Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Планирование по башкирскому языку " Оценочные материалы"

Планирование по башкирскому языку " Оценочные материалы"

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ ЛИЦЕЙ С. МЕСЯГУТОВО МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА ДУВАНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН











ПРИЛОЖЕНИЕ
К РАБОЧИМ ПРОГРАММАМ

ПО БАШКИРСКОМУ ЯЗЫКУ

УЧИТЕЛЯ БАШКИРСКОГО ЯЗЫКА И ЛИТЕРАТУРЫ
ХАЛИЛОВОЙ ЛЕЙСАН МАНСУРОВНЫ

ДЛЯ 1– 6 КЛАССОВ НА 2015-2016 УЧЕБНЫЙ ГОД

















МЕСЯГУТОВО – 2015


Башҡорт теленән 6 класс уҡыусылары өсөн

методик һәм баһалау материалдары

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән методик һәм баһалау материалдары 6 класта башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү өсөн тәғәйенләнгән. Материалдар төп дөйөм белем биреү Федераль дәүләт стандарттары талаптары нигеҙендә төҙөлгән. Федераль дәүләт стандарттарына ярашлы, Дыуан районы Мәсәғүт лицейында 6 класс уҡыусылары башҡорт телен беренсе йыл өйрәнә. Шуға күрә тәҡдим ителгән контроль һәм баһалау материалдары башҡорт телен сит тел булараҡ өйрәнеү, үҙләштереү кимәлен, практик йәһәттән ҡулланыу күнекмәләрен тикшереүгә, предмет буйынса алған белемдәрҙең һөҙөмтәле динамикаһын күҙәтергә һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалашыу кимәлен билдәләргә йүнәлтелгән.

Уҡыусыларҙың төп дөйөм белем биреү программаһын үҙләштереүенең йомғаҡлау (һөҙөмтә) баһаһы булып предмет һәм метапредмет һөҙөмтәләргә эйә булыуы тора. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле дәрестәре лә, яҙма эштәр үткәреү методикаһы ла бик үҙенсәлекле. Шуға күрә, бер яҡтан, контроль эштәр, уларға ҡуйылған баһалар, уҡыусыларҙың башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә ҡарата ҡыҙыҡһыныуын уятыу, дәртләндереү, ыңғай ҡараш формалаштырыу сараһы булып торһа, икенсе яҡтан, ул - уҡыусыларҙың белемдәрен тикшереү, баһалау, динамикаһын күҙәтеү, балаларҙың универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү кимәлен билдәләй. Былар бөтәһе лә уҡытыу-өйрәтеүгә етди ҡараш булдырыуҙы, ижади эшләүҙе талап итә.

Контроль эштәр итеп төрлө характерҙағы диктант, инша, изложение, текстарҙы күсереп яҙыу алынған. Өҫтәлмә эштәр өсөн һүҙҙәрҙе тәржемә итеү, һорауҙарға тулы яуап биреү, төшөп ҡалған хәрефтәрҙе, һүҙҙәрҙе яҙыу, һөйләмдәрҙе, кескәй тексты тәржемә итеү, дөрөҫ яуапты, артыҡ һүҙҙе табыу, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр, текст төҙөү кеүек. төрлө типтағы күнегеүҙәр бирелә. Эштәр һәр класҡа айырым тәҡдим ителә. Бирелгән эш моделдәрен ижади эшләүсе уҡытыусылар кластың, уҡыусыларҙың үҙенсәлегенән, әҙерлек кимәленән сығып, үҙгәртә, өҫтәй алалар.

Контроль һәм баһалау материалдары коммуникатив, ябайҙан ҡатмарлыға принциптары буйынса төҙөлгән. Эштәр сиректәргә бүленгән һәм уҡыусыларға телгә, әҙәбиәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, ыңғай мотивация булдырыу маҡсатында йөкмәткеһе, формаһы буйынса ҡыҙыҡлы эш-биремдәрҙән тора.

Уҡыусыларҙың контроль эштәрен тикшергән саҡта балл системаһын ҡулланыу тәҡдим ителә. Балаларҙа башҡорт дәүләт теленә ҡарата ыңғай мотивация, стимул, ҡыҙыҡһыныу булдырыу маҡсатында эштәрҙе баһалау һәм анализлау берҙәм йөкмәтке һәм критерийҙар нигеҙендә булырға тейеш. Контроль-тикшереү материалдарын баһалау, анализлау уҡыусыларҙың ниндәй теманы яҡшы, йәки, насар өлгәшеүен күрһәтә, динамикаһын күҙәтергә, предмет һәм метапредмет һөҙөмтәләрҙе баһаларға булышлыҡ итә.

Дыуан районы Мәсәғүт лицейының 6 класс уҡыусыларына башҡорт теленән белемдәрҙе контролгә алыу, тикшереү өсөн контроль диктант, шулай уҡ сирек уртаһында үтелгән грамматик һәм лексик темаларҙы йомғаҡлау маҡсатында төрлө кимәлдәге яҙма һөҙөмтә эштәр, иншалар үткәрелә. Контроль диктанттар өсөн текст уҡытыусы тарафынан төҙөлөргә лә, төрлө авторҙар тәҡдим иткән «Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы»нан да алынырға мөмкин. Өҫтәлмә эштәр итеп дәрестә үтелгән грамматик темалар буйынса һүҙҙәрҙе билдәләү, тәржемә итеү, һ.б. бирелә. «Башҡорт теленән 6 класс уҡыусылары өсөн методик һәм баһалау материалдары» 5 өлөштән тора: титул бите, аңлатма яҙыу, контроль эштәрҙе баһалау нормалары, методик һәм баһалау материалдары һәм ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге.














Башҡорт теленән 6 класс уҡыусыларының контроль эштәрен

баһалау нормалары


Контроль күсереп яҙыу текстарын баһалау

Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсе уҡыусылар өсөн дәрестәрҙә текстарҙы күсереп яҙыу киң ҡулланыла. Уҡыусылар дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрәләр, бигерәк тә башҡорт телендәге үҙенсәлекле хәрефтәрҙе, үтелгән орфограмманы ғәмәлдә ҡулланырға, һүҙҙәрҙе юлдан-юлға дөрөҫ күсерергә, һүҙҙәрҙе уҡып яҙма телмәрҙә хатаһыҙ яҙырға өйрәнәләр. Күп тапҡырҙар яҙыу һөҙөмтәһендә, балаларҙа дөрөҫ яҙыу күнекмәләре барлыҡҡа килә. Шулай уҡ күсереп яҙыу эше уҡыусыларҙың иғтибарын, хәтерен үҫтереүгә булышлыҡ итә.

Күсереп яҙыу текстары дәрестә үтелгән грамматик һәм лексик темалар менән бәйле алына. Күсереп яҙғанда текст һәр уҡыусының алдында булырға тейеш. Индивидуаль карточкалар, дәреслектән күнегеүҙәр алынырға мөмкин. Әгәр ҙә өҫтәлмә эш алынмаһа, күсереп яҙыу тексы бер генә билдә менән баһалана.

«5» билдәһе төҙәтеүҙәр, бысратыуҙар булмаған, йә 1 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 2 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 4 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 6 пунктуацион хатаһы булған эшкә ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 3 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«3» билдәһе 3 орфографик, 4 пунктуацион йә 7 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 2 орфографик, 4 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 6 орфографик, 8 пунктуацион йә 10 пунктуацион хатаһы булған эшкә ҡуйыла. Хаталар һаны 8 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр тексты күсереп яҙыуҙан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

Диктанттарҙы баһалау

Уҡытыусы тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.

Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим итәләр.

Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.

Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).

Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Әгәр ҙә өҫтәлмә эш алынмаһа, диктант бер генә билдә менән баһалана.

«5» билдәһе тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.



Иншаларҙы һәм изложениеларҙы баһалау

Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:

  1. теманы аса белеүе, тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы һайлай белеүе,

  2. яҙғанда, грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла, изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла. Беренсе билдә менән- уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәр төҙөлөшө, икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәле баһалана.

Баһаларҙың төп критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө

Грамоталылыҡ

Баһалау

1.Яҙма эштең йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килһә,

2. Фактик хата булмаһа,

3.Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле бирелһә (план буйынса йәки планһыҙ),

4. Эш лексик яҡтан бай булыуы менә айырылп торһа,

5.Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа,телмәре тасуири булһа,

Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 1 орфографик,йәки 1 пунктуацион,йәки 1 грамматик хата (тимәк,бөтәһе 1 генә хата) булһа

«5» билдәһе ҡуйыла

  1. Эштең йөкмәткеһе,нигеҙҙә,темаға тура килһә (теманан ситкә китеү бик аҙ булһа),

  2. Йөкмәтке, нигеҙҙә,дөрөҫ бирелһә,әммә эштә бик аҙ булһа ла,фактик хаталар осраһа,

  3. Төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр генә булһа,

  4. Яҙма эш,нигеҙҙә,синоним һүҙҙәргә һәм синонимик грамматик формаларға бай булһа,

  5. Эш бер төрлө стилдә яҙылыуы һәм тасуири булыу менән айырылып торһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштең телмәр хаталары өстән дә,йөкмәткеһендәге хаталар икенән дә артмаһа,уға «ғ» билдәһе ҡуйырға мөмкин.


Яҙма эштә 2 орфографик һәм 2 пунктуацион хата, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа, йәки бер орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-тән, һәм грамматик хаталары 2-нән артмаһа,

«4» билдәһе ҡуйыла

  1. Яҙма эштә теманы ситкә китеүгә ҡараған етди хаталар булһа,

  2. Төп фекер дөрөҫ аңлатылһа,әммә эштә фактик хаталар ебәрелгән булһа,

  3. Айырым өлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,

  4. Яҙма эш бер төрлөрәк типтағы синтаксик конструкцияларҙан торһа,һүҙлеге ярлы,һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙа хаталар булһа,

  5. Эш тема һәм уны аңлатыу (асыу)талап иткән бер төрлө стилдә яҙылмаһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 5-тән, йөкмәткелеге хаталар 4-тән артмаған хәлдә лә, эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 4 орфографик һәм 4 пунктуацион хата,йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһыҙ булһа,шулар өҫтөнә 4 грамматик хата ебәрелһә,

«3» билдәһе ҡуйыла

  1. Яҙма эш темаға тура килмәһә,

  2. Фактик хаталар күп булһа,

  3. Эштең бөтә өлөштәрендә фекер аңлатыу эҙмә-эҙлеклеге боҙолһа,текст өлөштәре араһында бәйләнеш булмаһа,плпнға ярашһыҙ булһа,

  4. һүҙлеге ғәҙәттән тыш ярлы булһа, эш үҙ-ара бәйләнеше булмаған бер төрлө конструкциялы ҡыҫҡа һөйләмдәрҙән торһа,һүҙҙәр ҡулланышында ла хаталр осраһа,

  5. Эштә стилдең бер төрлөлөгөнә ирешелмәгән булһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары ҡ-нән,йөкмәткеһендәге хаталар һаны 6-нан артмаған хәлдә лә, уға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Орфографик хаталары 7-нән,пунктуацион хаталары 7-нән ,грамматик хаталар ҙа 7-нән артһа,

«2» билдәһе ҡуйыла




Башҡорт теленән 6 класс уҡыусылары өсөн

методик һәм баһалау материалдары

I сирек

1. Күсереп яҙыу инеш контроль эш маҡсатында эшләнә.

Маҡсат: башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен тикшереү.

Көҙ

Көҙ етте. Көндәр һалҡынайҙы. Парктарҙа, урмандарҙа ағастарҙың япраҡтары ҡойола. Һары, ҡыҙыл, һоро япраҡтар ер өҫтөн ҡаплаған. Һыуыҡ ямғырҙар яуа башланы.

Хәҙер урманда ҡош тауыштары ишетелмәй. Улар йылы яҡҡа осоп киткәндәр. Беҙҙә ҡышлай торғандары ғыны ҡалған. Беҙ уларға тағараҡтар әҙерләп ҡуйҙыҡ.

Өҫтәлмә эш: башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәренең аҫтына һыҙырға.





2. Контроль диктант беренсе сиректә үтелгәндәр буйынса яҙыла.

Маҡсаты: һүҙҙәрҙе, өндәрҙе ишетеп яҙма телмәрҙә дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен тикшереү.

Китап.

Китап – белем шишмәһе. Китап уҡыған кеше белемле була. Уны ярат, һаҡлап тот. Китап биттәрен буяма, бысратма, йыртма!

Беҙҙең лицейҙың китапханаһында китаптар күп. Улар ҡыҙыҡлы. Беҙ китап уҡырға яратабыҙ.

Өҫтәлмә эш: тексты тәржемә итергә.













II сирек

1.Инша «Башҡортостан» темаһына яҙыла.

Маҡсаты: Башҡортостан тураһында иң ябай һөйләмдәр төҙөү, һүҙлек менән эшләү күнекмәһен үҫтереү.





2. Контроль диктант икенсе сиректә үтелгәндәр буйынса яҙыла.

Маҡсаты: «Ҡыш» темаһына һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен, һүҙлек эшен тикшереү.

Ҡыш.

Беҙҙең яҡтарҙа ҡыш бик матур була. Йылға, күлдәр боҙ менән ҡаплана. Ағастарға аҡ бәҫ ҡуна. Урманда тып-тыныс, саф һауа. Көндәр һыуыҡ булһа ла, балалар сана, саңғы шыуып ҡыуана.

Ҡыш – йылдың иң сихри йыл миҙгеле. Шуға ла мин ҡышты бик яратам.

Өҫтәлмә эш: текстан «Ҡыш» темаһына һүҙҙәрҙе яҙырға, тәржемә итергә.





























III сирек

1.Ижади эш «Янғантау» темаһына эшләнә.

Маҡсаты: тексты тәржемә итергә, һорауҙарға яуап бирергә өйрәнеү, һүҙлектәр менән эшләү күнекмәһен үҫтереү.

Янғантау.

Урал тауҙары араһынан бормаланып Йүрүҙән йылғаһы аға. Йылғаның бейек ярында тауҙан эҫе пар һәм газ сыға. Был урынды Янғантау тип йөрөтәләр. Ерҙән сыҡҡан газдың һәм парҙың температураһы 75 градусҡа етә.

Тауҙан Ҡорғаҙаҡ шишмәһе аға. Шишмә һыуының йылылығы йәй ҙә, ҡыш та 16 градустан артмай.

Был тирәлә йәшәүселәр Янғантауҙың шифалы булыуын күптән белгәндәр. Хәҙер бында бөтә донъяға билдәле шифахана бар.



2. Һүҙлек диктант «Сифат» темаһын нығытыуға яҙыла.

Маҡсаты: «Сифат» темаһын нығытыу, белемдәрҙе системаға һалыу, һүҙлек запасын тикшереү.

Матур, батыр, изге, белемле, эшһөйәр, ялҡау, аҡ, зәңгәр, һары, сибәр, йәшел, ҡара, ябыҡ, бейек.

Өҫтәлмә эш: 5 сифат менән һүҙбәйләнештәр төҙөргә, тәржемә итергә.



3. Инша «Дуҫыма хат» темаһына яҙыла.

Маҡсат: үҙең, ниндәй мәктәптә, нисәнсе класта уҡыуың тураһында хат яҙырға өйрәнеү, һүҙлектәр менән эшләү күнекмәһен үҫтереү.

4. Контроль диктант өсөнсө сиректә үтелгәндәр буйынса яҙыла.

Маҡсаты: Орфограммаларҙы ҡулланып дөрөҫ, хатаһыҙ диктант яҙыу, өҫтәлмә эштәрҙе эшләү.

Йәшел аптека.

Меңъяпраҡ беҙҙә төрлө ерҙәрҙә үҫә. Уның һабағы оҙон, төҙ. Япраҡтары бик күп өлөшсәләргә бүленгән. Исеме ошонан алынған. Уның сәскәләре аҡ йәки алһыу төҫтә. Улар ваҡ ҡына булалар. Сәскәләре уҡмашып тора. Меңъяпраҡтың төнәтмәһе ашҡаҙан ауырыуынан дауалай.

Өҫтәлмә эш: башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтренең аҫтына һыҙырға.

IV сирек

1.Ижади эш «Минең тыуған ерем» темаһына эшләнә.

Маҡсаты: бирелгән тексты тәржемә итеү, һүҙлектәр менән эшләү күнекмәләрен үҫтереү.

Минең тыуған ерем.

Башҡортостан – бик бай ил. Унда нимәләр генә юҡ! Аҡ бүрекле тауҙар ҙа, ҡылғанлы киң яландар ҙа, көмөш һыулы йылғалар ҙа, зәңгәр күлдәр ҙә, икһеҙ-сикһеҙ урмандар ҙа күп бында.

Беҙ йәшәгән ерҙең байлыҡтарын һанап бөткөһөҙ. Нефть һәм газ, күмер һәм металл, алтын һәм баҡыр – бөтәһе лә бар бында. Шулай уҡ ҡиммәтле тиреле хайуандары, иҫ киткес балы менән дан тота Башҡортостан.

Өҫтәлмә эш: бирелгән һөйләмдәрҙе тултырып яҙырға.

1. Башҡортостан ... ... ... дан тота. 2. Уралда ... ... ... бар. 3. ... .... йылғалары аға. 4. Урал ... ... ... бай.



2. Инша «Йәй миҙгеле» темаһына яҙыла.

Маҡсат: Йәй, йәйге тәбиғәт, байрамдар тураһында бәйләнешле текст төҙөргә өйрәнеү, яҙма телмәрен үҫтереү.



3. Контроль диктант йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау өсөн яҙыла.

Маҡсат: йыл буйы үтелгән темалар буйынса белемдәрҙе тикшереү, баһалау.

Йәй.

Июнь, июль, август – йәй айҙары. Уҡыусылар йәйҙе ашҡынып көтәләр. Йәй көнө улар ял итәләр. Һыу инәләр, ҡояшта ҡыҙыналар, еләк йыялар. Йәшелсә баҡсаһында кишер, ҡыяр, картуф үҫтерәләр. Уҡыусылар китап уҡыйҙар. Әсәйҙәргә булышалар. Сентябрҙә яңынан уҡый башлайҙар.

Өҫтәлмә эш: тексты рус теленә тәржемә итергә.







Ҡулланылған әҙәбиәт исемлеге

1.   Башҡорт теленән программа. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11 кластары өсөн. / Төҙөүселәре: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина (1-4 кластар өсөн), Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. (5-11 кластар өсөн). - Ижевск: КнигоГрад, 2008.

2.Бикбаева Т.Я., Ҡунафина Т.Ы. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы. Милли мәктәптәрҙең 5-11 синыфтарында эшләгән уҡытыусылар өсөн ҡулланма. – Өфө: Эдвис, 2008.

 3.Бикбаева Т.Я., Ҡунафина Т.Ы. Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы. Милли мәктәптәрҙең 5-11 синыфтарында эшләгән уҡытыусылар өсөн ҡулланма. – Өфө: Эдвис, 2008.

4.Ғәбитова З.М., Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н., Йәғәфәров Р.Ғ, Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу: Методик күрһәтмә. – Өфө: БМҮИ, 2008.

5. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-11 синыф уҡытыусылары өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 2002.







Выберите курс повышения квалификации со скидкой 50%:

Автор
Дата добавления 09.02.2016
Раздел Другое
Подраздел Рабочие программы
Просмотров307
Номер материала ДВ-434410
Получить свидетельство о публикации

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх