Инфоурок Начальные классы Рабочие программыРабочая программа "Башкирский язык"

Рабочая программа "Башкирский язык"

Скачать материал

Башҡортостан Республикаһы Илиш районы муниципаль районы хакимиәте муниципаль бюджет дөйөм белем

биреү учреждениеһы 4-се һанлы Үрге Йәркәй дөйөм белем биреү мәктәбе

 

 

«Ҡаралған»

ММБ ултырышында

 

_____________ Шаймурзина Ф.Ф.

Протокол №___ от «___»__________ 2014 г.

«Килешелгән»

директорҙың УТЭ урынбаҫары

 

______________ Шириева В.М.

«___» ___________ 2014 г.

«Раҫлайым»

Мәктәп директоры

 

_______________ Минниғәлиев Р.И.

Приказ №___ от «___»____________ 2014 г.

 

 

 

 

2014-2015 уҡыу йылына

дәрестән тыш эш программаһы

 

 

 

Курс: Башҡорт телен өйрәнәм

Класс: 4а

Дөйөм сәғәттәр һаны: 34 сәғәт

Аҙнаһына: 1 сәғәт

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең IXI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Хөснөтдинова Ф.Ә.,) Өфө, 2005 нигеҙендә төҙөлдө.

Дәреслек: Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 3-сө класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Х.А.Толомбаев, М.М.Нәбиуллина – Өфө: Китап, 2010

Уҡытыусы: Исламова Әлфиә Фаат ҡыҙы


Аңлатма яҙыу

 

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4 – се класы өсөн башҡорт теленән эш программаһы «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең IXI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Хөснөтдинова Ф.Ә.,) Өфө, 2005» нигеҙендә төҙөлдө.

Эш программаһы 34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт)

Дәреслек: Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 4-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Х.А.Толомбаев, М.М.Нәбиуллина – Өфө: Китап, 2010.

Программа кимәле: базис.

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы. 1 - 4-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 2007.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4е класы уҡыусылары өсөн дәреслек. - Өфө: Китап,2010.

 

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

 

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теленән программа” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Г. - Ижевск: Книгоград, 2008.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

- «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

- Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;

- «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

- Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы;

- Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

 

Уҡытыу рус телендә барған мәктәптәрҙең 4-се класс уҡыусылары алдына түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

 

- бәләкәй кластарҙа үҙләштерелгән диалогик, монологик телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу;

- һорау биреү, һорауҙарға үҙ һүҙҙәре менән яуап биреү;

- һүҙлек һүҙҙәрен үҙләштереү, һүҙ байлығын арттырыу;

- текст менән эшләү күнекмәләрен үҫтереү;

- программаға ярашлы грамматик материалды үҙләштереү;

- тыуған төйәк, кешенең һәйбәт сифаттары хағында әҫәрҙәр уҡыу, башҡорт филармония концерттарын ҡарау.

 

· Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.

· Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

· Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

 

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

 

- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

- телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

- бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә  тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

 

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө

 

4-се класта башҡорт теле һәм уҡыу материалдарының йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнә:

- аралашыу, һөйләшеү өсөн диалог темалары;

- класта һәм өйҙә уҡыу өсөн әҙәби һәм фәнни-популяр текстар;

- фонетик, орфоэпик, орфографик, грамматик материал;

- уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләренә талаптар;

- уҡыусылар үҙләштерергә тейеш булған  һүҙҙәр теҙмәһе.

4 класс өсөн программала һөйләшеү, уҡыу (класта һәм өйҙә), практик үҙләштереү өсөн тел (грамматик) материал тематик принципта урынлаштырыла. Был принцип тейешле һүҙҙәрҙе, типик һөйләмдәрҙе өйрәнеүҙә, телмәр үҫтереү эштәрен ойоштороуға ыңғай  йоғонто яһай, класта уҡытыу- тәрбиә эштәрен системалы, эҙмә- эҙ ойоштороуға, уҡыу материалын тормош менән бәйләргә, балаларҙың торош һәм телмәр тәжрибәһен байытырға һәм киңәйтергә ярҙам итә.

 

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе 

 

Мәктәп. Ватан.

Йәйге хәтирәләр.

Тәбиғәт бүләктәре.

Илем тарихы – халҡым тарихы.

Тормош -  ижад.

Йәшәү – Ватанға хеҙмәт итеү.

Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә.

Бурай-бурай ҡарҙар яуа.

Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ.

Сәсәндәрҙән тел ҡалыр.

Балдай татлы һыуҙарым.

Башҡортостандың ҡалалары.

8 Март – халыҡ-ара хатын-ҡыҙҙар көнө.

Башҡортостандың мәҙәниәте.

Тәбиғәттең теле асылған саҡ.

Кеше матур булһын.

Яҙ һәм хеҙмәт байрамы.

Һаумы, йәмле йәй!

 

Уҡыусыларҙың  белем кимәленә талаптар

 

1.Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙе уҡыған тексты аңлай алыу:

- 3-6 һөйләмдән (репликанан) торған диалогты аңлай һәм уны дауам итә белеү;

- уҡытыусыға йәки иптәштәренә уҡыған йәки ишеткән текст буйынса һорауҙар биреү;

- текстың темаһын, төп фекерен әйтә белеү.

2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм, билдәле ситуация буйынса әңгәмәлә ҡатнаша алыу:

- текстың йөкмәткеһен һөйләү һәм уны дауам итеү;

- предметты, күренеште, персонажды элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтен белдерә алыу;

- хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу һәм һөйләү;

- текстағы образлы һүҙҙәрҙе; һүрәтләү сараларының мәғәнәләрен аңлатып биреү һәм ҡуллана алыу;

- билдәле ситуация буйынса бәләкәй хикәйәләр төҙөй алыу;

- 4-5 шиғырҙы тасуири итеп яттан һөйләй алыу.

3. Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу; логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү:

- тексты тасуири уҡыу;

- ваҡиғаларға, геройҙарҙың эштәренә, ҡылыҡтарына баһа биреү;

- текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе һүрәтләү, тасуирлау таба алыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

- текстың өлөштәренә, иллюстрацияларға исем бирә алыу, өҙөк буйынса план төҙөү;

- хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын практик айыра белеү.

4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу:

- текст, күҙәтеүҙәр, экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;

- 3-6 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;

- бер телдән икенсеһенә тәржемә итеү;

- яҙғанды элементар рәүештә камиллаштыра алыу.

5. Гәзит- журнал материалдарын, дәреслектә билдәләнгән әҫәрҙәрҙе кластан тыш уҡыу һәм һөйләү.

6. Башҡортостан тураһында мәғлүмәттәргә эйә булыу;

 

 

 

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

 

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

- тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

- дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

- һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

- тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

 

Балаларҙың уҡыу һәләтлектәрен баһалау

 

Телдән яуаптарҙы баһалау:

Уҡыусыларҙың телдән һөйләмен, уның фонетик, грамматик яғы менән бер рәттән тасуири уҡыуы ла иҫәпкә алына. Телдән һорау формаһында үткәрелә торған күнегеү6әр һәр дәрестә алып барыла.

Тыңлап аңлау күнекмәләрен баһалау:

1. “тулыһынса  аңланы”

2. “өлөшсә аңланы”

3. “аңламаны”

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

-     башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

-     тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

-     дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

-     һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 4-се класта яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

- карточкалар менән эш;

- һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

- һүҙлек диктанты;

- һөйләмдәр төҙөү;

- һүҙлек менән эш;

- һүрәтләү иншаһы;

- синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)

 

Башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар.

 

Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

 

Материаль-техник ҡулланмалар.

 

- телевизор;

- компьютер;

- магнитофон

 

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт.

 

Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.

Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И.   Мин  башҡортса   уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.

Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

Журналдар  «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».

Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

Башҡорт  теленән  изложение  текстары  йыйынтығы. 1- 4 - се  класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма– Өфө : Китап, 2007.

М. Ғ. Усманова. Башҡортса русса – синонимдар һүҙлеге. - Өфө : Китап, 2010.

Ураҡсин З. Ғ., Сиразетдинов З.  Ә., Суфьянова Н. Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге.: Башланғыс синыф уҡыусылары өсөн. - Өфө : Китап, 2005.

Саяхова Л. Г., Ураксин З. Г., Хасанова Д. М. Русско - башкирский иллюстрированный тематический словарь. Уфа: Китап, 1998.

 


 

ТЕМАТИК ПЛАНЛАШТЫРЫУ– 34 сәғәт (аҙнаға 1 сәғәт)

 

Тематик планлаштырыу

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә характеристика

Үткәрелеү ваҡыты

Корректировкалау

Темалар

лексик

грамматик

Сәғәт һаны

1

2

3

4

5

6

7

1-2

Мәктәп, Ватан.

(К.Кинйәбулатова. Белем көне.

М.Кәрим. Ватан.)

 Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефәре.

2

Тел.

Башҡорт теленең  алфавитын иҫкә төшөрөү. Үҙенсәлекле өн-хәрефтәрҙе ҡабатлау,белемдәрен тәрәнәйтеү, миҫалдар килтереү. Бирелгән һүҙҙәрҙе алфавит тәртибендә яҙыу. Я, ю хәрефтәренең яҙылыу ҡағиҙәһе һәм нәҙек һүҙҙәрҙә улар урынына йә, йү хәреф-бәйләнештәренең килеүен үҙләштереү. Бер төрлө тартынҡыларҙың йәнәш яҙылыу осрағына аңлатма биреү. Һөйләм төрҙәре (хәбәр, һорау, өндәү) тураһында иҫкә төшөрөү.

Уҡыу.

Белем көнө, Ватан хаҡында йөкмәткеле мәғлүмәт менән таныштырыу.  Тасуири  уҡыу алымдары: дөрөҫ  баҫым, интонация. Уҡытыусы уҡығанды тыңлау һәм ҡабул итеү, бирелгән һорауҙарға телдән яуап биреү. Белемле кеше – ватаныбыҙ киләсәге  икәнен аңлатыу. Ватандың данлыҡлы үткәненә иғтибарлы булыу һәм ғорурлыҡ тойғоһо тәрбиәләү.

8.09

15.09

 

3-4

Йәйге хәтирәләр.

( Ғ.Сәләм. республика иртәһе.

Р.Солтангәрәев. Йылы ямғыр.

Р.Бикбаев. Ҡолон кеүек.

М.Ғәли. Әйтеп бирсе.

Н. Мусин. Мәңге йәшеллек.

М. Хисмәтуллина. Бесәй китте еләккә.)

Исем.

2

Тел.

Исем һәм уның берлек, күплек мәғәнәләре тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Сингармонизм талаптарына таянып, ялгауҙар ҡушыу үҙенсәлектәре менән таныштырыу. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙең яҙылышындағы айырманы иҫкә төшөрөү.Үҙҙәре йәшәгән ҡала, ауыл, тау, йылға, күл исемдәрен дөрөҫ яҙыу,хеҙмәт батырҙарының исемдәре менән таныштырыу. Уртаҡлыҡ исемдәргә миҫалдар килтереү. Кеше исемдәре, хайуандарҙың ҡушаматтары һәм уларҙың яһылышы  тураһында мәғлүмәт биреү. Үҙҙәре йәшәгән  урындағы ҡош, үлән, ағас исемдәрен башҡортса яҙҙыртыу, уларҙы күплектә куйыу.

Уҡыу.

 Башҡортостандың йәйге тәбиғате, балаларҙың йәйге эштэре, ялы тураһында хикәйәләр, шиғырҙар, әкиәттәр. Мәҡәләләрҙе уҡытыусы уҡыуы һәм төп  фекерен билдәләү күнекмәләре.

22.09

29.09

 

5-6

Тәбиғәт бүләктәре.

 (Д.Юлтый. Көҙ.

И. Насыри. Ҡараңғы төн ҡосағында.

Х.Ҡәрим. Көҙге каритналар.

Р.Сәғәҙиев. Икмәк тәме.)

 Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

 

2

Тел.

Исем. Исемдең мәғәнәләре. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Килеш мәғәнәләрен күрһәтеүсе 4 төрлө ялғауҙарҙы ғәмәллдә куллныу, килеш менән үҙгәреш таблицаһын ятлатыу. Айырым һүҙҙәрҙең килеш ялғауҙарын ҡуйырға өйрәтеү аша уҡыусыларҙың коммуникатив һәм орфографик мөмкинлектәрен арттырыу. Эйәлек һәм төшөм килеш ялғауҙарында О, Ө хәрефтәренең яҙылышы. Сингармонизм законының үҙенсәлектәрен асыу. Ҡуш тартынҡыларға бөткән һүҙҙәрҙе килеш менән үҙгәрткәндә, тартынҡыларҙың береһе яҙылмай тигән ҡағиҙәне аңлатыу. Ь билдәһенә бөткән һүҙҙәргә ялғауҙарҙы дөрөҫ ҡушырға өйрәтеү. «Тәбиғәт. Йәнлектәр» темаһы буенса. Күнегеүҙәр ярҙамында, һүҙ запасын арттырыу. Кроссворд һ. Б. Уйын технологияларын ҡулланы. Темаларҙы эре блоклы өйрәнгәндә, ҡулланыу өсөн бирелгән терәк схемалар буйынса эшләү.

Уҡыу.

Уҡылған әҫәрҙәр буйынса план төҙөү, план буйынса һөйләү һәм яҙыу. Картиналар буйынса, һорауҙарға яуап биреп, әңгәмә ҡороу, ҡыҫҡа инша яҙыу. Тәьҫораттар буйынса һорауҙар ярҙамында план төҙөү, уларға яуаптар табыу. Әҫәрҙең йөкмәткеһен тыңлап аңлау, аңлы. тасуири уҡыу, тәҡлим ителгән һорауҙарға яуап биреү. Мәкәл-әйтемдәрҙең йөкмәткеһен аңлатыу. Текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү-тасуирлау сараларын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Башҡортса баҫмалар “Аманат”, “Йәншишмә” һ.б. буйынса” Көҙ” темаһына шиғыр, хикәйә, мәҡәлә табыу, альбом төҙөү, реферат яҙыу.

6.10

13.10

 

7-8

Илем тарихы – халҡым тарихы.

(Ғ.Хөсәйенов. Алдар батыр.  Б. Рафиҡов. Ярлыҡ ҡағыҙы. З.Биишева. Кәмһетелгәндәр. Я.Хамматов. Ҡаһым түрә. Д.Юлтый. Бәләкәс көрәшсе.)

Исемдәрҙең эйәлек заты. Сифат мәғәнәләре.

2

Тел.

Предметтың кемдеке йәки нимәнеке булыуын белдереүсе тел күренеше – исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәрешен күнегеүҙәргә таянып өйрәнеү. Эйәлек заты ялғауһары ҡушҡанда, сингармонизм күренеше һәм ҡайһы бер һүҙҙәрҙең тамырында һуҙынҡы хәрефтәрҙең төшөп ҡалыуы тураһында аңлатыу (холоҡ-холҡы, халыҡ-халҡы, ирек-ирке). «Исем» темаһын йомғаҡлау. Терәк конспект буйынса исемдәрҙе анализлау.

Сифат, уның мәғәнәләре, һөйләмдәге ролен билдәләү. Терәк конспект ҡулланып сифатты анализлау, уйын технологияларын  ҡулланыу.

Уҡыу.

Халҡыбыҙҙың ауыр үткәне, михнәтле тормошо, азатлыҡ өсөн көрәше, билдәле шәхестәре тураһында мәҡәләләр.хикәйәләр. шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү.

Предметты һүрәтләү, хикәйәләү, фекер йөрөтөү тибындағы текстарҙы тыңлап һәм ҡабул итеп, текстың планын төҙөү, текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү, ваҡыйғаға, геройҙарҙың эштәренә, ҡылыҡтарына баһа биреү, үҙ фекереңде иҫбатлау, әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү. Газета – журналдарҙан темаҡа ярашлы материалдар йыйыу, альбом төҙөү. «Шәжәрә» темаһына проект әҙерләү.

20.10

27.10

 

9-10

Тормош – ижад.

(Т.Карамышева. Һүҙ. Данының сиге юк (А.Айытҡолов тураһында). Башҡорт сәхнәһәнең ынйылары (Р.Туйсина тураһында). М.Кәрим. «Бөжәк»апа. Е.Кучеров. Башҡортостнда иҫтәлекле урындар (Шүлгәнташ). Д.Бүләков. Һәйкәл.)

Сифат дәрәжәләре. Ҡылым.

2

Тел.

Сифаттың аҙһытыу дәрәжәһен һәм ҡушымсаларын айырып аңлатыу.Артыҡлыҡ дәрәжәһендә ҡулланылған  ҡап-, ҡоп-. Һоп-, йоп-, төп-, күм-, ап-, йәп- кеүек ҡушымсаларҙың сингармонизм законына яраклашканын һәм уларҙың ролен күрһәтеү. Эпитеттарҙы, күп мәғәнәле, күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе аңлатыу.

Ҡылым, уның һөйләмдәге ролен асыу. Ҡылымдарҙың һан, зат менән үҙгәрешен ҡабатлау. Уйын технологияларын ҡулланыу.

Укыу.

Күренекле ижад кешеләре, сәнғәт әһелләре тураһында уҡып аңлау, улар тураһында һөйләй белеү. Улар тураһында материалдар йыйыу, альбом,  стендтар эшләү, урындаҡы материал буйынса кисәләр үткәреү. Ябай кешеләрҙең яҡшы сифаттары тураһында мәкәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү. «Халыҡ бәхете өсөн ҡорбан булған кешеләр һәйкәлдәргә, мәңгелек хәтергә лайыҡ” тип фекер йөрөтөргә өйрәтеү. Йомаҡтар сисеү, кешеләр араһындаҡы ыңгай мөнәсәбәттәр, яҡшылыҡ тураһында уйланыу. Уҡытыусы һөнәренә иғтибарлы, ихтирамлы булыу тураһында хикәйәләр төҙөү. Бирелгән ситуациялар  буйынса бәләкәй хикәйәләр төҙөү һәм  яҙыу (инша элементтары).

10.11

17.11

 

11-12

Йәшәү – Ватанға хеҙмәт итеү.

(Ғ.Дәүләтов. Яңы һыуһаҡлағыс. Я.Ҡолмой. Тыныслыҡ йыры. Р.Солтангәрәев. Ҡараболаҡ тарлауығында. Гөрләп үтә ҡала урамын («Аманат») журналынан.)

Ҡылым.

2

Тел.

Ҡылымдың һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡ һәм юҡлыҡта килеүен аңлатыу. Ҡылымдарҙың заман мәғәнәләрен күнегеүҙәр ярҙамында практик үҙләштереү. Заман мәғәнәләрен белдереүсе саралар – ялғауҙар  - менән таныштырыу. Ҡылымдарҙың үҙ-ара омонимлығы. Ғылым – исем омонимлығы тураһында мәғлүмәт биреү (яҙ-яҙ, керҙе-керҙе). Ҡылымдарҙы төрлө замандарҙа ҡулланып, тексты үҙгәртәп һөйләү.  Текстағы һүрәтләү саралары. Текст өлөштәрен бер-бер артлы урынлаштырыу, бирелгән текстарҙы яҡшыртыу, ижади алымдар файҙаланыу. Уҡылған тексты анализлай белеү.

Изложение һәм инша яҙыу өсөн материал йыйырға өйрәтеү. Текст төҙөлөшө, уның  өлөштәре тураһында белем  биреү. Тәҡдим ителгән  һүҙҙәр ярҙамында текстар төҙөү.

Уҡыу.

Илебеҙҙең халыҡтарының хеҙмәте, уларҙың тыуған илгә, хеҙмәткә, уҡыуҡа ҡарашы; балаларҙың хеҙмәте тураһында  әҫәрҙәр уҡыу. Данлы кешеләр менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү, уҡылған әҫәрҙәр буйынса һүрәттәр төшөрөү. Бирелгән тема, ситуация буйынса хикәйә, диалог төҙөү. Ваҡыйҡаға, геройҙарҙың эштәренә ҡарата, ҡылыҡтарына баһа биреү, үҙ фекереңде иҫбатлау. «Минең олатай», «Беҙҙең өләсәй» тигән хеҙмәт ветерандары тураһында рефераттар.

24.11

1.12

 

13-14

Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә.

(Ирәндек (Әкиәт). Ж.Кейекбаев. Терпе менән йылан. Төлкө менән ҡуян. (Аманат  журналынан).Йомаҡтар. Мәҡәлдәр. Көләмәстәр. Алдар менән хан. (Әкиәт). Тиҙәйткестәр.)

Ҡылым.

2

Тел.

Ҡылымдарҙың һан, ҙат менән үҙгәреше, барлыҡ һәм юҡлыҡта килеүе. Ҡылымдарҙың заман мәғәнәләрен практик ңҙләштереүҙе дауам итеү. Иптәшәңдең яҙғанын тикшереү һәм камиллаштырыу күнекмәләре. Зирәклекте үҫтереү маҡсатында уйын технологиялары (ребус, кроссворд, сканворд). Тестар.

Уҡыу.

Кешенең яҡшы һәм насар сифаттары тураһында әкиәттәр уҡыу, йомаҡтар ҡойоу, мәҡәлдәр, көләмәстәр менн эште дауам итеү. Шуларға нигеҙләнеп, һығымталар яһарға өйрәтеү, ҡшы сифаттар тәрбиәләү. Текстан образлылыҡ сараларын һайлап ала белеү һәм уларҙы ҡулланыу. Тексты бүлектәргә бүлеү һәм уларға исем биреү.  Әкиәт образдарын ҡылыҡһырлау, йөкмәткеләрен тасуирлау сараларын анализлау. Билдәле ситуацияға әкиәт текстын ижади дауам итеү, халыҡ ижадының афористик жанрҙары менән танышыу. Әкиәттәр буйынса инсценировкалар төҙөү, сығыш яһау, әкиәттәргә, йомаҡ-мәҡәлдәргә бағышланған иртәлектәр ойоштороу.

8.12

15.12

 

15-16

Бурай-бурай ҡарҙар яуа.

(Ғ.Дәүләтшин. Ҡышҡы урман. Н.Нәжми. Ҡыш. Ф. Иҫәнғолов. Урман Һаҡсылары. А.Игебаев.Ҡыш та ҡоштар һайратаһың. З.Хисмәтуллин. Тәүәккәллек. Г.Юнысова. Ҡыш бабай. Ғ.Рамазанов. Яңы йыл менән!)

Һан.

2

Тел.

Һан һәм уның төшөнсәләрен практик үҙләштереү. Цифрҙар менән бирелгән һандарҙы һәм уларҙың ялғауҙарын дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен биреү. Сама, бүлем, йыйыу һандары менән танышыу. Мәҡәлдәрҙә һандар ҡуллланылышы. Рәт һандарының ялғауҙары. Ябай,ҡушма һан. Аһна көндәре атамалары, рәт һаны. Автобиографияңды һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен формалаштырыу. Тексты бүлектәргә бүлеү, исем биреү. Һорауҙарға яуап формаһында диалогтар төҙөү. уйын технологиялары (ребус, кроссворд, сканворд, эшлекле уйын “ Диспетчер” ).

Уҡыу.

Башҡортостанда ҡыш, уның билдәләре. Ололарҙың һәм балаларҙың ҡышҡы эштәре, уйындары: ҡышҡы байрамдар тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Картина буйынса эш ойойштороу, телмәр үҫтереү (хикәйәләү, тасуирлау). Әҫәрҙәр  геройҙарының ҡылыҡтарына баһа биреү. Ҡышҡы тәбиғәтҡә экскурсия ойоштороу, альбомдар әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү. Тәбиғәтҡә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

22.12

29.12

 

17-18

Берҙәмлек, дуҫлыҡ. Тыныслыҡ.

(М.Кәрим. Ғүмергә бергә. Р.Ниғмәти. Тыныслыҡ. Й.Солтанов. Ҡурай моңо. К.Кинйәбулатова. дуҫтарым күп.)

Алмаш. Зат алмаштары.

2

Тел.

Алмаш. Зат алмаштарын, уларҙың килеш төрҙәрен күнегеүҙәр ярҙамында практик ҡулланырға өйрәтеү. Уйын технологияларын ҡулланыу (йомаҡтар, ребустар).

Уҡыу.

Тыныслыҡ, халыҡтар араһында дуҫлыҡ, үҙ-ара ярҙам. Берҙәмлек тураһында шиғырҙар, мәҡәләләр, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү. Текстан кәрәкле урындарҙы һайлап уҡыу. Хикәйәне дауам итеү – “Йә шул буламы инде дуҫлыҡ?!” Иптәшең йәки үҙең яҙғандарҙы камиллаштырыу өҫтөндә эште  дауам итеү. Ижади һәләттәрен үҫтереү. Афоризмдар (мәҡәлдәр) аңлатҡан төшөнсәләр өҫтөндә эш. Халыҡтар дуҫлығы тураһында әңгәмә. Халыҡтар дуҫлығына  бағышланған осрашыуҙар саралар уҙғарыу, конкурстарҙа ҡатнашыу.

19.01

26.01

 

19-20

Сәсәндәрҙән тел ҡалыр.

(Б.Байымов. сәсәндәр. Ай Уралым. Уралым. З.Биишева. Халыҡ сәсәне, ғалим һәм яҙыусы Мөхәмәтша буранғолов. Ни ҡалыр? (Ҡобайырҙан))

Рәүеш.

2

Тел.

Рәүеш, улар аңлатҡан мәғәнәләрҙе практик үҙләштереү. Рәүештәрҙе ҡапма-ҡаршы мәғәнәлә ҡулланыу (антоним). Һүҙ байлығын арттырыу, тасуирлау сараһы булараҡ өйрәнеү. Тестар.

Уҡыу.

Сәсәндәр тураһында белешмә. Күренекле сәсәндәрҙең тормошо һәм ижады. Балаларҙың сәсәнлек ижады. Сәсәндәр ижады буйынса альбом төҙөү. Ҡыҫҡа проекттар әҙерләү.

2.02

9.02

 

21-22

Балдай татлы һыуҙарым.

(Йәмле Ағиҙел буйҙары халыҡ йыры). С.Агиш. Ҡариҙел. З.Биишева. Талҡас күле. Дим йылғаһы. Асылыкүл. (“Аманат” журналынан). Р.Ниҡмәти. Беҙ тыныслыҡ яҡлы. И.Кинйәбулатов. Киләсәк.)

Ярҙамсы һүҙҙәр.

2

Тел.

Ярҙамсы һүҙҙәр, уларҙың мәғәнәләре: ҡаршы  ҡуйыу, йыйыу, сәбәп,оҡшатыу, ваҡыт, көсәйтеү, бәйләү. Һөйләмдәге роле: бер һүҙҙе йә һөйләмде икенсеһенә бәйләү. Шиғырҙа хис-тойғо көсәйтеү сараһы. Мәкәлдәрҙең мәғәнәһен аңлатыу, уларҙа ҡулланылған ярҙамсы һүҙҙәр. Исем, ҡылым омонимияһы (киләсәк-киләсәк).

Уҡыу.

Башҡортостандың йылғалары һәм күлдәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һһөйләү. Текст өлөштәренең урынлашыу тәртибен яҡшыртыу. Әҫәрҙәрҙәге геройҙарға элементар ҡылыҡһырлама бирергә өйрәтеү. Тыуған төйәктәге йылға, күлдәр, шишмәләр тураһында альбом әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү. Бәләкәй тикшеренеү эше – проект әҙерләү.

16.02

24.02

 

23-24

Башҡортостандың  ҡалалары.

(Башҡорт ҡалалары һөйләй  (Өфө, Салауат, Сибай). М.Кәрим. Күмерселәр ҡалаһы.)

 

Ымлыҡтар.

2

Тел.

Ымлыҡтар. Уларҙың мәғәнәләре, һөйләмдәге роле (практик үҙләштереү). Урынды һүрәтләргә өйрәтеү. Текска исем биреү. План буйынса һөйләү, абзацтарға бүлеү.

Уҡыу.

Башҡортостан ҡалалары тураһында әҫәрҙәр уҡыу, белешмәләр алыу һәм һөйләү, альбомдар төҙөү, стендтар эшләү. Тикшеренеү эше -  проекттар, рефераттар яҙыу.

