Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Иностранные языки / Конспекты / План конспект с технологической картой на урок по теме;Н. Мусин.Йыртҡыс тиреһе.Дәрес-бәхәс

План конспект с технологической картой на урок по теме;Н. Мусин.Йыртҡыс тиреһе.Дәрес-бәхәс



Внимание! Сегодня последний день приёма заявок на
Международный конкурс "Мириады открытий"
(конкурс сразу по 24 предметам за один оргвзнос)


  • Иностранные языки

Поделитесь материалом с коллегами:

Класс: 8

Тема: Ноғман Мусиндың Йыртҡыс тиреһе повесын анализлау, идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлау.

Дәрес формаһы: дәрес-бәхәс.

Технология:Конкрет ситуацияларҙы анализлау.

Дәрестең технологик картаһы


Уҡыусы өсөн маҡсаттар


1.Йыртҡыс тиреһе повесының идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлау. Әҫәрҙең бөгөнгө көндә актуаль булыуын иҫбатлау

2.Башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, үҙ фекереңде әйтә белергә өйрәнеү

3.Заманыбыҙҙың законһыҙлыҡ, шәфҡәтһеҙлек, ғәҙелһеҙлек күренештәрен хөкөмләү.

Уҡытыусы өсөн маҡсаттар


Белем биреүсе: Йыртҡыс тиреһе повесының идея-тематик йөкмәткеһен асыҡларға, әҫәрҙең бөгөнгө көндә актуаль булыуын иҫбатларға ярҙам итеү.

Үҫтереүсе : Башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, үҙ фекереңде әйтә белергә өйрәтеү.

Тәрбиәүи: Тырыш, ғәҙел, эшһөйәр булырға өйрәтеү.




Дәрес төрө: алған белемде систематизациялау һәм һығымта яһау дәресе.




Дәрес формаһы: дәрес-бәхәс




Терминдар, төп төшөнсәләр: актуаль булыу




Яңы төшөнсәләр







Контроль формалары: һорауҙар биреү, бәхәс ойоштороу.





Өй эше.

Бөгөнгө көндә йыртҡыслыҡты юҡ итеү юлдарын ата-әсәләр менән эҙләү, әңгәмәләшеү.





Дәрес

этаптары

Уҡытыусы

эшмәкәрлеге

Уҡыусы

эшмәкәрлеге

Ҡулланылған методтар, алымдар, эш төрҙәре

Формалаштырылған

универсаль уҡыу эшмәкәрлеге

Хеҙмәттәшлек һөҙөмтәһе

1. Психологик инеш.

Ойоштороу.

Эшмәкәрлеккә

Көйләү.

Һаулыҡ һорашыу.Дәрестә кем юҡлығын асыҡлау.Урманды һүрәтләүсе видеояҙма ҡуйыу. Слайд 1

Һаулыҡ һорашып ултыралар, видеояҙма ҡарап, эшмәкәрлеккә көйләнәләр.

Дәрес атмосфераһын ойштороу, тыңлау, психологик мөхит булдырыу.

Шәхсән: эшмәкәрлеккә көйләнеү.


2. Белемдәрҙе актуалләштереү,

ҡыйынлыҡтарҙы

асыҡлау.

«Урман!Ерҙең иҫ киткес матур, тыныс урыны.Һәр йән эйәһе үҙ эше менән була.Ҡапыл мылтыҡ тауышы яңғырай!Тынлыҡ юғала. Билдәһеҙлек барлыҡҡа килә.Ни булды? ни өсөн? Кем атты?

Бөгөнгө дәрестә беҙ, ошо актуаль проблемалар күтәрелгән Н.Мусиндың «Йыртҡыс тиреһе” повесы буйынса бәхәс ойошторасаҡбыҙ.Слайд 2,3

Һорауҙарға яуап биреү.Үҙ фекерҙәрен әйтәләр.Уйланалар. Браконьерлыҡ тураһында фекерҙәрен әйтәләр.Һолтанбайҙы браконьер тип уйлаған һәм бының менән риза булмағандар төркөмдәренә бүленәләр

Һорауҙар .

Үҙләштерелгән белемдең кимәлен һәм сифатын аңлау.

Диалог булдырыу.

3. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.



Үҙ аллы эш бирә..Бирелгән һорауҙар:Беренсе төркөм:1.Һолтанбай образын һүрәтләгеҙ.Яуымбай образы менән сағыштырығыҙ.Слайд 4

2. Әҫәрҙең ыңғай һәм кире образдарын әйтеп, иҫбатлағыҙ.Слайд 5

3. Әҫәрҙә йыртҡыслыҡ проблемаһы ниндәй образдар аша асыла?Слайд 6

4. Авторҙың әҫәрҙе тамамлауы менән ризаһығыҙмы?

5. Һеҙ повесты нисек тамамлар инегеҙ?

Икенсе төркөм өсөн:1.Автор ни өсөн Яуымбай образын һүрәтләй?Слайд 4

2.Повеста һүрәтләнгән осор үҙенсәлектәрен әйтегеҙ.

3. Ни өсөн Һолтанбай өсөн Ғөбәйҙә әбейҙән башҡа илаған кеше юҡ?

4. Авторҙың әҫәрҙе тамамлауы менән ризаһығыҙмы?

5. Һеҙ повесты нисек тамамлар инегеҙ?


Төркөмдәргә бүленеп, уҡытыусы биргән һорауҙарҙа яуап бирәләр.Әңгәмәләшәләр. Араларынан яуап биреүселәрҙе һайлайҙар.

Үҙ аллы эш эшләү. Конкрет ситуацияларҙы анализлау методы.Төркөмдәрҙә эш, фекер алышыу.

Уҡытыусы һәм уҡыусылар менән хеҙмәттәшлекте планлаштырыу, маҡсат ҡуйыу.метапредмет белемдәрҙе ҡулланыу.

Диалог булдырыу

4. Уҡыу мәсьәләһен сисеү.






Яуаптарҙы тыңлай.Бәхәс ойоштора.Бәхәстең маҡсатын , төп фекерен асыҡлау: Һолтанбай Совет власы ҡорбаны.Уны аҡларға мөмкин.Ә Булашов кеүек йыртҡыстарҙы аҡларға ярамай.Тәбиғәт кешеһеҙлек ҡорбаны булырға тейеш түгел.

Һорауҙарға яуаптар бирәләр.Үҙ фекерҙәрен иҫбатлайҙар. Ике төркөм дә бер фекергә килә

Анализлау, Һығымта яһау.

Хеҙмәттәшлек, фекереңде әйтә белеү, проблеманы хәл итеү, иҫбат итеү, дәлилләү, аңлата белеү.

Диалог булдырыу.

5.Үҙ аллы эш

Уҡыусыларға дәфтәрҙәрҙә эш бирә.Һорау: Һеҙ кем яҡлы?Слайд 7

Дәфтәрҙәрҙә кешене һәм айыуҙың йыртҡыслығын аҡлап үҙ фекерҙәрен яҙалар.

Үҙ аллы эшләү

Шәхсән эшмәкәрлек


6.Рефлексия .

Уҡыусыларҙың фекерҙәрен тыңлай.Слайд 8

Фекерҙәрен уҡыйҙар.Үҙҙәренең эшмәкәрлеген баһалайҙар.

Баһалау.

Фекереңде әйтә белеү


7.Өйгә эш.

Өйгә эш: Бөгөнгө көндә йыртҡыслыҡты юҡ итеү юлдарын ата-әсәләр менән эҙләү, әңгәмәләшеү.








57 вебинаров для учителей на разные темы
ПЕРЕЙТИ к бесплатному просмотру
(заказ свидетельства о просмотре - только до 11 декабря)


Автор
Дата добавления 22.10.2016
Раздел Иностранные языки
Подраздел Конспекты
Просмотров31
Номер материала ДБ-281011
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх