Добавить материал и получить бесплатное свидетельство о публикации в СМИ
Эл. №ФС77-60625 от 20.01.2015
Инфоурок / Другое / Рабочие программы / Рабочая программа для 5 класса "Башкирская литература"

Рабочая программа для 5 класса "Башкирская литература"


  • Другое

Поделитесь материалом с коллегами:

Аңлатма яҙыу

  1. Уҡыу фәненең дөйөм характеристикаһы.

Филология” буйынса белем биреүҙең бер өлөшө булараҡ, “Әҙәбиәт” фәне “Башҡорт теле” менән тығыҙ бәйләнгән. Башҡорт әҙәбиәте уҡыусыларҙың телмәрен байыта, улраҙа телмәр мәҙәниәтен һәм коммуникатив күнекмәләр тәрбиәләй. Художестволы әҫәрҙең телен өйрәнеү уҡыусыларҙы һүҙҙең эстетик мәғәнәһен, башҡорт теленең стилистик матурлығын аңларға булышлыҡ итә.

Әҙәбиәт” уҡыу фәненең үҙенсәлеге шунан ғибәрәт: ул һүҙ сәнғәтенең һәм фән нигеҙҙәренең (әҙәбиәтте өйрәнеү) берҙәмлеген тәшкил итә.

Дөйөм белем биреүсе урта мәктәптәрҙә әҙәбиәт буйынса белем биреү системаһы бер – береһе менән тығыҙ бәйләнештә булған өс этаптан тора:

I этап – башланғыс кластарҙа әҙәбиәт уҡытыу. Был кластарҙа программаларға индерелгән әҙәби әҫәрҙәр, фәнни темаларға яҙылған мәҡәләләрҙе өйрәнеү уҡыусылраҙың аңлы уҡыу, яҙыу, ҙөйләү күнекмәләрен үҫтереү, тормош тураһында белемдәрен киңәйтеү, идея – эстетик, әхлаҡ тәрбиәһе биреү, әҙәбиәткә һөйөү уятыу маҡсаттары менән бәйләп алып барыла.

II этап – 5 – 8 – се кластарҙа әҙәбиәттән белем биреү айырым әҫәрҙәрҙе уҡыу, шулай уҡ әҙәбиәт ғилеме (әҙәбиәт теорияһы менән тарихы) буйынса мәғлүмәттәр системаһын үҙләштереү аша тормошҡа ашырыла.

III этап – урта мәктәптең 10-11 - се кластарҙа әҙәбиәт тарихы өйрәнелә.

Илебеҙҙә дөйөм белем биреүҙең яңы стандарттарын индереү барғанда, үҙгәртеп ҡороу хәрәкәте уҡытыуҙың йөкмәткеһен һәм алымдарын яңыртыу, уны өр – яңы нигеҙҙә ҡороу өсөн киң юл асты.

Яңы быуын дәүләт стандарттары иң тәүҙә башҡорт әҙәбиәтенән белем биреүҙең күләмен билдәләүҙе талап итә.

5 -8 – се кластарҙа әҙәбиәтте өйрәнеү айырым әҫәрҙәрҙе уҡып өйрәнеү принцибына нигеҙләнә. Шуның өсөн дә программала төп иғтибар әҙәби әҫәрҙәрҙе һайлауға, уларҙы өйрәнеүҙең системаһын, принциптарын билдәләүгә йүнәлтелә. Йөкмәткеләре яғынан бай, художестволы формаһы менән камил, уҡытыу – тәрбиә талаптарына яуап бирерлек әҫәрҙәрҙе һайлап алғандан һуң, уларҙы урынлаштырыу – яңы система төҙөү, әҫәрҙәргә аннотация биргәндә әҙәби мираҫты яңыса баһалау, сәғәттәр һанын һәм башҡа нормативтарҙы билдәләү мөһим урын тота.

5 – 8 – се кластарҙа әҙәбиәт курсы нигеҙҙә концетр, тарихи – хронологик һәм проблемалы – тематик принциптар, ә инде 9 – сы кластан тарих – әҙәбиәт нигеҙендә (боронғо башҡорт әҙәбиәте – быуат әҙәбиәте – быуаттың беренсе яртыһы) өйрәнеү тәҡдим ителә.

Был программала яҙыусыларҙың ижады тураһында белешмә биреүҙе күҙ уңында тотмай. Программала махсус күрһәтелмәһә лә теге йәки был яҙыусы ижады тураһында ҡыҫҡаса әйтеп китергә мөмкин. Ә инде айырым тәҡдим ителһә, ентеклкрәк мәғлүмәт бирелә. Айырым яҙыусылар тураһында өҫтәлмә материалдар файҙаланырға, махсус дәрестәр, өҫтәлмә саралар уҙғарырға мөмкин.

Бөгөнгө әҙәбиәтте киңерәк өйрәнеү ниәте менән, ҡайһы бер әҫәрҙәр һәм яҙыусылар ижады вариант тәртибендә тәҡдим ителә. Авторҙың бер нисә әҫәренең ҡайһыһына туҡталыу уҡытыусы һәм уҡыусының ҡарамағына ҡалдырылды. Дәрестә улар үҙҙәренә оҡшаған әҫәрҙе өйрәнә, ҡалғандарын белеү мәжбүри түгел. Шул уҡ ваҡытта уларҙы уҡыу һәм өйрәнеү сикләнмәй. Һайлап алыу эшенә балаларҙы ҡатнаштырыу, фекерҙәрен иҫәпкә алыу, уларҙың әүҙемлеген уятыу мөһим.

Программала әҫәрҙең жанрын, төп идеяһын аңларлыҡ, матур әҙәбиәттең үҙенсәлектәрен төшөнөрлөк кимәлдә әҙәбиәт теорияһы һәм тарихы буйынса төшөнсәләр тәҡдим ителә.

Дөйөм белем биреү буйынса Федераль дәүләт стандарттарының бер йүнәлешендә коммуникатив сараларҙы үҫтереү бурысы ҡуйыла. Ошоға ярашлы, мәктәптәр алдына ҡуйылған яңы талаптар программаларҙа яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереүгә иғтибар ҙы көсәйтә. Шуға күрә унда телмәр үҫтереү махсус бүлек, һәр класта үткәрелә торған эштәр һәм биремдәр күрһәтелгән.

Һөйләү һәм яҙма телмәр үҫтереү буйынса һорауҙарға ҡыҫҡаса йәки тулы яуап бирә белеү, үҙ фекереңде логик яҡтан эҙмә – эҙлекле, дөрөҫ асыҡ итеп һөйләү һәм яҙыу, һүҙлек менән эшләү, әҫәрҙең йөкмәткеһе буйынса һәм яҙма эштәргә план төҙөү, әҙәби изложение, инша яҙыу һәм башҡа төрлө ижади эштәр башҡарыу күҙ уңында тотола.

Һөйләү телен һәм тасуири уҡыу мәҙәниәтен үҫтереү маҡсатында бирелгән эш төрҙәре әҙәби текстарҙың идея – тематик, жанр, композиция һәм тел үҙенсәлектәренә нигеҙләнеп, әҫәрҙе өйрәнеү өсөн бүленгән дәрес сәғәттәре эсендә үткәрелә.

Программала телмәр үҫтереү буйынса төп эштәр менән бергә ярҙамсы эштәр ҙә күрһәтелгән. Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусыларҙың һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереүгә бәйләп, әҙәби текстарҙы тасуири һөйләү күнегеүҙәре үткәрелә; уның өсөн махсус ваҡыт бүленә. Телмәр үҙтереү өсөн бирелгән был сәғәттәрҙә әҙәби текстағы һүҙҙәрҙе асыҡ итеп, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы һәм тейешле темпты һаҡлап уҡырға өйрәнеү маҡсаты ҡуйыла, төрлө жанрҙарҙағы әҫәрҙәрҙең үҙенсәлектәре менән таныштырыла. Тасуири уҡыу, уҡығанды һөйләп бирә белеү, сағыштырыу, мәҡәл, әйтемдәрҙе һ.б. образлы һүҙҙәрҙе һәм һөйләмдәрҙе телмәрҙә урынлы ҡулланыу, яҙғанда һәм һөйләгәндә цитаталар файҙаланыу, тәбиғәтте күҙәтеү һәм күҙәткәнде яҙып, һөйләп бирә белеү кеүек эштәр уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереүҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Уҡыусыларҙа был күнекмәләрҙе булдырыу – һәр уҡытыусының бурысы. Юғарырыҡ кластарға күскән һайын был эштәр ҡатмарлана бара.

Программала яңы быуын стандарттары нигеҫендә әҙәбиәт теорияһы буйынса поэтик телдең саралары булған сағыштырыуҙар, эпитеттар, йәнләндереүҙәр тураһында төшөнсәләр биреү күҙ уңында тотола. Уҡыусылар был төшөнсәләрҙе ғәмәли үҙләштерһен өсөн, бөтә йыл буйы әҙәби текстарға бәйләп күҙәтеүҙәр һәм күнегеүҙәр алып барыла. Был бигерәк тәшиғри телмәргә ныҡ ҡағыла. Уҡыусылар шиғри телмәрҙең үҙенсәлектәрен, шиғыр үлсәүҙәрен, теге йәки был щиғри әҫәрҙең рифма үҙенсәлектәрен ныҡлы үҙләштерһен өсөн, эҙмә – эҙлекле күнегеүҙәр алып барыу кәрәк.

Өлгө программала түбәндәге бүлектәр тәҡдим ителә.

1.Башҡорт халыҡ ижады.

2. Боронғо әҙәбиәт.

3. XIX быуат әҙәбиәте.

4. XX быуат башында әҙәбиәт.

5. Башҡорт совет әҙәбиәтенең формалашыуы.

6. Утыҙынсы йылдар әҙәбиәте.

7. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт әҙәбиәте.

8. Һуғыштан һуңғы осор әҙәбиәте.

9. Хәҙерге әҙәбиәт.

10. Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте.

11. Әҙәбиәт теорияһы һәм тарихи мәғлүмәттәр.

12. Әҙәби белем кимәлен диагностикалау, ағымдағы һәм йомғаҡлау контроле.

13. Кластан тыш уҡыуҙы ойоштороу.

14. Уҡыусыларҙың тасуири ятҡа һөйләүен ойоштороу.

2. Төп дөйөм белем биреүҙең маҡсатына өлгәшеүҙә “Әҙәбиәт” фәненең өлөшө.

Әҙәбиәт һүҙ образы сәнғәте булараҡ – тормошто танып белеүҙең, донъяның художестволы моделен аңлауҙың үҙенсәлекле алымы.

Әҙәбиәт Рәсәй мәктәптәрендә төп гуманитар уҡыу фәне булараҡ, һәр яҡтан үҫешкән, гармоник шәхесте формалаштырыуға, гражданин һәм патриотты тәрбиәләүгә булышлыҡ итә. Мәҙәниәттең гуманистик ҡиммәттәренә мөрәжәғәт итеү һәм ижади һәләтлеген үҫтереү - эмоциональ бай һәм интеллектуаль үҫешкән, үҙенә кнструктив һәм шул уҡ ваҡытта тирә – йүндәге донъяға тәнҡит күҙлегенән ҡарарға өйрәнгән шәхес тәрбиәләүҙең кәрәкле шарты.

Әҙәбиәт дәрестәрендә уҡыусының һүҙ сәнғәте әҫәрҙәре менән танышыуы – ул ысын художество ҡиммәттәре менән генә танышыу факты түгел, ә аралашыу (коммуникация), яҙыусылар менән диалог (башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың яҙыусылары, беҙҙең замандаштар, икенсе дәүер вәкилдәре) тәжрибәһе лә. Был халыҡ ижадында һәм башҡорт классик әҙәбиәтендә сағылдырылған дөйөм кешелек ҡиммәттәре һәм шул уҡ нигеҙҙә башҡорт халҡының рухи менән таныштырыу. Ул бөтә донъя мәҙәниәте тарихына яҙылған һәм, һис шикһеҙ , милли үҙенсәлекле ҡиммәттәр менән таныштырыу. Илебеҙ халыҡтарының һүҙ сәнғәте әҫәрҙәре менән танышыу уҡыусыларҙың аңында художестволы мәҙәниәттең байлығы һәм күп төрлөлөгө, күп милләтле Рәсәйҙең рухи һәм әхлаҡ потенциалы тураһында ҡараштарын киңәйтә.

Һүҙҙәр, тел билдәләре менән әҙәби әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән тормоштоң художестволы картинаһы тойғолар нигеҙендә генә ҡабул ителмәй, ә интеллектуаль аңлау итеп ҡабул ителә.

Әҙәбиәт буйынса белем биреү уҡыусыларҙың эмоцияларына ла, фекерҙәренә лә йоғонто яһау юлы менән тормошҡа ашырыла. Әҙәбиәт дәрестәрендә белем һәм тәрбиә биреүҙә һүҙ сәнғәте саралары менән уҡыусыларҙың тойғоларына ла, фекерҙәренә лә йоғонто яһап, образлы фекерләү байытыла, донъяға эстетик ҡараш тәрбиәләнә.

Бөтә яҡлап гармоник үҫешкән яңы кешене формалаштырыуҙа белем һәм тәрбиәнең төрлө компоненттарын диалектик берҙәмлектә, үҙ – ара айырылғыһыҙ бәйләнештә хәл итеү талап ителә.

Әҙәби әҫәрҙәрҙе өйрәнеү процесында тәрбиә биреү йәш кешенең әхлаҡ йөҙөн формалаштыра, тормошҡа әүҙем мөнәсәбәт тәрбиәләй.

Әҙәби әҫәрҙәр уҡыусыларҙа ижтимағи күренештәргә, кеше тормошона, уларҙың үҙ – ара мөнәсәбәттәренә ҡарата эмоциональ ҡыҙыҡһыныу уята. Шуның өсөн ул кеше күңеленә тәьҫир итеп, әхлаҡ нормаларын формалаштырыуҙа ҙур урын тота.

Тыуған ерҙе, халҡыңды һөйөү, уның менән һоҡланыу һәм ғорурланыу тойғоһо туған телең, тыуған йортоң, урамың, ауылың һәм республикаңа, уның үткәндәре һәм бөгөнгөһөнә ихтирам тойғоһонан башлана. Ул үҙ эсенә халыҡтың үткән данына, хеҙмәт һәм хәрби традицияларына, йыр – моңона, әҙәп – әхлаҡ ҡағиҙәләренә, этик – эстетик ҡараштарына ихтирам, ата – бабаларҙан ҡалған аманатҡа, уларҙың яҡты идеалдарына дуҫлыҡ, берҙәмлек, тоғролоҡ кеүек һыҙаттарҙы берләштерә. Тыуған йортоңдо һөйөүҙән тамырланған был тойғо Тыуған илеңә, дөйөм кешелеккә һөйөү булып әүерелә.

Әҙәбиәт уҡытыу алдында торған белем һәм тәрбиә биреү, донъяға фәнни ҡараш формалаштырыу һәм телмәр үҫтереү бурыстары, шул рәүешле, художестволы әҙәбиәттең үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Әҙәбиәтте уҡытыу процесында донъяға фәнни ҡараш формалаштырыуҙа кешенең аңы ғына түгел, тойғоһо, ижади хыялы, илһам һәи эстетик идеалы ҙур әһәмиәткә эйә.

Һүҙ сәнғәте булған әҙәбиәттең тәрбиә биреү бурыстарын комплекслы хәл итеү мөмкинлектәре ғәйәт ҙур. Фекерҙәр һәм тойғолар синтезы булған әҙәбиәт кеше аңының, кеше рухының бөтә сфераларына: уның аҡылына, тойғоларына, хәтеренә, хыялдарына комплекслы йоғонто яһап, уның бөтә яҡлап үҫеше өсөн киң мөмкинлектәр тыуҙыра.

Мәктәптә уҡытыу фәне булараҡ, әҙәбиәт үҙе өс элементтан тора. Ул, беренсенән, әҙәби әҫәрҙең үҙен уҡып үҙләштереү өсөн һайланған текстарҙы, яҙыусылар ижадын, икенсенән, әҙәбиәт тарихы һәм теорияһән, өсөнсөнән, тел ғилеме буйынса мәғлүмәттәрҙе үҙ эсенә ала. Донъяға фәнни ҡараш формалаштырыу, эстетик тәрбиә биреү, логик һәм образлы фекерләү, телмәр мәҙәниәтен үҫтереү бурыстары хәл ителә. Йәш быуынды халҡыбыҙҙың хәрби һәм хеҙмәт традицияларына тоғролоҡ рухында тәрбиәләүҙә, эстетик зауыҡ, хеҙмәткә дөрөҫ ҡараш, үҙ – ара аралашыу, милләт – ара мөнәсәбәттәр мәҙәниәте булдырыуҙа тел һәм әҙәбиәт дәрестәре төп һәм мөһим урынды тота.

Уҡыусыларҙы рухи байлығыбыҙҙың иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе – нәфис әҙәбиәт гәүһәрҙәре менән таныштырыу нигеҙендә уларҙы замандың рухи тормошона яҡынайтыу, әҙәбиәт, сәнғәткә нығыраҡ йәлеп итеү, шуның менән дөйөм мәҙәни кимәлдәрен күтәреү бурыстары хәл ителә. Әҙәбиәтте уҡып өйрәнеүнигеҙендә уҡыусыларға эмоциональ – эстетик йоғонто яһау, әҙәбиәт тарихы, теорияһы буйынса белем биреү аша эстетик зауыҡ, нәфис әҙәбиәткә мөхәббәт, әхлаҡ тәрбиәһе биреү, логик һәм образлы фекерләү, телмәр мәҙәниәтен үҫтереү маҡсаттары тормошҡа ашырыла.Туған әҙәбиәтте һәм ауыҙ –тел ижадын өйрәнеү башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәтен уҡыу, өйрәнеү өлгөһөндә тормошҡа ашырыла. Уны өйрәнеү коммуникатив эшмәкәрлекле принципҡа нигеҙләнеп ойошторола.

  • Дәрестә эшмәкәрлеккә булышлыҡ итеүсе ыңғай психологик мөхит, матди шарттар, мөмкинлектәр тыуҙырыу.

  • Уҡыусыла үҙенә ышаныс булдырыу һәм теләһә ниндәй ҡатмарлы, сетерекле ситуацияларҙа проблеманы хәл итеү ысулдарын таба белеү, эшмәкәрлек сифаттарын башҡа шарттарҙа һәм бүтән сфераларҙа ҡулланыу.

  • Халҡыбыҙҙың йәшәү рәүешен, ғөрөф – ғәҙәттәрен, йолаларын, ырымдарын, юрау – һынамыштарын, традицияларын өйрәнеү.

  • Уҡыусыла милләте, халҡы, тыуған ере, республикаһы, уның мәҙәниәте менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.

Хәҙерге заман шарттарында әҙәбиәт фәнен өйрәнеү баланы уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәтеүсе уҡытыу технологияһына нигеҙләнә.

Уҡытыуҙың йөкмәткеһе, белем биреүҙе ойоштороуҙың формалары һәм методик алымдары баланың эшлекле эшмәкәрлегенә нигеҙләнеп ҡоролорға тейеш. Белем биреү, уҡытыу – тәрбиә эшен, аҡыл – аң эшмәкәрлеген эҙмә – эҙлекле формалаштырыу концепцияһына нигеҙләнеп төҙөү яҡшы һөҙөмтәләр бирә.

Аҡыл эшмәкәрлеген эҙмә – эҙлекле формалаштырыу түбәнбәге этаптарҙан тора:

  • эшмәкәрлеккә этәргес биреүсе мотив (эске ынтылыш, ҡыҙыҡһыныу тойоу, өйрәнеүсе объектҡа ҡарата маҡсатлы йүнәлеш, теләк һ.б.) тыуҙырыу;

  • системалы эшмәкәрлектең йөкмәткеһен, йүнәлешен билдәләү; эшмәкәрлекте бойомға ашырыу, матди кәүҙәләнешен күреү һәм ғәмәли эштәр;

  • башҡарылған эштәрҙе, эшмәкәрлек һөҙөмтәләрен барлау, эш сифатын үҙеңә контролләү һәм баһалау.

Әҙәбиәт” фәнен өйрәнеүҙең төп маҡсаттары булып түбәндәгеләр тора:

  • донъяға гуманистик ҡарашы, милли үҙаңы һәм дөйөм Рәсәй гражданлығы үҙаңы, патриотизм тойғоһона эйә булған, рухи үҫешкән шәхес формалаштырыу;

  • шәхестең уңышлы социализацияһы һәм үҙ – үҙен реализациялау өсөн кәрәк булған интеллектуаль һәм ижади һәләтлеген үҫтереү;

  • уҡыусыларҙың башҡорт, рус һәм донъя әҙәбиәтенең ҙур ҡаҙаныштарын аңлауы, уларҙы уҡыу һәм анализлау, һүҙ сәнғәтенең образлы фекерләүгә нигеҙләнеүен, художестволы форма һәм йөкмәтке берлеген, сәнғәттең тормош менән бәйле, тарихи булыуын аңлауы;

  • художестволы тексты уҡыу, комментарий биреү, анализлау күнекмәләрен этап менән эҙмә – эҙлекле формалаштырыу:

  • художестволы текста йәки башҡа теләһә ниндәй телмәрҙә һалынған мәғәнәләрҙе аңлау алгоритмдарына эйә булыу, үҙеңдең тексыңды төҙөү, уҡылған әҫәр тураһында шәхси баһаңды һәм фекереңде еткерә белеү;

  • дөйөм уҡыу күнекмәләренә һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә эйә булыу (эшмәкәрлектең маҡсатын билдәләү, уны камиллаштырыу, библиографик эҙләнеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәттәрҙе табыу һәм уны эшкәртеү, Интернет менән файҙаланыу һ.б.).

5-6 –сы кластарҙа әҙәби әҫәрҙәрҙе урынлаштырыуҙа тематик, 7-8-се кластарҙа тарихи – хронологик принцип, халыҡ ижадын өйрәнеүҙә жанрҙар принцибы ҡабул ителә.

5-6 – сы кластарҙа әҙәбиәтте өйрәнеүҙе тематик принципҡа ҡороуҙа төрлө тема, төрлө жанрҙарға ҡараған әҫәрҙәр һайлап алынған. 7-8 – се кластарҙа халыҡ ижадын һәм әҙәбиәтте жанрҙарға бүлеп, тарихи – хронологик принципта өйрәнеү уҡыусыларға әҫәрҙәрҙе үҙ – ара сағыштырып, уларҙың йөкмәткеләрен конкрет тарихи ваҡиғалар менән бәйләнештә төшөндөрөү яғынан айырыуса уңайлы булыуы күҙ уңында тотола. 5-8 – се кластарҙа әҙәби әҫәрҙәрҙең айырым темаларға төркөмләп бирелеүе менән бергә, унда индерелгән проза, поэзия, драма әҫәрҙәренең үҙ – ара сиратлашып килеүе лә бик мөһим.

  1. Әҙәбиәт курсының базис уҡыу (белем биреү) планындағы урыны.

Башҡортостан Республикаһының башҡорт телендә уҡытылған дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн йыллыҡ өлгө уҡыу планы әҙәбиәтте 350 сәғәт күләмендә уҡытыуҙы күҙ уңында тота: 5- се класта – 105 сәғәт, 6-сы класта – 70 сәғәт, 7 –се класта – 70 сәғәт, 8-се класта – 70 сәғәт, 9 – сы класта – 105 сәғәт.

4.”Әҙәбиәт” фәнен өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.

Төп урта мәктәпте тамамлап сығыусы уҡыусыларҙың “Әҙәбиәт” фәнен өйрәнеү һөҙөмтәһендә алған шәхси һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:

  • шәхестең рухи – әхлаҡ сифаттарын камиллаштырыу, күп милләтле Ватанға һөйөү тойғолары, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү;

  • танып – белеү һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын файҙаланыу (һүһлектәр, энциклопедиялар, Интернет - ресурс).

Төп мәктәптә “Әҙәбиәт” фәнен өйрәнеүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

  • проблемаларҙы аңлай белеү, гипотеза ҡуйыу, материалдарҙы структураға һалыу, үҙ позицияһын иҫбатлау өсөн аргументтар һайлау, телдән йәки яҙма текстарҙа сәбәп – эҙемтә бәйләнештәрен билдәләү, һығымталарҙы формалаштырыу:

  • эшмәкәрлекте үҙ аллы ойоштороу оҫталығы, уны баһалау, ҡыҙыҡһыныу сфераһын билдәләү:

  • төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләү күнекмәһенә эйә булыу, уны табыу, анализлау, үҙ эшмәкәрлегендә файҙаланыу.

Төп урта мәктәпте тамамлаусы уҡыусыларҙа фән һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

1) танып – белеү сфераһында:

  • башҡорт халыҡ ижадында һәм башҡа халыҡтарҙың фольклорында , боронғо әҙәбиәт вәкилдәренең, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрендә күтәрелгән төп проблемаларҙы аңлау;

  • художестволы әҫәрҙең яҙылыу дәүере менән бәйләнешен аңлау, унда сағылған ваҡыт, әхлаҡ сифаттары һәм уларҙың бөгөнгө көн яңырыуын асыҡлау;

  • әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлай белеү, теге йәки был әҫәрҙәең ниндәй жанр төрөнә ҡарауын билдәләү, темаһын, идеяһын, әхлаҡ пафосын аңлау, уның геройҙарына характеристика биреү, бер йәки бер нисә әҫәрҙең геройҙарын сағыштырып ҡарау;

  • әҫәрҙең сюжетын, композицияһын, тасуири һүрәтләү сараларын билдәләү; әҫәрҙең идея – художество йөкмәткеһен асыуҙа уларҙың ролен аңлау (филологик анализ элементтары);

  • әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлағанда элементар әҙәби терминдар менән эш итә белеү;

ҡиммәт – ориентация сфераһында:

  • башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре менән таныштырыу, уларҙы башҡа халыҡтарҙың рухи – әхлаҡи ҡиммәттәре менән сағыштырыу;

  • башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренә ҡарата уҡыусыларҙың үҙ ҡарашын булдырыу һәм уларҙы баһалау;

  • өйрәнелгән әҙәби әҫәрҙәргә үҙ интерпретацияһын булдырыу (айырым осраҡтарҙа);

  • автор позицияһын аңлау, уға ҡарата үҙ ҡарашын булдырыу;

3) коммуникатив сферала:

  • төрлө жанрҙарҙа яҙылған әҙәби әҫәрҙәрҙе аңли итер уҡыу һәм уларҙың йөкмәткеһен адекват ҡабул итеү;

  • проза әҫәрҙәрен йәки уларҙың өлөштәрен текста ҡулланылған башҡорт теленең тасуири һүрәтләү сараларын һәм цитаталар ҡулланып һөйләй белеү;

  • тыңлағанда йәки уҡылған текст буйынса һорауҙарға яуап бирә белеү, телдән төрлө текстағы монолог телмәр төҙөү, диалог алып барыу оҫталығына эйә булыу;

  • өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең тематикаһы, проблематикаһы менән бәйле изложение, инша яҙыу, класта һәм өйҙә ижади эштәр, әҙәби һәм дөйөм мәҙәниәт темаларына рефераттар яҙыу;

4) эстетик сферала:

  • һүҙ сәнғәте булараҡ әҙәбиәттең образлылыҡ тәбиғәтен аңлау;

  • әҙәби әҫәрҙәрҙе эстетик ҡабул итеү, эстетик зауыҡ формалаштырыу;

  • башҡорт һүҙҙәренең эстетик функцияһын, әҙәби әҫәрҙәрҙә художестволы образдар тыуҙырыуҙа тасуири һүрәтләү сараларының ролен аңлау.



III. Төп йөкмәтке.

1-се бүлек. Башҡорт халыҡ ижады.

Халыҡ ижадының бәләкәй жанрҙары.

Халыҡтың зирәклеген, тапҡыр аҡылын сағылдырыусы ҡыҫҡа теҙмә әҫәр булыу яғынан мәҡәл. Мәҡәлдәрҙең тематик төрлөлөгө. Мәҡәлдәрҙең афористик һәм фәһемле характерҙа булыуы. Уларҙа образлылыҡ, ритмлылыҡ. Әйтемдәрҙең образлы сағылышы. Халыҡ ижадының бер төрө булыуы яғынан йомаҡтар. Уларҙа халыҡтың тапҡырлығы, ижади фантазияһының сағылыуы. Йомаҡтарҙың метафора, һүҙ уйының төрө булыуы.

Йомаҡтар. Мәҡәлдәр. Башҡорт халыҡ йырҙары.

Әкиәттәрҙә халыҡ аҡылының һәм әхлаҡ ҡараштарының сағылышы. Әкиәттәрҙең төрө (батырҙар тураһында, тылсымлы, тормош – көнкүреш, хайуандар). Хыялдың һәм ысынбарлыҡтың ҡаршылығы, әкиәттәрҙә изгелек һәм яманлыҡ. Ыңғай герой һәм уның дошмандары. Хайуандар – персонаждар, әкиәттәрҙә мөғжизәле предметтар.

Әкиәттәр “Алпамышы батыр”, “Әминбәк”, “Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән”, “Айыу менән бал ҡорттары”.

Әминбәк”, “Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән” әкиәттәрендә халыҡтың хеҙмәтте юғары баһалауы һәм хеҙмәткә өндәү идеяһы. Әкиәттәге төп образдар.

Айыу менән бал ҡорттары” әкиәте. Хайуандар тураһында әкиәттәрҙең үҙенсәлеге, ундағы хайуандар образы, был образдарҙа уларҙың төп характерының сағылышы.

2-се бүлек. Боронғонан алып XVIII быуатаҙағына тиклемге башҡорт әҙәбиәте.

Салауат Юлаев. “Ҡайтып киләм”, “Яуҙа яраланғас”, “Йырҙарҙан”.Салауат Юлаевтың биографияһы. Салауаттың 1773 – 1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында башҡорт халғының батыр юлбашсыһы, Пугачевтың яҡын ярҙамсыһы булыуы. Башҡорт халҡы менән рус халҡы араһындағы даҫлыҡты нығытыуҙа Салауаттың тотҡан урына.

Салауат – шағир – импровизатор. “Ҡайтып киләм”, “Яуҙа яраланғас”, “Йырҙарым”шиғырҙарының тематикаһы һәм идея йүнәлеше. Азатлыҡ өсөн көрәш, батырлыҡ, кешелеклелек.

Ғәбдерәхим Усман. “Егет булһаң…”, “Ҡармасан менән Сәрмәсән” (“Һуңғы Һартай”) әҫәренән өҙөк. Әҫәрҙәренең тематикаһы, мәғрифәтсел рухы, жанрҙары, поэтик үҙенсәлектәре.

3- сө бүлек. XIX быуат әҙәбиәте.

Ризаитдин Фәхретдин “Белем” (“Нәсихәттәр” китабынан).

Китап һәм уҡыу” (“Нәсихәттәр” китабынан).

4 –се бүлек. XX быуат башында әҙәбиәт.

Мәжит Ғафури. “Нурлы мәктәп”, “Балалар һәм китап”.

Сафуан Яҡшығолов “Дим буйында яҙғы таң”.

Ямалетдин Юмаев “Шәкерт”.

5 – се бүлек. Башҡорт совет әҙәбиәтенең формалашыуы.

(1917 – 1929 йылдар)

Дауыт Юлтый “Көҙ” шиғыры.

7 –се бүлек. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында башҡорт әҙәбиәте.

Рәшит Ниғмәти “Хәйерле юл һеҙгә”, “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар”, “Еңеүселәргә дан”.

Баязит Бикбай “Туған тел”, “Рус теле”. Туған телгә һөйөү идеяһы.

8 –се бүлек. Һуғыштан һуңғы осор әҙәбиәте.

Али Карнай “Урманда”. “Турғай”.

Назар Нәжми “Беренсе дәрес”, “Беренсе ҡар”.

Яҡуп Ҡолмой “Ҡыҙыҡлы китап”.

Нәжип Иҙелбай “Иң яҡын дуҫ”.

9 –сы бүлек. Хәҙерге әҙәбиәт.

Мостай Кәрим “Уҡытыусыма”, “Билдәһеҙ һалдат”.

Өс таған” (Повестан өҙөк).

Рәми Ғарипов “Туған тел”, “Башҡортостан”, “Һабантурғай”.

Раил Байбулатов “Ағас һәйкәл”.

Динис Бүләков “Яралы китап”. “Яҙғы ташҡын менән килгән бәхет”.

Хәсән Назар “Яуа ҡарҙар ”, “Таҡта сәй”.

Кәтибә Кинйәбулатова “Барыһы тыуған еремдә”, “Әсә күңеле”.

Фәрит Иҫәнғолов “Хәмит күпере”.

Абдулхаҡ Игебаев “Һыу буйында балыҡсы”.

Мөслим Әбсәләмов “Йомағужа тирәктәре”.

Зөлфәр Хисмәтуллин “Урман ҡунағы”.

Сәғит Агиш “Турыҡай”.

Тимер Йосопов “Ерән ҡашҡа”.

Рәшит Назаров “Яҙ башы”.

Лира Яҡшыбаева “Бәхетең үҙең менән”.

Фәрзәнә Аҡбулатова “Атай икмәге”.

Ҡәҙим Аралбай “Башҡорт теле”.

Хәйҙәр Тапаҡов “Бибинур “улуәсәй”.

Гөлфиә Юнысова “Ҡотло булһын Яңы йыл!”

Сәрүәр Сурина “Ҡышты ҡаршылағанда”.

Ирек Кинйәбулатов “Дуҫлыҡ төйәге”.

Рәшит Шәкүр “Урал батыр иле – сал Урал”.

Айһылыу Йәғәфәрова “Урал иле”.

Ғәйфулла Вәлиев “Әсәйем фатихаһы”.

Шәриф Биҡҡол “Яҙғы уйҙар”.

Йәмил Мостафин “Ыласын”.

Талха Ғиниәтуллин “Миҙал”.

10 – сы бүлек. Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте.

Муса Йәлил “Йырҙарым”.

Дәрдмәнд “Нурый менән Зәйнәб”.

Сабит Моҡанов “Минең республикам”.



Әҙәбиәт теорияһы һәм тарихы буйынса мәғлүмәттәр.

Тасуирлау тураһында. Сағыштырыу тураһында. Хикәйә тураһында. Синоним һәм омонимдар. Эпитет тураһында. Шиғри телмәр һәм проза телмәре. Характеристика тураһында.



Кластан тыш уҡыуҙы ойоштороу.

Кластан тыш уҡыуҙы ойоштороу икенсе быуын Федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптарҙан сығып, ижади характерҙағы эштәргә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҙ иптәштәре алдында, халыҡ араһында сығыш яһай белеүҙәренә, ятҡа тасуири уҡыу оҫталыҡтарын үҫтереүгә иғтибар көсәйтә. Уҡыусыларҙың кластан тыш уҡыуы менән етәкселек итеү, айырыуса әһәмиәтле әҫәрҙәргә анализ яһау өсөн махсус сәғәттәр бирелә.

Китап уҡыу уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуын дөрөҫ яҡҡа йүнәлтергә ярҙам итә. Системалы рәүештә матур әҙәбиәт уҡыу уҡыусыларҙың характерын, уларҙың әхлаҡи йөҙөн формалаштыра.Уҡыған китаптар тураһында әңгәмә яһау өсөн махсус сәғәттәр бүленә, һәр уҡыу йылы яртыһында тәүге дәресе уҡыусыларҙың нимә уҡыуҙарын асыҡлауға һәм яңы китаптар тәҡдим итеүгә йүнәлтелә.

Уҡытыусы китаптарға күҙәтеү яһай, бындай эштәргә алдан әҙерләнеп килгән уҡыусыларҙы ла йәлеп итергә мөмкин. Кластан тыш уҡыу дәрестәрендә уҡыусыларҙың үҙаллылығын үҫтереүгә, әҫәрҙәр тураһында уларҙың сығыштарын тыңлауға, фекер алышыуҙар, яттан һөйләүҙәр, әҫәрҙең йөкмәткеһе буйынса инсценировкалар, күргәҙмәләр ойоштороуға иғтибар бирелергә тейеш.

Кластан тыш уҡыу өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр. V класс.

Алтын тамсы”, “Етем төлкө” әкиәттәре. Мәҡәлдәр, йомаҡтар, йырҙар.

Ә. Вахитов “Урал толпары”.

К . Мәргән “Командарм бүләге”.

М.Горький “Мин нисек уҡырға өйрәндем”.

М.Ғафури “Беҙ бәләкәй саҡтарҙа”.

Н.Мусин “Ғүмерҙең бер мәле”.

С.Агиш “Атлы Илмырҙа”, “Петька Якушин һәм Петька Байрамғолов”.

Ә.Бикчәнтәев “Илсе ҡыҙы”.

К.Мәргән “Бабайым балтаһы”.

Я.Вәлиев “Хәйерле иртә, Исмәғил!”.

Ф.Рәхимғолова “Һаумы, яҙ!”.

Р.Низамов “Ят кешеләр”.

Р.Байбулатов “Иң ауыр фән”.

К.Кинйәбулатова “Турғайҙар рәхмәте”.

Ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр.

Р.Ниғмәти “Хәйерле юл һеҙгә!” шиғырынан “Мәктәпкә”бүлеге.

Р.Ғарипов “Туған тел”.

Б.Бикбай “Туған тел”, “Рус теле” (өҙөк).

М.Ғафури “Һарыҡты кем ашаған?”

Мәҡәлдәр, йомаҡтар, йырҙар (уҡытыусы һайлауы буйынса).

Ш.Бабич “Халҡым өсөн”, “Кем өсөн?”.

Р.Ниғмәти “Ап-аҡ мөғжизә” әҫәренән өҙөк (уҡытыусы һайлауы буйынса).

Р.Ғарипов “Һабантурғай”.

Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр.

Башҡорт әҙәбиәте” курсын өйрәнеү һөҙөмтәһендә уҡыусы белергә тейеш:

I. Шәхси сифаттар:

1. Үҙ милләтен, Ватанын, тыуған яғын яратыу;

2. Этник һәм милли сағылыщын таныу:

* үҙаллылыҡҡа , белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау;

* мәктәп һәм кабинет йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡарау;

* һаулыҡты нығытырға һәм һаҡларға;

* атай – әсәйгә, тиҫтерҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға;

3. Ғаилә һәм йәмғиәт ҡиммәттәрен ихтирам итеү, үҙ аллы эшләү һәм үҙ эштәренә яуап бирергә әҙер булыу;

4. Ҡыҙыҡһыныусан, әүҙем булыу һәм донъяны танып белергә ынтылыу;

5. Динамик үҙгәреүсән һәм үҫтерешле донъяла үҙенең социаль ролен аңлау;

6. Әхлаҡ, социаль ғәҙеллек һәм ирек хаҡындағы ҡараштар нигеҙендә үҙ аллы үҫешкә һәләтле булыу;

7. Һәр саҡ этик тойғолар, ихтирамлылыҡ һәм эмоциональ – әхлаҡ һәм икенсе кешеләрҙең тойғоларын уртаҡлаша алыу;

8. Өлкәндәр һәм тиңдәштәре менән төрлө социаль хәлдәрҙә аҡыллы хеҙмәттәшлектең кәрәклеген аңлау һәм бәхәсле хәлдәрҙән сыға белеү;

9. Сәләмәт булыу һәм төрлө шарттарҙа хәүефһеҙ сығыу ҡағиҙәләрен үтәү.



II. Метапредмет һәләттәре:

Уҡыу эшмәкәрлегенең универсаль алымдарын үҙләштереү (танып белеү, регулятив һәм коммуникатив).

  1. Уҡыу күнекмәләре нигеҙҙәрен белеү, үҙенең эшмәкәрлеген ойошторорға һәләтле булыу;

  2. Үҙенең уҡыу эшмәкәрлегенең нигеҙҙәрен проектлау, баһаларға һәләтле булыу, уңышҡа өлгәшеүҙең эффектив юлдарын билдәләй белеү:

  • уҡыу процесына яуаплы ҡарашлы булыу, маҡсат ҡуя, эште планлаштыра , уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү;

  • әҙәбиәт буйынса теге йәки был яҙыусы һәм художестволы әҫәр буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, әҙерләнеү эшә алып барырға, уның буйынса презентация эшләү белеү;

  • билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик – фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.

  1. Үҙенең йәш мөмкинлектәренән сығып компьютер грамоталылығына эйә булыу, кәрәкле мәғлүмәт йыйыу, анализлау, эшкәртеү маҡсатында Интернетҡа сыға белеү, тексты баҫыу, уны төҙәтә һәм техник эшкәртә белеү.

  2. Аңлы уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, төрлө стиль һәм жанрҙағы текстарҙы үҙ аллы уҡый белеү, текстың төп фекерен билдәләү, йөкмәткеһен еткерә алыу, уның буйынса һорауҙарға яуап биреү.

  3. Сағыштырыу, анализ, синтез, дөйөмләштереү кеүек логик эшмәкәрлеккә эйә булыу, оҡшаш сифаттары буйынса классификациялау, сәбәп – эҙемтә бәйләнештәрен һәм оҡшашлыҡты булдырыу.

  4. Әңгәмәсенең фекерен тыңларға һәләтле булыу, тикшерелгән предметҡа ҡарата үҙенең нигеҙле ҡарашын әйтә белеү һәм конфликтлы хәлдәрҙән сыға белеү.

  5. Объекттар һәм процестар мөнәсәбәтен сағылдырған бәйләнештәрҙең база, предмет, метапредмет төшөнсәләренә эйә булыу.

III. Предмет һәләттәре:

  1. Телде милли үҙаң нигеҙе булараҡ аңлау.

  2. Башҡорт теле Башҡортостандың, рус теле Рәсәй Федерацияһының дәүләт һәм аралашыу теле булараҡ мәғәнәһен аңлау.

  3. Дөйөм мәҙәниәт күрһәткесе, кешенең гражданлыҡ позицияһы булараҡ норматив телмәр һәм яҙма рус телен белеү.

  4. Телмәр этикетына, аралашыуҙа төрлө тасуири тел сараларына эйә булыу.

  5. Әҙәбиәтте милләт һәм халыҡ – ара мәҙәниәттең күрһәткесе булараҡ аңлау.

  6. Уҡыуҙың төрлө төрҙәрен файҙаланыу; танышыу, өйрәнеү, һайлап, эҙләп, аңлы рәүештә ҡабул итеү һәм текстарҙың йөкмәткеһен аңлап, геройҙарҙың эшенә, ҡылығына әхлаҡи баһа биреү.

  7. Танып белеү, ғәмәли һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн телмәр берәмектәре менән файҙалана белеү.

  8. Уҡыу компонентына, үҫешкән телмәр оҫталығына эйә булыу,

йәғни ҡысҡырып уҡыу һәм үҙ аллы уҡыу техникаһына анализдың элементар алымдарын, элементар әҙәбиәт төшөнсәләр менән художестволы, фәнни – популяр һәм уҡыу текстарын үҙгәртеп ҡора белеү.

  1. Уҡыу өсөн үҙ аллы әҙәбиәт һайлап ала белеү, өҫтәлмә мәғлүмәт сығанаҡтары менән файҙаланыу.

  2. Һөйләмгә тулы синтаксик анализ: интонация буйынса һөйләм төрөн билдәләү, баш һәи эйәрсән киҫәктәрен табыу, һөйләмде мәғәнәһе яғынан бәйле һүҙбәйләнештәргә тарҡата белеү.

  3. 70-80 һүҙлек текст буйынса изложение яҙыу, инша ижад итеү, тирә – яҡтағы күренештәрҙе һүрәтләп, хәл – ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙ бәйән итеп, текст төҙөп яҙа белеү.

  4. Уҡыусылар белергә тейеш талаптар:

  • өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең исемен һәм авторын белеү;

  • әҫәрҙәрҙәге ваҡиғаларҙы (сюжетты, геройҙарҙы, геройҙар менән ваҡиғаларҙың үҙ – ара бәйләнешен) аңлау;

  • әҫәрҙең композицияһын аңлата белеү;

  • юмор, сатира, строфа, метафора һәм әҙәби төрҙәрҙең төп билдәләрен белеү;

  • портрет, пейзаж, аллегория, гипербола, даими эпитет төшөнсәләренең төп билдәләрен белеү;

  • ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр тексын белеү;

  • өйрәнелгән әҫәрҙең эпизодтарын айырып күрһәтә белеү;

  • әҫәрҙәге ваҡиғалар араһындағы ваҡыт һәм сәбәп – һөҙөмтә бәйләнешен билдәләй белеү;

  • яҙыусы ижад иткән картиналарҙы күҙ алдына баҫтырыу;

  • әҫәрҙә ҡатнашыусыларҙы характкрлауҙа мөһим урын тотҡан эпизодтарҙы айырып күрһәтеү;

  • өйрәнелгән әҫәрҙә сюжет элементтарының (экспозиция, төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация, сиселеү) идея-художество урынын билдәләй;

  • телдеү һүрәтләү сараларының (шул иҫәптән метафораның) контекстағы идея – художество урынын билдәләү;

  • уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау нигеҙендә әҫәрҙең геройын характерлау;

  • авторҙың мөнәсәбәтен асыҡлау маҡсатында өйрәнелгән әҫәрҙең ике геройын сағыштырыу;

  • эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыры белеү;

  • эпик әҫәргә йәки уның өҙөгөнә төрлө характерҙағы план төҙөү;

  • телдән йәки яҙма сығыш яһау өсөн план төҙөү;

  • үҙ аллы уҡылған әҙәби сәнғәт әҫәрҙәренә (әҫәрҙәге герой һәм ваҡиғаларға ҡарата үҙ мөнәсәбәтеңде белдереп) яҙма йәки телдән баһалама бирә белеү;

  • һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға (индивидуаль һәм сағыштырма) характеристика биреү;

  • өйрәнелгән әҫәр буйынса телдән йәки яҙма рәүештә фекерләү характерындағы инша яҙыу;

  • художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;

  • эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен яҙма рәүештә тулы итеп йәки һайлап, ҡыҫҡартып һөйләп биреү (изложение төҙөү);

  • эпик, лирик, лиро – эпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.



Әҙәби белем кимәлен диагностикалау, ағымдағы һәм йомғаҡлау контроле.

Уҡыу йылы башында уҡыусыларҙың әҙәбиәт буйынса белем кимәлен төркөмдә һәм индивидуаль диагностикалау, уның артабанғы үҫешен асыҡлау.

Тасуири уҡыу күнекмәләрен үҙләштереүҙе тикшереү (шул уҡ ваҡытта яттан һөйләүҙе), әҫәрҙе ятҡа һөйләгәндә башҡарыу интерпретацияһының –ҫеше, ролләп уҡығанда тексты сәхнәләштереү.

Һөйләгәндә монологик телмәр күнекмәләрен асыҡлауҙа сара булып, һәр төрлө һөйләү һәм әҫәрҙең сюжетын һәм персонаж – геройҙарҙың характерын аңлау.

Әҙәбиәттең әхлаҡи – этик проблема буйынса иншалар яҙма телмәр мәҙәниәтенең кимәлен һәм әҙәби әҫәрҙең төп йөкмәткеһен аңлауҙы диагностикалауҙың төп формаһы булып тора. Әҙәби һәм публицистик темаларға иншалар яҙа белеү.

Уҡыусыларҙың проект эшмәкәрлеге менән етәкселек итеү буйынса дәрес – консультациялар. Әҙәбиәт буйынса уҡыусыларҙың белем сифатына һәм үҫешенә үҫтерешле контроль булып зачет, семинар, коллоквиумдар һәм башҡа формалар тора.

IV. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү:

  • уҡыу процесына яуаплы ҡарау, маҡсат ҡуя, эште планлаштыра, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү;

  • теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙләнеү эше алып барыу, уның буйынса презентация эшләй белеү;

  • мәҙәниәтеле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булыу, үҙ фекерен яҡлағанда, уй-тойғоларын еткерә алырлыҡ аныҡ, эҙмә – эҙ бәйән итеү, әңгәмәсенең уй-тойғоларын аңларға тырышыу, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белеү;

  • Билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик – фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.



5-се класҡа башҡорт әҙәбиәтенән тематик планлаштырыу



Дәрес темалары

Сәғ.

һаны

Үткәреү ваҡыты

Дәрес төрө

Уҡыусының эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлегенең һөҙөмтәһе

Планл.

Факт.

1

Белем байрамы. Һаумы, мәктәп!


1



Телмәр үҫтереү

Әңгәмә

Белем алыуҙың кәрәклегенә төшөнөү

2

Башҡортостандың Дәүләт гимны

1

03.09


Телмәр үҫтереү

Әңгәмә

Белем алыуҙың кәрәклегенә төшөнөү

3

Китаптар доньяһында

1

04.09


Телмәр үҫтереү

Әңгәмә

Белем алыуҙың кәрәклегенә төшөнөү

4

М. Ғафури «Нурлы мәктәп»

1

08.09


Инеш дәрес

Ижади уҡыу, әңгәмә

М.Ғафури тураһында һөйләй алыу,шиғырҙы тасуири уҡыу

5

6

Р.Ниғмәти «Хәйерле юл, һеҙгә»

2

10.09 11.09


Инеш дәрес

Әңгәмә

Шиғырҙан өҙөк ятлау

7

8

Р.Байбулатов «Ағас һәйкәл»

2

15.09 17.09


Инеш дәрес

Һорау-яуап

Йөкмәткеһенә тулыһынса төшөнөү

9

«Ағас һәйкәл» әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһе

1

18.09


Ҡатнаш дәрес

Әңгәмә, анализ

Дуҫтың ҡәҙерен белергә өйрәтеү

10

Кластан тыш уҡыу дәресе

М.Горький

1

22.09


Телмәр үҫтереү

Ижади уҡыу, әңгәмә

Уҡыу телмәрен үҫтереү

11

Телмәр үҫтереү “Белемле меңде йығыр”

1

24.09


Телмәр үҫтереү

Ижади фекерләп яҙыу

Яҙыу телмәрен үҫтереү

12

М.Кәрим “Уҡытыусыма”

Н.Нәжми «Беренсе дәрес»

1

25.09


Телмәр үҫтереү

Ижади уҡыу, һорау-яуап

М.Кәрим,Н.Нәжмиҙең биографияларын белеү

13

Л.Яҡшыбаева «Бәхетең үҙең менән»

1

29.09


Яңы тема

Әңгәмә

Уҡытыусы һөнәренә һөйөү тәрбиәләү

14


Кластан тыш уҡыу дәресе

М.Ғафури «Беҙ бәләкәй саҡтарҙа»

1

01.10


Кластан тыш уҡыу дәресе

Тасуири,дөрөҫ уҡыу

Уҡығанды аңлап һөйләй,план төҙөй алыу

15

Телмәр үҫтереү «Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа»

1

02.10


Телмәр үҫтереү

План төҙөү,әңгәмә

Һөйләмдәрҙе дөрөҫ төҙөп үҙ фекереңде яҙыу

16

Дауыт Юлтый «Көҙ»

1

06.10


Матурлыҡ дәресе

Тасуири уҡыу,

Көҙҙөң хозурлығы менән һоҡланыу,матурлыҡты тойоу хисе тәрбиәләү

17

18

Али Карнай «Урманда» Ғ. Рамазанов Ураҡ өҫтө

2

08.10 09.09


Яңы тема

Әңгәмә, образдарға характеристика

План төҙөй,план буйынса һөйләй алыу

19

20

Ф. Аҡбулатова «Атай икмәге»

2

13.10 15.10


Инеш дәрес

әңгәмә

Икмәк ҡәҙерен белергә,Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына хөрмәт тәрбиәләү

21

Бала сағым – йүгереп уйнар сағым

1

16.10


Ижади уҡыу

Әңгәмә

Үҙ фекереңде еткерә белеү

22

23

Ҡ.Аралбай «Башҡорт теле»

Р.Ғарипов «Туған тел»

1 1

20.10 22.10


Эҙләнеү

Тасуири уҡыу

Тасуири уҡыу,ятлау

24

25

Б.Бикбай «Туған тел» «Рус теле»


2

23.10 27.10


Яңы тема

әңгәмә

Тасуири уҡыу,үҙ телеңә ихтирам,һөйөү тәрбиәләү

26

27

Хәйҙәр Тапаҡов “Бибинур улуәсәй”

2

29.10 30.10


Яңы тема

Әңгәмә, ижади уҡыу

План буйынса һорауҙарға яуап биреү

28

М.Ғафури “Балалар һәм китап”

1

05.11


Ҡатнаш

Әңгәмә, һорау-яуап

Әҙәби китап уҡыуҙың файҙаһын аңлау

29

30

Динис Бүләков “Яралы китап”

2

06.11 10.11


Ҡатнаш

Әңгәмә

Ни өсөн әҫәрҙең яралы китап тип аталыуын аңлата алыу

31

Яралы китап” әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһе

1

12.11


Нығытыу

Әңгәмә

Йөкмәткеһен һөйләү

32

33

Н.Иҙелбай “Иң яҡын дуҫ”

Я.Ҡолмой «Ҡыҙыҡлы китап»

1

1

13.11

17.11


Инеш дәрес

Ижади уҡыу

Китапханаға йөрөү,китап уҡыуҙың әһәмиәте

34

Телмәр үҫтереү Инша “Китап – белем шишмәһе”

1

19.11


Телмәр үҫтереү

Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү

Үҙ фекереңде дөрөҫ,аңлайышлы яҙа алыу

35

Башҡорт халыҡ ижады

1

20.11


Инеш дәрес

Әңгәмә, эҙләнеү

Халыҡ ижады жанрҙарын ҡабатлау

36

37

«Алпамыша батыр» әкиәте

2

24.11 26.11


Яңы тема

Әңгәмә

Йөкмәткеһен һөйләү

38

39

Әминбәк” әкиәте

2

27.11 01.12


Яңы тема

Әңгәмә

Йөкмәткеһен һөйләү,хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү

40-41

42

Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән Айыу менән бал ҡорттары

2

1

03.12 04.12 08.12


Ҡатнаш дәрес

Һорау-яуап

Ролләп уҡырға өйрәнергә

43

44

Әкиәттәр. Әкиәт һөйләүселәр

2

10.12 11.12


Дәрес эҙләнеү

Әңгәмә

Әкиәт яҙып ҡарарға

45

Йомаҡтар

1

15.12


Ҡатнаш

Әңгәмә

Йомаҡ жанрының үҙенсәлектәрен белеү

46

47

Мәҡәлдәр. Башҡорт халыҡ йырҙары

1 1

17.12 18.12


Ҡатнаш

Ижади уҡыу

Әхлаҡи тәрбиә биреү

48

49

Н.Нәжми «Беренсе ҡар»

Х. Назар «Яуа ҡарҙар»

1 1

22.12 24.12


Ҡатнаш

Тасуири уҡыу

Тасуири уҡыу,ҡыш миҙгеле менән һоҡланыу

50

Г.Юнысова «Ҡотло булһын Яңы йыл»

1

25.12


Дәрес эҙләнеү

Ижади уҡыу

Яңы йылға изге,матур теләктәр теләргә өйрәтеү

51


Кластан тыш уҡыу

«Алтын тамсы» «Етем төлкө» әкиәттәре

1

29.12


Кластан тыш уҡыу

Әңгәмә. һөйләү

Йөкмәткеләрен һөйләү

52

С.Сурина «Ҡышты ҡаршылағанда»

1

14.01


ҡатнаш

Ролләп уҡыу

Сәхнә әҫәрҙәрен башҡарыу оҫталығы тәрбиәләү

53

С.Юлаев «Ҡайтып киләм» «Яуҙа яраланғас»

1

15.01


Ҡатнаш

Һорау-яуап

С.Юлаев тураһында белеү

54

Ғ.Усман «Егет булһаң»

1

19.01


Инеш

Тасуири уҡыу

Ысын егетлек сифаттары тәрбиәләү

55

Ҡармасан менән Сәрмәсән

1

21.01


ҡатнаш

әңгәмә

Башҡорттарҙың боронғо тормошо тураһында белеү

56

57

С.Яҡшығолов “Дим буйында яҙғы таң” Я.Юмаев “Шәкерт”

1

1


22.01

26.01


ҡатнаш

әңгәмә

Яҙғы таңды матур һөйләмдәр менән тасуирлау,белемгә ынтылыш

58

Р.Ғарипов “Башҡортостан”

1

28.01


ҡатнаш

әңгәмә

Башҡортостан менән һоҡланыу,ғорурланыу

59

И.Кинйәбулатов «Дуҫлыҡ төйәге»

1

29.01


ҡатнаш

әңгәмә

Тасуири уҡыу,телмәр үҫтереү

60

61

М.Кәрим “Өс таған”

2

02.02 04.02


Яңы тема үҙләштереү

Уҡыу,телмәр үҫтереү

Йөкмәткеһен үҙләштереү

62

Өс таған ” әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһе

1

05.02


эҙләнеү

Һорау-яуап,әңгәмә

Һөйләү,үҙ фекереңде еткерә белеү

63

Телмәр үҫтереү “Беҙ баласаҡ иленән”

1

09.02


Телмәр үҫтереү

Яҙма телмәрҙе үҫтереү

Ижади фекерләү

64

Р.Шәкүр “Урал батыр иле – сал Урал”, А.Йәғәфәрова «Урал иле»

1

11.02


Яңы тема

Тасуири уҡыу

Телмәр үҫтереү

65-66

67

Р.Ниғмәти “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” А.Йәғәфарова.Урал иле

2

1

12.02 16.02 18.02


ҡатнаш

эҙләнеү

Нимә ул Ватан һорауына яуап биреү

68


К. Кинйәбулатова «Әсә күңеле»

Х.Назар «Таҡта сәй»

1

19.02


Дәрес-эҙләнеү

Тасуири уҡыу,әңгәмә

Әсәйҙәргә һөйөү,ихтирам тәрбиәләү

69-70

71

Г.Вәлиев “Әсәйем фатихаһы” Кластан тыш уҡыу .Әсәйҙәр тураһында шиғырҙар.

2 1

26.02 27.02


Ҡатнаш

Уҡыу,һорау-яуап

Йөкмәткеһен һөйләү

72

Телмәр үҫтереү инша “Изгеләрҙән изге әсәйҙәр”

1

01.03


Телмәр үҫтереү

Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү

Яҙма телмәрҙе үҫтереү

73

Р.Назаров «Яҙ башы»

1

03.03


Ҡатнаш

әңгәмә

Тасуири уҡыу,яҙ тураһында һөйләй белеү

74

Ш.Биҡҡол “Яҙғы уйҙар”

1

04.03


инеш

әңгәмә

Һуғыш һәм тыныслыҡ хаҡында һөйләшеү

75

76

Д.Бүләков “Эҫе ҡар”

2

10.03 11.03


ҡатнаш

Әңгәмә, ижади уҡыу

Йөкмәткеһенә төшөнөү

77

78

«Эҫе ҡар» әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһе Телмәр үҫтереү .Инша.

1

1

15.03

17.03


ҡатнаш

Һорау-яуап

Һөйләү

79

80

81

Кластан тыш уҡыу Я. Вәлиев “Изложение яҙыу Тест һорауҙарына яуаптар

1 1 1

18.03 22.03 24.03


Телмәр үҫтереү

Ижади уҡыу

Телмәр үҫтереү

82

Р.Ғарипов “Һабантурғай”

1

05.04


эҙләнеү

Тасуири уҡыу

Тасуири уҡыу

83

А.Карнай «Турғай»

1

07.04


Ҡатнаш

Уҡыу,һорау-яуап

Йөкмәткеһен һөйләү,әхлаҡи тәрбиә биреү

84

85

З.Хисмәтуллин “Урман ҡунағы”

2

08.04 12.04


Инеш

Әңгәмә

Тәбиғәттәге йән эйәләренә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү

86

Урман ҡунағы ”әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһе

1

14.04


Ҡатнаш

анализ

Һөйләү,йөкмәткеһен тулыһынса асыу

87

С.Агиш “Турыҡай”

1

15.04


Ҡатнаш

Уҡыу,аттар тураһында һөйләшеү

Йөкмәткеһен һөйләү

88

89

Й.Мостафин «Ыласын»

2

19.04 21.04


Ҡатнаш

Аңлатмалы уҡыу

Муса Гәрәев тураһында белеү

90

91

М.Кәрим “Билдәһеҙ һалдат” Р.Ниғмәти.Еңеүселәргә дан!

1 1

22.04 26.04


Ҡатнаш

Ижади уҡыу

Һуғышҡа нәфрәт,тыныс тормошҡа дан йырлау

92

Т.Ғиниәтуллин “Миҙал”

1

28.04


инеш

әңгәмә

Ветерандарға хөрмәт тәрбиәләү

93

Миҙал” әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһе

1

29.04


эҙләнеү


Йөкмәткеһен һөйләү

94

Телмәр үҫтереү Инша «Еңеүселәргә дан»

1

03.05


Телмәр үҫтереү

Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү

Яҙма телмәрҙе үҫтереү

95

К.Кинйәбулатова «Барыһы тыуған еремдә»

1

05.05


Тасуири уҡыу дәресе

әңгәмә

Телмәр үҫтереү,тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләү

96

97

Ф.Иҫәнғолов «Хәмит күпере» А.Игебаев.Һыу буйында балыҡсы

1

1

06.05

10.05


ҡабатлау

Йөкмәткеһенә тулыһынса төшөнөү

Яҡшылыҡтың үҙеңә яҡшылыҡ булып ҡайтыуын аңлатыу

98

99

М Әбсәләмов Йомағужа тирәктәре

2

12.05

13.05


инеш

Йөкмәткеһен уҡыу,һорауҙар-ға яуап биреү

Һөйләү,тарих менән ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү

100


Муса Йәлил «Йырҙарым»

1

17.05


ҡатнаш

Тасуири уҡыу

Телмәр үҫтереү

101


Дәрдмәнд «Нурый менән Зәйнәб», “Бер хазина”

1

19.05 20.05


ҡатнаш

Аңлатмалы уҡыу,әңгәмә

Әхлаҡи тәрбиә биреү

102

С.Моҡанов.Минең республикам.

1

24.05


ҡабатлау

Тест эшләү

Уҡыусыларҙың белемен тикшереү

103

104

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау Кластан тыш уҡыу дәресе

1 1

26.05 27.05


ҡабатлау

Һорау-яуап,кроссворд сисеү

Белемде баһалау

105

Тест һорауҙарына яуап биреү

1

31.05


Белем тикшереү

Тест эшләү

Белемде баһалау



Уҡыу-уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге

1.Баһауетдинова М.И.,Йәғәфәрова Г.Н.

Башҡорт теленән һәм әҙәбиәтенән заманса уҡытыу.Өфө,2009

2.Баһауетдинова М.И.,Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр.Өфө,2003

3.Башҡорт әҙәбиәте тарихы,6 томда

4.Ғималова М.Ғ. Башҡорт әҙәбиәтенең уҡытыу методикаһы 5-11-се синыфтар.Өфө,2005

5.Ким Әхмәтдинов.Әҙәбиә теорияһы.Өфө,2004.



Техник ҡулланмалар

-компьютер;

-ноутбук;

-интернет;

-проектор;

-электрон таҡта.

Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт

1.М.Х.Иҙелбаев,М.Б.Юлмөхәмәтов,Ә.М.Сөләймәнов,З.И.Яйҡарова Туған әҙәбиәт

Урта мәктәптең 5-се клас уҡыусылары өсөн дәреслек-хрестоматия. Өфө-2011

2.М.Ғайнуллин,Ғ.Хөсәйенов. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Өфө,1988

3.С.Ғәлин «Тел асҡысы халыҡта» Өфө,1993

4.Исҡужина Ф.С.,Әбүбәкерова З.Ф.Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән иншалар йыйынтығы.Өфө,2007

5.Юлмөхәмәтов М.Б.редакцияһында.Башҡорт әҙәбиәтен уҡыу китабы.Дөйөм белем биреү мәктәбенең 5-се класс уҡыусылары өсөн .Өфө,2011

Интернет ресурстар

-башҡорт телен өйрәнеүгә бағышланған сайт-http://tel.bashgort.com/home

-башҡорт теленең порталы- http://bashkort-tele.narod.ru/













31




Автор
Дата добавления 26.01.2016
Раздел Другое
Подраздел Рабочие программы
Просмотров435
Номер материала ДВ-381180
Получить свидетельство о публикации

Похожие материалы

Включите уведомления прямо сейчас и мы сразу сообщим Вам о важных новостях. Не волнуйтесь, мы будем отправлять только самое главное.
Специальное предложение
Вверх