2.03

10.03

 

25-26

8 Март – халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө.З.Биишева. (Хәйерле көн! Д.Бүләков. Күстәнәс.)

Һөйләм.

2

Тел.

Һөйләм. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәрҙе практик күнегеүҙәр ярҙамында үҙләштереү. Бәйләнешле телмәр өҫтөндә эште дауам итеү. Әсәйҙәр тураһында һөйләү ( хикәйәләү, тасуирлау, фекер йөрөтөү).

Уҡыу.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың әсәлек хистәре, күркәм сифаттары, уҡыусы ҡыҙ бала тураһында әсәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Иртәлек ойоштороу, осрашыуҙар үткәреү, ҡотлау открыткалары яҙыу, ижади эштәр (шиғырь, һүрәт). Сюжетлы һүрәт буйынса хикәйәләр төҙөү. Тексты киңәйтеп, тарөау һөйләмдәр ҡулланып яҙыу.”Минең әсәйем”  ( индивидуаль проект).

16.03

6.04

 

27-28

Башҡортостандың мәҙәниәте.

(З.Биишева. Һөнәрсе менән Өйрәнсек. Ә.Лотфуллин тураһында белешмә. Р.Ниғмәтуллин. Ҙур талант эйәһе. (Х.Әхмәтов тураһында.) Башҡорт һандуғасы. (М.Хисмәтуллин тураһында.)

Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре.

2

Тел.

Һөйләм. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре менән практик танышыу һәм уларҙы практик ҡулланыу. Бәйләнешле телмәр үҫтереүҙе дауам итеү. Ижади күнегеүҙәр: йыйнаҡ һөйләмде тарҡауға әйләндереү, белешмәлә бирелгән һүҙҙәр өҫтәргә. Һүрәттәр буйынса хикәйәләр төҙөү.

Уҡыу.

Башҡортостандың мәҙәниәте, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Уларҙың ысын һөнәрсе булыуҙарына һоҡланыу, улар менән ғорурланыу. Инша яҙыу. Проект төҙөү.

13.04

20.04

 

29-30

Тәбиғәттең теле асылған саҡ. (М.Ғали. Яҙ саҡыра. И.Насыри. Яҙғы ташҡын. Х. Ғиләжев. Яҙ. Һ.Дәүләтшина. Яҙғы тантана. Р.Бикбаев. Тәбиғәттең теле асылған саҡ. Б.Ишемғол. Яҙ. Р.Назаров. Яҙ килә. М.Тажи. Боҙҙар китте...)

Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр.

2

Тел.

Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр, уларҙың һөйләмдәге роле. Интонация тураһында белешмә биреү, күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Һүрәттәр буйынса үҙҙәренең ҡараштарын әйтеү, хикәйә төҙөү. Яҙ тураһында диалог.

Уҡыу.

Башҡортостандаҡы яҙҡы тәбиҡәт күренештәре. Ололарҙың һәм балаларҙың яҙҡы эштәре. Ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо. Яҙҡы байрамдар тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Тәбиғәткә экскурсия, шуның буйынса әңгәмәләр үткәреү, һүрәттәр төшөрөү.

27.04

4.05

 

31-32

Кеше матур булһын. (С.Әлибаев. Дуҫтарым. Ф.Туғыҙбаева. Кем уңған? Ф.рәхимғолова. сер. Ғ.Хисамов. Аҡъяурын сал бөркөт.)

Һөйләм киҫәктәре. Һөйләмдең тиң киҫәктәре.

2

Тел.

Башҡорт телендә һөйләм киҫәктәренең килеү тәртибе. Һөйләмдең тиң киҫәктәре менән  танышыу һәм уларһы үҙләщтереү, практик ҡулланыу. Урынды һәм ваҡытты күрһәткән эйәрсән киҫәктәр. Ижади эштәр.

Уҡыу.

Кешеләрҙең һәйбәт һәм  яман сифаттары, тәрбиәлелек, кешеләргә һәм тәбиғәткә яҡшы мөрәсәбәт тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Геройҙарға ҡылыҡһырлама. Ҡараштарын белдереү, үҙ фекерҙәрен иҫбатлау. “Кеше һәр яҡтан да камил булырҡа тейеш” темаһына альбом төҙөү, әңгәмәләр үткәреү. Бәйләнешле текст өҫтөндә эштәрҙе дауам итеү. Хикәйәләр төҙөү, диалогтар ҡороу, мәкәлдәрҙең өлөштәрен тоташтырыу.

 

11.05

15.05

 

33

Яҙ һәм хеҙмәт байрамы.

(А.Игебаев. Беренсе Май. Г.юнысова. Тәбиғәтте шулай яраталармы? С.Әлибаев. Тыныслыҡ.)

Ябай һәм ҡушма һөйләмдәр.

1

Тел.

Ябай һәм ҡушма һөйләмдәр буйынса ғәмәли эштәр. Уларҙың телмәрҙәге әһәмиәтен күҙәтеү һәм үҙләштереү. Ижади эштәр: бирелгән һөйләмдәргә ябай һөйләмдәр өҫтәп яҙыу. Бер нисә ябай һөйләмде ҡушма һөйләм итеп үҙгәртеү, бер уҡыусының иншаһын үҙгәртеп яҙыу.

Уҡыу.

Беренсе Май – дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек көнө. Халыҡтарҙың дуҫлыҡҡа ынтылышы. Тыныслыҡ тураһында әңгәмә. “Беренсе Май” темаһына әҙәби монтаж, сығыш яһау, альбом төҙөү.

 

18.05

 

34

Һаумы, йәмле йәй!

(Д.Юлтый. йәйге таң. Ғ.Ибраһимов. Ямғыр. К.Мәргән. Урманда. Н.Ҡотдосов, Х.Әйүпов. Ҡырмыҫҡалар. Г.Юнысова. Һау бул, мәктәп! Йомғаҡлау.)

Ҡабатлау.

1

Тел.

Башҡорт теле буйынса бөтөн үтелгәнде ҡабатлау, йомғаҡлау. Изложение яҙыу. Көндәлек алып барырҡа өйрәтеү. Әсә теле тураһындаҡы күнегеүҙәрҙең тәрән йөкмәткеһен өйрәнеү. Һөйләмдәрҙә тыныш билдәләрен аңлатыу. “Бер телдән дә телем кәм түгел” темаһына инша яҙыу.

Уҡыу.

Йәйге күренештәр. Уҡыу йылының һөҙөмтәләре, йәйге эштәр хаҡында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Тыуған ил тураһында әҫәрҙәр уҡыу. Тәбиғәткә экскурсия, уның һөҙөмтәләре буйынса әңгәмәләр үткәреү, һүрәттәр төшөрөү. Туған телгә, туған башҡорт теленә бағышланған текстарҙы анализлау.

 

25.05

 

 


 

 

 

Просмотрено: 0%
Просмотрено: 0%
Скачать материал
Скачать материал "Рабочая программа "Башкирский язык""

Методические разработки к Вашему уроку:

Получите новую специальность за 3 месяца

Медиатор

Получите профессию

Бухгалтер

за 6 месяцев

Пройти курс

Рабочие листы
к вашим урокам

Скачать

Скачать материал

Найдите материал к любому уроку, указав свой предмет (категорию), класс, учебник и тему:

6 655 198 материалов в базе

Скачать материал

Другие материалы

Вам будут интересны эти курсы:

Оставьте свой комментарий

Авторизуйтесь, чтобы задавать вопросы.

  • Скачать материал
    • 16.11.2016 655
    • DOCX 128 кбайт
    • Оцените материал:
  • Настоящий материал опубликован пользователем Мардамшина Гульшат Хадимуллиновна. Инфоурок является информационным посредником и предоставляет пользователям возможность размещать на сайте методические материалы. Всю ответственность за опубликованные материалы, содержащиеся в них сведения, а также за соблюдение авторских прав несут пользователи, загрузившие материал на сайт

    Если Вы считаете, что материал нарушает авторские права либо по каким-то другим причинам должен быть удален с сайта, Вы можете оставить жалобу на материал.

    Удалить материал
  • Автор материала

    • На сайте: 7 лет и 6 месяцев
    • Подписчики: 1
    • Всего просмотров: 5222
    • Всего материалов: 6

Ваша скидка на курсы

40%
Скидка для нового слушателя. Войдите на сайт, чтобы применить скидку к любому курсу
Курсы со скидкой

Курс профессиональной переподготовки

Няня

Няня

500/1000 ч.

Подать заявку О курсе

Курс повышения квалификации

Программа работы с неуспевающими и слабоуспевающими учащимися старшего дошкольного и младшего школьного возраста

72 ч. — 180 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 131 человек из 37 регионов
  • Этот курс уже прошли 259 человек

Курс повышения квалификации

Особенности реализации ФГОС НОО для слепых и слабовидящих детей

72/108 ч.

от 2200 руб. от 1100 руб.
Подать заявку О курсе
  • Этот курс уже прошли 24 человека

Курс повышения квалификации

Использование элементов театрализации на уроках литературного чтения в начальной школе

36 ч. — 144 ч.

от 1700 руб. от 850 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 62 человека из 27 регионов
  • Этот курс уже прошли 492 человека

Мини-курс

История классической музыки от античности до романтизма

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе

Мини-курс

Психология эмпатии

4 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 35 человек из 19 регионов
  • Этот курс уже прошли 18 человек

Мини-курс

Занятия спортом при заболеваниях опорно-двигательного аппарата

3 ч.

780 руб. 390 руб.
Подать заявку О курсе
  • Сейчас обучается 42 человека из 21 региона
  • Этот курс уже прошли 43 человека