Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Конспекты / План урока:М.Кәрим “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”.
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 26 апреля.

Подать заявку на курс
  • Другое

План урока:М.Кәрим “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”.

библиотека
материалов

Тема: М.Кәрим “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”.

Маҡсаттар:

  • М.Кәримдең тормош һәм ижад юлына, һуғыш темаһына арналған ижадына байҡай яһау;

  • Уҡыусыларҙың ижади фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;

  • Һуғыштың аяуһыҙ, бар матурлыҡты юҡҡа сығарыусы күренеш икәне хаҡында әңгәмә үткәреү.

Йыһазландырыу: Һуғыш темаһын сағылдырған һүрәттәр, проектор, компьютер, слайдтар, магнитофон, телевизор.

Дәрес планы:

  • Ойоштороу моменты

  • Маҡсатҡа сығыу

  • Тема үҙләштереү

  • Өй эше биреү

  • Йомғаҡлау

  • Баһалау

Дәрес барышы:

Уҡытыусы:

- Хәйерле көн Мин Бикҡужина Зоя Миңләхмәт ҡыҙы булам. Бәләбәй районы башҡорт гимназияһында дәрес биреүемә мин бик шатмын. Әйҙәгеҙ, бер-беребеҙгә йылмайып алайыҡ әле. Һеҙ бик шат күренәһегеҙ беҙ бер-беребеҙҙе аңлап дәрестә күп эштәр башҡарырбыҙ тип уйлайым.

Бөгөн көн йылымы, һалҡынмы?

Ерҙә ап-аҡ булып нимә ята?

Йылдың ниндәй миҙгеле инде?

Дәрес башында балаларға шундай уйын тәҡдим итәм:

Балалар, үҙегеҙҙе ҡар бөртөктәре тип хис итегеҙ (талғын ғына көй яңғырай). Ҡар яуа. Ҡар бөртөктәре күңелле, матур итеп һауала өйөрөлә (балалар бейей).

Башта бәләкәй ҡар бөртөктәре төшә (ҡыҙҙар ултыра). Һуңынан эрерәктәре төшә (малайҙар ултыра).

Ҡояш сығыу менән, ҡар бөртөктәре уянып, бер-береһенә йылмайып ҡарай, “Хәйерле иртә”, - ти (хор менән ҡабатлайҙар).

Ҡалған йоҡоно ҡыуҙыҡ. Һеҙҙең йылмайыуығыҙҙы күреү миңә бик күңелле. Был көн һеҙгә тик шатлыҡтар, уңыштар ғына алып килһен”.

Әйҙәгеҙ әле башҡортса таҙа, дөрөҫ һөйләшеү өсөн тын юлдарына гимнастика эшләп, телебеҙҙе шымартып, дөрөҫ итеп, хатаһыҙ әйтергә күнектереп алайыҡ. Тын алыу күнекмәләре:

Тышта ниндәй саф һауа! Әйҙәгеҙ ошо таҙа ҡышҡы саф һауаны танау менән тәрән һулап сығарабыҙ. Башҡорт телендә дөрөҫ һөйләшер өсөн телдәрҙе шымартып күнегеүҙәр эшләп алайыҡ.

Артикуляцион күнегеүҙәр

Башҡорт теленең специфик өндәрен ҡабатлау ә,ө,ү,ҡ,ң.  Һкав өнөнөң дөрөҫ әйтелешен ҡабатлау.  Һ-һа-һә-һо-һө-һы-һи-һе.



Был эште төрлө уйын алымдары аша үткәреү кәрәк: елдең йыры – шшш, насостың йыры – ссс, серәкәйҙең йыры – ззз, бал ҡортоноң йыры – ҙҙҙ һ.б. Аҙаҡ был өндәр булған һүрәттәр күрһәтелә, был һүҙҙәрҙә елдең йыры ишетерлек итеп әйтеү маҡсаты ҡуйыла: шшшар, башшшлыҡ, ташшш һ.б





Телтөҙәткес;

Тә-тә-тә - ултырабыҙ дәрестә

Са-са-са – һөйләшәбеҙ башҡортса

Ый-ый-ый-уҡыусы шиғыр уҡый

Ыш-ыш-ыш- беҙ шундай тырыш.

Башҡорт телендә дөрөҫ һөйләшер өсөн телдәрҙе тағы ла шымартып алайыҡ әле.

Бишле билдә, биш ле билдә,

Бишле билдә бик шәп шул

Бишкә уҡып, гел тырышып,

Бишле генә алам шул



Фонетик күнегеү.

Аҡ ашъяүлыҡ таптым,

Ер өҫтөнә яптым. Был нимә ҠаБеҙ һеҙҙең менән нимә уҡыныҡ? Шиғырмы, мәҡәлме, әйтемме, әллә йомаҡмы?

Яуап: йомаҡ.

  • Ә йомаҡ булғас, уның яуабы ла булырға тейеш бит. Нимә тураһында һүҙ бара икән, әйҙәгеҙ уйлап ҡарайыҡ әле.

Уҡыусыларҙың яуабы - ҡыш.

Өйгә эште тикшереү

!-се вариант. Һоҡланғыс та һуң Башҡортостанда ҡыш. Күктә, күбәләктәй өйөрөлөп ҡар бөртөктәре яуа. Яңы яуған ҡарға бар тәбиғәт шатлана.

-се вариант. Салт аяҙ көндә ҡар өҫтөндә ғәжәп матур булып ынйылар емелдәшә. Ә зәңгәр күкте болот ҡаплап, дауыл ҡупһа, тағы күҙгә бер генә нәмә лә күренмәй.

Уйын тәҡдим итәм:

Балалар, үҙегеҙҙе ҡар бөртөктәре тип хис итегеҙ (талғын ғына көй яңғырай). Ҡар яуа. Ҡар бөртөктәре күңелле, матур итеп һауала өйөрөлә (балалар бейей). Башта бәләкәй ҡар бөртөктәре төшә (ҡыҙҙар ултыра). Һуңынан эрерәктәре төшә (малайҙар ултыра).

Ҡояш сығыу менән, ҡар бөртөктәре уянып, бер-береһенә йылмайып ҡарай, “Хәйерле иртә”, - ти (хор менән ҡабатлайҙар).

Һеҙҙең йылмайыуығыҙҙы күреү миңә бик күңелле. Был көн беҙгә тик шатлыҡтар, уңыштар ғына алып килһен.

Ял минуты.

Бөгөнгө дәресебеҙ әҙәбиәтебеҙ аҡһаҡалы Мостай Кәримгә арнала. Бөгөнгө дәрестең темаһы “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”. Мостай Кәримдең һуғыш йылдарына арналған ижадына арнала. Ә хәҙер иғтибарығыҙҙы экранға йүнәлтеүегеҙҙе һорайым. (экранда)

Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!

Эйәрләне атай, ялын үреп.

Аҡбуҙ аттың ярһыу, ап-ағын,

Әсәм һуҙа дәһшәт ҡылысының

Ҙур яуҙарҙа еңеп ҡайтҡанын.

Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!

Шиғырҙан өҙөккә һорауҙар биреү:

- Уҡыусылар, был шиғырҙа кем фронтҡа китә? (Лирик герой)

- Был өҙөктә ниндәй фронт, ниндәй һуғыш тураһында һүҙ бара? (Бөйөк Ватан һуғышы)

- Шағир ни өсөн был шиғырҙы яҙған? (Сөнки ул үҙе лә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан һәм ул һуғышҡа китер алдынан ошо шиғырҙы яҙған)

- Лирик герой һуғышҡа нисек әҙерләнә? (Аҡбуҙ атын эйәрләй, ҡулына ҡылыс ала)

- Дөрөҫ, уҡыусылар! Ә хәҙер уның һуғыш йылдарындағы тормош юлы тураһында уҡып китәйек. (Дәреслектән шул өҙөктө уҡып китеү, шуның буйынса һорауҙар биреү)

- Шулай итеп, уҡыусылар, Мостай Кәрим һуғышта ниндәй вазифалар башҡарған? (Элемтә бәйләнеше начальнигы, артиллерея дивизион штаб начальнигы, фронт гәзите корреспонденты)

- Тимәк, уҡыусылар, Мостай Кәрим фашистарға ҡаршы нимә менән һуғышҡан? (ҡәләм менән)

- Эйе, Мостай Кәрим фашистарға ҡаршы ҡорал менән дә, ҡәләм менән дә һуғышҡан.

- Мостай Кәримдең ниндәй әҫәрҙәрендә һуғыш тематикаһы сағылған? «Оҙон-оҙаҡ баласаҡ», «Беҙҙең өйҙөң йәме», «Өс таған», «Ҡара һыуҙар», «Айгөл иле», «Үлмәҫбай», «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» һ.б.)

- Ә хәҙер экранда уның әҫәрҙәренән бер нисә өҙөк сығасаҡ. Был өҙөктәр уның ниндәй әҫәрҙәренән алынған икән?

1.Һуғыш ул, балалар, ҡот осҡос нәмә. Кешеләргә бик күп ҡайғы-хәсрәттәр килтерә ул. Аҙмы емерелгән, яндырылған ауылдар, ҡалалар үттек беҙ - әйтеп бөтөргөһөҙ.

Ҡапыл мин ситтәге бер өйҙә бала илаған тауыш ишеттем.

Мин шул өйгә йүгереп керҙем. Керһәм – иҙәндә үлек әсә ята. Уның эргәһендә бер ҡыҙ бала илап ултыра. Ни эшләргә белмәйем. Ул миңә ҡапыл: “Атай!” – тип өндәште. (“Беҙҙең өйҙөң йәме”)

2. Өйгә ингәс, Нәғимә инәй ейәнен эргәһенә ултыртты ла арҡаһынан тағы бер ҡат һөйөп алды.

-Миҙал килешеп тора үҙеңә.

-Ысынлапмы, өләсәй?

-Өләсәйең бушты һөйләмәҫ. Бына һин, биш ҡыш һабаҡ уҡыған кеше, өләсәйеңә төшөндөрөп бирсе: миҙалды ни өсөн бирәләр?

-Батырлыҡ өсөн. Бында шулай тип яҙылған да, өләсәй. Русса.

-Ярай, быныһын аңлаттың, рәхмәт. Ә кемгә бирәләр уны?

-Батырҙарға.

Нәғимә инәй ейәненең күкрәгенә эйәге менән ишара яһаны.

-Ә быны кемгә биргәндәр?

-Беләһең инде өләсәй.... Атайыма.

-Шулай булғас, уны кем тағырға тейеш ине?

-Атайым да... Ул ҡайтманы ла баһа. Мин ни уны, өләсәй, атайымдың төҫө итеп кенә таҡҡайным. («Өс таған»)

3. Һәйкәл тора. Имеш, һөйләйҙәр,

Был билдәһеҙ һалдат һәйкәле.

Билдәһеҙме ошо баҡыр кеше?

Билдәһеҙме, Хәтер, әйт әле?!

Атакаға күтәрелдек бергә,

Йыға һуҡты әжәл бер мәлде,

Ваҡытлыса йәнә терелдем мин,

Ул – мәңгелек һынға әйләнде. (“Билдәһеҙ һалдат”)

4. Уҡытыусы:

- Ошо өҙөктәрҙән һуғышты сағылдырған урындарҙы йәки һуғыш менән бәйле урындарҙы табығыҙ.

А) “Беҙҙең өйҙөң йәме” – емерек өйҙәр, янған баҡсалар

Б) “Өс таған” – миҙал

В) “Билдәһеҙ һалдат” – һәйкәл

Г) “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ” – госпиталь, яра (уҡыусылар яуап биргән һайын ҡылыс эргәһенә ошо темаға арналған һүрәттәрҙе элә барыу)

Уҡытыусы:

- Ошо образдарҙан сығып, һуғышты һеҙ нисек күҙ алдына килтерәһегеҙ?

- Мостай Кәримдә һуғыш ниндәй эҙҙәр ҡалдырған? (Ул һуғышта яралана, миҙалдары, ордендары бар)

Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа

Шулай итеп, Мостай Кәримдең әҫәрҙәрендә һуғыш темаһын трагик яҡтан да, юмор яҡтан да аса. Ләкин уның һәр бер әҫәрендә еңеүгә ышаныс бар. Яҡты өмөттәр, йәшәү, мөхәббәт тигән изге тойғо - бына нимәләр кәрәк еңеү өсөн. Ә еңеү Мостай Кәрим һүҙҙәре менән әйткәндә:

Еңеү! Ҡояш балҡый бер битеңдә,

Бер битеңдә - моңһоу ай һаман,

Бер күҙеңдән шатлыҡ нуры һибелә,

Бер күҙеңдән һаман йәш тама...

Мостай Кәримдең үҙе өсөн дә еңеү бер яҡтан шатлыҡ. Киләсәк тормошҡа ышаныс, ә икенсе яҡтан һуғыштан әрнеү, ғазап, яра ҡалған. Ул 1942 йылда ҡаты яралана һәм пуля уның комсомол билетын үтә тишеп, йөрәккә саҡ ҡына етмәй ҡала һәм һуңынан ул “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа” тигән шиғырын яҙа. (Ошо шиғырҙы уҡытыусының яттан һөйләүе).

Мостай Кәримдең беҙҙең аранан китеүенә йөрәгебеҙ әрней. Уның аҫыл әҫәрҙәрен уҡып, талантлы шағирыбыҙҙы һағынабыҙ. Юғалтыу ғазабы йөрәктәрҙе, күңелдәрҙе өйкәй, ә шулай ҙа уның әҫәрҙәре, шағир эйәрләгән аҡбуҙ һымаҡ, беҙҙең күңелдәрҙә дауыл ҡуптара.

Йәшәйһе бар, һаҡла үҙеңде”, - тиһең.

Теләктәрең, эйе, хаҡ һымаҡ.

Ләкин мин бит бөтә ғүмерем буйы

Бәйгеләрҙә сапҡан ат һымаҡ.

Донъя беҙҙән генә ҡалмаған ул,

Бер саҡ килер үлем – ят ҡунаҡ,

Ауһам ине шул саҡ бәйгеләрҙә

Йөрәге ярылып үлгән ат һымаҡ.

Шағирҙың теләге ысынға тап килде. Уның тормошо бәйгеләргә сыҡҡан Аҡбуҙға тиң. Дәрес башында таҡтаға эленгән аҡбуҙ образы ул шағирҙың үҙен һынландыра. Ике ҡанатлы аҡбуҙ һымаҡ ярһыу йөрәкле, сая. Ҡылыс һәм ҡәләм менән Мостай Кәрим яугир һәм шағир булып тыныслыҡ өсөн көрәште.

Шулай итеп, уҡыусылар, дәрестә һеҙ бөгөн үҙегеҙгә ниндәй яңылыҡ алдығыҙ? Нимәләр белдегеҙ? Үтелгәнде ҡыҫҡаса йомғаҡлап китеү.

Дәрестә барығыҙ ҙа бик актив булдығыҙ, яуап биргән өсөн алған ҡар бөртөктәрегеҙ - ул һеҙҙең уның әҫәрҙәрен яҡшы белеп, белемдәрегеҙҙе күрһәтеп алған ҡар бөртөктәре, шағир иҫтәлегенә һеҙҙең яҡты хистәрегеҙ булһын.

Өйгә эш Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа шиғырының оҡшаған строфаларын ятларға.

Тып-тын ғына йомшаҡ ҡарҙар яуа.

Аҡ сафлыҡҡа донъя күмелә...

Күбәләкләп төшкән шушы ҡар ҙа

Юҡҡа яумай кеүек... Кем белә...

Әйләнгәләп, ап-аҡ ҡар бөртөгө

Устарыма минең юл таба...

Ниндәй матур донъя! Ниндәй матур!



Автор
Дата добавления 07.11.2015
Раздел Другое
Подраздел Конспекты
Просмотров297
Номер материала ДВ-131670
Получить свидетельство о публикации

"Инфоурок" приглашает всех педагогов и детей к участию в самой массовой интернет-олимпиаде «Весна 2017» с рекордно низкой оплатой за одного ученика - всего 45 рублей

В олимпиадах "Инфоурок" лучшие условия для учителей и учеников:

1. невероятно низкий размер орг.взноса — всего 58 рублей, из которых 13 рублей остаётся учителю на компенсацию расходов;
2. подходящие по сложности для большинства учеников задания;
3. призовой фонд 1.000.000 рублей для самых активных учителей;
4. официальные наградные документы для учителей бесплатно(от организатора - ООО "Инфоурок" - имеющего образовательную лицензию и свидетельство СМИ) - при участии от 10 учеников
5. бесплатный доступ ко всем видеоурокам проекта "Инфоурок";
6. легко подать заявку, не нужно отправлять ответы в бумажном виде;
7. родителям всех учеников - благодарственные письма от «Инфоурок».
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://infourok.ru/konkurs


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ


Идёт приём заявок на международный конкурс по математике "Весенний марафон" для учеников 1-11 классов и дошкольников

Уникальность конкурса в преимуществах для учителей и учеников:

1. Задания подходят для учеников с любым уровнем знаний;
2. Бесплатные наградные документы для учителей;
3. Невероятно низкий орг.взнос - всего 38 рублей;
4. Публикация рейтинга классов по итогам конкурса;
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://urokimatematiki.ru

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх