Инфоурок Другое КонспектыОткрытый урок по башкирскому языку на тему"Уфа-столица Башкортостана. Имена собственные и нарицательные" (4 класс)

Имена собственные и нарицательные

Файл будет скачан в форматах:

  • pdf
  • docx
1703
43
05.08.2023
«Инфоурок»

Материал разработан автором:

Самсонова Наталия Павловна

учитель

Яркий, увлекательный, динамичный тип материала «Собственные и нарицательные имена существительные» поможет разобраться в теме, развить навык правописания заглавной буквы. Материал состоит из двух страниц, в нем 6 заданий. Приложены ответы ко всем вопросам. Материал отличается разнообразием заданий. Соответствует фгос.

Краткое описание методической разработки

Яркий, увлекательный, динамичный  тип материала «Собственные и нарицательные имена существительные» поможет разобраться в теме, развить навык правописания заглавной буквы. Материал состоит из двух страниц, в нем 6 заданий. Приложены ответы ко всем вопросам.  Материал отличается разнообразием заданий. Соответствует фгос.

Открытый урок по башкирскому языку на тему"Уфа-столица Башкортостана. Имена собственные и нарицательные" (4 класс)

Скачать материал

4 класс

Тема: Өфө – баш ҡалам.

 Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

Маҡсат:1) Башҡортостандың баш ҡалаһы тураһында мәғлүмәтте 

                арттырыу;һөйләү телмәрен үҫтереү;

               2) Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр темаһын нығытыу;

             3) тыуған илебеҙгә, баш ҡалабыҙға һөйөү, хөрмәт тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:мультимедиа проекторы, кроссворд,слайдтар.

Дәрес барышы.

1.Ойоштороу мәле.Һаумыһығыҙ уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ҡунаҡтар.Хәйерле көн.Хәлдәрегеҙ  нисек?

        -Ҡояшлы иртә кеүек.Башҡорт телен , Салауат телен өйрәнергә тип килдек.

Уҡыусылар, бер- беребеҙгә ҡарап йылмаяйыҡ, эстән генә дәрестең уңышлы, файҙалы булыуын теләйек. Ҙур теләк менән эш башлайыҡ.Бындай саҡта нимә тиҙәр әле.

-Хәйерле сәғәттә.

-Класта кем дежур?

2.Артикуляцион күнегеү.

-Әйҙәгеҙ, башҡортса таҙа, дөрөҫ һөйләшеү өсөн тын юлдарына гимнастика яһайыҡ.Шар тултырыу – тәрән итеп тын алып, уны кинәт сығарабыҙ.

-Ә хәҙер  ижектәрҙе дөрөҫ итеп  уҡыйбыҙ:

 –ҙү,-йү,-ҡә,- ҡү, -ҫә,-ҫө,-ңә,-ңө.

(Бер уҡыусы уҡый, унан хор менән уҡыу). Бик яҡшы.

3.Маҡсатҡа сығыу:

-   Уҡыусылар, беҙ бөгөнгө дәрестә нимә эшләрбеҙ икән? Быны белер өсөн  һүрәттәргә ҡарап, һорауға яуап табырһығыҙ тип уйлайым.

 

 

4е слайд:

 

 

 

 

 

 

(Дәрестә беҙ яҙырбыҙ, уҡырбыҙ.Уйнарға ла өлгөрөрбөҙ).

Уҡыу ситуацияһы тыуҙырыу .

Уҡыусылар, беҙҙә бөгөн ябай дәрес түгел. Беҙ уны сәйәхәт формаһында үткәрербеҙ. Ниндәй ҡалаға  сәйәхәт иткәнебеҙҙе  таҡтала бирелгән ребусты сискәс  белербеҙ. Әйҙәгеҙ сисеп ҡарайыҡ.

-Беҙҙең республиканың баш ҡалаһын әйтегеҙ,әле (Өфө)

Тимәк, беҙ һеҙҙең менән Өфө ҡалаһында  сәйәхәт итеүебеҙҙе дауам итәбеҙ,яңы һүҙҙәрҙе  хәтер һандығына һалып,яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр темаһын нығытырбыҙ.

Сәйәхәтебеҙҙе башлар алдынан дәфтәрҙә бөгөнгө числоны,класс эше,матур,дөрөҫ итеп Өө хәрефен,өң, өй ижектәрен,Өфө һүҙҙәрен яҙып ҡуяйыҡ.

Өө-                                                                  

өң,

өй,

Өфө                                                                     

-Бик яҡшы.Афарин балалар

-Сәйәхәткә сығыр өсөн беҙгә транспорт  кәрәк.Ә беҙ ниндәй транспорт менән сәйәхәткә сыҡҡанды йомаҡты сискәс белербеҙ.

Был күк өй ҡайҙа бара?

           Эсе тулы бала-саға.

           Аяғында кейем резиндан

          Үҙе бер ҙә туймай бензиндан.(автобус)

 

161601

Эйе, сәйәхәткә автобус менән барырбыҙ. Һәр бер туҡталышта һеҙгә эштәр биреләсәк, уларҙы башҡарып нота йыйырға кәрәк. Автобусҡа ултырғанда юл ҡағиҙәләрен дә онотмағыҙ.

-Әйҙәгеҙ,сәйәхәтебеҙҙе башлайыҡ.Мин һеҙгә уңыштар теләйем.

Төп өлөш. 1туҡталыш Иҫке Өфө ҡалаһы.

Уҡыусы:Өфө ҡалаһы иң тәүҙә Торатау исеме менән йөрөтөлгән.Был бәләкәй ҡаланы имән  ҡойма  менән уратып алғандар һәм уны башҡорттар Имән ҡала тип тә атағандар. Ә бер нисә йылдан һуң Өфө  исемен йөрөтә башлаған.

Рәхмәт һиңә.1-се туҡталыштың эшен башҡарҙыҡ һәм беҙҙең  беренсе нота ла булды,таҡтаға элеп ҡуяйыҡ.Юлыбыҙҙы дауам итәйек.

Уҡыусылар, тәҙрәгә ҡарағыҙ әле, Өфө ҡалаһына  ингәндә нимә күренә?(Салауат Юлаев һәйкәле).

20799606_1205966027_image001

Икенсе туҡталыштың исеме нисек була ?(С.Юлаев һәйкәле).

-С.Юлаев кем ул?(С.Юлаев – башҡорт халҡының милли геройы)

-Һеҙ үҙегеҙ С. Юлаев һәйкәле тураһында нимә беләһегеҙ.

Салауат Юлаев һәйкәле – илебеҙҙәге иң ҙур атлы скульптура. Ул бронзалаштырылған суйындан ҡойолған. Һәйкәлдең авторы – скульптор Сосланбәк Дафаевич Тавасиев.

С.Юлаев үҙе лә шағир булған.Һеҙ башҡорт теле дәрестәрендә уның шиғырҙарын уҡығанығыҙ бар. Йә, Самат уның шиғыры менән таныштырып үт әле.

Рәхмәт.. Милли батырҙарыбыҙҙы, шәхестәрҙе белегеҙ.Был эште лә башҡарҙыҡ,икенсе нотабыҙ ҙа булды.

Ял минуты.

Өфө буйлап бик күп йөрөнөк,арып та киттек, әйҙәгеҙ ял итеп алайыҡ.МУЗЫКА

Бик яҡшы, матур итеп ултырҙыҡ,сәйәхәтебеҙҙе  дауам итәбеҙ.

Өфөләге халыҡтар дуҫлығын күрһәтеүсе монумент нисек атала?(Дуҫлыҡ монументы)

16605-800-450

Тимәк,3-сө туҡталыш нисек атала.(Дуҫлыҡ монументы).  Был монумент  тураһында мәғлүмәтте беҙ китаптан алырбыҙ. Китаптарҙы астыҡ. Китап буйынса эш.Тексты уҡыр алдынан хәтер һандығына яңы һүҙҙәр һалып алайыҡ.

Сит-чужой                                 дәүләт-государство

 милләт-нация                           ырыу-племя

Мөһабәт һүҙен ижекләп өйтәбеҙ,аңлатмалы,синоним һүҙлектән ҡарап аңлатабыҙ,электрон һүҙлектән тәржемә итәбеҙ.

Һүҙҙәрҙе дәфтәргә яҙып ҡуябыҙ.Был һүҙҙәрҙе киләһе туҡталыштарҙа  ла ҡулланырбыҙ.

-тексты тәржемә итәбеҙ;

-һорауҙарға яуап бирәбеҙ.

1.     Текста ниндәй һәйкәл тураһында һүҙ бара?

2.     Һәйкәлдең скульпторы кем?

3.     Был һәйкәл нимәне сағылдыра?

4.     Башҡортостанда ниндәй милләт кешеләре йәшәй?

5.     Ә һеҙҙең класығыҙҙы кемдәр уҡый?

Эйе, уҡыусылар беҙҙең Башҡортостаныбыҙ төрлө милләткә бай төбәк.Унда башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа,рустар ҙа, мариҙар ҙа, удмурттар ҙа йәшәйҙәр һәм беҙһеҙҙең менән бер ғаилә булып, дуҫлыҡтыңҡәҙерен белеп, ауыр саҡтарҙа бер – беребеҙгә  ярҙам итеп,шатлыҡһәм ҡайғы – хәсрәттәрҙе уртаҡлашып бергә дуҫ -  татыу  йәшәргә тейешбеҙ.

Был эште лә бик яҡшы башҡарҙыҡ,3-сө нотаны ла элеп ҡуяйыҡ.

-Ә хәҙер  юлыбыҙҙы дауам итәйек.

5туҡталыш.Грамматика илендә.

Беҙ һеҙҙең менән Өфөнөң  тетрҙарына  килеп еттек. Ләкин  беҙ унда  инә алмайбыҙ. Унда шлагбаум төшөрөлгән. Бирелгән ребустарҙы сискәс кенә шлагбаум күтәреләсәк.Әйҙәгеҙ, төркөмдәргә  бүленеп тиҙ генә ребустарҙы сисеп алайыҡ.

5плюс-Биш+бүләк=Бишбүләк

 

MH900282748плюспчплюсMH900378911MH900423213плюсMB900423249MH900423213MB900423239- Башҡортостан ;

MB900439063плюс0_33056_e149450f_-2-XLҠара + иҙел = Ҡариҙел

Тикшерәбеҙ.

Эйе,Бишбүләк-Башҡортостандағы район, Ҡариҙел-йылға исеме.

Был эште лә бик тиҙ башҡарҙығыҙ,4-се нотабыҙ ҙа булды.

Уҡыусылар, был  исемдәрҙең яҙылышына иғтибар итегеҙ. Уларҙы нисек яҙҙыҡ? (Баш хәреф менән)

-  Баш хәреф менән яҙылған исемдәр нисек атала? (Яңғыҙлыҡ исемдәр).

Өфө буйлап сәйәхәт иткәндә  ниндәй яңғыҙлыҡ исемдәр беҙгә осраны?

(Өфө,С.Юлаев,Дуҫлыҡ монументы, Торатау,Башҡортостан,Ҡариҙел)

 

Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе иҫкә төшөрҙөк, йәгеҙ 5-се нотаны ла беркетеп ҡуяйыҡ.

Уҡыусылар, эште дауам итер алдынан күҙҙәрҙе ял иттереп алайыҡ.

Күҙҙәрҙе йомдоҡ һәм үҙебеҙҙе һәйкәлдәр янында тип хис итәбеҙ.(МУЗЫКА)

 

Уҡыусылар тыңлағыҙ әле, һеҙ берәй тауыш ишетәһегеҙме? Нимәнең тауышы ул? Что это за звук. (журчание воды). Йәмле Ағиҙел йылғаһы аға.

Ә хәҙер, һеҙҙең менән Ағиҙел буйында “балыҡсы” уйынын уйнап  алайыҡ. Таҡтала һүҙҙәр яҙылған. Һүҙҙәрҙе ике төркөмгә айырып яҙырға кәрәк.(Таҡтаға ике уҡыусы сыға)

театр          Ағиҙел

йылға         Салауат

һәйкәл       Торатау

урам           Өфө

Тикшерәбеҙ.

Дөрөҫ, шлагбаум күтәрелде ,6-сы нотаны таҡтаға элдек һәм автобусҡа яйлап ултырҙыҡ, юлды дауам итәбеҙ.

6 туҡталыш.Театрҙар.

Беҙҙең алдыбыҙҙа театрҙар.

(Уҡытыусы слайдтар күрһәтә, һәр бер театр тураһында берешәр уҡыусы әйтеп бара)

1-се театрМәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры.

2-се театр-«Нур»татар дәүләт театры.

3-сө театр - Рус дәүләт академия драма театры.

4-се театр -Опера һәм балет театры.

5-се театр Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театры

6-сы театр Ҡурсаҡ театры

 

Эйе,театрҙар менән дә танышып үттек һәм һуңғы  нотабыҙҙа  ҙа булды.

7туҡталыш.Йомғаҡлау.

Ә хәҙер ҡайтырға ваҡыт. Бөгөнгө сәйәхәтебеҙҙе ошонда туҡтатып торабыҙ, артабан дәрестәрҙә дауам итербеҙ. Дәрес һеҙгә оҡшанымы?

-Нимә ауыр булды?

- Беҙ һеҙҙең менән ҡайҙарҙа булдыҡ?

Уҡытыусы: Өфө ҡалаһы бик ҙур һәм бай ҡала.Урамдары киң һәм матур.Беҙ уның менән ғорурланырға тейешбеҙ.

Афарин балалар. Һеҙҙең дәрестә ҡатнашып ултырыуығыҙға, тырышып эшләүегеҙгә бик ҡәнәғәтмен.Актив ҡатнашҡан уҡыусыларға ошондай баһа ҡуябыҙ.Баһалау.

Өй эше.Киләһе дәрескә ул һеҙгә ошондай өй эштәре бирәм.

1.дәрестә ҡулланылған яңғыҙлыҡ исемдәр менән 3 һөйләм төҙөргә;

2.үҙегеҙгә оҡшаған берәр туҡталышты һүрәт аша сағылдырығыҙ.

Дәресте йыр менән тамамлайбыҙ.

«Гүзәл Өфөм – баш ҡалам» йырын башҡарыу.

-Дәрес бөттө!Һау булығыҙ. Сығырға мөмкин!

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Открытый урок по башкирскому языку на тему"Уфа-столица Башкортостана. Имена собственные и нарицательные" (4 класс)"
Смотреть ещё 5 764 курса

Методические разработки к Вашему уроку:

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

7 291 329 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

Скачать материал
    • 30.09.2020 753
    • DOCX 1.6 мбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Мусина Розалия Вагизовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Мусина Розалия Вагизовна
    Мусина Розалия Вагизовна

    учитель башкирского языка и литературы

    • На сайте: 4 года и 8 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 1637
    • Всего материалов: 3

    Об авторе

    Категория/ученая степень: Первая категория
    Место работы: МБОУ Лицей №160 г.Уфа

Оформите подписку «Инфоурок.Маркетплейс»

Вам будут доступны для скачивания все 261 820 материалов из нашего маркетплейса.

Мини-курс

Психологическая экспертиза в юридической сфере: теоретические аспекты

2 ч.

699 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 18 человек

Мини-курс

Грамматика английского языка через призму психотерапевтических подходов

3 ч.

699 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психология личности

5 ч.

699 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 27 человек из 15 регионов
  • Этот курс уже прошли 16 человек
Смотреть ещё 5 764 курса