Инфоурок / Другое / Презентации / Презентация по башкирскому языку на тему "Имя действия" (7 класс)
Обращаем Ваше внимание: Министерство образования и науки рекомендует в 2017/2018 учебном году включать в программы воспитания и социализации образовательные события, приуроченные к году экологии (2017 год объявлен годом экологии и особо охраняемых природных территорий в Российской Федерации).

Учителям 1-11 классов и воспитателям дошкольных ОУ вместе с ребятами рекомендуем принять участие в международном конкурсе «Я люблю природу», приуроченном к году экологии. Участники конкурса проверят свои знания правил поведения на природе, узнают интересные факты о животных и растениях, занесённых в Красную книгу России. Все ученики будут награждены красочными наградными материалами, а учителя получат бесплатные свидетельства о подготовке участников и призёров международного конкурса.

ПРИЁМ ЗАЯВОК ТОЛЬКО ДО 15 ДЕКАБРЯ!

Конкурс "Я люблю природу"

Презентация по башкирскому языку на тему "Имя действия" (7 класс)



Московские документы для аттестации!

124 курса профессиональной переподготовки от 4 795 руб.
274 курса повышения квалификации от 1 225 руб.

Для выбора курса воспользуйтесь поиском на сайте KURSY.ORG


Вы получите официальный Диплом или Удостоверение установленного образца в соответствии с требованиями государства (образовательная Лицензия № 038767 выдана ООО "Столичный учебный центр" Департаментом образования города МОСКВА).

ДИПЛОМ от Столичного учебного центра: KURSY.ORG


библиотека
материалов

Исем ҡылым.


Маҡсат: исем ҡылымдарҙың мәғәнәһе, яһалышы, ҡулланышы, үҙенсәлектәре тураһында мәғлүмәт биреү; исем ҡылымдарҙы текстан табарға өйрәтеү; кеселәргә – оло, ололарға кесе була белергә өйрәтеү; һүҙ составын ҡабатлау; телмәр мәҙәниәтен үҫтереү.

Йыһазландырыу: мультимедия проекторы, интерактив таҡта, слайдтар, индивидуаль эш өсөн карточкалар, дәреслек.


Дәрес барышы.

I. Ойоштороу мәле.

II. Психологик әҙерлек.

-Һаумыһығыҙ, балалар! Дәресте башлар алдынан, тәҙрәгә күҙ һалайыҡ әле. Иғтибар иттегеҙме, бөгөн көн ниндәй матур, ҡояшлы. Ҡышҡы ҡояш булһа ла, ул нисек яғымлы итеп йылмая. Әйҙәгеҙ, беҙ ҙә бер-беребеҙгә хәйерле көн теләп, йылмайышып алайыҡ.

- Бөгөн беҙҙең дәрестә ҡунаҡтар бар, улар менән дә иҫәнләшегеҙ.

Уҡыусылар (боролоп): Һаумыһығыҙ, ҡунаҡтар.

Уҡытыусы: Ҡояшты сәләмләйек!

Уҡыусылар: Һаумы, ҡояш!

  Һаумы дуҫым!

Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!

 

III. Фонетик һәм артикуляцион күнегеү.(СЛАЙД № 1)

Ололарҙы ололау

Яҡшылыҡтың билдәһе,

Кеселәрҙе кеселәү

Кешелектең билдәһе.

Олоно һанға алмау:

Һүҙенә ҡолаҡ һалмау

Яманлыҡтың билдәһе,

Кесене һанға һуҡмау

Насарлыҡтың билдәһе.

Ололарға кесе бул,

Кеселәргә оло бул.

Уҡытыусы уҡый, бергәләп уҡыу, 1-се рәт аҡрын тауыш менән уҡый, 2–се рәт - көслө тауыш менән.


IV.Яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында әңгәмә.

Уҡытыусы: “Ололарҙы ололау, кеселәрҙе кеселәү” тигән һүҙҙәрҙе нисек аүлайһығыҙ?

 Яуаптар: Үҙеңдән оло кешеләрҙе хөрмәт итеү, бәләкәйҙәргә ярҙам итеү.

 V. Матур яҙыу минуты.  Аҫтына һыҙылған һүҙҙәрҙе матур итеп дәфтәргә күсереп яҙыу. 4 уҡыусы таҡтаға сығып яҙа һәм һүҙ составы буйынса тикшерә, ҡалғандар дәфтәрҙә эшләй.


Олола[у], кеселә[ү], ал[ма][у], һал[ма][у].


VI. Яңы тема.

1. Ситуация тыуҙырыу. Уҡыу мәсьәләсен ҡуйыу.

Уҡытыусы проблемалы һорау ҡуя.

1. Был һүҙҙәр ниндәй һорауға яуап булып киләләр? (Нимә эшләү?, ни эшләү?)

2. Ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай? (Ҡылым)

3. Тағы был һүҙҙәргә ниндәй һорау ҡуйып була? (Нимә?)

4. Нимә һорауына ниндәй һүҙҙәр яуап булып килә? (Исем.)

5. Ниндәй ялғауҙар ҡушылып яһалған? (-у, -ү).

6.Тимәк, бөгөнгө дәресебеҙҙең маҡсаты ниндәй? (Исем ҡылымды өйрәнеү).


Уҡытыусы: Дөрөҫ. Бөгөн дәрестә беҙ исем ҡылым, уның яһалышы менән танышасаҡбыҙ. Уларҙы телмәрҙә танып белергә һәм дөрөҫ ҡулланырға өйрәнәсәкбеҙ.

СЛАЙД № 2

Исем ҡылым эш-хәлдең исемен белдерә һәм нимә?, ни эшләү?, ни эшләмәү? һорауҙарына яуап булып килә.


3. Исем ҡылымдарҙың яһалышы (СЛАЙД № 3)



ялғауҙар

миҫалдар

Ҡылым нигеҙе һуҙынҡыға бөтһә

-у, -ү

башла - башла[у],

эҙлә – эҙлә[ү]

Ҡылым нигеҙе тартынҡыға бөтһә

-ыу, -еү, -оу, -өү

ал – ал[ыу],

бир – бир[еү],

тор – тор[оу],

өҙ – өҙ[өү]

Исем ҡылымдың ҡушма формаһы

барып килеү, килеп етмәү

4. Исем ҡылымдарҙың үҙгәреше (СЛАЙД № 4)

Исем ҡылымдар исемдәр кеүек күплектә киләләр, килештә һәм эйәлек затында үҙгәрәләр, мәҫәлән:

а) барыу[ҙар], килеү[ҙәр]

б) эйәлек заты менән үҙгәреше


Берлек һан

Күплек һан

I зат

минең барыу[ым], килеү[ем]

беҙҙең барыу[ыбыҙ], килеү[ебеҙ]

II зат

һинең барыу[ың], килеү[ең]

һеҙҙең барыу[ығыҙ], килеү[егеҙ]

III зат

уның барыу[ы], килеү[е]

уларҙың барыуҙар[ы], килеүҙәр[е]

в) килеш менән үҙгәреше (СЛАЙД № 5)

килештәр

миҫал

Төп килеш

барыу, килеү

Эйәлек килеш

барыу[ҙың], килеүем[ҙең]

Төбәү килеш

барыу[ға], килеү[гә]

Төшөм килеш

барыу[ҙы], килеү[ҙе]

Урын-ваҡыт килеш

барыу[ҙа], килеү[ҙә]

Сығанаҡ килеш

барыу[ҙан], килеү[ҙән]

г) ҡылымдар кеүек барлыҡта-юҡлыҡта киләләр, ләкин затта үҙгәрмәйҙәр, мәҫәлән: бар[ма][у], кил[мә][ү].


VII. Нығытыу. Интерактив таҡтала эшләү.

1. Ҡылымдарҙан исем ҡылым яһарға.

йый – [ыу]

шаяр – [ыу]

булыш – [ыу]

бел– [еү]

бейе– [ү]

һора – [у]

йырла – [у]

ҡайт – [ыу]

уҡы – [у]

көл – [өү]

тот – [оу]

йәшә – [ү]

2. Дәреслек менән эш. 29-сы күнегеү (телдән).


VIII. Ял минуты. “Яҡшы, яман”уйыны. (Таҡтаға һүҙҙәрҙе ҡуйырға) Уҡыусыларға карточкалар таратып бирелә һәм улар үҙҙәренең карточкаларын уҡып, тейешле бағанаға сығып магнит менән йәбештерә. Карточкаларҙа яҙылған һүҙбәйләнештәр: иртә ятыу, иртә тороу, һуң ятыу, ятып уҡыу, ултырып уҡыу, урманда ҡысҡырыу, дуҫтыңа ярҙамлашыу, ашағанда һөйләшеү, физзарядка яһау, дәрестә шаярыу, ололарҙы тыңлау, ағас ултыртыу. 


ЯМАН

ЯҠШЫ

һуң ятыу

иртә ятыу

ятып уҡыу

иртә тороу

урманда ҡысҡырыу

ултырып уҡыу

ашағанда һөйләшеү

дуҫтыңа ярҙамлашыу

дәрестә шаярыу

физзарядка яһау


ололарҙы тыңлау


ағас ултыртыу

     

IX. Килеү, уйнау, атлау исем ҡылымдарына эйәлек заты ялғауҙары ҡушып яҙығыҙ. 

1-се вариант 1 затта:

килеү[ем], килеү[ебеҙ],

уйнау[ым], уйнау[ыбыҙ],

атлау[ым], атлау[ыбыҙ].

2-се вариант 2 затта:

килеү[ең], килеү[егеҙ],

уйнау[ың], уйнау[ығыҙ],

атлау[ың], атлау[ығыҙ].  

3-сө вариант 3 затта:

килеү[е], килеү[е],

уйнау[ы], уйнау[ы],

атлау[ы], атлау[ы].    

4-се вариант килештәрҙә үҙгәртә.

Т. к. килеү, уйнау, атлау

Э. к. килеү[ҙең], уйнау[ҙың], атлау[ҙың]

Төб. к. килеү[гә], уйнау[ға], атлау[ға]

Төш. к. килеү[ҙе], уйнау[ҙы], атлау[ҙы]

У.-в. к. килеү[ҙә], уйнау[ҙа], атлау[ҙа]

С. к. килеү[ҙән], уйнау[ҙан], атлау[ҙан].

Уҡытыусы. Ә хәҙер тикшерәбеҙ. Яуап дөрөҫ булһа, сәпәкәй сабабыҙ.

X. Һайланма диктант. Исем ҡылымдарҙы ғына һайлап алып яҙырға.

1. Һүҙлек эше. (Таҡтаға яҙырға)

ҡулай - подходящий

төнәтмә – настойка

еләҫ – прохладный, ветреный

2. Тексты уҡыу.



Дарыу үләндәре.

Дарыу үләндәре әҙерләү өсөн йәй – иң ҡулай ваҡыт. Тик уларҙы юл буйынан, заводтар тирәһенән ситтә – урман-яландарҙа йыйыу һәйбәтерәк.

Ромашканы сәскәләре ныҡ асылған саҡта өҙөргә кәрәк. Төнәтмәһен тирләү, тынысланыу өсөн, эсәктәр, ашҡаҙаны ауыртҡанда эсәләр. Шулай уҡ яраны сайҡатыу өсөн дә ҡулланалар.

Ҡара ҡарағат, ҡурай еләгенең емештәре лә, япраҡтары ла файҙалы. Тик емештәрен боҙолмаҫ элек киптереү сараһын күреү мотлаҡ. Ҡурай еләге һәм ҡарағат сәйен эсеү һалҡын тигәндә бик шифалы, тирләү өсөн дә һәйбәт.

Кесерткән С витаминына бик бай. Шуға күрә ҡышҡылыҡҡа кесерткәндән мал аҙығы әҙерлиләр. Ул терлектәрҙе төрлө ауырыуҙан һаҡлай. Кешеләр аш-һыу әҙерләү өсөн дә кесерткән япрағы файҙаланалар.

Аптекаларға тапшырыу өсөн дарыу үләндәрен еләҫ урында киптереү яҡшы була.

(Уҡыусылар бер-береһенең дәфтәрҙәрен тикшерә).

XI.Тикшереү (СЛАЙД № 6 “с текущего”)

Әҙерләү, йыйыу, тирләү, тынысланыу, сайҡатыу, киптереү, күреү, эсеү, тапшырыу.

XII. Исем ҡылымдарҙың антонимдарын әйтегеҙ (СЛАЙД № 8).

асығыу – туйыу

йәшәреү - ҡартайыу

төшөү – менеү

инеү – сығыу

төйәү – бушатыу

һимереү – ябығыу

емереү – төҙөү

маҡтау – тиргәү

XIII. Ваҡыт ҡалған осраҡта, исем ҡылымдарҙың килешен билдәләргә. (карточкалар)

Дымлы ел көньяҡтың йылыһын алып килә. Йылы менән бергә ул үҙенең оҙон юлында йыйған саҡ-саҡ ишетелерлек төрлө тауыштарҙы: ҡоштар һайрауын, йыраҡтағы паровоздар ҡысҡырыуын, яланғас урмандарҙың шаулауын, тауҙан тәгәрәгән таштар шылтырауын, бәхетле кешеләрҙең көлөүен – бөтәһен дә, бөтәһен дә алып килә һымаҡ тойола. Яҙғы елдең иҫеүендә ниҙәр генә ишетелмәй һуң!?


XIV. Рефлекция. Йомгаклау.

- Беҙ бөгөн, балалар дәрестә ниндәй теманы асыҡланыҡ. Уның тураһында нимәләр белдек?

- Исем ҡылым исем һәм ҡылым билдәләренә эйә була.

- Исем кеүек килеш, эйәлек категорияһы, һан менән үҙгәрә;.

-Ҡылым кеүек барлык-юклык формаһында килә ала, тик заман һәм зат-һан менән үҙгәрмәй.

- Ҡуйылған маҡсаттарға ирештекме? Бөгөнгө дәрестән һуң һеҙҙең кәйефтәрегеҙ нисек?


XV. Баһалау. Өй эше (СЛАЙД №9) (карточкалар буйынса).

Тексты уҡырға, йөкмәткеһен һөйләргә өйрәнергә,

3” билдәһенә тик исем ҡылымдарҙы яҙып алырға.

4” билдәһенә 2 исем ҡылымды эйәлек затында үҙгәртергә;

5” билдәһенә 2 исем ҡылымды эйәлек затында һәм килештә үҙгәртергә.


Тәбиғәтте һаҡлайыҡ!

Тәбиғәт яҡлауға һәм һаҡлауға мохтаж. Тәбиғәтте һаҡлау – бөтә кеше бурысы. Урмандарҙы иҫәпһеҙ киҫеү, йылғаларҙы, күлдәрҙе бысратыу, унда ау менән балыҡ тотоу, урманда ҡош-ҡортҡа һәм кейеккә һунар итеү ҡәтғи тыйыла.

Йылға, күл буйҙарына, үҙән, үҙәктәргә, ҡырҡылған урындарға ағастар ултыртыу, улар ҡоромаһын, яҡшы үҫһен өсөн төрлө саралар күреү мотлаҡ. Был эшкә әүмәкләп тотоноу кәрәк.... Бындай мөһим эштәрҙә уҡыусы балаларҙың әүҙем ҡатнашыуы бик тә кәрәк. Тәбиғәтте һаҡлайыҡ. Был - беҙҙең бөтәбеҙҙең дә изге бурыс. (Н. Мусиндан.)

Һүҙлек:

мохтаж –нуждающийся

бурыс – долг

ау – сеть

иҫәпһеҙ – без учета, без счета

ҡәтғи тыйыла –категорически запрещается

үҙән – долина

үҙәктәр- ложбина

сара –мера

мотлаҡ- обязательно

әүҙем - дружно

әүмәкләп - вместе





Өҫтәлмә материал.

Һөйләмдәрҙе рус теленә тәржем итегеҙ, исем ҡылымдарҙы табығыҙ.

1) Укытыусыны тыңламау яҡшы эш түгел.

2) Әйткән ваҡытҡа өйгә ҡайтмау һәйбәт түгел.

3) Иртән зарядка яһау сәламәтлек өсөн файҙалы.

4) Эҫе көндә һалкын һыу эсеү рәхәт, ләкин ярамай.


Рус теленә тәржемә итәргә.Рус телендәге эквиваленттарын табырға.

Бер күрешеү — үҙе бер ғүмер.

Белмәү оят түгел — белергә теләмәү оят.

Белем алыу — энә менән ҡойо ҡаҙыу.







7

Очень низкие цены на курсы переподготовки от Московского учебного центра для педагогов

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 65% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: KURSY.ORG


Общая информация

Номер материала: ДВ-290132

Похожие материалы

Получите наградные документы сразу с 38 конкурсов за один орг.взнос: Подробнее ->>