Инфоурок Начальные классы КонспектыПлан урока на тему "Антонимы" (4 класс)

План-конспект урока по русскому языку по теме «Синонимы и антонимы. Их употребление в русской речи»

Файл будет скачан в форматах:

  • pdf
  • docx
696
24
23.01.2025
«Инфоурок»

Материал разработан автором:

Путятина Надежда Васильевна

Преподаватель

Об авторе

Категория/ученая степень: Высшая категория
Место работы: КОГПОБУ "Омутнинский колледж педагогики, экономики и права"
Я преподаватель иностранных языков высшей категории, веду уроки английского и немецкого языков в Омутнинском колледже педагогики, экономики и права, имею стаж работы 25 лет. Уже год я являюсь автором методических разработок на маркетплейсе "Инфоурок", стараюсь создавать творческие, методически ценные, полезные материалы. Победитель Летнего марафона методических разработок 2024 года от маркетплейса "Инфоурок". В прошлом году я прошла курсы переподготовки на infourok.ru по программе "Русский язык и литература: теория и методика преподавания в образовательной организации" , и мне присвоена квалификация "Учитель русского языка и литературы". Свободное время люблю проводить за чтением книг. Моё любимое произведение - знаменитая книга известной американской писательницы Маргарет Митчелл "Унесённые ветром". Я считаю, что старание и упорство всегда помогут достичь поставленной цели!
Подробнее об авторе
План-конспект урока по русскому языку по теме «Синонимы и антонимы. Их употребление в русской речи» предназначен для проведения урока - семинара в 10 - 11 классах средней общеобразовательной школы, а также для студентов 1 курса СПО. Цели урока: 1. Углубить знания обучающихся по теме «Синонимы и антонимы» и определить сферу их употребления. 2. Воспитание гражданина и патриота, формирование представления о русском языке как духовной, нравственной и культурной ценности народа; осознание национального своеобразия русского языка. Список использованной литературы: 1. Гусарова И.В. Русский язык и литература. Русский язык : 10 класс: базовый и углублённый уровни: учебник для общеобразовательных организаций/ И.В. Гусарова.-3-е изд. 2. Гольцова Н.Г., Шамшин И.В., Мищерина М.А Русский язык. 10 — 11 классы: Учебник для общеобразовательных учреждений. - 5-е изд., испр. 3. Греков В.Ф, Крючков С.Е, Чешко Л.А. Пособие для занятий по русскому языку в старших классах средней школы./ В.Ф. Греков, С.Е. Крючков, Л.А.Чешко. Материал доступен педагогам для скачивания в форматах docx и pdf.

Краткое описание методической разработки

План-конспект урока по русскому языку по теме «Синонимы и антонимы. Их употребление в русской речи» предназначен для проведения урока - семинара в 10 - 11 классах средней общеобразовательной школы, а также для студентов 1 курса СПО.

Цели урока:

1. Углубить знания обучающихся по теме «Синонимы и антонимы» и определить сферу их употребления.

2. Воспитание гражданина и патриота, формирование представления о русском языке как духовной, нравственной и культурной ценности народа; осознание национального своеобразия русского языка.

Список использованной литературы: 

1. Гусарова И.В. Русский язык и литература. Русский язык : 10 класс: базовый и углублённый уровни: учебник для общеобразовательных организаций/ И.В. Гусарова.-3-е изд.

2. Гольцова Н.Г., Шамшин И.В., Мищерина М.А Русский язык. 10 — 11 классы: Учебник для общеобразовательных учреждений. - 5-е изд., испр. 

3. Греков В.Ф, Крючков С.Е, Чешко Л.А. Пособие для занятий по русскому языку в старших классах средней школы./ В.Ф. Греков, С.Е. Крючков, Л.А.Чешко. 

Материал доступен педагогам для скачивания в форматах docx и pdf.
 

Развернуть описание

План урока на тему "Антонимы" (4 класс)

Скачать материал

Тема: Антонимдар

Текст өҫтөндә эш: Ф.Фәтҡуллина “Эшҡыуарҙар”

Маҡсаттар:

1. Уҡыусыларға грамматик теманы аңлатыу, антонимдарҙы текстан табырға өйрәтеү.

2. Уҡыусыларҙың бәйләнешле һөйләү телмәрен, тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү, һүҙлек байлығын арттырыу.

3. Халыҡ ижадына һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятыу; әхлаҡи сифаттар тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: дәреслектәр, мультимедиапроектор.

Дәрес барышы.

Ойоштороу: (слайд 1)

Һаумыһығыҙ, балалар!

Яҡшы үтһен көнөгөҙ!

Тик уң булһын эшегеҙ!

Яман эштән ҡараймаһын,

Һул яҡтарға тайпылмаһын,

Балҡып торһон йөҙөгөҙ!

Теманы асыу, проблемалы һорау ҡуйыу:

-           Кескәй дуҫтарым, тасуири итеп ошо шиғырҙы уҡып сығайыҡ әле! Ниндәй матур теләктәр шулай бит!? Ә хәҙер икенсе төҫ менән  күрһәтелгән һүҙҙәрҙе тәржемә итеп ҡарайыҡ әле. Кем тиҙерәк, кем етеҙерәк?

Балалар тәржемә итә. Яуаптарҙы тикшерәбеҙ. (слайд2)

-           Дөрөҫ, аҡыллыларым минең! Был һүҙҙәр ниндәй мәғәнәле һүҙҙәр?

-           Ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәр. Ә ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәрҙе беҙ нисек атап йөрөтәбеҙ? (уҡыусыларҙың яуаптары тыңланыла). Дөрөҫ, афарин, үҫкәндәрем, улар антонимдар тип атала. (слайд3).

Тимәк, бөгөн беҙ һеҙҙең менән ниндәй теманы үтәсәкбеҙ?

Антонимдар темаһын!

Дөрөҫ, уңғандарым, бөгөн беҙ һеҙҙең менән антонимдар тураһында һөйләшәсәкбеҙ. (слайд4). Әйҙәгеҙ, дәфтәрҙәрҙе асып, матур итеп бөгөнгө числоны, дәрестең темаһын яҙып ҡуяйыҡ.

- Әйҙәгеҙ әле, киләһе слайдҡа күҙ һалайыҡ. Унда бик матур бер мәҡәл бирелгән. Кем тасуири итеп уҡып күрһәтәм ти?

Балалар уҡый.

Һөнәрле һөнәрен күрһәтер, һөнәрһеҙ үҙен күрһәтер.

- Нисек аңлайһығыҙ был әйтемде? Уҡыусылар яуаптарын әйтә.

Уҡыусы һығымта яһай: - Эйе, балалар, кешенең күрһәтер һөнәре, һәләте бар икән, ул үҙен бар яҡлап аса ала, ә тотоп ҡына күрһәтер эше, һөҙөмтәһе булмаһа, юҡ ерҙән бар яһай алмай, шулай бит.

Антонимдар был мәҡәлдә: һөнәрле-һөнәрһеҙ.

Ә һөнәр һүҙе нисек рус теленә тәржемә ителә, кем белә? Балалар тәржемә итә.

- Һөнәр – ул професия, шулай бит. Ә һеҙ, уҡыусылар, ниндәй профессиялар беләһегеҙ? Әйҙәгеҙ, һанап китәйек әле.

Балалар һөнәрҙәрҙе әйтәләр: табиб, водитель-шофер, уҡытыусы, менеджер, һатыусы һ.б.

-Һай, афарин, балалар! Ниндәй төрлө-төрлө һөнәрҙәрҙе беләбеҙ икән беҙ! Һәр һөнәр эйәһе ихтирамға, хөрмәткә лайыҡ. Ә һеҙ беләһегеҙме, балалар, беҙ бөгөн һанап киткән бик күп һөнәрҙәр борон-борондан халҡыбыҙ кәсебе (промысла народные) булып, элек-электән йәшәп килә. Ниндәй һөнәрҙәрҙе һеҙ атап китә алыр инегеҙ? Бөгөнгө көн, мәҫәлән, бик заманса булған (актуаль) - йырсы, шағир, оратор, уҡытыусы, эшҡыуар (предприниматель), фермер кеүек һөнәр эйәләре элек нисек аталған икән?

Уҡыусыларҙың яуаптары тыңланыла.

-Рәхмәт, йәш дуҫтарым! Ысынлап та, борондан халҡыбыҙҙың ерле кәсеп-һөнәрҙәре бөгөнгө көн профессияларға башланғыс биргән дә инде. Иғтибар менән ҡарап үтәйек әле (слайдтар китә: 6-10). Һәр береһенә туҡталып, аңлатып китәм. Сәсән кем ул, ниндәй сәсәндәрҙе беләһегеҙ? Уларҙың ҡулында айырылғыһыҙ юлдашы – думбыра һәм ҡумыҙ  булған, күрһәтеп китәм. Мөғәллимдәр, шәкерттәр, абыстайҙар тураһында һөйләп үтәм. Бөгөн уларҙың эшен дауам итеүсе, мин уларҙың ейәнсәре. Ярлы шәкерттәр, аҡсалары булмаһа, уҡыуҙары өсөн аҙыҡлата түләгәндәр, йә булмаһа, мәҙрәсәлә бөтә булған физик эште башҡарғандар. Был – бартер тип атала. Артабан сауҙагәрҙәр тураһында. Улар – иң бай халыҡ булған. Улар алыпһатарлыҡ иткән, хәҙер уларҙы эшҡыуарҙар тип атап йөрөтәләр. Борон халыҡ кәсебенә бәйле килеп сыҡҡан, бөтөнләй икенсе төрлө аталған һөнәрҙәр хәҙер нисек атала икән? Слайдтан №11 ҡарап үтәбеҙ.  Уҡыусылар, ә ҡайҙа беҙ һеҙҙең менән тағы ла антонимдарҙы күрҙек? (яуап: боронғо-хәҙерге). Дөрөҫ, уңғандарым!

Ә бына бөгөнгө көн популяр булған эшҡыуар профессияһы кемегеҙгә оҡшай? Уның эше нимә менән бәйле? Йә, ҡулдарығыҙҙы күтәрегеҙ әле, кем эшҡыуар – предприниматель булғыһы килә?

Уҡыусылар ҡулдарын күтәрә. Айырым һәр уҡыусы менән һөйләм төҙөү китә.

-         Әйҙә, бергәләп, минең эшҡыуар булғым килә! Тип әйтәйек әле. Индивидуаль эш төрө. Дәфтәрҙәргә яҙып ҡуябыҙ.

Уҡыусылар, беҙҙең алда ҡағыҙ битендә Ф.Фәтҡуллинаның “Эшҡыуарҙар” тип аталған тексы ята. Ул нимә тураһында икән? Балалар яуап бирә.

-Эйе, әйҙәгеҙ, беҙ уның менән танышып китәйек әле. Тәүҙә мин һеҙгә тасуири итеп уҡып ишеттерәм, һеҙ иғтибар менән тыңлап ултыраһығыҙ. Артабан дауам итәрһегеҙ. Текст буйынса һорауҙар буласаҡ.

Уҡытыусы уҡый.

-Уҡыусылар, текст нимә тураһында? Ҡыҫҡаса йөкмәткеһенә туҡталабыҙ. Ниндәй таныш һөнәрҙе ишеттегеҙ? “Һатыусы”.

Артабан уҡыуҙы дауам итәбеҙ.

Балалар уҡый.

-           Уҡыусылар, тағы ла ниндәй һөнәр эйәләрен осраттыҡ текста? (бухгалтер, кассир). Дөрөҫ, үҫкәндәрем.

-           Китаптар – ҡыйбат, дәфтәрҙәр – арзаныраҡ, тигән һөйләмде уҡыныҡ, балалар. Ҡайҙа бында беҙ бөгөн өйрәнгән антонимдар? Ҡыйбат-арзан. Дөрөҫ, афарин! (слайдтан ҡарап яҙалар).

-           Яңы һүҙ ишеттек, шулаймы? Мин һеҙгә һөнәрҙәрҙе, боронғо башҡорт халҡының кәсептәрен һөйләгәндә, бартер тигән һүҙҙе ҡулланғайным. Тимәк, нимәне аңлата икән был һүҙ? Эйе, уҡыусылар, бартер – ул әйберләтә алыштырып алыу була. Борон аҡса урынына сауҙагәрҙәр әйберләтә тауарҙары менән алыш-биреш иткәндәр. Мәҫәлән, ҡиммәтле тиреләтә, батман-батман бал, көтөү мал менән.

Текстан ниндәй яңы һүҙҙәр белдек? Әйҙәгеҙ, тағы бер ҡат ҡабатлап китәйек әле:

Ваҡытлыса – временно

Бурыс – долг

Тере аҡса – живые деньги (өйҙә күсереп яҙып килергә).

Текстан һуң һорауҙарға яуап бирәбеҙ.

Ял минуты.

-Уҡыусылар, арып киттек, эшләй-эшләй, әйҙәгеҙ, ял итеп алайыҡ. Башҡорт халҡының милли көйҙәренә өҙә баҫып алайыҡ әле.

Ҡумыҙ – ҡулдарҙы өҫкә күтәреп сиртәбеҙ,

Думбыра – ҡулдарҙы яурын тәңгәлендә сиртәбеҙ,

Ҡурай – тыпырлайбыҙ. Башланыҡ! Уҡытыусы балалар менән бергә хәрәкәттәр эшләй.

-Ял да итеп алдыҡ. Кире урындарға ултырҙыҡ.

Үтелгәнде нығытыу.

-Үҫкәндәрем, шулай итеп беҙ һеҙҙең менән бөгөн нимәләр белдек? Ниндәй яңы һүҙҙәр өйрәндек, әйҙәгеҙ иҫкә төшөрөп китәйек әле.

Уҡыусылар яуап бирә.

-Шулай, уңғандарым! Беҙ бөгөн антонимдарҙы үттек, уларҙы дәфтәрҙәргә яҙып барҙыҡ, тасуири уҡыныҡ, тәржемә иттек. Борон халҡыбыҙҙың кәсептәре, элекке һөнәрҙәре менән таныштыҡ. Әйҙәгеҙ, дәрес һуңында халҡыбыҙҙың тағы ла бер матур мәҡәлен уҡып китәйек әле. (һуңғы слайд)

Рефлексия.

Ниндәй һорауҙарығыҙ бар? Барыһы ла аңлашылдымы?

Баһалау. Өй эшен биреү. Яңы һүҙҙәрҙе яҙып, ятлап килергә.

Һау булашыу.

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "План урока на тему "Антонимы" (4 класс)"
Смотреть ещё 6 054 курса

Методические разработки к Вашему уроку:

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Краткое описание документа:

Дәрес тураһында бихисап мәҡәләләр, китаптар яҙылған. Белем биреүҙең йөкмәткеһе һәм маҡсаттары үҙгәрә, уҡытыуҙың яңы саралары тәҡдим ителә, әленән-әле реформалар тыуып тора, ләкин дәрес белем биреүҙең төп формаһы булып ҡала килә.

Күпме генә  яңылыҡтар индерелһә лә, уҡытыусы менән уҡыусы дәрестең төп геройҙары булыуҙан туҡтамай. Уҡытыусының уҡыусыны шәхес итеп ҡабул итеүе, уның кисерештәренә, эске донъяһына иғтибарлы булыуы мөһим. Ә шәхесте үҫтереүҙең төп факторы – эшмәкәрлек. Эшмәкәрлек – баланың уйыны, уҡыуы, һөйләүе, фекерләүе ул. Шуға күрә, һәр уҡытыусы дәрескә план төҙөгәндә түбәндәге һорауҙарҙы күҙ уңында тотоп, уға ижади ҡараш аша килергә тейеш:

Ни өсөн? (һәр эштең маҡсаты билдәләнә);

Нисек? (уның тормошҡа ашырыу юлдары билдәләнә);

Нимәгә өлгәшергә тейеш? (һәр эштән ниндәй һөҙөмтә көтөлә).

Бөгөнгө көн мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуҙың сифатын күтәреүҙә башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен ҡулланыу дәресте бар яҡлап байыта, уҡыусыла предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу, ихтирам, һөйөү тәрбиәләй. Фольклор үҙе үк тормош мәктәбе, башҡорт халҡының тере тарихы, милли паспорты. Телде өйрәнгәндә уны ҡоро күнегеүҙәр менән генә өйрәтеү артыҡ ҙур һөҙөмтәләр бирмәй. Милли традицияларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йола поэзияһын, сәсәнлек мәктәбен, халыҡ медицинаһы, мәҙәниәте, халыҡтың кәсептәре кеүек темаларҙы грамматик темаға үреп алып барыу – һәр дәрестә ҡуйылған маҡсатҡа ирешергә ярҙам итә. 

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

7 365 024 материала в базе

Скачать материал

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

Скачать материал
    • 04.12.2014 1280
    • DOCX 48.5 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Сатлыкова Альфия Миратовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Сатлыкова Альфия Миратовна
    Сатлыкова Альфия Миратовна

    учитель башкирского языка и литературы

    • На сайте: 10 лет и 7 месяцев
    • Подписчики: 4
    • Всего просмотров: 61860
    • Всего материалов: 25

    Об авторе

    Шиғри әҫәр – мең йәшәр. Хәтеремдә, Әлфиә менән тәүге танышҡан саҡта, “Ә һинең исемең ниндәй мәғәнә аңлата?” – тип һораным. Ул, яғымлы йылмайып: “Минең исем матур мәғәнәгә эйә. “Шиғри әҫәр – мең йәшәр” тигәнде аңлата,” – тип яуапланы… Халыҡта исеме есеменә тап килеп тора, тиҙәр ҡайһы саҡта. Әлфиәгә ҡарата ла мин ошо уҡ һүҙҙәрҙе әйтер инем. Ысынлап та ул ижад кешеһе. Беҙҙең уҡыу йортона килгән көндән уның моңло тауышын ишетеп күптәр һоҡланды. Ошо уңайҙан да мин, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алмай, тағы һорай ҡуйҙым: “Әлфиә, ә ниңә һин сәнғәт юлынан китмәнең? Теләгең булманымы?” Ҡыҙыҡай, уйсан күҙҙәрен миңә төбәп былай тип яуап бирҙе: “Сәнғәт – минең күңелемдә… Әлбиттә, яратҡан йырымды мин күңелгә ятҡан шөғөл булараҡ ҡына түгел, ә профессиональ кимәлдә бик теләп өйрәнер инем, тик уҡытыусылар “затынан” булыуым үҙенекен итте…” Уҡытыусы һөнәрен дә бер ҙә юҡҡа һайламаған ҡыҙ. Уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып, ҡанат нығытып, артабан ошо юлдан китеүе үкенеү тойғоһо түгел, ә ғорурлыҡ һәм ихтирам уята. Күптәр уны “Аҡмулла ейәнсәре” тип белә. Бөйөк остазыбыҙ Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған кисәләрҙә саф аҡтан кейенеп, думбыра сиртеп, мөнәжәт әйтеү генә түгел, ә ҡыҙҙың күңелендәге сәсәнгә ҡарата йәшәгән оло һөйөүе, уларҙың, нисектер, сәсән менән оҡшаш булыуы, Аҡмулла тип янып тороуы ошо ҡараш тыуҙырҙы… Аҡмулла юлдары уны хатта Ҡаҙағстан тарафтарына ла алып барҙы, Халыҡ-ара конференцияла ҡатнашып, почетлы грамота менән бүләкләнде. Һанай китһәң, ҡыҙҙың уңыштары бер бының менән генә бөтмәй әле. Студенттар араһында үткәрелгән “Йәш уҡытыусылар” мәртәбәле конкурсында еңеүе лә Әлфиәнең бөгөнгө юлды һайлап яңылышмауын тағы бер тапҡыр дәлилләй. “ Кешенең эске донъяһы иҫ китес бай һәм күркәм дә, фәҡир һәм хәшәрәт тә!..Унда фәрештәләргә лә, изге ниәттәргә лә – һәммәһенә лә урын табыла. Бер теләгем бар: Яҡшылыҡ унда мыҫҡаллап түгел, ә өйөп-өйөп йыйылһын ине! Яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ, тип йырлаһалар ҙа, һәр кем үҙ тормошон үҙе биҙәп ҡора. Ниндәй биҙәктәр һалыуы ғына һәр кемдең үҙенән тора…” – ти Әлфиә. Әлбиттә, уйҙарың хаҡ, Әлфиә. Ғүмерең сағыу биҙәктәргә бай булһын тип кенә теләргә ҡала.

Оформите подписку «Инфоурок.Маркетплейс»

Вам будут доступны для скачивания все 353 930 материалов из нашего маркетплейса.

Мини-курс

Государственная политика и современные тенденции в образовании

2 ч.

699 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психолого-педагогические аспекты развития когнитивных и адаптивных способностей учащихся

3 ч.

699 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Управление контентом: разработка технических заданий, брифов и редакционных стандартов

4 ч.

699 руб.
Подать заявку О курсе
Смотреть ещё 6 054 курса