Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Свидетельство о публикации

Автоматическая выдача свидетельства о публикации в официальном СМИ сразу после добавления материала на сайт - Бесплатно

Добавить свой материал

За каждый опубликованный материал Вы получите бесплатное свидетельство о публикации от проекта «Инфоурок»

(Свидетельство о регистрации СМИ: Эл №ФС77-60625 от 20.01.2015)

Инфоурок / Воспитательная работа / Статьи / Публицистический очерк о Ветеране Великой Отечественной войны Шайдуллине Нурулле
ВНИМАНИЮ ВСЕХ УЧИТЕЛЕЙ: согласно Федеральному закону № 313-ФЗ все педагоги должны пройти обучение навыкам оказания первой помощи.

Дистанционный курс "Оказание первой помощи детям и взрослым" от проекта "Инфоурок" даёт Вам возможность привести свои знания в соответствие с требованиями закона и получить удостоверение о повышении квалификации установленного образца (180 часов). Начало обучения новой группы: 26 апреля.

Подать заявку на курс
  • Воспитательная работа

Публицистический очерк о Ветеране Великой Отечественной войны Шайдуллине Нурулле

библиотека
материалов



Заголовок: Утты-һыуҙы кискән уҙаман

Авторы: Байулатова Гөлфирә Ғәлимйән ҡыҙы, филология фәндәре кандидаты, доцент.

Нефтекама ҡалаһы.


Мин яҙып алған хәтирәләрҙең авторы – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Нурулла Шәйҙуллиндың арабыҙҙан китеүенә теүәл дүрт йыл. …Үҙ Ватанының патриоты, ысын коммунист, донъяла барған һәр ваҡиғаға үҙ фекерен теүәл һәм аныҡ итеп әйтеп бирә һәм алдан күрә белеүсе сәйәсмән ине ул. Илебеҙҙә барған хәл-ваҡиғалар, үҫеп килеүсе йәш быуындың ниндәй уй-фекеҙәр менән йәшәүе һәр саҡ ҡыҙыҡһындырҙы ветеранды.

Нурулла олатайҙың һуғыш хәтирәләрен, нисә һөйләһә лә, йотлоғоп тыңлай торғайным…

1941 йыл. Йәйҙең эҫе томра көндәренең береһе. Ҡыҙыу баҫыу эштәре мәле. Ике ат егеп һабан һөрөп йөрөгән йәш егетте ауыл кәнсәһенә саҡырталар.

Һуғышҡа китергә йыйынған бер төркөм егеттәр араһында колхоз хисапсыһы Мәжитов ағай ҙа була. Ул: «Ҡустым, ауылда ҡалыусыларҙан хәҙер иң уҡымышлыһы һин, мә, ал, хисапсы булып ҡалаһың», - тип егеткә асҡыстар тоттора.

Шулай итеп, 16 йәшлек Нурулла Шәйҙуллин эштең иң ҡыҙыу, эштән дә бигерәк, ҡыҙыу һуғыш мәлендә колхоз хисапсыһы булып китә. Көндөҙ көлтә кертеү һәм башҡа баҫыу эштәрендә булһа, төндәрен – хисапсы. Эйе, был ауыр ҙа, ҡурҡыныс та мәлдәрҙә иң беренсе сиратта фронтты ҡайғыртыу, һалдаттарҙы икмәк менән тәьмин итеү беренсе урында тора шул.

1941 йыл аҙаҡтарында ҡанҡойғос һуғыштың афәттәре күберәк ишетелә, үлем тураһындағы хәбәрҙәр, повескалар ҙа йышыраҡ килә башлай. Ошо йылдың декабрендә Нурулланың атаһы һуғышҡа китә. Ул Сталинград эргәһендәге Украина фронтына эләгә. Киевҡа һөжүм иткән дошманға Лютеж плацдармын бирмәҫ өсөн барған ҡаты алыштарҙа танк аҫтында ҡалып, 1943 йылда һәләк була.

1942 йылдың авгусында Нурулланың ағаһына ла фронтҡа китергә повестка килә. Ләкин ул ҡаты яраланып ошо уҡ йылдың декабрендә тыуған яктарына кире ҡайтып төшә.

Нурулла Шәйҙуллиндың үҙен дә ошондай уҡ яҙмыш 1943 йылдың 3 ғинуарында көтә. Ул Актюбинск ҡалаһының хәрби-пехота училищеһына уҡырға ебәрелә. Ваҡыт бик аҙ булыу сәбәпле, 1943 йылдың июненә тиклем һәр көн көсөргәнешле уҡыуҙар үтә. Һуғыш маневрҙарын аҙ-маҙ үҙләштергәндән һуң, курсанттарҙы яуҙың иң ҡыҙыу нөктәһе булған Курск дуғаһына алып китәләр.

Нурулла Шәйҙуллиндың оҙон һуғыш юлы 362-се Байкал аръяғы артиллерия полкынан башланып китә. Уларҙы Суворов орденлы 106-сы Забайкальск-Днепропеторвск уҡсылар дивизияһына өҫтәлмә ғәскәр булараҡ килтереп ҡушалар. «Бер немецты ла үткәрмәҫкә!» - тигән ҡаты бойороҡ аҫтында улар июль аҙаҡтарына тиклем ҡалҡыулыҡта ныҡлы оборона тота. Аҙаҡ армия киң фронт булып Средина-Буда, Дробышево, Лемешево, Добрянка буйлап, һуңынан Белоруссияның көньяҡ өлөшөнә тиклем барып етә. Днепрҙы кисеп, Лоев ҡалаһын алалар. Үҙенең тәүге наградаһын Нурулла Шәйҙуллин Днепр аша сыҡҡанда күрһәткән батырлыҡтары өсөн ала. Ул – «Батырлыҡ өсөн» миҙалы.

1943 йылдың декабрендә Заболотье ауылы эргәһендә уларҙың дивизияһы ҡамауға эләгә. Алда бер генә юл – һаҙлыҡ. Туптарын шартлатып, машиналарҙы яндырып, ҡулдағы ҡорал менән генә һаҙлыҡ аша сығырға тура килә. Ләкин был һаҙлыҡтан ҡотолоу юлы бик аҙҙарға генә бирелә, күп һалдаттарҙың кәүҙәһен ҡәһәрле һаҙлыҡ үҙенә һурып алып ҡала.

Нурулла бабай һуғыштан һуң да был урында бер нисә тапҡыр була. Һаҙлыҡ хәҙер киптерелгән, киптергәндә табылған кеше һөйәктәре тап бына ошо ҡот осҡос фажиғәнең дәлилдәре. Ошо ерҙә баштарын һалған йөҙәрләгән һалдаттың таш һыны бөгөн Днепрҙың ярында мәңгелек һәйкәл булып ҡалҡҡан.

Аҙаҡ дивизияны яңынан ойошторалар. Ҡурҡыу белмәҫ яугир артабан да күп һанлы алыштарҙа ҡатнаша. Нурулла Шәйҙуллинды яу елдәре Польша, Чехословакия, Германия, Венгрия ерҙеренә илтеп ташлап, фронтты арҡырыға ла, буйға ла урата: яугир уларҙы азат итеүҙә батырҙарса һуғыша.

1945 йылғы еңеү хәбәрен батыр һалдат Берлинда ҡаршылай. Һуғыш бөтөү менән ике тапҡыр яраланғандарҙы демобилизациялау башлана. Нурулла Шәйҙуллин өс тапҡыр яраланһа ла, госпиталгә бер генә мәртәбә мөрәжәғәт итә. Шунлыҡтан, уның яу юлы туҡталмай - хәрби уҡыуын дауам иттереү өсөн тәүҙә Чехословакияға Раковник ҡалаһына, һуңынан Венгриялағы Ходервар ауылына ебәрелә. 1950 йылға тиклем Германияла Альтес лагеренда, Ютербог, Луккенвальде ҡалаларында хеҙмәт итә.

«Минең өсөн һуғыш 1950 йылда ғына тамамланды. Был йылдарҙағы америкалылар менән барған, тарихҡа «һалҡын һуғыш» (холодная война) исеме аҫтында кереп ҡалған һуғыш ваҡиғалары беҙҙең өсөн иң ҡыҙыуы булды», - тип иҫкә ала торғайны ҡарт яугир был турала.

1950 йылдың 20 ғинуарында СССР-ҙың Министрҙар Советы 1925 йылғы яугирҙарҙы демобилизциялау тураһында ҡарар ҡабул итә, һәм Нурулла Шәйҙуллин ошо уҡ йылдың авгусында үҙенең тыуған яҡтарына, Ҡалтасы районына, әйләнеп ҡайта.

«… Шулай тыуған яҡтарға ҡыуанышып ҡайтып барабыҙ. Поезд Калининград станцияһында туҡтаны. Станцияла көнбағыш һатып ултырған әбейҙәрҙең беҙҙе күреп: «Эх, балаҡайҙар, һеҙҙе тағы ла һуғышҡа алып китеп бараларҙыр инде, Корея һуғыш башлаған, тип һөйләйҙәр бит», -тигән һүҙҙәрен ишеткәс, башҡа: «Әллә ысынлап та һуғышҡа алып китеп баралармы икән», - тигән уй килде. Ләкин, бәхеткә ҡаршы, тыуған яҡтарыбыҙға юлланыуыбыҙ хаҡ булды», - тип хәтер йомғағын һүтә ине Нурулла бабай.

Нурулла Шәйҙуллин II һәм III дәрәжәле Дан ордендары кавалеры. Шанлы йылдар шаһиты булып уның күкрәген шулай уҡ Ҡыҙыл Йондоҙ, II дәрәжәле Ватан һуғышы ордендары, «Берлинды алған өсөн», «Праганы азат иткән өсөн» миҙалдары биҙәй. Ә «Отличный артиллерист» значогы иһә, 1947 йылда бирелгән, ул - Германия иҫтәлеге.

1951 йылда һөйгән ҡыҙы Дөләгә өйләнеп, тормош ҡороп ебәрә Нурулла Шәйҙуллин. Тормоштарына йәм өҫтәп бер-бер артлы өс балалары – Марат, Зөләйха, Азат- донъяға килә.

Батыр яугир тыныс тормошта ла фронтовиктарса хеҙмәт итә. 1951 йылда Бөрө кооператив училищеһын, 1957 йылда ситтән тороп Өфө кооператив техникумын тамамлай, юғары белемде КПСС-тың Өлкә Комитетында, юғары партия мәктәбендә ала.

Ҡалтасы районында сауҙа өлкәһендә эшләп, үҙенең һуғыштан һуңғы хеҙмәт юлын башлай. Тауар белгесе, ойошма бүлеге инструкторы, райпотребсоюз рәйесе, сельпо рәйесе, ОРС-тың Нефтекама бүлеге «Востокнефтепроводстрой» тресы бүлеге етәксеһе була. 1986 йылдан – лайыҡлы ялда.

Нурулла бабай - хеҙмәт ветераны. Уға бирелгән Маҡтау ҡағыҙҙары һанап бөткөһөҙ. Бындай хөрмәткә, һис шикһеҙ, Ватанын, туған халҡын ысын йөрәктән яратҡан кешенең генә ирешеүе мөмкин.

Үҫеп килеүсе йәш быуын менән йыш осрашты Нурулла бабай, уларға үҙенең теләктәрен, аҡыллы кәңәштәрен еткереп торҙо. Тормош иптәше Дөлә Ғәлекәй ҡыҙы менән балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең уңыштарына ҡыуанып йәшәне.


Автор
Дата добавления 28.03.2016
Раздел Воспитательная работа
Подраздел Статьи
Просмотров78
Номер материала ДВ-563014
Получить свидетельство о публикации

"Инфоурок" приглашает всех педагогов и детей к участию в самой массовой интернет-олимпиаде «Весна 2017» с рекордно низкой оплатой за одного ученика - всего 45 рублей

В олимпиадах "Инфоурок" лучшие условия для учителей и учеников:

1. невероятно низкий размер орг.взноса — всего 58 рублей, из которых 13 рублей остаётся учителю на компенсацию расходов;
2. подходящие по сложности для большинства учеников задания;
3. призовой фонд 1.000.000 рублей для самых активных учителей;
4. официальные наградные документы для учителей бесплатно(от организатора - ООО "Инфоурок" - имеющего образовательную лицензию и свидетельство СМИ) - при участии от 10 учеников
5. бесплатный доступ ко всем видеоурокам проекта "Инфоурок";
6. легко подать заявку, не нужно отправлять ответы в бумажном виде;
7. родителям всех учеников - благодарственные письма от «Инфоурок».
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://infourok.ru/konkurs


Выберите специальность, которую Вы хотите получить:

Обучение проходит дистанционно на сайте проекта "Инфоурок".
По итогам обучения слушателям выдаются печатные дипломы установленного образца.

ПЕРЕЙТИ В КАТАЛОГ КУРСОВ


Идёт приём заявок на международный конкурс по математике "Весенний марафон" для учеников 1-11 классов и дошкольников

Уникальность конкурса в преимуществах для учителей и учеников:

1. Задания подходят для учеников с любым уровнем знаний;
2. Бесплатные наградные документы для учителей;
3. Невероятно низкий орг.взнос - всего 38 рублей;
4. Публикация рейтинга классов по итогам конкурса;
и многое другое...

Подайте заявку сейчас - https://urokimatematiki.ru

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх