Настоящий материал опубликован пользователем Галлямова Глюса Раиловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт
Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.
Удалить материалУчитель башкирского языка и литературы
Файл будет скачан в формате:
Материал разработан автором:
Матиенко Наталья Андреевна
Учитель
Рабочий лист "Жизнь и творчество Юрия Казакова" по литературе для 8 класса.
Рабочий лист оформлен в стиле странички в социальной сети.
Включает в себя:
Рабочий лист можно использовать в качестве опорного конспекта по лекции учителя, видеоуроку или в качестве домашнего задания.
Курс повышения квалификации
Курс повышения квалификации
Курс профессиональной переподготовки
Курс профессиональной переподготовки
Еще материалы по этой теме
Смотреть
Рабочие листы
к вашим урокам
Скачать
1 слайд
М. Кәрим – беҙҙең өйҙөң, беҙҙең илдең йәме.
Әҙерләне: Илеш районы Үрге Йәркәй
4-се урта мәктәбенең
башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы Ғәлләмова Гөлүсә Раил ҡыҙы
Үрге Йәркәй - 2014
2 слайд
Йыр әйтәм һинең хаҡында,
Ипле Илештәр иле,
Сылтыр-сылтыр көй көйләгән
Көмөш инештәр иле.
Мин хайран ерең йәменә
Күгеңдең төҫтәренә,
Һине өндә бер ҡат күргәс,
Мең керҙең төштәремә.
Һиндә ергә табыналар,
Табынмайҙар Мәккәгә.
Һиндә икмәк иманға тиң,
Һиндә намыҫ-мәртәбә.
Егет-елән сая һиндә,
Ҡыҙҙар сибәр,әҙәпле-
(Был хаҡта һүҙ ҡуйыртмайым
Йәшем үтеү сәбәпле).
Әгәр ҙә, тим, был донъяла
Йәннәт булһа, имештер,
Ул,моғайын, Базы буйы,
Ул,моғайын, Илештер.
Гел имен бул,игелектә бул,
Ипле Илештәр иле,
Сылтыр-сылтыр көй көйләгән
Көмөш инештәр иле.
3 слайд
Башҡортостандың төҫ ташламаҫ
гәүһәрҙәре араһында тыуған ер
ҡуйынынан урғылған Ағиҙел кеүек
олпат һәм моңло, Урал кеүек
олпат һәм уйсан, далаларыбыҙ
кеүек киң һулышлы һәм бәрәкәтле,
тормоштоң үҙе кеүек тәрән тамырлы
Мостай Кәрим ижады бар.
Рауил Бикбаев
4 слайд
Ошондай ҙур шәхесте беҙгә бүләк итеүсе Мостафа Кәримовтың әсәһе Вазифа инәйҙе бөгөн иҫкә төшөрмәй мөмкин түгелдер.
5 слайд
Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда ул институт тамамлап, өйләнеп, Рауза ханым менән Йәрмәкәй районына эшкә, башҡорт һәм рус телдәрен уҡытырға ебәрелә. Ләкин уға уҡытырға насип булмай, һуғыштың беренсе көнөнән үк, фронтҡа китә.
6 слайд
Һуғыш ваҡытында, йәғни 1942 йылда, фашист снаряды ярсығы уның комсомол билетын тишеп йөрәгенән бер нисә мм ғына ситтәрәк үтә. Был билет хәҙер муҙейҙа һаҡлана.
7 слайд
М.Кәрим үҙен тормошта бик бәхетлеләрҙән һанай. Һуғышҡа киткәндә Илгиз исемле улы тыуып ҡала. Һуғыштан иҫән ҡайтыуын ул:” Хоҙай мине йәлләгәндер, уның бит ҡыҙы Әлфиә тыуырга тейеш, тигәндер”, - тип аңлата.
8 слайд
Мостай Кәрим – бөгөн башҡорт әҙәбиәтенең генә түгел, ә донъя әҙәбиәте классигы. Уның ижады мәңгелек. Уның аҡыллы, тормошсан китаптары, образдары киләсәк быуындарға ла етәсәк.
9 слайд
”Республикабыҙҙың халыҡ шағиры әҙәбиәттең данын бөтә ил,хатта бөтә донъя киңлегенә алып сыҡты,халыҡ күңеле күгенең,оло поэзияның яҡты йондоҙо булып балҡыны.”
Ғайса Хөсәйенов
10 слайд
М. Кәрим беҙҙең замандың иң популяр, иң күренекле әҙиптәренең береһе, аҡһаҡалы. Уның хеҙмәттәрен юғары баһаланылар.
1963 – «Башҡортостан халыҡ шағиры» исеменә лайыҡ була.
1967 – «С. Юлаев премияһы» бирелә.
1967 – «Станиславский» премияһына лайыҡ була.
1972 – «Рәсәйҙең дәүләт премияһы» бирелә.
1977 – «Андерсон исемендәге бөтә донъя дипломы»на лайыҡ була.
1984 – «Ленин премияһы» бирелә.
1999–«Шолохов премияһы», «Өфө ҡалаһының почетлы гражданины».)
11 слайд
М.Кәрим шағир ҙа, яҙыусы ла, драматурк та, публицист та, йәмәғәт эшмәкәре лә. Бына ошоларҙың барыһын да бергә туплаһаҡ, ул бөйөк – Уҡытыусы.
12 слайд
«Асыҡ дәрес» тигәне, минеңсә, шулдыр:теләгәне инә дәрескә,теләмәгәне инмәй, теләгәне тыңлай,теләмәгәне тыңламай. Әгәр шулай икән,ул дәресте мин илле йылдан ашыу бирәм инде.Йәғни китаптар яҙам.Дәрт иткән кеше уларҙы уҡый һәм ниндәйҙер фәһем ала,дәрт итмәгәндәр ҡағылып та ҡарамай.Мин быға күнеккәнмен. Шуға күрә бөгөнгө асыҡ дәресте бөтәһе лә ишетер,тыңлар,күңел һалыр,тип өмөтләнмәйем.Күңел һалып тыңлағандарға –рәхмәт.
Минең күҙәтеүемсә, уҡыуында ла,йәмәғәт эшендә лә,башҡа төрлө файҙалы һөнәрҙәрҙә лә ырата алмағандар шикле саралар менән үҙҙәренә иғтибар иттерергә тырыша. Улар бер кемгә лә,йәнәһе,баш бирмәй,директорҙы һанға һуҡмай,уҡытыусылар менән телләшә,көсө еткәнде рәнйетә. Әлбиттә, тәмәке тарта, һүгенә, хатта шарап эсә, ҡыҫҡаһы, «егетлек» күрһәтә. Аҡты ҡаранан айырмағаныраҡ ҡыҙыҡайҙар ошондай йүнһеҙҙәр араһынан үҙенә «батыр» һайлай,йоҡараҡ башлы кесерәк малайҙар,уларға оҡшарға тырышып,һүгенергә,тәмәке тартырға,һуғышырға өйрәнә. Ә бит ғәрип ҡылыҡтар менән үҙенә иғтибар яулау кешене кәмһетә,меҫкенәйтә. Ғәрип кешене күреп, берәү ҙә һоҡланмай,бары уны ҡыҙғана ғына.
Намыҫ,тоғролоҡ, батырлыҡ, ихласлыҡ тураһында асыҡ дәрестәрҙе һеҙ ҙә йышыраҡ үткәрһәгеҙ икән. Уҡытыусыларҙан башҡа. Үҙегеҙ генә йыйылышып.Һис нәмәне үҙеңдән дә ,кешенән дә йәшермәй һөйләшеп,эс бушатыу намыҫты таҙартып,күңелде елкендереп ҡала ул.Әммә үҙ-ара әйтелгән тура һүҙҙәр өсөн үсләшеп,кенә ҡыуып йөрөүҙән, хәйләһеҙ асылған серҙәр өсөн бер-береңде ирештереүҙән булмаһын.Ундай хурлыҡҡа төшмәгеҙ.
«Башҡортостан пионеры»,1989 йыл,27 сентябрь
13 слайд
Һуғыш ҡот осҡос хәл. Ул ерҙе ҡан һәм күҙ йәштәре менән һуғара. Украиналағы һуғыш туҡтап Бөйөк еңеүҙең 70 йылын тыныс ҡаршыларға яҙһын. Һәр бер кеше ил аҡһаҡалы М.Кәрим кеүек илебеҙҙең, еребеҙҙең, өйөбөҙҙөң йәме булып йәшәһен.
Һәр кеше, ваҡыты етеп яҡты донъя менән һушлашҡас та, һағынып иҫкә алырлыҡ яҡты эҙ ҡалдырһа ине.
14 слайд
Үҙенең гүзәл әҫәрҙәре менән М.Кәрим бөтә халыҡ мөхәббәтен яуланы. Әҙәбиәтебеҙ алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн 1963 йылда М. Кәримгә Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелә. М. Кәрим – Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Социалистик Хеҙмәт Геройы, СССР премияһы лауреаты, Станиславский исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, шулай уҡ Шолохов исемендәге, Г.Х. Андесен исемендәге, Ленин премияларына лайыҡ булған әҙип.
М.Кәрим шағир ҙа, яҙыусы ла, драматурк та, публицист та, йәмәғәт эшмәкәре лә. Бына ошоларҙың барыһын да бергә туплаһаҡ, ул бөйөк – Уҡытыусы. Үҙенең әҫәрҙәре менән Мостай ағай беҙҙетәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә.Уның һәр бер әҫәре яҡтылыҡ һәм нур менән һуғарылған. Һәр геройы ысын тормоштан алынған.
7 240 199 материалов в базе
Вам будут доступны для скачивания все 218 159 материалов из нашего маркетплейса.
Мини-курс
2 ч.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.