Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Планирование по башкирскому языку " Оценочные материалы"
Обращаем Ваше внимание, что в соответствии с Федеральным законом N 273-ФЗ «Об образовании в Российской Федерации» в организациях, осуществляющих образовательную деятельность, организовывается обучение и воспитание обучающихся с ОВЗ как совместно с другими обучающимися, так и в отдельных классах или группах.

Педагогическая деятельность в соответствии с новым ФГОС требует от учителя наличия системы специальных знаний в области анатомии, физиологии, специальной психологии, дефектологии и социальной работы.

Только сейчас Вы можете пройти дистанционное обучение прямо на сайте "Инфоурок" со скидкой 40% по курсу повышения квалификации "Организация работы с обучающимися с ограниченными возможностями здоровья (ОВЗ)" (72 часа). По окончании курса Вы получите печатное удостоверение о повышении квалификации установленного образца (доставка удостоверения бесплатна).

Автор курса: Логинова Наталья Геннадьевна, кандидат педагогических наук, учитель высшей категории. Начало обучения новой группы: 27 сентября.

Подать заявку на этот курс    Смотреть список всех 216 курсов со скидкой 40%

Планирование по башкирскому языку " Оценочные материалы"

библиотека
материалов

        Башҡорт теленән 3 класс уҡыусылары өсөн

методик һәм баһалау материалдар.

3 класс уҡыусылары өсөн методик һәм баһалау материалдар башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү өсөн тәғәйенләнгән. Материалдар төп дөйөм белем биреү Федераль дәүләт стандарттары талаптары нигеҙендә төҙөлгән. Федераль дәүләт стандарттарына ярашлы, Дыуан районы Мәсәғүт лицейында 3 класта уҡыусы башҡа милләт балалары башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнә. Шуға күрә тәҡдим ителгән методик һәм баһалау материалдары башҡорт телен сит тел булараҡ өйрәнеү, үҙләштереү кимәлен, практик йәһәттән ҡулланыу күнекмәләрен тикшереүгә, предмет буйынса алған белемдәренең һөҙөмтәләре динамикаһын күҙәтергә һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалашыу кимәлен билдәләргә йүнәлтелгән.

Уҡыусыларҙың төп дөйөм белем биреү программаһын үҙләштереүенең йомғаҡлау (һөҙөмтә) баһаһы булып предмет һәм метапредмет һөҙөмтәләргә эйә булыуы тора. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре лә, яҙма эштәр үткәреү методикаһы ла бик үҙенсәлекле. Шуға күрә, бер яҡтан, контроль-тикшереү эштәр, уларға ҡуйылған баһалар, уҡыусыларҙың башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын уятыу, дәртләндереү, ыңғай ҡараш формалаштырыу сараһы булып торһа, икенсе яҡтан ул - уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү, баһалау, динамикаһын күҙәтеү, балаларҙың универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү кимәлен билдәләй. Былар бөтәһе лә уҡытыу-өйрәтеүгә етди ҡараш булдырыуҙы, ижади эшләүҙе талап итә.

Контроль эштәр төрлө типтағы күнегеүҙәрҙе тәшкил итә: төрлө характерҙағы диктант, инша яҙыу, һүҙҙәрҙе тәржемә итеү, һорауҙарға тулы яуап биреү, төшөп ҡалған хәрефтәрҙе, һүҙҙәрҙе яҙыу, һөйләмдәрҙе, кескәй тексты тәржемә итеү, дөрөҫ яуапты табыу, артыҡ һүҙҙе табыу, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр, текст төҙөү һәм башҡалар. Шулай уҡ контроль-тикшереү материалдарының төрлө формалары бирелә: үтелгәндәр буйынса контроль диктанттар, текст менән эш диагностикаһы, тест һорауҙары. Эштәр һәр класҡа айырым тәҡдим ителә. Бирелгән эш моделдәрен ижади эшләүсе уҡытыусылар кластың, уҡыусыларҙың үҙенсәлегенән, әҙерлек кимәленән сығып, үҙгәртә, өҫтәй алалар.

Методик һәм баһалау материалдары коммуникатив, ябайҙан ҡатмарлыға принцибы буйынса төҙөлгән. Эштәр сиректәргә бүленгән һәм уҡыусыларға телгә, әҙәбиәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, ыңғай мотивация булдырыу маҡсатында йөкмәткеһе, формаһы буйынса ҡыҙыҡлы эш-биремдәрҙән тора.

Уҡыусыларҙың контроль-тикшереү эштәрен тикшергән саҡта балл системаһын ҡулланыу тәҡдим ителә. Балаларҙа башҡорт дәүләт теленә ҡарата ыңғай мотивация, стимул, ҡыҙыҡһыныу булдырыу маҡсатында эштәрҙе баһалау һәм анализлау берҙәм йөкмәтке һәм критерийҙар нигеҙендә булырға тейеш. Контроль-тикшереү материалдарын баһалау, анализлау уҡыусыларҙың ниндәй теманы яҡшы, йәки, насар өлгәшеүен асыҡлай, динамикаһын күҙәтергә, предмет һәм метапредмет һөҙөмтәләрҙе (УУЭ – регулятив, танып белеү, коммуникатив) баһаларға булышлыҡ итә.

Дыуан районы Мәсәғүт лицейының 3 класс уҡыусыларына башҡорт теленән белемдәрҙе контролгә алыу, тикшереү өсөн контроль диктант, шулай уҡ сирек уртаһында үтелгән грамматик һәм лексик темаларҙы йомғаҡлау маҡсатында төрлө кимәлдәге яҙма һөҙөмтә эштәр, иншалар үткәрелә. Контроль диктанттар өсөн текст уҡытыусы тарафынан төҙөлөргә лә, төрлө авторҙар тәҡдим иткән «Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы»нан да алынырға мөмкин. Өҫтәлмә эштәр итеп дәрестә үтелгән грамматик темалар буйынса һүҙҙәрҙе билдәләү, тәржемә итеү, һ.б. бирелә.





Яҙма эштәрҙе баһалау нормалары

Контроль күсереп яҙыу текстарын баһалау

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе уҡыусылар өсөн дәрестәрҙә текстарҙы күсереп яҙыу киң ҡулланыла. Уҡыусылар дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрәләр, бигерәк тә башҡорт телендәге үҙенсәлекле хәрефтәрҙе, үтелгән орфограмманы ғәмәлдә ҡулланырға, һүҙҙәрҙе юлдан-юлға дөрөҫ күсерергә, һүҙҙәрҙе уҡып яҙма телмәрҙә хатаһыҙ яҙырға өйрәнәләр. Күп тапҡырҙар яҙыу һөҙөмтәһендә, балаларҙа дөрөҫ яҙыу күнекмәләре барлыҡҡа килә. Шулай уҡ күсереп яҙыу эше уҡыусыларҙың иғтибарын, хәтерен үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Күсереп яҙыу текстары дәрестә үтелгән грамматик һәм лексик темалар менән бәйле алына. Күсереп яҙғанда текст һәр уҡыусының алдында булырға тейеш. Индивидуаль карточкалар, дәреслектән күнегеүҙәр алынырға мөмкин. Әгәр ҙә өҫтәлмә эш алынмаһа, күсереп яҙыу тексы бер генә билдә менән баһалана.

«5» билдәһе төҙәтеүҙәр, бысратыуҙар булмаған, йә 1 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 2 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 4 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 6 пунктуацион хатаһы булған эшкә ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 3 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«3» билдәһе 3 орфографик, 4 пунктуацион йә 7 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 2 орфографик, 4 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 6 орфографик, 8 пунктуацион йә 10 пунктуацион хатаһы булған эшкә ҡуйыла. Хаталар һаны 8 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр тексты күсереп яҙыуҙан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

Диктанттарҙы баһалау

Уҡытыусы тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.

Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим итәләр.

Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас , грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.

Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

4) механик рәүештә бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).

Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Әгәр ҙә өҫтәлмә эш алынмаһа, диктант бер генә билдә менән баһалана.

«5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

















Иншаларҙы һәм изложениеларҙы баһалау

Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:

  1. теманы аса белеүе, тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы һайлай белеүе,

  2. яҙғанда, грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла, изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла. Беренсе билдә менән- уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәр төҙөлөшө, икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәле баһалана.


Инша һәм изложениеларҙы баһалау.


Билдәләр

Баһалауҙың төп критерийҙары



Йөкмәтке һәм телмәр

грамоталылыҡ

«5»

1.Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә.

2.Фактик хаталар юҡ.

3.Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле асыла.

4.Эштең һүҙлеге бай.

5.Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил.Эштә йөкмәтке яғынан-5,телмәр яғынан 5 кәмселек булырға мөмкин.


3орфографик, 3 пунктуацион йә 4 грамматик хата булыуы мөмкин.

4”

1.Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә темаға тура килә(бер ни тиклем тайпылыштар бар).

2.Йөкмәтке дөрөҫ,ләкин ҡайһы бер фактик,һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар.

3.Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлелек боҙолған.

4.Ҡайһы бер осраҡта һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хата китеүе мөмкин.

5.Эштең стиле ярайһы уҡ төҙөк һәм мәғәнәле.Дөйөм алғанда,эштең йөкмәткеһендә 8,телмәрендә 8 кәмселек булыуы мөмкин.



7 орфографик,6 пунктуацион йәки 2 орфографик,

13 пунктуацион,

5 грамматик хата

3”

1.Эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған.

2.Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә дөрөҫ,ләкин фактик,һөйләм төҙөлөшөндә хаталар байтаҡ.

3.Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай,һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар.

4.Эштә йөкмәтке яғынан -15,телмәре яғынан15 хата булыуы мөмкин.



10 орфографик,13 пунктуацион,

8 грамматик хата

2”

1.Эш теманы асмай.

2.Бик күп фактик,һүҙҙәр ҡулланылышында хаталар ебәрелгән.

3.Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған,һөйләмдәр урынлы ҡулланылмаған,бәйләнеш юҡ.

4.Эштең йөкмәткеһендә-20,телмәрендә-20-нән күберәк хата ебәрелгән.



12-15орфографик,10 пунктуацион,12 грамматик хата .

































I сирек

  1. Контроль күсереп яҙыу. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡыған өсөнсө класс уҡыусылары өсөн беренсе сиректә контроль күсереп яҙыу үткәрелә.



Маҡсат: башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен тикшереү.

Мәктәп.

Был беҙҙең мәктәп. Ул бик матур. Кластар таҙа, яҡты. Мәктәптә кабинеттар, ашхана, спорт залы, музей бар. Балалар мәктәптә уҡыйҙар, яҙалар, һүрәт төшөрәләр.

















































II сирек

  1. Контроль диктант. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡыған өсөнсө класс уҡыусылары өсөн икенсе сиректә “Ҡыш” темаһын ҡабатлап контроль диктант яҙыла.

Маҡсат : «Ҡыш» темаһына һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен, һүҙлек эшен тикшереү.

Ҡыш.

Бына ҡыш етте. Тышта ҡар яуа. Көн һыуыҡ. Мин бейәләй, тун, быйма, бүрек кейәм. Тышҡа уйнарға сығам. Мине дуҫым көтә.





  1. Ижади эш. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡыған өсөнсө класс уҡыусылары өсөн икенсе сиректә “Ҡышҡы уйындар” темаһы буйынса инша яҙыла.

Маҡсаты : Ҡыш , ҡышҡы уйындар тураһында үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе ҡулланып, бәйләнешле текст төҙөп яҙыу.























III сирек

  1. Контроль диктант. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡыған өсөнсө класс уҡыусылары өсөн өсөнсө сиректә «Әйтелеү маҡсаты яғынан һөйләм төрҙәрен” ҡабатлап контроль диктант яҙыла.

Маҡсат : Әйтелеү маҡсаты яғынан һөйләм төрҙәрен ҡабатлау, һүҙҙәрҙе, өндәрҙе ишетеп яҙма телмәрҙә дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен тикшереү.

Урманда.

Бына урман. Ул бик матур, ҙур. Урманда бүре, айыу, төлкө, ҡуян, терпе йәшәй. Бына бүре. Ул һоро төҫтә. Терпе алма ярата. Ҡуян кишер ашай.

Эштәр : 1. Ул һоро төҫтә. - һөйләмен һорау һөйләм итеп төҙөп яҙырға.

2.Өсөнсө һөйләмде тәржемә итергә.


























IV сирек



  1. Ижади эш. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡыған өсөнсө класс уҡыусылары өсөн дүртенсе сиректә “Баш ҡала” темаһы буйынса тәржемә эше үткәрелә.

Маҡсаты : Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе ҡулланып,башҡорт теленән рус теленә тәржемә.

Баш ҡала.

Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы. Өфө ҙур һәм матур ҡала. Өфөлә парктар бар. Унда кешеләр ял итәләр. Баш ҡалала бейек йорттар, һәйкәлдәр ҙә бар. Беҙ Өфөгә экскурсияға барҙыҡ. Баш ҡалабыҙ Өфө беҙгә оҡшаны.

  1. Контроль диктант. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡыған өсөнсө класс уҡыусылары өсөн дүртенсе сиректә “ Исем” темаһын ҡабатлап контроль диктант яҙыла.

Маҡсаты: “Исем” темаһы буйынса белемде үҙләштереү кимәлен тикшереү, орфограммаларҙы ҡулланып дөрөҫ, хатаһыҙ диктант яҙыу.

Салауат Юлаев.

Салауат Юлаев –башҡорт халыҡ батыры. Ул илен, халҡын яратҡан. Салауат Юлаев йырсы ла, шағир ҙа булған. Уға Өфөлә Ағиҙел ярында һәйкәл ҡуйылған.

Эштәр : 1.Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе яҙып алырға.

2.Беренсе һөйләмде тәржемә итеп яҙырға.

3.Нимә? һорауына яуап булған дүрт һүҙ яҙырға.
































Самые низкие цены на курсы переподготовки

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 50% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок", но в дипломе форма обучения не указывается.

Начало обучения ближайшей группы: 27 сентября. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (10% в начале обучения и 90% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru

Общая информация

Номер материала: ДВ-434392

Похожие материалы

2017 год объявлен годом экологии и особо охраняемых природных территорий в Российской Федерации. Министерство образования и науки рекомендует в 2017/2018 учебном году включать в программы воспитания и социализации образовательные события, приуроченные к году экологии.

Учителям 1-11 классов и воспитателям дошкольных ОУ вместе с ребятами рекомендуем принять участие в международном конкурсе «Законы экологии», приуроченном к году экологии. Участники конкурса проверят свои знания правил поведения на природе, узнают интересные факты о животных и растениях, занесённых в Красную книгу России. Все ученики будут награждены красочными наградными материалами, а учителя получат бесплатные свидетельства о подготовке участников и призёров международного конкурса.

Конкурс "Законы экологии"