Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Рабочая программа "Башкирский язык и литература"

Рабочая программа "Башкирский язык и литература"

Курсы профессиональной переподготовки
124 курса

Выдаем дипломы установленного образца

Заочное обучение - на сайте «Инфоурок»
(в дипломе форма обучения не указывается)

Начало обучения: 29 ноября
(набор групп каждую неделю)

Лицензия на образовательную деятельность
(№5201 выдана ООО «Инфоурок» 20.05.2016)


Скидка 50%

от 13 800  6 900 руб. / 300 часов

от 17 800  8 900 руб. / 600 часов

Выберите квалификацию, которая должна быть указана в Вашем дипломе:
... и ещё 87 других квалификаций, которые Вы можете получить

Получите наградные документы сразу с 38 конкурсов за один орг.взнос: Подробнее ->>

библиотека
материалов

п/п

Тема

Сәғәт hаны

Үткәреү ваkыты

яkынса

фактик

1.

С. Алибай. Мәктәп юлы. Ябай һөйләм синтаксисы.

1

2.09


2-3.

Н.Мусин. Һабаk. Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм.

2

5.09

9.09


4-6.

Р. Тимершин. Уйлап табыусы.

Һүҙбәйләнештәр. Һүҙбәйләнештәрҙең яһалышы.

Эйәртеүле бәйләнештең төрҙәре.

3


12.09

16.09

19.09


7.

Нығытыу күнегеүҙәре эшләү.

1

23.09


8.

Практик эш. Башkортостан өҙөгөн башkорт теленә тәржемә итеү.

1

26.09


9.

Халыk ижады – халыk хазинаһы. “Ике сәсән”, “Сура батыр” kобайырҙары. Кабатлау.

1

30.09


10.


З. Биишева. Көҙгө ямғыр.

Һөйләмдең баш киçәктәре. Эйә һәм хәбәр.

1



3.10


11-12.

Р. Ханнанов. Икмәк kәҙере. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыk.

2

7.10

10.10


13-14.

Р. Өмөтбаев. Әмир баçыуы. Кабатлау.

2

14.10

17.10


15.

Контроль диктант. Тештәреңде һаkла.

1

21.10


16.

А. Игебаев. Башҡортостан-илгенәм! Аныҡлаусы.

1

24.10


17.

К. Кинйәбулатова. Дуҫлыҡ төйәге. Тиң һәм тиң булмаған аныҡлаусылар.

1

28.10


18.

К. Кинйәбулатова. Дуҫлыҡ төйәге. Өҫтәлмәлек.

1

7.11


19.

Н. Нәжми Өфө йүкәләре(йыр). Тултырыусы.

1

11.11


20.

Салауат батыр(ҡобайыр) Хәлдәр.

1

14.11


21.

Ф. Рәхимғолова. Салауат. Рәүеш хәле.

1

18.11


22.

Т. Дәүләтбирҙина Салауат рухы. Кабатлау. Телмәр үçтереү. Инша.

1

21.11


23-24.

Телмәр үçтереү. Инша.

2

25.11

28.11



25.

Я. Хамматов. Салауат. 1 бүлек Урын хәле. Телмәр үçтереү. Инша.

1

2.12


26.

Я Хамматов. Салауат. 2 бүлек. Ваҡыт хәле.

1

5.12


27.

Я Хамматов. Салауат. 3 бүлек. Кабатлау.

1

9.12


28.

Шәйехзада Бабич. Ҡышkы юлда.Маҡсат хәле.

1

12.12


29.

М. Ғәйфуллина. Ҡыш моңдары. Сәбәп хәле.

1

16.12


30.

Күләм-дәрәжә хәле. Кире хәл.

1

19.12


31.

Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киçәктәре тураһында үтелгәндәрҙе kабатлау. Синтаксик анализ.

1

26.12


32.

Контроль диктант.

1

23.12


33.

Б. Рафиkов. Бүреләр. 1 бүлек. Кабатлау.

1

16.01


34.

Б.Рафиkов. Бүреләр. 2 бүлек. Кабатлау.

1

20.01


35.

И. Теләүембәтов. Маралым таңы. Шарт хәле. Кире хәл

1

23.01


36.

М. Кәрим. Үлмәçбай.Кабатлау.

1

27.01


37.

Н. Ғәлиев. Яуҙан kайтkан kурай. Кабатлау.

1

30.01


38-40.


Р. Өмөтбаев. Генерал Күсимов.

Тиң киçәкле һөйләмдәр. Тиң киçәкле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.

Тиң киçәктәр эргәһендә дөйөмләштереүсе һүҙҙәр.

3

3.02

6.02

10.02


41-42.

Ш. Биkkол. Әсәйемдең кәңәштәре.

Ике һәм бер составлы һөйләмдәр.

2

13.02

17.02


43-

44.

Т. Ғиниәтуллин. Әсә һәм бала. Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре.

2


20.02

24.02


45.

Тулы һәм кәм һөйләмдәр.

1

27.02


46.

Кабатлау.

1

2.03


47.

Тест. Белемде тикшереү.

1

5.03


48-49.

Х. Назар. Өс һүҙ. Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киçәктәре.

2


9.03

12.03


50.

51.

Контроль диктант.

Хаталар өçтөндә эш.

1

1

16.03

19.03


52.

М. Ямалетдинов. Иман. Ҡабатлау.

1

23.03


53.

З. Ғәлимов. Ялан сәскәләре. Ҡабатлау.

1

6.04


54.

Р. Ғарипов. Яҙғы йыр. Ҡабатлау.

1

9.04


55-

56.

З.Ураkсин. Алмағас. Сәскә ғүмере.

Хәлдәрҙең айырымланыуы. Хәл әйтемдәре, уларҙың айырымланыуы.

2


13,16.04


57.

Р. Сафин. Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе. Ҡабатлау.

1

27.04


58-59.

Телмәр үçтереү. Изложение.

2

20,23.04


60.

Ҡ. Аралбай. Ер тураһында ете һүҙ. Һөйләм киçәктәре менән грамматик бәйләнеше булмаған һүҙҙәр. Өндәш һүҙ.

1

30.04


61.

Б. Бикбай. Ер. Инеш һүҙҙәр һәм инеш һөйләмдәр.

1

4.05


62.

Ж. Кейекбаев. Урал тураһында ҡобайыр. Ҡабатлау.

1

7.05


63.

Н. Мусин. Һуңғы солоk.Тура һәм ситләтелгән телмәр. Диалог.

1

11.05


64.

Контроль диктант. Хаталар өçтөндә эш.

1

14.05


65.

Ф. Рәхимғолова. Бал kорто һәм күбәләк. А. Йәғәфәрова. Кескәй шишмә. Ҡабатлау.

1

18.05


66.

Ш.Янбаев. Дегәнәк.Ҡабатлау.

1

21.05


67.

Р. Солтангәрәев. Һуңғы һунар. Ҡабатлау.

1

25.05


68.

Ә. Хәмәтдинова. Йәшел аптека. Ҡабатлау.

1

28.05






























Аңлатма яҙыу.



Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә 8-се класс өсөн башҡорт теленән эш программаһы.

Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт)

Дәреслек: Хөснөтдинова Ф.Ә.,Тикеев Д.С.,Ғафаров Б.Б.. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8- се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2011.

Программа кимәле : базис

Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең IXI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Ғәбитова З.М. Уҡытыу рус телендә алып барған мәктәптәрҙең 7- 8- се кластары өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр. - Өфө:Китап, 2006. – 152 бит.

Усманова М.Г., Габитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы: 5-11 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.-Өфө:Китап,2002.- 166 бит.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты: : Хөснөтдинова Ф.Ә.,Тикеев Д.С.,Ғафаров Б.Б.. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8- се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2011

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I- IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Г.- Ижевск: «Книгрград», 2008.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «Рәтамак урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль дөйөм ҡаҙна белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

  • телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

  • телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

  • бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

Рус һәм башҡа мәктәптәпҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.

  2. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материалдары бергә кушып өйрәнелә (интеграция).

  3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).



Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

  1. Мәктәп” темаһы буйынса һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөү. Текст өҫтөндә эшләү, план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо, уҡыу әсбаптары, китапхана, беҙҙең класс тураһында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап һ.б. мәҡәлдәр ҡойоу.

  2. Тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү, бирелгән һорауҙарға тулы итеп яуап биреү, күренекле яҙыусыларҙың биографияһы , ижады өҫтөндә ентекле эш алып барыу.

  3. Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.

  4. Ҡысҡырып, шыма, ролләп, сәхнәләштереп һәм тасури уҡыу.

  5. Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

  6. Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

  7. 80- 85 һүҙ күләмендә диктант яҙыу; 55-60 һүҙ изложение һәм 65-70 һүҙ инша яҙа белеү; ҡотлау хаты (открытка) яҙа белеү.

  8. Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диолог һәм монологтар төҙөү. 8- се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

  9. Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү. Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу уларға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо уятыу, кешелеклелек тәрбиәләү.


Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау


Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • ижади эштәр башҡарыу(төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе өҫтәп яҙыу, нөктәләр урынына тейешле хәрефтәр ҡуйып яҙыу);

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • бирелгән тексты өлөштәргә бүлеү, исемләү, план төҙөү, план буйынса йөйләү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.



Программа материалы буйынса, башҡорт теленән 8 –се кластарҙа түбәндәге күләмдә контроль һәм яҙма эштәр үткәреү ҡарала:



Яҙма эштәрҙең төрҙәре



8 кл

Күсереп яҙыу

-

Һорауҙарға яуап

-

Диктант

4

Изложение

1

Инша

1



Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләм…)

Контроль диктанттар.

Октябрь.

Октябрь – көҙҙөң беренсе һыуыҡ айы. Әсе елдәр иҫә. Иртәнге һыуыҡтар көсәйә төшә. Күләүектәр таңғаса боҙ менән ҡапланған була. Йыш яуған һалҡынса ямғырҙар арҡаһында октябрҙе халыҡта батҡаҡ айы тип тә атайҙар. Тәүге ҡар яуа, ләкин ул шунда уҡ ирей. Ҡайһы бер йылдарҙа ҡар ятып та ҡуя.

Күлдәр, быуалар туңа башлай. Иң аҙаҡҡы күсмә ҡоштар китп бөтә. Иң һуңғы булып сәүкәләр, өйрәктәр китә. Уларға алмашҡа ҡыҙылтүштәр, беҙҙең яҡтарҙа ҡышлаусы бүтән ҡоштар килә. Ныҡлап һыуыҡ төшөү менән, айыу, бурһыҡ, алйырҙан йоҡоға тала. Тәлмәрйендәр ҙә йоҡоға китә.

Баҡсаларҙа ағас ултыртыу дауам итә. Япраҡтар тулыһынса ҡойолоп бөтә.

(93 һүҙ.) (“Йәншишмә” гәзитенән.)

Изге аманат.

Батша властары Салауатты халыҡ хәтереннән юйырға нисек кенә тырышмаһын, халыҡ уны үҙенең йөрәгендә һаҡлаған. Салауаттың йөрөгән юлдары, ул булған урындар хаҡындағы иҫтәлектәр ҙә быуындан быуынға изге аманат итеп тапшырыла килгән. Батырҙың тыуған районында, Йүрүҙән буйҙарында, Салауат йортон, Салауат тауын, Салауат мәмерйәһен, Салауат йылғаһын белмәгән кеше юҡтыр. Бынан тыш, Әбйәлил районында Салауат Ҡырҡтыһы, Белорет яҡтарында Салауат юлы, Бөрйәндә Салауат өңө тигән мәмерйә бар. Ырымбур өлкәһенең Шарлыҡ районы Туҡай ауылы янында Салауат урманы билдәле. Салауат Юлаев 1773 йылдың ноябрендә ошо ауылда туҡтап киткән.

(85 һүҙ.) (Р.Шәкүр)

------

Жайнаҡ,төпсөк улым, сибәр генә егет булып үҫте. Тик бер яғы бар: өйгә бер ҙә ҡайтып инмәй тиерлек. Колхозда үҙен комсомол секрктары тиеп ҡуйҙылар. Көн һайын тип әйтерлек әле йыйылышы, әле түңәрәк эше, әле стена газетаһы сығараһы, әле тағы башҡаһы була. Малайҙың көн-төн өйгә ҡайтып инмәүенә асыуҙарым килә башланы инде.

- Гармуның менән мендәреңде ал да ана колхоз конторына торорға күс. Ҡайҙа торһаң да, һиңә барыбер түгелме?! Өйҙө лә, атай-әсәйҙе лә бар тип тә белмәйһең... – тип әрләп ташлай инем, эсемдән уның был эштәрнә һөйөнөп. (84 һүҙ.) (С. Айтматовтан.)

Ҡурай.

Бына асыҡ тәҙрәләрҙән инде бер ваҡыт, абзыҡайым, ҡурай моңо менән йыр ағыла башлай. Һәм мин шуны ишетеүгә шып туҡталып ҡалам. Һис ысҡына алмайым мин ул татлы моңдан. Бөтә донъямды онотоп, иларға етешеп тыңлайым да тыңлайым. Күҙ алдымда үҙенең яҡты киңлектәре, тые түбәләр, аҡ тирмәләре, утлауҙа йөрөгән йылҡылары менән ҡылғанлы дала әкрен генә йәйелә лә йәйелә. Бик бейектй бөркөт һалмаҡ ҡына йөҙә. Алыҫта яңғыҙ һыбайлы шәүләһе күренеп ҡала, әллә ҡайҙа ғына әрлән һыҙғырыуы ишетелгән кеүек була...

Ана шулай әллә ҡайҙарға алып китә, хыялый итә ин мине был башҡорт ҡурайы, башҡорт йыры. (90 һүҙ.) (Ә.Еникиҙән)

Самые низкие цены на курсы переподготовки

Специально для учителей, воспитателей и других работников системы образования действуют 50% скидки при обучении на курсах профессиональной переподготовки.

После окончания обучения выдаётся диплом о профессиональной переподготовке установленного образца с присвоением квалификации (признаётся при прохождении аттестации по всей России).

Обучение проходит заочно прямо на сайте проекта "Инфоурок", но в дипломе форма обучения не указывается.

Начало обучения ближайшей группы: 29 ноября. Оплата возможна в беспроцентную рассрочку (10% в начале обучения и 90% в конце обучения)!

Подайте заявку на интересующий Вас курс сейчас: https://infourok.ru


Общая информация

Номер материала: ДВ-062914
Курсы профессиональной переподготовки
124 курса

Выдаем дипломы установленного образца

Заочное обучение - на сайте «Инфоурок»
(в дипломе форма обучения не указывается)

Начало обучения: 29 ноября
(набор групп каждую неделю)

Лицензия на образовательную деятельность
(№5201 выдана ООО «Инфоурок» 20.05.2016)


Скидка 50%

от 13 800  6 900 руб. / 300 часов

от 17 800  8 900 руб. / 600 часов

Выберите квалификацию, которая должна быть указана в Вашем дипломе:
... и ещё 87 других квалификаций, которые Вы можете получить

Похожие материалы

Получите наградные документы сразу с 38 конкурсов за один орг.взнос: Подробнее ->>