Открытый
урок по башкирскому языку-4 класс
МОБУ
СОШ с. Серменево
Учитель
начальных классов
Низаметдинова
Айгуль Вахитовна.
БАШҠОРТ ТЕЛЕ.
Тема: Нимә ул һан?
Дәрес төрө: Уҡыу мәсьәләһе ҡуйыу дәресе.
Уҡыу-методик комплект: УМК “ Башҡорт теле”. (авт. Сынбулатова Ф.Ш. һ.б.)
Планлаштырылған һөҙөмтәләр:
Шәхси сифаттарҙы үҫтереү өлкәһендәге үҫеш: балаларҙың телгә ҡарата булған
ҡыҙыҡһыныуын, күҙәтеүсәнлеген үҫтереү, Башҡортостандың ете мөғжизәһе менән
танышыу, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Метапредмет өлкәһендә үҫеш: халыҡ ижадын өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү,
балаларҙың фекерләү һәләтлеген үҫтереү.
Предмет өлкәһендәге һөҙөмтәләр: һан тураһында төшөнсә биреү; ябай
һәм ҡушма һандар, уларҙың дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү, иҫтә ҡалдырыу.
Йыһазландырыу: слайдтар, карточкалар, тәбиғәт тауышы яҙылған диск.
Дәрес
барышы.
1.
Психологик
комфорт тыуҙырыу. (слайд 1)
Бөгөн беҙҙә Башҡорт теле
Яратам һине телем
Рәхмәт һиңә, һинең аша
Алам мин яҡшы белем.
--Бер-беребеҙгә йылмаябыҙ,
йылмайыу күңелдәрҙе иретә, яҡшы кәйеф бүләк итә.
2. Белемдәрҙе
актуалләштереү.
Һүҙлек эше.
а) Матур яҙыу минуты
-Числоны яҙабыҙ.
Ее
ете
(2-се слайд)
б) Һүҙлек: көн.яҡ, төн.яҡ,
бир.яҡ, ар.яҡ, ҡул.яулыҡ, дон.я.
-Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе
ҡуйып күсереп яҙырға кәрәк.
-Ҡайһы осраҡта ъ, ә ҡайһы
осраҡта ь билдәһе яҙыла?
-Был ниндәй һүҙҙәр?
-Ни өсөн уларҙы ҡушма
һүҙҙәр тип әйтәбеҙ?
в) Фонетик анализ.
(3-сө слайд)
-Ҡайһы һүҙ бында артыҡ?
Шул һүҙҙең транскрипцияһын яҙайыҡ.
Д о н ъ я – (д о н, й а) –
5 х., 5 өн, 2 ижек
-Һәр өнгә характеристика
бирәбеҙ.
г) Һөйләм киҫәктәре
буйынса тикшереү.
(4-се слайд)
Яҙғы ҡояш йылы
нурҙарын һибә.
3.
Уңыш
ситуацияһын тыуҙырыу.
Төркөмләп эшләү.
( 5-се слайд)
-Арағыҙҙан берәү сығып
яуап бирә.
-Балалар, миндә бер эш
бирелмәй тороп ҡалды. Ҡайһы төркөм ала?
-Бер, ике, өс, дүрт, биш –
ниндәй һүҙҙәр?
-Нимә ул һан?
Һандарҙы ҡайһы осраҡта
ҡулланабыҙ?
Бына шуларҙы асыҡлау –
бөгөнгө дәрестең маҡсаты.
(6-сы слайд)
4.
Уҡыу
мәсьәләһе ҡуйыу.
-
Элиза
һанашмаҡ һөйләй.
Бер, ике, өс, дүрт, биш,
Алты, ете, һигеҙ, туғыҙ, ун.
Ундан – уймаҡ,
Табала – ҡоймаҡ,
Мейестә бәлеш,
Сыҡ та йәбеш!
-
Элиза
нимә әйтте? (һанашмаҡ)
-
Нимә
ул һанашмаҡ? (һанашмаҡты уйын уйнар алдынан әйтәләр)
-
Ниндәй
һандар алынған?
(7-се слайд)
-Нимәне белдерә һуң
һандар?
-Ниндәй һорауҙарға яуап
бирәләр?
(8-се слайд)
Ял минуты. ( баштарын партаға һалып
тәбиғәт тауышын тыңлайҙар)
5.
Уҡыу
мәсьәләһен хәл итеү
а) Китап буйынса эш.
311-се күнегеү. –уҡып
сығыу;
-һүҙҙәрҙе төркөмдәргә бүлеү;
-ниндәй
үҙенсәлек менән бүлергә була.
- Ике бағанаға бүлеп
яҙайыҡ.
-Шулай итеп, яһалышы
яғынан ниндәй һандар була?
(Китап буйынса ҡағиҙә
уҡыу)
(9-сы слайд)
6.
Ижади
эш. Парлап эшләү. (карточкалар)
-Мәҡәлдәрҙә һандар төшөп
ҡалған, ә һеҙ шул һанды уйлап яҙаһығыҙ.
( бер нисә баланан һорау,
аңлаттырыу)
-
Нисек
аңлайһығыҙ был мәҡәлдәрҙе?
7.
Нығытыу.
Башҡортттарҙа ете һаны...
Мөғжизәле ете һаны...
(уҡытыусы Башҡртостандың
ете мөғжизәһе тураһында һөйләй)
(10-сы слайд- ете ҡыҙ
һындары менән фонтан)
8.
Рефлексив
анализ. Баһалау.
Миңә оҡшаны...
Мин белдем...
Миңә ауыр булды...
9.
Өйгә
эш.
331-се күнегеү.- нөктәләр урынына
цифрҙар ҡуйып биографияғыҙҙы яҙып килегеҙ.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.