Инфоурок Другое Другие методич. материалыПрименение современных технологий на уроках башкирского языка

Применение современных технологий на уроках башкирского языка

Скачать материал

БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫНЫҢ МӘҒАРИФТЕ ҮҪТЕРЕҮ ИНСТИТУТЫ

 

 

Башҡорт теле һәм башҡа туған  телдәр кафедраһы

 

 

 

 

 

 

 

 

Проекттың темаһы:   Башҡорт теле дәрестәрендә заманса технологиялар ҡулланыу 

                        

 

 

 

 

 

 

                                                                                                                                 

 

 

 

Башҡарҙы:Мәләүез районы

Һамар-Ивановка төп дөйөм

                                                                                             белем биреү мәктәбенең

                                                                                            башҡорт теле һәм әҙәбиәте

                                                                                     уҡытыусыһы Тарасова

                                                                                   Зөлфирә Әхмәр ҡыҙы

 

 

 

 

                                                                           Тикшерҙе:  курс етәксеһе

                                                                                    филология фәндәре кандидаты

                                                                                     Заһиҙә Әйүповна Рахматуллина

                                                                                                                         

 

                                                          Өфө      2016

 

Йөкмәткеһе

Инеш...................................................................................................................3

I.Проект эшенең паспорты...............................................................................5

II.Төп өлөш

1.Башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәрендә компьютер технологияларын ҡулланыу.............................................................................................................8

2.Башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙың телмәрҙәрен

үҫтереү өсөн проектлау методын ҡулланыу...................................................10

Йомғаҡлау .........................................................................................................12

Ҡулланылған әҙәбиәт........................................................................................14


 

Инеш

Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу  буйынса уҡыусыларҙа икенсе быуын белем биреү стандарттарында билдәләнгән күләмдә һәм кимәлдә  белем , күнекмә һәм компетенциялар , универсаль уҡыу  эшмәкәрлеге комплексын формалаштырыу өсөн уҡыу-уҡытыу системаһында яңы технологиялар ҡулланыу талап ителә.

 Хәҙерге заман балалары кәрәкле мәғлүмәтте китаптан уҡып белеүгә ҡарағанда телевизор, интернет аша алыуҙы өҫтөнөрәк күрә. Шуға дәрестәрҙә яңы метод һәм алымдарҙы, заманса технологияларҙы ҡулланырға кәрәк.  Мәҫәлән, уҡыу-уҡытыуҙың эффектив алымы булған компьютер технологияһы дәрестәрҙе күпкә һөҙөмтәлерәк үткәреү, уҡыу-уҡытыу сифатын күтәреү мөмкинлеген бирә.

Әлеге ваҡытта дәрестәрҙә компьютер ҡулланыуға ҡарата төрлө фекерҙәр йөрөй. Берәүҙәр быға ҡуш ҡуллап риза, ә икенселәр ҡаршы. Шул уҡ ваҡытта бер кемдә компьютерҙың файҙаһын кире ҡаҡҡаны юҡ. Уны кәрәкле бер кимәлдә һәм дөрөҫ файҙалана белеү генә кәрәк. Беҙ компьютер технологиялары үҫешкән заманда йәшәйбеҙ. Интерактив технологиялар хәҙер тормошобоҙға ныҡлы үтеп инде. Белеүегеҙсә электрон дәреслектәр, китаптар, электрон көндәлектәр, журналдар барлыҡҡа килде.  Дәрестәрҙә интерактив таҡталар ҡулланыу заман талабына әүерелде. Интерактив таҡта уҡытыуҙың иң мөһим бурыстарының береһе – уҡыусыла предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята.  Улар ҙур теләк менән дәрескә йөрөй, һәр береһендә таҡтаға сығып эшләү, яуап биреү теләге тыуа. Интерактив саралар ярҙамында төҙөлгән тест, викторина, сканворд, анаграмма кеүек эш төрҙәре уҡыусыларҙың белем кимәлен таҡта янында тикшереү өсөн дә уңайлы.

     Үҙ эшен яратҡан һәр бер башҡорт теле уҡытыусыһы, заманса  технологияларҙы өйрәнеп, уларҙы эш тәжрибәһендә ҡулланып, бөтә уҡыусыларҙың да башҡорт телендә аралашыуын, уларҙың индивидуаль һәләттәрен үҫтереп, халҡыбыҙға һәм телебеҙгә ихтирам тәрбиәләй ала.

  Дәрестә интерактив технологиялар ҡулланыу ғәҙәти уҡытыу методикаһынан айырылмай тиерлек. Дәрестең уңышы уҡытыусы ҡулланған технологияларҙан ғына тормай. Әлбиттә, ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү өсөн , һәр дәрестең ентекле төҙөлгән планы һәм структураһы булырға тейеш. Дәрестә интерактив таҡта ҡулланыу – уҡыусыға үҙләштереләсәк материалды еткереү ысулдарының береһе булып ҡына түгел, ә балала ижади эшләүҙе күҙ уңында тота. Эҙләнеү, ижади фекерләү  ҡеүәһен үҫтереүсе һәм Федераль дәүләт белем биреүҙең яңы стандарттарына яуап биреүсе технология булып хеҙмәт итә. Интерактив таҡтаны ҡулланыу даирәһе һәм эш алымдарының төрлөлөгө уҡыусыға яңы идеяларҙы тиҙ һәм еңел үҙләштерергә булышлыҡ итә. Америка психологы Уильям Глассер билдәләүенсә , кеше:

 Дәрестәрҙе презентациялар менән үткәреү заман талаптарына тап килә һәм баланың психологик эшмәкәрлегенең үҫешенә күберәк йоғонто яһай. "Мультимедия” бер үк ваҡытта кешенең мәғлүмәт алыу органдарына ла йоғонто яһай һәм мәғлүмәттең төрлө формаларын берләштерә.

 Актуаллек: Яңы быуын Федераль стандарттарына ярашлы төҙөлгән дәреслектәрҙә, методик әҙәбиәттә уҡыусының тәбиғәт тарафынан бирелгән ижади һәләттәрен үҫтереүсе технологиялар ҡулланыу һыҙыҡ өҫтөнә алына.Педагик тәжрибәмдең актуаллеге башҡорт телен уҡытыуҙа балаларҙың уҡыу материалын үҙләштереү буйынса индивидуаль мөмкинлектәрен иҫәпкә алып төҙөлгән дәреслектәр, методик ҡулланмалар юҡлығы менән билдәләнә.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

ПРОЕКТ ЭШЕНЕҢ ПАСПОРТЫ

 

Бүлектәр

Йөкмәткеһе

1

Проект эшенең исеме

  Башҡорт теле дәрестәрендә заманса технологиялар ҡулланыу 

2

Ниндәй предмет сиктәрендә башҡарылды?

Мәктәп методик берекмә ултырышында

3

Проект эшенең етәксеһе

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

4

Проект төрө

Эҙләнеү проекты

5

Маҡсат

6

Бурыстар

-проблемалы өлкә эҙләп табыла;

-  проект темаһы асыҡлана (теманы ни өсөн һайланыҡ, төрлө  варианттар араһынан  ни  өсөн  ошо  вариант  һайланғанын  аңлатырға);

-  эшләнәсәк проекттың  формаһы,  йөкмәткеһе  ниндәй  була  ала;

-  был тема буйынса ниндәй  мәғлүмәттәр бар (кәрәкле әҙәбиәт уҡыу, күргәҙмә эштәрҙе ҡарау, төрлө сығанаҡтар менән танышыу һ.б.);

-  эште башҡарыу этаптары асыҡлана.

7

Проект һорауҙары

1. уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныусанлыҡ тыуҙырамы?

 

2.    -  Балаларҙың иғтибарын үҫтерәме?

 

3.    -  Алдан үҙҙәренең проектарын яҡлауға әҙер булыуҙары.

 

4.    -  Интернет селтәрҙәрендә мәғлүмәттәр эҙләү өсөн йүнәлештәр булдырыламы?

 

5. - Ижади һәләттәре үҫәме?

8

Аннотация

Эш тәжрибәләрен педагогик практика үтеүсе студенттарға, башҡорт теле уҡытыусыларына тәҡдим итәргә.

 

9

Үткәреү ваҡыты

Март айы. 2016 йыл

10

Проект эшенең этаптары

Әҙерлек этабы: Проекттың темаһын һәм маҡсаттарын билдәләү; ижади төркөмдәр булдырыу ;проект эшенә материалдар әҙерләү.

Планлаштырыу: Мәғлүмәт йыйыу, анализлау сараларын асыҡлау

Проектты эшләү: Әҙәбиәт менән эшләү, анализ, эҙләнеү эше алып барыу

Һөҙөмтәләрҙе әҙерләү: Һөҙөмтәләрҙе алдан билдәләнгән формаға ярашлы әҙерләү.

Презентация: эшләгән эштәрҙе тапшырыу.

Эште баһалау: Алдан билдәләнгән критерийҙарға ярашлы эште баһалау

11

Эш һөҙөмтәләре

1.     Уҡыусыларҙың тел өйрәнүгә ҡарата мөнәсәбәттәренең уңай яҡҡа үҙгәрүе;

2.     Башҡорт теле дәресендә уҡыусыларҙың коммуникатив һәләттәре арта.

3.     Проект методын  эҙлекле һәм системалы ҡулланыу уҡыусыларҙың белемдәрен камиллаштырыу.

12

Кәрәкле ресурстар, материалдар

 Диагностикалар һәм анкета һорауҙары

-  интернет селтәренән теоретик материалдар, презентация

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Төп өлөш

1.Башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәрендә компьютер технологияларын ҡулланыу

Компьютер технологияларының өҫтөнлөгө – күргәҙмәлелек, мәғлүмәттәрҙең график һүрәтләнеш ( текст, төшөрөлгән графика, слайдтар, реалистик һүрәттәр), стереотауыш (музыка, төрлө тауыштар), анимация (хәрәкәтсән һүрәттәр, видео) берлегендә бирелеүе. Технологияның принцыбы – компьютерҙа, Интернет селтәрендә айырым бер программа менән эшләү генә түгел, ә мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштереү өсөн бер нисә программа ҡулланыу. Уларға яңы техник саралар ҙа, уҡытыуҙың яңы формалары һәм методтары ла, уҡытыу процесына яңыса ҡараш индерә.

Тел уҡытыуҙың төп маҡсаты уҡыусыларҙың телмәр компетентлығы үҫтереү булғанлыҡтан, телде практик үҙләштереү кәрәк. Ә уның өсөн һәр класта дидактик материалдар  булыу мөһим.

Хәҙерге заман талабы һәр уҡытыусыға компьютер мөмкинселектәрен өйрәнеп, был техник сараға таянып урынлы һәм дөрөҫ файҙаланып дәрестәр, кластан тыш саралар үткәре

          Компьютер ярҙамында башҡорт теле дәрестәрендә бер төркөм дидактик мәсьәләләрҙе хәл итеп була: лексиканы өйрәнеү (компьютер һүҙлектәр файҙаланыу), дөрөҫ әйтелеш өҫтөндә эш ( башҡорт теле дәреслектәрен, тауыш яҙыу программаларын файҙаланыу); орфографик күнегеүҙәр (орфографик һүҙлекте һәм компьютерҙың орфографияны тикшереү программаһын файҙаланыу);  грамматик күренештәрҙе үҙләштереү (тестар ярҙамында); эҙләнеү процесында яңы мәғлүмәттәр алыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, һөйләмдәр һәм текстар төҙөү, редакторлау) һ.б.

            Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә компьютерҙы ҡулланыу түбәндәге эш төрҙәрен үҙ эсенә ала: яңы материал аңлатҡанда, компьютер ярҙамында күп мәғлүмәт бирергә, төрлө фото, портреттар, картиналар, һүрәттәр, күргәҙмә әсбаптар,( яҙыусылар, шағирҙар, тураһында фоторәсемдәр, видиофильмдар, видеороликтар күрһәтеү, әҙиптәр үҙе уҡыған шиғырҙарҙы тыңлатыу, биографияларына ҡағылышлы видеоматериалдарҙы күрһәтеү, сәнғәтле уҡыу күнекмәләре булдырыу, әҙәби әҫәр мотивтары буйынса төшөрөлгән спектакль- кинофильмдарҙан өҙөктәр күрһәтеү), уҡылған әҫәр буйынса  ижади эштәр башҡарыу компьютер презентациялары әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү, ҙур класта йәнһүрәттәр, видеофильмдар төшөрөргә мөмкин.

    Дөйөм алғанда был саралар уҡыусыларҙың башҡорт телен өйрәнеүгә ыңғай мотивация булдырырға, уларҙың белемен һәм культураһын камиллаштырырға ярҙам итә, уҡыуға һөйөү, теләк арта.

Компьютер төрлө яҡлап контроль үткәреү мөмкинлеге бирә.

Тестар, диагностик эштәр , күсереү, изложение, инша яҙыу эштәре эшләп була.Компьютер уҡыусыларҙың үҙ аллы эшен ойошторорға ҡулай. Шулай ҙа компьютер уҡытыусыны алыштырмай , тик техник сара булып хеҙмәт итә, баланың компетентлы булыуы тәрбиәнән дә тора.

Компьютерҙы дәрестә өс төрлө файҙаланып була:

1)    демонстратив планда;

2)    индивидуаль рәүештә ҡулланырға (компьютер кабинетында тест эшләү һ.б.);

3)    интерактив таҡтаны файҙаланыу ( күнегеүҙәр эшләү).

Бының өсөн бөгөнгө көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса компьютерға һалынған программалары, әсбаптары бар.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

2.Башҡорт теле һәм әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙың телмәрҙәрен үҫтереү өсөн проектлау методын ҡулланыу

Проектлау методы – педагогик процесты планлаштырыуҙа ҡулланыла торған үҙенсәлекле методик система ул. Проект һүҙе белем биреү процесын алдан күҙаллау тигәнде аңлата. Ысынлап та, дәрестә өйрәнеләһе материалдың йөкмәткеһен, уҡытыусының һәм уҡыусының дәрестәге эшмәкәрлеген, эш алымдарын, көтөлгән һөҙөмтәләрҙе алдан билдәләп ҡуйыу проектлау методының төп асылын тәшкил итә.  Ул эште алдан планлаштырыуҙы, эҙмә-эҙлекле этаптар буйынса ойоштороуҙы һәм ҡатмарлана барған практик эштәрҙе башҡарып, балаларҙың үҙ аллы эшләү күнекмәләрен үҫтереүҙе һәм төрлө күҙәтеү алымдарын ҡулланыуҙы күҙ уңында тота.

Проектлау методикаһын ҡулланыр алдынан уларҙың төрҙәрен асыҡлайыҡ.

1.            Уйын проекты. Уның нигеҙендә ролләп уйнау ята. Уҡыусылар ниндәй ҙә булһа бер ситуация уйлап сығара (проекттың проблемаһы, маҡсаты билдәләнә), уҡыусы нимә өйрәнергә тейешлеге билдәләнә, төркөмдәрҙә эш ойошторола. Шунан сәхнәләштерелгән  уйын буйынса  һығымта яһала, дискуссия алып барыла.

2.            Эҙләнеү проекты. Был проект – фәнни-тикшеренеү эшенең бер төрө ул. Һуңғы ваҡытта уҡыусыларҙың фәнни-тикшереү эштәренә иғтибар ныҡ артты.

3.            Ижади проект. Ул презентация, видеофильм, экспедиция, һүрәт, ниндәй ҙә булһа байрам сценарийы һәм башҡа формаларҙа булырға мөмкин. Был проект та эҙләнеү, ижади эш, һөҙөмтәне яҡлау этаптарынан тора.

4.            Информацион проект. Исеменән күренеүенсә, ул мәғлүмәт менән бәйле: уҡыусылар үҙҙәре мәғлүмәт таба, эштең һөҙөмтәһе гәзит, доклад, презентация рәүешендә бүтәндәргә баҫма формала таратыла йәки Интернет селтәренә тоташтырыла.

5.            Логик-мәғәнәүи модель (ЛММ) – шулай уҡ проект технологияһының бер төрө. Унда информация схема рәүешендә тәҡдим ителә. Уртаға тема яҙыла, тикшереләһе мәсьәләләр координаттарҙа төйөндәр менән билдәләнә. Логик-мәғәнәүи модель – кодлаштырылған конспект ул.

Проект өҫтөндә эште уңышлы үтәү өсөн шарттар:

-уҡыусыны  эш талаптары менән таныштырып, ҡыйынлыҡтарҙы еңеп сығырға, күренештәрҙең төпкөлөнә үтеп инергә өйрәтеү мөһим. Дәрестәрҙе төрлө типта, төрлө алымдар ҡулланып ойошторорға,  күберәк актив методтар ҡулланырға (өлөшләтә эҙләнеү, проблемалы эҙләнеү методтары)  кәрәк.

Проектлау технологияһының әһәмиәте:

1.       ул грамматик материалдың бөтә үҙенсәлектәрен бергә йыя,  бер урынға туплай;

2.       өйрәнеү ваҡытын экономияларға ярҙам итә; практик эштәргә  күберәк ваҡыт ҡала;

3.       тәҡдим ителгән проект уҡыусыға тикшеренеү, үҙ аллы белем алыуҙа таяныс ролен үтәй;

4.       проектты файҙаланып, уҡыусылар  дәрестә  үҙидаралыҡ алымдарын өйрәнә.

Проектлау методын төрлө маҡсаттарҙа, төрлө дәрестәрҙә ҡулланырға мөмкин. Әммә был тик ошо метод менән генә  уҡытыу тигәнде аңлатмай, уны уҡытыусы үҙенә кәрәкле тип һанаған саҡтарҙа ғына ҡулланырға тейеш. Проект методы уҡыусының ихтыяр көсөн, ижади мөмкинселектәрен  үҫтереүгә  булышлыҡ  итә,  уҡыусылар  фәнни-тикшеренеү  эшенә  йәлеп  ителә.

Практик өлөштә 8-се,  9-сы кластарҙа проектлау методын ҡулланып  дәрестәр үткәрелде.

8-се класҡа Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов ижады буйынса проект эше, 9-сы класҡа Салауат Юлаев, Кинйә Арыҫланов тураһында проект эштәре тәҡдим ителде.

Шулай уҡ йыл ағымында  класс уҡыусыларына эҙләнеү эше тәҡдим ителде.

Бына ул проект исемдәре:

Мәләүез районының данлыҡлы улдары

Советтар Союзы геройы -Зөбәй Үтәғолов.

Советтар Союзы геройы - Садиҡ Сайранов

Йомғаҡлау

   Уҡыусыларҙа тормошҡа яңыса ҡараш формалаштырыуҙа дәрестәрҙе педагогик, методик талаптарға яуап бирерлек итеп ойоштороу өсөн уҡытыуҙың эффектив формаларын, метод һәм алымдарын эҙләргә, табырға, уңышлыларын практикаға индерерг кәрәк. Балаларҙың танып белеү күнекмәләрен, үҙ аллы эшләргә өйрәнеү активлығын, телмәр эшмәкәрлеген һәм ижади фекерләүен үҫтерергә ярҙам иткән методтар, ысулдар, саралар күптән билдәле, эҙләнеү өсөн урын да юҡ кеүек. Ә бына үҙең генә эҙләп тапҡан, бала күңеленә дәрт биргән, киләсәккә әйҙәүсе хыял ҡанаттары үҫтергән, уйнатҡан, уйлатҡан эш төрҙәре , алымдар һәр уҡытыусының ижад лабораторияһында аҫыл таштар кеүек балҡып торасаҡ, оҫталыҡ мәктәбенең табыштары буласаҡ.

    Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә фекер йөрөтөргә өйрәткәндә, ғәҙәти эш алымдары менән бергә төрлө яңы технология

Алымдарын файҙаланыу уңышлы һөҙөмтәләр бирә.   Тик уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмай, системалы рәүештә даими ҡулланырға кәрәк.

   Копьютер технологияларының өҫтөнлөгө – күргәҙмәлелек, мәғлүмәттәрҙең график һүрәтләнеш, стереотауыш, анимация берлегендә бирелеүе. Технологияның принцибы – компьютерҙа, Интернет селтәрендә айырым бер программа менән эшләү генә түгел, ә мәғлүмәттәрҙе дөйөмләштереү өсөн бер нисә программа ҡулланыу. Уларға яңы формалары һәм методлары ла, уҡытыу процесына яңыса ҡараш та инә.

   Хәҙерге заманда белем биреүҙә компьютер – аҡыл эшмәкәрлеген оптималләштереүҙең эффектив сараһы. Ул үҙенең эмоциональ тәьҫире яғынан битараф булыуы менән айырылып тора: компьютер бер ваҡытта ла арығанлығын, насар кәйефен күрһәтмәй, һәм, ошо күҙлектән сығып ҡарағанда, уҡытыуҙың айырым аспекттарын индивидуалләштереү өсөн иң уңайлыһы булып торалыр.

    Компьютер ҡулланып уҡытыу традицион уҡытыуға ҡарағанда мәғлүмәтте күберәк һәм нығыраҡ үҙләштерергә мөмкинселек бирә. Комптютер төрлө яҡлап контроль үткәреү өсөн дә уңайлы сара: был осраҡта баһа объектив ҡуйыла, уҡытыусының ваҡыты экономиялана, аҡбур менән яҙыу эше күпкә кәмей, уҡыусыларҙың өлгөрөшө һәм уҡыу сифаты буйынса статистик мәғлүмәттәрҙе туплау мөмкинселеге лә бар.

  Шулай итеп, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа яңы, заманса информацион технологиялар, компьютер ҡулланыу уҡытыу сифатын күтәрергә ярҙам итә, уҡыусыларҙың үҙ алдына эшләү һәләтен үҫтерә, үҙ-үҙенә ышаныс, фәнде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныуын уята.   

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Ҡулланылған әҙәбиәт

1.     Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологияларҙы ҡулланыу (методик ҡулланма). – Өфө, НМЦ “Педкнига”, 2008. – 204 бит.

2.     Дәүләтшина М.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. 1-се киҫәк. – Өфө:Китап, 2010. – 120 бит.

3.     Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. 2-се киҫәк. – Өфө:Китап, 2011. – 88 бит.

4.     Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн. – Китап, 2009. – 128 б.

5.     Иҙелбаев М.Х. Хәҙерге заман технологиялары һәм яңылыҡлы дәрестәр//Башҡортостан уҡытыусыһы. - 2012. - №9, 6-10-сы б.б.

6.     Интернет селтәре.

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Применение современных технологий на уроках башкирского языка"

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Семейный психолог

Получите профессию

Интернет-маркетолог

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 660 710 материалов в базе

Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 14.05.2016 500
    • DOCX 35.7 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Тарасова Зульфира Ахмеровна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    Тарасова Зульфира Ахмеровна
    Тарасова Зульфира Ахмеровна
    • На сайте: 8 лет и 4 месяца
    • Подписчики: 0
    • Всего просмотров: 11020
    • Всего материалов: 9

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Менеджер по туризму

Менеджер по туризму

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс профессиональной переподготовки

Организация деятельности библиотекаря в профессиональном образовании

Библиотекарь

300/600 ч.

от 7900 руб. от 3950 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 282 человека из 66 регионов
  • Этот курс уже прошли 849 человек

Курс повышения квалификации

Специалист в области охраны труда

72/180 ч.

от 1750 руб. от 1050 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 33 человека из 20 регионов
  • Этот курс уже прошли 153 человека

Курс профессиональной переподготовки

Руководство электронной службой архивов, библиотек и информационно-библиотечных центров

Начальник отдела (заведующий отделом) архива

600 ч.

9840 руб. 5900 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 25 человек

Мини-курс

Созависимые отношения и способы их преодоления

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 46 человек из 22 регионов
  • Этот курс уже прошли 30 человек

Мини-курс

Toolbox классического проектного менеджмента

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Карьерный навигатор: эффективный поиск работы

6 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 24 человека из 16 регионов