Инфоурок Иностранные языки Другие методич. материалыНПК по башкирскому языку ҺУҒЫШ ҺӘМ ЕҢЕҮ МИҘАЛЫ БЕР ҠОРОСТАН ҠОЙОЛА

НПК по башкирскому языку ҺУҒЫШ ҺӘМ ЕҢЕҮ МИҘАЛЫ БЕР ҠОРОСТАН ҠОЙОЛА

Скачать материал
библиотека
материалов

3-сө дөйөм урта белем биреү мәктәбе

Муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы







ҺУҒЫШ ҺӘМ ЕҢЕҮ МИҘАЛЫ



БЕР ҠОРОСТАН ҠОЙОЛА







Төҙөнө: 7А класс уҡыусыһы

Мөхәмәтйәнова Розалина



Етәксе –консультант:башҡорт теле уҡытыусыһы Юртаманова З.М.



Межгорье-2015

I.Инеш.

II.Төп өлөш.

1.Тыл балалары хәтирәләре.

2. Белорет металлургтар заводының еңеүгә тос өлөшө.

3. Еңеүҙе беҙҙә яҡынайттыҡ.

III.Йомғаҡлау.

IV.Ҡулланылған әҙәбиәт.


























Инеш.


Батырлыҡты еңер көс юҡ ерҙә. Халыҡ та ҡаһармандарын онотмай, хәтер китабына яҙа бара. Илһөйәр олатай-өләсәйҙәребеҙ, атай-әсәйҙәребеҙ Тыуған илен фашистарҙан азат итеү өсөн йәнен-тәнен аямаған, күптәре яуҙан ҡайтмаған. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршылауға ике ай самаһы ғына ваҡыт ҡалды.

Һуғыш осоро балалары. Уларҙың кеме менән осрашһаң да - утлы афәттең эҙемтәләре хәтерҙәренән юйылмаған, яу яландарында ятып ҡалған яҡындары онотолмаған, йөрәк түрҙәрендә һаҡлана. Әңгәмәләр барышында күпте күргән, йыйырсыҡланған йөҙҙәренә, ҡураныс кәүҙәләренә ҡарап йәнең илай. Ниндәйҙер ҙур изгелектәр эшләйһе килә. Еңеү өсөн, илебеҙ фашист аяғы аҫтында ҡалмаһын өсөн ни тиклем тырышҡандар улар. Көнө - төнө эштән туҡтамағандар, ялан-ҡырҙарҙан ҡайтып инмәгәндәр, тамаҡтары ас, өҫтәре яланғас булһа ла, түҙгәндәр, Еңеү көнөн яҡынайтҡандар. Һәр бер тыл ветеранының үҙ өлөшө, үҙ яҙмышы, үҙ фажиғәһе бар. Тыуған илде һөйөү тойғоһо илеңдең уртаҡ ҡайғы-шатлыҡтарын йөрәгеңдән кисереп, бар яҙмышын уртаҡлашып йәшәүҙән тора. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда был мөҡәддәс тойғо йөҙәр мең ғүмерҙәр, батырлыҡтар менән нигеҙләнгән. Ҡулдарына ҡорал тотоп үҙ йәндәрен аямай яу яландарында көрәшкән яугирҙарыбыҙ һәм тыл һынауҙарында ҡаҡшамаҫ сыҙамлыҡ күрһәткән ватандаштарыбыҙ һәр саҡ беҙҙең күңел түрендә. Дәһшәтле һуғыш йылдарында улар тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәткәнгә беҙ хәҙер тыныс тормошта, азат илдә йәшәйбеҙ. Минең кеүек үҫмерҙәр, мәктәп балалары һуғыш йылдарында ни эшләгәндәр, фронтҡа ниндәй өлөш индергәндәр тигән һорау ҡуйҙым үҙем алдында. Һуғыш башланғанда улар 10-14 йәшлек малайҙар һәм ҡыҙҙар, ә хәҙер улар 80-84 йәштәге олатайҙар һәм өләсәйҙәр инде. Эҙләнеүемде ошо элекке Ҡуҙйылға ауылынан башланым.

Бөгөнгө көндә беҙҙең ҡалала йәшәүсе Фәхретдинов Миңлеәхмәт Шәйхетдин улынан башлап киттем. Ул 1928 йылда Ғафүри районында донъяға килә. Ике йылдан уларҙың ғаиләһен кулак ҡалдығы тип, Түбәнге Төлмәй ауылына ебәрәләр. Һуғыш башланғас Ҡуҙйылға ауылына эшкә тәғәйенләйәр, сөнки ул ваҡытта бер колхоз булған.

- Эйе, бик ҡыйын булды беҙгә, һуғыш осоро балаларына, тик ауыр тормош һындыра алманы – кеше булып ҡалдыҡ. Шуға күрә был донъяла беҙҙең өсөн бөтәһе лә ҡәҙерле.

Барыһын да Еңеү өсөн эшләнек, ҙур ышаныс менән йәшәнек. Халыҡҡа һалым түләү ҙә ауырға төштө: 40 кг ит, 8 кг һары май, 100 дана йомортҡа, ике тире әҙерләп тапшырыу өсөн күпме тырышып эшләргә тура килгәнлеген аңлайһығыҙҙыр. Халыҡ барыһына ла түҙҙе, сөнки ҡыйынлыҡтарҙың ваҡытлыса икәнлеген аңлай ине.

Ҡуҙйылға ауылында төрлө яҡтан килгән халыҡ йыйылған, шулай ҙа бер-бере менән бик дуҫ йәшәнеләр, татыу булдылар,- тип иҫкә ала. - Ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, мәктәп эшләп килде, рус, башҡорт хатта татар телендә уҡыттылар. Күрше ауылдарҙан килеп, рус телен өйрәнәбеҙ тип, күп балалар йөрөп уҡынылар. Мәктәптән һуң, бөтәбеҙ ҙә эшкә йөрөй торған инек. Ағас ҡырҡтыҡ, тәүҙәрәк аттар менән сығара торған инек Ҡуҙйылғаға тиклем, ә аҙаҡ, аттарҙы һуғышҡа ебәрә башлағас, аттар ҙа һирәгәйҙе, күберәк еңел саналар эшләп үҙебеҙ сығарҙыҡ. Яҙ етеп һыу ташыу менән йүнәткән ағастарҙы Ҡуҙйылға буйлап Инйәр ауылына тиклем ағыҙабыҙ. Аҙ ғына ағастарҙы күберәк ебәрһәң, ул түбәндә тығынға эләгә. Уларҙы тығындан сығарабыҙ тип, үҙебеҙ боҙло һыуға сумабыҙ. Ярай әле утын күп, тиҙ генә ут яғып кибенеп алабыҙ. Бер ваҡыт тығынды бушатам тип, һалым әйләнеп, үҙем ағастар араһында ҡыҫылдым. Шунан һуң мин бик ныҡ ҡына һыуҙан ҡурҡып ҡалдым. Шулай оло бәләләр менән беҙ ағас эшкәрттек. Инйәрҙә беҙҙең ағастарҙан күмер эшләп, вагондарға тейәп, Белорет ҡалаһына металлургия комбинатына ебәрәләр. Унда суйын ҡоялар, авиябомбаларға, миналарға һәм снарядтарға корпустар эшләгәндәр. Самолеттарҙың ҡанаттарына фанераларҙы ла шул беҙҙең юғары сортлы ҡарағас ағасынан эшләнеләр бит инде. Бик күп эш 6улдары кәрәк булғандыр инде,- тип һүҙен дауам итә Миңлеәхмәт олатай,- шуға күрә, беҙҙән юғарыраҡ, (Үҙән тип йөрөткән урында, ҡулға алынған кешеләрҙе алып килделәр. Уларҙа беҙҙең менән урман ҡырҡтылар. Һуғышҡа ундай кешеләрҙе лә алып китә башланылар. Беҙгә, малай-шалайҙарға, ауырыраҡ эштәр күберәк тороп ҡалды. Һуғыш осоронда иҫ киткес михнәттәр кисергән бик күп ағайҙар, апай­ҙар, тиңдәштәрем ваҡытынан иртә был донъянан китеп бөттө. Беҙҙең иҫән ҡалы­уы­быҙ ҙа үҙе бер мөғжизәгә тиң тип иҫәпләйем. Бөтә нимәне лә беҙ еңеү өсөн, ватан өсөн эшләнек.




Белорет металлургтар заводының еңеүгә тос өлөшө.


     Билдәле булыуынса, Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Башҡортостанға йөҙгә яҡын эвакуацияланған предприятие килтерелә, тиҫтәләгән госпиталь күсерелә. Завод-фабрикалар менән бергә һуғыш барған ерҙәрҙән ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы ла ҡабул итә республикабыҙ.

Башҡортостан халҡының да тыуған ил азатлығы өсөн илдә барған ҡан-ҡойошло фажиғәле мәлдә башҡа халыҡтар менән бер сафта, иңгә-иң терәп, фронттың алғы һыҙығында барыуы яҡтыртыла. Мәҫәлән, 1941 – 1942 йылдарҙың ҡышында, дөйөм хәрби частарҙан тыш, республикабыҙҙа 112-се һәм 113-сө Башҡорт атлы дивизиялары төҙөлә. Башҡортостанда ойошторолған частар Сталинград алышында, Курск дуғаһы һуғыштарында, Ленинград блокадаһын өҙөүҙә, Украина, Белоруссия, Молдавия, Польша һәм Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша, Германия ерендә һуғыша. Күп яугирҙәр, әлбиттә, изге тупраҡтарына ҡайтанан аяҡ баҫа алмай, тыуған ил азатлығы өсөн көрәштә һәләк булып, кәүҙәләре яу ҡырында ятып ҡалды.

Ә Белорет сым-канаты заводында хәрби производство киңәйеүе менән сифатлы металлдарға айырыуса ихтияж арта. Йәнә шул вағиғаны ла телгә алып үтәйек: 1940 йылда суйын, ҡорос иретеү производствоһы, металл эшкәртеү, ҡорос-сым заводтары комбинатҡа берләшә. 1941 йылдың аҙағында Белорет мартендары тулыһынса марганецлы, хромлы ҡорос һәм башҡа сифат яғынан юғары ҡорос иретеүгә күсә. Әйткәндәй, Бөйөк Ватан һуғышы йылдары осоронда беҙҙең илдә яһалған металл Германия металлургия сәнәғәтенекенә ҡарағанда сифаты буйынса өҫтөн тора. Бында Белорет металлургияһының өлөшө лә тос була. Белорет сым-канат заводы оборона сәнәғәте өсөн ифрат та кәрәкле шариклы подшипник, пружина, хромлы ванадий, серебрянка сымдары, ҡорос арҡандар әҙерләй. Тирлән заводы сифатлы йәйенке ҡорос табаҡ прокатлай. Улар һуғыш ҡоралдары әҙерләү производствоһын булдырыуға бик ҙур әһәмиәткә эйә була.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында 204 йәштәр комсомолы бригадалары эшләп килгән. Улар икешәр смена эшләгәндәр. Ошо осорҙа 1943 йылда 160 мең тонна ҡорос, ул 1940 йылға ҡарағанда 146% тәшкил итә. Белорет металлургтары танк, артиллерия һәм авиация юғары сифатлы маркаларын сығарыуҙы үҙләштерә.

1942 Металлург комбинатының домна цехына дәүләт Оборона Комитетының күсмә Ҡыҙыл Байрағы тапшырыла. 1943 Ҡорос-сым заводында ун етенсе һанлы канат цехы сафҡа индерелә. 1944 Ҡорос-сым заводы Союз-ара бәйгеһе һөзөмтәһендә беренсе урын яулай һәм «Советтар Союзының иң яҡшы метиз заводы» исеменә лайыҡ була.

Эҙләнеүемде дауам итеп, тағы бер йән өҙгөс хәл тураһында яҙайым. Ҡуҙйылға ауылына Ғөбәйҙуллин Ниғәмйән бабайҙы ла ебәргәндәр. Ул Учалы районынан. һуғышҡа алырға йәше етмәгән, шуға Белорет металлургтар заводына тип, хәрби комиссариаттан уны эшкә алып китәләр. Ләкин, бер нисә вагонға ултыртып, уларҙы Ҡуҙйылға ауылына эшкә оҙаталар.

-Бер кемгә лә бер нимә лә аңлатып торманылар, теләйһеңме теләмәйһең ме, һорау юҡ. Ауылға, туғандарыма өсмөйөшлө хат менән яҙып ебәрҙем. Бында беҙҙе бригадаларға бүлеп, күрән ҡырҡырға ҡуштылар. Күрән тип әйтә торған инек - ул ағасты ауҙарабыҙҙа, ботаҡтарын айырып, йылға буйлап ағыҙабыҙ. Ни тиклем ҡарҙың күп булғанын, мин ошонда ғына белдем. ҡар минең билдән, ҡай берҙә муйындан була торған ине. Иҫ киткес күп яуа торған булған. Аяҡта сылғау, сабата, сөнки быйма тиҙ генә һыулана, эсенә тула, ҡар ойоша, аҙаҡ аяҡты күтәреп тә булмай. Шул тиклем аяҡтар, ҡулдар өшөй, туңа, хатта утта йылытҡанда эҫене тоймай. Урманда ут өҙөлмәне, һыуға сумһаҡ та, һыуыҡта ла, тамаҡты туйҙырырға ла ут янына йыйылыша инек. Миңә бары ун алты ғына йәш, туғандарымды, өйөмдө, ауылымды өҙөлөп һағынам, ҡайтҡым килә, ләкин ул турала һөйләргә, уйларға ла ваҡыт юҡ. Баракка ҡайтып, йыуышып, тамаҡ ялғап алһаң күҙ йомола. Ниңә шул тиклем төн ҡыҫҡа икән тип уйлай торған инем, туйғансы ашап йоҡларға беҙҙең бәхет булырмы икән берәй заман. Ләкин, еңеүҙе мин дә яҡынайтам, минең ҡырҡҡан ағасым бер фашисты дөмөктөрөр тигән уй беҙҙең күңелде йыуата, көс өҫтәй… Ошо йылғалай көндәр, айҙар аҡты, Бөйөк еңеү ҙе лә ҡаршыланыҡ, ләкин беҙҙең турала онотҡандармы, әллә һуғыштан һуң да күмер кәрәк булғанғамы, беҙҙе ҡайтармайҙар ине. Олораҡ ағайҙар ҡасып ҡайта башланылар, бик күптәрен тотоп кире алып киләләр, ә ҡайһы берҙәре аҙашып, асығып үҙҙәре киләләр ине. Миндә уларға эйәреп ете тапҡыр ҡастым, һуңғы ҡасҡанда ғына Белорет ҡалаһына барып етә алдым. Ауылға ҡайтҡас та бик оҙаҡ ваҡыт, артымдан килеп кире алып китерҙәр йәки яуапҡа тарттырырҙар тип ҡурҡып йәшәнем. Шулай мин ете йыл ғүмерем Ҡҙйылға ауылында үтте. Еңеү өсөн бөтә ауырлыҡтарға ла, кимселлектәргә лә түҙҙек, еңеү өсөн эшләнек.

-Һуғыш беҙҙең күңелдәргә юйылмаҫ ауыр эҙ ҡалдырҙы, бала сағыбыҙҙы урланы. Аслыҡ, етешмәгән тормош, күргән нужалар һис тә оноторлоҡ түгел. Ул заманда бер кемгә лә рәхәт булманы,- тип иҫкә ала Ғафинә инәй, ул да һуғыш башланғанда 9 йәшлек сабый бала ғына була. -Һуғыштың тәүге йылы ауыл халҡы өсөн үтә ныҡ яфалы булмағандыр, сөнки етеш осорҙан ҡалған аҙыҡ-түлек запасы ла, фронтҡа, хеҙмәт армияһына алын­маған, колхозда эшләп йөрөгән ир-ат та бар ине. Тиҙҙән йән аҫрау өсөн ғазаплы көндәр, ай8ар, йылдар башланды. Бигерәк тә ҡышҡы оҙон көндәрҙе үткәреп ебәреү яфалы, ҡыйын булды. Аҙ-маҙ әҙерләнгән аҙыҡ ҡыш уртаһына саҡ етеп ҡала. Аҙыҡ тигә­нең дә шул барлы-юҡлы картуф инде. Көҙҙән мысай, алабутаның суҡмарлаған өлөшөн һыпырып алып, ҡышҡылыҡҡа бер ете-һигеҙ тоҡ самаһы әҙерләйһең. Улар халыҡты ас үлемдән ҡотҡарыусы булды. Туҡланған төп аҙығыбыҙ ҙа шул мысай икмәге ине. Уны икмәк итеп әҙер­ләү ҙә мәшәҡәтле генә эш. Алабута менән мысай ҡатнашмаһын кистән эҫе һыу һалып ебетергә ҡуйғандар. Йом­шар­ған массаға һыуҙа әрсемәй ҡайнатылған ваҡ картуф йә ҡабаҡ ҡушып, ҡамыр әҙерләп бешерәләр. Уны ҡатыҡҡа турап йә шыйыҡ өйрәгә ҡушып ашай инек. Ярай әле, аҡтан өҙөлмәнек. Берҙән-бер һы­йы­рыбыҙ өсөн ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ әҙерләү үҙе бер оло мәшәҡәт булды. Әсәйем эштән ҡай­тыш­лай ҡайҙан етте шунан ике-өс көлтә үлән урып ала торғайны. Был аҙыҡ ҡына етмәй.Ҡыш иһә бәләкәй сана менән эҫкерт төбөнән йыйыштырып, һалам алып ҡайта торғайныҡ. Асығыу беҙҙең үҙәккә үтһә, иртәгә балаларыма нимә ашатырмын тип ҡайғырған әсәйемә бигерәк тә ҡыйын булғандыр. 1943 йыл ине булһа кәрәк, картуф уңма­нымы икән, ашарға бөткәс, әсәйем үҙенең һуғыш алдынан ғына алған өр-яңы йоҡа пальтоһын шаҡырлап туңған бер тоҡ ваҡ картуфҡа алмаштырып алды. Мысайға ҡушып, икмәк һалып ашаныҡ инде. Ул ваҡытта әсәйҙәрҙең ауыҙынан “ыр­ҙын төбөнә барҙыҡ”, “ырҙын һепе­рергә барғайныҡ” тигән һүҙҙәр йыш ишетелде. Комбайн булмағас, ҡул менән урған игенде эҫкертләйҙәр ҙә ҡара көҙҙән алып ҡыш буйы молотилканы бер эҫкерттән икенсеһенә, үгеҙҙәр егеп, этеп күсерәләр. Һуғылған һаламын шул урында эҫкертләп ҡалдыралар. Һуғып алған игендән ҡалған мысай, алабута һәм башҡа ҡый үләндәре орлоҡтарын, ситкә һибелгән аҙ-маҙ иген ҡалдыҡтарын ҡаты һепертке менән һепе­реп, берәр тоҡ, тоҡ ярым алып ҡайталар ине. Һаламдың әүрәүен һелккеләп, өс-дүрт устай игене табылһа – ҙур байлыҡ! Күрше колхоздың эҫкерт төптәрен һепе­рергә ай яҡтыһында ҡаса-боҫа ғына йөрөйҙәр, сөнки хужалары килеп сыҡһа, бөтә йыйғаныңды тартып алып китеүҙәре бар. Дүрт күҙ менән күк үләнгә баҫҡанды көтәбеҙ. Иртә яҙҙан тау битләүҙәрендә талғыр, селек йыуаһы, әтмәкәй ҡарҙан әрселә. Тауға менерлек хәле булған бар халыҡ тоҡлап-тоҡлап йыуа, әтмәкәй йы­йып алып төшә. Талғыр йыуаһының ер аҫтындағы аҡ өлөшөн генә ашай инек, сөнки йәшел ҡыяҡтары ауыҙҙы ут кеүек өтә. Ә әтмәкәй сөсө, тәмле булғас, уны эс күпкәнсе ашайһың. Һуңғараҡ һаҙмат, һыубаҫар урындарҙа күл йыуаһы өлгөрә. Яҙ ас халыҡ өсөн иң ҡурҡынысы – баҫыу­ҙа ятып ҡалған бойҙай, тары башаҡтары. Ғаиләләре менән башаҡ игене ашап ҡырылғандар булды.Ер-һыу кибә башлау менән, көрәк күтәрерлек бала-саға баҡса ҡаҙып, серек картуф эҙләргә тотона. Уны әрсеп-таҙар­тып, ҡамыр итеп әүәләп, көлсә йә, һөт ҡушып туғып, ҡоймаҡ ҡойоп була. Бик тәмле тойола торғайны. Күмәк халыҡҡа колхоз баҫыуындағы серек картуф та күпкә бармай. Шуға күрә биш-алты саҡрымда ятҡан күрше урыҫ ауылы кешеләренең баҡсаһын тотош ҡаҙып биреү шарты менән әсәйемдәр, бригадирҙан рөхсәт һорап, ике-өс кеше бер булып, ер ҡаҙырға яллана. Ер аҫтынан сыҡҡан бар ризыҡ – серек картуфмы, серемәгәнеме – һинеке. Киң кү­ңел­ле хужа булһа, өҫтәп ашарлыҡ йә ор­лоҡлоҡ картуф та биреп ебәрә. Бер тоҡтай ризыҡ йөкмәп, арманһыҙ булып ҡайтып инер ине әсәйем. Ә иртәгәһенә йәнә таң менән эшкә.Йыуа, әтмәкәй ҡатыуға ҡуян тубығы шытып сыға башлай. Шәкәр тәме килеп торған тумалаҡ тамырҙы шул көйө ашай­ҙар, ашҡа ла турайҙар. Май аҙаҡтарына ашар өсөн көпшәһе өлгөрә. Тау бит­ләү­ҙәрендә, урман ситтәрендә әтлек шытып сыға. Бармаҡ йыуанлығындағы тамыры бик төптә уның. Ҡарлау (һапҡа ултыр­тылған ялпаҡ тимер башлы ҡырғыс) ме­нән ҡаҙып алаһың. “Әтлек ҡаҙыуы этлек” тип әйтә­ләр ине. Тамырын йыуып, ҡыҙыу мейестә киптереп алалар. Кетерҙәп тора, бик тәмле. Килелә төйөп, икмәк итеп тә бе­ше­рәләр. Уны табыу өсөн бик алыҫҡа ба­рырға кәрәк, шуға тырыштар ғына ашаны.Икенсе бер тамыраҙыҡ – һарына. Шулай уҡ май урталарында шытып сыға. Һары төҫтә, һуғанға оҡшаған бүлкәсле-бүлкәсле тамырын сейләй ҙә ашайҙар, аҙ ғына ярма ҡушып, бутҡа ла бешерәләр. Башҡорттар уны борондан аҙыҡ итеп ҡулланған. Киптереп, тирмәндә тартып, икмәк итеп тә бешергәндәр. Халыҡ ижадында “Ер аҫтында еҙ ҡашыҡ” тигән йомаҡ та бар һарына хаҡында. Сәскәһе бик матур, йорт алдындағы баҡсала үҫтерергә мөмкин. Иң күп ашалған үлән балтырған менән ат ҡуҙғалағы булғандыр. Балтырғандың үҙәктәге иң йәш япрағын, уны бәпкә тиҙәр ине, йыйып аш бешерәләр. Һөт ҡушып бешерһәң, йә ашҡа аҙ ғына ҡаймаҡ төш­һә, бик тәмле була. Балтырған ауыл тирә­һендә йыш осрамай. Шуның өсөн беҙ, ете-һигеҙ саҡрымда ятҡан Турла­биргән буйына барып,көсөбөҙ еткәнсе күтәреп алып ҡайта инек. Ҡымыҙлыҡ, ҡаҡы, кәзә һаҡалы, шыма көпшә, ҡара ергә баҫҡас, беҙҙең өсөн бер-бер артлы өлгөрөп торған ризыҡ бул­ды. Уларҙы күп ашап, ирен ярылып бөтә торғайны. Туғайҙа үҫкән тал сырмал­сығы орлоғон да өйрә итеп эстек. Август баштарында киндер орлоғо өл­гөрә. Һуғыш йылдарында, унан һуң да ул беҙҙе туйындырҙы. Ул осорҙа был үҫем­лек буш ятҡан ерҙәрҙә, ыҙан буйҙа­рында күп ине. Тағы бер урман ризығын әйтеп үтәм: ул – имән сәтләүеге. Хайуандар өсөн бик туҡлыҡлы аҙыҡ ул. Үҙебеҙ өсөн дә йыйҙыҡ уны. Ҡыҙыу мейестә киптереп, килелә онтаҡлайһың, унан һуң тирм1нд1 тартып он итәһең. Мысай икмәген бе­шергәндә уны әҙләп ҡушалар. Туҡлыҡлы булһа ла, үтә ҡырҡыу, әсе. Ашарлыҡ үлән аҙыҡтары ҡатып бөтөүгә, ер еләге һәм муйыл өлгөрә. Улар ҙа беҙҙең өсөн төп аҙыҡ булды. Ҡатыҡҡа мул ғына итеп еләк һалып эсһәң, тамаҡ буйтым туйып ҡала. Еләк-емеште күнәк­ләп-күнәкләп ташыныҡ. Ҡышҡылыҡҡа бай­таҡ киптерҙек. Бешкән муйылды ки­лелә ҡамыр булғансы төйөп, йомғаҡлап сәй алдына ҡуялар. Ҡайһы берәүҙәр уны хатта оло тирмәндә тарттырып алыр ине. Ҡышҡыһын муйылды бешкән ҡабаҡҡа ҡушып әҙерләһәң, бик тәмле ризыҡ була. Картуфты хәҙер “икенсе икмәк” тип йө­рөтһәләр ҙә, беҙҙең өсөн һуғыш йылдарында ул “беренсе икмәк” ине. Картуф ту­малғанын көтөп алабыҙ. Тауыҡ йоморт­ҡаһы ҡәҙәр булыр-булмаҫтан, ояһы төбөнән ҡул менән соҡоп алып, ашай башлайбыҙ. Көҙ еткәнсе байтаҡ өлөшө ашалып бөтә. Картуф араһына ҡабаҡ та сәсә инек. Иш янына ҡуш була. Бутҡаһын картуф менән ҡушып бешерәбеҙ. Картуф та, ҡабаҡ та март айҙарына тик­лем саҡ етеп ҡала, сөнки күмәкбеҙ: әсәйем менән бергә ете тамаҡбыҙ. Әсә­йем ун биш саҡрымда ятҡан ҡартайым­дарға һыйыр егеп китә. Унан унлап ҡабаҡ, бер-ике тоҡ картуф, әҙ-мәҙ он йә ярма алып ҡайта. Шул аҙыҡтарҙы, мысай ҡуш­ҡылап, күк үләнгә баҫҡансы еткерергә тырышабыҙ. Игенде урып алғас, мәктәп балаларын баҫыуға башаҡ сүпләтергә алып сығалар, байлыҡты колхоз келәтенә тапшырталар. Ә халыҡҡа йыйып алырға рөхсәт итмә­неләр. Тамаҡ тамуҡҡа төшөрә, тиҙәр бит. Беҙ, бала-саға, моҡсай аҫҡан булып, ҡаса-боҫа башаҡ сүпләргә барабыҙ. Бер аҙҙан баҫыу ҡараусы килеп сығып, беҙҙе баҫтыра башлай, моҡсайҙы алып китә, сыбыртҡы ла эләгә. Яланғаслыҡ та үҙәккә үтте ул заманда. Атайымдан ҡалған кейем-һалымды әсәйем һүткеләп, беҙҙең өҫ-башҡа тотоноп бөттө. Минең күлдәк туҙғас, әсәйемдең аҡ шаҡмаҡлы таҫтамалдан еңһеҙ күлдәк тегеп биргәне әле лә хәтеремдә. Кер йыуырға һабын булманы. Ағас көлөн ҡайнатып, тондороп, һелтеһе менән кер йыуалар ине. Мунса ингәндә лә һабын урынына һелте ҡулла­нылды.Һуғыш йылдарында, унан һуң да ауылда сабата кеймәгән кеше булма­ған­дыр. Ҡыш тула ойоҡ йә ҡалын йөн ойоҡ менән, йәй сылғау урап, ҡылған олтораҡ һалып кейҙеләр. Йәй көнө ифрат еңел, аяҡҡа ла йомшаҡ, еләҫ була. Сабата кейҙек тип әйтеүе генә анһат. Сабата булмаһа мәктәпкә тиклем бер ҡат йөн ойоҡ менән йүгерәбеҙ, унда барып еткәс, итәк аҫтына аяҡтарҙы йәшереп ултырабыҙ, шулай йылытабыҙ инде. 4–се класҡа тиклем генә уҡыу булды инде. Дәреслектәр етешмәй, дәфтәр юҡ, иҫке китап биттә­ренә яҙҙыҡ. Пероны сыбыҡҡа еп менән урап, ручка итә инек. Ҡараны имән ҡайы­рын ҡайнатып, ерек бөрөһөнә тимер тутығы, ҡором ҡушып яһайбыҙ. Октябрь байрамын шатланып көтөп ала инек. Мәктәптә беҙгә аш бешерәләр, ҡушып берәр телем икмәк тә бирәләр. Ололар өсөн һәр бригада (ауылда ике бригада ине) аш табыны әҙерләй. Байрам алдынан класс бүлмәләренә, мәктәптең тыш яғына йә ҡапҡа башына лозунг яҙып эленә.

Һуғыш бөткән көндө лә мин апайымдың эштән биргән талонына икмәк алырға магазинда тора инем. Бөтә кеше илаштылар, ҡыуандылар, йүгерешеп өйҙәренә ҡайттылар.

Еңеүгә юл оҙаҡ һәм ауыр булды, әммә яугирҙәребеҙ һәм тыл хеҙмәткәрҙәребеҙҙең иҫ киткес ныҡлығы, тиңһеҙ ҡаһарманлығы ярҙамында илбаҫарҙар тулыһынса тар-мар ителде. Тыуған иленең азатлығы өсөн ҡорбан булырға әҙер торған халыҡтың ҡеүәтен һәм рухын һындырырҙай көс ер йөҙөндә булмаған һәм юҡ.Беҙ ил өҫтөнә төшкән ауырлыҡтарҙы иңебеҙгә күтәреп,ҡул көсө менән еңеп сыға алдыҡ. Ә һеҙгә матур итеп уҡып,белемегеҙҙе төп көс итеп ҡулланыр өсөн барлыҡ шарттар ҙа тыуҙырылған,-тип фатиха бирә беҙгә тыл ветераны.



Йомғаҡлау.

Һуғышғыҙ булһын донья ! Һуғышғыҙ булһын донья! Янмаһын ерҙә һуғыш усаҡтары! Тыныс тормош өсөн көрәшеүселәрҙе ҡәҙерләп иҙебеҙҙә тотайыҡ һәм шул уҡ ваҡытта һуғыштарҙы булдырмау өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләйек. Сөнки һуғыш- ул цинк табуттар, ғәрипләнгән, ярҙамға мохтаж булған һалдаттар,куҙ йәштәре,тормошҡа ашмаған хыялдар… Фашист Германияһын еңеүҙең 70 йыллығын ҡаршылайбыҙ. Һуғыш шаңдауы әле лә тынмаған мәлдә совет халҡының яу ҡырында һәм тылда азатлыҡ өсөн аяуһыҙ көрәшеүе, хеҙмәт батырлығы алдында баш эйәбеҙ, миллионлаған ҡорбандарҙы хәтергә алабыҙ. Һуғыш, тыл ветерандары сафы һирәгәйә, ләкин улар беҙҙең күңел түрендә. Теүәл 70 йыл элек Бөйөк Ватан һуғышы тамамлана, быйыл 9 май көнө шул ваҡиғаға арналған тантаналар уҙасаҡ. Был һуғышта атай-олатайҙарыбыҙ ҡот осҡос мәхшәр аша үтә. Әммә ҡойоп яуған бомба ямғыры ла, үтә алмаҫлыҡ пуля кәртәһе лә, элекке икһеҙ-сикһеҙ иген баҫыуҙары урынына мина яландары һәм йөрәктәрҙе өшөтөр танкылар ҙа уларҙың Ватаныбыҙҙы фашизм утынан азат итеү теләген һүндерә алмай... Күптәр был фажиғәлә билдәһеҙлек томанына инеп юғала, күптәр дошманға үлемесле һөжүм ваҡытында башын һала, тере ҡалырға бәхет тейгәндәре тыуған яҡтарына кире ҡайтып, һуғыштан һуң тотош илде кире аяҡҡа баҫтырырға ярҙам итешә. Улар хаҡында бөгөн әлегә тере хәтер һәм күҙ ҡашы итеп һаҡланған фотолар, фронттан килгән өсмөйөшлө хаттар, миҙал-ордендар һөйләй. Һәр таңда тәмле йоҡобоҙҙан беҙҙе ни бары әтәс тауыштары ғына уятһын. Ҡоштар, шишмәләр моңон туптар гөрһөлдәүе, пулялар һыҙғырыуы бүлмәһен. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡулы ҡоралға үрелмәһен, тик сабый бала ятҡан бишекте тибрәтһен. Ир-егеттәр иген икһен, завод-фабрикаларҙа эшләһен. Балалар етемлекте күрмәйенсә, әсә наҙын тойоп, ата тәрбиәһен күреп үҫһен. Йәштәребеҙ белемле, уңған, булдыҡлы булып үҫһендәр.



ИМЕН БУЛҺЫН ДОНЪЯЛАР

Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА

Тағы бер һуғышты күрмәй
Үлһәм, тиеп әсәй теләй.
Үткән һуғыш хәтирәһе
Мейе сүкеп, йәнде иләй.
Буръяҡ һыуҙай донъя, тиеп
Һөйләй-һөйләй илай әсәй –
Бала сағын һуғыш алған,
Күңелендә ҡурҡыу йәшәй.
Биш йыл тешкә икмәк элмәй,
Аслы-туҡлы йәшәнек, ти,
Ҡара эштән ергә сүгеп,
Ҡайғыларҙан сәсәнек, ти.
Телевизор ҡарай-ҡарай
Хәтирәләр ебен һүтә.
“Имен торһон донъялар”, — тип,
Доға ҡылып көнө үтә.
Имен булһын донъялары –
Әсәйҙәрҙән ҡалған доға.
Һуғыш күргән балаларҙың
Йөрәктәре набат һуға!













Ҡулланылған әҙәбиәт


1. http://agidel-rb.ru

2. http://www.blog.ye02.ru

3. www.шонкар.рф

4.www.shonkar.ru,

5. www.amanatrb.ru










































  • Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.
    Пожаловаться на материал
Курс повышения квалификации
Курс профессиональной переподготовки
Учитель английского языка
Скачать материал
Найдите материал к любому уроку,
указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:
также Вы можете выбрать тип материала:
Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Курс профессиональной переподготовки «Немецкий язык: теория и методика обучения в образовательной организации»
Курс профессиональной переподготовки «Китайский язык: теория и методика обучения иностранному языку в образовательной организации»
Курс повышения квалификации «Специфика преподавания английского языка с учетом требований ФГОС»
Курс повышения квалификации «Специфика преподавания немецкого языка с учетом требований ФГОС»2
Курс повышения квалификации «Специфика преподавания испанского языка с учетом требований ФГОС»
Курс повышения квалификации «Специфика преподавания китайского языка с учетом требований ФГОС»
Курс профессиональной переподготовки «Теория и методика преподавания иностранных языков в профессиональном образовании: английский, немецкий, французский»
Курс профессиональной переподготовки «Теория и методика билингвального обучения иностранным языкам»
Курс повышения квалификации «Организация кросс-культурной адаптации иностранных студентов в образовательных организациях в сфере профессионального образования»
Курс повышения квалификации «Специфика преподавания русского языка как иностранного»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности помощника-референта руководителя со знанием иностранных языков»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности секретаря руководителя со знанием английского языка»

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.