Инфоурок Другое Другие методич. материалыО применении некоторых инновационных технологий на уроках родного (башкирского) языка и литературы.

О применении некоторых инновационных технологий на уроках родного (башкирского) языка и литературы.

Скачать материал

Дәресемдә ҡулланылған инновацион технологиялар.

Донъяла һәр бер халыҡтың быуаттар буйы тупланған рухи хазинаһы – теле бар. Тел – ата-бабаларыбыҙҙан, быуындан быуынға күсә килгән изге аманат ул: илһеҙ, телһеҙ милләт булмай. Әсә телендә бала донъяны танып белә. Уның шул телдә фекерләү культураһы, зауығы үҫә. Баланың туған теле әсә һөтө менән ҡанына һеңә. Кешеләр менән аралаштырған да тел, белем, ғилем биргән дә тел. Туған тел - байлығыбыҙ, беҙҙең яҙмышыбыҙ. Телдең дә, илдең дә йәшәүе беҙҙең ҡулда. Башҡорт телендә матур итеп һөйләшергә, уй-фекерҙе дөрөҫ формалаштырырға өйрәтеү менән бер рәттән уҡытыусы төрлө яҡлап үҫешкән, туған телен, туған халҡын тәрән ихтирам итеүсе шәхес тәрбиәләргә бурыслы. Белеп эш иткәндә, башҡорт теле, башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә балаларға күп яҡлы тәрбиә биреү мөмкинлеге ҙур.    

      Дәрестәрҙә ҡулайлы педагогик һәм психологик тикшереүҙәргә нигеҙләнгән заманса уҡытыу алымдары һәм ысулдары ҡулланыу – бөгөнгө көн талабы.

Башҡорт өндәрен дөрөҫ әйтеү өҫтөндәге эште һәр дәрес үткәрәбеҙ. Фонетик күнегеүҙәр менән эшләүҙе уҡыусылар яраталар, шул уҡ ваҡытта тасуири уҡыу күнекмәләрен дә үҙләштерәләр.  

       Дәрестә шиғыр, хикәйәләргә, тиҙәйткестәргә, мәҡәл-әйтемдәргә, йомаҡ ҡойоуға ҙур урын бүлергә тырышам.

Телмәр үҫтереүҙә иһә шиғырҙар, ике юллыҡ тиҙәйткестәр ятлауҙың, ролле уйындарҙың әһәмиәте ҙур. Улар телмәрҙә өндөң дөрөҫ әйтелешен тойомларға ярҙам итә.

       Уҡыусыға үҙе күреп белгән әйбер тураһында фекер йөрөтөүе еңелерәк. Шуға дәресте күргәҙмә материалдар менән байытыу мөһим. Минең методик темам «Туған тел дәрестәрендә күргәҙмә материалдар ҡулланыу». Ошоға ярашлы тел дәрестәрендә хәтерҙе, ижади фекерләүҙе, һығымта яһай белеүҙе үҫтереү маҡсатында ҡыҙыҡлы һүрәттәр, төрлө һүҙ төркөмдәрен сағыштырыу, иллюстрацияға аңлатма кеүек эш алымдарын да файҙаланам. Компьютер технологиялары ярҙамында бел эште башҡарыу эште еңеләйтә.

Уҡытыу процесын проектлау технологияһы шундайҙар рәтенә инә.

       Проектлау технологияһы – педагогик процесты планлаштырыуҙа ҡулланыла торған үҙенсәлекле методик система ул. Билдәле бер тема буйынса бөтә информацияны бер схемала (логик мәғәнә моделенә, схема-проектта) бер ергә туплап биреү уның төп үҙенсәлеген тәшкил итә.

      Белем биреүҙә проектлау технологияһының иң мөһим үҙенсәлектәре шуларҙан ғибәрәт:

А) ул грамматик (йәки әҙәби) материалдың бөтә үҙенсәлектәрен бер урынға туплай.

Б) блоклап биреү һәм аңлатыу теманы өйрәтеү ваҡытын экономияларға ярҙам итә; был иһә башҡа дәрестәрҙә практик эштәргә күбрәк ваҡыт биреү мөмкинлеген аса;

В) схема-конспект уҡыусыға үҙ аллы белем алыуҙа таяныс ролен үтәй;

Г) проектты файҙаланып, уҡыусылар дәрестә үҙидаралыҡ алымдарын өйрәнә: теманың үҙенсәлектәре буйынса һорауҙар бирә һәм шул һорауға яуап таба, үҙ белемен тикшерә.

      Мин дәрестәремдә Х.А.Толомбаев, Р.Р. Алсынбаева авторлығындағы “Башҡорт телен уҡытыуҙа актив формалар һәм алымдар” китабында яҙылған материалдарға таянып уҡытам. Был ысул менән эшләүҙе VI кластан “Морфология” бүлеген өйрәнгәндә башлайым. Мәҫәлән, “Һан” темаһын өйрәнгәндә беренсе дәрестә үк һан тураһында тула мәғлүмәт бирәм, уҡыусыларҙың белемдәренә нигеҙләнеп конспект төҙөйбөҙ.

А)  башта  схема яһала.

                                  Һандар

                       (нисә? күпме? ниҡәҙәр?)

                                    Цифр

                           5                              V

                       Ғәрәп                         рим                                       

                                       Биш (һүҙ)                                      

 

Б) төркөмсәләр:

                                 -                                                             төп

                                 - нсы, -нсе, -ынсы, -енсе, -өнсө      -   рәт

                                 - ар, -әр, -шар, -шәр, -ышар,

                                 - өшәр, -шәр, -ешәр                        - бүлем

                                 - лап,-лаған,-ләп,-ләгән                  - сама

                                 - дарса,-дәрсә,-ҙарса,-ҙәрсә

                                  (тирәһе, самаһы, яҡын, артыҡ

                                    ашыу)

                                  - ау, -әү                                             - йыйыу

                                  - лы, -ле,-лө                                      -  үлсәү

                                  - бөтөн һәм тулы булмаған             - кәсер

                                     өлөштәрҙең иҫәбен белдерә

в) Яһалышы:

ябай һан – бер,ике … ун, мең, миллион, миллиард, триллион

ҡушма һан – ун бер, ун ике, …, өс мең биш йөҙ алты.

Г) һөйләмдәге роле

Эйә, хәбәр, аныҡлаусы, тултырыусы, хәл.

Мостафа тиҙ арала икенсе китапҡа күсте.

Егеттәр алтыла йоҡонан торалар, етелә эшкә тотоналар.

Ике икең – дүрт. Йөҙҙөң яртыһы илле була.

Д) һандарҙың исемләшеүе.

Һаналмышынан башҡа килгән һандар исемләшә һәм килеш, тартым менән төрләнә.

Е) һандарҙың дөрөҫ яҙылышы

1) һүҙ менән бирелгән һандарға ялғауҙар ҡушылып яҙыла: унлап, йөҙәр…

2) ике һан рәттән килеп, сама мәғәнәһен белдерһә, улар араһына һыҙыҡса ҡуйыла: биш-алты көн, өс-дүрт кеше

3) һан менән исем араһындағы үлсәү йәки иҫәпләү һүҙҙәре берниндәй ялғауһыҙ ҡулланыла: бер йотом һыу; ике көйәнтә һыу.

4) ете, ҡырҡ, етмеш, йөҙ һандары күп төшөнсәһен белдереп тә килә: ҡырҡ әйттереп өйрәнмә.

5) һандар ҡушма һүҙ, ҡушма атамалар яһауҙа ҡатнаша: Дүртөйлө, Оло Етегән…

6) ҡушма һандарҙа һәр һүҙ айырым яҙыла, ялғау иң һуңғы һанға ҡушыла: егерме бишләп уҡыусы.

 

Иҫеңдә тот!

Рим цифрҙары ете билге менән күрһәтелә:

I V X L C D M

I - 1                    X - 10                           C - 100                         M - 1000

V -5                L -  50                      D - 500

 

     2-3-сө дәрестә  нығытыуға күнегеүҙәр башҡарыла.

     Уҡыусылар иң элек дәреслек буйынса эшләйҙәр, был эш күмәк башҡарыла, шунан һуң уҡыусылар индивидуаль, дифференциаль эшкә күсәләр. Уҡыусыларға төрлө ҡатлаулыҡтағы биремдәр тәҡдим ителә. (Уҡыусы үҙ көсөнән сығып эште һайлай ала)

  Иң еңел биремдәр менән булғандары беренсе дәрәжә, ауырыраҡтары – икенсе дәрәжә булып билгеләнә. Уҡыусы үҙ көсөнән сығып биремдәрҙе һайлай. М-н,

 №1,1 Һандарҙы табып, уларҙың төркөмсәләрен билгеләгеҙ,төҙөлөшөн тикшерегеҙ.

“Һарымһаҡ күп кенә ауырыуларҙан һаҡланырға ярҙам итә. Боронғо Ҡытай табибтары кеше йәшәртеү рецептын тәҡдим иткәндәр. Бының өсөн 350 грамм һарымһаҡты һығып, һутын алырға һәм шуны 300 грамм спирт менән ҡатыштырырға, массаны һалҡын урында 10 көн тоторға кәрәк. Унан 2-3 ҡат марля аша һөҙәләр, тағы 3 көн тоталар. Шунан һуң уны 50 грамм һалҡын һөткә 25 әр тамсы һалып көнөнә 3 тапҡыр эсәргә кәрәк”. (Календарҙан)

№1,2 Һандарҙы һаналмышы менән күсереп алығыҙ, төҙөлөшө буйынса төрөн һәм төркөмсәһен күрһәтегеҙ.

     Санкт-Петербургтағы Эрмитаж донъя күләмендә беренсе урында тора торған картиналар галереяһының иң ҙурыһы иҫәпләнә. 3 миллион сәнғәт әҫәре һәм боронғо әйберҙәр ҡуйылған 322 галереяны ҡарап сығыу өсөн, 24 километр самаһы ара уҙырға кәрәк.

№1,3 Һандарҙы һүҙ менән яҙырға, аҫтына һыҙылған һүҙгә морфологик анализ яһарға

“Ҡыҙыл китап” асыла торған ҡалын календарға оҡшап тора. 1-се томға имеҙеүсе хайуандарҙың 236 төрө тупланған. 2-се томда – ҡоштарҙың 287 төрө. 3-сө том ер-һыу хайуандарының 36 төрөн һәм һөйрәлеүселәрҙең 119 төрөн эсенә ала. 4-се томға сөсө һыуҙа йәшәүсе балыҡтар тупланған…

II

№2,1 Һандарҙың төркөмсәһен, төҙөлөшө буйынса төрөн, ниндәй һөйләм киҫәге булыуын билгеләргә.

“Иҙел буйында таралған иң кескенә аҡса – ауырлыҡ берәмлеге – дәник булған. 1,56 грамлы эре аҡса 0,78 грамлы ике дәниктән торған. Аҡсаны бик теүәл ауырлыҡта  итеп һуҡҡандар һәм, боҙолмаған булһа, уны өҫтәмә үлсәү-тикшереү кәрәк булмаған. Мәҫәлән, Бөркә хандың 130 дәнә аҡсаһынан: 45 дәнәһе, йәғни 1/3 тиерлек 1,50-1,56 грамм ауырлыҡҡа тура килә”.

№2,2 Бирелгән һүҙбәйләнештәрҙән файҙаланып, һөйләмдәр төҙөргә, һандарҙың төркөмсәләрен, төҙөлөшө буйынса төрөн билгеләргә.

   Ярты ғүмер, сирек сәғәт, бер пот, икәү бергә, III том, 6сы класс, алты-ете аҙна, икәү бергә, икешәр кешелек.

№2,3 “Мәктәп китапханаһында” темаһына, һандар ҡулланып, хикәйә яҙырға, һандарҙың төркөмсәһен билгеләргә.

III дәрәжә карточкалар (ижади характердағы эштәр)

№3,1 Рим цифрҙары менән күрһәтелгән һандарҙы башта – ғәрәп цифрҙары менән, шунан һүҙ менән яҙырға.

    LXII, XLIII, CXVI, XCII, CDXX, XIV

№3,2

Һандар кергән мәҡәлдәр иҫеңә төшөрөп яҙ.

№3,3

Үрнәк буйынса акт яҙырға.

4-се дәрес. Тестар.

1. Һан ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?

А) модаль б) үҙ аллы в) ярҙамсы һүҙ төркөмөнә

2. Һан лексик-грамматик яҡтан нимәне белдерә№

А) предметты

Б) предметтың билгеһен

В) предметтың иҫәбен, тәртибен

Г) предметтың хәрәҡәтен,эшен

3. Һандың нисә төркөмсәһе бар?

А) өс, б) дүрт, в) биш г) алты

4. Был һандар ниндәй төркөмсәгә ҡарай?

Биш көн, йөҙ йыл, туҡһан ете йорт, ундан бер килограмм, ярты ғүмер, әсмүхә сәй

А) төп, б) тәртип, в) бүлем, г) сама, д) йыйыу

5. Һан ҡайса исемләшә?

А) үҙе асыҡлаған исем менән килһә

Б) исемдән башҡа ҡулланылһа

 

5-се дәрестә морфологик анализ яһала.

6-сы дәрестә зачет уҙҙырыла

7- се дәрестә иҫкәртмәле диктант.

     Уҡыусыларҙың эште үҙ көсөнә тура килгәнен һайлап алырға мөмкинселеге булыу, дәрескә уҡыусының ҡыҙыҡһыныуын һаҡлай, уңай билдә алырға мөмкинселек бирә.

        **Үҫтерешле уҡытыу методикаһының түбәндәге алымдарын йыш ҡулланам.

1)Текстың исеменә йәки иллюстрацияһына ҡарап, йөкмәткеһен күҙаллау. Б.Рәфиҡов “Бүреләр”;  М.Кәрим “Үлмәҫбай”; Р.Солтангәрәев “Эшләп ашаһаң”

М.Кәрим “Ҡыш бабай бәләкәй саҡта”

 

2) Һорауҙарға яуап алыу. (Беҙҙең күҙаллау дөрөҫ булдымы?)

3) Яңғырауыҡлы уҡыу. (Уҡытыусы артынан уҡыу, дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәтә.)

4) Бер-береңде ҡыуып ет!

5) Тексты сәхнәләштереү.

Әйтәйек, А.Йәғәфәрованың “Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар” әкиәте.

      Ҡуйылған бурыстарымды ғәмәлгә ашырыу өсөн, мин эшемдә проблемалы дәрес технологияһын файҙаланам. Ул түбәндәге этаптарҙан тора.

1.  Белемдәрҙе актуалләштереү.

2.  Проблемалы ситуация тыуҙырыу

3.  Фекерҙәр әйтеү

4.  Проблеманы сисеү. Рефлекция

5.  Табылған яуаптарҙы тикшереү; һығымта яһау.

6.  Сиселгән проблеманы яңы ситуацияларға күсереү, күнегеүҙәр, үҙ аллы эштәр башҡарыу, үҙ баһа, үҙ контроль

7.  Өйгә эш

8.  Киләһе дәрескә проблема ҡуйыу

 

  Был метод, алымдарҙы «Сифат ҡылым» темаһын өйрәнгәндә нисек файҙаланыуымды күрһәтеп китәм.

Белемдәрҙе актуалләштереү.

Дәресбыл этапта алда ҡулланыласаҡ белемде иҫкә төшөрөү менән башлана. Уҡыусылар сифат, ҡылым менән айырым-айырым таныш, шуға уҡыусыларҙың СИФАТ  тураһында белгәндәрен схемаға, ҠЫЛЫМ  тураһында белгәндәрен һорауҙарға таянып иҫтәренә төшөрәбеҙ.

1.Ҡылым нимәне белдерә?

2. Ниндәй һорауҙарға яуап бирә?

3. Ҡылымдың ниндәй грамматик категориялары бар? (заман, зат, һан, барлыҡ/юҡлыҡ)

4. Ҡылымдың ниндәй һөйкәлештәре бар?

- бойороҡ;

- хәбәр;

- шарт;

- теләк

       Уҡыусылар үҙ эштәрен таҡтаға, слайдҡа, карточкаға яҙылған яуаптарға ҡарап тикшерә  лә эшен баһалай ҙа ала. 

Проблемалы ситуация тыуҙырыу

Әйтәйек, яңы теманы аңлатыу дәрестәрендә проблемалы һорауҙар ярҙамында теманы уҡыусыларҙың үҙҙәренән “астырырға” тырышам. М-н, ошо уҡ темаһын өйрәнгәндә, таҡтаға бындай һүҙҙәр яҙыла: ҡыҙыл алма, ҡыҙарған алма.

-Әлеге һүҙбәйләнештәр нимәләре менән айырылалар? - тип һорайым. (Укыусылар: береһе үҙе ҡыҙыл, икенсеһе үҙен-үҙе ҡыҙартҡан, эшләгән,- тип яуап бирәләр ғәҙәттә.) Эште бергәләп дауам итәбеҙ. Һорау ҡуйыла.

- ҡыҙыл һүҙе ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай? (СИФАТ, билдә белдерә)

-Ҡыҙарған алма һүҙбәйләнешен тикшереп ҡарайыҡ. Ниндәй һорауға яуап бирә? (терәк –схема төҙөйбөҙ)

                                               Ҡыҙарған

                        ниндәй?                              нишләгән?

                           СИФАТ                            ҠЫЛЫМ

                                                         ?

-        Тимәк, был  һүҙҙә сифаттың да, ҡылымдың да билдәләре бар –

предметтың билдәһен эше буйынса белдерә

(барыр юл, осоусы ҡар, уҡыған китап)

исемде асыҡлай

һөйләмдә аныҡлаусы функцияһын үтәй                   

Фекерҙәр әйтеү.

-         Икеһенә лә ошаған…

Проблеманы сисеү. Рефлекция

Күнегеүҙәр эшләү.

а) зат

     килеш

һан

эйәлек заты менән ҡыҙарған һүҙен үҙгәртеп ҡарау (булмай).

б) заманда үҙгәртеп ҡарау (була)

Тимәк, был һүҙ төркөмө исем алдында килгәндә бер ниндәй ялғауҙа ҡабул итмәй һәм зат, килеш, һан, эйәлек заты менән үҙгәрмәй.

 Нисек итеп сифат ҡылымды   ҡылымдан айырып була?

Уҡыусыларҙың белеүенсә  –ған, -гән, -ҡан, -кән  аффиксы ҡылымдың  хәбәр һөйкәлеше, үткән заманына тура килә. Уларҙы бутамаҫ өсөн һөйләмдә һүҙҙәрҙең урнашыу тәртибен иҫкә төшөрөп китергә кәрәк. (ҡылым - һөйләм аҙағында)

Тимәк, был һүҙ ҡылым булһа ул алманың эшен күрһәтеп һөйләмдә унан һуң торорға тейеш: АЛМА ҠЫҘАРҒАН

Әммә беҙҙең осраҡта ҠЫҘАРҒАН һүҙе үҙе асыҡлап килгән һүҙҙән алда килеп уны төҫө яғынан  аныҡлап килә. Шулай булғас һөйләм киҫәктәре яғынан тикшергәндә ул аныҡлаусы булып килә. Тимәк, ҡыҙарған алма предметтың билдәһен уның эше буйынса белдерә.

 

    Ошо моделгә таянып, уҡыусыларға ҡағиҙә сығарырға тәҡдим итәм, шунан китаптағы ҡағиҙә менән сағыштыралар, терәк-схеманы айырым дәфтәргә яҙып ҡуялар.

 

 

Заманында  Ғ.Ибраһимов шундай һүҙҙәр яҙып ҡалдырған: «Күп белдереүгә ҡарағанда аҙ белдереп, эҙләнеү орлоғон һалыу һәм эҙләгәнен үһе табырға юлдар күрһәтеү – мөғәллим бирә ала торған хеҙмәттәрҙең иң ҡәҙерлеһе, иң ҙурыһы». Ысынан да үҙ аллы эшләй белгән бала ғына уңыштарға ирешә. Тимәк, проблемалы уҡытыу технологияһы ошоно иҫтә тота.

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "О применении некоторых инновационных технологий на уроках родного (башкирского) языка и литературы."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Интернет-маркетолог

Получите профессию

Экскурсовод (гид)

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 651 328 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 09.10.2015 697
    • DOCX 25.7 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Ягафарова Зимфира Алфитовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Ягафарова Зимфира Алфитовна
    Ягафарова Зимфира Алфитовна
    • На сайте: 8 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 4886
    • Всего материалов: 5

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Методист-разработчик онлайн-курсов

Методист-разработчик онлайн-курсов

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 118 человек из 42 регионов

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 34 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 151 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 283 человека из 67 регионов
  • Этот курс уже прошли 846 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 473 человека из 69 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 319 человек

Мини-курс

Эффективные коммуникационные стратегии в образовательной среде: от управления до мотиваци

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психология эмпатии

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 37 человек из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 16 человек

Мини-курс

Эффективное управление запасами

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе