Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / План конспект по башкирскому языку на тему "Сафуан Әлибайҙың "Ҡыш"шиғырын өйрәнеү" (5 класс)
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 24 мая.

Подать заявку на курс
  • Другое

План конспект по башкирскому языку на тему "Сафуан Әлибайҙың "Ҡыш"шиғырын өйрәнеү" (5 класс)

библиотека
материалов

hello_html_778c62c3.gifТема: «Ҡыш». С.Әлибаев.

Маҡсат: 1) шиғырҙың йөкмәткеһе менән танышыу;

2) уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу , тасуири уҡыу күнекмәләрен яҡшыртыу, телмәрен, фекерләү кимәлен үҫтереү;

3) тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү, матәрлыҡты күрә белергә өйрәтеү;

Йыһазландырыу: интерактив таҡта, ҡош һүрәттәре Тылсымлы шар китабы, “Ҡышҡы тәбиғәт” видео

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу моменты. Иҫәнләшеү.

Һаумыһығыҙ уҡыусылар. Хәлдәрегеҙ нисек? Һеҙҙең шат йөҙҙәрегеҙҙе күреүемә шатмын. Мин Дилә Рәжәп ҡыҙы булам. 101-се мәктәптә һеҙҙең кеүек уҡыусыларҙы башҡорт телендә һөйләшергә, яҙырға өйрәтәм. Уларҙан һеҙгә күп сәләм.

Уҡытыусы. Тыуған еребеҙгә ниндәй миҙгел яҡынлаша?

-Ҡыш.

Телмәрҙе шымартып алыу маҡсатында фонетик күнегеү эшләп алайыҡ әле.

* Ҡышҡыһын буран нисек ыжғыра? (-ыж, -ыж, -ыж)

* Ҡулдар өшөһә нисек йылытабыҙ ?(-һо, -һо, -һо)

* Урманда тумыртҡа нисек туҡылдай? (-туҡ, -туҡ, -туҡ)

Темаға инеш.

Уҡытыусы. Уҡыусылар, ә хәҙер иғтибарҙы экранга йүнәлтәйек. (Ҡышҡы урман. Видео күрһәтелә. Видео барышында шиғыр уҡыла).

hello_html_m1340cd8c.gif

Ҡыш.

Бөтә ер аҡ: ҡырҙар, тау баштары

Әйтерһең, ер аҡ шәл ябынған.

Ағастарға муйыл сәскәһендәй

Тәлгәш-тәлгәш суҡтар тағылған.

Ф.Рәхимғолова.

Уҡытыусы. Уҡыусылар, әйтегеҙ әле, һеҙ нимәләр күрҙегеҙ?

Һеҙгә оҡшанымы? Тимәк, бөгөн беҙ һеҙҙең менән нимә тураһында һүҙ алып барырбыҙ. (Яуаптар).

Уҡытыусы. Әлбитә, ҡыш тураһында. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән ҡыш миҙгеленә сәйәхәт ҡылырбыҙ..

Уҡтыусы. Ә һеҙҙең ҡышҡы урманда булғанығыҙ бармы.

Ҡыш тураһында бәлки шиғырҙар беләһегеҙҙер. Башҡорт әҙәбиәтендә күп шағирҙар ҡыш һәм ҡышҡы тәбиғәт арнап шиғырҙар ижад иткәндәр. Шуларҙың береһе менән бөгөн беҙ танышасаҡбыҙ. Ул С.Әлибаев ижад иткән Ҡыш шиғыры. (Китаптарҙың 101-се битен асабыҙ)

Бөгөн беҙ һеҙҙең менән шиғырҙың йөкмәткеһе менән танышырбыҙ, тасуири итеп уҡырға өйрәнербеҙ, яңы һүҙҙәр белербеҙ, һөйләмдәр төҙөрбөҙ.

Әйтеп үткәнемсә, шиғырҙың С.Әлибаев. Ә һеҙ С.Әлибаев тураһында беләһегеҙме. Ул шиғырҙар ижад иткән. Шағир балалар әҙәбиәтендә лә актив эшләгән, тәржемә менән шөғөлләнгән. Бына уның Тылсымлы шар тигән китабы. Ул ошо китабы өсөн Андерсен премияһы на лайыҡ булған.

(Шиғырҙы тасуири итеп уҡып ишеттереү).

Уҡытыусы. Шиғырҙы аңлашылмаған һүҙҙәр бар, шуның өсөн ошо урында һүҙлек эше ойоштороп алайыҡ.

Һалҡын көндәр- холодные дни

Түҙеү – терпеть

Йәлләп – пожалев

Шәл бәйләп - связав шаль

Аяҡтары йылынды – согрелись ноги

(Хор менән ҡысҡырып уҡыйҙар, дәфтәргә число яҙып, һүҙҙәрҙе күсереп яҙалар).

hello_html_4f60b36d.gif
hello_html_1ae78057.gif

Уҡытыусы. Уҡысылар, әйтеп ҡарағыҙ әле, беҙҙең гүзәл Башҡортостаныбыҙҙа ниндәй ағастар үҫә. Афариндар ! Ағас исемдәрен күберәк белеү маҡсатында һеҙгә ошондай эш. Тополь, липа һүҙҙәрен тәржемә итергә.

Һеҙгә ошондай һорау. Йүкә ағасы тураһында нимә беләһегеҙ. Йүкә ағасы – ағастарҙан иң һуңғы булып сәскә ата. Иң мөһиме – йүкә ағасы татлы ризыҡ бирә. Эшсән бал ҡорттары ошо йүкә ағасынан беҙгә бал әҙерләйҙәр. Республикабыҙҙың визит карточкаһына әйләнгән йүкә балы тураһында ишетеп беләһегеҙҙер. Башҡортостандың 7 мөғжизәһе ул- башҡорт балы!

hello_html_m4f95b0ac.gif

hello_html_417722f4.pnghello_html_mcc0dd52.gif

Ә хәҙер шиғырға күсәйек. (Шиғырҙы үҙ аллы уҡыйҙар, сылбырлап уҡыйҙар).

Йөкмәткеһе өҫтөндә эш.

Һорауҙарға яуаптар.

  1. Ағастарҙың кейемдәрен ҡайһы миҙгел алып ҡалған. (Көҙ).

  2. Ҡыш миҙгеле ағастарға нисек ҡарай. (йәлләп).

  3. Ағастарҙы йылытыр өсөн ҡыш нимә эшләй(ағастарға аҡ мамыҡтан шәл бәйләп һалған икән).

  4. Нимә ул – ҡыш бәйләгән шәл (бәҫ).

Физминутка.

Балыҡ кеүек йөҙәйек

Ҡоштар кеүек осайыҡ.

Ҡуян кеүек һикерәйек,

Урындарға боҫайыҡ.

hello_html_42f7fac8.gifhello_html_27530588.gif

Эшебеҙҙе дауам итәбеҙ. Ижади һәләттәребеҙҙе эшкә ҡушайыҡ әле. Шиғыр юлдарын һөйләмдәргә әйләндереп әйтергә кәрәк буласаҡ.

Ағастарҙың кейемдәрен

Көҙ алып ҡалды сисеп.

(Көҙ алып ҡалды сисеп).

Ағастарға яба һалды,

Аҡ мамыҡтан шәл бәйләп.

(Ағастарға аҡ мамыҡтан аҡ шәл бәйләп һалды).

hello_html_m2819fff7.gifhello_html_7ae7457b.gif

Уҡытыусы. Ағастар яланғас ҡалып, ер өҫтөн ҡар ҡаплаһа ла, урманда тормош дауам итә. Урман – ул кейектәр, ҡоштар төйәк иткән урын. Ә һеҙ Башҡортостанда йәшәүсе ниндәй ҡоштарҙы беләһегеҙ. Яуаптар.

Һеҙгә мин ошондай эш тәҡдим итәм. Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе яҙырға. Ниндәй хәреф яҙыла: ҡ, ғ, г.

Тумырт.а, һайыҫ.ан, ҡар.а.

Ҡағиҙәне иҫкә төшөрәбеҙ.

А, о, у, ы – ҡ, ғ;

Ә, ө, ү, э(е), и – к,г.

hello_html_4d1b9384.gifhello_html_4713f56a.gif



Йомғаҡлау. Уҡыусылар, ҡышҡы урманға сәйәхәт оҡшанымы.

Кемдең шиғыры менән таныштыҡ.

Ниндәй ағастар барлығын белдек.

Өйгә эш. Ҡыш темаһына мини инша яҙырға.

Баһалау.































F:\учитель_года\DSC03400.JPG



F:\учитель_года\DSC03396.JPG



F:\учитель_года\DSC03389.JPG





























Автор
Дата добавления 01.12.2015
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров819
Номер материала ДВ-216267
Получить свидетельство о публикации

Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх