Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Начальные классы / Конспекты / Оҫталыҡ дәресе. Халыҡ ижады өлгөләрен башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу.
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 26 апреля.

Подать заявку на курс
  • Начальные классы

Оҫталыҡ дәресе. Халыҡ ижады өлгөләрен башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу.

библиотека
материалов

Мастер-класс в конкурсе «Учитель года» районный этап.

Сығыш.

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле жюри ағзалары, уҡытыусылар! Бөгөн һеҙҙең менән күрешеп-аралашыу бәхетенә өлгәшеүемә бик шатмын.

Дәрес тураһында бихисап мәҡәләләр, китаптар яҙылған. Белем биреүҙең йөкмәткеһе һәм маҡсаттары үҙгәрә, уҡытыуҙың яңы саралары тәҡдим ителә, әленән-әле реформалар тыуып тора, ләкин дәрес белем биреүҙең төп формаһы булып ҡала килә.

Күпме генә яңылыҡтар индерелһә лә, уҡытыусы менән уҡыусы дәрестең төп геройҙары булыуҙан туҡтамай. Уҡытыусының уҡыусыны шәхес итеп ҡабул итеүе, уның кисерештәренә, эске донъяһына иғтибарлы булыуы мөһим. Ә шәхесте үҫтереүҙең төп факторы – эшмәкәрлек. Эшмәкәрлек – баланың уйыны, уҡыуы, һөйләүе, фекерләүе ул. Шуға күрә, һәр уҡытыусы дәрескә план төҙөгәндә түбәндәге һорауҙарҙы күҙ уңында тотоп, уға ижади ҡараш аша килергә тейеш:

Ни өсөн? (һәр эштең маҡсаты билдәләнә);

Нисек? (уның тормошҡа ашырыу юлдары билдәләнә);

Нимәгә өлгәшергә тейеш? (һәр эштән ниндәй һөҙөмтә көтөлә).

Бөгөнгө көн мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙың сифатын күтәреүҙә башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен ҡулланыу дәресте бар яҡлап байыта, уҡыусыла предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу, ихтирам, һөйөү тәрбиәләй. Фольклор үҙе үк тормош мәктәбе, башҡорт халҡының тере тарихы, милли паспорты. Телде өйрәнгәндә уны ҡоро күнегеүҙәр менән генә өйрәтеү артыҡ ҙур һөҙөмтәләр бирмәй. Милли традицияларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йола поэзияһын, сәсәнлек мәктәбен, халыҡ медицинаһы, мәҙәниәте, халыҡтың кәсептәре кеүек темаларҙы грамматик темаға үреп алып барыу – һәр дәрестә ҡуйылған маҡсатҡа ирешергә ярҙам итә.

Тәү сиратта телмәр мәҙәниәте юғары булған, үҙен һәм тиңдәштәрен хөрмәт иткән, дәрестә алған белемдәрен артабан көндәлек тормошта ла дөрөҫ ҡуллана белгән, егәрле балалар тәрбиәләү минең маҡсатым.

Ә бөгөн минең бурысым - үҙ эшемдең кәрәклеген, актуаллеген күрһәтеү, минең ҡарамаҡҡа уңышлы тип алынған ҡайһы бер ысулдар менән таныштырыу.

Һәр дәрестең башында уҡ уҡыусыларҙың иғтибарын яулау өсөн мин грамматик темаға ярашлы әйтем, мәҡәл, ҡобайыр, йыр, йә булмаһа, кескәй генә риүәйәт алам, ғөмүмән, ауыҙ-тел ижадына мөрәжәғәт итәм.

Ай, Уралым, Уралым,

Бөтә донъя урайы,

Халҡымдың ул төйәге,

Үҫә башҡорт ҡурайы.

Ай Уралым, Уралым,

Тәбиғәттең бишеге,

Ошо ерҙән асыла,

Ожмахҡа юл ишеге.

Йә булмаһа:

Әйт тиһәгеҙ, әйтәйем,

Тыңла һүҙем, әйкәйем.

Һүҙем тыңлап яуап бир,

Аҡыллы тос фекер бир.

Һәр саҡ көйләп тороу мөмкинлеге лә булмай, ул ваҡытта матур итеп уҡып ишеттерәһең:

Телең майҙай шыма булһын,

Телең балдай татлы булһын,

Йөҙөң һәр саҡ яҡты булһын,

Әйткән һүҙең хаҡ булһын!

Күңелең зирәк, күҙең үткер,

Ә ҡолағың һаҡ булһын! Ошо уҡ көйләү “Милли аш-һыу” темаһын үткәндә лә отошло.

Артабан, бөгөнгө дәрестең грамматик темаһына ярашлы рәүештә һорауҙар бирәм. Шулай итеп, дәрестең тәүге минутынан уҡ балаларҙы үҙеңә ҡаратаһың, ылыҡтыраһың.

Шулай уҡ “Милли аш-һыу” темаһын үткәндә дәресте башҡорт халҡының “Йыуаса” йырынан башлап ебәрәһең.

Тоҡтоң ауыҙын асайыҡ,

Йыуасаһын сәсәйек,

Тоҡтоң ауыҙын асайыҡ,

Йыуасаһын сәсәйек,

Ҡоҙағыйҙың күңеле булһын,

Бөтөргәнсе ашайыҡ.

Ҡоҙағыйҙың күңеле булһын,

Бөтөргәнсе ашайыҡ.

Йыуаса – ул башҡорт халҡының милли аҙығы. Ҡамыр ашы. Уҡыусылар, кем тәмләп ҡарағаны бар? Башҡа төр халыҡтарҙа ул нисек атала? Лепешка. Уны нисек эшләйҙәр? Рецебын беләһегеҙме? Һ.б.

Мәҫәлән 6класта “Һандар” темаһы үтелә.

Грамматик тема: Һандарҙы ҡабатлау.

Лексик тема: “Бер тигәс тә ни яҡшы?...”

Уҡыусыларға әйтеш тураһында төшөндөрәм. Нимә ул әйтеш?

Зал яуап бирә.

Уҡыусыларҙың яуабы (әйтеш – ул бәхәс, шиғыр, рифмалап әйтеү, разговор сказителей, один спрашивает – другой должен ответить красиво в стихотворной форме)

Шунан уларға тәҡдим итәм, әйҙәгеҙ әле “Бер тигәс тә ни яҡшы?” тип әйтешеп алайыҡ. Һеҙ миңә “Бер тигәс тә ни яҡшы, ике тигәс тә ни яҡшы” тип төп һандарҙы ҡулланып, һорауҙар бирәһегеҙ, ә мин яуап бирәм. Сәсәндәр ҡоро йыйып алайыҡ әле.

Балалар һорай (зал менән эшләйем)

Бер тигәс тә ни яҡшы?

Берҙәм булһаң шул яҡшы

Ике тигәс тә ни яҡшы?

Икәү берәүҙән яҡшы,

Өс тигәс тә ни яҡшы?

Өслө алмаһаң, шул яҡшы,

Дүрт тигәс тә ни яҡшы?

Дүрт яғыңда таянырҙай,

Дуҫтарың булһа, шул яҡшы.

Биш тигәс тә ни яҡшы?

Башҡортостан халыҡтары

Татыу булһа, шул яҡшы.

Алты тигәс тә ни яҡшы?

Ата-инәле булһаң, шул яҡшы.

Ете тигәс тә ни яҡшы?

Етмеш ете һөнәрле,

Типһә, тимер өҙмәле,

Егеттәребеҙ булһа, шул яҡшы.

Һигеҙ тигәс тә ни яҡшы?

Һикһән йәшлек өләсәңде,

Ҡәҙер итһәң, шул яҡшы.

Туғыҙ тигәс тә ни яҡшы?

Туғандарың күп булһа, шул яҡшы.

Ун тигәс тә ни яҡшы?

Уңған булһаң, шул яҡшы.

Үҙемдең миҫалда әйтеште күрһәткәндән һуң, ҡунаҡ ашы-ҡара-ҡаршы әйтеше китә. Ә хәҙер мин һеҙҙән “Бер тигәс тә ни яман?” тип һорайым, ә һеҙ, яуаптарығыҙҙа мөмкин тиклем һандарҙы ҡулланып, яуап бирергә тырышып ҡарағыҙ. Уҡысулар үҙҙәре лә импровизацияға һәләтле, йә бик тә булмаһа, минән ишеткән яуаптарҙы киреһенә әйләндерәләр ҙә яуап та бирәләр.

Бер тигәс тә ни яман?

Берҙәм булмау – шул яман,

Ике тигәс тә ни яман?

Икеләнһәң шул яман,

Өс тигәс тә ни яман?

Өй бысраҡлығы – шул яман,

Дүрт тигәс тә ни яман?

Дүртең дүрт яҡҡа тартылып,

Дәртһеҙ булһаң, шул яман.

Биш тигәс тә ни яман?

Биштәреңде ыҫпай тотмаһаң – шул яман.

Алты тигәс тә ни яман?

Алтмыш йәшәр ҡартты

Үпкәләтһәң шул яман.

Ете тигәс тә ни яман?

Етмеш түгел, ете төрлө һөнәр ҙә белмәү – шул яман.

(Етеҙ булмаһаң, шул яман).

Һигеҙ тигәс тә ни яман?

Һаран булһаң, шул яман.

Туғыҙ тигәс тә ни яман?

Туҡһанға еткәнсә әҙәп белмәһәң – шул яман.

Ун тигәс тә ни яман?

Уңған булмаһаң, шул яман.

(Уҡыуҙан ҡасһаң, шул яман).

Ошо уҡ әйтеш формаһын тағы ла антонимдар темаһын үткәндә лә отошло ҡулланырға мөмкин. Яман-яҡшы. Ыңғай сифаттар һәм кире сифаттар.

Шулай уҡ төркөмдәргә бүлеп, ярыш формаһында үткәреү ҙә отошло килеп сыға. Бер төркөм һорау бирә, икенселәре яуап ҡайтара. Шунда уҡ үҙҙәренең һорауын беренсе төркөмгә бирә.

Икенсе эш. Тәржемә эше. Тел уҡытыусыһы булараҡ, беҙҙең төп ҡорал – һүҙ. Һүҙ ярҙамында беҙ уҡыусыларҙы үҙебеҙҙең предметҡа ғашиҡ иттерергә тейешбеҙ. Шулай уҡ башҡорт телен сит милләт балаларына өйрәткәндә иң беренсе сиратта һүҙҙәрҙе дөрөҫ тәржемә итеү мәсьәләһе килеп баҫа. Ни өсөн тигәндә башҡорт телендә бер һүҙ әллә нисә мәғәнәлә килеүе мөмкин. Шуға күрә күҙ төҙәтәм тип, күҙ урынына ҡаш төшөрөп ҡуймаҫ өсөн, беҙҙең башҡорт теле башҡа телдәргә лә дөрөҫ тәржемә ителһен өсөн был эште лә урын еренә еткереп башҡарырға кәрәк.

Киләһе эш төрө тап ошо маҡсаттан сығып алынған. Шулай уҡ сифат темаһын үткәндә был эш төрөн уңышлы ҡулланырға мөмкин. Миҫалдарҙы фольлор өлгөләренән алдым.

Слайдтар менән эш.

Башҡортса

Русса

2.

Йәшендәр асыулы ялтылдай, ер тетрәтеп күк күкрәй (әкиәттән).

Мстительно поблескивают молнии, грохочет гром, раскалывая небо и сотрясая землю. (Ю.Әминев тәржемәһе).

3.

Салауат кейгән күк еләнен,

Уҡ-һаҙағы уның билендә.

(«Салауатҡа дан йыры»)

Салават в еляне синеватом,

На бедре – со стрелами колчан.

(«Песня во славу Салавату», Ю.Андрианов, Ғ.Шафиҡов тәржемәһе)

4.

Беҙҙең генә уйнап-көлгән ерҙә

Күк үләндәр үҫмәй күп ятыр.

(Һ.Дәүләтшина).

Не зеленеть степям травой

Там, где гуляли мы с тобой.

(В.Василевский тәржемәһе).

5.

Күк әремде ҡайнатып, эҫеләй генә эсергә кәңәш ителә. (халыҡ медицинаһы. Йәшел аптека).

Предлагается вскипятить синюю полынь (горькую полынь) и поить больного настоем.

6.

Ҡапҡан һалдым Ҡараташҡа

Күк бүрене алам тип.

(«Суҡ муйыл»)

Капкан поставил я на Караташе,

Чтоб взять серого волка.

(« Обильная черемуха»)

7.

Башҡорттар китте һуғышҡа,

Оҙатып ҡалды күк Урал.

(Ҡ.Даян)

Шли полки башкир в атаки,

Провожал седой Урал.

(М.Дудин тәржемәһе)

8.

Аҡ тирәк, күк тирәк,

Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?

(«Аҡ тирәк, күк тирәк» уйыны)

Белый тополь, черный тополь,

От нас вам кто нужен?

(Игра «Белый тополь, черный тополь»)

9.

Күк ат ҡына ектем, ай, тәртәгә,

Ҡалғандары ҡалды кәртәлә.

(«Бейеш»).


Сивую лошадь запряг, ай, в оглобли,

Остальные остались в загоне.

(«Бииш»)


10.

Күк йүтәлгә күк күгәрсенде һуйып йөрәген ашатҡандар.

(«Башҡорттарҙың им-том китабы» / Хисамитдинова Ф.Ғ.)

От коклюша резали сизого голубя и больного кормили его сердцем.

(«Книга башкирских заговоров» / Хисамитдинова Ф.Ғ.)


Бер «күк» төҫөнөң әллә күпме сағылышын күрҙек. Уларҙы һөйләмдәрҙән айырып алып, һүҙбәйләнеш формаһында дәфтәрҙәргә яҙабыҙ һәм тәржемәһен дә күсереп яҙып ҡуябыҙ, иҫтә ҡалдырабыҙ. Предмет-ара бәйләнеш булдырабыҙ.

Фән тармағы

Миҫалдар

1.

География

күк Урал

2.

Биология

күк үлән, күк тирәк, күк әрем,

3.

Зоология

күк бүре, күк ат

4.

Тәбиғәтте өйрәнеү

күк күкрәй

5.

Медицина

күк әрем, күк йүтәл

Балалар башҡорт теле дәресендә алған белемдәрен башҡа дәрестәрҙә лә ҡуллана ала. Ә инде фольклор өлгөләренән ҡарағанда, был миҫалдарҙа иң беренсе булып, халыҡтың менталитеты, ҡарашы асыҡ сағыла.

Өсөнсө эш. Балаҫ эшләү.

Ҡулланып була торған лексик темалар: Башҡорт халҡының боронғо кәсептәре, Ғаиләм-ҡәлғәм, Башҡортостан – илгенәм, Башҡортостан һәйкәлдәре, Башҡортостандың ете мөғжизәһе һ.б.

Башта балалар менән әңгәмә ҡорола. Борон башҡорт халҡында ниндәй кәсептәр булған? Улар биләгән ерҙәр, хәҙер беҙ йәшәгән тәбиғәт башҡа яҡтарҙан нимәһе менән айырыла? Предмет-ара бәйләнеш. (география) ошоларҙан сығып, артабан йүнәлеш алабыҙ, тимәк, башҡорттар борон-борондан малсылыҡ, солоҡсолоҡ, һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән. Шулай уҡ оҫталыҡ эштәрен һанап китәбеҙ: кейеҙ һуғыу, һауыт-һаба, биҙәнеү әйберҙәре, балаҫ эшләү, йөн иләү, ағасҡа һырлап эшләү һ.б. (слайдтар китә – орнаменттар)

Артабан ниндәй орнамент нимәне аңлата, ниндәй тамғалар булған? Шул хаҡта аңлатып китәм. (слайдтар)

Әйҙәгеҙ, хөрмәтле коллегалар, боронғо ата-бабаларыбыҙ күҙ нурҙарын түгеп һуҡҡан кеүек, үҙебеҙ ҙә оҫталығыбыҙҙы күрһәтәйек әле. Мин һеҙҙе балаҫ эшләргә саҡырам.

Зал менән эшләү.

  • Күмәкләгән – яу ҡайтарған, ти. Рәхмәт, дуҫтар! Шулай итеп, беҙ һеҙҙең менән бөгөн дәрестә фольклор элементтарын ҡулланыуҙың бер нисә төрөн ҡарап үттек.

Уҡыусылар менән ошондай эш төрҙәрен башҡарыу уларҙы эшкә активлаштыра, ҡыҙыҡһыныу даирәһен киңәйтә, коллектив эсендә үҙ фекерен туплап әйтә белергә өйрәтә.

Шулай уҡ дәрестәрҙә предмет-ара бәйләнеш булдырыуға ярҙам итә. Ә был бөгөнгө дәрескә талаптарҙан сығып ҡарағанда бик ҙур әһәмиәткә эйә.

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!









Краткое описание документа:

Дәрес тураһында бихисап мәҡәләләр, китаптар яҙылған. Белем биреүҙең йөкмәткеһе һәм маҡсаттары үҙгәрә, уҡытыуҙың яңы саралары тәҡдим ителә, әленән-әле реформалар тыуып тора, ләкин дәрес белем биреүҙең төп формаһы булып ҡала килә.

Күпме генә  яңылыҡтар индерелһә лә, уҡытыусы менән уҡыусы дәрестең төп геройҙары булыуҙан туҡтамай. Уҡытыусының уҡыусыны шәхес итеп ҡабул итеүе, уның кисерештәренә, эске донъяһына иғтибарлы булыуы мөһим. Ә шәхесте үҫтереүҙең төп факторы – эшмәкәрлек. Эшмәкәрлек – баланың уйыны, уҡыуы, һөйләүе, фекерләүе ул. Шуға күрә, һәр уҡытыусы дәрескә план төҙөгәндә түбәндәге һорауҙарҙы күҙ уңында тотоп, уға ижади ҡараш аша килергә тейеш:

Ни өсөн? (һәр эштең маҡсаты билдәләнә);

Нисек? (уның тормошҡа ашырыу юлдары билдәләнә);

Нимәгә өлгәшергә тейеш? (һәр эштән ниндәй һөҙөмтә көтөлә).

 

Бөгөнгө көн мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙың сифатын күтәреүҙә башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен ҡулланыу дәресте бар яҡлап байыта, уҡыусыла предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу, ихтирам, һөйөү тәрбиәләй. Фольклор үҙе үк тормош мәктәбе, башҡорт халҡының тере тарихы, милли паспорты. Телде өйрәнгәндә уны ҡоро күнегеүҙәр менән генә өйрәтеү артыҡ ҙур һөҙөмтәләр бирмәй. Милли традицияларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йола поэзияһын, сәсәнлек мәктәбен, халыҡ медицинаһы, мәҙәниәте, халыҡтың кәсептәре кеүек темаларҙы грамматик темаға үреп алып барыу – һәр дәрестә ҡуйылған маҡсатҡа ирешергә ярҙам итә. 

Автор
Дата добавления 04.12.2014
Раздел Начальные классы
Подраздел Конспекты
Просмотров1095
Номер материала 173177
Получить свидетельство о публикации

Идёт приём заявок на международный конкурс по математике "Весенний марафон" для учеников 1-11 классов и дошкольников

Уникальность конкурса в преимуществах для учителей и учеников:

1. Задания подходят для учеников с любым уровнем знаний;
2. Бесплатные наградные документы для учителей;
3. Невероятно низкий орг.взнос - всего 38 рублей;
4. Публикация рейтинга классов по итогам конкурса;
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://urokimatematiki.ru


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ


"Инфоурок" приглашает всех педагогов и детей к участию в самой массовой интернет-олимпиаде «Весна 2017» с рекордно низкой оплатой за одного ученика - всего 45 рублей

В олимпиадах "Инфоурок" лучшие условия для учителей и учеников:

1. невероятно низкий размер орг.взноса — всего 58 рублей, из которых 13 рублей остаётся учителю на компенсацию расходов;
2. подходящие по сложности для большинства учеников задания;
3. призовой фонд 1.000.000 рублей для самых активных учителей;
4. официальные наградные документы для учителей бесплатно(от организатора - ООО "Инфоурок" - имеющего образовательную лицензию и свидетельство СМИ) - при участии от 10 учеников
5. бесплатный доступ ко всем видеоурокам проекта "Инфоурок";
6. легко подать заявку, не нужно отправлять ответы в бумажном виде;
7. родителям всех учеников - благодарственные письма от «Инфоурок».
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://infourok.ru/konkurs

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх