Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Рабочая программа для 8 класса

Рабочая программа для 8 класса

  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

1.Аңлатма яҙыу.

Башҡорт теле – башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала.

Башҡорт әҙәби теле –башҡорт милли мәҙәниәтенең нигеҙе,шуға күрә мәктәптәрҙә уны өйрәнеүгә төп урын бирелә.Башҡорт телен өйрәнеү, үҙләштереү уҡыусыларҙы ижади эшкә өйрәтә, тормошҡа әҙерләй. Телде дөрөҫ ҡулланыу – фекерҙе асыҡ, теүәл, матур һәм дөрөҫ итеп һөйләү һәм яҙыу тигән һүҙ. Был балаға йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашыу, уңышлы булыу өсөн кәрәк.

Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә;уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтерергә ярҙам итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләтен үҫтерә, щулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Туған тел башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтенең рухи тел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни-тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ, башҡорт теле бөтә предметтар менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристика булып тора.Туған тел ул баланың төрлө тормош ситуацияларында тәрбиә-этик нормаларын формалаштырыу нигеҙе; әхлаҡ нормаларынан сығып, үҙҡылыҡтарына дәлилле баһа биреү мөмкинлеген дә үҫтерә.

Төп мәктәптә башҡорт телен уҡытыу маҡсаттары:

1 ) туған телгә ҡарата һөйөү ,мәҙәниәт күренеше булараҡ ,телгә ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү ;туған телдең төп аралашыу ,кеше эшмәкәрлегенең төрлө сфераһынан белем алыу ҡоралы булыуын , йәмғиәттә ҡабул ителгән әхләк-этик нормаларҙы үҙләштереү сараһы булыуын аңлау ; туған телдең эстетик ҡиммәттәрен үҙләштереү;

2) көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә туған телде аралашыу һәм үҙ-ара фекер алышыуға һәләтлекте үҫтереү ; үҙ телмәреңде камиллаштырыу; мөһим төп уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу хәрәкәттәрен (эшмәкәрлек маҡсаттарын аныҡ итеп әйтә белеү ,уны планлаштырыу , библиографик эҙләнеү үткәреү , төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән , сығанаҡтарҙан , Интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм эшкәртеү һ.б.) үҙләштереү.

3)тел системаһы төҙөлөшөн һәм уның хәрәкәттә булыу законлығын үҙләштереү; стилистик ресурстарҙы һәм төп әҙәби тел нормаларын күҙәтергә өйрәнеү; анализлау, сағыштырыу , классификациялау һәм тел факттарын баһалау һәләттәрен үҫтереү ; яҙма һәм һөйләү телмәрен,телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен , аралашыуҙың төрлө ситуацияларында телде ҡулланыу ҡағиҙәләрен ,телмәр этикет нормаларын үҙләштереү; актив һәм потенциаль һүҙлек запасын байытыу;телмәрҙә грамматик сараларҙы ҡулланыу күләмен киңәйтеү ; алынған белемде , күнекмәне аралашыу процесында, уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу һәләтлеген камиллаштырыу.

2.Башҡорт теленән эш программаһы түбәндәге документтар нигеҙендә төҙөлдө.

  1. Федераль кимәлдәге документтар:

  • Федераль Закон №273 – ФЗ “Рәсәйҙең мәғариф законы” (29.12.2012 й.)

  • РФ Мәғариф һәм фән министрлығының Дәреслектәрҙең федераль исемлеге тураһындағы хаты ( №08 – 548 , 29.04.2014 й.)

  • РФ Мәғариф һәм фән министрлығының “Белем биреү учреждениеларында башланғыс, төп һәм урта белем биреү программалары буйынса эште ойоштороу тураһында”ғы бойороғо (30.08.2013 г. № 1015)

  • Белем биреү учреждениеларында уҡытыуға һәм уҡытыу шарттарына ҡарата

санитар – эпидемиологик талаптар”. РФ Төп хкүмәт санитар врачы ҡарары (29.12.2010 № 02-600)

  1. Региональ кимәлдәге документтар:

  • Башкортостандың мәғариф законы” ( 29.12.2007 N 515-з, от 28.02.2008 N 540-з)

  • Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа( уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11-се кластар өсөн, Авт.-Тикеев Д.С., ТоломбаевХ.А., ВилдановА.Х., Ижевск:КнигоГрад,2008й.) .

  • Дәреслек: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек (Авт. –ТикеевД.С., ҒафаровБ.Б., ХөснөтдиноваФ.Ә., ҠаһармаговаҒ.Ғ. – Өфө: Китап, 2011й..- 288 бит).

  • 2014-2015 уҡыу йылының йыллыҡ календарь уҡыу графигы


  1. Белем биреү учреждениеһы кимәлендәге документ:

  • Сермән урта дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыу планы.

3.Башҡорт теленең базислы уҡыу (белем биреү) планында урыны.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Белорет районы Сермән урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм бюджет белем биреү учреждениеһының “Уҡыу планы” на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.Сермән урта дөйөм белем биреү мәктәбе өсөн йыллыҡ уҡыу планы башҡорт теле һәм әҙәбиәтен 918 сәғәт күләмендә уҡытыуҙы күҙ уңында тота: 5-се класс-170, 6-сы класс-170, 7-се класс- 170, 8-се класс-136, 9-сы класс-136, 10-сы класс-68, 11-се класс-68 сәғ.

8-се класс.

Аҙнаһына -5(2+3) сәғ.,бөтәһе-136 сәғ.

Телмәр үҫтереү-10 сәғ. Тест-5

Контроль диктант -5 сәғ.

4. Уҡыу предметына дөйөм характеристика.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте курсы Тикеев Д.С., ТоломбаевХ.А., ВилдановА.Х., программалары нигеҙендә уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се класында башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыу өсөн эшләнелгән. Программала ҡаралған курстың йөкмәткеһе фәнни һәм еңел аңлайышлылыҡ, системалылыҡ һәм күсәгилешлек (дауамсанлыҡ) нигеҙендә эшләнгән.

Башҡорт теле” курсы материалы программала түбәндәге йөкмәтке өлөштәре аша тәҡдим ителгән:

  • Теоретик белешмәләр.

  • Күнегеүҙәр.

  • Телмәр мәҙәниәте.

Тел материалы уҡыу планына яраҡлаштырылып бүленгән.

8-се класта ябай һөйләм синтаксисы , һүҙбәйләнеш һәм һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙең яһалышы,эйәртеүле бәйләнештәрҙең төрҙәре,

Һөйләмдең баш киҫәктәре,һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре , хәлдәр, уларҙың төрҙәре,тиң киҫәкле һөйләмдәр ,ике һәм бер составлы һөйләмдәр , һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре, һөйләм киҫәктәре менән грамматик бәйләнеше булмаған һүҙҙәр, инеш һөйләмдәр, тура һәм ситләтелгән телмәр өйрәнелә.

Башҡорт әҙәбиәте” курсы материалы программала түбәндәге йөкмәтке өлөштәре аша тәҡдим ителгән:

  • Әҙәби әҫәрҙәр

  • Әҙәбиәт теорияһы

  • Телмәр үҫтереү



Әҙәбиәт өлөшөндә хронологик принцип һаҡланып, материалдар тематик төркөмдәргә бүлеп бирелде.

Мәктәп-белем шишмәһе”, “Халыҡ ижады-халыҡ хазинаһы”, “Көҙ-хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле”, “Башҡортостан-алтын бишек”, “Салауат батыр ир ине”,”Ҡыш”,”Данлы йылдар шанлы йылдар”,”Әсәйем-күңел ҡояшым”,

Әҙәп барҙа-иман бар”,”Шаулап-гөрләп яҙ килә “Ай Уралым, Уралым!”, ”Йәй”.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуға аҙнаһына 5 сәғәт бирелә һәм уның үҙенсәлеге шунда: дәрестәрҙе ике төрлө формала алып барырға: 2 сәғәт башҡорт теленә, 3 сәғәт әҙәбиәткә бүлеп биреп йәки интеграцияланған дәрес формаһында үткәрергә мөмкин.

Уҡыу материалы, уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып, башҡорт теле һәм әҙәбиәте тураһында төшөнсә формалаштырырға, башҡорт телен үҙләштереүгә ярҙам итергә тәғәйенләнгән. Һәр бер бүлекте өйрәнеүҙә уҡыусылар тейешле белем һәм күнекмәләр генә үҙләштереп ҡалмай, ә телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен камиллаштыра, төрлө коммуникатив күнекмәләрҙе үҫтерә, шулай уҡ милли- мәҙәни феномен булараҡ, туған тел тураһында күҙаллауҙарын тәрәнәйтә.

  1. 8-се класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр.

  • Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙең яһалышы,эйәртеүле бәйләнештәрҙең төрҙәре.

  • Ябай һөйләм синтаксисы ,ике составлы, бер составлы, кәм һөйләм, тиң киҫәкле һөйләмдәр ,һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре, эйә менән хәбәрҙең сағылыу ысулдары, һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре, хәлдәр, уларҙың төрҙәре, тыныш билдәләренең принциптары.

  • Айырымланған эйәрсән киҫәкле ябай һөйләмдәрҙә тыныш билдәләренең ҡуйылыу ҡағиҙәләре, эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ ҡулланыу ҡағиҙәһе, һөйләмдәрҙә инеш һүҙ, инеш һүҙбәйләнеш, инеш һөйләм, тура һәм ситләтелгән телмәрле, цитаталы һөйләмдәрҙә тыныш билдәләренең ҡуйылышы.

Күнекмәләр:

  • Һүҙбәйләнештәргә, ике составлы ябай, бер составлы, тура телмәр булған һөйләмдәргә синтаксик анализ яһау, ике составлы һөйләмдәр, тиң киҫәктәр, инеш һүҙҙәр, инеш һүҙбәйләнештәр, инеш һөйләмдәр, өндәш һүҙҙәр булған тарҡау һөйләмдәр төҙөү.

  • Эйәһе, хәбәре төрлө һүҙ төркөмөнән килгән һөйләмдәр менән файҙаланыу.

  • Эйәле һөйләмдәрҙе эйәһеҙ һөйләм итеп, ябай һөйләмдәрҙе айырымланған эйәрсән киҫәкле һөйләмдәр итеп, тура телмәрҙе ситләтелгән телмәр итеп үҙгәртеп төҙөй белеү, цитаталар менән, стилгә һәм йөкмәткегә ҡарап, синтаксик синонимдар менән файҙалана белеү.

  • Төрлө тип һөйләмдәрҙә тыныш билдәләрен ҡуя белеү.

  • Хикәйәләү тексын, тасуирлау элементтары индереп, ентекле һәм һайлап изложение яҙыу, әҙәби геройҙарҙы сағыштырып, урынды, тарихи һәм мәҙәниәт ҡомартҡыларын тасуирлап, әхлаҡ-әҙәп темаһына хөкөм йөрөтөү (фекер йөрөтөү) иншаһы яҙыу.

Башҡорт теле”предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре.

Төп дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыларының башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙә шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр:

  1. Башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интелликтуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен,уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү.

  2. Башҡорт теленең эстетик ҡиммәттәрен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, һөйөү, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли-мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; үҙ телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

  3. аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

Метапредмет һөҙөмтәләре:

1)телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

аудирование һәм уҡыу:

-телдән һәм яҙма мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер, төп һәм өҫтәлмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

-төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү); төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

-төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп,адекват ҡабул итеү; аудирование менән эш итеү; (һайлап алыу, танышыу);

-төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлелеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн компакт-дискылар,Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу; белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;

-һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу;

-стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткеһенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып фекерҙе сағыштыра алыу;

һөйләү һәм яҙыу:

-алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, эштең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау,уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

-тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;

-төрлө телмәр стилендә һәм төрлө жанрҙа аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән йәки яҙма текст төҙөй алыу;

-телдән йәки яҙма формала үҙ фекереңде еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

-төрлө төрҙәге монологты (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү) һәм диалогты (этикет,диалог-һорашыу, диалог-аралашыу,диалог-фекер алышыу һ.б) үҙләштереү;

-ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт теленең әҙәби стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфоэпик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрен һаҡлау;

-уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба белеү, уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;

-үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;

2)алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа төрлө фәндәрҙән белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара (сит тел,әҙәбиәт һ. б. дәрестәрҙә) ҡулланыу;

3)арлашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә,ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү,бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; формаль һәм формаль булмаған шәхестәр менән аралашыу барышындағы төрлө ситуациярҙа телмәр этикетының милли-мәҙәни нормаларын үҙләштереү.



Предмет һөҙөмтәләре:

  1. 1)телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, туған телдең кеше йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

  2. гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;

  3. туған тел тураһында төп фәнни ниге44е ү4ләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

  4. тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика (тел ғилеме) һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм я4ма телмәр, монолог, диалог һәм улар4ың төр4әре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур ә4әбиәт теле; функциональ-мәғәнәүи телмәр төр4әре (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төр4әре; телдең төп берәмектәре, улар4ың билдәләре һәм телмәр4ә 6улланыу ү4енсәлектәрен ү4ләштереү;

  5. Баш6орт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, баш6орт ә4әби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын ү4ләштереү;

  6. телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы 6улланыу;



  1. Һү4гә төрлө анализ төр4әрен (фонетик, морфематик, һү4ьяһалыш, лексик, морфологик), һөйләм һәм һү4бәйләнешкә синтаксик анализ, төп билдә һәм структура кү4легенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

  2. тел-һүрәтләү саралары һәм улар4ы у6ыусы телмәрендә 6улланыу;

туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур ә4әбиәт текстарын анализлағанда телмәр4ең эстетик кимәлен баһалау.

6. Уҡыу йөкмәткеһенең ҡиммәттәр йүнәлеше.

5-11-се кластарҙың программаһы башҡорт теленән булған барлыҡ эштәрҙең йөкмәткеһен һәм йүнәлештәрен үҙ эсенә ала. Урта дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт теле курсының йөкмәткеһе белем биреү процесында коммуникатив, тел, лингвистик һәм мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙы һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тота.

Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, аралашыуҙы, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә.

Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешен , хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата.

Мәҙәни компетенция туған телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота,тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген,башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, милли-мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.

Үрҙә күрһәтелгән компетенцияларҙы формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе 3 бәйләнешле йүнәлеш билдәләнә:

тел һәм лингвистик компетенцияны формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке;коммуникатив компетенцияны формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке; мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке.

Йөкмәтке.

  1. Ябай һөйләм синтаксисы.

  2. Һүҙбәйләнеш һәм һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙең яһалышы,эйәртеүле бәйләнештәрҙең төрҙәре.

  3. Һөйләмдең баш киҫәктәре,һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре ,аныҡлаусы, тултырыусы, хәлдәр, уларҙың төрҙәре.

  4. Тиң киҫәкле һөйләмдәр.

  5. Ике һәм бер составлы һөйләмдәр.

  6. Һөйләмдең айырымланған эйәрсән киҫәктәре.

  7. Һөйләм киҫәктәре менән грамматик бәйләнеше булмаған һүҙҙәр, инеш һөйләмдәр.

  8. Тура һәм ситләтелгән телмәр.





Йөкмәтке

  1. Мәктәп-белем шишмәһе.

  2. Халыҡ ижады-халыҡ хазинаһы.

  3. Көҙ-хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле.

  4. Башҡортостан-алтын бишек.

  5. Салауат батыр ир ине.

  6. Ҡыш.

  7. Данлы йылдар шанлы йылдар.

  8. Әсәйем-күңел ҡояшым.

  9. Әҙәп барҙа-иман бар.

  10. Шаулап-гөрләп яҙ килә .

  11. Ай Уралым, Уралым!

  12. Йәй.

7.Календарь-тематик план.

8.Уҡыу процесын уҡыу –уҡытыу методик һәм матди – техник яҡтан тәьмин итеү.

  • Һәр төрлө күргәҙмә саралар (портреттар, таблицалар, карточкалар һ.б.)

  • Электрон китапхана (фотолар, видео, анимация, таблицалар, схемалар, электрон дәреслектәр, һ.б.)

  • Экран,проектор, компьютер, принтер һ.б.

Матди-техник саралар.

Башҡорт теленән эш программаһы түбәндәге уҡыу-уҡытыу методик комплекттарына таяна:

Уҡыусылар өсөн дәреслектәр һәм дидактик материал

  • Дәреслек:Башҡорт теле һәм әҙәбиәте”, уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек ,( Авт. –ТикеевД.С., ҒафаровБ.Б., ХөснөтдиноваФ.Ә,Ғафаров Б.Б.– Өфө: Китап, 2011й..- 288 бит).

  • Текст өҫтөндә эшләү өсөн дидактик материалдар”, Г.Д.Вәлиева, Өфө, Китап -2011й.

  • Әсә теле”,8-9-сы класы өсөн дидактик материал. В.Ш.Псәнчин - Өфө: Китап.2009 й.

  • Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы. С.М.Рәхимова, М.Ғ.Ғималова, Өфө-2009й.





Уҡытыусылар өсөн.

  • Башҡорт теле һәм әҙәбиәте”дәреслегенә методик ҡулланма:7-се класс, Авт.-ХөснөтдиноваФ.Ә., ҺөйәрғоловаӘ.Б., Өфө: Китап , 2010й.-120 бит.

  • Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы,(5-9 кл.),. ТоломбаевХ.А, АтнағоловаС.В., Өфө”Китап”-2009й.

  • Башҡорт теле(5-9-сы кл.)һәм әҙәбиәтенән(5-11 кл.)тест һорауҙары(Авт.И.Ә.Шарапов, -Өфө:Башҡортостан”Китап”нәшриәте).

  • Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы,М.Ғ.Ғималова,

  • Башҡорт теленән ҡағиҙәләр йыйынтығы”, И.А.Шарапов, З.М.Мухаметова. Өфө.

  • Башҡорт теле” ,(Уҡыусыларға, уҡырға инеүселәр өсөн) ,АбдуллинаФ.Ф., УсмановаМ.Ғ.

  • Уйнат,уйлат баланы”, Т.Х.Аслаев, Ы.Ә.Исламғолова



Һүҙлектәр.

  • Башҡорт теленең морфемалар һүҙлеге. М. Х. Әхтәмов.

  • Башҡорт теленең орфографик һүҙлеге. Р .Ғ .Аҙнағолов.

  • Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге.З. Ғ. Ураҡсин.

  • Башҡорт теленең синонимдар һүҙлеге.

  • Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге. М. Х. Әхтәмов.

  • Башҡорт теленең омонимдар һүҙлеге. М. Х. Әхтәмов.

  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 1,2 том.

  • Башҡортса-русса мәктәп һүҙлеге.

  • Русско- башкирский учебный словарь.

  • Башҡорт теле”. (Күнегеүҙәр. Анализ өлгөләре. Тестар. Текстар).Ф.Рәхимова.
























Выберите курс повышения квалификации со скидкой 50%:

Автор
Дата добавления 18.11.2016
Раздел Другое
Подраздел Рабочие программы
Просмотров26
Номер материала ДБ-366496
Получить свидетельство о публикации
Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх