Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Начальные классы / Другие методич. материалы / Проектная работа."Башҡорт теле дәрестәрендә һәм кластан тыш эштәрҙә проект технологияһын ҡулланыу"
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 28 июня.

Подать заявку на курс
  • Начальные классы

Проектная работа."Башҡорт теле дәрестәрендә һәм кластан тыш эштәрҙә проект технологияһын ҡулланыу"

библиотека
материалов

Министерство образования Республики Башкортостан

Институт Развития Образования Республики Башкортостан




Кафедра башкирского и других

родных языков и литератур.




Проектная работа.



Башҡорт теле дәрестәрендә һәм кластан тыш эштәрҙә проект технологияһын ҡулланыу”.



Выполнила слушатель курсов

повышения квалификации

учителей башкирского языка и литературы

учитель башкирского языка и литературы

МБОУ ООШ села Месягутово

Хафизова Дария Фаритовна




Уфа 2013

Йөкмәткеһе:



  1. Инеш һүҙ.

  2. Эш этаптары.

  3. Ресурстар.

  4. Проект планы.

  5. Йомғаҡлау.

  6. Ҡулланылған әҙәбиәт.

  7. Өҫтәмәләр.































Инеш һүҙ.

Проект эштең актуаллеге:

Башҡорт теле дәрестәрендә һәм класстан тыш эштәрҙә уҡыусыларға телде өйрәтеүҙә түбәндәге үҙенсәлектәр бар:

  • Дәрестәрҙә уҡыусыларҙы башҡортса матур итеп һөйләшергә, уҡырға өйрәтеү менән бергә кластан тыш эштәрҙә ҡатнашыу;

  • Уҡыусыларҙы башҡортса аралашыу үҙәк урынға ҡуйыла;

Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың телмәрен системалы рәүештә үҫтергәндә генә, ижади һәләттәрен аса торған ҡыҙыҡлы эш төрҙәрен ҡулланғанғанда ғына телгә ҡарата һөйөү тәрбиәләргә мөмкин.


Төп маҡсаты:

Уҡыусыларҙы башҡорт телендә аралашырға өйрәтеү, башҡортса һөйләгәнде, уҡығанды, ишеткәнде аңлау күнекмәләре булдырыу. Үҙҙәренең фекерҙәрен телдән һәм яҙма рәүештә аңлата белергә, башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда практик файҙаланырға өйрәтеү. Кластан тыш эштәр аша уҡыусыларҙа телгә һәм үҙ-ара аралашыуға өйрәтеү.


Бурыстар:

  1. Башҡорт теле дәрестәрендә иң элек балаларҙың башҡортса әйткәнде, һөйләгәнде аңлауы (аудирование) төп бурыс итеп ҡуйыла.

  2. Дәрестә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, ябай диалог төҙөргә өйрәтеү бурысы ҡуйыла.

  3. Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, бер-береңә ҡарата иғтибарлыҡ, һөйөү һәм хөрмәт тәрбиәләү һәм дуҫлыҡ ҡәҙерен белергә өйрәтеү


Теоретик ҡиммәте:

Башҡорт теле дәрестәрендә һәм кластан тыш эштәрҙә яңы технологик алымдар аша уҡыусыларҙа белем кимәлдәрен байытыу һәм уҡыуға ынтылыш булдырыу.


Практик ҡиммәте:

  • Дәрес-презентацияларҙа слайдтар аша бирелгән тема менән яҡындан танышыу;

  • Ребустар, кроссвордтар һәм синквейн башҡара белеү.

Эш этаптары:

  1. Әҙерлек этабы.

Был проектҡа әҙерлек барышында уҡыусылар алдына төп маҡсат итеп шиғырҙар, хикәйәләр һәм мәҡәлдәр өйрәнеү ҡуйыла; бурыстар билдәләнә һәм тема асыҡлана. Балаларҙы ижади төркөмдәргә бүлеп һәр төркөмгә эштәр бирелә.


  1. Төп этап.

Был төп этапта уҡыусыларҙың үҙ аллы эшләүе күҙ уңында тотола. Уҡыусылар дуҫлыҡ тураһында слайдтар ҡулланып презентация төҙөйҙәр.

Ҡулланылған шиғырҙар, хикәйәләр һәм мәҡәлдәр аша баланың телмәрен үҫтереү, һөйләү күнекмәләрен булдырыу; ребустар, кроссвордтар аша уҡыусыларҙың фекерләү дәрәжәһен байытыу.








Дәрес – презентация өлгөһө.

Тема: “Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел”.

Маҡсат:

1. дуҫлыҡ тураһында белемдәрҙе нығытыу, грамматиканы ҡабатлау;

2. уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү, һүҙлек запасын байытыу;

3. бер-береңә ҡарата иғтибарлыҡ, һөйөү һәм хөрмәт тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: презентация, тылсымлы тартма, күгәрсендәр.

Дәрес барышы:

Ойоштороу моменты: ( Психологик момент.)

Яҡты көндө сәләмләйек,

Һаумы, ҡояш!

Һаумы, зәңгәр күк!

Һаумы, тыуған ерем!

Һаумы, яҡын дуҫым!

- Мин, Дәрия Фәрит ҡыҙы Мәсәғүт төп дөйөм белем биреү мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Дәресемдең маҡсаты: дуҫлыҡ тураһында белемдәрҙе нығытыу, грамматиканы ҡабатлау; уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү, һүҙлек запасын байытыу; бер-береңә ҡарата иғтибарлыҡ һәм ҡәҙер - хөрмәт тәрбиәләү.

- Ҡәҙерле, уҡыусылар слайдҡа ҡарағыҙ әле, слайдта бер һүрәт төшөрөлгән, беҙ дәрес аҙағында уның нимә аңлатҡанын белербеҙ. (рисунок эмблемы 2013 года в Башкортостане).

- Оҫталыҡ дәресендә тылсымлы күгәрсендәр менән бергәләп эшләйәсәкбеҙ.

1-се күгәрсен. Артикуляцион күнегеү ҙе бергәләп уҡып үтәйек:

Башҡорт иле - изге төйәк,

Дуҫ йәшәй барса милләт.

Киң күңелле халҡым өсөн,

Дуҫлыҡ көсө бик ҡиммәт. (Нияз Сәлимов)

(- уҡытыусының уҡыуы;

- хор менән уҡыу

- 2-3 уҡыусынан уҡытыу

-ғорурлыҡ хис-тойғоһо менән уҡыу)

Яңы тема;

2. - Бөгөнгө теманы беҙ сканворд сисеп белербеҙ:

ф

т

ә

р

а

ш

ә

ҡ

ө

а

ҡ

ы

Д

У

Ҫ

Л

Ы

Ҡ

у

р

т

а

м

а

ҫ

а

ә

р

ы

р

а

й

л

у

ҙ

я

Дуҫ яҙ

Дәфтәр ҡара

Ҡурай ҡыш

Ҡымыҙ шар

Урал өҫтәл


Йә, әйтегеҙ, ваҡыт үтә.

Нимә тураһында һөйләшербеҙ?

Нимә тураһында уҡырбыҙ?

Нимә тураһында белербеҙ?

(дуҫлыҡ, татыулыҡ, берҙәмлек – тураһында белербеҙ һәм белемдәрҙе нығытырбыҙ.)

Бирелгән һорауҙарға

Яуаптарҙы таптыҡ беҙ.

Йәгеҙ әле, тағы бер һорауға

Яуап биреп алайыҡ.

  • Һүҙҙең дуҫтарығыҙ ниндәй икән?

  • Яҡын дуҫтарығыҙға ниндәй яғымлы һүҙҙәр әйтәһегеҙ?

ҡәҙерле



дуҫ

тоғро

ышаныслы

ысын

яҡын

тура һүҙле

аҡыллы


3. “Тел шымартҡыстар”

Текст бүленә өлөштәргә,

Тел төҙәткес формаһында.

Кәрәк булыр беҙгә план төҙөргә.


Ше – ше - ше - дуҫ – иң яҡын кеше,

Тә – тә - тә – ул һәр ваҡыт ярҙам итә.

Ҫы – ҫы - ҫы – һәр кемдең бар дуҫы,

Ғыҙғыҙ - ғыҙ – дуҫығыҙҙы һаҡлағыҙ.


4. “Синквейн” – төҙөү минуты.

Синквейн.

  1. Кем? Нимә? ” һорауына яуап биреүсе һүҙ. Тема.

  2. Ике – “ниндәй?” һорауына яуап биреүсе һүһ.

  3. Өс – “ни эәшләй?” һорауына яуап биреүсе һүҙ.

  4. Һөйләм, мәҡәл.

  5. Бер үк мәғәнәне аңлатҡан һүҙ.


  • Хәҙер экранға ҡарайбыҙ

Яҙылғанды уҡыйбыҙ.

Тимәк дуҫ һүҙе менән

Бергә синквейн төҙөйбөҙ.

Беренсе юлда дуҫ.

Ул ниндәй? (аҡыллы, тоғро )

Дуҫ ни эшләй? (тыңлай, ярҙам итә, кәңәш бирә)

Дуҫҡа яҡын һүҙ табайыҡ. ( иптәш).

Дуҫ.

Аҡыллы, тоғро

Тыңлай, ярҙам итә, кәңәш бирә

Дуҫһыҙ кеше – утһыҙ кеше

Иптәш.

5. Мәҡәлдәрҙе парлап яҙығыҙ:

Дуҫ

йөҙ дуҫың булһын

Дуҫлы кеше

ауыр һүҙ әйтмә

Йөҙ һум аҡсаң булғансы,

кеше дуҫлыҡ менән көслө.

Дуҫ яуҙа

дуҫтың көҙгөһө

Айырылмаҫтай дуҫыңа

һынала

Ҡош ҡанат менән көслө,

юғалмаҫ


  • Дуҫ дуҫтың көҙгөһө.

  • Дуҫлы кеше юғалмаҫ.

  • Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын.

  • Дуҫ яуҙа һынала.

  • Айырылмаҫтай дуҫыңа ауыр һүҙ әйтмә.

  • Ҡош - ҡанат менән көслө,

кеше дуҫлыҡ менән көслө.


  1. Төркөмләп эш”

Тағы ла бер эш эшләйбеҙ:

Яҙылған хәрефтәргә

Матур һүҙҙәр эҙләйбеҙ.

1-се төркөмгә:

Д –дөрөҫлөк

У- уҡымышлы

Ҫ - намыҫлы

Т - тәрбиәле

А - аҡыллы

Р - рәхимле

Беҙ яҙған һүҙҙәр –

Тылсымлы һүҙҙәр.

Билдәләнгән хәрефтәренән

Ниндәй һүҙ килеп сыҡты?

Йә, уҡыусым, уҡы әле.

  • Дуҫ һүҙе, ысынлап та, тылсымлы һүҙ. Дуҫтар менән яҡшы мәнәсәбәттә булыу – һәр кемдең яҡты, нурлы киләсәге ул.

Һәр бер һүҙ ҡәҙерле, Һәр кем яҙһын үҙе.

Тылсымлы һүҙҙәр менән

Килеп сыҡһын татыулыҡ һүҙе.

2-се төркөмгә:

Т – тоғро

А – абруйлы

Т – тәртипле

Ы – ышаныслы

У – уңған

Л – лайыҡлы

Ы – ысын

Ҡҡәҙерле

Дуҫтар менән һәр ваҡыт берҙәм, татыу йәшәйек.


  1. Ребус” сисеү:

Йәгеҙ әле, дуҫтар, бергәләп,

Бирелгән ребусты сисәйек.

Унда нимә яҙылғанын,

Бергәләп беҙ уҡыйыҡ. (ребус слайдта)

Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел.

  1. Сәсәнлек бәйгеһе”

Бер тигәс тә ни яман? (Дуҫың менән бәйләнеште өҙөү – яман.)

Ике тигәс тә ни яман? (Дуҫтарһыҙ йәшәү – яман)

Өс тигәс тә ни яҡшы? (Дуҫыңды рәнйетмәү – яҡшы)

Дүрт тигәс тә ни яҡшы? (Дуҫтарыңды ҡәҙерләү– яҡшы.)

Биш тигәс тә ни яҡшы? (Дуҫтарың менән аралашыу – яҡшы.)


  1. Ҡурай сәскәһе .

Дуҫлыҡһүҙе нимә аңлата? Һорауына яуаптар табырбыҙ. (слайдта ҡурай)

  • Тоғролоҡ

  • Берҙәмлек

  • Татыулыҡ

  • тәртиплелек

  • ярҙамсыллыҡ

  • ышаныслылыҡ



Дуҫһыҙ кеше – утһыҙ кеше ,

Дуҫһыҙ йәшәмәй кеше.

Ҡоштоң көсө- ҡанатында,

Дуҫлыҡта кеше көслө.

(Ҡ. Әлибай).

Күгәрсендәр – улар дуҫлыҡ, татыулыҡ билдәһе. Беҙ ҙә, дуҫтар күгәрсендәр кеүек дуҫ, татыу, берҙәм йәшәйек. (тылсымлы тартманан - күгәрсендәр осороу)

  • Күгәрсендәрҙә тылсымлы теләктәр яҙылған, һүҙгә улар яҡшы теләктәр теләйҙәр.

Йомғаҡлау. Баһалау.

өгөн беҙ дәрестә нимәләр тураһында һөйләштек?

әрестә беҙ нимәләр эшләнек?

-2013 йыл Башҡортостанда нисек атала?

- Быйылғы 2013 йыл Башҡортостаныбыҙҙа хөрмәтле президентыбыҙ Рөстәм Зәки улы Хәмитов указы менән тирәҡ мөхитте һаҡлау йылы тип иғлан ителде..

Тыуған илем – дуҫлыҡ иле

Беҙҙә халыҡ дуҫ йәшәй,

Бөтә милләт халыҡтарын

Тыуған итте ҙур Рәсәй.

Ҡ. Даян

Иманлы ил” йыры менән дәресте тамамлау.






Контроль- баһа биреү этабы:

- Эйе, һәр кешенең яҡын, ышаныслы, тоғро һәм ысын дуҫы булырға тейеш. Дуҫтар бер - береһенә ауыр саҡтарҙа ярҙам ҡулын һуҙырға тейеш, бер – береһенә ауыр һүҙҙәр әйтергә тейеш түгелдәр. Дуҫтары булған кеше генә бәхетле кеше була. Дуҫтар улар туғандар кеүек иң яҡын кешегә әйләнәләр. Шулай итеп, ҡоштарҙәң көсө ҡанатында, ә кешеләрҙең көсө – дуҫлыҡта.
























Әҙәбиәт.

  1. Аслаев Т.Х. “Башланғыс кластарҙа тасуири уҡырға һәм һөйләргә өйрәтеү”. – Өфө; Башҡортостан китап нәшриәте, 2000.

  2. Балалар фольклоры. Бала саҡ – уйнап-көлөп үҫер саҡ. – Өфө, 2004.

  3. Килмөхәмәтов Т.А. “Әҙәбиәттең сағыу биҙәктәре”.- Өфө: Китап, 2005.

  4. Шарапов И.Ә. “Әҙәбиәт уҡытыуҙа балаларҙың ижади һәләтен үҫтереү”. – Өфө; Китап, 2003.









Подайте заявку сейчас на любой интересующий Вас курс переподготовки, чтобы получить диплом со скидкой 50% уже осенью 2017 года.


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ

Автор
Дата добавления 21.01.2016
Раздел Начальные классы
Подраздел Другие методич. материалы
Просмотров201
Номер материала ДВ-365013
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх