Инфоурок Классному руководителю КонспектыНәсихәттәр. Аҡмуллаға эйәреп. Үҙем ижад иткән ҡобайыр.

Нәсихәттәр. Аҡмуллаға эйәреп. Үҙем ижад иткән ҡобайыр.

Скачать материал

 

 

 

 

 

 

 

Нәсихәттәр

Аҡмуллаға эйәреп

(мөнәжәт)

 

 

 

 

 

Авторы: Һатлыҡова Әлфиә,

Башҡорт теле уҡытыусыһы

 

 

 

 

 

Өфө-2010


Нәсихәттәр

Аҡмуллаға эйәреп

Сәсән һүҙе бер булыр,

Сәсән һүҙе гел булыр,

Күңелдәре кер булғанды,

Дауалаусы сер булыр…

 

Иң әүүәл күңел салты – тәүфиҡ булыр,

Тәүфиҡһыҙҙың күңел ашы яшыҡ булыр.

Ҡоро ҡалаҡ ауыҙ йыртыр, тигән һүҙ бар,

Тәүфиҡ булмай, бүтән булһа, яҙыҡ булыр.

 

Икенсе аҫыл  нәмә – һаулыҡ булыр,

Һаулыҡ тигән тауҙан да ҙур байлыҡ булыр.

Ауыҙ асып, түгеп-сәсһәң, ҡәҙер белмәй,

Байлығың елгә осоп, бер айлыҡ булыр.

 

Өсөнсө аҫыл нәмә – бәхет булыр,

Бәхетленең ғүмер юлы йәннәт булыр.

Үҙ йәннәтен аҙғын менән биҙәгәндең

Фәрештәһе, Ғазраилдай, йәлләт булыр.

 

Дүртенсе аҫыл нәмә – намыҫ булыр,

Намыҫһыҙҙа тәүфиҡ яғы наҡыҫ булыр.

Ахирәттә тамуҡ менән ожмах йәнәш,

Намыҫһыҙға ожмахҡа юл алыҫ булыр.

 

Бишенсе аҫыл нәмә – йәшәү булыр,

Йәшәй белмәгәнгә тормош бәлә булыр.

Шул бәләнән үҙ-үҙеңде йолоп алып,

Матур йәшәү – үҙе ҙур бер һаләт булыр.

 

Алтынсы аҫыл нәмә – яҙмыш булыр,

Хаҡ яҙғанды боҙоу яңылыш булыр.

Йырҙа ла бит, тәҡдир тигән бәлүр түгел,

Үргә илтәр, гүргә һелтәр яҙмыш булыр.

 

Етенсе яҙған нәмә – үлем булыр,

Ахирәт күперенән үтеү булыр.

Иманыңа инан, һатма Ғазраилға,

Киткәндә лә, лайыҡлы китеү булыр.

 

Аҡты ҡара тиеү менән төҫө китмәҫ,

Ҡиммәтте арзанайтып, заты китмәҫ.

Кеше, барҙы күралмай, юҡты биралмай,

Хоҙай кәмдәмәһә, бәндәнеке етмәҫ.

 

Ҡырын эштәр, ялағайлыҡ, хәүеф-хәтәр,

Батҡаҡтағы ҡойо кеүек һаҫып ятыр.

Уянмаһа йоҡоһонан туған халҡым,

Олтандары булырбыҙ беҙ ҡырғы-яттың.

 

Мәғрифәтте юлдаш итеп алайыҡ,

Белем эскән әҙәм хөрмәткә лайыҡ.

Нәжес кисеп, эрен эсеп, бысранмайыҡ,

Шайтанға эйәреп, ожмахтан яҙмайыҡ.

 

Хоҙай ҡушҡас, тыуғанбыҙ беҙ, Хоҙай алыр,

Донъялыҡта бары ҡылған эштәр ҡалыр.

Йәшәй белеп йәшә, әҙәп, иман менән,

Үҙ артыңдан яҡшылығың сәсеп ҡалдыр.

 

Салт – холоҡ, ғәҙәт

Нәжес – эрен, бысраҡ, ҡара эштәр

Эрен – бында араҡы, иҫерткес эсемлек мәғәнәһендә

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Нәсихәттәр. Аҡмуллаға эйәреп. Үҙем ижад иткән ҡобайыр."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Карьерный консультант

Получите профессию

Технолог-калькулятор общественного питания

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Күптәр уны “Аҡмулла ейәнсәре” тип белә. Бөйөк остазыбыҙ Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған кисәләрҙә саф аҡтан кейенеп, думбыра сиртеп, мөнәжәт әйтеү генә түгел, ә ҡыҙҙың күңелендәге сәсәнгә ҡарата йәшәгән оло һөйөүе, уларҙың, нисектер, сәсән менән оҡшаш булыуы, Аҡмулла тип янып тороуы ошо ҡараш тыуҙырҙы… Аҡмулла юлдары уны хатта Ҡаҙағстан тарафтарына ла алып барҙы, Халыҡ-ара конференцияла ҡатнашып, почетлы грамота менән бүләкләнде. Һанай китһәң, ҡыҙҙың уңыштары бер бының менән генә бөтмәй әле. Студенттар араһында үткәрелгән  “Йәш уҡытыусылар” мәртәбәле конкурсында еңеүе лә Әлфиәнең бөгөнгө юлды һайлап яңылышмауын тағы бер тапҡыр дәлилләй. “ Кешенең эске донъяһы иҫ китес бай һәм күркәм дә, фәҡир һәм хәшәрәт тә!..Унда фәрештәләргә лә, изге ниәттәргә лә – һәммәһенә лә урын табыла. Бер теләгем бар: Яҡшылыҡ унда мыҫҡаллап түгел, ә өйөп-өйөп йыйылһын ине! Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ, тип йырлаһалар ҙа, һәр кем үҙ тормошон үҙе биҙәп ҡора. Ниндәй биҙәктәр һалыуы  ғына һәр кемдең үҙенән тора…” – ти Әлфиә.

 

Әлбиттә, уйҙарың хаҡ, Әлфиә. Ғүмерең сағыу биҙәктәргә бай булһын тип кенә теләргә ҡала.

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 662 839 материалов в базе

Скачать материал

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 04.12.2014 988
    • DOCX 33 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Сатлыкова Альфия Миратовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Сатлыкова Альфия Миратовна
    Сатлыкова Альфия Миратовна
    • На сайте: 9 лет и 4 месяца
    • Подписчики: 4
    • Всего просмотров: 59168
    • Всего материалов: 25

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Менеджер по туризму

Менеджер по туризму

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Организация работы с молодежью

36 ч. — 180 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 77 человек из 33 регионов
  • Этот курс уже прошли 171 человек

Курс повышения квалификации

Современные технологии профилактики зависимого поведения среди подростков и молодежи

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 112 человек

Курс повышения квалификации

Актуальные вопросы взаимодействия образовательной организации с семьями обучающихся

72/108 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 42 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 87 человек

Мини-курс

Этапы развития речи: от первых звуков до полноценной коммуникации

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 165 человек из 50 регионов
  • Этот курс уже прошли 140 человек

Мини-курс

Основы налогообложения и формирования налогооблагаемых показателей

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Робототехника в школе: конструирование и программирование

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 47 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 26 человек