ГБОУ УФИМСКАЯ КОРРЕКЦИОННАЯ ШКОЛА-ИНТЕРНАТ №28 ДЛЯ
СЛЕПЫХ И СЛАБОВИДЯЩИХ ОБУЧАЮЩИХСЯ
“2015- Год литературы”
Учитель башкирского языка
Хасанова Лилия Наилевна
Уфа-2015
БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ МӘҒАРИФ МИНИСТРЛЫҒЫ
ҺУҠЫР ҺӘМ НАСАР КҮРЕҮСЕ УҠЫУСЫЛАР ӨСӨН 28-се ӨФӨ
КОРРЕКЦИОН ИНТЕРНАТ-МӘКТӘБЕ ДӘҮЛӘТ БЮДЖЕТ ДӨЙӨМ БЕЛЕМ БИРЕҮ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ
2015 – Әҙәбиәт йылы
Хәсәнова Лилиә Наил ҡыҙы
Өфө – 2015
2015
- Әҙәбиәт йылы
Әҙәбиәт – күңел
көҙгөһө.
Ысынлап та, һәр
әҙәби әҫәргә уның ижадсыһы үҙенең хис-тойғоларын, уй-фекерҙәрен, күңел
сәхифәләрен һала. Яҙыусының бөтә аҡылы, тормош тәжрибәһен туплаусы көс ул һүҙ
сәнғәте. Илһам минуттарында улар шиғыр ҙа, хикәйә лә, роман да булып түгел, ә
ижадсының рух тулҡындарында елпенеүсе аҡ елкәнле карап булып аждаһаллай
күтәрелгән хис-тойғо даръяларын йырып сыға. Яҙыусының ҡайғы-хәсрәттәре лә,
шатлыҡ-ҡыуаныстары ла мөғжизәле нәфис һүҙгә төрөлөп уҡыусы күңеленә барып етә.
Һәм меңәрләгән күңел көҙгөләре ҡанатлы һүҙҙәрҙе бер-береһендә сағылдырып,
әҙәбиәт тигән сағыу йондоҙлоҡто бергә балҡыта. Халыҡ күңеленең нуры булып тыуа
һүҙ сәнғәте.
Эйе, әҙәбиәт –
халыҡ күңеленең көҙгөһө. Ер сатнаһа, шағир йөрәге аша үтә. Замананың
тетрәнәүҙәрен тойоусы, аһ-зарҙарын, бөйөк мәлдәрен йырлаусы жадсылар ҡараңғы
төндә киләсәккә саҡырыусы, юлсылар һуҡмағын яҡтыртыусы маяҡ кеүек. Уларҙа
тормош асылы, дәүер һулышы, халыҡ йәшәйеше. Бер ниндәй ҙә тарихи яҙма ла,
ҡомартҡы ла халыҡтың өмөт-хыялдары һәм ышаныстарын, рухи ынтылыштарын беҙгә,
киләсәк быуынға, әҙәбиәт һымаҡ еткерә алмай. Сөнки шағир-яҙыусыларҙың ижад
осҡоно рухиәт ялҡынын балҡыта, кешеләрҙең күңел донъяһына үтеп инә. Ысын
мәғәнәһендә, әҙәбиәттең халыҡсанлығын тоябыҙ.
Әҙәбиәт-тормош
дәреслеге. Бала саҡтағы әкиәттәрҙән алып мәктәп эскәмйәһендә танышҡан бөйөк
әҫәрҙәр аша тиклем һәр беребеҙ нәфис һүҙ донъяһына сәйәхәт итә, фәһемле
фекерҙәр менән үҙенең күңел донъяһын байыта. Мәктәптәге бер генә фән дә ысын
тормош дөрөҫлөгөн уҡыусыға әҙәбиәт кеүек еткерә алмай, сөнки әҙәби әҫәрҙә
тормош һулышы тойола. Әҙәбиәт тормош һымаҡ уҡ бәхәсле, ҡаршылыҡлы. Әгәр йәшәйеш
гел генә аҡлы-ҡаралы булһа кешелек бәхетле булыпр инеме икән? Әҙәбиәт тә беҙҙе
уны төрлөсә ҡабул итергә өйрәтә.
Бер ҡараһаң,
көндәлек тормошта әҙәбиәт хис-тойғоно белдереү, ниндәйҙер маҡсатҡа өлгәшеү
сараһы һымаҡ ҡына, шунлыҡтан уға артыҡ иғтибар ҙа итмәйһең, асылына төшөнөргә
тырышмайһың да. Әммә күҙ алдына килтереүе ҡыйын: ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында
ҡапыл әҙәбиәтебеҙ юҡҡа сыҡты, ти. Нишләрбеҙ? Кешеләр бер-береһенә мөнәсәбәтен
нисек белгертер, нисек итеп тормош тәжрибәһе менән уртаҡлашыр, бер-береһен
хәүеф-хәтерҙәрҙән ҡайһылайтып ҡурсалар?
Әгәр Салауаттың
“мин үлмәнем башҡорттарым” тигән ауазы тынып ҡалһа, Шәйехзаданың “тупраҡ беҙҙең
анабыҙ” ҡанатлы һүҙҙәре быуаттар аша яңғырамаһа, Рәмиҙең “әсәм теле миңә сәсән
теле” мәңгелеккә һүнеһә нишләрбеҙ?
Һәҙиә
Дәүләтшинаның “Ырғыҙ”ы, Мостай Кәримдең ғүмер фәлсәфәһе, Зәйнәб Биишеваның
яҙмыш яҙмалары, Әхиәр Хәким өйөрмәһе, Ноғман Мусин тәбиғәте, Рәшит Назаровтың
утлы йәшененән башҡа халыҡтың йәшәүгә хоҡуғы бармы?
Әҙәбиәт-көрәш
ҡоралы. Әҙәбиәт – үлемһеҙ өмөт сатҡыһы, халыҡтың рухы. Уны илбаҫарҙарға ҡылым итеп
күтәргәндәр, ҡанлы һуғыш ваҡытында яу ораны булып яңғыраған шиғри һүҙ ҙә, яҙмыш
һүрәтләмәһе лә ул. Бөйөк Ватан һуғышында фронттан яҙылған хаттарҙағы
шиғырҙарҙа, гәзиттәрҙәге өндәмә-әҫәрҙәрҙә генә лә халыҡтың йәшәү көсө,
әҙәбиәттең гражданлыҡ рухы.
Ә бөгөн, нимә ул
әҙәбиәт? Һәр дәүерҙәгесә заманаһынан алда атлаусы хәҡиҡәт ҡоралымы? Дәүләт
ҡулындағы сәйәсәтме? Әллә ысын ижад менән төшөмлө шөғөл ҡаршылығын тыуҙырған
замана күренешеме?
Беҙ, киләсәк
быуын был замана һорауҙарына яуап бирергә тейешбеҙ. Рухи хазинаны һаҡлау бурысы
әҙәбиәттең артабанғы яҙмышынан айырылғыһыҙ. Халыҡ әҙәбиәтте һаҡларға, уны
дошмандарынан ҡурсаларға бурыслы.
2015 йыл -
әҙәбиәт йылы. Ысынында, әҙәбиәт өсөн һәр көн иҫтәлекле, һәр сәғәт, минут һайын
ниндәйҙер әҫәр ярала, ҡанатлы һүҙҙәр донъяны яңғырата. Әммә 2015 йыл
бейеклегенән беҙ быуаттар артылыштарына күҙ һалабыҙ, нәфис һүҙ бөйөклөгөнә
һоҡланабыҙ. Һәм киләсәк хаҡында уйланабыҙ, борсолабыҙ. Ижадсының хис-тойғолары
һәм уй-фекерҙәре аша тыуған илһам осҡонадарынан ялҡынланып дөрләгән халыҡ
күңеле, уның ынтылыштары көҙгөһө, фәһемдәрен туплаған тормош дәреслегенән,
көрәш ҡоралынан әҙәбиәт киләсәккә илтеүсе күпергә әйләнә. Уның яҙмышы-халыҡ
яҙмышы.
Оставьте свой комментарий
Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.