Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Другие методич. материалы / Презентация по башкирскому языку
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 26 апреля.

Подать заявку на курс
  • Другое

Презентация по башкирскому языку

библиотека
материалов

Заман менән бергә атлап.

Бөгөнгө заман мәғлүмәт технологиялары мәғариф өлкәһендә ҙур мөмкинлектәр тыуҙырҙы. Был үҙгәрештәр, уҡытыуға яңыса ижади ҡараш, уңышлы алымдар ҡулланыуҙы, дәресте заманса, фәнни , ҡыҙыҡлы итеп ойоштороуҙы талап итә.

«Һәр бер кешегә үҙенең эше, һәр бер эшкә үҙенең ваҡыты бирелгән” – тип яҙған боронғо аҡыл эйәһе Эзоп. Бөгөнгө көндә уҡыусы өсөн компьютер - донъяны танып белеүҙең иң тәбиғи сараһы булып тора. Беҙ, уҡытыусылар, компьютер программаларын ҡулланып, белем алырға,уны камиллаштырырға, өйрәтергә тейеш. Халыҡ традицияларына, халыҡ аҡылына таянып, яңы асыштарға, үҫештәргә ынтылыу, һөнәри һәләтебеҙҙе үҫтереү өҫтөндә эшләү, заман менән бергә атлап , хатта алдараҡ барыу- төп бурысыбыҙ булып тора.

Бөгөнгө көндә ҡалабыҙҙың күп мәктәптәрендә электрон дәреслектәр, электрон программалар, һүҙлектәр булдырылған. Эш барышында информацион технологияларҙы әүҙем ҡулланабыҙ. Беҙ, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла, бындай яңылыҡтарҙы шатланып ҡаршы алабыҙ, эшебеҙҙә лә ыңғай үҙгәрештәр кисерәбеҙ. Ошо уңайҙан мин дә үҙебеҙҙә булған яңылыҡтар тураһында, белем биреүҙә компьютер технологияһын нисек ҡулланыуым хаҡында һөйләп үтәм.

1-се лицей - Нефтекама ҡалаһының инновацион уҡыу йорто икәнен күптәр белә . 2015 йылда “Республиканың 30 иң яҡшы мәктәптәре”, “Рәсәйҙең Топ- 200 яҡшы мәктәптәре”

рейтингына инде. Бында бөтә кабинеттарҙа компьютер, проекторҙар бар. Балаларға бушлай WI-FI таратыла, уҡыу кабинеттарында кабель интернеты үткәрелгән. Был үҙгәрештәрҙе, яңылыҡтарҙы булдырыуға етәксебеҙ Гәрәев Вячеслав Юрий улының

күп көс һалыуын әйтмәйенсә мөмкин түгел. Әлеге көндә беҙҙең уҡыу йортонда өс информатика кабинеты һәм мобиль класс бар.Теләге, дәрте булған һәр уҡытыусы мобиль класта дәрес бирә ала. Үҙемдең дәрестәремдә мультимедиялы технологияны 2002 йылдан бирле ҡулланам. Мәҫәлән, ҡалала иң беренселәрҙән булып, 2004 йылда уҡ, ҡала күләмендә электрон дәреслектәр ҡулланыу тураһында, 2005 йылда “Башҡорт мәҙәниәте дәрестәрендә мультимедиялы технологиялар ҡулланыу”, 2011 йылда башҡорт теле дәрестәрендә ошондай технологиялар ҡулланыу буйынса семинарҙар үткәрҙек. Асыҡ дәрестәр күрһәтеп, тәжрибә менән уртаҡлаштыҡ. Билдәле бындай дәрестәр үткәреү өсөн

компьютерҙар менән йыһаҙландырылған кабинет кәрәк. Шунлыҡтан, был эште әлеге көндә башҡорт теле уҡытыусыһы ғына атҡарып сығаралмай, күпселек беҙ информатика уҡытыусылары менән берлектә эшләйбеҙ. Бындай методтар ҡулланып , төрлө типтағы дәрестәр үткәрергә мөмкин. Был программаны компьтерға индереү ауыр түгел. Электрон дәреслекте ҡулланып, дәрес башында артикуляцион күнегеүҙәр урынына, диктор менән бергәләп башҡорт теленең өндәрен ҡабатлап китәргә мөмкин. Бының өсөн “Башҡортса өйрәнәйек” тигән электрон дәреслек ярҙамға килә. Һүҙлек эше үткәргәндә бындай дәреслекте ҡулланыу отошло. Яңы теманы үҙләштергәндә лә был дәреслектәрҙә кәрәкле һәм файҙалы мәғлүмәттәр табырға мөмкин. Уҡыусыларға бигерәк тә диалогтар оҡшай.

Диктор артынан ҡабатлап, һуңыраҡ уҡыусылар үҙҙәре лә диалогтар төҙөйҙәр. Башҡорт яҙыусыларының биографиялары, ижади портреттары, әҫәрҙәре, дидактик материалдар. фотоальбом электрон дәреслектәрҙә бик яҡшы бирелгән. Теманы йәки бүлекте өйрәнеп бөткәндән һуң тест ярҙамында белемдәрен тикшерергә мөмкин. Тесты эшләп бөткәс, һөҙөмтәһен белеп, уҡыусы үҙенең баһаһын белә ала, хаталарын анализлай.Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә был дәреслектәрҙе ҡулланыу яҡшы һөҙөмтәләр бирә.

Һуңғы ике йыл эсендә мин үҙемдең дәрестәремдә My Test программаһын уңышлы ҡулланам. Был программала эшләүе бик еңел. Минең уйлауымса, һәр уҡытыусы ошо программаны үҙләштереп, төрлө темаға тестар төҙөй ала.

Ошо технологияларҙы, My Test программаһын ҡулланып, башҡорт теленән уҙғарылған «Йыл уҡытыусыһы-2015» конкурсында, 7-се мәктәптең 9-сы класында асыҡ дәрес

күрһәттем. Дәрестә яңы тема компьютер, интернет селтәре, слайдтар, видеотаҫма ярҙамында аңлатылды. Уҡыусыларға бындай эш төрҙәре бик оҡшаны. Таныш булмаған балалар менән дә, ошондай дәрес үткәреп була икәнен иҫбат итәһем килә.

Әлбиттә, белем биреүҙә компьютер технологияларын сама менән ҡуллана белем мөһим. Заманға ауаҙдаш башҡа технологияларҙы онотмаҫҡа кәрәк. Ошондай яңы технологияларға мауығып, телмәр, яҙыу үҫтереүҙе күҙҙән ысҡындырырға ярамай. Уҡытыусы ул - мәғлүмәт, белем биреүсе генә түгел. Беренсе сиратта, ул - тәрбиәсе лә. Үҙенең тышҡы ҡиәфәте, күңел һәм телмәр байлығы, үҙе уҡытҡан, өйрәткән телде бар матурлығында аңлата белеүе һоҡланырлыҡ булырға тейеш. Ошо осраҡта ғына, үҙ предметына ылыҡтыра, яҡшы белем һәм тәрбиә бирә ала.

1-се лицейҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Семкина Эльфира Әнғәм ҡыҙы.







Автор
Дата добавления 24.11.2015
Раздел Другое
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров220
Номер материала ДВ-183444
Получить свидетельство о публикации

"Инфоурок" приглашает всех педагогов и детей к участию в самой массовой интернет-олимпиаде «Весна 2017» с рекордно низкой оплатой за одного ученика - всего 45 рублей

В олимпиадах "Инфоурок" лучшие условия для учителей и учеников:

1. невероятно низкий размер орг.взноса — всего 58 рублей, из которых 13 рублей остаётся учителю на компенсацию расходов;
2. подходящие по сложности для большинства учеников задания;
3. призовой фонд 1.000.000 рублей для самых активных учителей;
4. официальные наградные документы для учителей бесплатно(от организатора - ООО "Инфоурок" - имеющего образовательную лицензию и свидетельство СМИ) - при участии от 10 учеников
5. бесплатный доступ ко всем видеоурокам проекта "Инфоурок";
6. легко подать заявку, не нужно отправлять ответы в бумажном виде;
7. родителям всех учеников - благодарственные письма от «Инфоурок».
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://infourok.ru/konkurs


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ


Идёт приём заявок на международный конкурс по математике "Весенний марафон" для учеников 1-11 классов и дошкольников

Уникальность конкурса в преимуществах для учителей и учеников:

1. Задания подходят для учеников с любым уровнем знаний;
2. Бесплатные наградные документы для учителей;
3. Невероятно низкий орг.взнос - всего 38 рублей;
4. Публикация рейтинга классов по итогам конкурса;
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://urokimatematiki.ru

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх