Для всех учителей из 37 347 образовательных учреждений по всей стране

Скидка до 75% на все 778 курсов

Выбрать курс
Инфоурок Другое ПрезентацииПрезентация по башкирскому языку "Башҡортостандың тәбиғәт ынйылары"

Презентация по башкирскому языку "Башҡортостандың тәбиғәт ынйылары"

библиотека
материалов
Башҡортостандың тәбиғәт ынйылары Башҡорт теленән проект эше Башҡарҙы: Физико-...

Описание презентации по отдельным слайдам:

1 слайд Башҡортостандың тәбиғәт ынйылары Башҡорт теленән проект эше Башҡарҙы: Физико-
Описание слайда:

Башҡортостандың тәбиғәт ынйылары Башҡорт теленән проект эше Башҡарҙы: Физико-математик факультетының 1-се курс ЗПОМОИТС-11-16 төркөмө талибы Федоров Сергей

2 слайд Урал Урал – тәбиғәте ғәжәйеп хозур, йәнлектәргә, ҡош-ҡортҡа, төрлө мәғдәнгә,
Описание слайда:

Урал Урал – тәбиғәте ғәжәйеп хозур, йәнлектәргә, ҡош-ҡортҡа, төрлө мәғдәнгә, ризыҡҡа ифрат бай илаһи ер, иҫ киткес күркәм, хөр төйәк.

3 слайд Урал 	Урал – Европа менән Азия сиктәрендә ятҡан, Карск диңгеҙенән Ҡаҙағстан е
Описание слайда:

Урал Урал – Европа менән Азия сиктәрендә ятҡан, Карск диңгеҙенән Ҡаҙағстан ерҙәренә тиклем 2000 саҡрымдан ашыуға һуҙылған, киңлеге – 40-60, урыны менән 150 саҡрымға еткән армыт-армыт уралып ятҡан тауҙар иле. Урал – йәшәйеште тәьмин иткән һыуалыш сығанағы ла. Төньяҡ Уралда – тау тундыраһы, көньяҡтараҡ – тау-тайга урмандары. Урал атамаһы тураһында фараздар байтаҡ, күп хеҙмәттәр яҙылған, мәгәр әлегәсә аныҡ фекергә киленмәгән.

4 слайд Ағиҙел Ағиҙелкәй ҡайҙа, ай туғайҙа, Ағиҙелкәй кеүек һыу ҡайҙа. Ағиҙелкәйҙәрҙе
Описание слайда:

Ағиҙел Ағиҙелкәй ҡайҙа, ай туғайҙа, Ағиҙелкәй кеүек һыу ҡайҙа. Ағиҙелкәйҙәрҙең, ай, һауаһы Йәнгә рәхәт, тәнгә ҙур файҙа.

5 слайд Ағиҙел 	Ағиҙел – Башҡортостандың иң ҙур йылғаһы, Каманың уң ҡушылдығы. Оҙонло
Описание слайда:

Ағиҙел Ағиҙел – Башҡортостандың иң ҙур йылғаһы, Каманың уң ҡушылдығы. Оҙонлоғо 1420 км, бассейнының майҙаны 141900 км2. Көмөштәй аҡ был йылға Ирәмәлтау тирәһенән баш ала. Ағиҙел – Башҡортостандың һыу юлы. Борон-борондан ҡан-ҡәрҙәштәребеҙ Ағиҙел буйлап торлаҡ ҡороп, түлләп, ишәйеп, ҡотайып донъя көтә. Ағиҙел буйында бихисап ауылдар, Белорет, Мәләүез, Ишембай, Салаут, Стәрлетамаҡ, Өфө, Благовещенск, Бөрө ҡалалары урынлашҡан

6 слайд Ирәмәл Ирәмәле, Ирәмәл, Ирәмәлкәй... Ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең изге төйәге Көньяҡ
Описание слайда:

Ирәмәл Ирәмәле, Ирәмәл, Ирәмәлкәй... Ҡан-ҡәрҙәштәребеҙҙең изге төйәге Көньяҡ Уралда, башҡорт илендә Ямантауҙан ҡала иң бейек, йәмле һәм ғәжәп тау!

7 слайд Ирәмәл 	Иҙел башында, йәғни Белорет, Учалы райондары биләмәләре сиктәрендә кү
Описание слайда:

Ирәмәл Иҙел башында, йәғни Белорет, Учалы райондары биләмәләре сиктәрендә күккә ашып торған ике түбәле ифрат ҙур тау ул. Оло Ирәмәлдең бейеклеге – 1582, Кесе Ирәмәлдең – 1449 м. Көньяҡ-көнбайыш тарафтан төньяҡ-көнсығышҡа – 12 саҡрымға, көньяҡ-көнсығыштан төньяҡ-көнбайышҡа табан 8 саҡрымға һуҙылған. Ирәмәлкәй тауҙың тәбиғәте ғәжәп үҙенсәлекле. Ирәмәл – ауыҙ-тел ижадында данланған, йәшәү, рух сығанағы булған изге ер.

8 слайд Яйыҡ Урал – эпостарҙа, ҡобайырҙарҙа данланған, тарихи йылъяҙмаларҙа теркәп ҡа
Описание слайда:

Яйыҡ Урал – эпостарҙа, ҡобайырҙарҙа данланған, тарихи йылъяҙмаларҙа теркәп ҡалдырылған йылға. Ҡанбабаларыбыҙ биргән атамаһы – Яйыҡ.

9 слайд Яйыҡ 	Урал (Яйыҡ) йылғаһы Башҡортостандың Учалы районында Уралтау теҙмәләрене
Описание слайда:

Яйыҡ Урал (Яйыҡ) йылғаһы Башҡортостандың Учалы районында Уралтау теҙмәләренең Уйташ (урыҫтар Круглая Сопка тип атай) тауы буйыннан башланып, Каспий диңгеҙенә барып ҡоя. Ул Башҡортостан Республикаһы, Силәбе, Ырымбур, Уральск, Гурьев өлкәләре һәм Ҡаҙағстан ерҙәренән ағып үтә. Дөйөм оҙонлоғо – 2345 саҡрым, шул иҫәптән Башҡортостан ерендә – 165 саҡрым; бассейнының майҙаны 220 мең км2.

10 слайд Ямантау Борон-борон борондан, Кеше-маҙар булмаған, Килеп аяҡ баҫмаған (Ул тир
Описание слайда:

Ямантау Борон-борон борондан, Кеше-маҙар булмаған, Килеп аяҡ баҫмаған (Ул тирәлә ҡоро ер Барлығын һис кем белмәгән), Дүрт яғын диңгеҙ уратҡан Булған, ти, бер урын.

11 слайд Ямантау 	Көньяҡ Уралдағы иң бейек һырттар—Оло Ямантау түбәһе диңгеҙ кимәленән
Описание слайда:

Ямантау Көньяҡ Уралдағы иң бейек һырттар—Оло Ямантау түбәһе диңгеҙ кимәленән 1642 м, ә Кесе Ямантау түбәһе — 1510 м бейеклектә. Башҡортостандың үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһы булған мәғрүр ҙә, серле лә был тауҙар төньяҡ-көнбайыштан көньяҡ-көнсығышҡа даға рәүешендәрәк теҙелеп-һуҙылып киткән һәм тайга зонаһында ята. Ике иң бейек түбә аралығы киң генә тигеҙлектән ғибәрәт, ул тигеҙлек тә диңгеҙ кимәленән 1300 м юғары.

12 слайд Өргөн күле Өргөн күле исеме, ихтимал, монголса киң мәғәнәһендәге «оргон» тигә
Описание слайда:

Өргөн күле Өргөн күле исеме, ихтимал, монголса киң мәғәнәһендәге «оргон» тигән һүҙҙән килеп сыҡҡандыр, сағыштырып ҡараһаң, башҡорт телендәге «иркен» һүҙе лә шул уҡ мәғәнәне аңлата бит.

13 слайд Өргөн күле 	Ландшафты яғынан иҫ киткес үҙенсәлекле был күл үҙенең мөһабәтлеге
Описание слайда:

Өргөн күле Ландшафты яғынан иҫ киткес үҙенсәлекле был күл үҙенең мөһабәтлеге менән хайран ҡалдыра. Өргөн күле Учалы станцияһынан 6 саҡрым алыҫлыҡта. Ул оҙонса формала булып көньяҡтан төньяҡҡа табан һуҙылған. Күлдең оҙонлоғо — 4, киңлеге — 2,5 саҡрым. Төньяҡ- көнбайыш яғы һай, тәрәнлеге 2—4 метрҙан артмай. Был урындар һары ҡамыштар, ялпаҡ екәндәр менән ҡапланған, һыу төбөнә йәшел еп һымаҡ буй-буй булып ылымыҡтар түшәлгән. Көньяҡ өлөшөндә уртаса тәрәнлек 5—7 м.

14 слайд Ар ташы Иҙел башында йәшәүселәр был ҡаяны Арса ташы тип тә йөрөтә. Уның килеп
Описание слайда:

Ар ташы Иҙел башында йәшәүселәр был ҡаяны Арса ташы тип тә йөрөтә. Уның килеп сығышын башҡорт телендәге «арса» (ваҡ япраҡлы, алһыу күк сәскәле ҡыуаҡ) һүҙе менән дә бәйләргә булалыр.

15 слайд Ар ташы 	Йәмле Ағиҙелдең уң яҡ ярында, Белорет ҡалаһынан 20 саҡрым алыҫлыҡта,
Описание слайда:

Ар ташы Йәмле Ағиҙелдең уң яҡ ярында, Белорет ҡалаһынан 20 саҡрым алыҫлыҡта, ята ул данлыҡлы Ар ташы. Эзбизташтан торған был мөһабәт ҡая хәтфәләй йәшеллек менән тирәсләнгән, бейеклеге 25—30 м. Ситтән ҡарағанда, ул ташҡа әүерелгән ҙур кеҫәрткене хәтерләтә. Уның һоро мүк менән ҡапланған таш «тәне» ниндәйҙер шом да, сер ҙә һаҡлай кеүек. Был тарихи таш тураһында төрлө риүәйәттәр йөрөй.

16 слайд Шүлгәнташ Шүлгәнташ — Көнсығыш Европала һәм Азияла таш быуаттың тәүге осоронд
Описание слайда:

Шүлгәнташ Шүлгәнташ — Көнсығыш Европала һәм Азияла таш быуаттың тәүге осоронда (палеолит) буяу менән һүрәт эшләү сәнғәте яҡшы күрһәтелгән һәм һаҡланған берҙән-бер мәмерйә.

17 слайд Шүлгәнташ 	Был мөһабәт мәмерйә Бөрйән төбәгендә Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярынд
Описание слайда:

Шүлгәнташ Был мөһабәт мәмерйә Бөрйән төбәгендә Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында, Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан. Шүлгәнташ мәмерйәһенә ингән урындың киңлеге 40 метрға етә, бейеклеге — 20 м. Мәмерйә аша ер аҫты йылғаһы Шүлгән аға. Мәмерйәнән 2 саҡрымда ул шаулап ер аҫтына инеп юғала һәм ҡеүәтле шишмә булып Шүлгәнташ ауыҙында урғып сыға, ошонда диаметры 3 м булған бәләкәй генә күл хасил итә. Күк күл, унан ағышын дауам иткән Шүлгән ҡышын ҡаты һыуыҡтарҙа ла туңмай.

18 слайд Инйәр Бер ҡарағанда, ул ысынлап та ялбыр яллы аҫауға оҡшап китә. Ҡая исеменең
Описание слайда:

Инйәр Бер ҡарағанда, ул ысынлап та ялбыр яллы аҫауға оҡшап китә. Ҡая исеменең дә легендаһы бар башҡортта: йәнәһе, эҙәрләүҙәрҙән ҡасып ошонда килеп ҡыҫырыҡланған ҡара айғыр ят ҡулдарға эләкмәҫ өсөн түбәнгә ташланған...

19 слайд Инйәр 	Инйәрҙең оҙонлоғо 305 саҡрым самаһы. Кесе Инйәр «ағаһына» ҡушылғанға т
Описание слайда:

Инйәр Инйәрҙең оҙонлоғо 305 саҡрым самаһы. Кесе Инйәр «ағаһына» ҡушылғанға тиклем 109 саҡрым юл үтә. Инйәргә Төлмәй, Баҫыу, Асҡын кеүек эреле-ваҡлы бик күп йылғалар, шишмәләр, инештәр ҡоя. Хәҙерге мәлдә бассейнының майҙаны 1030 км2 иҫәпләнә, алтмыш йыллап элек иһә 1650 км2 булған. Белорет — Шишмә тимер юлын төҙөгәндә Инйәргә айырыуса ҙур зыян яһалды.

20 слайд Мауҙҙы (Яҡтығүл) Бер юлы өс исем менән йөрөй ул. Таҙа, тоноҡ һыулы булғаны өс
Описание слайда:

Мауҙҙы (Яҡтығүл) Бер юлы өс исем менән йөрөй ул. Таҙа, тоноҡ һыулы булғаны өсөн халыҡ Яҡтыгүл тип йөрөтә. Ә борондан һаҡланып ҡалған икенсе исеме — Мауыҙлы (Мауыҙҙы), йәғни Аждаһалы.

21 слайд Мауҙҙы (Яҡтығүл) 	Яҡтыгүл Башҡортостандың Әбйәлил районы Асҡар ауылынан төнья
Описание слайда:

Мауҙҙы (Яҡтығүл) Яҡтыгүл Башҡортостандың Әбйәлил районы Асҡар ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 28 саҡрым алыҫлыҡта ята. Һыу запасы буйынса был күл Асылыгүл һәм Ҡандрагүлдән ҡала өсөнсө урында тора, майҙаны 8 км2 самаһы, иң тәрән урыны 28—30 метрға етә. Күл Ер ҡабығында барған үҙгәрештәр, ҡуҙғалыштар һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән, һыуы сөсө. Тәрән ерҙәре ҡалынлығы 70 сантиметрға еткән сапропель менән ҡапланған.

22 слайд Ирендек Оло маҡтауға лайыҡ, исеме йырҙарҙа данланған мәғрүр тауҙарҙың береһе
Описание слайда:

Ирендек Оло маҡтауға лайыҡ, исеме йырҙарҙа данланған мәғрүр тауҙарҙың береһе — Ирәндек тауы. Ирәндек тауының мәғрүрлеген, хозур­лығын, мөһабәтлеген халыҡ борон-борондан шулай ихлас күңелдән маҡтап йырлаған.

23 слайд Ирендек 	Ирәндек Таналыҡ менән Быҙаулыҡ йылға­һы ҡушылған ерҙән Оло Ҡыҙылға т
Описание слайда:

Ирендек Ирәндек Таналыҡ менән Быҙаулыҡ йылға­һы ҡушылған ерҙән Оло Ҡыҙылға тиклем Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла райондары буй­лап 110 саҡрымға һуҙылған. Абсолют бейеклеге — 987 метр. Ирәндек буйҙарында тәбиғәт шарттары ифрат ҡырҡыу. Ә Ирәндектең көнсығыш итәгендәге Яман­таш ҡаяһынан сығып, Төйәләҫкә ҡойоусы йылғасыҡтан һикәлтәле урында барлыҡҡа килгән Ғәҙелша шарлауығы — үҙе бер мөғжизә.

24 слайд Һаҡмар Башҡорттоң быуаттарҙан быуаттарға һуҙылған оло тарихының шаһиты ул Һаҡ
Описание слайда:

Һаҡмар Башҡорттоң быуаттарҙан быуаттарға һуҙылған оло тарихының шаһиты ул Һаҡмар. Ата-бабаларҙың аҡ тирмәләр ҡороп, өйөр- өйөр йылҡылар әйҙәп йөрөгән замандарын да күргән, башҡорт иленең һөйөнөстәрен дә, хәсрәттәрен дә кисергән.

25 слайд Һаҡмар 	Көньяҡ Уралдың ҡайын-ҡарағайҙар менән ҡапланған һыртынан, мәғрүр ҡаял
Описание слайда:

Һаҡмар Көньяҡ Уралдың ҡайын-ҡарағайҙар менән ҡапланған һыртынан, мәғрүр ҡаяларҙың еләҫ ышығынан юлын башлай Һаҡмар. Ул Баш­ҡортостандың Әбйәлил, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары аша үтеп Ырымбур өл­кәһенә барып сыға һәм Урал йылғаһына ҡоя. Оҙонлоғо 760 саҡрым, шуның 348-е Башҡорт­останға тура килә. Күренеүенсә, Һаҡмар бик оҙон, бормалы юл үтә.

26 слайд Талҡаҫ Башҡорт легендалары һәм риүәйәттәренә инеп ҡалған Талҡаҫ күлен Башҡорт
Описание слайда:

Талҡаҫ Башҡорт легендалары һәм риүәйәттәренә инеп ҡалған Талҡаҫ күлен Башҡортостан карталарына ғәҙәттә төшөрмәйҙәр: бә­ләкәй иҫәпләнелә.

27 слайд Талҡаҫ 	Уның оҙонлоғо 4, киңлеге 1 саҡрым сама­һы. Иң тәрән урыны — 12 м, урт
Описание слайда:

Талҡаҫ Уның оҙонлоғо 4, киңлеге 1 саҡрым сама­һы. Иң тәрән урыны — 12 м, уртаса тәрәнле­ге 4,5 м. Бындағы һыу күләмен 15,8 миллион кубометр тип билдәләйҙәр. Барлыҡҡа килеше буйынса Талҡаҫ Асылыгүл, Ҡандрагүл, Яҡтыгүл, Өргөн кеүек үк, тектоник сығышлы. Күлдең уртаһында, көнбайыш ярға яҡыныраҡ, кескәй генә утрау бар.

28 слайд Таналыҡ Ирәндеккэй тауым, ай, йәйләүем, Ташлап китер йәйләү инеме? Таналыҡҡай
Описание слайда:

Таналыҡ Ирәндеккэй тауым, ай, йәйләүем, Ташлап китер йәйләү инеме? Таналыҡҡай һыуым, ай, Яйығым, Ташлар ғына һыуым инеме?

29 слайд Таналыҡ 	Яйыҡ оҙонлоҡтары 10 километрҙан ашҡан 800-ҙән күберәк йылға һыуҙарын
Описание слайда:

Таналыҡ Яйыҡ оҙонлоҡтары 10 километрҙан ашҡан 800-ҙән күберәк йылға һыуҙарын үҙенә йыя. Ҡушылдыҡтары араһында Төйәләҫ (урыҫса уны нишләптер Худолаз тип йөрөтәләр), Урғаҙа (уны ла Уртазымка тип кәмһетәләр), Ҡыҙыл (төҫөнә күрә түгел, баһаһына ҡарап ҡушылған исем) һымаҡтары байтаҡ. Данлы Һаҡмар менән сабыр холоҡло Таналыҡ — иң ҙур ҡушылдыҡтары. Баймаҡ, Хәйбулла райондары буйлап 225—232 км юл үтә.

30 слайд Дим Башҡа башҡорт йылғалары кеүек үк, Дим дә шиғриәтебеҙҙең, йыр-моңдарыбыҙҙы
Описание слайда:

Дим Башҡа башҡорт йылғалары кеүек үк, Дим дә шиғриәтебеҙҙең, йыр-моңдарыбыҙҙың ал­тын бишеге. Күк Иҙелде данлап (элек баш­ҡорттар уны Күгиҙел тип тә йөрөткән), күпме йырҙар, күпме аҫыл ижад өлгөләре тыуған.

31 слайд Дим 	Дим Башҡортостандың Федоровка районынан Дөйөм һырттың төньяҡ битләүҙәрен
Описание слайда:

Дим Дим Башҡортостандың Федоровка районынан Дөйөм һырттың төньяҡ битләүҙәренән башланып, көньяҡ тарафҡа юл ала, унда Ырымбур өлкәһенең Шырлыҡ, Матвеевка, Пономаревка райондары ерҙәренән урап үтеп Бишбүләк районына килеп керә. Ошонан ул бормаланып-бормаланып төньяҡҡа ағып китә. Йылғаның оҙонлоғо 556 саҡрым, диңгеҙ кимәленән уртаса бейеклеге 200—400 метр, бассейнының майҙаны — 12800 км2.

32 слайд Асылыгүл Башҡортса Аҫлыкул — «ике төплө күл», Аҫылкул — «матур күл» була тип
Описание слайда:

Асылыгүл Башҡортса Аҫлыкул — «ике төплө күл», Аҫылкул — «матур күл» була тип тә фараз ҡылғандар.

33 слайд Асылыгүл 	Асылыгүл Башҡортостандың урман-далалы ерендә, Дәүләкән төйәгендә йә
Описание слайда:

Асылыгүл Асылыгүл Башҡортостандың урман-далалы ерендә, Дәүләкән төйәгендә йәйрәп ятҡан иң ҙур күл. Уның буйы – 8, киңлеге 5 км, өҫкө йөҙөнөң майҙаны 23,5 км2. Күлдең борон Ҡаратабын куле, Ер упҡан, Ер батҡан тигән атамалары ла булған. Оло Ҡарағас, Бәләкәй Ҡарағас тигән ата­малар әүәл Асылыгүл буйында ҡарағастар үҫ­кәнен аңғарта.

34 слайд Еҙем Елмерҙәктең көнсығыш итәктәренән, уның иң бейек тубәһе (диңгеҙ кимәленән
Описание слайда:

Еҙем Елмерҙәктең көнсығыш итәктәренән, уның иң бейек тубәһе (диңгеҙ кимәленән 909 м) тапҡырҙарынан башлана һоҡланғыс Еҙем йылғаһы һәм көньяҡҡа ҡарай сәфәр сыға.

35 слайд Еҙем 	Өс район — Белорет, Ғафури, Архангель райондары буйлап аға Еҙем, юлда ү
Описание слайда:

Еҙем Өс район — Белорет, Ғафури, Архангель райондары буйлап аға Еҙем, юлда үҙенә байтаҡ эреле-ваҡлы тау йылғаларын эйәртә. Бассейнының майҙаны ошо быуат баштарын­да 3300 км2, оҙонлоғо 215 км тәшкил итһә, хәҙер иһә 2400 км2 һәм 205 км. Елмерҙәк һәм Алатау һылыуы Еҙем әлегә иң таҙанан иҫәпләнә. Был йәһәттән ул Баш­ҡортостандағы беренсе төркөм йылғалар (Инйәр, Йүрүҙән, Нөгөш, Ағиҙел үре) рәтенә индерелгән, йәғни шул көйөнсә лә эсергә яраҡлылар иҫәбендә.

36 слайд Торатау ...Торатауҙың итәгендә торам, Оса болот ҡанат тигеҙен. Әрлән һымаҡ за
Описание слайда:

Торатау ...Торатауҙың итәгендә торам, Оса болот ҡанат тигеҙен. Әрлән һымаҡ заман ер ҡорттары Кимерәләр тазы нигеҙен. …Итәгендә торам Торатауҙың, Күгем бөтөп бара тишелеп. Һин дә ауһаң, терәктәре бөтөп Төшөр һымаҡ йыһан ишелеп.

37 слайд Торатау 	Торатау башҡаларҙан алыҫтараҡ, көньяҡ- тараҡ ята. Ул шихандар араһын
Описание слайда:

Торатау Торатау башҡаларҙан алыҫтараҡ, көньяҡ- тараҡ ята. Ул шихандар араһында иң бейеге — абсолют бейеклеге 402 м. Итәге һөҙәк, ләкин юғары күтәрелгән һайын ул текәрәк була бара, ә түбәһе йомро тигеҙлек менән тамамлана. Тауҙың буйы — 1,2 саҡрым, киғҫтеге — 800 м. Көнбайыш һәм көньяҡ- көнбайыш битләүҙәрендә мәмерйәләр бар.

38 слайд Күперле шарлауғы Башҡортостанда егермеләп шарлауыҡ иҫәпләнә. Баймаҡ районында
Описание слайда:

Күперле шарлауғы Башҡортостанда егермеләп шарлауыҡ иҫәпләнә. Баймаҡ районындағы Ғәҙел­ша (Ибраһим), Белореттағы Атыш, Ишембай­ҙағы Ҡуҡрауыҡ — киң билдәлеләрҙән.

39 слайд Күперле шарлауғы 	Мәләүез районындағы Күперле шарлауығы ла бәләкәй генә, бейе
Описание слайда:

Күперле шарлауғы Мәләүез районындағы Күперле шарлауығы ла бәләкәй генә, бейек тә түгел... Уның бейеклеге 52 м, һыуы иһә хәтәр күп, шарлауы әллә нисәмә саҡрымдарға ишетелә икән. Күперле күперенең оҙонлоғо 35, киңлеге 4, аҫылмалы өлөшөнөң оҙонлоғо 10 м тәшкил итә. Йылғанан 16 м бейеклектә.

40 слайд Ҡотоҡ мәмерйәләре Был ер аҫты мәмерйәләре төрлө тәрәнлектәге ҡоҙоҡтар менән б
Описание слайда:

Ҡотоҡ мәмерйәләре Был ер аҫты мәмерйәләре төрлө тәрәнлектәге ҡоҙоҡтар менән башлана. Уларҙың исеме лә, ҡоҙоҡ һүҙенең ерле һөйләштәге рәүешенән, Ҡотоҡ мәмерйәләре тип аталған.

41 слайд Ҡотоҡ мәмерйәләре 	Мәмерйәләрҙең ҙурлығы һәм төҙөлөшө төрлөсә. Беренсеһе ике
Описание слайда:

Ҡотоҡ мәмерйәләре Мәмерйәләрҙең ҙурлығы һәм төҙөлөшө төрлөсә. Беренсеһе ике залдан торһа, ҡалған­дары йә тар лабиринт, йә коридорҙар менән тоташҡан галереялар рәүешендә. Шахта ти­бындағыһы ла бар. Оҙонлоҡтары 144 метрҙан 1500 метрға тиклем. Сумған — Ҡотоҡ мәмерйәләре араһында иң ҙуры. Дөйөм оҙонлоғо 8 саҡрым самаһы, тәрәнлеге 150 метрға етә.

42 слайд Әй Уйылам инде, уйылам, Йырға-моңға уйылам. Үҙәктәрҙе өҙөрлөк моң Ағыла Әй бу
Описание слайда:

Әй Уйылам инде, уйылам, Йырға-моңға уйылам. Үҙәктәрҙе өҙөрлөк моң Ағыла Әй буйынан.

43 слайд Әй 	Әй йылғаһы Урал тауҙары ҡуйынынан, Әүәләк тауының көнсығыш бит­ләүенән, 7
Описание слайда:

Әй Әй йылғаһы Урал тауҙары ҡуйынынан, Әүәләк тауының көнсығыш бит­ләүенән, 780 метр бейеклегендәге һаҙлыҡлы ерҙәрҙән башлана һәм Силәбе әлкәһе, Сала­уат, Ҡыйғы, Дыуан, Мәсетле райондарында һирәк-һаяҡ яландар аша 580 саҡрым юл үтеп, һул яҡтан Ҡариҙелгә барып ҡоя. Уның ҡой­ған ерендә ултырған ауыл Әй тамағы тип аталған. Бассейнының майҙаны 15 мең км2.

44 слайд Салауат мәмерйәһе Башҡортостандың теләһә ҡайһы мөйөшөндә лә, элек уға ҡараған
Описание слайда:

Салауат мәмерйәһе Башҡортостандың теләһә ҡайһы мөйөшөндә лә, элек уға ҡараған ерҙәрҙә лә Салауаттың йөрөгән юлдары, ул булған урын­дар хаҡындағы иҫтәлектәр быуындан быуынға изге аманат итеп тапшырыла килгән.

45 слайд Салауат мәмерйәһе 	Салауат районында Салауат исеме менән йөрөтөлгән бер нисә
Описание слайда:

Салауат мәмерйәһе Салауат районында Салауат исеме менән йөрөтөлгән бер нисә мәмерйә бар. Йүрүҙән ярындағы Иҙрис ауылына яҡын ғына урын­лашҡан мәмерйә хаҡында риүәйәттәр айырыуса күп. Мәмерйә ғәләмәт ҙур. Уға инеүе лә ҡыйын. Тәрән соҡорға төшөргә кәрәк. Борон унда уҫаҡ олонона йәбешеп төшкәндәр. Мә­мерйә дүрт километрға тармаҡланып һуҙыла, залдары, бик күп коридорҙары бар.

46 слайд Ҡорғаҙаҡ Шифалы Ҡорғаҙаҡ сығанағы тәүлегенә унар миллион литр шифалы минераль
Описание слайда:

Ҡорғаҙаҡ Шифалы Ҡорғаҙаҡ сығанағы тәүлегенә унар миллион литр шифалы минераль һыу урғылтып сығара. Ҡасандыр бында ике тирмән геүләп эшләп торған. Ағалы-ҡустылы ике башҡорт егете ҡорған икән был тирмәндәрҙе.

47 слайд Ҡорғаҙаҡ 	Янғантау шифа­ханаһынан өс кенә саҡрым алыҫлыҡта ул. 	«Янғантау» ши
Описание слайда:

Ҡорғаҙаҡ Янғантау шифа­ханаһынан өс кенә саҡрым алыҫлыҡта ул. «Янғантау» шифаханаһына Ҡорғаҙаҡ шишмәһенән һыу үткәргес үткәрелгән. Уның һыуы ашҡаҙанды, эсәк ауырыуҙарын һәм бөйөрҙәрҙе дауалауҙа файҙаланыла. Был ғәжәйеп серле шишмә ҡышҡы ыжғыр һалҡындарҙа ла туңмай. Теҙҙән ҡарға батып, көҙгөләй ялтырап сылтыр-сылтыр ағып ятҡан һыуға ҡарап тороу үҙе бер мөғжизә түгелме ни?!

48 слайд Йүрүҙән Урал билкәйенә көмөш ҡайыш — Ялтырап ҡына аҡҡан Йүрүҙән. Аяҡҡайым тал
Описание слайда:

Йүрүҙән Урал билкәйенә көмөш ҡайыш — Ялтырап ҡына аҡҡан Йүрүҙән. Аяҡҡайым талды, йырлы йылға, Буйҙарыңды ҡыҙырып йөрөүҙән.

49 слайд Йүрүҙән 	Йүрүҙән — Уралдың иң матур йылға­ларының береһе. 	Салауаттың тыуған
Описание слайда:

Йүрүҙән Йүрүҙән — Уралдың иң матур йылға­ларының береһе. Салауаттың тыуған ауылы Тәкәй ошо йәмле Йүрүҙән буйында булған. Ул республикабыҙ­ҙың Белорет районынан башлана һәм, Силәбе өлкәһендәге Ҡатау-Ивановскиҙы үтеп, беҙҙең Салауат, Дыуан, Ҡариҙел райондары буйлап бормаланып аға-аға, Ҡариҙелгә килеп ҡушы­ла. Усть-Катав ҡалаһынан Большая Лука ауылына тиклем Йүрүҙән шулай кинәт бөгөлдәр яһап, таштар араһынан ҡыҫылып, ҙур-ҙур шаршылыҡтар барлыҡҡа килтереп аға.

50 слайд Глоссарий Тау – гора Йылға – река Күл – озеро Таш – камень Мәмерйә – пещера Ш
Описание слайда:

Глоссарий Тау – гора Йылға – река Күл – озеро Таш – камень Мәмерйә – пещера Шарлауыҡ – водопад Дала – долина Саҡрым – верста Мәғдән – руда

51 слайд Майҙан – площадь Мөһабәт – величавый Оҙонлоғо – длина Киңлеге – ширина Ағым һ
Описание слайда:

Майҙан – площадь Мөһабәт – величавый Оҙонлоғо – длина Киңлеге – ширина Ағым һыу – проточная вода Эзбизташ – известьняк Тирмән – мельница Глоссарий

52 слайд Ҡулланылған интернет-ресурстар теҙмәһе http://pobashkirii.ru – Путешествие по
Описание слайда:

Ҡулланылған интернет-ресурстар теҙмәһе http://pobashkirii.ru – Путешествие по Башкирии https://ba.wikipedia.org/wiki/Баш_бит - ВикипедиЯ. Ирекле энциклопедия http://fb.ru/article/236814/izuchaem-reki-bashkortostana - Изучаем реки Башкортостана http://komanda-k.ru/Россия/озера-башкирии - Команда Кочующие http://ufa-gid.com/encyclopedia/ - Энциклопедия Башкортостана

53 слайд Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!
Описание слайда:

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

Курс повышения квалификации
Курс профессиональной переподготовки
Педагог-библиотекарь
Курс профессиональной переподготовки
Специалист в области охраны труда
Найдите материал к любому уроку,
указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:
также Вы можете выбрать тип материала:
Общая информация

Вам будут интересны эти курсы:

Курс повышения квалификации «Введение в сетевые технологии»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности экономиста-аналитика производственно-хозяйственной деятельности организации»
Курс профессиональной переподготовки «Логистика: теория и методика преподавания в образовательной организации»
Курс повышения квалификации «Правовое регулирование рекламной и PR-деятельности»
Курс повышения квалификации «Финансы: управление структурой капитала»
Курс повышения квалификации «Основы менеджмента в туризме»
Курс повышения квалификации «Методы и инструменты современного моделирования»
Курс профессиональной переподготовки «Риск-менеджмент организации: организация эффективной работы системы управления рисками»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности специалиста оценщика-эксперта по оценке имущества»
Курс профессиональной переподготовки «Техническая диагностика и контроль технического состояния автотранспортных средств»

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.