Инфоурок Родной язык Научные работыНПК. Топонимика родного края

НПК. Топонимика родного края

Скачать материал

 

 

 

 

 

 Тема: “Исемдәрҙә-  ил тарихы”

«Топонимика родного края / Тыуған төйәгемдең топонимдары» номинацияһына.

 

 

 

 

 

 

 

 

Мирхәйһәрова Гөлнара Рифҡәт ҡыҙы

башҡорт теле һәмәҙәбиәте уҡытыусыһы

 

 

 

Өфө-2022

 

 

 

Исемдәрҙә – ил тарихы.

Инеш.

      Ни өсөн мин был эшемдең баш исеменә күптәргә таныш булған бер китаптың атамаһын яҙып ҡуйҙым һуң әле?

    Күптән түгел Рәшит Шәкүрҙең  “Исемдәрҙә – ил тарихы” китабын уҡып сығырға тура килде. Миңә был китап бик оҡшаны һәм үҙемде лә уйланырға мәжбүр итте. Әсәйем менән ошо бик ҡыҙыҡлы тарихҡа бай тема өҫтөндә эҙләнергә ҡарар иттек. Бының өсөн өләсәйемдәрҙең ауылында йәшәгән бик оло инәйҙәр, олатайҙар менән осрашып һөйләштек һәм бик күп мәғлүмәттәр яҙып алдыҡ.

      Ысынлап та, беҙҙең ата-олатайҙар – ирек һөйөүсе башҡорттар тиҫтәләрсә быуаттар буйы ошо илаһи киң ерҙе биләгән тыуған яғымдың тарихи ҡомартҡыларын тыуҙырғандар һәм әлеге көнгә тиклем уның мираҫын һаҡлағандар. Ә ни өсөн һуң беҙҙең бөтәбеҙгә лә был тарихи ҡомартҡыларға битараф ҡалырға?! Элекке быуындар көстәрен аямай был мираҫты тыуҙырғандар икән беҙгә бит быларҙы ҡәҙерләп һаҡларға ғына ҡала. Бына ошондай уйҙар менән мин дә үҙемдең эшемдә онотол барған тыуған ауылым (Нуриман районы Иҫке Исай ауылы) тарихын яҡтыртып үтергә булдым. Уның эстәлеге ер-һыу, ауыл атамаларын өйрәнеүгә арналған. Географик төшөнсәләрҙе өйрәнеүсе фән топономика тип атала. Йәки ябай итеп аңлатҡанда топономия – ул географик атамалар йыйылмаһы.

     Топономия айырым бер нисә төшөнсәне үҙ эсенә алып өйрәнә. Мәҫәлән, гидронимия – ул йылға, күл, һаҙлыҡ, шишмә, ҡойо атамаларын өйрәнә торған фән(“гидро” – “һыу” тигәнде аңлата). Гидронимиянан оронимияға күсәйек. Быныһы һуң ни мәғәнәгә эйә? Оронимия – ул тау, тау теҙмәләре, һыр, ҡая түбә тигеҙлек, соҡор һүҙҙәренең яңғыҙлыҡ атамаларын өйрәнә торған фән. Тимәк , оронимия – ҡоро ер өҫтөндәге  рельеф объекттары атамаларының йыйылмаһы. Шулай уҡ гидронимия менән оронимия араһында торған бер төр бар – ул да булһа микротопонимия. Микротопонимия – ул “бәләкәй”,”ваҡ” тигән һүҙ.  Сағыштырмаса аҙ кешеләр даирәһенә билдәле булған атамалар  йыйылмаһы.

    Тағы ла беҙгә ҡатмарлы булған бер төшөнсә бар. Ул  ойкономия тип атала. Ойконом – ул халыҡ йәшәгән урындарҙың атамалары. Йәки ауыл, утар, биҫтә исемдәренән торорға мөмкин.

      Шулай итеп, мин Рәшит Шәкүр китабынан кәрәкле һәм бик үҙенсәлекле төшөнсәләрҙе уҡып белдем. Был төшөнсәләрҙе белмәй тороп ауыл тарихы төпкөлөндә ятҡан нигеҙҙе тотоп алыу, аңлау мөмкин түгел.

 

Төп өлөш

       Ә хәҙер үткән быуын тарихи мираҫын иҫкә төшөрөп китәйек. Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ  үҙҙәренә йәшәү киләсәк быуын вәкилдәре өсөн бына тигән тәбиғәт мөйөшөн һайлаған һәм уны Иҫке Исай тип атаған.

      Микротопонимия ҡағиҙәләренә ярайышлы тап килгән атаманың ҡайҙан килеп сығыуын һанап үттек. Эйе, ни өсөн һуң ул “Иҫке Исай” тип аталған?

     Иҫке Исай – ул минең тыуған ауылымдың  исеме. Был ауыл урынында иң тәүҙә марийҙар йәшәп киткән. Уларҙың ошондай йолалары була: йылҡы – улар өсөн алла тарафынан яратылған тип иҫәпләгәндәр, аттарға табынып йәшәр булғандар. Әгәр ҙә аттары берәй ергә утарҙарынан сабып сығып китһә, кешеләре лә аттары артынан китер булған. Ҡайҙа барып туҡтай, шунда ауыл  халҡы ла барып йәшәй башлаған.

     Бына шулай мариҙар киткәндән һуң (300-400 йыл самаһы элек) ошо уҡ ауыл  урынына Исай исемле бер кеше килеп урынлашҡан. Бер нисә йыл үҙ ғаиләһе менән йәшәгәндән һуң башҡа кешеләр ҙә килеп урынлаша башлайҙар. Ваҡыт үтеү менән бер бәләкәй генә ауыл барлыҡҡа килә. Ауыл исеме ошо иң беренсе килеп ултырған кеше исеменән тороп ҡалған һәм әлегәсә был исем һаҡланып килә. Ә ни өсөн һуң Иҫке тип  йөрөтәләр?  Ололар әйтеүенсә, беҙҙән йыраҡ түгел тағы бер Исай ауылы бар, һәм шунан сығып уныһын Яңы, ә беҙҙекен Иҫке тип атағандар.  Хәҙерге ваҡытта ауылыбыҙ бик ҙур, 400-ҙән ашыу самаһы йорт бар. Тыуған ауылымдың гүзәллеге, уның тәбиғәте йырҙарға, шиғырға һалынырға хаҡлы.

    Оронимияға ингән атамалрға ла туҡталайыҡ. Төньяҡтан һәм төньяҡ-көнбайыш яғынан уны сылтырап аҡҡан саф  һалҡын һыулы шишмәләре  менән “Кәрәке” тауы уратып алған. Был тау исеме “кәрәкле” һүҙенән килеп сыҡҡан. Сөнки был Кәрәкә тауы бөтә Башҡортостандағы Урал тауҙарының башы булып иҫәпләнгән. Тау үҙе ҡом, таш ятҡылыҡтарына бик бай. Ололар әйтеүенсә, элегерәк кешеләр  был ерҙәрҙән тоҙ ҙа сығарған. Ә уны дауам иткән тауҙырында ҡаҙылма байлыҡтар бик күп. Шуның өсөн уны “кәрәкле” тау тип йөрөткәндәр. Ә хәҙер үҙгәртелеп “Кәрәкә” тип кенә йөрөтәләр. “Кәрәкә”  тауының атамаһын икенсе төрлөрәк тә аңлатыуҙарын осратырға була. “Кәрәкә” – бер бөтөндөң  киҫәге, өлөшө. Тимәк “Кәрәкә” тауын “Уралтау”ҙың бер киҫәге итеп ҡарап та була.

     “Бейек тау” – бик  бейек һәм төрлө бейек ағастарға бай булғаны өсөн “бейек тау” тигәндәр уны.

      Ә хәҙер ялан атамалары хаҡында ла һүҙ алып барайыҡ. Ауылымды шулай уҡ бик матур хәтфә кеүек яландар, аллы-гөллө болондар уратып алған.

     Ҡыҙыҡлы легендаға эйә булған “Айыу атҡан” исемле ялан бар. Бөгөнгө көндә был яланда кешеләр күпләп бесән саба.  Тарихы хаҡында: ике ир һунарға сыға, ошо яланға килеп еткәс үҙҙәренән алыҫтараҡ шәүлә күрәләр һәм икеһе лә ҡурҡыуға төшөп, айыуҙыр тип атып ебәрәләр. Ә барып ҡараһалар айыу түгел – ат булып сыға. Шулай итеп ике ир айыу атабыҙ тип ат аталар. Шул ваҡыттан  алып был ялан “айыу атҡан” тип аталып йөрөтөлә.

    “Аҫыл яланы”. Аҫыл исемле бер ҡарт ошо яланда умарта тота һәм кирбес тә һуҡҡан(эшләгән). Ошо ҡарт хөрмәтенә яланды “Аҫыл яланы” тип йөрөтәләр. 

      Ә хәҙер гидронимияға  ингән шишмә, йылға атамаларына туҡталайыҡ. Беҙҙең ауыл әйтерһең дә шишмәләр менән уратып алынған. Улар бик күп, шуларҙың  бер нисәһенә генә туҡталып китәйек.

    “Тоҡон” – шишмә исеме. Бик борондан  инде ауылым халҡын үҙенең тәмле, саф һыуы менән тәьмин итеп килә ул. Был шишмәнең һыуы тоноҡ, сылтырап ағып ятҡанына шулай тип атағандар. Ошо “тоноҡ” һүҙенән “тоҡон” тигән исем ҡалған.  Хәҙерге  көндә лә шишмәнең атамаһы үҙгәрмәгән. “Тоҡон” шишмәһе иң матур  һәм күркәм шишмәләрҙең береһе ул. Уның тирә-яғында ағас ҡыуаҡтары,  матур-матур сәскәләр үҫә, болоно  еләк-емешкә бай.                                          

    “Әлибай”  шишмәһе – “әле бай” һүҙенән килеп сыҡҡан. Сөнки бер ваҡытта ла ҡоромай сылтырап ағып ята. Әле лә халыҡ уның һыуын ҡуллана.

   “Ғәйни”шишмәһе. Хәжиәхмәт тигән бай лавка(магазин) тотҡан. Ул унда кәнфит, прәник, шырпы кеүек ваҡ әйберҙәр  менән сауҙа итеп көн күргән (яҡынса 1840 йылдарҙа).Уның Ғәйни исемле хеҙмәтсеһе булған. Бай шул хеҙмәтсеһенән шишмә ҡаҙытҡан. Һәм бына шул  Ғәйни исемле кеше исеменән тороп ҡалған.

     Шулай уҡ гидронимияға ҡараған йылға, күл атамаларына ла туҡталып  китәйек.

    Ауылымды икегә бүлеп һалмаҡ ҡына “Йәнәлде ” йылғаһы ағып ята. Ул үҙенең башын Ишморат ауылынан өҫтәрәк ала һәм ағып төшкән бөтә шишмәләрҙең һыуын үҙенә туплап Ҡариҙел йылғаһына ҡоя.

       Ауылымдың  өлкән кешеләре һөйләүенсә “Йәнәлде” бик тәрән булған, унда күп төрлө балыҡтар үрсегән, ике яҡ ярында ағастар , ҡыуаҡтар шаулап үҫеп ултырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөйөклө йылғабыҙҙы беҙгә тиклем тәүге хәлендә һаҡлай алмағандар. Был беҙҙә күпмелер кимәлдә күңелһеҙлек тыуҙыра. Хәҙер йылға буйын сүп үләндәре, тал  ҡыуаҡтары баҫып бөткән, һыуы ла йылдан – йыл кәмеп бара. Был йылға элегерәк  (хатта 40-60 йылдарҙа ла) бик тәрән булған. Йылғаны ҡарттар эйәле тип йөрөткәндәр, сөнки һәр йыл һайын бер кеше йәнен  алыр булған. Кеше йәнен күпләп алғанға уны “йән алды” тип йөрөткәндәр. Ваҡыт үтеү менән йылға исеме  үҙгәртелгән һәм уны хәҙер  “Йәнәлде” тип йөрөтәләр.

     “Зәйет йылға”. Ололар һөйләүенсә,  был йылға буйында “Заһит” исемле бер ҡарт умарта тотоп йәшәгән. Ә инде үлгәс уны ошо йылға янында ерләгәндәр. Хәҙерге көндә кемдәрҙер “Заһит”  йылғаһы, кемдәрҙер “Зәйетйыла ” тип атап йөрөтәләр.

     “Ҡарт йылға” элек-электән килгән йылға. Хәҙерге ваҡытта ла тәрән генә, төрлө-төрлө балыҡтарға ла бай. Бына шулай күптәнге йылға булғаны өсөн уны “ҡарт йылға” тип атағандар.

      “Тирмән күле”. Тереха  тигән урыҫ байы күлгә тирмән һалдыра. Урыҫ булһа ла халыҡ уны ситкә типмәй,  һәйбәт, яҡшы күңелле, һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер торған ҡарт булғаны өсөн үҙ итә. Шул ваҡыттан күлде “тирмән күле” тип йөрөтәләр. Ә бына һәйбәт кеше булыуына ҡарамаҫтан, уны бай тип 1921 йылда  һөргөнгә оҙаталар. Үҙе булмағас тирмәне лә  эштән сыға. Бына күл хаҡында ошондайраҡ  тарих йөрөй.

    Йомғаҡлау.

    Мин был эшемдә  һеҙҙе Нуриман районына ҡараған Иҫке Исай ауылындағы бай тарихлы атамалары менән таныштырҙым. Ата-бабаларҙан ҡалған тарихи ҡомартҡыларыбыҙ онотолмаһын ине. Үҙебеҙ тыуып үҫкән төйәгебеҙ тарихын сағылдырыуға йүнәлтелгән эштәр башҡарырғо хоҡуҡлыбыҙ. 

     Донъя иҫ киткес матур! Гүзәллекте тоя белгәндәр уға битараф ҡала алмай. Тәбиғәтебеҙҙең матурлығын тоям тиһәң, ергә ятып уның тын алышын тыңлап ҡара. Беҙгә, әҙәм балаһына йәшәү сығанағы, йәшәү көсө биреүсе бит ул. Уның ҡосағына һыйынып, ҡоштарҙың һайрағанын, сылтыр шишмәләрҙең моңло көйөн, урмандарҙың шаулауын, зәңгәр күлдәренең тирбәлеүен тыңлай белеү, үҙе бер бәхет.

    Тәбиғәт... Тыуған йорт... Тәбиғәт һәм кеше... Һәр яҡтың үҙенә генә хас матур тәбиғәте кешегә бала саҡта уҡ ынтылыш, үҫер, үҫешер өсөн көс бирә. Кеше тормошоноң мәғәнәһе бары тәбиғәттә генә тулы сағылыш таба ала, минеңсә. Кеше – бөйөк, көслө зат. Әммә ул да тәбиғәт иҫәбенә йәшәй, көн итә бит. Бөгөн беҙ туҡ, тыныс тормошта йәшәйбеҙ. Тәбиғәт- тыуған йортобоҙ, тибеҙ. Тыуған йорттоң һәр саҡ балҡып тороуын теләйбеҙ. Тәбиғәткә лә вайымһыҙ булмайыҡ, тарихҡа бай ҡомартҡыларын онотмайыҡ, киләсәккә алып барып еткерәйек. Исемһеҙ яландар, болондар, шишмәләр, йылғалар булмаһын ине. Ата-бабаларыбыҙ ҡушҡан атамаларҙы хөрмәтләйек, мәңгеләштерәйек. Уларҙа ла бит бәләкәй генә булһа ла легендалар һаҡланған. 

 

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.Рәшит Шәкүр “Исемдәрҙә - ил тарихы” Өфө-1993.

2. “Ҡыҙыл шишмә” газетаһының 12 март 1991 йыл  “Топономика” бүлеге Гөлнара Мирхәйҙәрованың мәҡәләһе.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "НПК. Топонимика родного края"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Специалист по учету энергопотребления

Получите профессию

Менеджер по туризму

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 663 116 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 18.02.2022 306
    • DOCX 1 мбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Мирхайдарова Гульнара Рифгатовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 8 лет и 4 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 34006
    • Всего материалов: 51

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Бухгалтер

Бухгалтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 23 человека из 16 регионов

Курс повышения квалификации

Проектирование и проведение современного урока русского языка с учетом реализации ФГОС основного и среднего общего образования нового поколения

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 315 человек из 64 регионов
  • Этот курс уже прошли 1 367 человек

Курс повышения квалификации

Особенности подготовки к сдаче ОГЭ по русскому языку в условиях реализации ФГОС ООО

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 339 человек из 63 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 707 человек

Курс повышения квалификации

Теория и методика преподавания родного (русского) языка и родной литературы

72/144/180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 30 человек из 17 регионов
  • Этот курс уже прошли 200 человек

Мини-курс

Управление проектами и стоимостная оценка в современном бизнесе

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Подростковые проблемы: индивидуальный подход

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 365 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 285 человек

Мини-курс

Психология и педагогика в работе с детьми: эмоциональные и зависимые расстройства

5 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 52 человека из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 23 человека