Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Планирование по башкирскому языку " Оценочные материалы"
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Другое

Планирование по башкирскому языку " Оценочные материалы"

библиотека
материалов

МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ ЛИЦЕЙ С. МЕСЯГУТОВО МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА ДУВАНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН











ПРИЛОЖЕНИЕ
К РАБОЧИМ ПРОГРАММАМ

ПО БАШКИРСКОМУ ЯЗЫКУ

УЧИТЕЛЯ БАШКИРСКОГО ЯЗЫКА И ЛИТЕРАТУРЫ
ХАЛИЛОВОЙ ЛЕЙСАН МАНСУРОВНЫ

ДЛЯ 5– 6 КЛАССОВ НА 2015-2016 УЧЕБНЫЙ ГОД

















МЕСЯГУТОВО – 2015


МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ ЛИЦЕЙ С. МЕСЯГУТОВО МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА ДУВАНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН








РАБОЧИЕ ПРОГРАММЫ
ПО БАШКИРСКОМУ ЯЗЫКУ

УЧИТЕЛЯ БАШКИРСКОГО ЯЗЫКА И ЛИТЕРАТУРЫ
СИРБАЕВОЙ АЙСЫЛУ РАИСОВНЫ
ДЛЯ 1 – 11 КЛАССОВ НА 2015-2016 УЧЕБНЫЙ ГОД


















МЕСЯГУТОВО - 2015


Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән 5 класс уҡыусылары өсөн

методик һәм баһалау материалдары

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән методик һәм баһалау материалдары 5 класс уҡыусылары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белемдәрҙе тикшереү һәм баһалау өсөн тәғәйенләнгән. Материалдар төп дөйөм белем биреү Федераль дәүләт стандарттары талаптары нигеҙендә төҙөлгән. Улар уҡыусыларҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем кимәлен тикшереүгә, предмет буйынса алған белемдәрҙең һөҙөмтәле динамикаһын күҙәтергә һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалашыу кимәлен билдәләргә булышлыҡ итә.

Уҡыусыларҙың төп дөйөм белем биреү программаһын үҙләштереүен йомғаҡлау (һөҙөмтә) баһаһы булып предмет һәм метапредмет һөҙөмтәләргә эйә булыуы тора. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре лә, яҙма эштәр үткәреү методикаһы ла бик үҙенсәлекле. Шуға күрә, бер яҡтан, контроль эштәр, уларға ҡуйылған баһалар, уҡыусыларҙың башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын уятыу, дәртләндереү, ыңғай ҡараш формалаштырыу сараһы булып торһа, икенсе яҡтан, ул - уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү, баһалау, динамикаһын күҙәтеү, балаларҙың универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү кимәлен билдәләү. Былар бөтәһе лә уҡытыу-өйрәтеүгә етди ҡараш булдырыуҙы, ижади эшләүҙе талап итә.

Контроль эштәр итеп төрлө характерҙағы диктант, инша, изложение, яҙыу, ижади эштәр эшләү алынған. Өҫтәлмә эштәр өсөн һүҙҙәрҙе тәржемә итеү, һорауҙарға тулы яуап биреү, төшөп ҡалған хәрефтәрҙе, һүҙҙәрҙе яҙыу, һөйләмдәрҙе, кескәй тексты тәржемә итеү, дөрөҫ яуапты, артыҡ һүҙҙе табыу, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр, текст төҙөү кеүек. төрлө типтағы күнегеүҙәр бирелә. Эштәр һәр класҡа айырым тәҡдим ителә. Бирелгән эш моделдәрен ижади эшләүсе уҡытыусылар кластың, уҡыусыларҙың үҙенсәлегенән, әҙерлек кимәленән сығып, үҙгәртә, өҫтәй алалар.

Контроль һәм баһалау материалдары коммуникатив, системалылыҡ, ябайҙан ҡатмарлыға принциптары буйынса төҙөлгән. Эштәр сиректәргә бүленгән һәм уҡыусыларға телгә, әҙәбиәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, ыңғай мотивация булдырыу маҡсатында йөкмәткеһе, формаһы буйынса ҡыҙыҡлы эш-биремдәрҙән тора.

Уҡыусыларҙың контроль эштәрен тикшергән саҡта балл системаһын ҡулланыу тәҡдим ителә. Балаларҙа башҡорт дәүләт теленә ҡарата ыңғай мотивация, стимул, ҡыҙыҡһыныу булдырыу маҡсатында эштәрҙе баһалау һәм анализлау берҙәм йөкмәтке һәм критерийҙар нигеҙендә булырға тейеш. Контроль эштәрен баһалау, анализлау уҡыусыларҙың ниндәй теманы яҡшы, йәки, насар өлгәшеүен күрһәтә, динамикаһын күҙәтергә, предмет һәм метапредмет һөҙөмтәләрҙе баһаларға булышлыҡ итә.

Дыуан районы Мәсәғүт лицейының 5 класс уҡыусыларына башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белемдәрҙе контролгә алыу, тикшереү өсөн инеш контроль диктант, һәр сирек һуңында үткәрелгән контроль диктанттар, шулай уҡ сирек уртаһында үтелгән грамматик һәм лексик темаларҙы йомғаҡлау маҡсатында изложение, төрлө әҙәби, ирекле темаларға иншалар, ижади эштәр үткәрелә. Контроль диктанттар өсөн текст уҡытыусы тарафынан төҙөлөргә лә, төрлө авторҙар тәҡдим иткән «Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы»нан да алынырға мөмкин. Өҫтәлмә эштәр итеп дәрестә үтелгән грамматик темалар буйынса һүҙҙәрҙе билдәләү, тәржемә итеү, һ.б. бирелә. «Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән 5 класс уҡыусылары өсөн методик һәм баһалау материалдары» 5 өлөштән тора: титул бите, аңлатма яҙыу, методик һәм баһалау материалдары, контроль эштәрҙе баһалау нормалары һәм ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге.



























Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән 5 класс уҡыусыларының контроль эштәрен баһалау нормалары

Диктанттарҙы баһалау

Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.

Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим иттеләр.

Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.

Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).

Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Әгәр ҙә өҫтәлмә эш алынмаһа, диктант бер генә билдә менән баһалана.

«5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.



Инша, изложение һәм ижади эштәрҙе баһалау

Инша, изложение яҙҙырыу һәм ижади эштәр эшләтеү аша уҡыусыларҙың:

  1. теманы аса белеүе, тел сараларын инша, изложение, ижади эштең темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы һайлай белеүе,

  2. яҙғанда, грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн бындай эштәргә һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла. Беренсе билдә менән уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәр төҙөлөшө, икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәле баһалана.





Баһаларҙың төп критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө

Грамоталылыҡ

Баһалау

1.Яҙма эштең йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килһә,

2. Фактик хата булмаһа,

3.Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле бирелһә (план буйынса йәки планһыҙ),

4. Эш лексик яҡтан бай булыуы менә айырылп торһа,

5.Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа,телмәре тасуири булһа,

Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 1 орфографик,йәки 1 пунктуацион,йәки 1 грамматик хата (тимәк,бөтәһе 1 генә хата) булһа

«5» билдәһе ҡуйыла

  1. Эштең йөкмәткеһе,нигеҙҙә,темаға тура килһә (теманан ситкә китеү бик аҙ булһа),

  2. Йөкмәтке, нигеҙҙә,дөрөҫ бирелһә,әммә эштә бик аҙ булһа ла,фактик хаталар осраһа,

  3. Төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр генә булһа,

  4. Яҙма эш,нигеҙҙә,синоним һүҙҙәргә һәм синонимик грамматик формаларға бай булһа,

  5. Эш бер төрлө стилдә яҙылыуы һәм тасуири булыу менән айырылып торһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштең телмәр хаталары өстән дә,йөкмәткеһендәге хаталар икенән дә артмаһа,уға «ғ» билдәһе ҡуйырға мөмкин.


Яҙма эштә 2 орфографик һәм 2 пунктуацион хата, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа, йәки бер орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-тән, һәм грамматик хаталары 2-нән артмаһа,

«4» билдәһе ҡуйыла

  1. Яҙма эштә теманы ситкә китеүгә ҡараған етди хаталар булһа,

  2. Төп фекер дөрөҫ аңлатылһа,әммә эштә фактик хаталар ебәрелгән булһа,

  3. Айырым өлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,

  4. Яҙма эш бер төрлөрәк типтағы синтаксик конструкцияларҙан торһа,һүҙлеге ярлы,һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙа хаталар булһа,

  5. Эш тема һәм уны аңлатыу (асыу)талап иткән бер төрлө стилдә яҙылмаһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 5-тән, йөкмәткелеге хаталар 4-тән артмаған хәлдә лә, эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 4 орфографик һәм 4 пунктуацион хата,йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһыҙ булһа,шулар өҫтөнә 4 грамматик хата ебәрелһә,

«3» билдәһе ҡуйыла

  1. Яҙма эш темаға тура килмәһә,

  2. Фактик хаталар күп булһа,

  3. Эштең бөтә өлөштәрендә фекер аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,текст өлөштәре араһында бәйләнеш булмаһа,плпнға ярашһыҙ булһа,

  4. һүҙлеге ғәҙәттән тыш ярлы булһа, эш үҙ-ара бәйләнеше булмаған бер төрлө конструкциялы ҡыҫҡа һөйләмдәрҙән торһа,һүҙҙәр ҡулланышында ла хаталр осраһа,

  5. Эштә стилдең бер төрлөлөгөнә ирешелмәгән булһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары ҡ-нән,йөкмәткеһендәге хаталар һаны 6-нан артмаған хәлдә лә, уға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Орфографик хаталары 7-нән,пунктуацион хаталары 7-нән ,грамматик хаталар ҙа 7-нән артһа,

«2» билдәһе ҡуйыла

















































Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән 5 класс уҡыусылары өсөн

методик һәм баһалау материалдары

I сирек

1.Инеш тикшереү диктанты уҡыу йыл башында яҙыла.

Маҡсаты: Уҡыусыларҙың түбәнге класта алған белемдәрен тикшереү, контролгә алыу һәм системалаштырыу.

Көҙ

Көҙ етте. Көндәр һалҡынайҙы. Парктарҙа, урмандарҙа ағастарҙың япраҡтары ҡойола. Һары, ҡыҙыл, һоро япраҡтар ер өҫтөн ҡаплаған. Һыуыҡ ямғырҙар яуа башланы.

Хәҙер урманда ҡош тауыштары ишетелмәй. Улар йылы яҡҡа осоп киткәндәр. Беҙҙә ҡышлай торғандары ғыны ҡалған. Беҙ уларға тағараҡтар әҙерләп ҡуйҙыҡ.

Өҫтәлмә эш: беренсе абзацты рус теленә тәржемә итеү.



2.Изложение Т.Ғәниеваның «Уралиә тигән ил» әкиәте буйынса изложение яҙыла.

Маҡсаты: әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, үҙ һүҙҙәрең менән төп мәғәнәһен аңлатыу, яҙыу күнекмәләрен үҫтереү.

Уралиә иле.

Уралиә иленә һоҡланмаған халыҡ булмаған. Уны үҙенеке итергә теләүселәр бөркөт ҡарашлы һыбайлы кешеләргә көнләшеп ҡараған һәм күптәре күңеленә хаслыҡ төйнәгән.

Шул саҡ һөйәктәрҙән өйөлгән тау теҙмәләренең көньяғынан бер шишмә атылып сыҡҡан. Башта ул ҡалҡыулыҡтар буйлап юлланған. Тауҙарҙы үткәс, төньяҡҡараҡ ыңғайлап, шул көйө аға биргән дә көньяҡ-көнсығышҡа, һуңынан төнъяҡ-көнбайышҡа тәгәрәгән. Уның һылыулығы тураһында хәбәрҙе ҡоштар бөтә тирә-яҡҡа таратҡан һәм ҡайһы бер дыуамал егеттәр, уны күрәм тип, һыбай елдергән.

- Ап-аҡ, күрегеҙ әле, ҡалай ап-аҡ йылға! – тип һөрәнләгән егеттәрҙең береһе.

- Аҡйылға, ҡалай гүзәлһең һин! – тип һоҡланған икенсеһе.

Аҡйылғаны күрергә тип килгән егеттәр Нөгөш, Еҙем, Сөн, Бөрө, Танып, Ашҡаҙар, Инйәр, Ҡариҙел, Стәрле, Өршәк, Дим, Ҡармасан, Сәрмәсән, Базы, Әй, Йүрүҙән исемле булған. Аҡйылға ярына баҫып, арттарына әйләнеп ҡараһалар, егеттәрҙең килгән юлдары эреле-ваҡлы йылғалар булып ағып ята, ти. (Т.Ғәниева).

3. Контроль диктант беренсе сиректә үтелгән темаларҙы ҡабатлау өсөн яҙыла.

Маҡсаты: «Яңғыҙлыҡ исемдәр» темаһын ҡабатлау, белемдәрҙе контролгә алыу, грамматик теманы үҙләштереү кимәлен асыҡлау.

Тыуған еребеҙ.

Башҡортостандың тәбиғәте матур. Уның тауҙары бейек, йылғалары һәм күлдәре мул һыулы. Ағиҙел, Ҡариҙел, Әй, Дим һәм башҡа йылғалар тураһында халыҡ матур йырҙар сығарған. Ямантау, Ирәндек, Ирәмәл тауҙары күккә олғашҡан. Асылыкүл, Яҡтыкүл, Талҡаҫ күлдәре тирә-яҡҡа йәм биреп тора. Ә Шүлгәнташ – Көньяҡ Уралда иң ҙур мәмерйә булып тора.

Беҙгә ошо бай тәбиғәтте һаҡларға, ҡәҙерләргә генә ҡала!

Өҫтәлмә эш: яңғыҙлыҡ исемдәрҙең аҫтына һыҙырға.

































II сирек

1.Инша Н.Мусиндың «Ҡоралайҙар» хикәйәһе буйынса «Матур кеше» темаһына яҙыла.

Маҡсаты: әҫәрҙең төп йөкмәткеһенән сығып матур кеше ниндәй булырға тейешлеген тасуирлап яҙыу, яҙма телмәрҙе үҫтереү.

2. Изложение М.Кәримдең «Ҡыш бабай бәләкәй саҡта» хикәйәһе буйынса яҙыла.

Маҡсаты: әҫәрҙең төп йөкмәткеһенән сығып үҙ һүҙҙәрең менән Яҡшы малай менән Уңған ҡыҙ тураһында яҙыу, уларға ҡылыҡһырлама биреү.

Яҡшы малай менән Уңған ҡыҙ.

Әлеге дүрт баланы мин һаман дә хәтерләйем. Үҙемдән сығарып, һәр береһенә исем дә ҡуштым. Береһе - Яҡшы малай, береһе – Яман малай, береһе – Уңған ҡыҙ, береһе – Илаҡ ҡыҙ.

Яҡшы малай уйындан ҡапыл туҡтаны ла иптәштәренә былай тине:

  • Әйҙәгеҙ, малайҙар, ҡарҙан кеше яһайбыҙ! – Ул ҡыҙҙарға ла«малайҙар» тип өндәшә торғайны...

Ярай әле араларында Уңған ҡыҙ бар ине. Ул шунда уҡ ырғый-ырғый сәпәкәй итергә тотондо:

  • Яһайбыҙ! Яһайбыҙ! – тине.

Яҡшы малай менән Уңған ҡыҙ минең кәүҙәмә бик аҡыллы баш ултыртты, үткер күҙҙәр ҡуйҙы, һиҙгер ҡолаҡтар тиште, ҙур ғына танау йәбештерҙе, ике эшлекле ҡул яһаны. Ҡыҫҡараҡ булһа ла, аяҡтарым да бар ине. Торғаны менән кеше булдым.

Тик Яман малай ғына миңә тынғы бирмәне. Уңған ҡыҙ менән Яҡшы малай мине һәр саҡ бәләнән ҡотҡара торҙо... (М.Кәрим).



3.Иҫкәртмәле диктант «Башҡорт халыҡ ижады» темаһы буйынса яҙыла.

Маҡсаты: Башҡорт халыҡ ижады, уның жанр үҙенсәлектәрен белдергән һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу буйынса иҫкәртеү, аңлатыу.

Башҡорт халыҡ ижады

Кеше үҙенең тормошон һәр саҡ матурларға тырышҡан. Шүға күрә төрлө байрамдар уйлап сығарған. Кейем-һалымын, өй йыһаздарын биҙәгән. Йырҙар, бейеүҙәр ижад иткән.

Башҡорт халыҡ ижады – бик бай мираҫ. Унда әкиәттәр, йомаҡтар, мәҡәлдәр, эпостар, легендалар урын алған. Быуындан быуынға күсә килә улар шымартыла, күркәмләнә генә бара. Ата-бабалар тыуҙырған тарихты беҙ ихтирам итергә, өйрәнергә, ҡәҙерләргә бурыслы.

Өҫтәлмә эш: Башҡорт халыҡ ижадының жанрҙарын белдергән һүҙҙәрҙең аҫтына һыҙырға.



4.Контроль диктант. Икенсе сиректә үтелгәнде йомғаҡлау өсөн яҙыла.

Маҡсаты: Балаларҙың белемдәрен, орфографик күнекмәләрен тикшереү. ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөү. Иғтибарҙы, фонематик һәләттәрен үҫтереү.

Ҡыш дауам итә

Ноябрь - ҡышҡа инеү айы, һуң яҡтыра, иртә ҡараңғы төшә. Ағастар һәм емеш ҡыуактары япраҡтарын ҡойоп, ҡышҡы йоҡоға тала.

Еләк - емеш үҫентеләре ҡышҡа инер алдынан ҙур һынау үтә. Ҡар иртә яуһа, ер туңмай ҡала. Был осорҙа ҡайһы бер үҫентеләрҙең тамыры яйлап тын ала, киләһе йыл уңышына көс туплай. Ҡайһы бер йылдарҙа оҙаҡ ҡар яумай, ҡаты һалҡындар башлана. Көҙҙән еләк - емеш төптәре серетмә, торф, йәки бысҡы вағы менән күмелһә, үҫентеләрҙең тамыры һыуыҡҡа бирешеп бармай. Шуға ла уҫенте, ҡыуаҡтар яҡшы ҡышлаһын өсөн, көҙҙән үк хәстәрләргә кәрәк.

Өҫтәлмә эш: бер һөйләмдәге һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү.























III сирек

1. Инша «Әсәләр көтәләр улдарын» темаһына яҙыла.

Маҡсаты: Әсә образын яҙма телмәрҙә һүрәтләү, тасуирлау, һөйләмдәрҙе дөрөҫ төҙөү, яҙыу күнекмәләрен, яҙма телмәрҙе үҫтереү.

2. Изложение «Сыйырсыҡ» тексы буйынса яҙыла.

Маҡсаты: Ишетеп тыңлау һәләттәрен үҫтереү, тексты аңлап, үҙ һүҙҙәрең менән яҙма телмәрҙә тасуирлау күнекмәләрен нығытыу.

Сыйырсыҡ.

Йәй килде. Сыйырсыҡ ояһының түңәрәк тишегенән әле бер, әле икенсе сыйырсыҡ балаһының башы күренә башланы. Ата сыйырсыҡ уларға нимәлер һөйләне, тышҡа саҡырҙы, ышандырырға тырышты. Унан бер ҡошсоҡ ҡурҡыуынан сипылдай-сипылдай оянан сығып ботаҡҡа баҫты. Уның артынан икенсеһе сыҡты. Ата сыйырсыҡ бер ботаҡтан икенсеһенә күсте. Уның артынан балалары эйәрҙе.

Сыйырсыҡ балалары хәҙер баштағыға ҡарағанда ла көслөрәк сырылдаштылар. Инә сыйырсыҡ балаларының һәр хәрәкәтен күҙәтеп ултырҙы. Үҙенсә нимәлер һөйләп, уларҙы дәртләндерҙе. Башта, нисектер, бер сыйырсыҡ балаһы ояла тороп ҡалғайны. Инә сыйырсыҡ уны шунда уҡ оянан суҡышы менән төртөп төшөрҙө. Йығылып төшөү менән, уныһы ҡанаттарын ҡағып торҙо ла ҡыйыуһыҙ ғына осоп китте.

Сыйырсыҡ балалары өсөн тағы тынғыһыҙ көндәр башланды. Бер ҡараңғынан икенсеһенә тиклем осорға, үҙҙәренә аҙыҡ табырға өйрәнделәр, туптарға ҡушылдылар. Шундай матур ҡошсоҡтарға һоҡландым.

3. Контроль диктант өсөнсө сиректә үтелгәндәрҙе йомғаҡлау өсөн яҙыла.

Маҡсаты: Балаларҙың белемдәрен, орфографик күнекмәләрен тикшереү. Төп грамматик ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөү, нығытыу.

Ҡорғаҙаҡ.

Исеме бөтөн илгә билдәле булған «Янғантау» шифаханаһы янында, оло юл өҫтөндә, барыһының да күҙенә ташланып ултыра «Ҡорғаҙаҡ» шишмәһе туҡталышы. Был – ҡышын да туңмай торған шишмәләрҙең беҙҙә иң ҙурыһы. Йыл әйләнәһенә һыуының темпетартураһы 16 градустан ашмай. Ҡорғаҙаҡтың һыуы ныҡ минералле, ашҡаҙан өсөн файҙалы, шуның өсөн уның һыуын алып китергә теләүселәр өҙөлмәй. Шишмә Ҡаратау һыртынан башлана ла Йүрүҙән йылғаһына ағып төшә. Был һырт Салауат районының көнбайыш сигенән үтә, оҙонлоғо 80 саҡрымға һуҙыла, иң бейек түбәһе булған Ашығарҙаҡ тауы 700 метр бейеклектә тора.

Өҫтәлмә эш: Һеҙҙең яҡтарҙа ниндәй йылға-күлдәр бар? Һанап яҙығыҙ.

IV сирек

1. Инша М.Кәримдең “Өс таған” повесы буйынса малайҙарҙың башлыҡ һайлауы темаһына яҙыла.

Маҡсаты: әҫәрҙең төп йөкмәткеһен үҙләштереү, үҙ һүҙҙәрең менән төп теманы тасуирларға өйрәнеү, яҙма телмәрҙе үҫтереү.

2. Биремле диктант үтелгән грамматик темаларҙы ҡабатлау өсөн яҙыла.

Маҡсаты: Балаларҙың белемдәрен, орфографик күнекмәләрен тикшереү. Төп грамматик ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөү, нығытыу, системаға һалыу.

Ауыл яҙы

Мин, һуң йоҡоға китһәм дә, бик иртә уяндым. Тороп тышҡа сыҡҡанда, бөтә ауыл йоҡлай, ҡояш саҡ күтәрелеп килә ине. Һауа сиктән тыш матур, тап яҙ ҡояшы ҡалҡҡан. Ауыл яҙының йәмле иртәһен күреү минең өсөн тәүге тапҡыр ине.

Алыҫта, ҡарҙар эсендә, шыйыҡ ҡына томан аша күгәреп, урман күренә. Яртылаш томанға төрөлгән бейек тау баштары яҙғы ҡояш аҫтында тағы ла матурыраҡ, тағы лы серлерәк булып күренеп торалар.

Мөрйәләрҙән сыҡҡан шыйыҡ төтөн иртәнге тымыҡ һауа менән ауыл өҫтөнә йәйелгән. (Д.Юлтыйҙан).

Өҫтәлмә эш: текста фразеологизмдарҙың аҫтына һыҙырға.

3. Контроль диктант дүртенсе сиректә үтелгәндәрҙе ҡабатлауға яҙыла.

Маҡсаты: Ҡағиҙәләрҙе иҫкә төшөрөү. Иғтибарҙы, фонематик һәләттәрен үҫтереү. Балаларҙың белемдәрен, орфографик күнекмәләрен тикшереү.

Изгетау.

Бик борон булған, ти, был хәл. Инйәр буйының данлыҡлы бер батыры булған. Бер үҙе бихисап ғәскәргә ҡаршы тора алған ул.

Бер ваҡыт көнтыуыштан Урал аша артылып, бик ҙур яу килгән. Ул. Юлында осраған халыҡтарҙы, ырыуҙарҙы иҙеп-тапап, байлығын талап килә икән.

Был батыр, ғәскәр туплап, яуға ҡаршы сыҡҡан. Һуғыш бик ҡаты барған. Дошман яғы сыҙамаған, боролоп ҡасҡан. Ошо һуғышта батыр бик ныҡ яраланған була. Күп тә үтмәй, ул йән бирә. Батырҙы хөрмәтләп, тауҙың иң бейек түбәһенә күмәләр. Дошман ҡалдырып ҡасҡан мал-тыуарҙы ырыуҙарға ҡайтарып биргәндәр. Батыр ерләнгән изге тауға әйләнгән. Аҙаҡ батырҙың үҙен Изгейән тип, ә ул ерләнгән тауҙы Изгетау тип атағандар.


Өҫтәлмә эш: яңғыҙлыҡ исемдәрҙең аҫтына һыҙырға.



Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге

1.   Башҡорт теленән программа. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11 кластары өсөн. / Төҙөүселәре: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина (1-4 кластар өсөн), Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. (5-11 кластар өсөн). - Ижевск: КнигоГрад, 2008.

2.Бикбаева Т.Я., Ҡунафина Т.Ы. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы. Милли мәктәптәрҙең 5-11 синыфтарында эшләгән уҡытыусылар өсөн ҡулланма. – Өфө: Эдвис, 2008.

 3.Бикбаева Т.Я., Ҡунафина Т.Ы. Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы. Милли мәктәптәрҙең 5-11 синыфтарында эшләгән уҡытыусылар өсөн ҡулланма. – Өфө: Эдвис, 2008.

4.Ғәбитова З.М., Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н., Йәғәфәров Р.Ғ, Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу: Методик күрһәтмә. – Өфө: БМҮИ, 2008.

5. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-11 синыф уҡытыусылары өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 2002.

6.    Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. – Үҙгәртелгән 7-се баҫма. - Өфө: Китап, 2012.  




Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 09.02.2016
Раздел Другое
Подраздел Рабочие программы
Просмотров221
Номер материала ДВ-434409
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх