Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Начальные классы / Другие методич. материалы / НОВОГОДНИЙ УТРЕННИК НА БАШКИРСКОМ ЯЗЫКЕ ДЛЯ 1-4 КЛАССОВ

НОВОГОДНИЙ УТРЕННИК НА БАШКИРСКОМ ЯЗЫКЕ ДЛЯ 1-4 КЛАССОВ

  • Начальные классы

Поделитесь материалом с коллегами:

Алып барыусы: Ап-аҡ ҡарҙар аҡ мамыҡтар

Ергә һыйына

Рәхим итегеҙ байрамға-

Яңы йылдың туйына!

Күрәгеҙме шыршыны

Матур итеп кейенгән

Беҙгә ҡалын урмандандарҙан

Ҡәҙерле ҡунаҡ килгән!



Бында бейей Ҡарһылыуҙар

Кескәй генә ялтыр ҡарҙар

Йыйылышып килеп еткән

Урмандағы хайуандар.



Ҡулға-ҡулға тотоношоп

Шыршыны уратайыҡ

Яңы йылды ҡаршылайыҡ

Бәхеттәр юратайыҡ.



Һаумы шыршы! Йыл буйына

Һине һағынып бөттөк

Календарҙың биттәренә

Сәғәткә ҡарап көттөк.



Йәшел шыршы теҙелешеп

Әйләнәбеҙ тирәңдә

Ҡыуанабыҙ Яңы йылда

Һин ҡунаҡҡа килгәнгә.



Һин килгәнһең кейенеп

Биҙәнеп,матурланып

Беҙгә кескәй дуҫтарыңа

Күңелле йырҙар алып.





Мәскәй әбей килеп инә.

М.ә Әһ-һә! Минһеҙ байрам итмәксе булғайнығыҙмы ?..........


Айыуы ла килгән,

Ҡуяны ла белгән,

Бүреһе лә ҡалмаған

Тик береһе лә миңә хәбәр итмәгән.



Алып барыусы. Әйҙә, Мәскәй әбей, түрҙән үҙ. Ултыр.Бына һиңә йәнлектәр бейеп күрһәтмәкселәр.(Йәнлектәр бейей)



Йәнлектәр бейей.



Мәскәй әбей. Әллә ......... Үҙем дә дәртләнеп киттемсе.

Таҡмаҡ әйтегеҙ, миндә бейеп күрһәтә аламсы.

Таҡмаҡ:

  • Мәскәй инәй әйҙә баҫ

Беҙҙең менән күңел ас

Әйлән шыршы уратып

Кул сабабыҙ яратып

Баҫ, баҫ баҫ әле

Баҫа торған саҡ әле

Барыһы һиңә һоҡлана

Тирә-яҡҡа ҡара әле.



М.әбей. Ысынмы был. Әһ-һә мине лә яратаһығыҙ икән.

Һеҙ, мәктәптә уҡып йөрөһәгеҙҙә күүүүүүүүүүп нәмәне белмәйһегеҙҙер әле,моғайын.Йә, ошо йомактарҙы сисегеҙ әле.Шунан мин һеҙҙең ниндәй уҡыусылар икәнегеҙҙе әйтермен.

( Йомаҡ ҡойоу.)

М.әбәй. Һеҙ әллә бер генә йыр беләһегеҙме.Йырламайһығыҙҙа, тынып ҡалдығыҙ. Ә мин музыка яратам. М.әбей ҡыңғырау табып ала.

Был нимә ул. Кемдеке икән. Әллә миңә бирәгеҙме. Әйләндереп,әйләндереп ҡарай. Ҡыңғырау шылтырай.

М.әбей тертләп китә, төшөрөп ебәрә.Алып кире шылтырата.



Ҡарһылыу югереп килеп инә.

Карһылыу. Кем ҡыңғырау шылтыратты? Кем мине саҡырҙы?

М.әбей. Был нәмә әллә һинекеме. Тауышы шәп.

Ҡарһылыу. Эйә, ҡыңғырау минеке.Рәхмәт һеҙгә. Мин уның менән ҡунаҡтарҙы байрамға саҡырам.Әйҙәгеҙ,күмәкләшеп байрам итәйек, уйнайыҡ.

Ҡарһылыу балалар менән уйын уйнай.

  1. Ҡар бөртөгө түңәрәк буйлап ҡулдан-ҡулға күсә,музыка туҡтағанда кемдә ҡала,шуға яза бирелә.

  2. Сәскәләр менән уйын

Балалар түңәрәккә баҫа. Уртала сәскәләр 1-гә кәмерәк. Музыка туҡтағас 1-әр сәскә алалар. Кем өлгөрмәй уйындан сыға.



Ҡарһылыу. Балалар, ә Ҡыш бабай минең олатайым ниңә һаман килеп етмәй икән. Ҡайҙа икән ул.Берәй хәл булмағанмы икән.





Алып барыусы. Әйҙәгеҙ күмәкләп саҡырайыҡ



Бергә. Ау, Ҡыш бабай, Ҡыш бабай, Ҡыш бабай.



Ҡарһылыу. Балалар, миңә Ҡыш бабайҙан СМС килде.Тыңлағыҙ. Килеп етәм көтөгөҙ.Сәләм менән Ҡыш бабай.

Мәскәй әбей. Ҡыш бабай тауышығыҙҙы ишетмәгәндер ул.Әйҙә,йырлап алайыҡ.



Йыр йырлайҙар.



Ҡыш бабай килеп инә.

  • Һаумыһығыҙ, балалар

Айыуҙар һәм төлкөләр

Буреләр һәм ҡуяндар

Һеҙгә байрам алып киләм

Мине һағынып көткәнһегеҙ

Уныһын күптән беләм.





Ҡапыл Мәскәй әбейҙе күреп ҡала.

-Хәлдәрең нисек? Аяҡ- ҡулың һыҙламаймы?

Мәскәй әбей. Эй,һыҙламаған ҡайҙа инде. Һыҙланам шул.

Балаларға боролоп.- Күрҙегеҙме мине нисек ярата.

Ҡарһылыу. Ҡыш бабай ниңә шыршыла уттар янмай икән.

Ҡыш бабай. Балалар , Мәскәй әбейҙән һорағыҙ.

Шыршыны уратып тылсымлы һүҙҙәрен әйтһә,шыршы уттары тоҡаныр.

Ҡарһылыу. Мәскәй әбей. Ярҙам итсе.

Мәскәй әбей киреләнә.

Ҡуйсы , ярҙам итмәйем.Мин һеҙгә үпкәләнем. Байрамға ла саҡырманығыҙ.

Алып барыусы.

Әйҙәгеҙ,балалар , Мәскәй әбейҙән күмәкләп үтенәйек.

Бергә. Мәскәй әбей ярҙам ит,инде!



Мәскәй әбей. Эй,ҙә.Бер кем дә йырламай,Шиғыр ҙа һөйләмәй.

Ҡуйығыҙсы.

Ҡыш бабай.Ҡуй байрамды боҙмайыҡ.Шыршы тоҡанғас,балалар бейерҙәр,йырларҙар,шиғыр һөйләрҙәр.

Мәскәй әбей. Ярай , әләйһәң.

Шыршы,шыршы ян инде

Матурлап тоҡан инде

Нурландырам ҡупшыны

Тоҡандырам шыршыны.



Шыршы тоҡана.

Йыр.

Ҡыш бабай. Байрам менән барығыҙҙы ҡотлайым, бәләкәс дуҫтар.

Үҙем менән Яңы йылды алып килдем.

Яңы йыл.

Мин Яңы йыл.

Теләгем шул-

Һау сәләмәт булығыҙ.

Бәхет уңыш менән генә.

Үтһен ғүмер юлығыҙ. .

Алып барыусы. Донъя байрам,донъя хайран.Әйҙә,түрҙән уҙ,Яңы йыл.

Ҡыш бабай. Һай ,рәхмәт улым

Донъялар имен булһын

Башҡортостан сәскә атһын.

Балалар тырышып уҡыһын

Мин күстәнәстәр менән килдем

Йәгеҙ әле һөнәрҙәрегеҙҙе күрһәтегеҙ.

  • Балалар һөнәрҙәрен күрһәтә.

  • Күмәкләп йыр йырлайҙар.

Кыш бабай хушлаша.

Алып барыусы. Аяҡ баҫһын Яңы йыл

Бәхет нурҙары менән.

Байрамыбыҙ дауам итһен

Шатлыҡ йырҙары менән.



Уйындар, дискотека,лоторея.



Автор
Дата добавления 07.02.2016
Раздел Начальные классы
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров70
Номер материала ДВ-424706
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх