Дәрес
барышы
Психологик
инеш.
|
Ниндәй тиңһеҙ
шатлыҡ та һуң-
Белмәгәндәрҙе
белеү.
Парта
артында көйөнсә
Донъяны
гиҙеп йөрөү.
Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Бөгөн беҙҙә ғәҙәти булмаған
дәрес- беҙҙә ҡунаҡтар бар. Әйҙәгеҙ уларға әйләндек һәм матур итеп йылмайып
иҫәнләшәйек. Рәхмәт! Ултырығыҙ. Кәйефтәрегеҙ нисек? ( Смайликтар күрһәтәләр)
Бик яҡшы.Ә хәҙер дәрестең девизы менән танышайыҡ. ( хор менән уҡыу)
Белә икәнһең –
һөйлә, әгәр белмәһәң – тыңла, өйрән.
(мәғәнәһен
аңлаталар)
Уҡыусылар ,
дәрестә нимә ғәҙәти түгел? (флажоктар)
Тимәк, беҙ нисек
эшләйәсәкбеҙ? (төркөмдә)
Төркөмдә эшләү ҡағиҙәләрен иҫкә
төшөрөү. (Әҙәпле һөйлә, һөйләгән кешене бүлдермә, асыҡ, аңлайышлы итеп һөйлә,
аңламаһаң –һора, төркөмдәрҙәге тәртипте капитандар күҙәтәсәк) Шулай итеп ,3
төркөм һәм капитандары.
|
II.
Дәрес темаһын асыҡлау.
|
Һеҙгә йыр тыңларға тәҡдим итәм. “
С чего начинается Родина?” ( Музыка, слайд , шиғыр
уҡыу)
Йырҙа
ниндәй һорау ҡуйылды? (Яуап бирәләр) Тимәк, дәрес темаһы:Ватан нимәнән
башлана?
Дәреслектәрҙе
астыҡ -16 –сы бит, диалогты уҡыйбыҙ һәм дәрес проблемаһын билдәләйбеҙ.
-Айгөл
беренсе һөйләмдә ниндәй фекер әйткән? (Рәсәй – беҙҙең Тыуған илебеҙ)
-Айгөл
нимәгә аптырай?(Атаһының Новгородты тыуған илем тигәненә)
-Ниндәй
ҡапма-ҡаршылыҡ барлыҡҡа килде?( Атаһының тыуған иле икәүме?)
Автор
һорауы менән сағыштырыу (136 – сы бит)
|
III.
Белемде
камиллаштырыу.
|
Төркөмдә
эш.
1
төркөм:Мәҡәлдәрҙе йыйырға, мәғәнәһен аңлатырға;
2 төркөм: Рәсәй,
Башҡортостан флагын йыйырға,төҫтәр мәғәнәһен аңлатырға;
3 төркөм: Рәсәй,
Башҡортостан гербын табырға һәм һөйләргә.
|
IV. Дәрес
темаһын өйрәнеү.
|
Балалар, ни
өсөн беҙ Рәсәй флагы менән Башҡортостан флагын йәнәш ҡуябыҙ?
(Рәсәй
тыуған илебеҙ, Башҡортостан тыуған республикабыҙ)
-Политик
картанан күрһәтеү
Һығымта: Тимәк Рәсәй –беҙҙең оло Ватаныбыҙ, ә
Башҡортостан - бәләкәй Ватан.
Һеҙ
бәләкәй ватаныбыҙ, тыуған еребеҙ тип тағы ла нимәләрҙе атар инегеҙ? ( Район,
ауыл тураһында -Слайдтарҙа)
-Нимә
ул ил? (Дәреслектән уҡыу- 16-17бб, яуап биреү( Ил – бер-береһенә бәйле
булған, унда йәшәүсе кешеләр)
-Ә нисек бәйле? (
Иллюстрациялар аша- 17 – се бит) – һорауҙарғаяуаптар
-тексты
уҡыу-18 – се бит, һығымта яһау( Беҙ бөтәбеҙҙе бер-беребеҙгә бәйле бер илдә
йәшәйбеҙ. , Рәсәй бөтәбеҙ өсөндә уртаҡ. Беҙ бөтәбеҙ бер йәмғиәт.
(
таҡтаға термин атамаһын ҡуйыу- (йәмғиәт)
|
V.
Физминутка.
|
Бер , ике – тура баҫып
Атлайыҡ бергә-бергә!
Бер, ике – ҡояш, һауа
Дуҫ булһын һәр саҡ беҙгә!
|
Теманы өйрәнеүҙе дауам итеү.
|
-Уҡытыусы
телмәре буйынса: Ошо йәмғиәттә тәртип булһын өсөн, беҙҙең Рәсәйҙә, башҡа
илдәрҙәге һымаҡ дәүләт бар. Был беҙҙең илебеҙ
менән идара итеүсе, мөһим ҡарарҙар ҡабул итеүсе хөкүмәт
барлығын аңлата.( һүрәтте өйрәнеү- 19 – сы бит) терминды таҡтаға ҡуйыу һәм
дәреслектәге аңлатмалы һүҙлек менән эш ( уҡыусылар үҙ аллы эҙләнәләр һәм яуап
бирәләр)
-армия
-полиция
-закон
- аңлатма биреү, таҡтаға ҡуя барыу.( 19 –сы битте уҡығас, дөйөм һорау менән)
-парҙар менән
эш: иллюстрация, 20-се бит ( Һорау: айырма нимәлә?)
Һығымта: Дәүләт
власы.
|
|
VI. Ғәмәли
эштәр
Эш
дәфтәре 6 – сы бит №2- үҙ аллы
№ 1- фронталь
һорау юлы менән, һандарҙы ҡуйырға
-Иллюстрация
буйынса сағыштырыу, һығымта яһау.
Дәрес һорауына әйләнеп ҡайтайыҡ.
-Беҙ
нимәне асыҡларға тейеш инек?
- Кеше нимәне
Ватан тип атай, Ватан нимәнән башлана?
Үҙегеҙҙең фекерегеҙҙе автор фекере менән
сағыштырығыҙ. Тура киләме? Тимәк, беҙ маҡсатыбыҙға ирештекме?
|
VII. Нығытыу
өсөн тест. А Ф А Р И Н (Баһалау эше)
|
VIII. Рефлексия.Дәрес эшләү ҡыйын булдымы? Һеҙҙең
алдығыҙҙа сигнал смайликтар ята. Һеҙ бөгөн дәрестә алған белем кимәлегеҙҙе
күрһәтеп үҙебеҙҙең класс картаһына беркетегеҙ.
IX. Өйгә эш. Эш дәфтәре: 7-се бит, 3-сө эш, мотлаҡ,
юғары, иң юғары кимәлдәге эштәрҙе үтәргә.
Дәрес
тамам, бөтәгеҙгә лә рәхмәт! Сығырға мөмкин
|
|
|
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.