Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку


  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:



МУНИЦИПАЛЬНОЕ БЮДЖЕТНОЕ ОБЩЕОБРАЗОВАТЕЛЬНОЕ УЧРЕЖДЕНИЕ ЛИЦЕЙ С. МЕСЯГУТОВО МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА ДУВАНСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН



Рассмотрено на Согласовано: Утверждаю:

заседании ШМО Зам. директора по УВР: Директор МБОУ

Протокол №_1_ _____________ лицея с. Месягутово

от 21.08.2015 г. Н.Ю. Насибуллина _________________

Руководитель ШМО: от 22.08.2015 г А.Л.Неустроев

____________ Приказ № 163 - а

Р.М. Янова от 24.08.2015 г.



РАБОЧАЯ ПРОГРАММА

по башкирскому языку

для 8б класса

на 2015-2016 учебный год



Составлена на основе:

- Регионального базисного учебного плана для образовательных организаций Республики Башкортостан на 2015-2016 учебный год

-программы, утвержденной Министерство Образования Республики Башкортостан по башкирскому языку и литературе для русскоязычных учащихся IXI классов школ с русским языком обучения и учебника для русскоязычных школ «Башкирский язык», составители программы:

Тулумбаев Х.А. Давлетшина М.С. Ижевск- 2008г.



Рабочую программу составила:

Насибуллина Нурия Юлаевна

учитель башкирского языка и

литературы высшей категории





Месягутово – 2015


Аңлатма яҙыу


Дыуан районы Мәсәғүт лицейының 8 –се класы өсөн башҡорт( дәүләт) теленән эш программаһы. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М.Ғ. - Ижевск: КнигоГрад, 2008 й.

Дәреслек: Усманова М.Ғ.,Ғәбитова З.М. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек.- Өфө: Китап, 2008.

Региональ базис уҡыу планы буйынса йылына 70 сәғәт бирелгән

(аҙнаһына 2 сәғәт), Мәсәғүт лицейының уҡыу планы буйынса ла 70

сәғәт бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Эш программаһы 2015-2016 уҡыу йылына төҙөлгән.

Башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы дөйөм бер документты тәшкил итә һәм биш бүлектән тора: аңлатма;уҡытыу предметына дөйөм характеристика; предмет йөкмәткеһе;белем кимәленә талаптар; календар-тематик план.

Уҡытыу предметына дөйөм характеристика

Башҡортостан президентының 1999 йылдың 15 февралендәге Указы менән башҡорт теле республикабыҙҙа, урыҫ теле менән бер рәттән, дәүләт теле итеп раҫланды. Ошо Указға ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы тѳҙѳлдѳ. Унда милли мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙың, айырым алғанда, башҡорт телен уҡытыуҙың мѳһим проблемалары, бурыстары һәм юлдары билдәләнде.

Концепцияла былай әйтелә: «Ҡайһы ғына проблеманы алма: уҡытыусылыр әҙерләүме, программалар һәм дәреслектәр яҙыумы, милли башҡорт мәктәбендә йәки башҡорт булмаған мәктәптәрҙә балаларға телде ѳйрәтеүме – барыһын да хәл итеү ѳсѳн башҡорттарҙың тел йәһәтенән ѳс тѳркѳмгә бүленеүен иҫәпкә алырға кәрәк». Былар түбәндәгеләр:

1. Башҡорт мѳхитендә тыуып үҫкән һәм башҡорт мәктәбендә әсә телендә уҡыған балалар.

2. Башҡорт мѳхитендә үҫмәгән, урыҫ һәм башҡа телдә эшләүсе мәктәптәрҙә белем алған, башҡорт телен предмет булараҡ ѳйрәнгән балалар.

3. Башҡорт телен белмәгән һәм башҡа милләт балалары. Улар урыҫ мәктәптәрендә белем алалар, башҡорт телен предмет булараҡ, практик күҙлектән сығып ѳйрәнәләр.

Ысынлап та, һәр тѳркѳмдә балаларға башҡорт телен уҡытыуҙың маҡсаты ла, бурыстары ла, методикаһы ла ныҡ айырыла. Бындай мәктәптәрҙә ҡулланыла торған программалар һәм дәреслектәр ҙә үҙенсәлекле. Тәҡдим ителә торған был программа Концепцияла күрһәтелгән икенсе һәм ѳсѳнсѳ тѳркѳм балаларына, йәғни уҡытыу урыҫ телендә (һәм башҡа телдәрҙә) барған мәктәптәрҙә белем алыусы балаларға тәғәйенләнә.

Бындай мәктәптәрҙә башҡорт теленә ѳйрәтеүҙе түбәндәге принциптарға нигеҙләнеп атҡарырға кәңәш ителә:

1. Башҡорт телендә башҡорт менталитеты сағылышын күрһәтеү.

2. Башҡорт теле – балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, уларҙың тарихи асылына ҡайтарыу асҡысы.

3. Башҡорт телен баланың туған теленә таянып ѳйрәнеү.

4. Башҡорт телен тик телмәр ѳсѳн, аралашыу ѳсѳн фәҡәт практик маҡсаттарҙан сығып ѳйрәнеү.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

  • телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

  • телдең системаһын (фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

  • бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

Башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

  • Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

  • Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.

  • Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролдәргә бүлеп, сылбыр буйынса уҡыу, тексты магнитофон яҙмаһынан тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү кеүек эштәр башҡарғанда, һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.

  • 5-7-се кластарҙа алған белемдәр тулыландырыла. Темалар буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу, диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә.

  • Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала.

  • Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла.


Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе


Тема

Сәғәттәр һаны

Контроль эштәр

Изложение

Инша

Мәктәпкә барабыҙ.Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.


9




Көҙгө эштәр һәм көҙгө күренештәр. Һөйләмдә тиң киҫәктәр.


11

1


1

Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы.Исемдәрҙеңяһалыу юлдары.


8



1

Хеҙмәт төбө – хөрмәт.Ябай һөйләм.


10

1



Ҡыш дауам итә.Йыйнаҡ һөйләмдәр.


12

1


1

Салауат Юлаев – халҡыбыҙҙың милли батыры.Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре.


6


1


Йәмле яҙ, һағындыҡ һине! Тултырыусылар.


3



1

Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ. Хәлдәр.


6




Ай Уралым, Уралым.Һүҙбәйләнештәр.


5

1



Бөтәһе


70

4

1

4

Мәктәпкә барабыҙ (9 сәғәт).

Был тема буйынса 5-6 класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау, һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөргә өйрәтеү. Текст өҫтөндә эшләү,план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо һ.б. хаһында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап тураһында мәҡәлдәр ҡойоу. 5-6 класта үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү.

Көҙгө эштәр һәм көҙгө күренештәр ( 11 сәғәт)

Көҙгө үҙгәрештәрҙе бергәләп күҙәтеү, кешеләрҙең көҙгө хеҙмәтен күҙәтеү. Темаға ҡағылышлы текстар уҡыу. Муллыҡ, хеҙмәт тураһында мәҡәл, әйтемдәр менән танышыу. Һынамыштар уҡыу. Синтаксис. Маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре. Логик баҫым. Исем менән ҡылымды ҡабатлау.

Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы ( 8 сәғәт )

Өфө - башҡортостандың баш ҡалаһы. Өфө ҡалаһы, уның үткәне, бөгөнгөһө тураһында әңгәмә үткәреү. Уның иҫтәлекле урындары тураһында һөйләшеү, һүрәттәр ҡарау. Һөйләм телмәрен үҫтереү. Рефераттар яҙҙырыу һәм уны класс алдында ҡыҫҡаса һөйләтеү кеүек эштәр ҡулланырға мөмкин. Башҡорт ҡылымдарының төҙөлөшө. Барлыҡ төшөнсәһе һәм уның бирелеше.

Хеҙмәт төбө - хөрмәт ( 10 сәғәт )

Кеше тормошонда хеҙмәттең роле, тигән темаға әңгәмә ҡороу. Данлыҡлы хеҙмәт ветерандары менән осрашыу ойоштороу. Уҡыусыларға ниндәй һөнәр оҡшауы тураһында һөйләтеү, яңы мәғлүмәттәр биреү. Һөнәрҙәр тураһында шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу. Хеҙмәт , һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Ябай һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә менән хәбәрҙең ярашыуы. Юҡлыҡ, булмағанлыҡ төшөнсәләре.

Ҡыш дауам итә ( 12 сәғәт )

Ҡыш миҙгеле тураһында белгәндәрҙе системалаштырыу, һүҙлек байлығын арттырыу кеүек эштәр ентекле алып барыла. Ҡыш тураһында текстар, шиғырҙар, мәҡәлдәр, һынамыштар уҡыу яңы йылға бағышланған йырҙар, мәҡәл һәм әйтемдәр. Яңы йыл менән ҡотлау открыткаһы яҙырға өйрәнеү. Уҡытыусы һайлаған текст буйынса изложение яҙыу. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

Салауат Юлаев – халҡыбыҙҙың милли батыры ( 6 сәғәт)

С.Юлаевтың биографияһы, ижады менән танышыу. Уның шиғырҙарын ятлау, шиғырҙарының һаҡланыу тарихы тураһында әңгәмә ойоштороу. С.Юлаевтың тормошо, батырлығы, ижады тураһында уҡыусыларҙан төрлө ижади эштәр эшләтеү. ( һүрәттәр төшөрөү, инша яҙыу, стенгәзит сығарыу)һ.б. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре тураһында төшөнсә. Аныҡлаусы.

Йәмле яҙ, һағындыҡ һине! (3 сәғәт )

Яҙ миҙгеле тураһында белемдәрҙе системалаштырыу. Яҙғы байрамдар- 1 Май һәм Еңеү байрамы тураһында һөйләшеү. Яҙғы тәбиғәт күренештәре, ҡоштарҙы ҡаршылау, баҡса эштәре тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тултырыусы.

Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ ( 6 сәғәт )

Башҡорт халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы. Ветерандарға, батырҙарға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү. Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу. Хәл. Һүҙлек менән эш күнек мәләре үткәреү.


Ай Уралым, Уралым...( 5 сәғәт )

Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диолог һәм монологтар төҙөү. 8- се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

8-се класс өсөн телмәр күнекмәләре:

  1. Мәктәп” темаһы буйынса һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөү. Текст өҫтөндә эшләү, план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо, уҡыу әсбаптары, китапхана, беҙҙең класс тураһында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап һ.б. мәҡәлдәр ҡойоу.

  2. Тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү, бирелгән һорауҙарға тулы итеп яуап биреү, күренекле яҙыусыларҙың биографияһы , ижады өҫтөндә ентекле эш алып барыу.

  3. Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.

  4. Ҡысҡырып, шыма, ролләп, сәхнәләштереп һәм тасури уҡыу.

  5. Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

  6. Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

  7. 80 - 85 һүҙ күләмендә диктант яҙыу; 55-60 һүҙ изложение һәм 65-70 һүҙ инша яҙа белеү; ҡотлау хаты (открытка) яҙа белеү.

  8. Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диалог һәм монологтар төҙөү. 8 - се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

  9. Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү. Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу уларға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо уятыу, кешелеклелек тәрбиәләү.


Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

- тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

- дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

- һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

- тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 8- се класта контроль эштәр, яҙма эштәр үткәрелә.

Ҡулланылған әҙәбиәт

1.Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн. Ғәбитова З.М. Өфө: Китап, 2009

2.Грамматика башкирского языка в таблицах и схемах. Усманова М.Т.. – Уфа: Китап, 2007

3.Башҡорт теле.ru: интенсив курс. Башҡорт телен өйрәнеүселәр өсөн уҡыу ҡулланмаһы. Ф.Г.Хисамитдинова, М.Г.Усманова, Л.Ф.Муталова, һ.б.– Өфө: ГУП «ГРИ Башҡортостан», 2006

4.Башҡорт теле.ru: уҡыу өсөн текстар. Башҡорт телен өйрәнеүселәргә телмәр үҫтереү өсөн текстар йыйынтығы. С.Т.Ғәлина. – Өфө: 2007.

5.Йырауҙар, сәсәндәр, мәғрифәтселәр. Төҙ. Шарапов И.Ә. - Өфө: Китап, 2007.

6.Башкирский язык для начинающих. Хисамитдинова Ф.Г. и др. – Уфа: Башк.кн.изд-во, 1991

7.Русско – башкирский словарь.З.Г. Ураксин, Ю.З. Ураксин- Уфа:Китап,2007

8.Өләсәйем һандығы. Милли байрамдар, йолалар үткәреү өсөн сценарийҙар. Алдырханова Ә.Р. - Өфө: Китап, 2008

9.Тылсымлы өндәр. Методик ҡулланма. З.Ғ. Нафиҡова,– Өфө; Китап, 2010

10. Республика балалар-үҫмерҙәр журналы «Аманат»

11.Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы: Рус мәктәптәренең 5-11-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. Усманова М.Г., Ғәбитова З.М. Өфө: Китап, 2009

12.Я читаю по-башкирски.Книга для чтения со словаремЗ.Ф. Абубакирова Уфа:НМЦ “Педкнига”, 2007

13.Мостай Кәрим, Рәми Ғарипов, Рауил Бикбаев. Төҙ. Шарапов И.Ә. - Өфө: Китап, 2009.

14.Ризаитдин Фәхретдин, Мәжит Ғафури, Шәйехзада Бабич. Төҙ. Шарапов И.Ә. - Өфө: Китап, 2007.

15.Рәшит Ниғмәти, Ғ.Сәләм, Назар Нәжми. Һайланма әҫәрҙәр. Төҙ. Шарапов И.Ә. - Өфө: Китап, 2009




Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге



  1. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8- се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2006.

  2. Ғәбитова З.М. Уҡытыу рус телендә алып барған мәктәптәрҙең 7- 8- се кластары өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр. - Өфө:Китап, 2006. – 152 бит.

  3. Усманова М.Г., Габитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы: 5-11 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.-Өфө: Китап,2002.

  4. Башҡрт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

  5. Ғәбитова З.М. Уҡытыу рус телендә алып барған мәктәптәрҙең 7- 8- се кластары өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр. - Өфө:Китап, 2006.

  6. Саяхова Л.Г., Усманова М.Г. Башкирско- русский и русско башкирский учебный словарь с грамматическим приложением.- СПб.6БХВ.- Петербург 2005.

  7. Хисаметдинова Ф.Г.,Муратова Р.Т. русско –башкирский, башкирско- русский словарь- Уфа: ”Маленький гений Башкортостана”, учебно методический центр”Эдвис”, 2010.

  8. Ураҡсин З.Ғ.Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге.-яңыртылған, 2 -се баҫма.- Өфө: Китап, 2006.

  9. Әбсәләмов З.З., Хажин В.И. Башҡортса- русса грамматик- орфографик һүҙлек: Рус мәктәбендә уҡыусы башҡорт балалары өсөн ҡулланма.-Өфө: БКН,1993.

  10. Әхмәтов М.Х. Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге.- Өфө:Китап, 2005.


8 б класы өсөн башҡорт теленән календарь – тематик план

Йылына 70 сәғәт

Аҙнаһына 2 сәғәт

Дәрестең темаһы

Сәғәт һаны

Дата

Өҫтәлмә

материал

Иҫкәрмә

Үтәсәк ваҡыты

үткә-релгән көнө

I сирек – 17 сәғәт

1

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре. Һаумы, мәктәп!

1 с

01.09.15




2

Башҡорт телендә һуҙынҡы өндәр.

К. Кинйәбулатованың “Мәктәпкә барабыҙ”.

1 с

05.09.15




3

Яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Туған телем–иркә гөлөм.

08.09.15




4

Һүҙ һәм һүҙбәйләнеш. Беҙҙең мәктәп.

12.09.15




5

Һөйләм. Р. Ниғмәтуллин. “Тырышлыҡ”. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. В. Ғәскәрова. “Яратҡан һөнәрем”.

15.09.15




6

Инеш диктант

19.09.15




7

Хаталар өҫтөндә эш.Һөйләмдә эйә менән хәбәрҙең роле. Б.Рафиҡов.“Илем, Башҡортостаным”.

22.09.15




8

Эйәрсән киҫәктәр. С.Ғәбиҙуллин. “Йәшлек дуҫым”.

26.09.15




9

Һөйләмдә тиң киҫәктәр Башҡорт халыҡ әкиәте. “Зирәк ҡуян”.

29.09.15




10

Әйтелеү маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре .Ф. Ғөбәйҙуллина. “Көҙ”.

03.10.15




11

Хәбәр һөйләмдәр. Көҙгө тәбиғәт.

06.10.15




12

Инша “Көҙгө эштәр”.

10.10.15




13

Һорау һөйләмдәр Өндәү һөйләмдәр. Т. Мөхәмәтҡолов. “Ҡыйыулыҡ”.

13.10.15




14

Логик баҫым. Көҙгө муллыҡ.

17.10.15




15

Исем. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр А.Игебаев. “Тәмленең дә тәмлеһе”.

20.10.15




16

Һөйләм төрҙәрен ҡабатлап контроль диктант.

24.10.15




17

Хаталар өҫтөндә эш. Йомғаҡлау.

27.10.15






















Дәрестең темаһы

Сә

ғәт һаны

Дата

Өҫтәлмә

материал

Иҫкәрмә


Үтәсәк

ваҡыты

Үткә-релгән көнө


II сирек – 16 сәғәт


1

Исемдәрҙең яһалыу юлдары. Ҡоштар тормошо.

07.11.15





2

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше Ә.Әхмәт- Хужаның “Ҡояш”шиғыры.

10.11.15





3

Һүҙлек менән эш.Башҡорт теленә тәржемә.

14.11.15





4

Ҡылым. Өфө- баш ҡалам.

17.11.15





5

Ябай һәм ҡушма ҡылымдар. Өфө урамдары буйлап.

21.11.15





6

Үҙ аллы һәм ярҙамсы ҡылымдар. Н. Дәүлинең “Өфө ни өсөн матур?”шиғыры.

24.11.15





7

Ҡылымдарҙың зат, һан менән үҙгәреше Ҡ. Даян. “Матур Өфө ҡалаһы”.

28.11.15





8

Ҡылымдарҙың заманы. Д.Әхиәрованың “Орджоникидзе районы”әҫ.

01.12.15





9

Ҡылым һөйкәлештәре Й. Солтановтың «Өфө-беҙҙең баш ҡалабыҙ”тексы.

05.12.15





10

Инша. “Өфөм- баш ҡалам”

08.12.15





11

Хаталар өҫтөндә эш. Л.Әхмәтҡужинаның “Башҡорт лимондары”әҫ.

12.12.15





12

Ябай һөйләм. Хеҙмәт төбө-хөрмәт.

15.12.15





13

Һөйләмдең баш киҫәктәре Ата-әсәйемдең һөнәре.

19.12.15





14

Ҡылым темаһын йомғаҡлап контроль диктант

22.12.15





15

Хаталар өҫтөндә эш. Ябай һөйләмде ҡабатлау.

26.12.15





16


Йомғаҡлау дәресе.

29.12.15





Дәрестең темаһы

Сә

ғәт һаны

Дата

Өҫтәлмә

матери

ал

Иҫкәрмә

Үтәсәк ваҡыты

Үткәрелгән көнө

III сирек – 20 сәғәт

1

Эйә. Уның һөйләмдә бирелеше. Башҡорттар әрме хеҙмәтендә.

16.01.16




2

Эйә. Уның һөйләмдә бирелеше Ә.Насировтың “Көслө сабаҡ”тексы.

19.01.16




3

Хәбәр. Башҡорт халыҡ әкиәте. Алданған бүре”.

23.01.16




4

Хәбәрҙең һөйләмдә бирелеше А.Плешаковтың “Хайуандар нисек яраҡлашҡан?”әҫәре.

26.01.16




5

Юҡлыҡ, булмағанлыҡ төшөнсәләре Минең яратҡан һөнәрем.

30.01.16




6

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Ә.Атнабаевтың “Ҡара икмәк” шиғыры .

02.02.16




7

Һөйләмдә эйә менән хәбәрҙең бирелеше. Ҡыш килде.

06.02.16




8

Ҡышҡы тәбиғәт. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ .

09.02.16




9

Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ Ҡышҡы эштәр һәм хәстәрлектәр .


13.02.16




10

Йыйнаҡ һөйләмдәр.Ҡышҡы байрамдар.

16.02.16




11

Эйә менән хәбәрҙең ярашыуы. Ғ. Рамазановтың “Яңы йыл менән”шиғыры.


20.02.16




12

Инша. “Ҡышҡы тәбиғәт”

23.02.16




13

Раҫлаусы һөйләмдәр. С.Әлибаевтың “Ҡышҡы урман”хикәйәһе.

27.02.16




14

Инҡар итеүсе һөйләмдәр Ҡышҡы уйындар.

01.03.16




15

Интонация буйынса һөйләм төрҙәре Н. Нәжмиҙең“Ҡыш”шиғыры.

05.03.16




16

Һөйләмдең баш киҫәктәре. Е.Кучеровтың “Бураны ла, тамсыһы ла булыр”әҫәре.

08.03.16




17

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре С. Юлаев - халҡыбыҙҙың милли батыры.

12.03.16




18

Һөйләмдең төрҙәрен ҡабатлап контроль диктант

15.03.16




19

Хаталар өҫтөндә эш.Йомғаҡлау дәресе.

19.03.16




20

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре С. Юлаев-шағир. “Тыуған илем” шиғыры.

1 с

22.03.16






































Дәрестең темаһы

Сәғәт һаны

Дата

Өҫтәлмә

матери

ал

Иҫкәрмә

Үтәсәк

ваҡыты

Үткә-релгән көнө

IV сирек – 17 сәғәт

1

Аныҡлаусы. Уның һөйләмдәге роле Палдискиҙа Салауат музейы.

05.04.16




2

Аныҡлаусыларҙың һөйләмдәге роле .Халыҡ батыры – Салауат Юлаев рәссамдар ижадында.

09.04.16




3

Изложение. “Салауат һәйкәле

12.04.16




4

Хаталар өҫтөндә эш Яҙғы тәбиғәт. Тултырыусы.

16.04.16




5

Тултырыусыларҙың һөйләмдәге роле. Яҙғы байрамдар.

19.04.16




6

Билдәле тура тултырыусылар. К.Кинйәбулатова. “Йырлай-йырлай еңеү яуланыҡ”.

23.04.16




7

«Яҙ” темаһына инша .

26.04.16




8

Хаталар өҫтөндә эш.Билдәһеҙ тура тултырыусылар. Тәүге косманавт.

30.04.16




9

Ситләтелгән тултырыусы Р.Ниғмәтиҙең “Ватан”шиғыры.

03.05.16




10

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре С.Әлибаевтың “Сәскәле ай”әҫәре.

07.05.16




11

Хәлдәр.М.Харистың «Хат”шиғыры.

10.05.16




12

Хәл төрҙәре .Александр Матросов - Шакирйән Мөхәмәтйәнов.


14.05.16




13

Һүҙбәйләнеш Уралым – тыуған төйәгем.

17.05.16




14

Хәлдәр темаһын ҡабатлап, контроль диктант.

21.05.16




15

Исем.М.Кәримдең “Тыуған ил тураһында уйланыу”әҫәре.

24.05.16




16

Һөйләм. Интонация буйынса һөйләм төрҙәре И.Хужиндың “Тыуған ерем биҙәктәре” әҫәре

28.05.16




17

Йыл буйына үтелгәнде ҡабатлау

31.05.16
















Автор
Дата добавления 26.11.2015
Раздел Другое
Подраздел Рабочие программы
Просмотров186
Номер материала ДВ-194827
Получить свидетельство о публикации

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх