Рабочие листы
к вашим урокам
Скачать
1 слайд
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение Средняя общеобразовательная школа №1 города Бирска муниципального района Бирский район Республики Башкортостан
Сөләймән Муллабаев “Көҙгө урман”. Маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре
2 слайд
Абағаға баға-баға, башым бәрҙем бағанаға.
Ҡапҡан таптым, ҡапҡанға ҡаптым.
3 слайд
Сөләймән Миңлеғужа улы Муллабаев
1924 йылдың 10 октябрендә Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районы Иҫке Юлдаш ауылында тыуа. Шағирҙың 1963 йылда сыҡҡан «Ҡәҙерле һүҙ», «Йондоҙ бүләк итермен», «Беҙҙең өй», «Урман докторы», «Тылсымлы күл» кеүек шиғырҙар, әкиәттәр китабы уҡыусыларға яҡшы таныш.
4 слайд
Көҙ килгән, көҙ килгән,
Көҙ быйыл бик тиҙ килгән
…………………………….
……………………………….
Гөлфиә Юнысова “Көҙ килгән”
5 слайд
Килеп етте тағы көҙ көнө,
Ябай түгел көҙҙөң алтыны.
……………………………….
……………………………
Кәтибә Кинйәбулатова “Көҙҙәр еткәс”
6 слайд
7 слайд
Рабочие листы
к вашим урокам
Скачать
Дәрес: башҡорт (дәүләт) теле
Класс: 8
Дәреслек: Башҡорт теле
Дәреслек авторҙары: Усманова М.Ғ.,Ғәбитова З.М.
29- 32 се биттәр
Тема: Сөләймән Муллабаев “Көҙгө урман”. Маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре
Маҡсат: көҙ миҙгеленең матурлығын, күркәмлеген асыҡлау, тасуири уҡыу өҫтөндә эшләү, тәбиғәткә ҡарата һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: проектор,презентация, һүрәттәр
Дәрес барышы
1. Ойоштороу мәле
- Һаулыҡ һорашыу.
- Дежур уҡыусы менән әңгәмә.
Дәрестең темаһы һәм маҡсаты менән таныштырыу.
(Йыһазландырылған таҡтаға ҡарап уҡыусылар менән дәрестең темаһын һәм маҡсатын билдәләү).
2. Фонетик-артикуляцион күнегеүҙәр. (проектор аша күрһәтеү)
Абағаға баға-баға башым бәрҙем бағанаға.
Ҡапҡан таптым, ҡапҡанға ҡаптым.
3. Төп өлөш.
1) Автор тураһында белешмә: (слайдҡа иғтибар итеү)
Сөләймән Миңлеғужа улы Муллабаев 1924 йылдың 10 октябрендә Ырымбур өлкәһе Красногвардейский районы Иҫке Юлдаш ауылында тыуа.
Шағирҙың 1963 йылда сыҡҡан “Ҡәҙерле һүҙ”, “Йондоҙ бүләк итермен”, “Беҙҙең өй”, “Урман докторы”, “Тылсымлы күл” кеүек шиғырҙар, әкиәттәр китаптары уҡыусыларға яҡшы таныш.
2) Шиғыр йөкмәткеһе өҫтөндә эш.
- Һүҙлек өҫтөндә эшләү;
- уҡытыусының тасуири уҡыуы;
- сылбырлы уҡыу (тәржемә менән);
- дәреслектәге һорауҙарға яуап биреү;
- алдағы кластарҙа көҙ темаһына бағышланған шиғырҙарҙы иҫкә төшөрөү. Уҡытыусы шиғырҙың тәүге строфаһын башлай, уҡыусылар дауам итә. (слайдтар)
а) Көҙ килгән, көҙ килгән,
Көҙ быйыл бик тиҙ килгән.
……………………………….
………………………………
Гөлфиә Юнысова “Көҙ килгән”
б) Килеп етте тағы көҙ көнө,
Ябай түгел көҙҙөң алтыны.
………………………………..
………………………………...
Кәтибә Кинйәбулатова “Көҙҙәр еткәс”
3) Ял минуты
4) Грамматик тема.
29-сы биттәге ҡағиҙә менән танышыу. Рус теле менән сағыштырыу. Миҫалдар килтереү: Быйыл көҙ бигерәк тә моңһоу килде. Ә ағастар шыбыр-шыбыр киләме? Йәмле лә һуң көҙ биҙәктәре! Мин был матурлыҡты күрергә тейеш!
5) Һүрәт буйынса һөйләмдәр уйлап яҙыу.
Терәк һүҙҙәр: көҙ, һауа торошо, ҡояш, йылы, ел, ямғыр, һары, һыуыҡ, япраҡ, көндөҙ, кис, һуҡмаҡ, ҡойола, ер, урман, төрлө төҫтә.
6) Көҙ тураһында һынамыштар, әйтемдәр, мәҡәлдәр әйтеү.
4. Йомғаҡлау.
Беҙ бөгөн дәрестә нимәләр белдек?
Ниндәй яңы һүҙҙәр өйрәндек?
Дәресебеҙҙе ошондай шиғыр юлдары менән тамамлайыҡ:
Һәр миҙгелдең үҙ йәме бар,
Үҙ төҫө бар һәр айҙың.
Т. Дәүләтбирҙина
5. Баһалау.
6. Өйгә эш.
Көҙ миҙгеле тураһында диалог төҙөргә.
6 663 611 материалов в базе
Настоящий материал опубликован пользователем Султанова Фируза Халиловна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт
Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.
Удалить материалВаша скидка на курсы
40%Курс профессиональной переподготовки
300/600 ч.
Курс профессиональной переподготовки
300/600 ч.
Курс профессиональной переподготовки
600 ч.
Мини-курс
4 ч.
Мини-курс
3 ч.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.