Инфоурок Другое Другие методич. материалыОткрытое мероприятие по башкирскому языку "Йыйын" йолаһы.

Открытое мероприятие по башкирскому языку "Йыйын" йолаһы.

Скачать материал

 

                                    Башҡортостан республикаһы

Асҡын районы  Табаҫҡытамаҡ дөйөм белем биреү мәктәбе»

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Асыҡ сара: « Йыйын» йолаһы

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

                                                   Дәрес төҙөүсеһе:

                башҡорт теле уҡытыусыһы

Ғилфанова Зөлфиә Хәмитйән ҡыҙы,

1 категория

 

 

 

2017

 

 

« Йыйын» йолаһы сценарийы

Маҡсат:. Йыйын йолаһын пропагандалау һәм тергеҙеү.Уҡыусыларҙа халыҡ

ауыҙ - тел ижадына, тарихына, мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү.Уҡыусыларҙың

һәләттәрен асыу, үҫтереү, милли үҙаңды үҫтереү.

Йыһазландырыу: боронғо көнкүреш әйберҙәре ҡуйыу, таҫтамалдар, сигелгән

әйберҙәр, балалар өсөн башҡорт халыҡ костюмдары,аш-һыу, ашъяулыҡ.

(Ҡатнашалар : 6-9-сы синыф уҡыусылары.)

Йола барышы

Алып барыусы:-Әссәләмәғәләйкүм, хөрмәтле ҡунаҡтар!

Егет: (Д.Реназ) -Ата-олатайҙарҙан ҡалған изге йола Йыйын йыйып , халыҡ уйнатыу.

Мәргән һүҙ әйтешеп, тарих һөйләп,

Уйнап – бейеп, күңел йыуатыу.

Ҡыҙ:(Х.Ләйсән)

-Беҙҙә йыйын, әйҙә, йыйын!

Һүҙ уйнатып, күңел асырға,

Йырҙар йырлап , бейей- бейей,

Тыпырлатып килтереп баҫырға.

1-се Алып барыусы:( Г Эдик)- Борон-борондан башҡорт иле үҙенең төп законына — йолаға— нигеҙләнеп йәшәгән, үҫешкән. Йола — бер яҡтан әхлаҡи төшөнсә, йәмғиәтте тотоп торған рухи бағана. Шуға  ла "Йолалы ил — тәртипле", "Йолаһыҙ ил —болалы" һ.б. мәҡәлдәр йоланың законға торошлолоғон асыҡлай.

2-се Алып барыусы: ( И.Азамат.)- Нимә ул йыйын? "Йыйын — башҡорттарҙың йәйге байрамы.

Ғәҙәттә, ураҡҡа төшөрҙән алдан үткәрелә торған был сараның башы бик

боронғо замандарҙан килә. Йыйын бер нисә ауылға уртаҡ булып, меңәрләгән

кеше ҡатнашлығында үткән. Урынды шул ауылдарҙың ҡап уртаһында

һайлағандар, кесе йома көнө ҡунаҡтар килгән, йома йыйын үткән... Киләһе

аҙнала сараны күршеләрҙә ойошторғандар. Йыйындар 15 майҙан 10-15 июлгәсә һуҙылған...

1-се Алып барыусы:- Йыйында Ил яҙмышына ҡағылған мөһим мәсьәләләр хәл

ителгән: һуғыш — солох, яңы бей һайлау, батырҙарҙы икенсе илгә ярҙамға

ебәреү, йәйләү һайлау һ.б. Башҡорттарҙың иң яратҡан байрамы  йылыла үткәрелә килгән.

2-се Алып барыусы:- Йыйын боронораҡ "Тауға сығыу", "Тау", "Тауға барыу" тип тә аталған. Ҡалҡыуыраҡ урын йәки, ғөмүмән, тауҙарҙы культ дәрәжәһендә ҙурлап, уларҙы тере, ифрат көслө, дәһшәтле рух итеп ҡабул итеүгә бәйле ул.

1-се Алып барыусы:-Йыйын – башҡорт халҡында бик боронғо күренеш. Халыҡ

йолаларының күрке- йыйын, йыйын күрке – сәсәндәр, йырсылар тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр.Йыйында оҫта йырсылар, ҡурайсылар асыҡланған; мәргәндәр, көрәшселәр көс һынашҡан; етеҙҙәр йүгерешкән.

2-се Алып барыусы:-Шул уҡ йыйын эсендә тормоштоң күңелле мәле лә

ритуалләшә. Көлөү, ирмәк, мәрәкә тылсымын йолалаштырыу (ҡатыҡҡа баш

тығып тәңкә алыу, тоҡ кейеп йүгереү, наказ һуғыу һ.б.) атҡарыла.

1-се Алып барыусы:-Йыйын үтә торған яланды урап түңәрәк әйләнәләр. Бер

километр тирәһе сабып, һыбайлылар бер нисә рәт үтә. Йыйын урыны һәр саҡ

бер урында үткән һәм алдан атап әйтелер булған. Йыйын йолаһы тәрбиәүи

әһәмиәткә эйә булған.

2-се Алып барыусы:- Йыйынға халыҡ йыйыр өсөн сапҡынсылар ебәрҙек.Һеҙ шул

хәбәрҙе алып йыйылдығыҙ.Рәхим итегеҙ! Йыйынды башлайбыҙ.

Йыйыныбыҙҙың түрендә булығыҙ!

1-се Алып барыусы:-Беҙ бөгөн дуҫлыҡ йыйынына бөрйән ырыуы башҡорттарын

саҡырҙыҡ.

Ҡыҙ: -Халҡыбыҙҙа матур йолалар бар,

Нигеҙендә ята йомартлыҡ,

Изгелекле халҡым йолалары

Алтындарҙан алтын ҡомартҡы.

(Сәхнәгә балалар йүгереп инә.)

-Киләләр, киләләр!

-Бөрйәндәр килә!

-Ҡунаҡтар киләләр!

(Балалар сәхнәне йүгереп урап сығалар.)

(Хужа тирмәнән сыға.Байҡап тикшергәндән һуң)

Хужа (М.Ислам) - Йә, уландар, балалар, әҙерһегеҙме?

-Әҙербеҙ, олатай, әҙербеҙ!

(Ат тояҡтары тауышы ишетелә. Ҡунаҡтар инә. Хужалар ҡаршы ала.)

Хужа: - Әссәләмәғәләйкүм!

(Күрешәләр)

Ҡунаҡтар:- Вәғәләйкүмәссәләм!

Хужа:- Рәхим итегеҙ!Үтегеҙ! Түрҙән уҙығыҙ!

(Ҡунаҡтарҙы табын түренә ултырталар, ҡулдарын йыуҙыралар.Бер малайеҙ тас, икенсеһе- ҡомған, өсөнсөһө- таҫтамал тотоп йөрөй.

Хужа:-Иҫән- һау килеп еттегеҙме, ил- көн тынысмы, ҡунаҡтар?

Егет:- Әссәләмәғәләйкүм халыҡтарға,

Майҙан тотҡан йырсыларға, ҡурайсыларға,

Йыйында еңеп сығыр батырҙарға,

Майҙанда уҙып килер арғымаҡҡа!

Хужа:- Йәгеҙ, аҡһаҡалдар, иҫән-һау килеп етеүгә бер доға ҡылайыҡ.

(Доға уҡыйҙар)

Хужа:-Ҡыҙҙар, ҡунаҡтарға ҡымыҙ, бишбармаҡ сығарығыҙ ! Рәхим итегеҙ

табынға! (Ҡымыҙ эсәләр,һыйланалар).

Хужа:-Ҡунаҡтар, атығыҙ- затығыҙ менән таныштырып үтегеҙ.(Торалар)

Бөрйәндәр: -Ырыуыбыҙ-Бөрйән,

Ораныбыҙ-Тарауыл,

Тамғабыҙ-яғылбай,

Ҡошобоҙ-ҡарсыға,

Ағасыбыҙ-ҡарағас.

Эскән һыуыбыҙ Ағиҙел булыр,

Халҡыбыҙ эшсән , моңға бай булыр.

Юрматылар:-Үҙебеҙ менән дә таныштырып үтәйек.

-Тыуған ерең ни?

-Башҡортостан.

-Милләтең кем?

-Башҡорт.

-Телең ниндәй?

-Башҡорт теле.

-Ырыуыбыҙ-Юрматы,

-Ораныбыҙ-Айтайлаҡ,

-Тамғабыҙ-һәнәк,

- Ҡошобоҙ-әтәлге,

- Ағасыбыҙ-өйәңке,

-Эскән һыуыбыҙ-Егән,

-Торған еребеҙ-Бүжә.

(Бөрйән ырыуы аҡһаҡалы)

Хужа:-Йыйынға килгән сәсәндәрҙе ,бейеүселәрҙе,йырсыларҙы хөрмәт

итәйек.Улар беҙгә үҙҙәренең һөнәрен күрһәтһен! Йыйынды башлайыҡ.

Ҡунаҡ:-Ярыш шарттарын ни төрлө ҡуябыҙ?

Хужа:-Йырсы оҙон көйҙө дөрөҫ йырлаһа,ҡонан уныҡы!

Егет:-Хәйерле сәғәттә,изге нийәттә!Ҡайһы ырыуҙың һандуғасы башлай?

(Ҡарана)

Бөрйәндәр:-Гөлнәзирә (С.Олеся) килен йырлаһын!

Балалар:- Йырлаһын! Йырлаһын!

(,,Һандуғас”)

Ике яҡтан да дәртләндереү тауыштары:

-Афарин!Һандуғастай тауышы!

-Һынатманы!

Хужа:-Йәгеҙ әле,балалар,үҙебеҙҙе күрһәтәйек.Кемегеҙ йыр бәйгеһендә үҙен

һынап ҡарай?Бүләкккә-тай!

Балалар:-Айһылыу( Г.Ләйлә) апай йырлаһын!

-Айһылыу апай,йырла!

(,Тыуған яҡ”)

-Эх,үҙебеҙҙең ҡыҙ.Сылтырап аҡҡан шишмә тауышы!

Сәсәндәр ярышы:- Йәмәғәт!Рөхсәт булһа, сәсәндәр ярышы үткәреп,һүҙ

көрәштереп ,ҡобайыр әйтешеп алайыҡ.

Хужа:-Беҙҙең дә сәсәндәр барсы.

-Йә,Сәлимә( М.Диләрә) килен менән Көнһылыу ҡыҙым( И.Диләрә),ҡобайыр әйтегеҙ әле һеҙ ҙә!(Әйтеш)

Ҡунаҡ:-Халыҡтың йыры бар ерҙә бейеүе лә бар.

Хужа:-Йәмәғәт!Бейеүселәр бәйгеһен башлайбыҙ!Әйҙәгеҙ,бейеүселәр,бәйгегә

рәхим итегеҙ.(Бейеү)

Бөрйән яғында:-Һай,һылыуым,өҙҙөрөп тә баҫтың.

Ҡунаҡ яғынан:

-Баҫ,баҫ,баҫ әле ,

Һығылһын иҙәндәре ,

Һинән оҫта бейегәнде,

Юҡ әле күргәндәре.

Халыҡ:-Хаҡ һүҙҙәр! Рәхмәт бейеүсегә!

Хужа:-Ҡыйыуыраҡ булһын.Кем бәйгене дауам итә?Бүләккә-дүнән.

(Бейеү)

(Халыҡ ,ил ҡарттары йөпләй,маҡтай)

Халыҡ:-Бигерәк матур бейенең!!Һай ,үҙебеҙең килен .

Хужа:-Йырсылар,бейеүселәр,ҡобайырсылар бәйгеһе тамам!Киләһе бәйге көрәш.Ырыу батырҙары майҙанға рәхим итегеҙ Еңеүсегә-тәкә!

(2-3 пар көрәшә)

-Дәртләндереү.

Хужа:-Ырыу башлыҡтары,аҡһаҡалдар менән кәңәш ҡорорбоҙ.Ә

һеҙ,ырыуҙаштарым,ҡунаҡтар,уйнағыҙ,көлөгөҙ,ырыу батырын

билдәләгеҙ,етеҙҙәрҙе асыҡлағыҙ,күңел асығыҙ

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Открытое мероприятие по башкирскому языку "Йыйын" йолаһы."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Медиатор

Получите профессию

Экскурсовод (гид)

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 663 793 материала в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 31.01.2021 232
    • DOCX 30.1 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Гильфанова Зульфия Хамитьяновна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 8 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 10
    • Всего просмотров: 26619
    • Всего материалов: 20

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Бухгалтер

Бухгалтер

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 23 человека из 16 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5600 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Мини-курс

Эффективное управление запасами

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

GR: аспекты коммуникации и взаимодействия с государственными органами

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психология личностного развития: от понимания себя к творчеству

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 63 человека из 28 регионов
  • Этот курс уже прошли 30 человек