КЕЙЕКБАЙ
БАШЛАНҒЫС МӘКТӘП – БАЛАЛАР БАҠСАҺЫ
Телмәр үҫтереү буйынса асыҡ дәрес планы.
Тема: Төлкө
беҙҙә ҡунаҡта”
Тәрбиәсе: Кульбердина Зөлфиә Нуритдин
ҡыҙы.
2014
йыл.
Тема: Төлкө беҙҙә ҡунаҡта.
Маҡсат:
·
“Т” өнө менән танышыу;
·
Яңы технологиялар ҡулланып бәйләнешле
телмәр үҫтереү;
·
Балаларҙың уйлай, фекерләй белеүен үҫтереү;
·
Мнемотаблица буйынса һөйләмдәр төҙөргә
өйрәнеүҙе дауам итеү;
·
“Т” өнөн һүҙҙәрҙә нығытыу;
·
Һүҙ байлығын арттырыу;
·
Әкиәттәрҙе яратыу хисе тәрбиәләү.
Ҡулланылған материал: ноутбук, йәнлек
һүрәттәре, сюрприз моменты өсөн төлкө маскаһы кейгән әсәй.
Дәрес барышы.
1. Психологик
әҙерлек.
Балалар, ҡарағыҙ әле, беҙгә күпме ҡунаҡ
килгән. Әйҙәгеҙ әле, улар менән иҫәнләшәйек. ( Иҫәнләшеү. )
Балалар йылмайып ҡараһа,
Донъя йәмләнеп китә.
Бөгөн миңә ҡайһығыҙ
Йылмайыу бүләк итә? Балалар
йылмаялар.
Дәресебеҙҙе башлар алдынан беҙ ниндәй
шиғыр ятлай торғайныҡ әле?
Балалар баҫалар һәм шиғыр ятлайҙар.
Бергәләшеп беҙ баҫайыҡ,
Ҙур түңәрәк яһайыҡ.
Ҡулдар йылыһын тояйыҡ.
Шатланышып йылмаяйыҡ.
Бер – беребеҙгә хәйерле иртә,
Имен көндәр теләп,
Дәресебеҙҙе башлайыҡ.
2. Төп
өлөш.
Балалар, беҙгә тағы ла бер ҡунаҡ килергә
тейеш ине.Уны белеү өсөн беҙгә йомаҡ сисергә кәрәк.
1. Хәйләкәр
тип тә йөрөтәләр,
Ялағай тип тә атайҙар.
Туны менән ҡойроғон
Бөтә ерҙә маҡтайҙар.
(Төлкө.)
2. Ҡупшылана
– яһана, матурлана – һылана. (Төлкө.)
3. Оҙон
йөнтәҫ ҡойроғон
Күрһәң дә килә көлкө.
Был йәнлекте мин беләмен,
Исеме уның ... .(Төлкө )
Шул ваҡыт балаларҙың
тауыштарын ишетеп Төлкө килеп инә.
Төлкө.
Һаумыһығыҙ, балалар. Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар. Мин – Төлкөбикә апайығыҙ
булам. Мин һеҙгә әкиәттән килдем. Йә, балалар, әйтегеҙ әле, Төлкө ҡатнашлығында
әкиәттәр беләһегеҙме? Һеҙгә тәрбиәсе апайҙарығыҙ әкиәттәр һөйләйҙәрме?
Балалар.
Эйе.
Төлкө. Балалар,
мин үҙем тураһында һөйләгәндәрен бик яратам.
Тәрбиәсе. Әйҙә,
Төлкөбикә, һин балаларҙы ҡарап ултырып тор, ә беҙ бергәләшеп дәресебеҙҙеи дауам
итәйек.
Төлкө һүҙе ниндәй өнгә башлана?
“Т” өнөнә тағы ла ниндәй һүҙҙәр беләһегеҙ?
(Тауыҡ, тумыртҡа, тәлмәрйен, тутыйғош, төйлөгән,
тараҡ, тағараҡ, торт, тел, таш, тейен, тәбиғәт, торна, тирмә. )
Афарин,
балалар. Бик күп һүҙҙәр беләһегеҙ икән.
Әйҙәгеҙ, Төлкө тураһында презентация
ҡарап алайыҡ. Уңайлы итеп ултырығыҙ.
“Төлкө беҙҙә ҡунаҡта” презентацияһын
ҡарау.
Тәрбиәсе. Балалар,
арып киткәнһегеҙҙер. Ял итеп алайыҡ. Төлкө ҡырағай йәнлек. Уның дуҫтары
тураһындағы шиғырҙы ятлап күрһәтәйек әле.
Ял минуты.
Тейен сәпәкәй итә,
Ҡуян иҙәнде тибә,
Ә айыу , тайыш табан,
Башын ғына һелкетә.
Ҡуян йүгереп китә,
Башын да ул һелкетә,
Яҡ – яғына ҡаранып,
Шыршы аҫтына боҫа.
Тәрбиәсе. Балалар,
Төлкөбикә үҙе траһында һөйләгәнде ярата, тигәйнек бит инде. Әйҙәгеҙ , ошо
таблица буйынса бәләкәй генә булһа ла хикәйә төҙөп ҡарайыҡ.
Таблица буйынса тәүҙә һөйләмдәр төҙөү.
Һуңдан бер баланың хикәйә һөйләүе.
Был Т хәрефе. Төлкө. Ул урманда йәшәй.
Төлкө ҡырағай йәнлек.
Уның ҡойроғо оҙон, йөнтәҫ. Мороно осло,
ҡолаҡтары өсмөйөш формаһында.
Ул ҡабарып торған йөнтәҫ йөнлө йәнлек.
Түше аҡ, тәпәйҙәре ҡара төҫтә.
Төлкөләр ҡуяндарҙы, сысҡандарҙы ашайҙар.
Улар шулай уҡ йылғанан балыҡ, ҡыҫалалар тотоп ашайҙар. Ауылдарға килеп йорт
ҡоштарына ла тейәләр.
Төлкөләр тураһында бик күп әкиәттәр бар.
Әкиәттәрҙе мин яратам.
3. Йомғаҡлау.
Төлкө.
Шулай , балалар , шулай. Бына бит минең
турала күпме нәмә белдегеҙ.
Тәрбиәсе.
Дәрес һеҙгә оҡшанымы?
Бигерәк тә нимәләр оҡшаны?
Ҡунағыбыҙ оҡшанымы?
Төлкө.
Һеҙ ҙә миңә оҡшанығыҙ. Мин китәйем инде. Башҡа балаларҙан да үҙем тураһында
һөйләттереп киләйем.
Мин
үҙем тураһында һөйләгәндәрен бик яратам ул.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.