Выдаём удостоверения и дипломы установленного образца

Получите 5% кэшбэк!

Запишитесь на один из 793 курсов и получите 5% кэшбэк стоимости курса на карту

Выбрать курс
Инфоурок Другое Научные работыПроект эш - "Шишмә – йәшәү сығанағы”

Проект эш - "Шишмә – йәшәү сығанағы”

Скачать материал
библиотека
материалов

Башҡортостан Республикаһы

Асҡын районы муниципаль район

Ҡашҡа төп дөйөм белем биреү мәктәбе









Шишмә – йәшәү сығанағы”

Темаһына проект эҙләнеү эше









Эшләне:8-се класс уҡыусыһы

Ғатауллина Рәйлә Рауил ҡыҙы

Етәксеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы Ғәлиева З.Ғ









2017йыл





Йөкмәтке:



  1. Инеш. Шишмәләр – тәбиғәт байлығы



  1. Төп өлөш.

1.“Шишмә” һүҙе тыуҙырған ассоциациялар

2.Сихәт биреүсе -Улаҡлы шишмә







  1. Йомғаҡлау. Шишмә – йәшәү сығанағы





































Проект эҙләнеү эше



Исеме: “Шишмә – йәшәү сығанағы”

Класс: 8

Маҡсат:

  • Шишмәләрҙең тәбиғәт байлығы булыуын иҫбатлау, улар тураһында мәғлүмәттәр туплау, өйрәнеү һәм һығымталарға килеү;
    -Шишмәләребеҙгә ҡарата иғтибар, ихтирам тойғолары уятыу, уларҙы таҙартыу һәм һаҡлауға саҡырыу;

  • Ер-һыуҙарыбыҙҙың тарихын, легендаларын өйрәнеүҙе пропагандалау.

Бурыстар:

  • Тәбиғәт йәме, йәшәүебеҙ сығанағы булған шишмәләргә барыу, уларҙың хәл-торошон өйрәнеү, ярҙам итеү;

  • Шишмәләрҙең бөгөнгө хәленә кешеләрҙең , йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү;

  • Шишмәләрҙең легендаларын яҙып алыу, өйрәнеү, башҡаларға еткереү;

  • Эҙләнеү эшен башҡарыуҙы планлаштырыу, план буйынса эшләү;

  • Мәғлүмәттәр эҙләү, уларҙы туплау, кәрәклеләрен һайлап ҡулланыу;
    -Эҙләнеү проект эшенә ҡуйылған талаптарҙы өйрәнеү һәм ҡулланыу;



Проблемалы һорауҙар:

  • Тел төбөндә ниҙәр бар?

  • Шишмәләр бөтһә,ерҙә тормош та бөтәсәкме?

Эш һөҙөмтәһе
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары алдында сығыш яһау.







Инеш.Шишмәләр – тәбиғәт байлығы.

Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәте иҫ киткес матур һәм бай. Башҡа бер ерҙә лә беҙҙәге кеүек күркәмлек: сағыу төҫтәр, ғорур тауҙар, ҡалын урмандар, киң йылғалар, сылтыр шишмәләр юҡтыр ул. Сылтыр шишмәләр. Сылтырмы икән улар? Бөгөн беҙҙең шишмәләр һаҡлауға мохтаж. Тәбиғәтте һаҡлау, ҡарау, яратыу кәрәк. Шишмәләр күрһәм, тәбиғәттең бер мөғжизәһе бит улар, тиеп уйлайым. Уйламаған ерҙә тауҙы йә ерҙе тишеп сығып, үҙҙәренә юл табып, аға ла аға улар. Ә бит шишмәләрҙең һыуы шул тиклем таҙа, саф була, һәр ҡайһыһы дауалау ҡөҙрәтенә эйә. Борон-борондан шишмә буйҙарын таҙа тотҡандар, улар тирәһендә үҫкән ағастарҙы ҡырҡмағандар. Ауылдарҙа ҡоҙоҡтар, колонкалар булмағанда, ауылдың бер осонан икенсе осона тиклем көйәнтәләп һыу ташығандар. Әсәйҙәр һөйләүенсә, оло-оло инәйҙәр ҙә бер ниндәй һуҡраныуһыҙ ошо рәүешле һыуға йөрөгәндәр. Һыуҙы иң изге, иң ҡөҙрәтле көскә эйә тип иҫәпләгәндәр, уның тамсыһын да әрәм-шәрәм итмәгәндәр. Өләсәйҙәр ҙә: “Һыуҙы күп исрафламағыҙ, гонаһҡа батырһығыҙ. Һыуҙың гонаһы ҙур була”, - ти. Улар һыуҙы “биссмилла”һыҙ тотонмай. Шишмә һыуын эсер өсөн генә тотонорға ҡушалар. Ул – дауа, тиҙәр. Йыуынырға йылғанан йә колонканан алабыҙ.

Шишмәләр – тәбиғәт байлығы. Ошо байлыҡтың ҡәҙерен беләбеҙме? Юҡ шул.Күпме шишмәләр бөгөн ташландыҡ хәлдә йә бөтөнләй юҡҡа сыҡҡан. Хөкүмәт тарафынан иғлан ителгән “2017 Экология 8ём айырыуса һаҡлан4ан тёби4ёт билёмёлёрейылы” һөҙөмтәле генә булды. Өмәләр ойошторолоп, күп шишмәләр таҙартылды, кәртәләп алынды, ял итеү урыны итеп ҡулайлаштырылды. Беҙ быға нисек ҡараныҡ? Шишмә буйында ял итәбеҙ ҙә, уны сүп-сар ташлау урынына әйләндерәбеҙ. Беҙҙең ауылға яҡын шишмәгәләргә лә кемдәр генә килеп, һыуын эсеп ҡыуанмай. Әммә күптәр шишмәнең үҙен ҡыуандырмай шул. Беҙ, ауылдың бер төркөм йәштәре, аңлатыу эше лә алып барып ҡараныҡ – һөҙөмтә булманы. Беҙ ташлап киткән пластик шешәләр бер ваҡытта ла шишмә һыуын һаҡлаусы, байытыусы минералдар булып иремәй бит. Быны һәр кем яҡшы белә. Әгәр тәбиғәтте һаҡлауҙы ошо өлкәлә эшләүселәргә, инспекторҙарға ғына ҡайтарып ҡалдырһаҡ, Беҙҙең уйлауыбыҙса, егерме-утыҙ йылдан шишмәләр генә түгел ҙур йылғаларыбыҙ ҙа юҡҡа сығасаҡ. Хәҙер һәр ауылда йылға, шишмә буйҙары ҡый түгеү урынына әйләнгән.

Бер-беребеҙҙән йәшереп түгәбеҙ, ағып китә ул, тибеҙ, етәкселәр ҙә күп осраҡта быға күҙ йомопҡарай. Меңәр йылдар буйына булған нәмә ҡайҙа булһын ул, булған, буласаҡ та тип ҡарау ҡурҡыныс икәнен аңлағанда инде һуң булырға мөмкин. Шишмәләр менән ҡыҙыҡһына башлағас, уларҙың күптәрен ҡарайыбыҙ ҙа ҡасандыр тирә-яҡтарында ағастар, ҡыуаҡтар үҫкәне беленә. Ағастар шишмәләргә, йылғаларға йәшәү көсө бирһә, шишмәләр – уларға. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш – үҙебеҙгә ихтирам менән ҡарау ул, беҙ бит тәбиғәт балалары.



Төп өлөш.

Шишмә” һүҙе тыуҙырған ассоциациялар.

Был эште башлағанда 33 кешегә: “ “Шишмә” тигән һүҙҙе ишетеү менән ниндәй ассоциациялар тыуа?” – тигән һорау менән мөрәжәғәт иттек. Улар араһында төрлө йәштәге, төрлө эштәге кешеләр, шулай уҡ мәктәп уҡыусылары ла бар ине.

Яуаптар:

  • 11 кеше – сафлыҡ, матурлыҡ;

  • 5 кеше – ауылым шишмәһе;

  • 4 кеше – тауышын ишетәм, ҡолағыма шишмә сылтырауы ишетелә.

  • 3 кеше – йыр;

  • 2 кеше – һыуыҡ һыу;

  • 2 кеше – Килен булып төшкәндә юлын күрһәткән шишмә;

  • 2 кеше – Һыусыҡҡан шишмәһе;

  • 2 кеше – ял итеү урыны;

  • 1 кеше – ярҙам һорап илаған тауыш (“шишмәләр ҡаралмай бит”);

  • 1 кеше – бер нәмә лә.

Һорауыбыҙға бына шундай яуаптар алдыҡ. Ә беҙ шәхсән “шишмә” һүҙен ишетеү менән өләсәйҙе күҙ алдыма баҫтырабыҙ. Улар гелән шишмә һыуынан ғына сәй ҡайнатып эсерә һәм шишмә һыуын шундай юғарылыҡҡа күтәрә. Уларҙы тыңлаһаң, йәшәүҙең мәғәнәһе лә, ерҙәге иң тәмле эсемлек тә, күп ауырыуҙарға дауа һәм шифа ла ул шишмә һыуы. Өләсәйҙәр шулай күп һөйләгәнгә ләбеҙ шишмәләр менән ҡыҙыҡһынабыҙҙыр тип уйлайбыҙ. Өләсәйҙәр ҙә , улар яратҡан шишмәләрҙең дә ғүмерҙәре оҙон һәм бәхетле булһын.



Йомғаҡлау. Шишмә – йәшәү сығанағы

Һыуҙың ҡәҙере шишмә ҡороғас ҡына беленә, ти халыҡ мәҡәле.Шишмәләр тәбиғәткә йән өрөүсе булараҡ, борон-борондан бик ҡәҙерле булған. Уның һыуын эсеп сафланғандар, дауаланғандар.

Мәғлүмәттәр туплау барышында “Башҡортостан” гәзитендә баҫылған шундай мәҡәләгә юлыҡтыҡ: “Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы хәбәр итеүенсә, быйыл сифатлы эсәр һыуҙың етмәүе мәсьәләләрен хәл итеү, шишмә эргәһендәге майҙансыҡтарҙы

тәртиптә тотоу, халыҡ эскән шишмә һыуының гигиена йәһәтенән хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында республика ҡаҙнаһынан1 миллион һум аҡса бүленде.

Башҡортостандағы шишмәләр – тәбиәттең үҙенсәлекле байлығы. Улар ғәйәт ҙур экологик, тарихи-мәҙәни, эстетик һәм рекреациялыәһәмиәткә эйә.” Был яҡшы күренеш, әлбиттә. Шишмәләребеҙҙе һаҡлау, ҡурсалау, таҙалыҡта, тәртиптә тотоу хөкүмәт кимәлендә хәл ителеүе шатландыра.Шулай булырға тейештер ҙә ул. Айырым кешеләр йә ауыл халҡы ғына был мәсьәләне тулыһынса хәл итә алмай. “Күмәкләгән яу ҡайтарған”, ти халыҡ мәҡәле. Тәбиғәтебеҙ – уртаҡ байлығыбыҙ. Байлыҡты һаҡлай белергә, уны арттырырыу өсөн тырышырға кәрәк.

Шулай итеп, “Шишмәләр бөтһә, ерҙә тормош та бөтәсәкме?” тигән һорауға алынған яуаптар менән таныштырмаҡсыбыҙ. Бөтәһе 30 кеше ҡатнашты.

10 кеше: “Юҡ. Ни өсөн шишмә менән бергә тормош та бөтһөн ул”

16 кеше: “Эйе”

1 кеше: “Белмәйем”

3 кеше: “Бәлки.Уйлап ҡарарға кәрәк”

Ни өсөн беҙ тап ошо һорауҙы биреүҙе кәрәкле тип таптыҡ һуң? Халҡыбыҙҙа “Шишмә – йәшәү сығанағы” тигән бик матур һәм мәғәнәле бер әйтем бар. Шишмә йәшәйешебеҙҙең сығанағы булғас, улар ҡороп бөтһә ни булыры билдәле инде. Һығымтаны һәр кем үҙе эшләһен.



















  • Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.
    Пожаловаться на материал
Курс повышения квалификации
Курс профессиональной переподготовки
Педагог-библиотекарь
Скачать материал
Найдите материал к любому уроку,
указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:
также Вы можете выбрать тип материала:
Проверен экспертом
Общая информация
Скачать материал

Вам будут интересны эти курсы:

Курс повышения квалификации «Подростковый возраст - важнейшая фаза становления личности»
Курс повышения квалификации «Введение в сетевые технологии»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности экономиста-аналитика производственно-хозяйственной деятельности организации»
Курс повышения квалификации «Применение MS Word, Excel в финансовых расчетах»
Курс повышения квалификации «Финансы: управление структурой капитала»
Курс профессиональной переподготовки «Управление ресурсами информационных технологий»
Курс повышения квалификации «Психодинамический подход в консультировании»
Курс повышения квалификации «Методы и инструменты современного моделирования»
Курс профессиональной переподготовки «Организация деятельности помощника-референта руководителя со знанием иностранных языков»
Курс повышения квалификации «Международные валютно-кредитные отношения»
Курс профессиональной переподготовки «Организация процесса страхования (перестрахования)»
Курс профессиональной переподготовки «Организация и управление службой рекламы и PR»
Курс профессиональной переподготовки «Осуществление и координация продаж»

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.