Инфоурок Другое Другие методич. материалыПланирование на тему "оценочные материалы"

Планирование на тему "оценочные материалы"

Скачать материал

        Башҡорт теленән 5 класс уҡыусылары өсөн

методик һәм баһалау материалдар

5 класс уҡыусылары өсөн методик һәм баһалау материалы башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү өсөн тәғәйенләнгән. Материалдар төп дөйөм белем биреү Федераль дәүләт стандарттары талаптары нигеҙендә төҙөлгән. Федераль дәүләт стандарттарына ярашлы, Дыуан районы Мәсәғүт лицейында 5 класта уҡыусы башҡа милләт балалары башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Шуға күрә тәҡдим ителгән методик һәм баһалау материалы башҡорт телен сит тел булараҡ өйрәнеү, үҙләштереү кимәлен, практик йәһәттән ҡулланыу күнекмәләрен тикшереүгә, предмет буйынса алған белемдәре һөҙөмтәләре динамикаһын күҙәтергә һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалашыу кимәлен билдәләргә йүнәлтелгән.

Уҡыусыларҙың төп дөйөм белем биреү программаһын үҙләштереүенең йомғаҡлау (һөҙөмтә) баһаһы булып предмет һәм метапредмет һөҙөмтәләргә эйә булыуы тора. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре лә, яҙма эштәр үткәреү методикаһы ла бик үҙенсәлекле. Шуға күрә, бер яҡтан, контроль-тикшереү эштәр, уларға ҡуйылған баһалар, уҡыусыларҙың башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын уятыу, дәртләндереү, ыңғай ҡараш формалаштырыу сараһы булып торһа, икенсе яҡтан, ул - уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү, баһалау, динамикаһын күҙәтеү, балаларҙың универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү кимәлен билдәләү. Былар бөтәһе лә уҡытыу-өйрәтеүгә етди ҡараш булдырыуҙы, ижади эшләүҙе талап итә.

Контроль эштәр төрлө типтағы күнегеүҙәрҙе тәшкил итә: төрлө характерҙағы диктант, инша яҙыу, һүҙҙәрҙе тәржемә итеү, һорауҙарға тулы яуап биреү, төшөп ҡалған хәрефтәрҙе, һүҙҙәрҙе яҙыу, һөйләмдәрҙе, кескәй тексты тәржемә итеү, дөрөҫ яуапты табыу, артыҡ һүҙҙе табыу, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр, текст төҙөү һәм башҡалар. Шулай уҡ контроль-тикшереү материалдарының төрлө формалары бирелә: үтелгәндәр буйынса контроль диктанттар, текст менән эш диагностикаһы, тест һорауҙары. Эштәр һәр класҡа айырым тәҡдим ителә. Бирелгән эш моделдәрен ижади эшләүсе уҡытыусылар кластың, уҡыусыларҙың үҙенсәлегенән, әҙерлек кимәленән сығып, үҙгәртә, өҫтәй алалар.

Контроль-тикшереү материалдары коммуникатив, ябайҙан ҡатмарлыға принцибы буйынса төҙөлгән. Эштәр сиректәргә бүленгән һәм уҡыусыларға телгә, әҙәбиәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, ыңғай мотивация булдырыу маҡсатында йөкмәткеһе, формаһы буйынса ҡыҙыҡлы эш-биремдәрҙән тора.

Уҡыусыларҙың контроль-тикшереү эштәрен тикшергән саҡта балл системаһын ҡулланыу тәҡдим ителә. Балаларҙа башҡорт дәүләт теленә ҡарата ыңғай мотивация, стимул, ҡыҙыҡһыныу булдырыу маҡсатында эштәрҙе баһалау һәм анализлау берҙәм йөкмәтке һәм критерийҙар нигеҙендә булырға тейеш. Контроль-тикшереү материалдарын баһалау, анализлау уҡыусыларҙың ниндәй теманы яҡшы, йәки, насар өлгәшеүен күрһәтә, динамикаһын күҙәтергә, предмет һәм метапредмет һөҙөмтәләрҙе (УУЭ – регулятив, танып белеү, коммуникатив) баһаларға булышлыҡ итә.

Дыуан районы Мәсәғүт лицейының 5 класс уҡыусыларына башҡорт теленән белемдәрҙе контролгә алыу, тикшереү өсөн контроль диктант, шулай уҡ сирек уртаһында үтелгән грамматик һәм лексик темаларҙы йомғаҡлау маҡсатында төрлө кимәлдәге яҙма һөҙөмтә эштәр, иншалар үткәрелә. Контроль диктанттар өсөн текст уҡытыусы тарафынан төҙөлөргә лә, төрлө авторҙар тәҡдим иткән «Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы»нан да алынырға мөмкин. Өҫтәлмә эштәр итеп дәрестә үтелгән грамматик темалар буйынса һүҙҙәрҙе билдәләү, тәржемә итеү, һ.б. бирелә.



Яҙма эштәрҙе баһалау нормалары

Контроль күсереп яҙыу текстарын баһалау

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе уҡыусылар өсөн дәрестәрҙә текстарҙы күсереп яҙыу киң ҡулланыла. Уҡыусылар дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрәләр, бигерәк тә башҡорт телендәге үҙенсәлекле хәрефтәрҙе, үтелгән орфограмманы ғәмәлдә ҡулланырға, һүҙҙәрҙе юлдан-юлға дөрөҫ күсерергә, һүҙҙәрҙе уҡып яҙма телмәрҙә хатаһыҙ яҙырға өйрәнәләр. Күп тапҡырҙар яҙыу һөҙөмтәһендә, балаларҙа дөрөҫ яҙыу күнекмәләре барлыҡҡа килә. Шулай уҡ күсереп яҙыу эше уҡыусыларҙың иғтибарын, хәтерен үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Күсереп яҙыу текстары дәрестә үтелгән грамматик һәм лексик темалар менән бәйле алына. Күсереп яҙғанда текст һәр уҡыусының алдында булырға тейеш. Индивидуаль карточкалар, дәреслектән күнегеүҙәр алынырға мөмкин. Әгәр ҙә өҫтәлмә эш алынмаһа, күсереп яҙыу тексы бер генә билдә менән баһалана.

«5» билдәһе төҙәтеүҙәр, бысратыуҙар булмаған, йә 1 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 2 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 4 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 6 пунктуацион хатаһы булған эшкә ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 3 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«3» билдәһе 3 орфографик, 4 пунктуацион йә 7 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 2 орфографик, 4 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 6 орфографик, 8 пунктуацион йә 10 пунктуацион хатаһы булған эшкә ҡуйыла. Хаталар һаны 8 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр тексты күсереп яҙыуҙан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.


Диктанттарҙы баһалау

Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.

Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим иттеләр.

Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.

Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).

Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Әгәр ҙә өҫтәлмә эш алынмаһа, диктант бер генә билдә менән баһалана.

«5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.


Иншаларҙы һәм изложениеларҙы баһалау

Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:

  1. теманы аса белеүе, тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы һайлай белеүе,

  2. яҙғанда, грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла, изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла. Беренсе билдә менән- уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәр төҙөлөшө, икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәле баһалана.

Баһаларҙың төп критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө

Грамоталылыҡ

Баһалау

1.Яҙма эштең йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килһә,

2. Фактик хата булмаһа,

3.Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле бирелһә (план буйынса йәки планһыҙ),

4. Эш лексик яҡтан бай булыуы менә айырылп торһа,

5.Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа,телмәре тасуири булһа,

Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 1 орфографик,йәки 1 пунктуацион,йәки 1 грамматик хата (тимәк,бөтәһе 1 генә хата) булһа

«5» билдәһе ҡуйыла

Эштең йөкмәткеһе,нигеҙҙә,темаға тура килһә (теманан ситкә китеү бик аҙ булһа),

-Йөкмәтке, нигеҙҙә,дөрөҫ бирелһә,әммә эштә бик аҙ булһа ла,фактик хаталар осраһа,

-Төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр генә булһа,

-Яҙма эш,нигеҙҙә,синоним һүҙҙәргә һәм синонимик грамматик формаларға бай булһа,

-Эш бер төрлө стилдә яҙылыуы һәм тасуири булыу менән айырылып торһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштең телмәр хаталары өстән дә,йөкмәткеһендәге хаталар икенән дә артмаһа,уға «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.


Яҙма эштә 2 орфографик һәм 2 пунктуацион хата,йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа, йәки бер орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-тән, һәм грамматик хаталары 2-нән артмаһа,

«4» билдәһе ҡуйыла

-Яҙма эштә теманы ситкә китеүгә ҡараған етди хаталар булһа,

-Төп фекер дөрөҫ аңлатылһа,әммә эштә фактик хаталар ебәрелгән булһа,

-Айырым өлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,

-Яҙма эш бер төрлөрәк типтағы синтаксик конструкцияларҙан торһа,һүҙлеге ярлы,һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙа хаталар булһа,

-Эш тема һәм уны аңлатыу (асыу)талап иткән бер төрлө стилдә яҙылмаһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 5-тән, йөкмәткелеге хаталар 4-тән артмаған хәлдә лә, эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 4 орфографик һәм 4 пунктуацион хата,йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһыҙ булһа,шулар өҫтөнә 4 грамматик хата ебәрелһә,

«3» билдәһе ҡуйыла

-Яҙма эш темаға тура килмәһә,

-Фактик хаталар күп булһа,

-Эштең бөтә өлөштәрендә фекер аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,текст өлөштәре араһында бәйләнеш булмаһа,плпнға ярашһыҙ булһа,

һүҙлеге ғәҙәттән тыш ярлы булһа, эш үҙ-ара бәйләнеше булмаған бер төрлө конструкциялы ҡыҫҡа һөйләмдәрҙән торһа,һүҙҙәр ҡулланышында ла хаталр осраһа,

-Эштә стилдең бер төрлөлөгөнә ирешелмәгән булһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 7-нән, йөкмәткеһендәге хаталар һаны 6-нан артмаған хәлдә лә, уға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Орфографик хаталары 7-нән,пунктуацион хаталары 7-нән ,грамматик хаталар ҙа 7-нән артһа,

«2» билдәһе ҡуйыла































Беренсе сирек


Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡыған 5 класс уҡыусылары өсөн

Күсереп яҙыу “Көҙ”




  1. Күсереп яҙыу.

Маҡсат: башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен тикшереү.

Көҙ

Көҙ етте. Көндәр һалҡынайҙы. Парктарҙа, урмандарҙа ағастарҙың япраҡтары ҡойола. Һары, ҡыҙыл, һоро япраҡтар ер өҫтөн ҡаплаған. Һыуыҡ ямғырҙар яуа башланы.

Хәҙер урманда ҡош тауыштары ишетелмәй. Улар йылы яҡҡа осоп киткәндәр. Беҙҙә ҡышлай торғандары ғыны ҡалған. Беҙ уларға тағараҡтар әҙерләп ҡуйҙыҡ.


  1. Һүҙлек диктанты.

Маҡсат: «Мәктәп» темаһына һүҙлек эшен тикшереү, тәржемә итеү.

Мәктәп,дәрес,уҡытыусы,уҡыусы,таҡта,аҡбур,тәҙрә,синыф,ҡәләм,көндәлек, һүҙлек,дәреслек,китап, өйгә эш.

  1. Контроль диктант.

I сиректә үтелгәндәр буйынса контроль диктант.

Маҡсаты: һүҙҙәрҙе, өндәрҙе ишетеп яҙма телмәрҙә дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен тикшереү.

Китап.

Китап – белем шишмәһе. Беҙҙең лицейҙа китаптар күп. Улар ҡыҙыҡлы. Беҙ китап уҡырға яратабыҙ.















II сирек


  1. Ижади эш .ТҮ «Алмаштар” темаһын ҡабатлап ижади эш яҙыу. Яратҡан миҙгелем.

Маҡсаты: һүҙлек һүҙәрен ҡулланып, һөйләмдәр төҙөү, бәйләнешле телмәр үҫтереү, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү


  1. ТҮ Рус теленән тәржемә. Ватаным- Башҡортостан


Маҡсаты: тексты тәржемә итергә, һорауҙарға яуап бирергә өйрәнеү.

Башҡортостан – бик бай ил. Унда нимәләр генә юҡ! Аҡ бүрекле тауҙар ҙа, ҡылғанлы киң яландар ҙа, көмөш һыулы йылғалар ҙа, зәңгәр күлдәр ҙә, икһеҙ-сикһеҙ урмандар ҙа күп бында.

Беҙ йәшәгән ерҙең байлыҡтарын һанап бөткөһөҙ. Нефть һәм газ, күмер һәм металл, алтын һәм баҡыр – бөтәһе лә бар бында. Шулай уҡ ҡиммәтле тиреле хайуандары, иҫ киткес балы менән дан тота Башҡортостан.




  1. Контроль диктант.


II сиректә үтелгәндәр буйынса контроль диктант.

Маҡсаты: «Ҡыш» темаһына һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен, һүҙлек эшен тикшереү.

Ҡыш.

Беҙҙең яҡтарҙа ҡыш бик матур була. Йылға, күлдәр боҙ менән ҡаплана. Ағастарға аҡ бәҫ ҡуна. Урманда тып-тыныс, саф һауа. Көндәр һыуыҡ булһа ла, балалар сана, саңғы шыуып ҡыуана.

Ҡыш – йылдың иң сихри йыл миҙгеле.

Эштәр: - беренсе һөйләмде рус теленә тәржемә итергә;















III сирек

  1. ТҮ Башҡорт теленә тәржемә.


Маҡсаты: һүҙлек һүҙәрен ҡулланып, һөйләмдәр төҙөү, бәйләнешле телмәр үҫтереү


  1. ТҮ”Ҡыш миҙгеле »темаһын ҡабатлап ижади эш яҙыу.

Ҡышҡы уйындар»



3. Контроль диктант.


III сиректә үтелгәндәр буйынса контроль диктант яҙыу

Маҡсаты: Орфограммаларҙы ҡулланып дөрөҫ, хатаһыҙ диктант яҙыу, өҫтәлмә эштәрҙе эшләү.


Йәшел аптека.

Меңъяпраҡ беҙҙә төрлө ерҙәрҙә үҫә. Уның һабағы оҙон, төҙ. Япраҡтары бик күп өлөшсәләргә бүленгән. Исеме ошонан алынған. Уның сәскәләре аҡ йәки алһыу төҫтә. Улар ваҡ ҡына булалар. Сәскәләре уҡмашып тора. Меңъяпраҡтың төнәтмәһе ашҡаҙан ауырыуынан дауалай.

Эштәр: - ни эшләй? Һорауына яуап биргән һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙырға;

























IV сиректә

  1. Контроль диктант.


IV сиректә үтелгәндәр буйынса контроль диктант яҙыу.

Маҡсат: йыл буйы үтелгән темалар буйынса белемдәрҙе тикшереү, баһалау.

Светофор.

Өфө урамдары киң, матур. Урамдарҙа автобустар, троллейбустар, трамвайҙар күп. Улар төрлө йүнәлештә йөрөй. Өфөлә йәйәүлеләр өсөн тротуарҙар бар. Кешеләрҙең һәм машиналарҙың хәрәкәте урамдарҙа ҡуйылған светофорға буйһона. Светофорҙа ҡыҙыл,һары,йәшел төҫтәр бар. Һары төҫ иғтибарлы булырға саҡыра. Йәшел төҫ янғанда,йәйәүлегә урамды аша үтергә мөмкин. Ә ҡыҙыл төҫ үтергә ярамай тигәнде аңлата. Был бөтә ерҙә лә шулай.

Эштәр:

1.Ҡыҙыл,һары,йәшел сифаттарын дәрәжә менән үҙгәртергә.

2.Өс һүҙҙе килеш менән үҙгәртергә.


Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Планирование на тему "оценочные материалы""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Клининговый менеджер

Получите профессию

HR-менеджер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 660 105 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 09.02.2016 595
    • DOCX 35.3 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Халилова Ляйсен Мансуровна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Халилова Ляйсен Мансуровна
    Халилова Ляйсен Мансуровна
    • На сайте: 8 лет и 2 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 16068
    • Всего материалов: 13

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Няня

Няня

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 483 человека из 70 регионов
  • Этот курс уже прошли 2 325 человек

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Мини-курс

Основы налогообложения и формирования налогооблагаемых показателей

2 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Коррекционно-развивающая работа и оценивание в образовании для детей с ОВЗ

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 55 человек из 30 регионов
  • Этот курс уже прошли 37 человек

Мини-курс

Музыкальная журналистика: создание и продвижение контента

10 ч.

1180 руб. 590 руб.
Подать заявку О курсе