Инфоурок Другое КонспектыПлан- конспект урока: З. Биишеваның "Кәмһетелгәндәр" романы - автобиографик роман.

План- конспект урока: З. Биишеваның "Кәмһетелгәндәр" романы - автобиографик роман.

Скачать материал

Тема: Зәйнәб Биишеваның “Кәмһетелгәндәр” романы -

 автобиографик роман.

(Дәрес планы)

 

 

          Маҡсат: 1. З. Биишеваның автобиографияһы менән романдағы геройҙарҙың тормошона күҙәтеү яһау һәм сағыштырыу;   2. уҡыусыларҙы үҙ аллы эшләү, эҙләнеү, фекрләү күнекмәләренә өйрәтеү;   3. һөйләү телмәрен үҫтереү.

          Йыһазландырыу: видеопособие,   компьютер һәм интерактив таҡта,   фонохрестоматия, яҙыусының портреты,  “Яҡтыға” трилогияһының күргәҙмәһе.

 

Фәжиғәле тип әйтерлек ҡырыҫ та,

әкиәт кеүек мауыҡтырғыс та,

йыр һымаҡ моңһоу ҙа булды минең бала саҡ.

З. Биишева.

 

Дәрес барышы.

1.      Ойоштороу мәле.

2.      Өйгә эште тикшереү, баһалау. 

3.      Яңы теманы аңлатыу.

      4.   Китаптар менән эш.

      5.   Физкультминутка.

      6.   Йомғаҡлау.

      7.   Баһалау.

 8.   Өйгә эш.

 

1.     Ойоштороу мәле.

2.     Өйгә эште тикшереү, баһалау. 

           Уҡытыусы һүҙе.

     - Зәйнәб Биишева үҙенең бала сағы тураһында “Фәжиғәле тип әйтерлек ҡырыҫ та, әкиәт кеүек мауыҡтырғыс та,  йыр һымаҡ моңһоу ҙа булды минең бала саҡ.”- тип яҙҙы үҙенең хәтирәләрендә. Бөгөн беҙ һеҙҙең менән тағын бер мәртәбә яҙыусының бала сағына әйләнеп ҡайтырбыҙ һәм уның “Яҡтыға” трилогияһының “Кәмһетелгәндәр” романы – автобиографик роман икәнен иҫбатларға тырышырбыҙ.

     Һеҙгә өйгә эш итеп яҙыусының биографияһын иҫкә төшөрөргә, йә булмаһа яҙыусының “Үткән юлдар. Уҙған йылдар…” тигән хәтирәләрен уҡып килергә ине.  --Өйгә эште үтәнегеҙме? Үҙегеҙгә  тағын ниндәй яңылыҡтар астығыҙ?

          Уҡыусыларҙың яуаптары.          

          3.  Яңы теманы аңлатыу.

          Уҡытыусы һүҙе.   - Кәмһетелгәндәр” романын уҡып һеҙ Емеш тигән кескәй ҡыҙ менән таныш инде. Емештең тормошо – ул Зәйнәб Биишеваның бала сағы. Әлбиттә, ул бында, әҙәби әҫәргә хас рәүештә үҙгәртеп, дөйөмләштереп алынған. Ғөмүмән, “Кәмһетелгәндәр”  –  автобиографик роман .  Ә нимә ул -  автобиография?

          Уҡыусыларҙың яуабы.  Кемдеңдер үҙенең тормош юлы һәм уны күрһәткән яҙма.

          Уҡытыусы һүҙе    Ысынлап та,  (Слайд.)    автобиография  (грекса autos – үҙем, bios     – тормош, grapho – яҙам) – кешенең үҙ тормошо тураһында яҙыуы йәки ғүмер юлы хаҡында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреүе. (Дәфтәргә яҙып алыу).

          Әҙәбиәттә иһә автобиография тип яҙыусының үҙ тормошон һөйләп биргән әҫәрен йәки ҡыҫҡаса яҙмаһын атайҙар.

           Яҙыусының үҙ тормош юлына нигеҙләнеп, киң тасурлап яҙған әҙәби әҫәрен автобиографик әҫәр тип йөрөтәләр.

        -  Ә һеҙ ниндәй автобиографик әҫәрҙәрҙе беләһегеҙ?

           Уҡыусыларҙың яуабы.  

         Слайд.  

  

 

 

  

                

 

          1. Лев Толстойҙың “Бала саҡ”,  “Үҫмер саҡ”, “Йәш саҡ”,

          2. Максим Грькийҙың “Бала саҡ”, “Малайлыҡта”, “Минең университеттарым” трилогиялары, 

          3. Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”, 

          4. Мәжит Ғафуриҙың “Шағирҙың алтын приискаһында”,

          5. Ғайса Хөсәйеновтың “Яҙмышыма яҙғаны” китаптары, автобиографик әҫәрҙәр рәтенә инә.

         Уҡытыусы һүҙе.   - Зәйнәб Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһындағы Байгилделәр ғаиләһенең нигеҙендә яҙыусының ғаиләһенең яҙмышы ята. Шул уҡ ваҡытта ул, З.Биишеваның ғаилә тормошоноң теүәл күсермәһе лә түгел. “Кәмһетелгәндәр” романы дөйөмләштерелгән әҙәби образдарҙан тора. Әлбиттә, ул (З.Биишева) бында бигерәк тә төп образдарҙы һүрәтләүҙә үҙ ғаиләһенең тормош хәлен бик ныҡ файҙаланған. Быны иҫбатлап,  һеҙҙең менән З.Биишеваның тормош юлы тураһындағы видоматериалдың бер күренешен ҡарап китәһе килә. (Компьютер видеоәсбаптан өҙөк ҡарау).

          Үҙ тормошонда ниндәй генә ауырлыҡтар кисермәһен, бөйөк яҙыусыбыҙ яҙмышы алдында һығылып төшмәгән, ә киреһенсә тормоштан йәм табып, яҡты киләсәккә өмөт менән йәшәгән.

          Әйҙәгеҙ, хәҙер яҙыусының тормош юлы менән романдағы ҡайһы бер эпизодтарға туҡталып үтәйек. Бының өсөн һеҙ ике төркөмгә бүленергә тейеш. Беренсе төркөм З.Биишеваның автобиографияһына, ә икенсе төркөм “Кәмһетелгәндәр” романына күҙәтеү яһар, һәм беҙ бергәләп  сағыштырып, таблицаны тултырырбыҙ.  Шунда инде геройҙарыбыҙҙың тормошондағы оҡшаш һәм айырма яҡтарын күрербеҙ..

          4. Китаптар менән эш.

          Группаларға һорауҙар. 1. Емеш (Зәйнәб Биишева) ғаиләлә нисәнсе бала, һәм уларҙың ғаиләһендә барлығы нисә бала булған?

          2.  Зәйнәб (Емеш) ниндәй ғаиләлә тыуған һәм уның атаһы кем булған?

(Фонохрестоматиянан өҙөк тыңлау.)

          3.  Зәйнәбтең  (Емештең) әсәһе тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?  Сәғүрә апайҙың фажиғәһе тураһында һөйләгеҙ.

          4. Ғабдулла ағай (Байгилде ағай) ғаиләһендә һәм балалар тормошонда ниндәй үҙгәрештәр була?

          5.  Һылыубикәгә (Сәрбиямалға) автор ниндәй ҡылыҡһырлама бирә? Уның етем ҡалған балаларға мөнәсәбәтен һөйләгеҙ.

          6.  Ғабдулла ағайҙың (Байгилде ағайҙың) донъяға ҡарашы һәм уның аҙаҡы тормош юлы тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?

(Бергәләп таблицаны тултыры баралар.)

 

 

З. Бишеваның биографияһы

Романда һүрәтләнгән тормошо

1

“Мин, Зәйнәб, ғаиләлә алтынсы бала   булып донъяға килгәнмен”- ти үҙенең иҫтәлектәрендә.  Тимәк 6 бала булған.  

Емеш дүртенсе бала булып донъяға килгән. 4 бала.   

2

Зәйнәб ерһеҙ-һыуһыҙ ғаиләлә тыуған һәм уның атаһы Ғабдулла Төхфәтулла улы Биишев хәлфә булған.

Емештең атаһы ерһеҙ-һыуһыҙ крәҫтиән, ялсы, уның исеме Байгилде.

3

Әсәһе Фәғилә исемле булған.

Емештең әсәһе Сәғүрә исемле

Ләкин уларҙың яҙмышы бер. Фәғилә (Сәғүрә) апай бик йәштән быуындар һыҙлауы менән яфаланған. “Миңә ике йәштәр самаһы ваҡытта ул, имселәр һүҙенә ышанып, ҡан алдырған саҡта, ни сәбәптәндер, бөтә тәне хәрәкәттән туҡтаған. Шул хәлдә ул йыл ярым ҡуҙғала алмай ятҡандан һуң, 1911  йылдың йәйендә үлеп киткән. Был ваҡытта миңә өс йәш ярым самаһы булған”, тип яҙа автор.) Әҫәрҙә лә

был күренеш сағылдырылған.

4

Ғабдулла ағай ҙа,  Байгилде ағай ҙа икенсе ҡатынға өйләнәләр һәм ауылдан ҡыуылалар. (Уҡыусыларҙан был ваҡиғаларҙың сәбәптәре тураһында һөйләтеү.)

5

Һылыубикә уңған кеше.  

Сәрбиямал уңған, ләкин уҫал, ҡаты ҡуллы.

6

Ғабдулла ағайҙың  революцион көрәше һәм һәләк булыуы.

 Байгилде ағайҙың уҡытыусы булып тәғәйенләнеүе һәм ауырыу сәбәпле вафат булыуы.

(Уҡыусыларҙан был ваҡиғаларҙың сәбәптәре тураһында һөйләтеү.)

7

Зәйнәб Биишева – уҡытыусы.

Емеш тә уҡытыусы һөнәрен һайлай.

          5. Физкультминутка.

          6. Йомғаҡлау.

          - Уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән нимә тураһында һүҙ алып барҙыҡ? Һәм ниндәй һығымта яһап була икән?  (Уҡыусылар менән уҡыусыларҙың һығымта яһауы)

          - Шулай итеп, буласаҡ яҙыусы Зәйнәб (Емеш) 11 йәшендә атаһынан да етем тороп ҡала һәм ағаһы менән апаһы тәрбиәһендә йәшәй башлай. Быны беҙ ҡарап үткән ҡайһы бер күренештәрҙән үк күреп торҙоҡ һәм был роман, ысынлап та, автобиографик әҫәр икәнен иҫбатланыҡ .

          - Ә уйҙырма ваҡиғалар һәм геройҙар ни өсөн кәрәк?

          - Яҙыусы үҙенең бала сағын, ғаиләһенең әсе яҙмышын уйҙырма ваҡиғалар, геройҙар менән тулыландырмаһа, ул әҙәби әҫәр ижад итә алмаҫ ине, ул ҡоро автобиография  ғына булып ҡалыр ине.

          - Яҙыусы үҙе “Кәмһетелгәндәр” романы тураһында “Тарихи роман түгел…  Роман  нигеҙендә Октябргә тиклемге осорҙа башҡорт хеҙмәтсән халҡының ҡыуанысһыҙ ауыр тормошон күрһәтеүгә арналған. Бер ғаиләнең, бер кескәй ауыл кешеләренең яҙмышы, көрәше аша мин ошоно бирергә тырыштым”, - тип яҙһа ла, роман киң эпик ҡоласлы әҫәр булып, унда яҙыусы ярлы башҡорт ауылы кешеләренең яҙмышы, көрәшен һүрәтләү аша тарихи осорҙоң төп һыҙаттарын, кәмһетелгәндәрҙең синфи аңы уяныуын, азатлыҡ өсөн көрәшкә күтәрелеүен, яҡтыға, бәхеткә ынтылыуын сағылдырған. Был ваҡиғалар солғанышында образдар (геройҙар) бик күп, һәм ҡайһы бер образдарҙың да прототиптары бар.

          - Прототип һүҙен нисек аңлайһығыҙ?

          Уҡыусыларҙың яуаптары

          Слайд.  (Һүҙлек эше) Прототип – (грекса prototipos – өлгөлө) – әҙәби әҫәрҙәге образды тыуҙырыуҙа үрнәк булып торған бер реаль кеше.  Ләкин яҙыусы тормошта булған йәки йәшәп ятҡан кешене үрнәк итеп алһа ла, әҙәби образ итеп һүрәтләгәндә бик күп яңы һыҙаттар, үҙе фараз иткән ваҡиғаларҙы ҡушып ебәрә, яңы образ тыуҙыра. Шуға күрә прототипты образ менән тиң ҡуйып булмай.

          Яҙыусыларҙың әҫәрҙәрендә ниндәйҙер реаль кешенән – прототиптан алып яҙған образдары күп, ләкин уларҙы танымаҫлыҡ булыуы ла бик ихтимал.

          Мостай Кәримдең “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” китабының, Мәжит Ғафуриҙың “Шағирҙың алтын приискаһында” повесының төп прототиптары ла авторҙар үҙҙәре, ләкин унда ла былар уларҙың ябай күсермәһе генә түгел, әҙәби образ итеп дөйөмләштерелгәндәр. Бүтән образдар менән дә шулай. Мәҫәлән, Зәйнәб Биишеваның “Яҡтыға” трилогияһына ғына күҙәтеү яһайыҡ.

 

Тормошта

Романда

Ғабдулла ағай

Байгилде ағай

Фәғилә

Сәғүрә

Һылыубикә

Сәрбиямал

Йәнтүрә ағай

Шәһит бабай

Шәһиҙә еңгә

Зәлифә әбей

Зөбөрә еңгә

Ҡарасәс әбей

Сафура инәй

Сыуаҡбикә инәй

Зәйнәб

Емеш

Апалары, ағаһы

ҡыуғын ҡыуып уҙа торған йырсы-ҡурайсы “бөрйәндәр” һәм башҡалар.

  

          Трилогияның башҡа китаптарын да уҡып сыҡһағыҙ Зәйнәб Биишеваның биографияһына хас оҡшашлыҡтарҙы күрергә мөмкин.

-Зәйнәб Биишева ниндәй һөнәрҙе һайлай?  Ә Емеш ?    (-Уҡытыусы).

-Ә хәҙер әйҙәгеҙ “Кәмһетелгәндәр романының дауамы булып торған башҡа романдарҙың да исемдәрен иҫегеҙгә төшөрөп китәйек.

 (Слайд)

 Икенсе китабы “Оло Эйек буйында” (“Уяныу”), өсөнсө китабы “Емеш” тип атала. Ә дөйөм трилогияның исеме -“Яҡтыға”.

          Тағын ҡабатлап әйтеп китергә кәрәк, “Кәмһетелгәндәр” романын уҡып беҙ Зәйнәп апайҙың биографияһын ғына түгел, ә башҡорт халҡының революцияға тиклемге тормошон да күҙ алдына килтерәбеҙ. Был турала рус әҙәбиәте белгесе, ғалим П.Берков бына нимә тип яҙған:  “Ышанығыҙ миңә, “Кәмһетелгәндәр”ҙе уҡып, башҡорттарҙың революцияға тиклемге тормошо, көнкүреше, ауыҙ-тел ижады хаҡында һәр төрлө этнографик һәм тарихи әҙәбиәтте уҡығандан күберәк һәм тулыраҡ мәғлүмәт алдым”.

      Тимәк, З.Биишеваның әҫәрҙәре башҡа милләт китап уҡыусыларын да битараф ҡалдырмай.

          Ошо “Яҡтыға” трилогияһы өсөн 1968 йылда Зәйнәб Биишеваға Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы бирелде.

          7. Баһалау.

          8. Өйгә эш. Мини-инша “Емештең бала сағы”. ( йә “Синквейн” яҙырға)

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "План- конспект урока: З. Биишеваның "Кәмһетелгәндәр" романы - автобиографик роман."

Рабочие листы к Вашему уроку:

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 370 527 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 15.01.2018 2323
    • DOCX 1.5 мбайт
    • 16 скачиваний
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Даминова Равия Рауфовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Даминова Равия Рауфовна
    Даминова Равия Рауфовна
    • На сайте: 5 лет и 8 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 11055
    • Всего материалов: 7

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 469 человек из 66 регионов

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9500 руб. 4750 руб.
Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе