Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Другое / Презентации / Презентация по ИКБ "В мире имен"
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Другое

Презентация по ИКБ "В мире имен"

библиотека
материалов
23 октябрь Тема: Исемд2р донъя6ында
«Кешел2 б4т2 н2м2 л2 – й474 л2, кейеме л2, к80еле л2 матур булыр9а тейеш». А...
А7ан – нама79а са5ыр9анда й2ки исем 5уш5анда 2йтел2 тор9ан до9а.
 Ары=лан – к4сл4, батыр, 5ыйыу, 92йр2тле тиг2нде а0лата
А7аш – бер 8к исем й4р4тк2н ике й2ки бер нис2 кеше тиг2нде а0лата.
Ономастика (грек телен2н «исем») - тел 9илемене0 б4т2 бул9ан я09ы7лы5 исемд2р...
«Исемд2р уйлау» уйыны I р2т II р2т III р2т Г4л… Ай… Ми0ле…
«Салауат батыр» Сабып сы9ып Сал быуаттар аша, Сапсындырып суйын саптарын Оран...
Г4лд2р7е би72й с2ск26е, Кешене – матур исем. :2р 5ы7, малай 87 исемен Яратып...
;йг2 эш. 36-41 битт2р7е у5ыр9а. «Исемд2р7е0 нинд2й 262ми2те бар?» тиг2н тема...
12 1

Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Описание презентации по отдельным слайдам:

№ слайда 1 23 октябрь Тема: Исемд2р донъя6ында
Описание слайда:

23 октябрь Тема: Исемд2р донъя6ында

№ слайда 2 «Кешел2 б4т2 н2м2 л2 – й474 л2, кейеме л2, к80еле л2 матур булыр9а тейеш». А
Описание слайда:

«Кешел2 б4т2 н2м2 л2 – й474 л2, кейеме л2, к80еле л2 матур булыр9а тейеш». А.П. Чехов

№ слайда 3
Описание слайда:

№ слайда 4 А7ан – нама79а са5ыр9анда й2ки исем 5уш5анда 2йтел2 тор9ан до9а.
Описание слайда:

А7ан – нама79а са5ыр9анда й2ки исем 5уш5анда 2йтел2 тор9ан до9а.

№ слайда 5  Ары=лан – к4сл4, батыр, 5ыйыу, 92йр2тле тиг2нде а0лата
Описание слайда:

Ары=лан – к4сл4, батыр, 5ыйыу, 92йр2тле тиг2нде а0лата

№ слайда 6 А7аш – бер 8к исем й4р4тк2н ике й2ки бер нис2 кеше тиг2нде а0лата.
Описание слайда:

А7аш – бер 8к исем й4р4тк2н ике й2ки бер нис2 кеше тиг2нде а0лата.

№ слайда 7 Ономастика (грек телен2н «исем») - тел 9илемене0 б4т2 бул9ан я09ы7лы5 исемд2р
Описание слайда:

Ономастика (грек телен2н «исем») - тел 9илемене0 б4т2 бул9ан я09ы7лы5 исемд2рен 4йр2н2 тор9ан б8леге.

№ слайда 8 «Исемд2р уйлау» уйыны I р2т II р2т III р2т Г4л… Ай… Ми0ле…
Описание слайда:

«Исемд2р уйлау» уйыны I р2т II р2т III р2т Г4л… Ай… Ми0ле…

№ слайда 9
Описание слайда:

№ слайда 10 «Салауат батыр» Сабып сы9ып Сал быуаттар аша, Сапсындырып суйын саптарын Оран
Описание слайда:

«Салауат батыр» Сабып сы9ып Сал быуаттар аша, Сапсындырып суйын саптарын Оран 6алып илг2, 6ай, Салауат, М20гелекк2 2й72й сафтарын. Ай-6ай, Салауат, Тыу9ан илде0 5ото, Ай-6ай, Салауат, Тыу9ан ер7е0 уты. Ай-6ай, Салауат, Баш5ортомдо0 5аны, Ай-6ай, Салауат, *7 хал5ымды0 даны.

№ слайда 11 Г4лд2р7е би72й с2ск26е, Кешене – матур исем. :2р 5ы7, малай 87 исемен Яратып
Описание слайда:

Г4лд2р7е би72й с2ск26е, Кешене – матур исем. :2р 5ы7, малай 87 исемен Яратып 5ына 8=6ен. Йондо7ло, айлы, 5ояшлы – Исемд2р бул6ын нурлы Исеме мен2н баланы0 Я5тыр6ын 98мер юлы.

№ слайда 12 ;йг2 эш. 36-41 битт2р7е у5ыр9а. «Исемд2р7е0 нинд2й 262ми2те бар?» тиг2н тема
Описание слайда:

;йг2 эш. 36-41 битт2р7е у5ыр9а. «Исемд2р7е0 нинд2й 262ми2те бар?» тиг2н тема9а 5ы=5а инша я7ыр9а.


Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Краткое описание документа:

РМБ. АСЫҠ ДӘРЕС

 

Тема: Исемдәр донъяһында.

Маҡсат: 1. Исем ҡушыуҙың мәғәнәһе барлығын аңлатыу, үҙ исемеңдең мәғәнәһен белеү, уға тап төшөрмәҫкә өйрәтеү;

2. Ата-әсә биргән мәңгелек бүләкте ҡәҙерләп һаҡлай белергә өйрәтеү, уның менән ғорурланыу тойғолары тәрбиәләү;

3. Телмәр үҫтереү өҫтөндә эшләү.

Йыһазландырыу: китап күргәҙмәһе, презентация, таблицалар, башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге.

 

 

 

Дәрес барышы.

 

1.             Ойоштороу моменты.

 

-   Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Ултырышығыҙ. Бөгөн кем дежур? Дәрестә кемдәр юҡ? Аңлашылды. Хөрмәтле уҡыусылар! Бөгөн беҙҙә асыҡ дәрес. Артығыҙға әйләнеп ҡарағыҙ әле, беҙгә ҡунаҡтар килгәндәр. Дәрестә актив ҡатнашып ултырығыҙ, үҙегеҙҙе күрһәтеп ҡалығыҙ.

 

2,       Төп өлөш.

 

“Исемдәр донъяһында” тип аталған дәресебеҙҙе башлайбыҙ. (Дәфтәрҙе асып, дата, теманы яҙыу). Билдәле рус яҙыусыһы Антон Павлович Чеховтың ошондай һүҙҙәре бар: кешелә бөтә нәмә лә – йөҙө лә, кейеме лә, күңеле лә матур булырға тейеш. Шуға өҫтәп исемде лә әйтергә булалыр, моғайын. Сөнки исемдең дә үҙ күрке, үҙенең матурлығы, мәғәнәһе бар. Матур, яғымлы, ҡолаҡҡа ятышлы исемде кем генә яратмай. Әммә шуныһы бар: кешегә үҙ исемен үҙенә һайлау мөмкинлеге бирелмәгән.

Исемде бала тыуғанға тиклем үк һайлап ҡуялар. Ошо исем менән атай-әсәйҙең өмөтө, хыялы бәйле була. Баланың киләсәген дә, ниндәй булып үҫерен дә исем менән бағлайҙар.

Элек бала тыуғас та, уға исем ҡушҡандар. Ул йүргәк исеме тип атала. Исемһеҙ баланы сәңгелдәккә һалырға ярамай тип уйлағандар. Сөнки уға шайтан үҙенең исемен ҡушыуы һәм бала ауырыу булып ҡалыуы йәки үлеп ҡуйыуы бар тип уйлағандар.

Ысын исемен балаға 40 көн тулғас ҡушҡандар. Был йоланы мулла башҡарған һәм ул хәҙерге көнгә тиклем һаҡланған.

Уҡыусылар, һеҙҙең бәпестәргә исем ҡушҡандарын күргәнегеҙ бармы? Бәлки һеҙҙең дә йүргәк исемегеҙ барҙыр? (яуаптар).

Дөрөҫ. Ысынлап та, мулла баланың уң ҡолағына – аҙан, һул ҡолағына – исемен әйтеп өс тапҡыр ҡысҡырғандар. Аҙан һүҙе һеҙгә аңлашыламы? (слайд ҡарау).

Аҙан - ул намаҙға саҡырғанда йәки исем ҡушҡанда әйтелә торған доға.

Һәр кеше үҙенең исемен яратырға, уның нимә аңлатҡанын белергә тейеш. Ниндәй генә исемде алһаҡ та, уның үҙенең мәғәнәһе бар. Миҫал өсөн, Арыҫлан исемен алһаҡ, ул көслө, батыр, ҡыйыу, ғәйрәтле тигәнде аңлата. Атай-әсәйҙәр, әгәр, балаларына Арыҫлан исемен ҡуша икән, баланы арыҫлан кеүек көслө, батыр булһын тип теләйҙәр. Руслан, Аслан, Арсен исемдәре лә ошо Арыҫлан исеменән алынған. Һәм шул уҡ мәғәнәгә эйә.

Һеҙгә, уҡыусылар, өйгә эш итеп үҙегеҙҙең исемегеҙ нимә аңлатҡанын, кем һеҙгә ошо исемде ҡушыуын белеп килергә әйтелгәйне. Шулай уҡ шиғыр йәки таҡмаҡ сығарырға ҡушылғайны. Әйҙәгеҙ, шуларҙы тикшереп үтәйек (уҡыйҙар).

Афарин, уҡыусылар! Моғайын да, һеҙ үҙегеҙҙең исемдәрегеҙҙең аңлатмаһын, билдәле ғалимә апайҙарыбыҙ Таңһылыу Күсимованың һәм Светлана Биҡҡолованың “Исемдәр донъяһында”, “Башҡорт исемдәре” тигән китаптарынан тапҡанһығыҙҙыр. Шулаймы? Был китаптарҙа бөтөн башҡорт исемдәренең аңлатмаһын табырға була. (Күргәҙмә менән таныштырыу). Мәҫәлән, “Исемдәр донъяһында” тигән китапта 3200 исемгә, ә “Башҡорт исемдәре” тигән китапта 4000-гә яҡын исемгә аңлатма бирелгән.

Ә хәҙер таҡтаға күҙ һалайыҡ. Исемдәрегеҙ шундай матур итеп яҙылған. Иғтибар менән ҡараһаҡ, аҙаш исемдәрҙе лә осратырға мөмкин.

Нимә була ул аҙаш исемдәр? Нимәне улар аңлата? Йә, кем әйтер? (яуаптар.)

Эйе, дөрөҫ. Ысынлап та, “аҙаш” ул – бер үк исем йөрөткән ике йәки бер нисә кеше тигәнде аңлата. Беҙҙең класты ғына алып ҡараһаҡ, Юлиәләр, Тимурҙар, Гөлназдар бер-береһенә аҙаш булалар.

 

3.                Физминутка.

 

Шулай уҡ, тел ғилемендә бөтә булған яңғыҙлыҡ исемдәрен өйрәнә торған бүлек бар. Ул “ономастика” тип атала. Грек теленән “исем” тигәнде аңлата.

Әйҙәгеҙ әле, өс төркөмгә бүленеп, “Исемдәр уйлау” тигән уйын уйнап алайыҡ.

 

1 рәт                                               2 рәт                                        3 рәт

 Гөл…                                              Ай…                                       Миңле…

 

Исемдәрҙе бик күп беләһегеҙ икән! Афарин тип әйтергә генә ҡала.

 

4.             Йомғаҡлау.

 

Шулай итеп, уҡыусылар, кешенең тормошонда исем ниндәй роль уйнай? Кем яуап бирер? (яуаптар).

Эйе, ысынлап та, атай-әсәйҙәребеҙ, өләсәй-ҡартатайҙарыбыҙ беҙгә шундай исем ҡушҡан икән, беҙ уны һаҡларға, бысратмаҫҡа, кәрәк саҡта яҡларға тейешбеҙ. Әгәр ҙә башҡорт исемдәре бөтә икән, башҡорт теле, башҡорт милләте юҡҡа сыға тигән һүҙ. Күпме беҙҙең дәүләт эшмәкәрҙәре, дин әһелдәре, милли батырҙарыбыҙ быуаттар буйы үҙ иле, теле, ирке өсөн ҡан ҡойошоп, көрәшеп, янып йөрөгәндәр. Уҡыусылар, ә һеҙ ниндәй милли батырҙарыбыҙҙы беләһегеҙ? (яуаптар).

Эйе, дөрөҫ. Салауат Юлаев Крәҫтиәндәр һуғышында башҡорттарҙың иле, теле, ирке өсөн көрәшеп йөрөгән милли батырыбыҙ. Салауат Юлаевтың исеме нисек мәңгелләштерелгән? Уның исемен йөрөткән район, ҡала, урамдар, әҙәби әҫәрҙәр, китаптар бар. Уға бағышланған һәйкәл, бюсттар, халыҡ ижады әҫәрҙәре, йырҙар бик күп.

Ә хәҙер, Артур Туҡтағолов Рәми Ғарипов һүҙҙәренә яҙған “Салауат батыр” тигән йырҙы тыңлайыҡ. Афарин!

Бөгөнгө дәресте мин ошондай шиғри юлдар менән тамамлағым килә:

Гөлдәрҙе биҙәй сәскәһе,

Кешене – матур исем.

Һәр ҡыҙ, малай үҙ исемен

Яратып ҡына үҫһен.

Йондоҙло, айлы, ҡояшлы –

Исемдәр булһын нурлы.

Исеме менән баланың

Яҡтырһын ғүмер юлы.

Уҡыусылар, һеҙҙең барығыҙҙың да исемдәре шул тиклем матур, күркәм. Исемегеҙ һеҙҙе биҙәп тора. Атай-әсәйҙәрегеҙ бүләк иткән исемде яратығыҙ, уға бер ҡасанда тап төшөрмәгеҙ. Үҙ исемегеҙҙән бер ваҡытта ла оялмағыҙ. Киләсәктә һеҙ ҙә ғаилә ҡорорһоғоҙ, үҙегеҙҙең балаларығыҙға тик  башҡорт исемдәрен генә ҡушығыҙ.

 

5.             Өйгә эш биреү.

 

36-41 биттәрҙе уҡырға. “Исемдәрҙең ниндәй әһәмиәте бар?” тигән темаға ҡыҫҡаса инша яҙып килергә.

 

6.             Баһалау.

 

Бөгөнгө дәрестә актив ҡатнашып ултырғанығыҙға йөрәктәр таратам. Һеҙҙең дә исемдәрегеҙ кеше йөрәге кеүек һәр саҡ саф, таҙа булһын; уға бер ҡасан да тап төшөрмәгеҙ!

 

Ошоноң менән дәрес тамам. Һау булығыҙ!

Автор
Дата добавления 15.03.2015
Раздел Другое
Подраздел Презентации
Просмотров300
Номер материала 443441
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх