Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Иностранные языки / Конспекты / Разработка урока по башкирской литературе на тему "М.Кәримдең "Өс таған" әҫәре буйынса йомғаҡлау"
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 24 мая.

Подать заявку на курс
  • Иностранные языки

Разработка урока по башкирской литературе на тему "М.Кәримдең "Өс таған" әҫәре буйынса йомғаҡлау"

библиотека
материалов

Башҡортостан Республикаһы Архангел районы

Тирәкле урта дөйөм белем биреү мәктәбе














М.Кәримдең «Өс таған» повесы

буйынса йомғаҡлау








Баһаутдинова Альмира Рафаил ҡыҙы,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
















2014 йыл

Тема: М.Кәримдең «Өс таған» повесы буйынса йомғаҡлау.


Маҡсат:1.М.Кәримдең тормошо һәм ижады буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, повестың идея-эстетик мәғәнәһен асыу һөҙөмтәһендә уҡыусыларҙың белемдәрен тәрәнәйтеү.

2.Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, уҡыу күнекмәләрен һәм фекерләү һәләтен үҫтереү.

3.М.Кәрим ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, уҡыусыларҙа әҙәп - әхлаҡ, дуҫлыҡ тойғоларын, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү.


Йыһазландырыу: М.Кәрим тураһында плакат, китаптар күргәҙмәһе, әҫәр буйынса уҡыусыларҙың һүрәттәре, мультимедия проекторы, компьютер.


Дәрес барышы.


I.Ойоштороу эше. Сәләмләү.(слайд)

- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Һәр иртәбеҙ, көнөбөҙ, һәр дәресебеҙ ошо яғымлы һүҙҙән, сәләмләүҙән башлана. Бөгөн дә бер-беребеҙгә сәләмәтлек теләп, ихлас йылмайыу бүләк итеп, дәресебеҙҙе башлап ебәрәйек. (слайд)

- Балалар, беҙ һеҙҙең менән осоусы балаҫҡа ултырып, төнгө күккә сәйәхәткә сығабыҙ. Ниндәй матур төнгө күк йөҙө! Унда алтын табаҡтай тулған ай йөҙә. Күк йөҙө шул тиклем яҡты, хатта ундағы Зөһрә йондоҙ ҙа бик асыҡ күренә. Ай тирәләй көмөш тәңкә кеүек мең төрлө сихри йондоҙҙар емелдәй. Улар береһенән-береһе яҡтыраҡ, тылсымлыраҡ… Ниндәй серле йондоҙҙар!.. Беҙ шул илаһи матурлыҡта йөҙәбеҙ: берсә күтәреләбеҙ, берсә түбәнгә төшәбеҙ йә йондоҙҙар араһына инеп юғалабыҙ… Күңелдәребеҙгә дәрт, көс өҫтәп, кире әйләнеп ҡайтабыҙ һәм дәресебеҙҙе дауам итәбеҙ.

- Уҡыусылар, алдағы дәрестәрҙә беҙ М.Кәрим һәм уның “Өс таған” повесы менән таныштыҡ. Бөгөн беҙ алған белемдәребеҙҙе тикшереп китәсәкбеҙ, ошо әҫәрҙе йомғаҡлап, әңгәмә ҡорасаҡбыҙ. Дәфтәргә числоны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ.

(число, тема яҙҙырыу)


II. Үтелгәнде ҡабатлау.

-Уҡыусылар, өйҙә һеҙ М.Кәримдең тормошо һәм ижады тураһында ҡабатлап, иҫкә төшөрөп килергә тейеш инегеҙ. Әйҙәгеҙ әле, шағирҙың тормошо һәм ижады буйынса белемдәребеҙҙе тест буйынса тикшереп алайыҡ.(слайд)


III. Повесть йөкмәткеһе өҫтөндә эш. 1.Әңгәмә.

М.Кәрим – бөйөк әҙип, оло талант эйәһе.(слайд) Ул хаҡлы рәүештә халҡыбыҙ күңелендә йәшәй. М.Кәримдең әҫәрҙәре уҡыусылар тарафынан йылы ҡаршы алына һәм уларҙың яратып уҡыған әҫәрҙәренә әүерелә. Шуларҙың береһе – төрлө осор балаларының яратып уҡыған әҫәре - “Өс таған” повесы.

- Уҡыусылар, повесть һеҙгә оҡшанымы? Ниндәй хистәр уятты?

- Әҫәр нимәнән башланып китә?

- Бөркөтлө тураһында нимәләр белдегеҙ? Уның матурлығын автор нисек тасуирлаған?

- Әҫәрҙә ниндәй күлдәр тураһында һүҙ бара? Улар нисек тасуирлана? Әҫәрҙән өҙөк табып уҡып китәйек.

- Күлдәр нисек барлыҡҡа килгән? (легенданы һөйләтеү)

- Повеста ниндәй тауҙар тураһында һөйләнелә? Улар нисек һүрәтләнгән?

- Ул тауҙарға менеү тураһында нимә тиелә? Һәр кем унда менә аламы?

-Эйе, кешегә юлда һәр саҡ ҡаршылыҡтар осрай. Әммә ауырлыҡты еңеп сығыу кешене сыныҡтыра. Шуның өсөн кеше маҡсаттарға ҡыйыу ынтылырға, ҡурҡмаҫҡа, кәрәк ерҙә көрәшә белергә тейеш.

- Уҡыусылар, повеста беҙ быны кемдәрҙең миҫалында күрҙек?

- Повеста малайҙар ниндәй итеп һүрәтләнгән?(слайд) Экранда бирелгән сифаттарҙы, һәр геройға тура килгәндәрен һайлап, өс бағанаға бүлеп яҙайыҡ. Был эште төркөмләп эшләйек. 1-се төркәм – Вәзиргә ҡағылышлы сифаттарҙы, 2 –се төркөм - Ғабдуллаға ҡағылышлы сифаттарҙы, 3 –сө төркөм Айҙарға хас сифаттарҙы яҙып ала. (өс образға ҡылыҡһырлама биреү)

- Малайҙар алдарына ниндәй маҡсат ҡуялар? Ни өсөн?

- «Өс таған»ға башлыҡты улар ниндәй һынауҙар аша һайлай?

- “Өс таған”дың ҡаҡшауына нимә сәбәпсе булды?

- Урлашыу ваҡиғаһында Ғабдулла менән Айҙар үҙҙәрен нисек тота? Был ваҡиғала уларҙың ниндәй сифаттары асыла?

- Вәзирҙең холҡонда ыңғай яҡтар бармы?

- Өсөнсө терәү итеп кемде алалар? Уның тураһында нимә белдегеҙ?

- Повесть аҙағында Вәзир ниндәй малай булып күҙ алдына баҫа?

- Повесть һуңында беҙ ниндәй үҙгәрештәр күрәбеҙ? Һеҙ малайҙарҙың яңынан дуҫлашыуына шатмы?

- Эйе, үҙ ғәйебен танып, «Өс таған»ға эскерһеҙ ярҙам итергә тырышҡан Вәзирҙе яңынан үҙҙәренең отрядына кире алырға ҡарар итәләр. Шулай итеп, «Өс таған» яңынан ныҡлап аяҡҡа баҫа. Был юлы ул дүрт терәүгә таяна.

- Уҡыусылар, кем һеҙгә нығыраҡ оҡшаны? Ни өсөн? Уның ниндәй сифаттарын һеҙ үҙегеҙҙә булдырырға теләр инегеҙ?

- Вәзир характерындағы кире сифаттар беҙҙә лә булырға мөмкин. Һәр кеше үҙ холҡондағы кире сифаттарҙы танып, хатаһын төҙәтергә ынтылырға тейеш. Үҙ холҡоңдағы ошондай кире яҡтарҙы бөтөрөү өсөн ни эшләргә кәрәк?

- Вәзир кеүек һынауҙарҙы еңеп сыҡҡан малайҙар, үҫкәс, тормош ауырлыҡтарын да еңә аласаҡ. Шулай итеп, автор әҫәрҙә ниндәй теманы күтәреп сыға?

- Эйе, автор мәңгелек темаға – дуҫлыҡ темаһына мөрәжәғәт итә. Ә дуҫлыҡ – ул күңел күрке, йәшәү йәме, хистәр даръяһы. Ул ауыр мәлдәрҙә, юлда, тормош ҡаршылыҡтарын үткәндә беленә, һынала. Ысын дуҫлыҡ ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә, йәшәүгә йәм өҫтәй. Дуҫлыҡтың ҡәҙерен белеп өйрәнәйек.


2. Ял итеү минуты. (слайд)


3. Мәҡәлдәр менән эш.

- Уҡыусылар, халҡыбыҙҙа дуҫлыҡ тураһында күп матур, аҡыллы һүҙҙәр бар - мәҡәл тиҙәр уларҙы. Әйҙәгеҙ, бөгөнгө әҫәр йөкмәткеһенә тап килгәндәрен иҫкә төшөрөп китәйек. Мин мәҡәлдең башын уҡыйым, ә һеҙ дауам итеп әйтеп ҡуйығыҙ. (слайд).

Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын.

Яҡшы менән юлдаш булһаң, уңырһың –яман менән юлдаш булһаң,

туңырһың.

Ҡурҡаҡ дуҫ ҡыйыу дошмандан ҡурҡынысыраҡ.

Дуҫлыҡ яуҙа һынала.


-Уҡыусылар, бына күпме мәҡәлдәр бар дуҫлыҡ тураһында. Уларҙы иҫегеҙҙә ҡалдырығыҙ.


(мәҡәлдәрҙе дәфтәргә яҙҙырыу)



4. Ижади эш.

Уҡытыусы. Ә хәҙер бөгөнгө һөйләшеүҙе йомғаҡлап, беҙ ҙә бергәләп дуҫлыҡ тураһында биш юллыҡ шиғыр яҙып ҡуяйыҡ. (Синквейн яҙыу)

Дуҫлыҡ.

Ысын, тоғро.

Һынала, дәртләндерә, илһамландыра.

Дуҫлыҡтың ҡәҙерен белегеҙ!

Көс.

- Бына беҙ ниндәй матур биш юллы шиғыр яҙҙыҡ. Әйҙәгеҙ әле, бергәләп тағы уҡып китәйек. (слайд)


IV. Йомғаҡлау.

- Уҡыусылар, шулай итеп, бөгөн дәрестә нимәләр белдек?

- М.Кәрим “Өс таған” повесы аша нимә әйтергә теләй? (был тормошта дуҫтарһыҙ йәшәүе ауыр, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә, ауырлыҡтар килгәндә бер - береңә ярҙам ҡулы һуҙырға саҡыра, дуҫ, татыу йәшәргә өндәй)

- Эйе, был повесть бөгөнгө көндә лә үҙенең идея-тематикаһы менән актуаль. Уйлап эшләмәгәнлектән күп хаталар ебәрәбеҙ. Ысын дуҫлыҡ ҡына ауырлыҡтарҙы еңергә көс бирә, йәшәүгә йәм өҫтәй, уҡыуға дәрт бирә, һәр нәмәгә намыҫлы булырға саҡыра. Мин һеҙҙең дә киләсәктә аҡыллы, тырыш булыуығыҙҙы, дуҫтарығыҙҙың ҡәҙерен белеүегеҙҙе, дуҫлыҡҡа тоғро булып ҡалыуығыҙҙы теләйем.


Өйгә эш. 1.“Дуҫлыҡ - тормош йәме” темаһына инша яҙырға.

2. Интернет селтәрен ҡулланып, М.Кәримгә арналған

фотогалерея төҙөргә.


Краткое описание документа:

М.Кәримдең "Өс таған" әҫәре буйынса төҙөлгән дәрес эшкәртмәһе. 5 класс өсөн тәғәйенләнә.

Маҡсат:

1.М.Кәримдең тормошо һәм ижады буйынса үтелгәндәрҙе  ҡабатлау, повестың идея-эстетик мәғәнәһен асыу һөҙөмтәһендә уҡыусыларҙың белемдәрен тәрәнәйтеү.

2.Уҡыусыларҙың  һүҙ байлығын арттырыу, уҡыу күнекмәләрен һәм фекерләү һәләтен үҫтереү.

3.М.Кәрим ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу, уҡыусыларҙа әҙәп - әхлаҡ, дуҫлыҡ тойғоларын,  хеҙмәткә һөйөү  тәрбиәләү.

Дәрес барышы:

I.Ойоштороу эше. Сәләмләү.

II. Үтелгәнде ҡабатлау.

 

III. Повесть йөкмәткеһе өҫтөндә эш.

IV. Мәҡәлдәр менән эш.

 

v.Ижади эш.

 

Автор
Дата добавления 17.11.2014
Раздел Иностранные языки
Подраздел Конспекты
Просмотров985
Номер материала 121133
Получить свидетельство о публикации

Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх