Инфоурок Другое КонспектыПодготовка к написанию сочинения "Зима".

Подготовка к написанию сочинения "Зима".

Скачать материал

 

                                                 

                                     

                   

 

6-сы класта башҡорт теленән

“ Ҡыш тураһында инша яҙыуға әҙерлек” 

темаһына дәрес конспекты

 

Маҡсаттар: Ҡыш тураһында инша яҙырға материал туплау. Бәйләнешле телмәр    үҫтереү, тел-һүрәтләү сараларын ҡабатлау. Тәбиғәттең гүзәллеген күрә, тоя белергә өйрәтеү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

       Йыһаз:  шиғырҙар, һүрәттәр, һынамыштар,  әҙәби әҫәрҙән өҙөктәр, диск, магнитофон, мультимедиа проекторы.

 

 

 

 

 

 

 

 

2009

 

                                                 Дәрес барышы.

1. Ойоштороу мәле.

- Кәйефтәрегеҙ нисек?

   2. Кереш өлөш.

- Кәйефтәрегеҙҙе тағы ла күтәрер өсөн, дәресебеҙҙе табышмаҡтан башлайбыҙ.

Һәр ер ҡапланған,

Һыуҙар боҙланған,

Уйнай ел буран,

Был ҡасан булған?

- Ҡышты яратаһығыҙмы? Әйҙәгеҙ әле ҡыш тураһында йыр ҙа тыңлап алайыҡ.

(дисктан йыр тыңлау)

   3.Төп өлөш.

1) - Нимә ул ҡыш?

- Йылда нисә фасыл бар?

- Әлеге ваҡытта тәҙрәнән ҡараһаҡ, ҡайһы миҙгелде күрә алабыҙ?

- Был миҙгелдең айҙарын һанап үтегеҙ әле. Ә беҙҙең яҡтарға ҡарата был тура киләме? Беҙҙең яҡтарҙа ҡыш ҡайһы айҙарҙа хөкөм һөрә. (Тимәк, ноябрь, декабрь, ғинуар, февраль, март айҙарында беҙҙә ҡыш хужалыҡ итә.)

2) Терәк һүҙҙәрҙән ассоциатив рәт төҙөтөү.

- Тәбиғәт - ғәжәп сихри донъя ул, унда һәр нимәнең үҙ йәшәйеше, үҙ тәртибе бар. Яҙҙы йәй, йәйҙе көҙ, көҙҙө ҡыш алыштыра. Ләкин ҡайһын ғына алма, һәр миҙгел үҙенсә матур.

    -  Яҙ нимәләре менән матур?

(Гөрләүектәре, кескенә хуш еҫле япраҡтары менән,..)

- Йәйҙең матурлығы нимәлә?

(Аллы – гөллө сәскәләре, күбәләктәр, хуш еҫ таратыусы бесәнле болондар, ҡоштар һайрауы,..)

- Көҙҙө нимәләр биҙәй?

(Ҡыҙыл, һары япраҡтар, йылы яҡтарға китеүсе торна тауыштары,..)

 

- Ә ҡыш?! Ҡыштың үҙенсәлектәре нимәлә? Ҡыш тигәс тә нимә тураһында уйлайһығыҙ? Ниҙәр күҙ алдығыҙға килә?

          Таҡтаға терәк һүҙҙәр яҙыу.

Һыуыҡ, һалҡын, ел, буран, ҡар, ҡышҡы тәбиғәт, ҡышҡы уйындар, Яңы йыл байрамы,..

- Ҡар һүҙе менән һүҙбәйләнештәр төҙөйөк әле. Ҡар ниндәй?

(аҡ, йомшаҡ, епшек, ҡырпаҡ)

-Ҡар һүҙенең йәнәшәһендәге һүҙҙәр һөйләмдең ҡайһы киҫәге булып килә? Ә әҙәбиәт дәрестәрендә беҙ уларҙы нисек атар инек? (эпитет)

- Нимә ул эпитет? Тағы ла ниндәй тел-һүрәтләү сараларын беләһегеҙ?

- Ҡарҙы нимәләр менән сағыштырып була?

(мамыҡ кеүек, муйыл сәскәләре кеүек, йондоҙҙар кеүек,..)

- Ул ниҙәр эшләй?

(емелдәй, күҙҙәрҙе сағылдыра, ҡамаштыра, ем-ем итә)

-  Нисек яуа?

(бөтөрөлә-бөтөрөлә, күбәләкләп, күктән йондоҙҙар ҡойолғандай,өйөрмәгә эләккән ағас япраҡтарылай,..)

-            Ап-аҡ ҡарҙар яуа, донъя матур,

      Шундай матур булып тойола.

      Күге зәңгәр, гүйә йондоҙҙары

      Аҡ ҡар булып ергә ҡойола.

-            Ниҙәр кеүек ялтырай?

(ҡиммәтле аҫылташтар кеүек, ынйы - мәрйендәр кеүек, ..)

-            Ҡайҙарға яуа?

(өй түбәләренә, ҡойма ситтәренә, урамдан үтеп барыусы кешеләрҙең керпектәренә, морон остарына ҡуна, ағас ботаҡтарына ҡуна,..)

 -Аяҡ аҫтында ни эшләй?

-            Яуа торғас нимәләр барлыҡҡа килә? (һырынтылар)

  -  Улар нимәләрҙе хәтерләтә?

(аҡ күбектәр бошҡороусы диңгеҙ тулҡындарын)

-         Һыуыҡ, һалҡын ни эшләй? Ул ниндәй?

-          

(сатлама, үҙәк өҙгөс; тәҙрәләргә һүрәт төшөрә, биттәрҙе, ҡолаҡ-морондарҙы семетә, йылға - күлдәргә боҙҙан күперҙәр һала. Бүрәнәләр шартлап ярыла.)

 -  Ел, буран ниндәй була?

(күҙ асҡыһыҙ, ҡот осҡос)

-            Ел нимәләр эшләй?

(стена, ишектәрҙе шаҡый)

-            Ниндәй тауыштар сығара?

(буранда аҙашып ҡалған берәү илай төҫлө, йыртҡыс януар кеүек олой, кемдер ҡытҡылдап көлгән кеүек, шомло тауыштар сығара,..)

-            Бурандың эш – ғәмәлдәре ниндәй?

( Урамдарға, ҡапҡа – ишектәргә асылмаҫлыҡ итеп ҡар өйә.)

Һ. Таҡташтың “Мөхәббәт тәүбәһе” поэмаһынан өҙөк уҡыу.

-    Ағастар, урмандар нисек үҙгәргән?

(аҡ тунға төрөнгән, бәҫ ҡунған, тәрән тынлыҡ, уйға сумған, көрәнһыу төҫкә ингән. Ҡайын суҡлы аҡ шәлен ябынған.

3)Үҙҙәре төшөрөп килгән һүрәттәр буйынса һөйләтеү.

-    Ни өсөн ошондай һүрәт төшөрөргә уйланың? Ҡыштың ҡайһы яғы һеҙгә оҡшай? Ни өсөн?

    4)Ҡыш тураһында шиғырҙар уҡытыу.

-  Һүҙ сәнғәте оҫталары ҡышты үҙ әҫәрҙәрендә нисек тасуирлаған?

    5) Һынамыштар әйттереү.

-     Ҡыш тураһында халыҡ та, үҙ тәжрибәһенән сығып, хаҡ һүҙҙәр – һынамыштар әйтә. Халыҡ әйтһә - хаҡ әйтә. Һеҙ ҡайһыларын беләһегеҙ?

 

* Түбәнән йыш һәм оҙон боҙҙар аҫылынып торһа – мул уңышҡа.

* Ғинуар һыуыҡ булһа, июль йылы һәм ҡоро килер.

* Бурандар бик йышлаһа, июль ямғырлы булыр.

* Һыуыҡ ғинуарҙар ҡабатланмай.

* Туҡран ғинуар айында туҡылдай башлаһа – иртә яҙға.

 

 

 

 

6) Мультимедиа презентацияһынан ҡышҡы күренештәрҙе ҡарау.

    4. Йомғаҡлау.

      - Дәрес оҡшанымы?

Ошо материалдарҙы ҡулланып, береһенән-береһе матур иншалар яҙып алып килерһегеҙ, тип ышанам.

 

 

 

 

 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Подготовка к написанию сочинения "Зима"."

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 2 месяца

Таргетолог

Получите профессию

Методист-разработчик онлайн-курсов

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 663 776 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 06.11.2016 878
    • DOCX 46 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Муллагалиева Ляйсан Ришатовна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Муллагалиева Ляйсан Ришатовна
    Муллагалиева Ляйсан Ришатовна
    • На сайте: 7 лет и 5 месяцев
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 18819
    • Всего материалов: 14

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Интернет-маркетолог

Интернет-маркетолог

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Библиотечно-библиографические и информационные знания в педагогическом процессе

Педагог-библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 487 человек из 71 региона
  • Этот курс уже прошли 2 326 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3650 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 284 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Мини-курс

Продуктовый успех: стратегии и инструменты для создания, улучшения и продвижения продуктов на рынке

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Основы русского языка: морфология, синтаксис, лексика

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 22 человека из 12 регионов
  • Этот курс уже прошли 14 человек

Мини-курс

Стрессоустойчивость и успех в учебе: практические методики и стратегии

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 50 человек из 24 регионов
  • Этот курс уже прошли 17 человек