерге көндә лә батырлыҡҡа урын барлығын аңлатыу.

Йыһазландырыу: портреттар, скульптура, һүрәттәр, балалар эшләгән һүрәттәр, ТСО.



Дәрес барышы.

I. Ойоштороу мәле.

1. Барлыҡҡлыҡты тикшереү.

2. Дәрескә әҙерлекте тикшереү.

3. Кабинет-парта торошон тикшереү.



II. Төп өлөш.

1. Дәрестең маҡсатын билдәләү.

2. Артикуляцион күнегеү.

3. Фонетик күнегеү.

4. Үткән темалар менән бәйләп, дәрестең темаһын билдәләү.

5. Дәфтәрҙәргә число һәм тема яҙыу.

6. Маҡсатты тағы ла ҡабатлау. Тимәк, беҙ бөгөн батырлыҡ тураһында, батырҙар тураһында һөйләшәсәкбеҙ. Улар тураһында тағы ла күберәк белербеҙ.

7. Прогнозлау . Әйтегеҙ әле, балалар. Бына был батырҙар ысынлап та йәшәгәндәрме икән? Әллә яҙыусылар уларҙы уйлап сығарғандармы? (Яуаптар).

8. Сығыш. Хәҙер иптәштәрегеҙҙең сығыштарын тыңлап барығыҙ. Батырҙарҙың ҡайһы ерҙә, районда тыуыуҙарын иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ, яҙып алырһығыҙ. Унан һуң тыуған райондарын атластан табырһығыҙ. (Тыңлау, хуплау, маҡтау).

9. Китап буйынса эш. 43-сө бит, 112-се күнегеү.

10. Ребустар сисеү. Бына беҙ балалар, батыр ҙа батыр тибеҙ, ул һүҙҙе тағы ла ниндәй һүҙҙәр менән алыштырып була? Әйтегеҙ әле, синонимдарын. Ә ребус сисә беләһегеҙме һуң? Бергәләп бер ребус сисәйек әле.

11. Группалар менән эш. Ребустар сисергә кәрәк.

12. Синонимдар һүҙлеге менән эш. Һөйләмдәр төҙөү.

13. Мәҡәлдәр менән эш. Икешәрләп эшләйһегеҙ. Өс бала (Алмаз,

Артур, Эмир) яҙып ала, ә ҡалғандар телдән эшләй.

14. Фразеологизмдар менән эш. Мин һеҙгә һүрәттәр күрһәтәм, ә һеҙ был һүрәттәрҙә нимә икәнен әйтергә һәм беҙҙең темаға берәй нисек тап килтерергә тейешһегеҙ.

15. Өй эше итеп батырлыҡ тураһында мини-инша яҙырға.






Маҡсаттар: 1. Өндәш һүҙҙәрҙе, уның төрлө нескәлектәрен телмәрҙә танырға һәм ҡулланырға өйрәтеү. Өндәш һүҙҙәр тураһында урта кластарҙа алған белемдәрен тәрәнәйтеү, нығытыу, системаға һалыу (журнал проекты төҙөү).

2. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, бәйләнешле телмәрен үҫтереү, күреү хәтерен нығытыу.

3. Үҙ ғаиләңә ҡарата оло ихтирам тәрбиәләү, бүтән ғаилә ағзаларына ла иғтибарлылыҡ, ихтирамлылыҡ күрһәтеү.



Йыһазландырыу: компьютер, карточкалар, видеопроектор.



Дәрес барышы.



I. Ойоштороу мәле.

II. Төп өлөш.

1.Фонетик күнегеү.

Ватан ул, ҡыҙым, - Тыуған ил,

Бына беҙ торған урын.

Был ерҙә ғүмер кисергән

Ата-олатайҙар борон.

Р.Ниғмәти.

Һин алыҫта, әсәй. ҡалабыҙға

Килде тағы ҡара һыуыҡтар.

Һин булмаһаң, өйҙөң йәме кәмей,

Йылы тормай өйҙә һин юҡта.

Р.Бикбаев.

ҡытыусының тасуири уҡыуы,

-сылбырлап уҡыу.

2.Уҡытыусы. Был авторҙар шиғырҙарында нимә тураһында яҙғандар? (Ватан, тыуған ил, ғаилә).

Һеҙгә өй эше итеп үҙ ғаиләгеҙ тураһында хикәйә яҙып килергә кәрәк ине. (Өй эшен тикшереү. Уҡыусылар үҙҙәре йомғаҡ яһап ҡуя).

Уҡытыусы. Уҡыусылар, был шиғыр юлдарына тағы ла иғтибар менән ҡарап, дәрестең темаһын билдәләргә кәрәк. (Слайдта өндәш һүҙҙәр).

Дәфтәрҙәргә теманы яҙыу.

3.Дәрестең маҡсатын билдәләү:

- текста өндәш һүҙҙәрҙе табырға,

- уларҙың һөйләмдәге урынын билдәләргә,

- тыныш билдәләрен асыҡларға,

- логик баҫымын, интонацияһын дөрөҫ ҡуйырға,

- өндәш һүҙҙең ниндәй һүҙ төркөмөнән килеүен күрһәтергә,

- урта кластарҙа алған белемдәрҙе нығытырға, системаға һалырға.

4. Яңы тема. (Экранда сыҡкан һөйләмдәрҙең беренсеһен уҡытыусы үҙе аңлата һәм шул тәртиптә көслө уҡыусылар эшләй).

а) Балаҡайҙарым, һағынып көттөм һеҙҙе.

б) Беләм, иркәм, һин көтәһең мине.

в) һинең атайың булыу – ҙур дәрәжә, Салауат!

(Йомғаҡты уҡыусылар үҙҙәре эшләй һәм һөйләмдәрҙе дәфтәрҙәренә яҙып ала).

5. Ял минуты. Компьютерҙа төрлө күнегеүҙәр.

III. Нығытыу.

а) Карточкалар буйынса эш (Көслө уҡыусыларға).

б) Дәреслектәге 72-се күнегеү (Ҡалғандарға).

Компьютерҙа яҙылған күнегеүҙәр. (Төшөп ҡалған өндәш һүҙҙәрҙе тапһағыҙ – алҡыштар, таба алмаһағыҙ – борсоулы сигнал тауыштары ишетерһегеҙ).

Һаумыһығыҙ,…

Һаумыһығыҙ,…

Һеҙҙең арағыҙза ҡалды минең

Йәшлегемдең тәүге йылдары.

Белешмә өсөн һүҙҙәр: уҡыусылар, уҡытыусылар, дуҫтар, таныш аҡ ҡайындар, туғай талдары.

Уҡытыусы. Был шиғыр юлдарын бергәләп уҡыйыҡ һәм өндәш һүҙҙәрҙең тағы ла бер үҙенсәлеген әйтәйек.(Яуаптар). Һығымта: өндәш һүҙҙәр бер һәм бер нисә һүҙҙән торорға мөмкин.

IV. Йомғаҡлау.

Уҡытыусы. Дәресте йомғаҡлап өндәш һүҙҙәрҙең беҙгә ни өсөн кәрәклеген китаптан уҡып китәйек. (Өндәш һүҙҙең төп функцияһы – уй-фекергә тыңлаусының йәки уҡыусының иғтибарын туплау. Дәреслек, 58-се бит).

V. Баһалау.

VI. Өй эше биреү. Өндәш һүҙҙәрҙе ҡулланып,туғандарға хат яҙыу.




Башҡорт теленең һүҙлек составы. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр

(10-сы класта башҡорт теле дәресе).

Маҡсаттар:

1). Башҡорт теленең һүҙлек составы тураһында белемде тәрәнәйтеү; төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе үҙләштереү.

2). Уҡыусыларҙың логик фекерләүен, төрлө һәләттәрен үҫтереү, һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу күнекмәләрен булдырыу, һөйләмдәр төҙөргә өйрәтеү.

3). Башҡорт теленең байлығын, һығылмалылығын аңлатыу, ғорурлыҡ тойғоһо уятыу.

Йыһазландырыу: 10-11-се кластар өсөн дәреслек «Әсә теле», «Дидактик материалдар», таблица.



I. Ойоштороу моменты:

класта кемдең булыу- булмауын барлап сығыу,

дәрескә әҙерлекте тикшереү,

кабинет-парта торошон тикшереү.

Дәрес барышы

II. Төп өлөш.

1. Фонетик күнегеү.

2. Инеш әңгәмә. (Ике уҡыусы диалогы).

- һин донъяла булып торған хәл-ваҡиғалар тураһында ҡайҙан беләһең?

- Телевизорҙан йәки компьютерҙан интернет селтәре аша.

- Ҡайһыһына өҫтөнлөк бирәһең?

- Икеһенә лә: тапшырыуҙы телевизорҙан ҡарап була, ә интернетҡа теләгән ваҡытыңда керергә мөмкин. Хәҙерге көндә кеҫә телефонын ҡулланып та интернетта гиҙеп була.

3. Уҡытыусы. Диалогта ҡулланылған һүҙҙәрҙе төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәргә бүлергә була.

4. Уҡыусы сығышы. Башҡорт теленең лексикаһы — башҡорт телендәге бөтә һүҙҙәрҙең йыйылмаһы. Ул, тел ғилеменең бер бүлеге булараҡ, башҡорт теленең һүҙлек байлығын өйрәнә. Башҡорт теленең лексик байлығы тураһында һөйләгәндә, төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр тигән ҡатламдарҙы айырып күрһәтәләр.

5. Уҡытыусы. Башҡорт телендәге үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе өс төркөмгә бүлергә була;

1) Фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр,

2) Ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр,

3) Рус теленән һәм рус теле аша Көнбайыш Европа телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәргә бүлеп ҡарау ҡабул ителгән.



Фарсы теленән көнкүреш, тормош, сауҙа эше менән бәйле һүҙҙәр үҙләштерелгән: тәҙрә, сынйыр, булат, сүмес һ. б.

Ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр уҡыу, уҡытыу, аң-белем биреү менән бәйле һүҙҙәр, сөнки улар дин менән бергә китап теле һүҙҙәре булараҡ килеп ингәндәр: әлифба, китап, ҡәләм, аманат, ғаилә, ләззәт, талип, фән, хөрриәт, шаһит һ. б.

Рус теленән дә башҡорт теленә тормош, көнкүреш, һөнәр-кәсептең, мәҙәниәт һәм мәғариф һ. б. төрлө тармаҡтарға ҡараған бик күп һүҙҙәр үҙләштерелгән: эшләпә, лампа, йәшник, пароход, трамвай, бронепоезд, император, губернатор, указ һ. б.

Рус теле аша Көнбайыш Европа телдәренән дә һүҙҙәр үҙләштерелгән: магнит, орган, республика, директор, мастер, флейта, диплом, актер, футбол, митинг, опера, бас һ. б. Бындай һүҙҙәр донъя телдәренең бөтәһендә лә ҡулланылалар, шунлыҡтан улар халыҡ-ара, йәғни интернациональ, һүҙҙәр тип атала.

6. Теманы нығытыу маҡсатында 53-сө күнегеү башҡарыла.

Уҡытыусы. Башҡорт теленән рус теленә үҙләштерелгән һүҙҙәр. Төрки телдәрҙән килеп ингән һүҙҙәр.

Карандаш, сарафан, тьма, буран, кумыс, юрта, молоко, брат Һ.б.(Аңлатыла).

Дәресте тема буйынса әңгәмә менән йомғаҡлайбыҙ.

1. Башҡорт теленең лексикаһы тигәндән һеҙ нимә аңлайһығыҙ?

2. Ни өсөн бер төркөм һүҙҙәрҙе төп башҡорт һүҙҙәре тип, ә икенсе

бер төркөмөн үҙләштерелгән һүҙҙәр тип йөрөтәләр?

3. Башҡорт теленә ҡайһы телдәрҙән ниндәй һүҙҙәр үҙләштерелгән?

4. Башҡорт теле лексикаһының артабанғы үҫешен һеҙ нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?


III. Йомғаҡлау. Уҡыусылар менән бергә йомғаҡ яһарға.


IV. Баһалау.


V. Өй эше биреү. 56-сы күнегеүҙе яҙып эшләргә.

Тема: Ноғман Мусиндың “ Йыртҡыс тиреһе “ әҫәре буйынса
иншаға әҙерләнеү

Яҡшығолова Г.А.

Маҡсат: әҫәр буйынса йыйылған материалды тулыландырыу
Бурыстар: фекер йөрөтөргә һәм үҙ фекереңде аныҡ итеп әйтергә өйрәтеү; план төҙөү, инша яҙыу технологияларын иҫкә төшөрөү; текст өҫтөндә эште камиллаштырыу; проблеманы тормош менән бәйләү; кешелеклелек, изгелек, миһырбанлыҡ тәрбиәләү.

Дәрес барышы.

I.Ойоштороу моменты.

II. Маҡсатты билдәләү. Темаға ҡарап дәрестең маҡсаттарын билдәләргә кәрәк, уҡыусылар. Кемдә ниндәй фекер бар.

Уҡыусылар: Беҙ бөгөн Ноғман Мусиндың Йыртҡыс тиреһе повесын иҫкә төшөрәбеҙ. Ундағы геройҙарҙы, уларҙың нимәләр эшләгәндәрен. Уҡыусылар: иншаны нисек яҙырға кәрәклеге тураһында һөйләшербеҙ. Уҡыусылар: Һолтанбай менән Булашовҡа характеристика бирергә кәрәк. Уларҙы яҙып ҡуйырға ла була).

Уҡытыусы. Бик яҡшы. Ә үҙебеҙҙә ниндәйерәк сифаттарҙы тәрбиәләргә бурыслыбыҙ?

Уҡыусылар: тәбиғәтте, хайуандарҙы, үҫемлектәрҙе һаҡларға. Урманды үҙебеҙҙең икенсе өйөбөҙ кеүек күрергә кәрәк, тип өйрәтә Ноғман Мусин.

Уҡытыусы. Бик дөрөҫ әйттегеҙ, балалар. Ноғман Мусиндың һәр әҫәре тәбиғәтте һаҡлау, унда көн күргән йәнлектәр тураһында ҡайғыртыу тураһында.

Уҡытыусы. Йәнлектәр тигәс, һеҙ артабан ниҙәр эшләргә тейешһегеҙ?

Денис: беҙҙең республика урмандарында ниндәйерәк хайуандар барлығын иҫкә төшөрөп китергә …

Уҡытыусы. Һеҙ ризамы, балалар. Әйҙәгеҙ.

(Слайдтар: айыу, бүре, төлкө, ҡуян, тейен, һеләүһен, болан, мышы һ.б.).

Уҡыусылар: Ноғман Мусиндың повесында айыуҙы атып үлтерәләр.

Уҡытыусы. Балалар, һеҙ һүҙҙең ҡайҙа барғанын белеп ултыраһығыҙ. Теманан ситкә тайпылмай ғына артабан нимә эшләргә тейешлекте лә әйтегеҙ.

Уҡыусылар: Тема һайларға.

Уҡытыусы. Әлбиттә. Кем был әҫәр буйынса иншаға ниндәй тема һайлар?

(Балалар: Мин Айыуҙарға теймәгеҙ! тип алыр инем теманы. Ә мин Кешеләр һәм йәнлектәр- тере йәндәр! Айыу- йыртҡыс түгел, тигән теманы асыҡлайым).

Уҡытыусы. Повеста айыуҙан башҡа тағы ла кемдәр бар һуң? Ниңә улар тураһында уйламайһығыҙ?

Балалар: Һолтанбай, Яуымбай, Булашов.

Уҡытыусы. Уларға ҡарата теманы нисегерәк билдәләр инегеҙ?

Балалар: Булашов –йыртҡыс. Һолтанбай- һунарсы.

Уҡытыусы. Ярай. Хәҙер мин һеҙгә әҙерләгән темаларға күҙ һалайыҡ. СЛАЙДТАР:

1.Һолтанбайҙы һәләкәткә алып килгән сәбәптәр. 2.Булашовмы…айыумы…йыртҡыс?

3. Ришүәтселектә кем ғәйепле ?

(Уҡыусылар уҡый).

III. Карточкалар менән эш. Һәр темаға ярашлы цитатаны һайларға һәм эпиграф итеп алырға.

1.Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә.(Плохой поступок и через сорок лет выявится)

2.Килбәте ниндәй –күләгәһе шундай.(Каков внешне, таков изнутри ).

3.Донъя шулай:

Ҡылған ҡылыҡтарҙы.

Барыбер бер тормош фаш итә. (все возвращается на круги своя).

4.Ваҡыттың баһаһы алтындан ҡиммәт (Время дороже золота).

5.Үҙем ярлы булһам да, йөҙөм яҡты.

6.Малың булмаһа ла, даның булһын (Даже нет богатства, пусть будет у тебя слава).

1-се рәттә ултырыусыларға.

IV. Артабан геройҙарға характеристика (ҡылыҡһырлама) бирер өсөн түбәндәге эш тәҡдим ителә:

-Бирелгән һүҙҙәрҙең синонимдарын һәм антонимдарын табырға.

Синонимдарын табырға

антонимдарын табырға

миһырбанлы


түҙемле


бер ҡатлы


хәйләкәр


ярҙамсыл


уҫал


үҙен генә уйлаусы


ҡаты күңелле


ныҡыш


тәрбиәле


уҫал


бай


тәртипле


батыр




Синонимдарын табырға

антонимдарын табырға

миһырбанлы

игелекле, кешелекле

түҙемле

түҙемһеҙ

бер ҡатлы

эскерһеҙ, ябай

хәйләкәр

бер ҡатлы

ярҙамсыл

ҡунаҡсыл

уҫал

йыуаш

үҙен генә уйлаусы

эгоист

ҡаты күңелле

изге күңелле

ныҡыш

сәмсел

тәрбиәле

тәртипһеҙ, алама, яман

уҫал

ажғыр, яндырай, ҡанһыҙ, боҙоҡ, тупаҫ

бай

ярлы

тәртипле

тәрбиәле

батыр

ҡурҡаҡ

Һолтанбай (положительный) менән Булашовты (отрицательный) характерлаған һүҙҙәрҙе әйтегеҙ.

2-се рәттә ултырыусыларға:

V. Лексик-грамматик эш.

-Бирелгән һөйләмдәрҙе редакторларға.

1.Туҙышып ҡайтып килгән көтөү яландың арғы башындараҡ күренә. Шул яҡҡа табан Һолтанбай атланы. Хәлде һорашыр… көтөүсене туҡтатты.

3.Паразит һүҙҙәрҙе алырға.

Мәйтәм, Кинйәбайыңды ла уҡытырға кәрәк.

Ҡарале, ҡустым, айыу тиреһе кәрәк ине бит әле.

Анау йөрөгәне айыу микән?

VI.Уҡытыусы. Яҙғандырығыҙҙы уҡып күрһәтегеҙ. Бик яҡшы.

Йомғаҡлау. Шулай итеп, Н.Мусиндың Йыртҡыс тиреһе әҫәре буйынса инша яҙырға әҙерләндек. Дәрестә бик яҡшы эшләнегеҙ.

Өй эше биреү. Өйҙә үҙегеҙ һайлап алған темаларға яҙған иншаларығыҙ ҙа бик яҡшы булыр. Һау булығыҙ!

Һүҙлек эше:

Фекер-мысль

Сифат-качество

Йыртҡыс-зверь

Тире-мех

Ришүәт-взятка

Ришүәтселек-взяточничество

Тәбиғәт-природа

Миһырбанлы, игелекле, изгелекле-добрый

Хайуан, йәнлек-животные

Ҡырағай йәнлек-дикие животные

Вера-иман

Күңел-душа

Шөкөр-благодарность

Әҙәп-вежливость, приличие

Сабыр-терпение

Ихлас-искренность

бер ҡатлы, эскерһеҙ, ябай-простой

ныҡыш, сәмсел, тырыш- старательный

түҙемле- терпеливый

хәйләкәр –хитрый

йыуаш, оялсан- стеснительный

ҡурҡаҡ-трус



Күрһәтеү алмаштары

Яҡшығолова Г.А.

Маҡсаттар:

-алмаш төркөмсәләрен белеү, аңлау кимәлен тикшерергә. Үҙ аллы эҙләнеү эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә күрһәтеү алмаштарының лексик-грамматик үҙенсәлектәрен өйрәнеү.

-танып-белеү, коммуникатив һәм информацион компетенцияларын үҫтереү.

-телмәр мәҙәниәте, тирә-йүнде художестволы ҡабул итеүҙе тәрбиәләү.

Ҡатнаш дәрес: ҡабатлау, яңы материалды өйрәнеү һәм нығытыу этаптары бар.

Ҡабатлау. Был этапта эмоциональ раскрепощение ситуацияһы тыуҙырыла, дәрестең уҡытыу маҡсаты буйынса эш бара- алмашты һәм уның төркөмсәләрен аңлау дәрәжәһен тикшереү бара. Традицион башлана, әммә бында иң мөһим элемент булып мәсьәләне уҡыусыларҙың үҙҙәре таныуы һәм һығымта яһауы тора.

Дәрес һорауҙан башлана: Һеҙҙең өсөн ял көнө нимәһе менән әһәмиәтле булды?

Һорау тәү ҡарашҡа бик ябай кеүек булһа ла, кластағы нисә уҡыусы бар шунса яуап алырға мөмкинселеге булыуы менән айырылып тора. Юғары класс уҡыусылары ла, урта звено уҡыусылары ла бындай һорауҙарға ихлас яуап бирә. Яуаптар араһында мотлаҡ рәүештә ғаиләгә, атап әйткәндә Әсәләр көнөнә ҡағылышлылары була.

Шунда класҡа текст таратыла йәки слайдҡа сыға.

-Әйҙә, улым, әйҙә, күҙ нурым, - тине яғымлы әсә тауышы. –Ҡара, ниндәй матур уйынсығың ята. Шуны алайыҡ та уйнайыҡ.

Ике ҡуллап келәмгә таянған килеш, башын күтәреп, бала йылмайҙы.

-Йә, йә, шыуышып кил дә шуны ал.

Әсә уйынсыҡты балаға яҡыныраҡ этеп ҡуйҙы ла, көлөмһөрәп, малайының күҙенә туп-тура ҡараны. Сабый ҡанатланды, бөтә кәүҙәһе менән талпынып, яңы уйынсыҡ-ҡыңғырау менән ни тиклем уйнағыһы килеүен белдерҙе һәм, уң ҡулын күтәреп, алға һалды.

-Ана шулай!..

Тексты күсереп яҙабыҙ. Артабан балаларға ошо тексҡа ҡарата эш төрөн билдәләүҙәре һорала. Улар үҙҙәре ниндәйерәк эштәр эшләргә тейеш.

Мөмкин булған эш варианттары:

-үтелгән алмаштарҙы, уларҙың төркөмсәләрен билдәләгеҙ;

-тексҡа исем бирегеҙ;

-тексты дауам итегеҙ һ.б.

Артабан алмаш тураһында үткән дәрес материалы ҡабатлана. Бындай эштәрҙе мин ғәҙәттә рәттәр буйлап эшләтәм, т.е. балалар үҙҙәре бер-береһенә һорау бирәләр. (Дуэль).

Һорауҙарҙан сығып уҡытыусы балалар бирмәгән һорауҙы бирә: был тема буйынса һеҙгә нимәләр аңлашылманы? Был һорау баланың яуап ҡайтарыуына ишаралай, бөтәһе лә аңлашылды тип әйтеп ҡотолорға уйламай, сөнки ул саҡта уҡытыусы унан ғына һорай. Тимәк, бала уйлай, хәтеренә төшөрөргә тырыша башлай.

Тикшереү эше тәҡдим ителә. Квадратты тултырырға һәм бер-береһенең эшен тикшерергә.

  1. Ошолай уйлау килешмәй. (күрһәтеү)

  2. Ул тәмле аш бешерә.(зат)

  3. Был ни эшләүең тип ҡыҙыҡһына? (һорау)

  4. Һәммәһе лә уға килешә(билдәләү)

  5. Әсәй әллә нисек яраттыра белә (Билдәһеҙлек)

  6. Һис кем юҡ. (юҡлыҡ)

  7. Ниндәй тауыш был (?)

  8. Теге күлдәкте һатып ала (күрһәтеү)

  9. Һәр кем әсәһен һөйә (билдәләү)

  10. Бер кем дә күренмәй (юҡлыҡ)

  11. Теләһәң ни эшлә (билдәһеҙлек)

  12. Барлыҡ әсәләр ҙә гүзәл (билдәләү).



Хата юҡ-5

1-6 хата-4

7-12 хата-3

Тикшереү эшенә рефлексия. Был этапта уҡыусыларҙың үҙ үҙҙәрең эшен анализлауы мөһим.

Һорауҙар:

-Үҙеңдең билдәң менән ризаһыңмы? Ни өсөн юҡ?

-Алмаштарҙың ниндәй төркөмсәләрен билдәләй алманың?

-Хатаһыҙ эшләүеңә нимә ярҙам итте?

-Ошо тема буйынса үҙеңә ниндәй өй эше алыр инең? Матур итеп, дөрөҫ итеп һөйләмеңде төҙө.

Икенсе текст өҫтөндә эш. Ул дәрестең тәрбиәүи маҡсатын күҙ уңында тота, тексты эмоциональ ҡабул итеүгә булышлыҡ итә һәм алмаштар күсереп алына. Мәҫәлән: Был, теге, шул ошо, ундай, бындай, тегенеһе, шунса һ.б. алмаштарын текстан айырып алып, һеҙ уларҙы нисек атар инегеҙ тигән һорау бирергә була.

Ошондай эҙләнең элементы булған тағы ла бер эш тәҡдим итәбеҙ. Мәҫәлән: ошо, был, бында, хәҙер, шундай, шунса, унда, шунда, унан, теге, шулай, һинеңсә, шул ваҡыт, тегене һ.б.

Ошо бында

Был хәҙер

Шунса унда

Унан шунда

Эш: төркөмсәләргә бүлергә. Варианттарын һәм ни өсөн шулай бүлеүҙәрен аңлатыуын талап итергә.

Артабан уҡытыусының варианты бирелә һәм шул бүленеште аңлатырға ҡушыла. Бындай эштәр, әлбиттә, уҡысыларҙы уйландыра, бер ҡарарға килергә ярҙам итә, үҙҙәренең фекерен әйтергә өйрәтә, һәм килеп тыуған ҡыйын ситуацияла (билдәләй алмаһалар) үҙҙәренә маҡсат ҡуйыу кәрәклеген алға ҡуя.

Артабан маҡсат ҡуйыу:

- килеп тыуған ауырлыҡты еңеп сығыр өсөн һеҙгә нимәләр эшләргә кәрәклеген билдәләгеҙ…

-ошо теманы өйрәнеүҙә уңайлы форма һайлағыҙ (схема, таблица, һүрәт, конспект һ.б.).Китап буйынса эш. Интернеттан ҡарай ала. Рус теленән тәржемә итеп, сағыштыра ала.

Шул эштәрҙе үҙ аллы эшләргә ҡушыла. Һайлаған икән үҙе эшләһен. Эшләп бөткәс-рефлексия:

-Үҙ алдығыҙға ҡуйған маҡсатҡа ирештегеҙме?

-Был эштә һеҙгә нимә ярҙам итте?

-ниндәй ҡыйынлыҡтар тыуҙы? Һ.б., һ.б.

Шулай итеп, үҙҙәренә маҡсат ҡуйып эште атҡарып сығалар – бындай эш уларҙың танып белеү эшмәкәрлеге үҫешеүенә этәрә, икенсенән, төрлө мәғлүмәт менән эшләргә өйрәнә , бик күп информация араһынан мөһимдәрен һайлап алырға өйрәнә һәм үҙ фекерен әйтергә лә өйрәнә. (защита, рецензирование).

Нығытыу. Эвристик эш төрө аша теманы нығытыу этабы практик эшләүҙе талап итә. Күрһәтеү алмаштарын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

Әсәй тураһында хикәйә (әкиәт, шиғыр) яҙырға.

Өй эше:

-рус һәм башҡорт елдәрендәге күрһәтеү алмаштарының айырмаһы, оҡшаш яҡтары;

-дәрестә иң ҡыҙыҡлы момент;

-ниндәй эш иң ауыры булды;

-өй эшен эшләгәндә миңә нимәләргә иғтибар итергә.











Автор
Дата добавления 10.05.2016
Раздел Другое
Подраздел Научные работы
Просмотров163
Номер материала ДБ-074160
Получить свидетельство о публикации

"Инфоурок" приглашает всех педагогов и детей к участию в самой массовой интернет-олимпиаде «Весна 2017» с рекордно низкой оплатой за одного ученика - всего 45 рублей

В олимпиадах "Инфоурок" лучшие условия для учителей и учеников:

1. невероятно низкий размер орг.взноса — всего 58 рублей, из которых 13 рублей остаётся учителю на компенсацию расходов;
2. подходящие по сложности для большинства учеников задания;
3. призовой фонд 1.000.000 рублей для самых активных учителей;
4. официальные наградные документы для учителей бесплатно(от организатора - ООО "Инфоурок" - имеющего образовательную лицензию и свидетельство СМИ) - при участии от 10 учеников
5. бесплатный доступ ко всем видеоурокам проекта "Инфоурок";
6. легко подать заявку, не нужно отправлять ответы в бумажном виде;
7. родителям всех учеников - благодарственные письма от «Инфоурок».
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://infourok.ru/konkurs


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ


Идёт приём заявок на международный конкурс по математике "Весенний марафон" для учеников 1-11 классов и дошкольников

Уникальность конкурса в преимуществах для учителей и учеников:

1. Задания подходят для учеников с любым уровнем знаний;
2. Бесплатные наградные документы для учителей;
3. Невероятно низкий орг.взнос - всего 38 рублей;
4. Публикация рейтинга классов по итогам конкурса;
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://urokimatematiki.ru

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх